– Ҡамса Дәүләтбай улы, Һеҙ Силәбелә тормош ҡороп, нисәмә йылдар инде ошо төбәктә халҡыбыҙға хеҙмәт итәһегеҙ. Яҙмыш нисек Һеҙҙе Силәбегә алып килде?
– 1983 йылда, Учалы районының Мулдаҡай урта мәктәбен тамамлағас, хеҙмәт юлымды Мейәс ҡалаһында Урал автомобиль төҙөү заводында эшсе булып башланым. Ил сиге ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға индем. Арғаяш районы Ҡуйһары урта мәктәбе – педагогик хеҙмәтемдең юл башы, артабан тыуған ауылыма ҡайтып, Мулдаш башланғыс мәктәбенең мөдире булдым.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған мәлдә яҙмышымда боролош булды. Фронтовик-ғалим, күренекле әҙәбиәт белгесе Миҙхәт Ғәйнуллин етәкселегендә «Ғайса Хөсәйеновтың тарихи әҫәрҙәре» тигән темаға диплом алды эше яҙҙым. Диплом эшемде яҡлағанда етәксем аспирантураға инергә тәҡдим итте. Силәбе дәүләт университетында шул ваҡытта башҡорт бүлеге асылғас, мин тамамлаған башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы Ғиниәт Ҡунафин: «Әйҙә, һин шул яҡ кешеһе, унда белгестәр кәрәк, Силәбегә бар», – тип фатиха биргәйне.
1995 йылда, ғаиләм менән күсеп китеп, Силәбе дәүләт университеты филология факультетының дөйөм төрки филология кафедраһында, ғилми даирәләрҙә эш башланым.
2005 йылда Рәсәй фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында «Башҡорт тарихи прозаһы һәм Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә» романы» темаһы буйынса академик Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов етәкселегендә фән кандидатлығына диссертация яҡланым. Диссертация темаһын раҫлағанда ғалим, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ни өсөн «Йырып сыға алырмы икән?» тип баш сайҡағанын мин хәҙер яҡшы аңлайым. Халҡыбыҙҙың тарихы һәм рухи донъяһы хаҡында фундаменталь әҫәр тыуҙырыу Урал батыр ҡаһарманлығына торошло титандар хеҙмәте тим, сөнки әҙип үҙен, әҫәрҙә әйтелгәнсә, заманыбыҙҙың абыҙы итеп танытты.
Ғәли Ибраһимов – башҡорт тарихи прозаһында «боҙ ҡуҙғатҡан», тотош XVIII быуат башҡорт тарихын асып биргән фундаменталь эпопея авторы. «Кинйә» – үҙе боронғолоҡ колориты аңҡып торған ғәжәйеп бер әҫәр, сөнки Ғәли Ғизетдин улы, тарихсы, яҙыусы булыу менән бергә, үҙен социолог, философ, фольклорсы, этнограф, телсе, топонимист итеп танытты. Әҙиптең иҫ киткес бай рухи мираҫы, күп ҡырлы ижады һәм һоҡландырғыс шәхесе артабан да өйрәнеүҙе талап итә. Ғәли Ибраһимовтың халыҡ тарихы буйынса «өҫтәл китабы»на әүерелгән «Кинйә»һе тураһында китап уҡыусылар конференцияһы, түңәрәк өҫтәлдәр, әҙәби уҡыуҙар ойоштороу һәм башҡа саралар – маҡсатҡа ярашлы эштәр.
Силәбе дәүләт университетының тупрағы, миңә ҡалһа, уңдырышлы булды. Әҙәбиәт ғилеме буйынса эҙләнеү һөҙөмтәләрем «Күңел анттары»на әйләнһә, әҙәбиәт уҡытыу методикаһына бәйле теоретик һәм практик эш тәжрибәләрем «Ҡояш ҡайта әйләнеп» исемле йыйынтыҡҡа тупланды.
– Мәктәп, колледж һәм, ниһайәт, университетта уҡытыу тәжрибәһенә эйә педагог булараҡ, эш принцыбығыҙ менән таныштырһағыҙ ине?
– Уҙған ғүмер – ҡалған хәтер инде. Өҙәрем тормош юлымда кисеүҙәр кистем, үрҙәр артылдым, әле бала саҡта күңелемә ҡунаҡлаған алыҫ хыял тауҙарыма тартылдым. Ана шул ғәжәп бейек Кешелек тигән тау илгиҙәр йәнде әйҙәй.
Уҡыусылар бар икән, мин дә бар, улар юҡ икән, мин дә юҡ, тип аңланым. Был хәҡиҡәт баштан алып бала йәнле уҡытыусының эш принцибына әйләнә. Башланғыс йә урта мәктәпме, юғары уҡыу йорто йә колледж булһынмы – әлеге уй-ниәт үҙе үк күңелдәрҙе тоташтырып-төйнәп тороусы көмөш еп.
– Студенттарҙа ниндәй сифаттар тәрбиәләргә тырышаһығыҙ?
– Үҙаллылыҡ – һәр нәмәгә хас, бар нәмәгә баш. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, дәүләттәр үҙбилдәләнеш һәм бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш алып бара түгелме? Бына шуға күрә меңәр юл сатында үҙ һуҡмағыңды эҙләп табыу мөһим. Шағирҙар ҙа бит ғүмере буйы эҙләнгәндән һуң ғына донъяла эҙ ҡалдыра.
Силәбе дәүләт университетында эшләгәндә йәштәргә йүнәлеш биреү – уларҙы әүҙемләштереү менән бергә ижади шәхес тәрбиәләү бурысы торҙо. Сөнки уҡытыусы, ниндәй генә фән алып бармаһын, ул барыбер ижади һөнәр эйәһе. Университет даирәһендә кеше хаҡында фәнде уҡытҡанда «Ҡарлуғас» әҙәби түңәрәге ойоштороп, Аҡмулла әҙәби берекмәһе менән бәйле алып барҙым.
2009 йылда түңәрәктең ун
йыллығына ҡарата «Тәүге ҡарлуғастар» исемле беренсе йыйынтыҡты ҡулыбыҙға алдыҡ. Учалы егете, талантлы йәш шағир һәм журналист Мөнир Иҡсановты Силәбегә саҡырып, Бабич китапханаһында презентация – йәш авторҙар дебютын ойошторҙоҡ. Башҡорт дәүләт университетының Учалы факультеты менән дуҫлыҡ күперҙәре ана шул саҡта һалынғайны.
Студенттар тормошон йәнләндереү һәм әүҙемләштереү маҡсатында «Силәбе–Учалы: Студент-ШОУ» – Шаяндар һәм отҡорҙар уйынын башланым. Студент тормошона йән өҫтәгән көлкөлиум күңелле йолаға әйләнгәйне. 2009 йылда Учалы хакимиәт башлығының өс йылға бер бирелә торған күсмә кубогын яулау күңел тантанаһы булғайны. Бына былар барыһы ла хәҙер инде шәхсән минең өсөн дә матур иҫтәлектәр.
Һөнәрселәр әҙерләгән даирәгә юлыҡҡас та университет тәжрибәһенә таянам, Силәбе яҙыусылар бүлексәһе менән бик тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. «Урал яҙыусылары менән осрашыуҙар» проекты нығынды, шул күренештең ғәмәле – «СТИХиЯ» тигән коллектив йыйынтыҡ нәшер иттек. «Кешенең хәүефһеҙлеге» тигән йәштәр конференцияһы йолаға әйләнде, Силәбеләге штурмандар әҙерләүсе хәрби училище менән хеҙмәттәшлек һ.б. Башланғыс һәм урта мәктәп, һөнәрселәр һәм юғары уҡыу йорттарында белгестәр әҙерләү даирәләрендә эшләп, мин бер бик мөһим нәмәне аңланым – Илһөйәр рухлы йәш көстәр тәрбиәләү – һәр заманда ла көн ҡаҙағында.
– Һеҙ оҙаҡ йылдар Силәбе өлкәһенең Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәһен етәкләйһегеҙ. Берекмә тарафынан ниндәй эштәр башҡарыла?
– Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә менән 1997 йылдан алып етәкселек итәм. Был – ата-бабалар аманаты һәм үҙе бер оҙайлы тарих, мине илгиҙәр һәм көрәшсе иткән иң яҡты күңел сәхифәләрем.
1995 йылдың 7 феврале. Башҡорт халыҡ үҙәгендә йыйылыш бара. Көн ҡаҙағында бер һорау – әҙәби берекмә эшен тергеҙеү. Ғалим Вәкил Исмәғил улы Хажин шунда яуаплы сәркәтип итеп мине тәҡдим итте. Баҡһаң, бынан тиҫтә йылдар элек барлыҡҡа килгән Муса Йәлил исемендәге әҙәби берекмәнең эше туҡтап ҡалған икән. Был – Аҡмулла һуҡмаҡтарына аяҡ баҫыуым, ижадымдың икенсе һулышы, тормошомдоң яңы офоғо ине.
Силәбелә әҙәби берекмә тарафынан халҡыбыҙҙың рухи донъяһын үҫтереүгә арналған матур эштәр башҡарыла. 2002 йылда йәмғиәт һулышын сағылдырған «Силәбе шишмәләре» исемле тәүге әҙәби йыйынтыҡ донъя күрҙе. Заманында яҡташыбыҙ, шағирә Кәтибә Кинйәбулатова: «Ысынлап та ул өп-өр яңы донъяны – үҫеп килгән һәм үҫкән мәғрифәтсе, әҙәби-ғилми көстәрҙе туплап, уларҙың уй-фекерҙәрен халыҡҡа еткереүсе, улай ғына ла түгел, йәштәрҙе әҙәби донъяға әйҙәүсе һәм йәш көстәрҙе тәрбиәләүсе ғәйәт ҙур бурыс йөкмәгән китап та, тип әйтке килә. Ул өс телдә сыға: башҡорт, татар, рус телдәрендә – әгәр сыуаш йә мари үҙ телдәрендә берәй әҫәр яҙып ташлаһа, шул телде лә ҡушып алыр ине. Иҫ киткес матур изге китап ул», – тип хуплағайны.
Шунан һуң «Чиләбе моңнары» (Ҡазан, 2007 йыл), «Арғаяш башҡорттарының рухи донъяһы» (Силәбе, 2010), «Силәбе башҡорттарының әҙәбиәт антологияһы» (Өфө, 2011), «Дуслыҡ тирмәсендә» (Ҡазан, 2012), «Ислам юлдарында» (Өфө, Рәсәй Ислам университеты, 2013), «Аҡ тирмәләр илендә» (2018) исемле йыйынтыҡтар һәм тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған матур китаптар әҙерләнде, балалар һәм йәштәр ижады буйынса «Тамсыҡай», «Ынйыҡай», «Ҡарлуғастар», «Төймә лә бүләк», «Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар!» һ.б. йыйынтыҡтар баҫтырҙыҡ.
Тыуған яҡ әҙәбиәтен пропагандалау һәм әҙиптәр исемен мәңгеләштереү – әҙәби берекмәһенең бурысы. Ҡадир Даян, Ғәлимов Сәләм, Мөхәмәтйәров Хәй, Кәтибә Кинйәбулатова, Сәфинә Хәкимова һ.б. әҙиптәр ижадына арналған буклеттар район хакимиәттәре һәм йәмғиәт ойошмалары менән берлектә нәшер ителде. Ҡадир Даян, Ғәлимов Сәләм, Кәтибә Кинйәбулатова исемендә әҙәби премиялар булдырылды, китапханалар Ҡ.Даян, М.Хәй, К.Кинйәбулатова исемдәрен йөрөтә, мәктәптәрҙә лә башҡорт теле кабинеттарына лайыҡлы исемдәр биреү буйынса эш алып барабыҙ.
– Силәбе ерендә үҫеп сыҡҡан әҙиптәр ижадын өйрәнеү һәм хәҙерге авторҙарҙы туплау буйынса ғәйәт ҙур эш башҡараһығыҙ икән.
– Силәбе дәүләт университетындағы эшем һәм Аҡмулла әҙәби берекмәһе менән етәкселек итеү шулай ҡуша. Ошо эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе булып 2011 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә «Силәбе башҡорттарының әҙәбиәт антологияһы» донъя күрҙе. «Тыуған яҡ әҙәбиәте» тигән махсус курс буйынса уҡыу ҡулланмаһы – хрестоматия әҙерләнгәйне. Унда Силәбе башҡорттары фольклоры, күренекле һәм йәш авторҙар ижады, текстология буйынса халыҡ араһында табылған яңы әҫәрҙәр тупланды.
2016 йылда «Ер йөҙөндә төрлө йылғалар бар» исемле тәүге әҙәби-тәнҡит йыйынтығын баҫтырыу ҙа яңылыҡ булды. Йәш авторҙарҙы күрһәтеү, ижадтарын баһалау тигән зарураттан тыуҙы ул.
Арғаяш районының Мәүлит ауылында тыуып үҫкән аҫыл шағирә Кәтибә апай Кинйәбулатова ижадына мин шәхсән мөкиббән ғашиҡмын. Силәбе башҡорттарының рухи донъяһын, холҡон һәм тәбиғи булмышын үҙендә туплаған арҙаҡлы шәхес менән яҡындан аралашыу бәхетенә ирешкәйнем. «Арғужа ла буйлап йөрөгәндә...» исемле фәнни-биографик китап әҙерләнем, әле ил инәһенең ижады буйынса монография яҙыу бурысы тора.
– Һеҙҙе Силәбе башҡорттарын туплаусы, алға әйҙәүсе, туған телде һаҡлау буйынса байтаҡ эштәр башҡарыусы йәмғиәтсе булараҡ беләбеҙ.
– Кәңәшле эш тарҡалмай, тиҙәр. Йәмғиәт башланғысында Силәбе ҡалаһында асылған Башҡортостан Республикаһы вәкиллегенә, Арғаяш район гәзитенең «Арғужа» ҡушымтаһына ҡуш ҡуллап хеҙмәт иттем. 2010–2015 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, 2019 йылда йәнә Башҡарма комитеттың Мәғариф буйынса комиссияһына ағза итеп саҡырылдым.
2019 йылдың 23 майында Силәбе дәүләт университетында уҙған конференцияла Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһының етәксеһе итеп һайландым. Уҡытыусылар тупланды, эштәр көйләнде. «Аҡмулла уҡыуҙары», «Мостай уҡыуҙары», «Хәй уҡыуҙары» кеүек йөкмәткеле һәм күркәм саралар уҙа.
Зәйнулла ишандың бүләһе, шағир һәм имам-хатиб Булат Батталов, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рафаэль Мөхәмәтйәнов, шағир Ирек Сабиров, һүҙ оҫтаһы Алевтина Вәлиева – хәҙер инде мәрхүмдәр, педагогик хеҙмәт ветерандары Зәйтүнә Хәйруллина менән Венера Нуретдинова, тарихсы-ғалим Рәшит Хәкимов, Яҙыусылар берлеге ағзаһы Сәфинә Хәкимова кеүек шәхестәр менән хеҙмәттәшлек итәм, һәр саҡ аҡыллы кәңәштәренә таянам. Илһөйәр, милләтте тығыҙ сафҡа туплаусы был аҫыл заттар – замана геройҙары. Шуларҙың береһе – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Арғаяш районының почетлы гражданы Рафаэль Йомасолтан улы Мөхәмәтйәнов хаҡында «Егеттәрҙең солтаны ине...» исемле китап яҙҙым.
– Ҡамса Дәүләтбай улы, ижади, әүҙем шәхес булыуығыҙ тыуған төйәгегеҙ, ата-әсәйегеҙ тәрбиәһенән киләлер. Ниндәй ғаиләлә тәрбиәләндегеҙ?
– Күк Уралға ҡул һуҙымында ғына ятҡан Учалы районының Мулдаш ауылында, Изаҡай түбәһенең үрҙәре менән алышып, моңло Ирәмәлкәй һыуына ҡойоноп үтте бала сағым. Бында – ынйы мәрйендәй тауҙар, көҙгөләй уйым-уйым күлдәр, хозур сәхрәләр. Тауҙар, әйтерһең дә, сафҡа баҫҡан баһадирҙар. Ослотау – ауылды күкрәгенә ҡосҡан ғәййәр уҙаман, ҡаршыла – һынсыл Аратау. Ауылдың көньяғында, ете-һигеҙ саҡрымда, олпат Нәрәле – Урал тауҙары олатайым кеүек мине саҡырып торғандай.
Һөйәк түккән, Ҡорман күле, Ташкисеү буйҙары — алтынға бай боронғо йәйләү ерҙәре. Бала саҡта Уралды ҡыҙырғанда зиһенемде биләгән һынташтар әле һаман да сер һаҡлай. «Тау итәгендә элек һуғыш булған. Йәйләүҙе тар-мар итеп, ҡаҙаҡтар малды ҡыуып алып киткән. Егеттәр улар артынан ҡыуа төшкән. Ике арала ҡаты ҡыйралыш ҡупҡан. Бик күп кеше һәләк булған. Бына шуға күрә тауға Һөйәк түккән тип исем биргәндәр», – тип легенда һөйләгәйне атайым.
Ҡорман тауы, Ҡыҙылташ, Ҡылысбай һәм башҡа тау атамаларын ишетеп кенә түгел, күреп-белеп, аунап-тунап үҫтем мин шунда. Атайым Бәҙерниса түбәһен «Ҡәртнәйем түбәһе» тип әйтә ине. Баҡһаң, Бәҙерниса – атайымдың атаһының инәһе – оло ҡәртнәйебеҙ, борон улар түбәне биләп, ашлыҡ сәсеп, мал үрсетеп, етеш ғүмер иткән булған.
Ер-һыу атамаларының тарихы менән бала саҡтан ҡыҙыҡһындым. Тыуған ер сәхифәләре йәнемде арбап, күңелемә иҫ киткес ныҡ тәьҫир итте. Рухи донъям шулай сабый саҡтан атай-олатайҙар хәтирәләрен тыңлап бешекте.
Атай менән инәй – Ер йылыһын тойоп, тыныс ғүмер кискән ябай кешеләр. Итәк тулы бала, урам тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт. Бер нисә баш һыйыр һауып, йәйен, совет осоро ҡануны буйынса, совхозға феләк-феләк һөт тапшырҙылар. Малдары түлле булды, шуның менән көн күрҙеләр. «Башҡорттоң байлығы малда», – тиҙәр ине. Мин хәҙер шул ҡояшлы донъяны һағынып: «Байлыҡтың атаһы – хеҙмәт, инәһе – Ер», – тим.
Инәйем – ғүмер, аҡыл һәм иман биргән донъялағы иң ғәзиз кешем. Яҡшы эштәре, һиҙгер йәне һәм сая рухы менән күңелем маяғы ине. Вафат булғас, рухи һәйкәл ҡуям тип ант итеп, йыллығына «Фатихаңдан, Әсәй, ташлама!» исемле йәдкәр әҙерләнем. Унда йәнле иҫтәлектәр – ауыл кешеһенең рухи торошон күрһәтергә тырышам, үлемһеҙ Әсә образы һәм Әсәлек тигән темаға үҙемсә бағам. Әле беҙҙән хәйер-доға өмөт иткән инәйемдең изге әруахына мең-мең рәхәт көндәрем өсөн бер рәхмәтем шул.
– Һеҙгә терәк булған, илһам биргән ғаиләгеҙ хаҡында ла һөйләп үтегеҙ әле?
– Тормош иптәшем Фатима Данис ҡыҙы Арғаяш районының Ҡуйһары ауылынан. Уның менән Гөлли һәм Вәсилә исемле ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтерҙек. Балаларҙың үҙ юлдары. Гөлли йыр-моң һәм музыкаль сәнғәт донъяһын һайланы. Петр Чайковский исемендәге Көньяҡ Урал дәүләт музыка институтын тамамлап, Арғаяш район сәнғәт мәктәбендә вокал бүлеген алып бара. Студент сағында ул Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәзифә Хәбибуллина етәкселегендәге «Гүзәл» ансамбленең солисткаһы ине. 2012 йылда Магнитогорск ҡалаһында уҙған төбәк-ара «Һылыуҡай» конкурсы лауреаты, 2017 йылда Нефтекама ҡалаһында уҙған халыҡ-ара Фәриҙә Ҡудашева исемендәге «Дуҫлыҡ моңо» конкурсы дипломанты булды. Әле әҙәби саралар, милли байрамдар уртаһында ҡайнап йәшәй.
Вәсилә 7-се класта уҡығанда уҡ үҙе тәбиғәтте өйрәнеүҙе һайланы. Геология буйынса өлкә конкурстарында күп тапҡырҙар еңеп сыҡты. 2011 йылда Бөтә Рәсәй В.Вернадский исемендәге конкурста лауреат булды, 10-сы класта уҡығанда юғары һөҙөмтәләре өсөн Мәғариф һәм фән министрлығы «Орленок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә путевка менән бүләкләгәйне. 2019 йылда МИСиС фән һәм технологиялар университетының тау-сәнәғәт экологияһы факультетын тамамланы. Өс бала әсәһе, әле Мәскәүҙә йәшәй.
– Әле ниндәй ниәттәр менән янып йәшәйһегеҙ?
– Эйе, күңелемдә йөрөгән маҡсаттар, уйҙар бар. Мәҫәлән, башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы – ҡыҙыҡ фән, мауыҡтырғыс ғилми өлкә, хәҙерге заманда ҡолас йәйеп эшләү майҙаны. Әле әҙәбиәтте уҡытыу заманса, яңы эш алымдарын талап итә. Был йәһәттән файҙалы булайым тигән ниәттә, Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағына «Тәрбиәсе папкаһынан» исемле методик ҡулланма тапшырҙым.
Силәбе социаль-профессиональ колледжында хеҙмәт юлым дауам итә. Аҡмулла һуҡмаҡтары беҙҙе яҡты киләсәккә илтә, шуға күрә лә мин алыҫтарға табан юлдарыбыҙ бейек-бейек тау булһын, тип теләйем.
Ижтимағи өлкәлә егелеп эшләнек, туғарылыу беҙгә ят булһын. Силәбе өлкәһендә башҡорт халҡының рухи донъяһын үҫтереүгә индергән хеҙмәттәрем өсөн губернаторҙың Почет грамоталарына лайыҡ булыуым, 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығының Почет грамотаһы һәм «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға – 100 йыл» тигән юбилей миҙалы менән бүләкләнеүем, ә быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына лайыҡ булыуым артабан да эшләргә дәрт бирә, ҡанатландыра.
Миңә ышаныс белдергән барлыҡ ватандаштарыма сикһеҙ рәхмәтлемен, һәр эштә лә ҡеүәт һәм берҙәмлек теләйем!
Миләүшә Мөхәмәтйәнова әңгәмәләште.