Все новости
БАШКИРЫ РОССИИ
16 Декабря 2019, 12:41

Ватандаштар менән осрашыуҙар

Автор - Зөлфиә РӘХМӘТУЛЛИНА.Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Рәсәй төбәктәрендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре уҙғарыуын дауам итә. Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан Башҡортостан Башлығы грантына ойошторолған акция октябрь айында Санкт-Петербург ҡалаһында һәм Һарытау өлкәһендә үтте.

Төньяҡ мәркәз башҡорттарында

Илебеҙҙең төньяҡ мәркәзе – башҡа бик күп халыҡтар менән бергә башҡорттарҙы ла үҙенә һыйындырған ҡала. Беренсе сиратта, белем артынан киләләр бында. Шуға ла Санкт-Петербургта башҡорт йәштәре күпселекте тәшкил итә. Һөнәр алғандан һуң эшкә килеүселәр ҙә бар. Хеҙмәт йәшендәге йәш һәм урта быуын хаҡында һүҙебеҙ. Күптән ошо ҡаланы төйәк иткән, Санкт-Петербургта балалар үҫтергән, ейән- ейәнсәрле булған өлкәндәр ҙә юҡ түгел. Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәренә төрлө быуын милләттәштәребеҙ килде.

Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса был мегаполиста 2700 башҡорт йәшәй. Берҙәм дәүләт имтиханы асҡан мөмкинлектәр менән файҙаланып, федераль вуздарға килеүсе йәштәр йылдан-йыл артыуын иҫәпкә алғанда, бөгөн был һан байтаҡҡа артҡандыр, тип фаразларға мөмкин.

Әйткәндәй, башҡорттар өсөн Санкт-Петербургтағы мөһим урындарҙың береһе – Тау институты. Уға 1773 йылда башҡорт мәғдәнсеһе Исмәғил Тасимов тарафынан нигеҙ һалына. Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре сиктәрендәге төп рәсми саралар ҙа тап ошонда башланды. Юғары уҡыу йорто был шәхесте һанлай: төп корпуста ғәйнә башҡортона иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Бөгөн был вузда Башҡортостандан 50-нән ашыу студент белем ала. Араларында янып торған башҡорт егет-ҡыҙҙары ла күп. Институттың белем биреү мәсьәләләре буйынса проректоры Башҡортостандан ныҡлы әҙерлекле, тырыш егет-ҡыҙҙар килеүен билдәләп үтте.

Санкт-Петербург башҡорттары менән осрашыу йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы

Санкт-Петербург дәүләт университетының шәрҡиәт факультеты корусы ихатаһында Әхмәт-Зәки Вәлидигә бюст урынлаштырылған. Ул 2008 йылда асыла. Төрки халыҡтарҙы өйрәнеү үҙәге иһә Көҙән башҡорто исемен йөрөтә. Делегация Ленинград блокадаһына бәйле шанлы тарих һаҡлаған Пискарёв мемориаль комплексы – Туғандар ҡәберлегендә лә булды. Унда 600 меңдән ашыу кеше ерләнгән. 900 көн дауам иткән блокаданы өҙөүгә үҙ өлөшөн индергәндәргә оло рәхмәт һаҡлаған комплекста Башҡортостан яугирҙарына айырым таҡтаташ ҡуйылған.

Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә бер нисә ижади һәм ижтимағи төркөм эшләп килә. Йәштәр «Аманат» ойошмаһына берләшһә, өлкәндәр фольклор ансамблгә ойошҡан. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, күптәнге теләктәрен тормошҡа ашырып, ватандаштарыбыҙға бер нисә комплект милли костюм бүләк итте. Халыҡтар дуҫлығы йорто, Милләттәр йорто саҡырыуы буйынса беҙҙең коллективтар төрлө сараларҙа ҡатнаша икән. Санкт-Петербургтан ситтә үткән фестивалдәрҙә лә улар башҡорт халҡы исеменән сығыш яһай.

Ленинград өлкәһенең Халыҡтар дуҫлығы йортонда башҡорт музейы асылған. Әлбиттә, музей тип ауыҙ тултырып әйтергә әле иртәрәк. Әммә башланғыс һалынған. Әгәр ҙә экспонаттар менән байытылһа, ҙурыраҡ майҙан бүлеү мөмкинлеген ҡараясаҡбыҙ, тине Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры В.В.Михайленко. Тимәк, беҙ ҡулыбыҙҙан килгән тиклем ярҙам итергә тейешбеҙ. «Ә нисек?» тигән һорау тыуа. Бәлки, ошондай ҡалаларҙағы милли мөхит өсөн яуаплы башҡорт эшҡыуарҙары табылыр, тип уйлап ҡуйҙым. Айырым райондар шефлыҡҡа алһа ла насар булмаҫ ине. Ул музей тарихты ғына түгел, хәҙерге ҡаҙаныштарҙы ла сағылдырырға тейештер. Ҙур ҡалала эштән, уҡыуҙан һуңғы буш ваҡыттарын йәмәғәт эшенә бағышлап, үҙ халҡын күтәреп йөрөгән милләттәштәребеҙгә, әлбиттә, ярҙам итергә кәрәк.

Башҡорт телен бәләкәй балаларға өйрәтеү маҡсатында йәкшәмбе курстары ла асылған. Афарин! Уларға «Тамыр» телеканалы сығарған «Башҡорт әлифбаһы» бүләк ителде.

Бәләкәстәргә – «Башҡорт әлифбаһы»

14 декабрҙә Ленинград өлкәһе Халыҡтар дуҫлығы йортонда Аҡмулла уҡыуҙары үтәсәк. Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән видео-конференция планлаштырылған. Шәп бит! Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип ҡабул ителһә, тап ошо көндө Санкт-Петербург ҡалаһында ла Аҡмулланың туған теле яңғыраясаҡ.

Мәскәү, Питерға бәхет эҙләп сығып китеүселәр күп, миллионлаған халыҡ араһына инеп юғалыуҙары ла бик ихтимал. Ҙур ҡала мөмкинлектәрен ҡалдырып ҡайтырмы ул йәштәр, тигән урынлы һорау тыуа.

Йәштәр студент саҡта буласаҡ һөнәре буйынса белем алып ҡына ҡалмай, тулы социализация үтә, шәхес булараҡ формалаша. Миллионлаған халыҡ араһында кәбәнгә төшкән энә кеүек юғалмаһындар, халҡыбыҙ иҫәбенән төшөп ҡалмаһындар өсөн, улар менән бәйләнеште өҙмәҫкә кәрәк, әлбиттә.

Бөгөнгө йәштәрҙән ихлас көнләшерлек заман – улар белемде федераль вуздарҙа алыу мөмкинлегенә эйә. Ҙур ҡалаларҙы һайлап, «теплица» шарттарынан ҡотолалар, көнәркәшле шарттарҙа нығыналар, донъяға ҡараштары киңерәк формалаша. Маҡсаттары бейегерәк, үҙ-үҙҙәренә ышаныстары нығыраҡ уларҙың. Был һис кенә лә Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарының белем биреү кимәлен һанламау түгел, ә оло мегаполис тәрбиәһен һыҙыҡ өҫтөнә алыу.

Шундай аптыраулы шаяртыу була торғайны элек: «Әгәр 35 йәшкә тиклем берәй проект тәҡдим итһәң, остаздар, олораҡ апай-ағайҙар «тороп тор, һин әле йәш» тип һүрелтә, ә инде ана шул йәшкә етһәң, «бығаса ҡайҙа йөрөнөң, йәштәргә юл бирергә кәрәк» тип аптыраталар». Әммә заман үҙгәрҙе бит. Тәжрибәләре әҙ булһа ла, заманса ҡарашлы, яңы талаптарҙы аңлаған йәштәр булмаһа, алға китермен тимә. Тимәк, ҙур ҡалаларҙа белем алған йәштәрҙең республика менән бәйләнеште өҙмәүе мөһим. Хатта ҙур ҡала шарттары нығыраҡ ылыҡтырып, шунда ҡалһалар, сит илдәргә сығып китһәләр ҙә, улар күҙ уңында булырға тейеш. Ҡитғалар айырһа ла, хәҙерге интернет заманында сиктәр юҡ. Теләк кенә булһын.

Санкт-Петербургтағы Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре сиктәрендә тап ошо фекер ҡат-ҡат яңғыраны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төп маҡсаты ла – ынйы кеүек төрлө тарафтарға һибелгән милләттәштәребеҙ араһында бәйләнеш булдырыу, бергә туплау. Әйткәндәй, делегацияны Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкләне.

Сараның программаһы бай, төптән уйланылғайны. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан алып барылған эштәр, ситтә йәшәгән осраҡта ла балаларға башҡорт телен өйрәтеү мөмкинлектәре тураһында презентация үтте. Ата-әсәләр «Йәйләү» лагеры тураһында һорашты, үҙ теләктәрен белдерҙе.

Тамашасыларға «Бабич» фильмы күрһәтелде, режиссер Булат Йосопов, актёр, каскадер Роберт Йылҡыбаев менән аралашыу мөмкинлеге тыуҙырылды.

Санкт-Петербург башҡорттары яңы бейеүҙәр ҙә үҙләштерҙе – Өфөнән килгән белгестәр улар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Маҡсатлы, идеялы, ниәтле булһаң, Башҡортостанда ла, Өфөлә лә лайыҡлы йәшәргә, эшләргә була тигәнде дәлилләп, йәштәр алдында федераль гранттар иҫәбенә төрлө проекттарын тормошҡа ашырыусы Баймаҡ егете, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенты Байрас Азаматов сығыш яһаны. Күптән күҙгә салынған егет. Баҡһаң, әле институтты тамамламаған да икән. Бөгөн ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр секцияһын етәкләй. Тиңдәштәре алдында социаль проекттар буйынса сығыш яһаны, шәхси тәжрибәһе менән уртаҡлашты Байрас. Бынамын тигән 22 йәшлек башҡорт тренерына һоҡланырға ҡала! Белемдәре менән ихлас уртаҡлашырға әҙер. Уның сығышынан һуң проекттар тураһында уйланыусы егет-ҡыҙҙар табылырына ышанам.

Невалағы ҡала йәштәре алдында «Арғымаҡ» төркөмө сығыш яһаны. Йырҙарының үҙенсәлеген, төркөмдәренең ижади концепцияһын барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Уларҙың сығышы сараның кульминацияһы булды. Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһының яңы лауреаттарын тамашасылар ихлас ҡаршыланы, олоһо ла, кесеһе лә бер тулҡында булды. Маңҡортлоҡ тураһында һүҙ алырға иртәрәк – ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең күкрәгендә башҡорт йөрәге тибә.

Зөлфиә РӘХМӘТУЛЛИНА

Читайте нас: