19 йәшлек Вафа Әхмәҙуллин Каменск-Подольск ҡалаһындағы артиллерия дивизияһында элемтәсе булып хеҙмәт иткән мәлдә немец илбаҫарҙары илебеҙгә һөжүм итә. Ҡыйыу егет фашистарға ҡаршы барған ҡаты алыштарҙа гел алғы һыҙыҡта йөрөй. Бер бәрелештә дошмандар уратып алғас, ҡулсанан сығып, партизандарға барып ҡушыла һәм 1942 йылдан башлап 1944 йылдың авгусына тиклем иптәштәре менән дошман тылында партизан һуғышы алып бара.
1941 йылдың 13 майында И.Сталин «Немец фашистарына ҡаршы йүнәлтелгән дошман тылындағы һуғыштар СССР-ҙың бөтә сик буйы өлкәләре һәм республикаларында ла алып барылырға тейеш» тигән бойороҡ бирә. Ҡарарға ярашлы, ҡыҫҡа арала 6200 партизан отряды барлыҡҡа килә, уларҙа тотош ғаиләләре менән һуғышыусылар ҙа була.
Илдәге партизан отрядтары менән башта маршал Климент Ворошилов етәкселек итә, 1944 йылдың 30 майында уның вәкәләттәре Үҙәк ставкаға ҡараған партизан хәрәкәте штабының начальнигы П.К.Пономаренкоға тапшырыла. СССР территорияһында һуғышҡан барлыҡ партизан отрядтары һәм командирҙары ошо Үҙәккә буйһона. Лейтенант В.Әхмәҙуллин иһә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы С.А.Ковпак соединениеһына ҡараған «Н.С.Хрущев» отрядында разведротала һуғыша, дошман тылына уңышлы диверсиялар яһай. Үҙәктең «Фашистарҙың тимер юлы коммуникацияларын юҡ итеү маҡсатында «Рельс һуғышы»н киң йәйелдереү тураһында»ғы ҡарарына ярашлы, 1943 йылда ғына Украина һәм Белоруссияла 42 операция ойошторолоп, унда дошмандарҙың юл хәрәкәте айҙарғаса туҡтатып торолған, хәрби ҡорал, аҙыҡ-түлек тейәлгән 18 мең составы, 70 күпере юҡ ителгән, 30 мең һалдаты һәм офицеры үлтерелгән. Бындай һуғыш алымын партизандар телендә «икенсе фронт» тип атағандар. Вафа Әхмәҙуллин «Рельс һуғышы» операцияларында үҙен оҫта разведчик һәм яҡшы ойоштороусы булараҡ таныта.
Вафа Мостафа улы украин телен яҡшы белә, бер үк ваҡытта немец телен дә, мосолман милләтле яуҙаштарын да яҡшы аңлай, русса ла таҙа һөйләшә. Уның менән һуғышҡан партизандар бер-береһенә бер туғандай мөнәсәбәттә була, ауыр саҡта бер-береһен ташламай. Разведчик Әхмәҙуллинға бер үк ваҡытта немецтарға ла, Украина милләтселәре – бандеровсыларға ла ҡаршы һуғышырға тура килә.
Һуғыш ахырына ҡәҙәр бандеровсылар немецтарға ла, СССР-ға ла ҡаршы һуғыша, ябай халыҡҡа күп ҡайғы һәм бәхетһеҙлек килтерә: Карпат тауҙарына китеп, унда йәшәгән кешеләрҙе талай, СССР яҡлыларҙы, коммунистарҙы язалай. Был турала яҡшы белгән легендар С.А.Ковпакка ла үҙ милләттәштәренә ҡаршы һуғышырға тура килә.
Гитлер вәғәҙә иткән үҙаллылыҡтың буш ҡыуыҡ икәнлеген аңлаған Степан Бандера һуғыш тамамланғанда егерме мең һалдаты менән Татр тауҙары аша башта Польшаның Вирла ҡалаһына барып һыйына, унан Австрияға сығып, Мюнхендағы нацистар ярҙамында Америкаға баш һала.
1944 йылдың 2 сентябрендә Чехословакия компартияһы чех һәм словактарҙы фашистарға ҡаршы көрәшкә саҡырып мөрәжәғәт итә. Быны подпольелағы «Чехословакия Милли фронты» партияһы күтәреп ала, компартия лидеры Климент Готвальдың мәҡәләһендә лә ошо хаҡта әйтелә: «Беҙ, чехословактар, тик Советтар Союзының ғына фашистик Германияны еңә алыуына ышанабыҙ, сөнки СССР беҙгә дуҫтарса ярҙам ҡулы һуҙа, илебеҙҙән фашистарҙы ҡыуып сығарып, ирек яулай алырыбыҙға өмөт-ышаныс уята һәм мөмкинлек бирә. Советтар Союзы беҙгә, чехословактарға, һуғыштан һуң да социаль, сәйәси һәм милли проблемаларыбыҙҙы яйға һалыуҙы демократик ысул менән хәл итеүҙә булышырға вәғәҙә итә.
Словактар, ҡулға ҡорал алып, беренсе булып милли азатлыҡ өсөн фашист режимына ҡаршы сыҡты. Уларҙың батырлығы Карпат аръяғы Украинаһындағы немецтар итеге аҫтында ҡалған халыҡтарҙың азатлыҡ өсөн яуға күтәрелеүендә ғәйәт ҙур роль уйнай.
Хәҙер беҙгә артыҡ һуҙырға ярамай, иптәштәр, һуңғы сиккә килеп терәлдек бит инде, бөгөн өс партияға, атап әйткәндә, коммунистар, социал-демократтар һәм чех социалистарына, дөйөм дошманға ҡаршы бергәләп көрәшкә күтәрелергә иң уңайлы мәл етте».
Подпольелағы «Млада фронта» биттәрендә атаҡлы көрәшсе, коммунист-журналист Юлиус Фучиктың да сығышы урын ала. Словакия Милли восстаниеһы еңелгән хәлдә лә ул күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй: «Һеҙҙең еңеү-еңелеүҙәрегеҙҙе, тәрән подполье шарттарында булһаҡ та, барыбыҙ ҙа беләбеҙ һәм ихластан тәбрикләйәбеҙ, иптәштәр! Һеҙ – Ҡыҙыл армия геройҙары! Тиҙерәк фашистарҙы еребеҙҙән, илебеҙҙән ҡыуыу, дошманға ҡаршы ҡаты тороу һәм уларға һәр яҡлап зыян килтереү сараһын күрегеҙ, уларҙың транспортын, хәрби-һауа һәм ҡоро ерҙәге көсөн ҡаҡшатырға һәм юҡ итергә тырышығыҙ! Гитлерсыларға ҡаршы әүҙем көрәшкә күтәрелегеҙ!» Һуғыштан һуң Ю.Фучиктың «Һайланма әҫәрҙәр»енә ингән был сығышы халыҡтың патриотик рухын күтәреүҙә ҙур роль уйнай.
Ошоға оҡшаш өндәмәләр 1941 йылда уҡ Европа концлагерҙарынан ҡасҡан совет офицерҙары һәм Германия заводтарында эшләүҙән баш тартып урман-тауҙарҙа йәшеренеп йөрөгән рус, француз, инглиз, чех, словак, немец антифашистарында ҙур яҡлау таба һәм улар ҙа, партизан төркөмдәре ойоштороп, немец режимына ҡаршы сыға. Ваҡыт уҙыу менән был төркөмдәр партизан отрядтарына әйләнә.
Рәсәйгә ҡаршы һуғышҡан Румыния, Венгрия, Чехословакия, Польша һалдаттары араһында дезертирлыҡ көсәйә. Мәҫәлән, 1942 йылда Рәсәйгә ҡаршы һуғышҡа оҙатылған 800 словак һалдаты – Ҡыҙыл армияға, тағы ла 400-ө Украина һәм Белоруссия партизандарына ҡушыла.
Немецтарҙың асыуын ҡайнатҡан ошоға оҡшаш хәлдәр артабан да ҡабатланып тора. Әйтәйек, 1942 йылдың ноябрендә Украинаның Белокоровичи станцияһында С.Ф.Маликов етәкселегендәге партизан отрядына үҙ теләге менән – 7, Одессала 45 словак һәм чех һалдаты ҡушыла. Ҡыҙыл армия яғына сығып, немец фашистарына ҡаршы көрәшкән Чехословакия патриоттарының иҫәбе артҡандан-арта барып, шул йылдың сентябрь башында «Рельс һуғышы» операцияларында ҡатнаша башлай. Немецтар яғында һуғышҡан 2-се Словакия пехота дивизияһы һалдаттары ла, Брест–Лунинец–Гомель тимер юлы станцияһындағы юлды шартлатып, Үҙәккә фашистарҙың төп нығытмалары хаҡында ҡиммәтле мәғлүмәт тапшыра. Шунда разведчица Г.Д.Сосинаның сослоғо арҡаһында Минск тирәһендә немецтар яғында һуғышҡан алты словак һалдаты совет партизандары яғына сыға.
Совет разведчиктары Словакияла партизан һуғышы ойоштороу өсөн күтәрелгән мәлдә илдәге сәйәси хәлдәр бик ҡатмарлы тора. Атап әйткәндә, клерофашистик Йозеф Тисо хөкүмәте Чехословакия компартияһына ҡаршы көрәшә һәм, Германия менән 25 йылға төҙөлгән килешеүгә ярашлы, йыл һайын 60 мең словакты эшкә ҡыуа, ил байлығын немецтар файҙаһына тәләфләй, иҡтисад, мәғариф, сәйәсәт, мәҙәниәткә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе лә Гитлерҙан башҡа үтәй алмай. Шул сәбәпле Чехословакия– Германия сигендә илбаҫарҙарға ҡаршы туптар шартламай, Германияға ҡаршы һуғыш иғлан ителмәй. «Ихтыярһыҙ президент» исемен алған Чехословакия президенты Эдвард Бенеш Англияға ҡасҡас, Тисо тулыһынса Гитлерға буйһона.
Әммә ошондай көсөргәнешле шарттарҙа ла СССР Словакияны ярҙамынан ташламай: 1941 йылдың 18 июлендә И.Сталин «Германияға ҡаршы һуғышта бер-береңә ярҙам итеү, СССР территорияһында Чехословакия частарын булдырыу» тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуя. 1942 йылдың 27 сентябрендә үҙ көсөнә ингән ошо Килешеүгә ярашлы, 5 ғинуарҙа Быҙаулыҡ ҡалаһында айырым 1-се Чехословакия пехота батальоны төҙөлә. Ул 1943 йылдың 5 майында фронтҡа оҙатыла. 1941 йылдың октябрь-декабрь айҙарында – айырым һәм Ефремов ҡалаһы районында формалашҡан 2-се Чехословакия истребителдәр авиаэскадрильялары, 1944 йылдың апрель-июнь айҙарында – Украинаның Ровно ҡалаһында 1-се Чехословакия армияһы корпусы, 32 самолеттан торған 1-се Чехословакия истребителдәр авиаполкы, ә инде йыл аҙағында 65 танктан торған 1-се Чехословакия танк бригадаһы, 3 танк һәм 1 мотопехота батальондары формалаша.
Быны ишетеп рухланған словак һәм чех һалдаттарының СССР-ға ҡаршы һуғышыуҙан баш тартыуы йышая, улар Ҡыҙыл армия яғына сыға башлай. Мәҫәлән, Ян Станислав, Станислав Мичевтың Словакия Милли восстаниеһы тураһындағы «Завещание свободы» тигән китабында был турала ошолай яҙыла: «1942–1943 йылдарҙа Украинала, Белоруссияла өс тиҫтә словак һәм чех һалдаты Ҡыҙыл армия яғына сыҡҡас, күп милләтле 1-се пехота дивизияһына ҡушылып һуғышалар. Ә 1944 йылдың 10 апрелендә чехословактарҙан торған 1-се һауа дивизияһында бөтәһе 16 мең кеше һуғыша. Ошо айҙа өс пехота, бер танк бригадаһы, биш артиллерия полкынан торған тәүге Чехословакия армияһы ойошторола».
Бейек Татр тауҙарын икегә бүлеп аҡҡан Грон йылғаһы буйында урынлашҡан Бжезов ҡалаһында восстание алдынан ҙур митинг ойошторола. Унда урындағы Халыҡ советы һәм Словакия армияһы, Мәскәүҙән килгән Чехословакия Коммунистар партияһы вәкилдәре Ян Шверма, Клемент Готвальд, Рудольф Сланский һ.б. немецтарға һатылған Йозеф Тисо хөкүмәтен тәнҡитләп сығыш яһай. Милли восстание етәксеһе һәм ойоштороусыһы Ян Шверма үҙенең сығышында немецтар баҫып алған Спишска, Нова Вес, Кежмарок кеүек ауыл-ҡалаларҙы фашистарҙан таҙартыу бурысының бик етди тороуын, тирә-яҡ ауылдар һәм ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең барыһының да дошмандарҙы үҙ еренән ҡыуыуҙа берҙәмлек күрһәтергә тейешлеген әйтә.
Шверманың саҡырыуы халыҡ йөрәгенә барып етә: Словакия Милли восстаниеһы тотош илде ялмап ала, кешеләр ауылдары менән партизан отрядтарына һәм баш күтәреүселәр сафына ҡушыла. Был ваҡытта партизан бригадалары һәм отрядтарының төп штабы разведка мәғлүмәттәре алыу өсөн уңайлы тип табылған Волоска ауылында тора.
Вафа Мостафа улы һуғышҡан 2-се партизандар бригадаһы, еңеүгә рухланған халыҡ иҫәбенә байтаҡҡа артып, Ружомберк, Липтовска-Микулаш, Попрад ҡалаларын азат итә. Бынан тыш, немецтарҙың өҫтәмә көстәрен уҙғармау маҡсатында Яңы һәм Иҫке Смоковцы, Татарнаска Поланка, Штребске Плесо, Важиц ҡалалары, Виходна ауылы һәм Гиби станцияларындағы күперҙәр шартлатыла. Был ауыл-ҡалалар өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа Вафа Мостафа улы ла иптәштәре менән ҙур батырлыҡ күрһәтә.
Баш күтәреүселәр илдең көнсығышын яулап алғас, урындағы власть вәкилдәренең Революцион халыҡ комитеттары ойошторолоп, дәүләт власы халыҡ ҡулына күсә. Халыҡ хатта немецтар өҫтөнлөк иткәндә лә ҡурҡмайынса үҙ эшен дауам итә. Липтовска-Кокава ауылындағы ошондай комитет Важец ауылында төйәкләнгән партизандарға аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеп тора.
Әммә тиҙҙән ҡара көндәр башлана. Словакия баш күтәреүселәренә ҡаршы бөтәһе һигеҙ дивизия ҡуйыла, Гитлер улар менән командалыҡ иткән генерал Бергер урынына генерал Хефлены билдәләй. СС язалаусылары бөтә Словакия буйынса үҙҙәренең ҡанлы эштәрен башҡара – башта Урта Словакиялағы Крупин, Зволен, Бжезно ҡалалары баҫып алына, илдең сәйәси үҙәге иҫәпләнгән Банска-Бистрице ҡалаһы ҡанға батырыла, төшөнкөлөккә бирелгән, ышанысын юғалтҡан баш күтәреүселәр меңәрләп әсирлеккә төшә. Уларҙың күптәре атыла, айырыуса партизандарға ярҙам иткәндәре ҡаты язаларға дусар ителә, төрмәгә ултыртыла. Кежмарок исемле ҡала өсөн алып барылған көсөргәнешле һуғышта ла немецтар өҫтөн сыға. Уларға тиҙ арала Венгриянан өҫтәмә көс ташлана. Шул арҡала Попрад йылғаһы буйында урынлашҡан Кежмарок фашистар ҡулында ҡала.
Быларҙан тыш, баш күтәреүселәрҙе ҡанға батырыу маҡсатында Венгрияның «Хорст Вессель», Польшаның «Дирлевангер» мотопехота дивизиялары ла Словакияға ташлана. Хәлдең бындай боролош алыуы барыһын да ныҡ борсой һәм Словакия армияһының, халыҡтың рухын төшөрөүҙә, берҙәмлек ҡаҡшауҙа үҙ ролен уйнай. Етмәһә, Словакия сигенә яҡынлашҡан Ҡыҙыл армия ғәскәрҙәре лә, үҙ илен гитлерсыларҙан таҙартырға ашҡынған Советтар Союзы Геройы, генерал Людвиг Свободаның 1-се Чехословакия корпусы ла килеп етә алмай – был ваҡиғалар баш күтәреүселәрҙең еңелеүендә төп сәбәп булып тора.
Ҡыҙыл армия һәм Свобода корпусының артиллерия канонадалары әленән-әле ишетелеп торһа ла, уларҙың тау баштарында урынлашҡан фашист нығытмаларын күрмәүе арҡаһында ҙур юғалтыуҙар кисергәнен баш күтәреүселәр белмәй, әлбиттә. Гитлерсылар Дукла артылыштарында ҙур тәжрибә туплаған, тик тауҙарҙа ғына ҡулланыу өсөн етештерелгән еңел пулеметтар менән ҡоралланған снайперҙарға һәм махсус күнегеүҙәр уҙған альпинистарға таяна һәм уңышҡа өлгәшә. Уларға ҡаршы һуғышҡан Ҡыҙыл армия һәм Чехословакия корпусы һалдаттары тәүлегенә бер саҡырым самаһы ер уҙа һәм байтаҡ яугирҙарын юғалта. Аҡ ҡар өҫтөндә ятып ҡалған яралыларҙы алып сығыу, үлгәндәрен ерләү бөтөнләй мөмкин булмай, шул сәбәпле был ялан «Долина смерти» тигән исем менән йөрөй. Был хәлдәрҙең барыһы ла словактарҙың рухи төшөнкөлөккә бирелеүенә һәм немецтар тарафынан еңел генә ҡоралһыҙландырылыуына булышлыҡ итә.
Бәхеткә күрә, Словакия Милли восстаниеһында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла немецтарға баш һалмай: үҙ иле өсөн йәнен аямаған патриоттар тауҙарҙа партизандарға ҡушыла, коммунистар подпольеға китә. Банска-Бистрице ҡалаһының немецтар ҡулында булыуы, отрядтың фашистарға ҡаршы көслө удар яһарға әҙерләнеүе хаҡында капитан Волянский Киевҡа радиограмма ебәрә. Унан партизандарға самолеттарҙа ярҙам киләсәге хаҡында яуап менән бергә «Словакияла, Украина һәм Белоруссиялағы кеүек, ҙур булмаған отрядтар төҙөргә, төркөмләп һуғышыу тактикаһын файҙаланып, дошман тылында партизан хәрәкәтен йәйелдерергә» тигән бойороҡ килә.
Шулай итеп, немец фашистарына ҡаршы ойошторолған ҡанлы көрәштең беренсе этабы тамамлана һәм киң масштаблы партизандар һуғышы башлана.
Дошмандар тәбиғәт торошона артыҡ иғтибар итеп бармай, йылы кейемдәре, ҡоралдары етерлек булғас, үҙҙәрен өйҙәгеләй хис итә. Партизандарға ҡаршы һуғышыу өсөн Татр тауҙарына бөтәһе 50 мең һалдат һәм офицер, 14 дивизия ҡуйыла. 1944 йылдың 25 октябрендә төп удар В.Әхмәҙуллин, П.Величко, А.Егоров, И.Волянский, Е.Белик, М.Сечанский, В.Кветинский отрядтарына яһала. Словакия Милли восстаниеһында бөтәһе 57 отряд ҡатнаша, улар араһында 20-се һан аҫтында билдәләнгән «Бейек Татрҙар» отряды ла бар, шулай уҡ 33-сө һан аҫтында капитан Евгений Волянскийҙың «За свободу славян» һәм 56 һаны менән Даян Мурзин етәкләгән Ян Жижка отряды күрһәтелгән.
Түбәнге Татр һәм Бескид тауҙарына, Бжезна, Буковина, Поланы тауҙарында хәрәкәт икән отрядтарға ҡаршы гитлерсылар төньяҡтан – генерал Дурмвангерҙың, көньяҡтан генерал Шилдың язалаусылар отрядын ташлай. Шул ваҡыттарҙағы ауыр мәлдәрҙе кисергән, һуңынан Чехословакия Компартияһының генераль секретары булып киткән коммунист Густав Гусак үҙенең иҫтәлектәрендә был турала ошолай тип яҙа: «Беҙ тауҙарҙа аҙашып йөрөнөк. Генерал М.Р.Штефаниктың, Ян Налепканың, И.Сталин исемендәге 1-се Чехословакия һәм М.Шукаевтың партизан бригадаһы менән бәйләнеште юғалтҡайныҡ. Коммунистар Ян Шверма, Рудольф Сланский партизан отрядтарына етәкселек итте. Беҙгә шыҡһыҙ, елле көндө шомло геүләгән ҡаялар аша Пшеровҡа сығырға кәрәк ине. Үҙебеҙҙең иҫән ҡалыуыбыҙ менән юл күрһәтеүсе фараж Бартенға бурыслыбыҙ, ул беҙгә бар тирә-яҡ СС язалаусылары менән тулған иң ауыр ваҡыттарҙа ярҙам итте. Беҙ тик 11 ноябрҙә генә Ломнисте үҙәненә барып еттек, унда бер аҙ хәл алғандан һуң Дольни Лгота ауылына сыҡтыҡ. Капитан Егоров бригадаһына ҡараған Түбәнге Татр тауҙарында хәрәкәт иткән В.Сурков, К.Данилов, А.Каличенко етәкселегендәге полктарҙы тергеҙҙек, хатта майор А.Сиприж командалығындағы өр-яңы полк барлыҡҡа килде. Артабан был полк генерал Людвиг Свободаның 2-се Чехословакия бригадаһы тип аталды».
Словакия Милли восстаниеһы ҡанға батырылғандан һуң ҙур ауырлыҡтар аша бөтәһе егерме мең партизан һәм баш күтәреүсе диңгеҙ кимәленән 2655 метр бейеклектә ятҡан Татр тауҙары аша Польшаға сыға. Был турала совет капитаны Михаил Глидер иҫтәлектәрендә лә әйтелә: «...Был хәл 1944 йылдың 10 ноябрендә булды. Бөгөнгөләй хәтерләйем: аҫта, Лупчанск яланында, атыу тауыштары оҙаҡ яңғырап торҙо, әммә немецтарҙың язалаусылар отрядтары беҙҙең Хабенец тауында икәнлекте белмәй ине. Юл оҙон һәм ҡурҡыныс, урманға тиклем тағы ла ике километр самаһы барырға кәрәк. Иң алдан Украина партизандар хәрәкәте штабы начальнигы А.Н.Асмолов бара. Барыбыҙ ҙа юлда осраған һәр ҡыуаҡҡа, үләнгә йәбешеп барабыҙ. Өҫтән, үс иткәндәй, епшек ҡар яуа, туҡтарға уйламай ҙа.
Шул ваҡыт бер партизан:
– Братья славяне! Швермаға ярҙам итегеҙ! Үлә бит, саҡ-саҡ һөйрәлеп килә, – тип ҡысҡырҙы.
Ысынлап та, ул атлар-атламаҫ килә ине, бейәләйҙәре юҡ, ҡулдары туңған, минән башҡа уға ярҙам итерҙәй кеше булманы – күптәр аяҡта түгел, имгәкләп бара ине. Асмоловтың адъютанты Микулаш Ревилак Швермаға ярҙам итергә тырышһа ла, тегеһе йығыла ла китә, йығыла ла китә. Бер йығылһа – тора алмай. Шунан уға немец антифашисы Мартин Вейкерт ярҙам итте. Төндә Шверманың итектәрен урлағандар икән, партизан Микулаш уға үҙенең запас итеген, йылы носкиҙарын кейҙерҙе.
Капитан Обдражек та яраланғайны, уны күтәреп алып барҙыҡ. Аяғы ҡаты яраланған тағы ла бер ҡарт партизан арттараҡ килә ине, ул ярҙамдан баш тартты.
– Зинһар, мине ташлап китегеҙ, барыбер үлергә бит! – тип инәлде. Кеҫәләрен тикшермәгәйнек, баҡһаң, бер «лимонка»һы булған икән. Бер саҡ артта ҡаты шартлау тауышын ишеттек. Әйләнеп ҡараһаҡ – ҡанға мансылған ҡарт партизандың кәүҙәһе...
Урманға етәрәк Асмолов барыбыҙҙы ла теҙеп ҡуйҙы, тик беҙҙең сафыбыҙ ныҡ һирәкләнгәйне. Үлемесле булып арыған, йөҙө һурылып, ҡартайып киткән командирыбыҙҙың да йөҙөн, һаҡалын ҡар баҫҡан, үҙе борсоулы. Ул беҙгә ҡыҫҡа ғына итеп:
– Ял юҡ, иптәштәр. Саҡ ҡына түҙегеҙ инде! – тине.
Урманға ингәс, партизандар барыһы ла сапҡан үләндәй ергә йығылды. Кемдер усаҡ яғырға тотондо. Ут йылыһы беҙҙең арыған кәүҙәләребеҙҙе йоҡоға талдырҙы: түңәрәк яһап, бер-беребеҙҙең өҫтөнә яттыҡ та үлектәрсә йоҡлап киттек. Шунда ғына Асмолов менән Сланский Шверманың юҡлығын шәйләгән һәм артынан кеше ебәргән. Уның туңып үлгәнен, янында ҡоралы һәм йылы курткаһы булмауын белдек».
Яҙылғандарға өҫтәп шуны әйтергә мөмкин: 1951 йылда Социалистик Чехословакия компартияһының генераль секретары Рудольф Сланскийға 50 йәш тула. Тағы ла ике йылдан, 1952 йылдың ноябрендә, Ян Швермаға ярҙам итмәгәнһең, тигән ғәйеп ташлап, уны аҫыуға хөкөм итәләр. Ә К.Готвальд иһә 1953 йылда, И.Сталиндың вафатынан һуң ике аҙна уҙғас, серле рәүештә яҡты донъянан китә.
Үҙәктең бойороғон тормошҡа ашырыу өсөн «Бейек Татрҙар» отряды командиры, 23 йәшлек Вафа Әхмәҙуллин ҙур көс түгә. Башлыса словак, чех, рус, украин һәм белорустарҙан торған отряд партизандары арыҫландай һуғыша. Агенттар һәм һатлыҡ йәндәрҙән һаҡланыу маҡсатында барыһы ла йәшерен исем-шәриф йөрөтә. Вафа Мостафа улы үҙе лә «Вася», «Василь», «Василий» кеүек исемдәрҙә йөрөй.
Башта отрядта ун биш кеше була. «Совет офицерҙары ойошторған яңы отряд барлыҡҡа килгән» тигән хәбәрҙе ишеткәндән һуң «Бейек Татрҙар»ға тирә-яҡ ауыл-ҡалаларҙан ағыла башлайҙар. Отрядтағы алты совет офицеры, Антон Катрак, Винцент Вацлавик, Ян Кубанчик, Ян Сыч, Ян Медвечки, Стефан Моравка, Юлиус Врабец һәм башҡалар һыналған яугирҙар иҫәпләнә. Концлагерҙарҙан ҡасҡан яңы кешеләр араһында старшина Константин Скоробогатов, Марк Широченко, Роман Гупало һәм Иван Фита исемле егеттәр була, тиҙҙән Липтовска-Кокава, Важец, Штебрске Плесо, Подбанске, Прибилино, Ваврищево ауылдарынан килгән словактар ҙа ҡушыла. Командир Әхмәҙуллиндың комсомолец булыуы, Украинала һуғышып, тәжрибә туплағаны һәм иптәштәре менән кешелекле мөнәсәбәт урынлаштыра белгәне өсөн словактар уға ышана һәм ихтирам итә. Командир һайлау хаҡында һорау тыуғас, барыһы ла бер тауыштан Вафа Әхмәҙуллинға ышаныс белдерә. Леонид Леонов исемле рус офицерын – комиссар, украин егете Анатолий Барабашты – штаб начальнигы, Стефан Моравка исемле словакты разведка начальнигы итеп билдәләйҙәр. Яңы барлыҡҡа килгән отрядтың хәрәкәт итеү районы итеп Татр тауҙарын билдәләйҙәр. Был турала Киевҡа генерал Т.А.Строкач исеменә: «Отряд төҙөлдө, словак халҡы дөйөм милли восстаниеға әҙер, Словакия командованиеһы сигнал көтә» тигән радиограмма ебәрелә.
* * *
Партизандар немецтарҙы «швабтар», «боштар» тип йөрөтә. Важец утарында торған боштарҙың ҡорал, аҙыҡ-түлек ылауына яһалған һөжүм отрядтың тәүге уңышы була, унда Әхмәҙуллин партизандары алты ылау хәрби боеприпас һәм арыу уҡ аҙыҡ-түлек эләктерә. Татр тауҙарында яңы партизан отряды пәйҙә булыуы немецтарҙы борсоуға һала, уны нисек тә юҡ итергә булалар. Ике арала барған ҡаты алышта партизандар түңәрәк оборона тотоп һуғыша һәм аҙаҡ, төркөмләп сығыу тактикаһын ҡулланып, ҡулсанан сығыуға өлгәшә. Ошо һуғышта немецтарҙың 20 һалдаты һәм офицеры үлтерелә. Партизандар, Важец утарын ҡалдырып, ситтән ҡарағанда бөркөт суҡышына оҡшаған Кшивани тарлауығына йүнәлә. Был боштарҙың язалаусы отрядтарынан һаҡланыу һәм партизандарҙың именлеген тәьмин итеү өсөн эшләнә.
Тиҙҙән разведчиктар йәшел йомшаҡ мүк менән ҡапланған бер ташландыҡ барак табып ала һәм, үҙҙәрен эҙәрлекләүсе боштар күҙенән йәшенеп, шунда ял итергә була. Ҡыш етеп килә, отрядты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә кәрәк – командирҙы ошо мәсьәлә борсой. Штаб ағзалары менән кәңәш иткәндән һуң ваҡытлыса ҡалырға булалар, аҙналар буйына асыҡ һауа аҫтында йоҡлап йонсоған партизандар ҙа шатланып ризалаша.
Бер аҙ ял иткәндән һуң Әхмәҙуллиндың разведчиктары тиҙҙән бер нисә колонна менән немец автомашиналары уҙасағын асыҡлай. Разведка төркөмө начальнигы Стефан Моравка менән кәңәшләшеп засада ойошторорға булалар. Һәр деталгә иғтибар итәләр: һөҙөмтәһе булырмы, кешеләрҙе һаҡлай алырҙармы? Һөҙөмтәлә партизандар уңышҡа өлгәшә: дошмандың 15 һалдаты һәм офицеры юҡ ителә, 2 йөк машинаһы шартлатыла.
Артабан отряд разведчиктары ауылдарҙа боштарҙың урындағы халыҡ иҫәбенә агенттар әҙерләүен, халыҡтан таланған байлыҡты Братислава аша Германияға ебәреп ятыуҙарын асыҡлай. Отряд тағы ла бер елле генә операция ойошторорға ниәтләнә. Әҙерлек барған мәлдә Липтовска-Кокава ауылының Халыҡ һайлау комитеты рәйесе Адам Зарубен Әхмәҙуллинға бер гәзит тоттора. «Уҡы, унда һинең башың өсөн боштар 4 мең рейхмарка вәғәҙә иткән, һаҡланып йөрө, Василий!» – ти ул. «Ҡайғыртыуығыҙ өсөн рәхмәт! – тип яуаплай Вафа Мостафа улы. – Һаҡланырмын, партизандарҙы ла һаҡлармын. Әле бына үҙҙәренә матур ғына бер концерт ойошторорға әҙерләнәбеҙ, туған!» Әхмәҙуллин Сыч төркөмө менән засадаға әҙерләнеүҙәрен һөйләп бирә, тирә-яҡтағы хәлдәрҙе һораша. Сыч төркөмө партизандары был юлы ла командирҙың өмөтөн аҡлай: немецтарҙың бер йөк машинаһы шартлатыла, 11 һалдаты үлтерелә. Икенсе көндө, атап әйткәндә, 9 октябрҙә, немец радиоһы халыҡҡа ялған хәбәр тарата: йәнәһе лә, немецтар 67 кешенән торған партизан отрядының 27-һен юҡ иткәндәр...
Бер нисә көндән партизандар Святой Петер ауылы янында урынлашҡан немец аэродромына ташлана. 1944 йылдың 15 октябренән 16-һына ҡараған төндә уҙғарылған был операциянан, бәхеткә күрә, барыһы ла имен-аман әйләнеп ҡайта. Унда Әхмәҙуллин партизандары 35 немец һалдаты һәм офицерын үлтерә, 18-ен яралай. Егеттәр шулай уҡ боштарҙың күп зарядлы парлы зенит пулеметын алып ҡайта. Батырлыҡтары өсөн Йозеф Уснянский, Ян Панкиовски һәм Иван Каламбетҡа отряд исеменән ҙур рәхмәт белдерелә.
«Бейек Татрҙар» отрядының уңышы Стефан Моравка төркөмө разведчиктарының сослоғона ныҡ бәйле була. Батырлыҡ артынан батырлыҡ күрһәткән был егеттәр Прибилин, Кокава, Виходна ауылдарына рейд яһап, Важец тимер юлы станцияһы аша Штребске Плесо ҡалаһына уҙасаҡ поезға һөжүм ойоштора. Операцияны атҡарыу маҡсатында улар башта дошман постарын, унда күпме һаҡсы тороуын, ниндәй ҡоралдары булыуын асыҡлай. Был ваҡытта «Василий» төркөмө Моравка төркөмө менән разведкаға китә. Отрядтағы һәр кем үҙ эшен яҡшы белә һәм командир булмаған осраҡта ла алдына ҡуйған бурысын намыҫ менән үтәй: Паштрнак менән Урда төркөмдәре халыҡ һайлау комитеттары вәкилдәре бүлгән аҙыҡ-түлекте ташый, Ваврищево ауылы полицайҙарын ҡоралһыҙландырып, уларҙың 20 винтовкаһын, 21 шинелен тартып ала, партизандарға ҡушылырға теләк белдереүселәр менән бәйләнеш булдыралар. Артабанғы көндәрҙә лә отрядтың тынғыһыҙ партизандары буш тормай: шул уҡ Стефан Моравка төркөмө Штребске Плесо ҡалаһы шифаханаһында ял итеүсе немецтарға һөжүм ойоштора һәм ундағы боштарҙың барыһын да юҡ итә.
Бер мәл разведчиктар Гиби ауылына өс йөҙ немец һалдаты киләсәге хаҡында мәғлүмәтте асыҡлай. Ауыл кешеләренең һөйләүенсә, боштар партизандарға ҡаршы һуғышырға ниәтләнә икән. Был хаҡта ишеткәс, Вафа Әхмәҙуллин партизандарға бер нисә көн дауамында йәшерен бункерҙар ҡаҙып, шунда ҡышҡылыҡҡа туплаған аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ, запас әйберҙәр, ҡоралдарҙы ташып урынлаштырырға һәм һуғышҡа әҙерләнергә бойора.
Ҡышҡы Татр тауҙарында партизандар билдән ҡар йырып хәрәкәт итә. Шуға өҫтәп, боҙло юлдар, һауа торошоноң еүеш һәм томанлы булыуы яугирҙарҙың хәлен ала. Халыҡ ярҙамына таянайыҡ, тиһәләр, аралар йыраҡлығы бәкәлгә һуға. Был уңайһыҙлыҡтар рацияның запас батарейкалары бөткәндә, аҙыҡ-түлек, йылы ойоҡбаштар, ҡышҡы итектәр, медицина ярҙамына мохтажлыҡ кисергәндә айырыуса ныҡ һиҙелә. Ауырлыҡ кисереүҙәре хаҡында Үҙәккә радиограмма ебәргәс, «самолеттан ярҙам ташларбыҙ, усаҡ яғығыҙ» тигән яуап килә. Быға партизандар ныҡ шатлана.
Был ваҡытта отряд немецтарҙың көнсығыш Словакияла торған тау дивизияһын контролдә тота, ваҡыты-ваҡыты менән уларға ҡаршы засадалар ойошторола. Разведка килтергән хәбәргә ярашлы, совет самолеты киләсәк төн тыныс булырға тейеш. Асылда шулай килеп сыға ла: партизандар СССР-ҙан килгән ярҙамды ташып алалар, ҡышҡы кейем, ҡорал, аҙыҡ-түлек һәм башҡа әйберҙәрҙе тиҙ арала бункерҙарға урынлаштыралар. Командир Әхмәҙуллин менән комиссар Леонов Словакия партизандарының үҙәк штабына барып ҡайтҡандан һуң Стефан Моравка һәм Ладислав Беньо етәкләгән егерме биш кешелек диверсия төркөмө менән 23 октябргә билдәләнгән засадаға әҙерләнә башлай.
Үҙ төркөмөн беренсе булып төркөм командиры Стефан Моравка алып китә. Кокава һәм тағы ла бер нисә ауыл-утарҙы уҙғандан һуң Ваврищево ауылы буйлап аҡҡан Белы йылғаһы янында уйламаҫтан немец самолетының утына эләгәләр, ләкин бирешмәйҙәр. Шунда уҡ автоматтарҙан күмәк ут асып, самолетты яндырыуға ирешәләр. Янып ятҡан самолет янына йүгереп барһалар, бер пулеметтан башҡа бер ни ҙә иҫән ҡалмаған икән. Ҡоралды ҡулға төшөргәс, партизандар тиҙ арала юҡҡа сыға, сөнки немецтарҙың үҙҙәренең артынан киләсәген яҡшы аңлайҙар. Былай ғына ҡалдырмаҫтар, яуыздар! «Партизандарға ярҙам иткәнһегеҙ, беҙгә хәбәр итмәгәнһегеҙ», – тигән ғәйеп ташлап, халыҡты рәнйетеүҙәре бар – шуныһы ҡурҡыта командирҙы. Яндырылған Южичков Млин, Важаков биләмәләре, Лидице, Лежаки, Прлов, Плоштина трагедиялары хаҡында әле Киевта уҡ һөйләп, халыҡ менән бик һаҡ булырға ҡушҡайнылар, подпольела нәшер ителгән гәзиттәрҙә лә яҙып, киҫәтеп торалар. Шуға Әхмәҙуллин да, отряд командиры менән сәйәси комиссар Леонов та был деталде күҙ уңынан ысҡындырмай.
Асылда барыһы ла партизандар уйлағанса килеп сыға: күп тә үтмәй, Кшивани тауҙарына яҡын урынлашҡан Довалово ауылы яғынан һәр береһендә бишәр автоматлы немец һалдаттары ултырған өс ылау күренә. Төркөм егеттәре күп уйлап тормай: барыһы бер төптән немецтарға ташлана һәм язалаусылар төркөмөн юҡ итә.
3 ноябрҙә Важец-Виходна юлында боштарға ҡаршы тағы ла бер засада ойошторола: унда партизандар үҙҙәренә ҡаршы ебәрелгән бер немец танкыһын шартлата, алты дошманды үлтерә. Бынан һуң Әхмәҙуллин дошман тылына разведка ебәрә һәм, немецтарҙың отрядты уратып алып юҡ итергә ниәтләнеүен асыҡлағас, нисек тә Татр ҡаялары аша Польшаға сығыу юлын эҙләүҙе дауам итергә булалар.
1944 йылдың көҙөндә «Бейек Татрҙар» отрядында ике йөҙҙән ашыу партизан була. 7 ноябрь көнө партизандар Бөйөк Октябрь байрамы уңайы менән бейеклеге 2655 метрға олғашҡан Кшиван ҡаяһына ураҡ-сүкеш төшөрөлгән ҡыҙыл байраҡ ҡаҙай. Был хәл гитлерсыларҙы сығырынан-сығара: улар партизандарға ҡаршы Липтовски-Град ҡалаһынан ике СС батальонын ташлай. Был хәбәрҙе радиограмма аша Вафа Әхмәҙуллинға генерал-лейтенант Т.А.Строкач үҙе ебәрә һәм бик һаҡ булырға кәрәклеге хаҡында иҫкәртә, кешеләрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн Польшаға китергә бойора.
* * *
Немец фашистарына ҡаршы аяуһыҙ һуғышҡан «Бейек Татрҙар» отряды, ҙурайғандан-ҙурая барып, уңыш артынан уңыш яулай, төркөмдәр һаны ла арта. Штаб начальнигы Анатолий Барабаш отрядты биш төркөмгә бүлергә тәҡдим итә, диверсиялар ойоштороу ҙа уңайлыраҡ булыр, ти. Әхмәҙуллин ҡуш ҡуллап ризалаша. Һөҙөмтәлә тәүгеһе – Ямская, икенсеһе Рачкова үҙәнендә хәрәкәт итеүсе төркөмдәргә етәкселек итеү штаб начальнигы Анатолий Барабашҡа йөкмәтелә. Бынан тыш, командир Әхмәҙуллин, Аурель Гришо, Ладислав Беньо отрядтары барлыҡҡа килә.
Һары сәсле, аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле Ладислав тәү күреүҙән Вафа Әхмәҙуллиндың ышанысын яулай. Асыҡ йөҙлө генә түгел, асыҡ күңелле лә икән үҙе! Беньо командирға бар тормошон энәһенән ебенә тиклем һөйләп бирә. Баҡһаң, ул Словакия халыҡ восстаниеһына тиклем үк словактарҙы Рәсәйгә ҡаршы һуғышмаҫҡа өндәп йөрөгән икән. Полк командиры был хаҡта белһә лә, донос яҙмаған, юғиһә һөйкөмлө егеттең башы төрмәлә серер ине. Бәхәскә Ладиславтың һатлыҡ йән менән булған һуғышы нөктә ҡуйған: унда капитан – тешһеҙ, ә Беньо погонһыҙ ҡала. Шунда Ладиславҡа тағы ла бәхет йылмая: уны штрафной батальонға ебәрергә генә торғанда Словакияла Милли восстание башланыуы хаҡындағы хәбәр килеп етә. Был турала ишеткән Беньо тыныслығын юғалта: нисек ҡасырға? Башында тик ошо уй. Шулай борсолоп йөрөгәндә проблема үҙенән-үҙе хәл ителә. Сентябрь аҙағында Беньо мадъярҙарға пленға бирелә лә, һалдаттар араһында партизандарға ҡушылырға агитация алып бара торғас, үҙе кеүек немецтарға ҡаршы ун биш словакты алып, теләктәштәре менән партизандар яғына ҡаса. Яңы отрядҡа егеттәр «Партизан анты» менән ҡуш ҡуллап ҡабул ителә.
Отрядтың тулыланыуы бик урынлы була: күп тә үтмәй тик тауҙарҙа ғына ҡулланыла торған махсус пушкалар менән ҡоралланған өс колонна СС язалаусылары юлланыуын хәбәр итәләр. Командир Әхмәҙуллин уларҙы юлда уҡ юҡ итергә самалаһа ла, бер аҙға һуңлау сәбәпле, ниәте бойомға ашмай – немецтар өлгөрөрәк булып сыға.
Еңдәре төрөлгән, тирләгән йөҙҙәре ҡыҙарған асыулы СС карателдәренең тигеҙ сафтарҙа ерҙе уя баҫып, ышаныслы атлап килеүҙәрен, махсус өйрәтелгән овчаркалары ла булыуын биноклдән күҙәтә Әхмәҙуллин. Ырылдап, хужаларына үҙҙәренең тоғролоғон белдерергә тырышҡан ҙур-ҙур эттәрҙең һалдаттарҙан ҡалышмайынса килеүҙәренә тиклем күрә. Ҡайһылай уҫалдар! Быларға эләкһәң, иҫән ерең ҡалмаҫ! Күмәкләп өрә башлаһалар, тауыштары, ҡаяларға ҡаҡлығып, алыҫтарға тарала... Эйе, хәлдәр шәптән түгел. Ситуацияны аңлаған Вафа Мостафа улы, штабты һәм партизандар ғүмерен һаҡлауҙы өҫтөн күреп, старшина Скоробогатыйға Кжишна артылыштарына китергә бойора. Үҙе менән бергә радистканы һәм разведчиктарҙы ла алырға ҡуша. Бойормаҫ та ине, биноклдән күҙәткән саҡта бер немец офицерының, оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң, автоматы менән партизандар торған яҡҡа төртөп күрһәтеүен аңғарып ҡала. Тимәк, немец офицеры ниҙер һиҙенгән, һалдаттарын партизандарға ҡаршы ташларға әҙерләнә.
Вафа Мостафа улы был алышта ла күптән һыналған алымды ҡулланырға була – дошманды яҡыныраҡ ебәрергә лә түшәп һалырға! Ҡулын һелтәүе була, партизан автоматтары таҡылдай башлай һәм тәүге атака кире ҡағыла. Тиҙҙән немецтарҙың еңел пулеметтары телгә килә һәм ҡолаҡ тондорғос артиллерия тауыштары яңғырай. Ер ҙә бер, күк тә бер, Татр ҡаялары ишелеп төшөр һымаҡ...
Тап шул ваҡыт тылда ла атыш тауыштары ишетелә. Тағы ни булған? Әллә унда ла немецтармы? Бинокль аша фашистарҙың юлға тағы ла дүрт пулемет ҡуйғандарын күрә Әхмәҙуллин һәм был яңылыҡты шул минутта уҡ Михаил Тарагелға еткерә. Тимәк, партизандарҙы бөтөнләй бикләп юҡ итмәкселәр, яуыздар. Булған юлдар былай ҙа ябылған бит инде. Аһ, штаб начальнигы Анатолий Барабаш менән бер-бер хәл булып ҡуймаһа ярай ине! Хәҙер Әхмәҙуллин Барабаш өсөн хафалана.
Асылда һиҙенеүе бушҡа булмаған икән командирҙың. Партизандар торған бункерҙар тулыһынса ҡыйратылған. Ярай әле үҙҙәре Кшиван тауына китеп өлгөргән. Ҡалғандары улар артынан барып еткәнсе, байтаҡ ваҡыт уҙасаҡ, тимәк, төнө буйына атларға тура килер. Ысынлап та, арыған-йонсоған кешеләр икенсе көндө таң менән генә тейешле урынға барып етә. Иртән разведка Кшиван тауы янындағы атыш ваҡытында Стефан Ружомберк, Матвей Майзлик, Ян Завадский һәм Стефан Шеффер исемле иң аҫыл дүрт партизандың һәләк булыуын асыҡлай.
Тағы ла ике көндән һуң разведка тарафынан штаб начальнигының да яҙмышы асыҡлана. Анатолий Барабаш егеттәре немецтар менән һуңғы пуляға тиклем һуғышҡан. Төндө мәмерйәлә уҙғарып, иртән отрядҡа әйләнеп ҡайтырға ниәтләнгән булһалар ҙа, Подбанск ауылында Петр исемле элемтәсе осрап, боштарҙың партизандарҙың төп базаһын юҡ итергә йыйыныуҙарын еткергән. Быны ишеткәндән һуң Барабаш төркөмө таң беленеү менән, дошман тылында булыуҙарына ҡарамаҫтан, немецтарға ташланған. Ике арала көслө атыш китә. Көстәр тигеҙ булмағас, быны аңлап ҡалған немецтар уларҙы уратып ала һәм барыһын да һәләк итә. Партизандарға ярҙам килмәҫен аңлаған боштар Барабашты тереләй эләктерергә ниәтләнә, әммә егет дошмандарға бирелмәҫ өсөн һуңғы пуляны үҙенә ата... Әхмәҙуллиндың таянысы ла, кәңәшсеһе лә булған батыр штаб начальнигы бына шундай шарттарҙа ваҡытһыҙ һәләк була.
...Тауҙарҙа һәйкәлдәр ҡуймайҙар, уларҙың кәрәге лә юҡтыр. Словактарҙың боронғо йолаларына ярашлы, бындай осраҡта шәһиттәрҙең исем-шәрифтәре ташҡа уйыла. «Бейек Татрҙар» отряды батырҙары иҫтәлегенә арнап ҡуйылған бындай таштарҙы словактар һуғыштан һуң ҡуя – унан бөгөн йыл әйләнәһенә сәскәләр өҙөлмәй.
Анатолий Барабаш һәләк булғандан һуң яңы штаб начальнигы итеп – поручик Ладислав Беньо, ә разведка төркөмө етәксеһе итеп Золтан Брилл тәғәйенләнә. Вафа Әхмәҙуллин командир Брилл менән дә тиҙ арала уртаҡ тел таба. «Бейек Татрҙар» отрядының штаб начальнигы булараҡ үҫкән Беньо Вафа Мостафа улына яңынан-яңы пландар тәҡдим итә, дошмандарҙы үҙ иленән тиҙерәк ҡыуып сығарырға ынтыла.
Важец һәм Штрба ҡалалары араһындағы күперҙе шартлатыу уның сираттағы тәҡдиме була. Был яуаплы эште бер төркөм генә башҡарып сыға алмаҫ, ике төркөм әҙерләйек, тигәс, Вафа Әхмәҙуллин да ризалаша. Операция ҡатмарлы булғанлыҡтан, штаб ағзалары менән бергә уның һәр детален ҡат-ҡат тикшерәләр.
Һөйләшеүҙә ҡаралғанса, биш төркөм билдәләнә: тәүгеһе – Важец күперен шартлатырға тейешле Стефан Моравка егеттәре, Вафа Мостафа улы етәкселегендәге икенсе төркөм иһә Попрад йылғаһы аша Свит менән Лучивна станцияларын тоташтырған күперҙе шартлатып, ике аҙнаға немецтарҙың тимер юлы бәйләнешен өҙә. Беньо, Леонов һәм Аурела төркөмдәре Липтовска-Кокава менән Штребске Плесо юлында немецтарға засада ҡора. Дөйөм алғанда уңышлы уҙған был операцияларҙа фашистарҙың ете вагоны, бер платформаһы, дүрт танкыһы, биш бронетранспортеры ҡыйратыла, 30 немец офицеры һәм һалдаты юҡ ителә. Партизандар яғынан бер ҡорбан – элекке металлург, нацистик Германия яғында һуғышып, партизандар яғына сыҡҡан Лавош исемле венгр егете була.
Ошо уҡ көндө немец радиоһы аша халыҡҡа еткерелгән мәғлүмәттә Вафа Әхмәҙуллин отрядының партизандары хаҡында «Злой Василий шайкаһы» тип һөйләйҙәр, уны ҡулға төшөргән өсөн тағы ла күберәк аҡса вәғәҙә итәләр. Татр тауҙарына аҡсаға һатылған тиҫтәләгән агент ебәрелә. Бәхеткә күрә, словак егеттәренең һиҙгерлеге арҡаһында һатлыҡ йәндәрҙең барыһының да ысын йөҙө асыла.
* * *
Планлаштырылған операция уңышлы уҙғандан һуң отряд уйламаҫтан немец разведкаһы менән осраша. Партизандарҙың ҡайҙа урынлашҡанын аңлап алғас, тегеләр кире сигенә һәм артиллериянан көслө ут аса. Әхмәҙуллин партизандарға: «Ваҡытлыса бункерҙарҙа ҡалып тороғоҙ, мәле еткәс әйтермен», – тип бойороп өлгөрә. Немецтар тау орудиеларынан ата башлауға ер тетрәгәндәй мәхшәр тыуа: ҡаяларҙан тәгәрәгән ҙур-ҙур таштар, үҙҙәре артынан икенселәрен эйәртеп, көслө тауыш менән аҫҡа атыла, тирә-яҡҡа ғәйәт ҙур шаңдау тарала. Гөрһөлдәүҙән ҡолаҡтар тона, ни булғанын аңларлыҡ түгел.
Уңарсы булмай, тарлауыҡтан СС язалаусылары күренә. Барыһы ла аҡ маскахалаттарҙа, арыған йөҙҙәре асыулы. Вафа Мостафа улы уларҙы яҡыныраҡ ебәреп ҡырырға бойора – фашистарҙың беренсе колоннаһы сапҡан үлән кеүек ергә түшәлә. Быны күргән немецтар, хәлде аңлап ҡалып, фаустпатрондарҙан ата башлай. Ҡышҡылыҡҡа тип тырышып ҡаҙыған землянкалар, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, ҡорал запастары бункерҙары шартлап юҡҡа сыға. Был алышта алты партизан яралана, икәүһе һәләк була. Минометтар, тауҙарҙа ғына ҡулланыла торған еңел пулеметтар менән ҡоралланған немецтар менән булған бәрелештә командир ҙа яралана, штаб начальнигы Ладислав Беньо Әхмәҙуллинды ут эсенән алып сыға.
Тирә-яҡты уратып алған СС карателдәренән ҡотолоп булмаясағын аңлаған партизандар был хәлдән һуң тауҙарға сигенергә, түбәһе күккә олғашҡан Шайтан тарлауығына юлланырға ҡарар итә. Әммә Стефан Моравка разведкаһы һуғышҡа тиклем тик контрабандистар ғына йөрөгән тарлауыҡтағы һуҡмаҡты, күпме генә эҙләһә лә, таба алмай. Тауҙарҙы яҡшы белгән Золтан Брилға мөрәжәғәт итәләр. Польшаға юлды асыҡлау маҡсаты менән эшләнгән разведкала ул командирға Томанова үҙәнендә («томан» һүҙенән алынған төрки һүҙе, үҙәндә томандың оҙаҡ ятыуы сәбәпле шулай аталған. – Авт.) немецтарҙың метеорология станцияһы тороуын еткерә.
Ауыр һәм оҙон юлға сығыр алдынан партизандар бер-береһен барлай, ете кешенең һәләк булыуы, бишәүһенең юғалыуы асыҡлана. Һәләк булғандарҙың барыһын да дөйөм ҡәберлеккә ерләгәндән һуң бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителә. Тирә-яҡты немецтар уратып алғанлыҡтан, салют бирмәйҙәр.
* * *
Стефан Моравка менән Золтан Брилдың разведкаһы Польшаға сығыу юлдарын эҙләп таба алмау сәбәпле, Польша биләмәһендә бер аҙ көс йыйып, ял итеп алыу мәсьәләһе хәл ителмәй. Штаб ағзалары мәсьәләнең икенсе яғына ла иғтибар итә: унда ла партизандарҙы көтөп тороусы немец гарнизондары етерлек тә баһа! Польшаға китеүҙе үлемгә тиңләп, Янский шарлауығына йүнәлергә булалар: отрядты ла һаҡларбыҙ, кешеләр ҙә ял итер, тиҙәр. Командир Әхмәҙуллин ризалыҡ бирә. Партизандарҙың юҡҡа сығыуы немецтар өсөн оло сер була. Бер ваҡыт хатта шундай хәл килеп сыға: партизандарҙы эҙәрлекләп йөрөп хәлдән тайған ике немец отряды, бер-береһен танымайынса, ике арала ут аса һәм үҙҙәренең ун һалдатын һәләк итә.
Яңы урынға килеү менән старшина К.Скоробогатый Янский шарлауығына Подбанск ҡалаһынан аҙыҡ-түлек ташый, ләкин ул килтергән ризыҡ ике йөҙҙән ашыу кешегә етмәй. Астың асыуы яман, тигәндәй, отрядта дезертирҙар барлыҡҡа килә, шул сәбәпле командир Әхмәҙуллин сәйәси-аңлатыу эшен үҙ өҫтөнә ала һәм партизандар менән иптәштәрсә әңгәмә уҙғара. Бынан һуң ҡасырға йә немецтарға баш һалырға теләгәндәр кире уйлай һәм отрядта тороп ҡала. Әйткәндәй, был хәл «Бейек Татрҙар» отрядындағы берҙән-бер кире күренеш була.
Стефан Моравка разведкаһы ҡайҙандыр рация өсөн батарейкалар табып килтереү менән Украина партизандар хәрәкәте штабы менән бәйләнешкә инәләр. Асмоловтан килгән радиограммала отрядҡа самолеттан ярҙам ташлаясаҡтары тураһында әйтелә. Быға барыһы ла шатлана, тәғәйен көндө усаҡ яғыу өсөн әҙерлек башлана.
Үҙәктән ярҙам алғандан аҙаҡ «Бейек Татрҙар» партизандары дошман тылында тағы бер уңышлы засада ойоштора. Бункерҙар ҡаҙып уңайлы урынлашҡан немецтарға аңғармаҫтан һөжүм итеп, таңға тиклем дауам иткән алышта дошмандарҙың көлөн күккә осоралар. Әммә партизандар яғынан да ҡорбандар була: Золтан Брилл, разведка отряды командиры Стефан Моравка, старшина Константин Скоробогатый һәм тағы ла дүрт партизан батырҙарса һәләк була. Был һуғышта партизандарҙың өҫтөн сығыуы урындағы халыҡта ғына түгел, бар тирә-яҡта йәшәүселәрҙә өмөт, ышаныс уята. Был бәрелеш «Бейек Татрҙар» отрядының Татрҙар районынан немецтарҙы ҡыҫырыҡлап сығарыуҙағы тәүге аҙымы булараҡ юғары баһалана.
Тауҙарҙа ҡыш үтә лә һыуыҡ һәм ҡаты була, халыҡ күбеһенсә өйҙә ултыра. Был ҡағиҙәгә немецтар ҙа буйһона. Тимер юлдарында станция һаҡсылары тышҡа сығып йөрөргә тырышмай, күп ваҡыттарын кескәй будка эсендә йә булмаһа яҡын-тирәләге крәҫтиән өйҙәрендә уҙғара. Ҡышҡы селләне иҫәпкә алып, «Бейек Татрҙар» отряды 1945 йылдың 14 ғинуарында Липтов үҙәнендә ятҡан Тши Студанки утарында тағы ла бер уңышлы операция ойоштора. Разведка мәғлүмәттәренә ярашлы, унда немецтарҙың махсус язалаусылар отряды урынлашҡан була.
Кшиван тауы итәгендәге Тши Студанки (беҙҙеңсә «Өс шишмә». – Авт.) тип аталған утарҙа берҙән-бер ғаиләнән башҡа күптән кеше йәшәмәй. Шуға ваҡыты-ваҡыты менән унда немецтар ҙа, партизандар ҙа пәйҙә була. Араларында концлагерҙан йә булмаһа Германияға эшкә ҡыуылыуҙан ҡасҡан кешеләр ҙә, бандеровсылар һәм власовсылар ҙа осрай. Бындайҙар, ирек өсөн һуғышыусы партизандарҙан айырмалы рәүештә, үҙҙәрен тәкәббер һәм мәрхәмәтһеҙ тота: урындағы халыҡты талап, һунарсыларҙың ҡоралын, запас аҙыҡ-түлеген, кейем-һалымын, ҡиммәтле әйберҙәрен тартып алалар. «Партизан» исеме аҫтына йәшеренеп башбаштаҡлыҡ ҡылыусыларҙан урындағы халыҡ ҡына түгел, хатта немец һаҡсылары ла ҡурҡа.
Тши Студанки шишмәһе эргәһендәге ике ҡатлы ҙур өйҙә Опица исемле кеше йәшәгәнлеген дә белә партизандар. Был әҙәмгә һуғыш ни ҙә, тыныслыҡ ни – һис
айырма юҡ. Үҙ йәнен һаҡлау өсөн Опица немецтарға ла, партизандарға ла ярай белә. Ни һораһалар, шуны ике яҡҡа ла биреп ебәрә. Әхмәҙуллин партизандары ошо кешенең өйөнә лә һуғыла һәм хужа менән бергә сливовице (сливанан эшләнгән араҡы. – Авт.) эсеп, байрам итеп ултырған немец гарнизонының штаб начальнигы менән бер майорҙы эләктерә. Тиҙ генә кәңәшләшкәндән һуң «тел»дең икәүһен дә самолет менән Үҙәккә ебәрергә булалар. Хәлде аңлатып радиограмма ебәргәс, «самолет ебәреләсәк, усаҡ яғып көтөгөҙ» тигән яуап килә. Әмәлгә ҡалғандай, совет самолеты төшөргә йыйынғанда ғына юлда немецтар килгәне күренә. Командир Әхмәҙуллин һаҡҡа автоматсылар ҡуйғандан һуң уларға иғтибар итмәҫкә ҡуша: немецтарҙың күҙе алдында үҙҙәренә ярҙамға ебәрелгән самолетҡа яралыларҙы һәм әсир төшкән ике «тел»де ултыртып, Оло ергә оҙаталар. Шулай итеп, задание «бишле»гә үтәлә. Һуңынан асыҡланыуынса, штаб начальнигы менән майор Ҡыҙыл армия һәм Украина партизандар хәрәкәте штабына байтаҡ файҙалы мәғлүмәт бирә.
Самолеттың күҙ алдынан осоп киткәнен күргән немецтар уғата ҡотора һәм тиҙ арала отрядты ҡамап юҡ итергә тырыша. Немецтарҙың машинала үтәсәк юлына партизандар тиҙ арала миналар һалып сыға һәм, йәшерен бункерҙарҙы һәм ундағы бөтә кәрәк-яраҡты ҡалдырып, тауҙарға китеп юғала. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң партизандар артта көслө шартлау ишетә...
1945 йылдың 22 ғинуарында Үҙәктән подполковник Г.В.Величко бригадаһы комиссары Л.Лях, штаб начальнигы Л.Горлач ҡултамғалары менән бойороҡ килеп төшә. Унда «Бейек Татрҙар» отряды командиры Вафа Әхмәҙуллин, комиссар Федор Липаткин һәм штаб начальнигы Ладислав Беньоның яңы бурыстары билдәләнә: Ҡыҙыл армия килгәнгә тиклем урындағы халыҡты Германияға эшкә ҡыуыуҙы туҡтатырға кәрәклеге менән бергә дошман тылында диверсиялар ойоштороуҙы әүҙемләштереү зарурлығы тураһында әйтелә. Бынан тыш, һан яғынан артҡан отрядты полк дәрәжәһенә күтәреү хаҡында белдерелә. Асылда отряд күптән полк кимәлендә хәрәкәт иткәнгә күрә штаб ағзалары отрядты полкка әйләндереүҙе законлаштырырға тәҡдим итә. Был турала шунда уҡ Үҙәккә радиограмма ебәрелә һәм ыңғай яуап алына.
Тиҙҙән «Бейек Татрҙар» разведкаһы Ҡыҙыл армия частарының һәм Людвиг Свобода командалығындағы 1-се Чехословакия корпусының Спишска Нова Вес, Кежмарок ҡалаларын азат итеп, Попрадҡа етеп килеүен, Подбанскиҙа торған бер рота мадьярҙарҙың немецтар яғында һуғышырға теләмәйенсә таралып, тирә-яҡ ауылдарҙағы халыҡты талауын, Прибилино, Вавришево, Липтовска-Кокава ауылдарында торған СС язалаусыларының йәштәрҙе Германияға эшкә ҡыуырға йыйыныуҙарын хәбәр итә. Отрядтың Словакия ауыл-ҡалаларын азат итеү буйынса эш башлауына ризалыҡ һорап, Әхмәҙуллин Үҙәккә радиограмма ебәрә. Яуап ыңғай була. Ҡорал табыу ҙур проблема булғанлыҡтан, сираттағы операцияны мадьярҙар ротаһын ҡоралһыҙландырыуҙан башлайҙар. Әммә тегеләр ҡоралдарын үҙҙәре үк ташлай. Быға партизандар аптырап ҡала: бәй, был ни хәл? Вафа
Мостафа улы әсирҙәргә мәрхәмәтлек күрһәтеп, улар менән төплө һөйләшеү ойоштора. Мадьяр халҡының 1848 йылғы революция батыры Лайош Кошут, иреккә дан йырлаған Шандор Петефи хаҡында бәйән итә, СССР менән дуҫтарса мөнәсәбәттә булған Бела Кунды белеүен дә һөйләй. Быны ишеткән мадьярҙар шул тиклем шатлана, командирға ихтирам йөҙөнән ҡоралдарҙы тейәп алып китеү өсөн аттарға тиклем бирәләр. Ошо осрашыуҙан һуң улар тиҙ арала урманға һибелеп юҡҡа сыға.
Тиҙҙән «Бейек Татрҙар» отряды, бер нисә төркөмгә бүленеп, Словакия ауылдарын немецтарҙан таҙартыу буйынса етди эш башлай: башында Аурела Грешо торған беренсе төркөм – Прибилиноға, Вафа Әхмәҙуллин төркөмө Липтовска-Кокаваға юллана. Бындай ҡыйыулыҡты көтмәгән немецтар юғалып ҡала, ә партизандар өсөн был файҙаға була: улар ҡулдарына бик күп ҡорал төшөрә, бихисап фашист әсирлеккә бирелә. Тик уларҙы ҡайҙа ҡуйырға – ҡиммәтле «тел»дән башҡаларын әсиргә алыу ҡәтғи тыйылыуы тураһында Үҙәктә аңлатҡайнылар бит. Был юлы ла Вафа Мостафа улы юғалып ҡалмай: әсирҙәрҙе штаб подвалына ябалар ҙа артабан һуғыша башлайҙар. Довалово тигән ауылда йыйылыш уҙғарып, майҙанға йыйылған халыҡ алдында Ҡыҙыл армияның һәм 1-се Чехословакия корпусының уңыштары, фашистарҙың ҡасыуы тураһында һөйләйҙәр.
Ошо ауылда Вафа Әхмәҙуллин данлыҡлы генерал Людвиг Свобода менән осраша. Хәл былай була.
Бер ваҡыт Ладислав Беньо Вафа Мостафа улы янына килә лә, ҡолағына шыбырлап ҡына:
– Иптәш командир, һеҙҙе Гиби станцияһына генерал Свобода саҡырта, – ти. – Үҙегеҙ менән документтарығыҙҙы ла алып килергә ҡуша.
– Булмаҫ, юҡты һөйләмә, – тип яуаплай Әхмәҙуллин. – Ул мине ҡайҙан белһен?
– Мин бойороҡто еткерҙем, үтәлеше – һеҙҙән, – ти ҙә Беньо күҙҙән юғала. Әхмәҙуллин штабҡа йүгерә. Инеү менән өҫтәл артында мөһабәт кәүҙәле, асыҡ йөҙлө генералды күрә. Генерал уны ҡосаҡлап ала.
– Бына һин ниндәй икәнһең, Башҡортостан егете! – тип һоҡлана ул баштан-аяҡ һынсыл ҡарағандан һуң. – Мин – һеҙҙең илегеҙ, ә һин беҙҙең ил өсөн һуғышҡанбыҙ. Ҙур ауырлыҡтар аша уҙып, барыбер осраштыҡ бит, ә! Күпме иптәштәребеҙҙе, иң аҫыл яугирҙарыбыҙҙы юғалттыҡ...
Шул һүҙҙәрҙән һуң күҙҙәре йәшкәҙәгән генерал тост әйтә:
– Бөгөн һин минең ҡунағым, иптәш Әхмәҙуллин! Илемде немец фашистарынан ҡотҡарғаның өсөн мең-мең рәхмәт, Башҡортостан улы!
Һуғыштан һуң Социалистик Чехословакияның президенты булып киткән Советтар Союзы Геройы, генерал Людвиг Свобода 1-се Чехословакия корпусы менән үткән яу юлдарын яҡтыртҡан «Быҙаулыҡтан Прагаға тиклем» тигән китап яҙа. Документаль китабында автор отрядтың батырлыҡтарына айырым туҡталып үтә:
«Бейек Татрҙар» партизандар отряды 1944 йылдың сентябренән 1945 йылдың майына тиклем 39 хәрби операция ойоштороп, унда дошмандарҙың 626 һалдатын һәм офицерын юҡ итә, 2 фашист самолетын, 4 танкыһын, 5 бронетранспортерын, 29 йөк һәм еңел автомашинаһын, 11 орудиеһын һәм 5 минометын, шуға өҫтәп 5 күперҙе, бер немец штабын шартлата. Быларҙан тыш, отряд Германия яғында һуғышҡан мадьярҙар, хортистарҙы ҡоралһыҙландыра, бер рота хортистарҙы, ике немец полковнигын әсиргә алып СССР-ға оҙата, миналар ярҙамында фашистарҙың өс транспорт автомобилен шартлата.
«Бейек Татрҙар» партизандар отрядын гитлерсылар күп тапҡырҙар юҡ итергә тырыша, бының өсөн махсус әҙерлекле агенттар ҙа индерәләр, тик маҡсаттарына ирешә алмайҙар. Партизандарҙы вермахтың баштан-аяҡ ҡоралланған өс полкы эҙәрлекләй, әммә эләктерә алмай. Ниндәй генә хәрби операция ойоштормаһындар, «Бейек Татрҙар» отряды партизандары аҙ юғалтыуҙар менән алдарына ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәп сыға. «Бейек Татрҙар» отрядының батырҙары беҙгә, 1-се Чехословакия корпусы армияһына ла, ныҡ ярҙамлашты: уларҙың көсө менән Прибилино, Липтовски Град ҡалаларын фашистарҙан таҙарттыҡ.
Отряд командиры Василий Әхмәҙуллиндың сәйәси-аңлатыу эшен юғары кимәлдә ҡуя белеүенә лә хайран ҡалырлыҡ! Уның отрядында немец фашистарына ҡаршы һуғышып сынығыу алған һәм бер ваҡытта ла командирҙарын һатмаған, дезертирлыҡҡа бармаған, киреһенсә, командир, комиссар, штаб начальнигы, разведка отряды командирҙарын күҙ ҡараһылай һаҡлаған һәм улар өсөн утҡа-һыуға ташланырға әҙер кешеләр һуғыша. Анатолий Барабаш һәләк булғандан һуң штаб начальнигы итеп ҡуйылған Ладислав Беньо менән дә Әхмәҙуллин тиҙ арала уртаҡ тел табып, аңлашып-кәңәшләшеп, бер-береһен ихтирам итеп эшләй. Уларҙың яу яланында нығынған дуҫлығы башҡаларға өлгө булып тора һәм отрядтың ҙур уңыштар ҡаҙаныуына, партизандарҙың дуҫлығын нығытыуға булышлыҡ итә. «Бейек Татрҙар» отрядындағы сәйәси-аңлатыу эше һуғыш тамамланғанға тиклем юғары кимәлдә тора».
Генерал Людвиг Свобода менән булған осрашыуҙан һуң Липтовска-Кокава ауылының үҙәк майҙанында Татр районының бар халҡы өсөн ҙур митинг ойошторола. Унда Людвиг Свобода, Украина партизандар хәрәкәте штабынан А.Н.Асмолов һәм башҡа отряд командирҙары сығыш яһай. Улар араһында яҡташыбыҙ Вафа Әхмәҙуллин да була. Сығыш яһаусылар «Бейек
Татрҙар» отряды һәм уның етәкселәре, башҡа партизандар тураһында әллә күпме йылы һүҙҙәр әйтә. Яҡташыбыҙ башҡарған ҙур эштәрҙе юғары баһалап, уға ай ярымлыҡ отпуск бирелә. Әхмәҙуллин Башҡортостанға, үҙен һағынып көткән ата-әсәһе, туғандары янына ялға юллана.
Һуғыштан һуң Вафа Әхмәҙуллин Ужгород өлкәһенең район эске эштәр бүлегендә етәксе урынбаҫары булып эшләй, партизанлыҡ эшмәкәрлегенә отчеттар яҙа. 1945 йылдың аҙағында иһә Башҡортостанға әйләнеп ҡайта. Тынғыһыҙ партизан тормошона күнеккән фронтовик башта – Мәсәғүт педучилищеһын, унан Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай, Мәсетле районы һәм тыуған ауылының йәмәғәт һәм совет органдары эштәренең уртаһында ҡайнай. 1984 йылға тиклем Ҡурғат, Әбдрәхим, Яңы Миәшәгәр, Ләмәҙ-Тамаҡ мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй.
Комсомол ҡайҙа ҡушһа, шунда барырға күнеккән Әхмәҙуллин 1956–1960 йылдарҙа Баһау Нуриманов исемендәге колхоздың партия ойошмаһы секретары вазифаһын башҡара, 1964–1984 йылдарҙа рус теленән уҡыта.
1966 йылда уны Мәсетле районының хәрби комиссариатына саҡырталар. Оло йәштәрҙәге майор яҡташыбыҙҙың тыныс шарттарҙағы тормошон, Словакиялағы яу юлдарын һораша. Вафа Мостафа улы һуғыш осоронда үҙенең Василий Әхмәҙуллин булып йөрөүе хаҡында һөйләй. Шунда ғына сер йомғағы һүтелә – баҡһаң, Социалистик Чехословакияның иң юғары наградаһы – «1939 йылғы Чехословакия тәреһе» орденын тапшырыу өсөн Василий Әхмәҙуллинды эҙләйҙәр икән! Бынан тыш, хәрби комиссариатта уға Чехословакияның «Батырлыҡ өсөн», «Партизан һуғышында ҡатнашыусы» миҙалдарын һәм «Словакия Милли восстаниеһына – 20 йыл» наградаһын да тапшыралар.
«Изгелек эшлә лә һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә – халыҡ белер» тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Ошо хәлдән һуң ғына Вафа Әхмәҙуллин үҙенең Словакияла партизан отряды командиры булыуын киң йәмәғәтселеккә белдерә. Герой тураһында Мәсетле районының «Коммунист» гәзите, «Советская Башкирия», «Совет Башҡортостаны», «Ленинец» һәм «Ағиҙел» баҫмалары мәҡәләләр баҫтыра. Публицист Ризуан Хажиев «Татр тауҙары онотмай...» («Помнят Высокие Татры...») тигән документаль повесть ижад итә. Был әҫәр «Словакия тауҙарында» тигән исем аҫтында Чехословакияның «Руде право» («Красное право») республика гәзитендә донъя күрә.
Матбуғатта донъя күргән мәҡәләләрҙән һуң Башҡортостан бөркөтөнә хаттар ағыла. Тәүге хатты Вафа Әхмәҙуллин Словакия Республикаһының еңел сәнәғәт министрлығында эшләүсе Ладислав Калинанан ала. Унда яуҙашы үҙенең Братиславала йәшәүе, улының Мәскәү университетында уҡыуы һәм Вафа Мостафа улы тураһында Р.Хажиевтың «Руде право» гәзитендә яҙылған мәҡәләһе аша уҡып белеүен, өҙөлөп яуап көтөүен белдерә.
Вафа Мостафа улы иң яҡын дуҫы Ладислав Беньонан да хат ала. Ул Словакия мәҙәниәт министрлығында эшләүе хаҡында яҙа, элекке партизан Милан Лачик менән бергә Вафа Мостафа улын эҙләп-эҙләп тә таба алмауҙарын, хәҙер инде һис шикһеҙ осрашырға тейешлектәрен белдерә һәм ихласлап ҡунаҡҡа саҡыра.
Разведчиктар Аурела Гришо менән Михал Тарагела ла командирҙың табылыуына сикһеҙ шатлыҡтарын белдерә. Липтовски Град,
Штребске Плесо, Липтовска
Микулаш, Липтовска-Кокава, Подбанскиҙың иҫ киткес матурланыуы тураһында яҙалар. «Командир, килеп күрһәң, хатта танымаҫһың да әле», – ти улар. Был ауыл-ҡалаларҙа хәҙер туристар өсөн уңайлы, тигеҙ юлдар һалыныуын, батырҙар өсөн ҡуйылған һәйкәлдәрҙең сәскәләргә күмелеп ултырыуын һәм халыҡтың Башҡортостан улын онотмауын,
Подбанскиға илткән үҙәндә ҡуйылған бер постаментта «Бында «Бейек Татрҙар» отряды командиры Василий Әхмәҙуллиндың отряды хәрәкәт итте һәм немецтарға ҡаршы хәрби операциялар уҙғарҙы» тигән яҙыу барлығын да хәбәр итәләр.
...Бына, ниһайәт, батыр яҡташыбыҙ ҡасандыр бер төркөм рус, украин, белорус, словак, чех партизандары иңгә-иң терәп һуғышҡан Чехословакия Социалистик Республикаһына аяҡ баҫа. Йөрәкһегән командир әле самолетта уҡ түбәндә ағып ятҡан Ваһ, Грон, Бела йылғаларын күҙәтә, ҡарлы түбәһе күккә олғашҡан Татр ҡаяларына һоҡлана. Ул осҡан самолет башта Прагаға төшә, унда Вафа Әхмәҙуллинды «Бейек Татрҙар» отряды партизандары Л.Беньо, М.Тарагел, Ш.Овчарка ҡаршылай. Артабан таксиҙа Братиславаға елдерәләр. Оло һөйөнөс була әлеге осрашыу Татр бөркөттәре өсөн, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй!
Башта яуҙаштар Липтовски-Кокавала булалар. Бар ерҙә лә уларҙы икмәк-тоҙ, яҡты йөҙ менән ҡаршылайҙар. Кооператив хужалыҡҡа тупланған ауыл халҡы, ысындан да, етеш тормошта йәшәй: ауыл менән ҡала араһында айырма юҡ тиерлек. Кисен халыҡ Мәҙәниәт йортонда уҙасаҡ осрашыуға ағыла, барыһы ла – милли кейемдә. Айырыуса ҡыҙҙар күҙ ҡамаштырғыс гүзәл: баштарына ялан сәскәләренән үрелгән таж кейгәндәр, өҫтәрендә – сигелгән күлдәктәр. Тынлы оркестр уйнаған дәртле «Полька» көйөнә ололар ҙа, йәштәр ҙә, балалар ҙа рәхәтләнеп бейей...
Осрашыуҙың тантаналы өлөшөндә Ладислав Беньо һүҙҙәренә яҙылған отряд йыры башҡарыла, унан һуң ауылдың башҡарма комитеты рәйесе сәхнәгә Вафа Әхмәҙуллинды саҡыра һәм көслө ҡул сабыуҙар аҫтында «Липтовска-Кокава ауылының Почетлы гражданины» тигән танытманы тапшыра. Баҡһаң, әле 1945 йылда уҡ яҙылған был танытманы, ҡасан да булһа Вафа Мостафа улының үҙенә тапшырырбыҙ, тип һаҡлаған булғандар икән. Шулай итеп, яҡташыбыҙ был ҡәҙерле документты сирек быуат ваҡыт уҙғандан һуң ҡулына ала.
Артабан айырым сығыш яһауҙар башлана, унда элекке партизандар Вафа Әхмәҙуллиндың көслө рухлы, ҡурҡыу белмәҫ һәм кешелекле командир булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала, легендар отрядтың әле халыҡ ишетеп өлгөрмәгән данлы эштәре, урындағы халыҡтың отрядҡа ярҙамы хаҡында һөйләйҙәр.
Осрашыуҙар егерме көн буйына дауам итә. Вафа Мостафа улы Вавришево, Валацек, Подберезово кеүек ауылдарында, Банска-Бистрице, Липтовски-Микулаш, Попрад һәм башҡа ҡалаларында халыҡ алдында сығыш яһай. Ҡайҙа
ғына барһа ла, уны асыҡ йөҙ менән алҡышлап ҡаршылайҙар, күҙ йәштәре менән оҙаталар. Батырҙарса һуғышып һәләк булған партизандар күмелгән туғандар ҡәберлегендә, мемориалдарҙа ла була Вафа Әхмәҙуллин.
Сит илдәге тулҡынландырғыс сараларҙа герой менән бергә уның улы Роберт та ҡатнаша. Ул – медицина фәндәре кандидаты, оҙаҡ йылдар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Роза исемле һылыу менән яҙмышын бәйләп, ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Роберт Вафа улының оло улы Руслан да – медицина фәндәре кандидаты, Луганск Халыҡ Республикаһында ҡырҡ кешенән торған медицина отряды менән етәкселек итә ул – баҫалҡы егет олатаһы эҙҙәренән хәрби операция барған Украинаға китеүе хаҡында алыҫ юлға сығыр алдынан ғына белгерткән. «Шуныһы йәл, – тип үкенә Роберт Вафа улы, – Мостафа ҡарттың биш улы, өс ҡыҙы булһа ла, бөгөн шуларҙың минән башҡа береһе лә тере түгел. Һуғыш, һуғыштан һуңғы ауыр йылдар уларҙың хеҙмәттә уҙған ғүмерен ҡыҫҡартҡан...»
Вафа Мостафа улы бер ваҡытта ла яуҙаштарының тыуған көндәрен онотмаған. Теүәл, яуаплы командир булараҡ, был турала планшетында йөрөткән дәфтәргә теркәп барған. Роберт Әхмәҙуллиндың көндәлегендә ошондай юлдар бар:
«Атайымдың эш ҡағыҙҙарында яуҙаштарының исем-шәрифтәре, кем булыуҙары, нисек һуғышыуҙары теркәлгән. Нисек ваҡыт тапҡандыр! Мәҫәлән, отряд комиссары Леонид Леоновтың – 1913, штаб начальнигы Анатоль Барабаштың 1923 йылғы булыуын яҙған. Ладислав Беньоның башта – взвод командиры, Войшек Биликтың – уның урынбаҫары, ҡуш йөрәкле Габриель Кубанчиктың – бүлек командиры, Милан Грицтың – өсөнсө бүлек командиры, взвод командиры Аурель Грешаның отряд командиры икәнлеген билдәләгән.
Исемлектә командир урынбаҫары Стефан Моравканың 1911 йылғы булыуы теркәлгән, үкенескә ҡаршы, ул 1945 йылдың 16 ғинуарында һәләк була. Күренеүенсә, атайым үҙенә ағай булырға тейешле кешеләр менән һуғышҡан. Ә бит ул, йәш кенә булһа ла, улар менән уртаҡ тел тапҡан, барыһы ла бер-береһен ихтирам иткән!
Отрядта ирҙәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һуғышҡан. Шуларҙың береһе – тәржемәсе Янна Паянкова 1925 йылғы, ә радистка Анна Барбинягра 1922 йылда тыуған, йәғни атайымдың йәштәше.
Партизандар отрядының күп кенә аҡыллы, батыр ир-егеттәре Еңеү көнөнә барып етә алмаған. Минер Ян Ряшо менән разведчик Широченко Марко – 1944 йылдың 26 сентябрендә, оҫта разведчик Ян Завдский менән взвод командиры урынбаҫары Матей Белуш – 1944 йылдың 4 ноябрендә, арыҫлан йөрәкле пулеметсы Стефан Ружемберок менән взвод командиры Матвей Майзлик шул уҡ йылдың 5 ноябрендә, старшина Константин Скоробогатинок, пулеметсы Юзеф Крайчик һәм автоматсы Кондрат Стефан 1945 йылдың 16 ғинуарында һәләк була.
Һәләк булған яуҙаштарын атайым йылы итеп телгә ала ине, иҫән ҡалғандары менән һуғыштан һуң осрашҡас, бик шатланып ҡайтты. Үҙенең тыуған илебеҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын ҙур бәхеткә иҫәпләне, донъяның төрлө ығы-зығыһына иғтибар итмәне, ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙен намыҫлы, илһөйәр, кешелекле, ярҙамсыл итеп күрһәтте. Балаларына һәм туғандарына, ауылдаштарға, яҡташтарға мәрхәмәтле булды, ҡулынан килгәнсә ярҙам итте».
Сит илдә булып ҡайтҡандан һуң Вафа Әхмәҙуллин да яуҙаштарын Башҡортостанға ҡунаҡҡа саҡыра. Тәүге саҡырыуҙы ул үҙен ҡотҡарған яҡын дуҫы Ладислав Беньоға ебәрә. Беньо, саҡырыуҙы ҡабул итеп, 1981 йылдың йәйендә ҡатыны менән Башҡортостанға килеп төшә. Бик матур итеп ҡунаҡ итәләр словак дуҫтарҙы: мәсетлеләр – уларҙы, улар мәсетлеләрҙе шунда уҡ оҡшата, үҙ итә.
Икенсе тапҡыр 1988 йылдың йәйендә киләләр. Был юлы үҙҙәре менән ейәндәре Павел менән бергә Эмилия Порубянова, Анна Лучан исемле ике партизанканы ла алып киләләр. Шиғриәткә, әҙәбиәткә мөкиббән киткән көслө рухлы, нескә күңелле Ладислав Беньоны шағирҙар Ҡәҙим Аралбаев, Муса Ғәли, публицист Ризуан Хажиев оҙатып йөрөй, Башҡортостандың билдәле фронтовик яҙыусылары менән осраштыралар. Тантаналы сараларҙа Мәсетле районының беренсе секретары З.Ҡаҙыҡов, колхоздың партком секретаре А.Хафизов, райком секретары Ғ.Ҡорбанова, район башҡарма комитеты рәйесе Н.Әмиров ҡатнаша.
Башҡорт егете Вафа Әхмәҙуллин менән словак Ладислав Беньоның биографиялары бер-беренә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған. Ә шулай ҙа яраланған Вафа Әхмәҙуллинды яу яланынан алып сыҡҡан словак егете хаҡында беҙ нимә беләбеҙ һуң? Ябай уҡытыусынан «Бейек Татрҙар» отрядының штаб начальнигына тиклем юл үткән Ладислав Беньоның яҙмышына асыҡлыҡ индерергә теләп, словак әҙәбиәтенә мөрәжәғәт иттем, интернетта мәғлүмәт эҙләнем. Һәм, бәхеткә ҡаршы, уның ике туған һеңлеһе – пани Гизела Мыдларованың иҫтәлектәренә юлыҡтым. Интернет селтәренә ҡуйылған шул яҙманы уҡыусылар хөкөмөнә тапшырам.
«Минең данлыҡлы, һөйөклө ағайым Ладислав Беньо 1921 йылда ябай фермер ғаиләһендә донъяға килә. Әгәр иҫән булһа, уға быйыл 100 йәш тулған булыр ине.
Икенсе бөтә донъя һуғышы башланғас, Верхне Весе ауылында уҡытыусы булып эшләп өлгөргән Ладислав хәрби хеҙмәткә саҡырыла.
Һалдат тормошо ни тиклем генә ауыр булмаһын, ағайым ир-егет булараҡ һуғыштан ситтә ҡалмауына, ҡайһы берәүҙәр кеүек урманға йә сит илгә ҡасмауына ғорурлана ине. Башҡалар рәтендә уны ла Көнсығыш фронтҡа, СССР-ға ҡаршы һуғышҡа ташлайҙар. Быға ағайым бик ныҡ ҡайғыра, сөнки СССР-ға ҡаршы һуғышырға теләмәй. Бер нисә тапҡыр ҡаса, ләкин тотола. Шулай ҙа бәхете өҫтөн сыға: һуңғы ҡасҡанында уны Советтар Союзы Геройы Людвиг Свободаның 1-се Чехословакия корпусы ҡарамағына ебәрәләр. Ағайым үҙен бик-бик бәхетле тоя!
Ошо корпуста ул немецтарға ҡаршы һуғышта тәүге һабаҡтар ала: үҙен яуҙа тоторға, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаҫҡа өйрәнә, ә инде СССР-ҙа әҙерлек уҙып, Словакияға парашютта ташланғас, ныҡ ғорурлана.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың данлы улы, «Бейек Татрҙар» партизандар отряды командиры һәм ғүмеренең аҙағына тиклем үҙенең иң яҡын дуҫы булып ҡалған Вафа Мостафа улы Әхмәҙуллинды ихтирам итте; уға, яуҙа һәләк булған һәм мөғжизә менән тере ҡалған партизан иптәштәренә арнап «Vysoké Tatry a boj za svobodu» («Бейек Татрҙар» ирек өсөн һуғыша») исемле китап нәшер итте. Был йыйынтыҡта ул 1944–1945 йылдарҙа Татр тауҙарында немец фашистарына ҡаршы алып барылған аяуһыҙ һуғыш ваҡиғаларын яҡтыртты.
Бер ваҡыт ағайым: «Тауҙарҙа ашарға бер нәмә лә булмағас, тимер ҡалайҙа ҡар иретеп, һалдат ҡайышынан һурпа эстек, сөнки ашарға бер нәмә лә юҡ ине», – тип һөйләгәйне. Ошондай ауыр мәлдәрҙә партизандарҙың рухын күтәреү, иртәгәһе көнгә ышанысын нығытыу өсөн ул мәктәптә ятлаған шиғырҙарҙы һөйләгән, халыҡ йырҙарын йырлаған, күңел түренән сыҡҡан тәүге шиғырҙарын яҙған. Һуңынан ағайымдың бер популяр шиғыры партизандар гимнына әйләнеп китә һәм уны тауҙарҙағы барлыҡ отрядтар ҙа йырлар була. «Баштан-аяҡ ҡоралланған һәм тауҙарға үрмәләү техникаһын яҡшы үҙләштергән карателдәр уратып алғанда ла беҙ шул гимнды йырлап, үҙебеҙгә көс-дарман алдыҡ, шунһыҙ көслө дошманды еңә алмаҫ инек», – тип һөйләгәйне ул.
Ағайым һүрәтләгәндәр хаҡында һуғыштан һуң Чехословакия Компартияһының генераль секретары булып киткән Клемент Готвальд та яҙып сыҡты:
«Өҫтән ҡар ҡатыш ямғыр яуа, аяҡ аҫты батҡаҡ булып иҙелгән, һығып алмалы булып һыуланған кейемдәребеҙ тәнгә һылашҡан. Томан эсендә киләбеҙ, нисек тә аҙашмаҫҡа тырышабыҙ... Хәйер, томан булмаһа, иҫән ҡалыр инекме икән беҙ? Кәйелеп осҡан немец самолеттары барыбыҙҙы ла пулеметтан һиптереп ҡырып бөтөр ине.
Бына ошондай шарттарҙа баштарыбыҙҙы аҫҡа эйгән килеш атларға, аумаҫҡа, туҡталмаҫҡа тырышабыҙ. Хәлһеҙ йәйәүлеләрҙең күбеһенең аяғы йә ҡулы туңған, шуға ҡарамаҫтан, барыһы ла атларға тырыша. Туҡталһаң, өҫтөңә йә ҡар ишелеп төшәсәк, йә туңып үләсәкһең. Кемдәр ялға туҡтаны, барыһын да ҡар күмде. Быға береһе лә аптыраманы, ярҙам итергә лә ашыҡманы, сөнки хәлдәре юҡ ине. Баштарҙы күтәрмәйбеҙ. Күтәрһәк, тар юлда тайып тарлауыҡҡа ҡолауыбыҙ бар, бер нисә кеше яңылыш баҫып ҡоланы ла инде. Уларҙың ҡурҡыу ҡатыш ҡысҡырған тауыштары әле лә ишетелгән һымаҡ...
Шулай ҙа өмөттән айырылманыҡ, өмөттән яҙҙыңмы – бөттөң, үлдең тигән һүҙ. Барыбыҙ ҙа урманға инеп ял итеү хыялы менән атлайбыҙ. Унда инһәң, ут яғып йылынырға, еүеш кейемдәрҙе киптерергә мөмкин. Ә бит элек ошо тар ғына тайғаҡ, боҙло юлдарҙан тик контрабандистар ғына уҙа алған...»
1944 йылда Словакия Милли восстаниеһында ҡатнашҡан совет партизандары һәм генерал Свобода етәкселегендәге 1-се Чехословакия корпусы тураһында коллектив авторҙар тарафынан яҙылған «Medalonky statečnych» (1998) исемле йыйынтыҡта совет һәм словак партизандарының, шул иҫәптән яҡташыбыҙҙың фашизмға ҡаршы көрәшенә ҙур баһа бирелә.
Чехословакияның элекке президенты, генерал Людвиг Свободаның «Быҙаулыҡтан Прагаға тиклем» исемле документаль йыйынтығында ла Словакия Милли восстаниеһы башланғанға тиклем үк «Славяндар азатлығы өсөн» партизандар бригадаһы разведчигы булған В.Әхмәҙуллиндың яңы отряд ойоштороп һуғышыуы хаҡында әйтелә. Генерал үҙенең яҙмаһында башҡорт батырының башта – Е.Волянскийҙың «Славяндар азатлығы өсөн» отрядында алышыуы, унан айырым отряд ойоштороп, фашистарға ҡаршы әүҙем һуғыш алып барыуы, халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш булдырыуы арҡаһында отрядҡа ҡорал, аҙыҡ-түлек, медицина ярҙамы, кейем-һалым кеүек иң кәрәкле әйберҙәрҙе табыуы, Словакияға аяҡ баҫҡандан башлап һуғыш аҙағына тиклем немецтарға ҡаршы уңышлы диверсиялар һәм засадалар ойоштороуы тураһында һөйләй. «Отряд командиры Вафа Мостафа улы төрлө милләтле партизандар менән уртаҡ тел таба һәм дуҫтарса мөнәсәббәт урынлаштыра, бер үк ваҡытта агенттарҙан һаҡлана, хатта иң ауыр шарттарҙа ла дөрөҫ ҡарар ҡабул итә. Быны Украина партизандар хәрәкәте штабында, 3-сө Украина фронты материалдарында урын алған документтар ҙа раҫлай», – тип һыҙыҡ өҫтөнә ала генерал.
Чехословакия Компартияһының генераль секретары Густав Гусактың «Словакия Милли восстаниеһы» исемле китабында ла «Бейек Татрҙар» партизандар отрядының батырлығы тураһында байтаҡ йылы һүҙҙәр әйтелә. «СССР-ҙа әҙерлек уҙған словак, чех разведчиктары менән бергә совет парашютсыларының Словакияға десанты урындағы халыҡтың еңеүгә ышаныс-өмөтөн арттыра. 1944 йылдың 29 авгусында Словакияла Милли восстание ҡупҡас, совет командирҙары уның уртаһында ҡайнай. Башта баш күтәреүселәр хаотик рәүештә хәрәкәт итә, әммә башында Чехословакия коммунистар партияһы ағзалары Ян Шверма, Кароль Шмидке торған Милли восстание үҙ байрағы аҫтына халыҡты туплай ала һәм илде фашистик Германияға һатҡан Йозеф Тисо режимына ҡаршы сыға. Тәжрибәле совет партизандары һәм офицерҙарының оҫталығы тураһында айырым әйтеү кәрәк: партизан отряды командирҙары, нисек кенә ауыр булмаһын, бер ваҡытта ла юғалып ҡалманылар, үҙҙәренең сафына яңы патриоттарҙы һыйындырып тауҙарға киттеләр һәм антифашистик һуғыштың һәм төп милли восстаниеның сәйәси кадрҙарын һаҡлап алып ҡалдылар. Эйе, был ауыр һәм ҙур юғалтыуҙар менән барған һуғыш булды, әммә партизан һуғышын яҡшы белгән отряд командирҙары аяуһыҙ көрәште дауам итте, үҙҙәре янына һуғышсан ядро йыя алды. Яңы отрядтар тәү сиратта совет офицерҙары эргәһендә барлыҡҡа килде», – тигән юлдар бар унда.
* * *
Ҡурҡыу белмәҫ партизан Вафа Мостафа улы Әхмәҙуллин 1998 йылдың 16 ноябрендә 76-сы йәшендә яҡты донъянан китә. Әммә Башҡортостан һәм Мәсетле халҡы үҙ батырын онотмай. Бөгөн Ҡотош ауылының бер урамы, ҡасандыр ул эшләгән Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе һәм 2629-сы һайлау участкаһы Вафа Әхмәҙуллин исемен йөрөтә, йыл һайын Роберт Әхмәҙуллин ярҙамы менән район мәктәптәре араһында «Вафа Әхмәҙуллин исемендәге приз өсөн» шахмат турниры уҙғарыла. Быларҙан тыш, Мәсетле районы мәктәптәрендә һәм китапханаларында, мәҙәниәт йорттарында һәм Ләмәҙтамаҡ музейында Герой хаҡында класс сәғәттәре, балалар менән әңгәмәләр, «Батырлыҡ дәрестәре» уҙғарыла, китап күргәҙмәләре ойошторола.
Әммә былар ғына исеме сит илдәргә таралған оло шәхес өсөн аҙ түгелме? Мәҫәлән, ни өсөн арҙаҡлы словак шәхестәренең китаптарына ингән батырыбыҙға һәйкәл юҡ? Нишләп республика кимәлендә Вафа Мостафа улы иҫтәлегенә саңғысылар, бокс, еңел атлетика, велоспорт ярыштары уҙғарылмай?
Башҡорт теле һәм туған тел дәреслектәренә Вафа Әхмәҙуллин хаҡындағы әҫәрҙәр инерме? Ә бит ул Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың мәғариф отличнигы, ғүмерен мәғрифәткә, балалар тәрбиәләүгә арнаған ветеран!
Өфөнөң һәм Мәсетле район үҙәгенең күркәм урамына, район китапханалары, мәҙәниәт йорттарына Вафа Әхмәҙуллин исемен биреү ҙә, минеңсә, күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Ғөмүмән, «Батырлыҡ дәрестәре» генә түгел, иншалар, патриотик темаға шиғырҙар, йырҙар яҙыу һәм геройҙың батырлыҡтары тураһында әҫәрҙәрҙән өҙөктәр һөйләү конкурстары уҙғарылһа, ҡайһылай шәп буласаҡ! ижади эштәр тупланған йыйынтыҡ сығарыу иһә яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү, балалар ижадын үҫтереү өсөн эшләнгән бер матур аҙым булыр ине.
Батырҙарын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ. Ошо хәҡиҡәтте хәтерҙә тотоп, мин дә Чехословакияла партизан отряды командирҙары булып һуғышҡан Вафа Әхмәҙуллин менән Даян Мурзиндың исемен мәңгеләштереү маҡсатында был шәхестәрҙе белгән, улар менән аралашҡан кешеләрҙең иҫтәлеген йыя башланым. Шуларҙы яҙып алып, эшкәртеп, айырым йыйынтыҡ итеп баҫтырып сығарһаҡ, арҙаҡлы батырҙарыбыҙ хаҡындағы иҫтәлектәр киләһе быуындарға ла барып етер ине. Чехтар, словактар ҡуш ҡуллап ярҙам иткән һәм баһалаған был эшемде Башҡортостанда күтәреп алырҙармы, юҡмы? Әгәр ундайҙар бар икән, әйҙәгеҙ, ҡушылығыҙ! Иҫтәлектәрегеҙҙе [email protected] электрон адресына ебәрә алаһығыҙ. Алдан уҡ рәхмәтлемен!
* Аһой (ahoj) – словак телендә сәләмләү.
1. Волков Ф.Д. Тайное становится явным. – М.: Политиздат, 1989.
2. Готвальд Клемент. Избранные произведения. – Москва, 1955.
3. Гусак Густав. Свидетельство о словацком Национальном восстании. Избранные произведения. – Москва, 1956.
4. Краткая история Чехословакии с древнейших времен до наших дней. – Москва: «Наука», 1988.
5. Мурзин Даян. Фронт в тылу врага. – Уфа, 2005.
6. Мыдларова Гизела. Воспоминания о Ладиславе Беньо. – 2020.
7. Свобода Людвиг. От Бузулука до Праги. – Москва, 1968.
8. Фучик Юлиус. Избранное. – Москва, 1955.
9. Ғәли Муса. Тауҙар төш күрә. Документаль повесть. – Өфө, 1995.
10. Хажиев Ризуан. Бөйөк Татр бөркөтө. – Өфө, 1981.
11. Ladislav Beno. Vysoké Tatry a boj za svobodu. – 1981.
12. Ladislav Beno. Salva pod veršinama. – 1965.
13. G.K-Zukov. Vspominky a úvahy. 1 část. – Praha, 2005.
14. Меdajlonky stateřnich. Sokolovo – Kyjev («Медальоны отважных». Соколово-Киев). – Изд.: Министерство обороны Чехословакии, 1998.
15. Jan Stanislav, Stanislav Mičev. Odkaz slobody. Bedeker o protifašistkom odboji a slovenskom narodnom povstani. Muueum Slovenskeho Narodného Povstania, – 2019.
16. Oběti válek. Casopis Vikend. – 2021.
17. Partizanske akcie v narodnem povstani v Turciansky Svaty Martin. https://rusneb.ru/catalog/000202_000006_635434/
18. Peter Glotz. Vyhnany. – Munchen, 2003.
19. Richard Overy. Rusově ve válce. 1941–1945. – Praha-Plzen, 2004.