Все новости
БАШКИРЫ РОССИИ
16 Декабря 2019, 13:19

«Ҡул ҡаушырып ултырыр мәл түгел!»

Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен, Башҡортостан мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү буйынса өҫтәлмә белем биреү мәктәбе эш башланы. Яҙмабыҙ – тарихи ватанынан ситтә үҫеүсе йәш быуын күңеленә туған телгә, моңға, ғөрөф-ғәҙәттәргә һөйөү сатҡылары уятҡан белем усағының тәүге аҙымдары хаҡында.

Сит төбәктә үҙ тамырҙарыңдан айырылып көн итеүе еңел түгел – ҡатнаш ғаиләләр барлыҡҡа килеү үҙ телен белмәгән, халҡының мәҙәниәте, тарихы менән ҡыҙыҡһынмаған быуын үҫеүенә сәбәпсе. Себер башҡорттары иһә электән берҙәм булыуы, тупланып, бер төптән эш итеүе менән айырылып тора. Улар үҙ асылын һаҡларға ынтыла, рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн ҡул дарынан килгәндең барыһын да башҡара – төбәктең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, милли саралар ойоштора, ватандаштары менән ныҡлы бәйләнеш тота.

Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот ҡалаһындағы (бында биш меңдән ашыу башҡорт йәшәй) милләттәштәребеҙ быйыл көҙ күптән көтөлгән, хуплауға лайыҡ эште тормошҡа ашырған: башҡорт теле һәм әҙәбиәтен, Башҡортостан мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү буйынса өҫтәлмә белем биреү мәктәбе асҡандар. Изге башланғысты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр советы ағзаһы Айнур Марат улы Сәғитов етәкләй. Киләсәктең үҫеп килеүсе быуынға бәйле булыуын яҡшы аңлаған сәмле егет милләттәштәребеҙҙең балаларын туған телдән, моңдан яҙҙырмау өсөн күп көс түгә: дәрестәр үткәреү өсөн бина табыу, аренда хаҡын түләү, ата-әсәләр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек урынлаштырыу, тәжрибәле уҡытыусылар табыу, эшлекле команда туплау – былар барыһы ла йәмәғәт башланғысында атҡарылған эштәр.

Изге эшкә башланғыс һалынды!

Сорғот ҡалаһының башҡорт милли-мәҙәни автономияһы ағзаһы Динә Бүләкова, бында ике йыл элек кенә төпләнеүенә ҡарамаҫтан, тәүге көндәрҙән үк тиерлек милли мөхиткә сумған.

Күсеп килеү менән милләттәштәремде табыу, ныҡлы мөнәсәбәт урынлаштырыуҙы бурыс итеп ҡуйҙым. Сит ерҙә ғәзиз телең бигерәк тә ҡәҙерле икән шул, рәхәтләнеп аралашыр кеше кәрәк. Хәҙер инде беҙ бер ғаилә кеүек йәшәйбеҙ. Төрлө байрамдар уҙғарабыҙ, ҡала, өлкә кимәлендәге сараларҙан ситтә ҡалмайбыҙ, – ти Динә Фәнил ҡыҙы. – Тик балаларҙың туған телебеҙҙе етерлек кимәлдә белмәүе, тарихыбыҙҙы һәм мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнмәүе күңел де ҡыра ине. Аҙ һанлы халыҡтарҙың теле башҡа телдәр иҫәбенә (рус, инглиз, немец һ.б.) ҡыҫырыҡлана. Аң кимәле түбән булған ҡайһы бер милләттәштәребеҙ өсөн башҡорт теле модаһыҙға әйләнеп бара ине. Был хәл бигерәк тә тарихи ватанынан ситтә йәшәгән башҡорттарҙа айырыуса асыҡ күҙәтелә. Балаңдың маңҡорт булып үҫеүенән дә ҡурҡынысыраҡ нәмә булыуы мөмкинме? Балалар, күҙ ал дында телебеҙҙән ситләшеп, урыҫлаша. Аллаға шөкөр, быйыл был йәһәттән ҙур эш башҡарылды – телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнеү буйынса өҫтәлмә белем биреү мәктәбен асыу Сорғот башҡорттары өсөн ҙур ҡыуаныс булды.

Беҙҙең мәктәптә әле 30-ға яҡын бала шөғөлләнә. Киләсәктә уларҙың һаны тағы ла артыр, тигән өмөттәбеҙ. Йәш категорияһы буйынса уҡыусылар өс төркөмгә бүленә: кесе йәштәгеләр төркөмө (7–11 йәшлек балалар), урта состав (12–15 йәшлектәр) һәм оло йәштәгеләр төркөмө.

Балалар береһенән-береһе матур тирмәләр эшләне

Изге башланғысҡа тәжрибәле белгестәр – уҡытыусылар Гөлсирә Әбдрәшитова менән Зөһрә Мәүлетҡолова йәлеп ителгән. Гөлсирә Камил ҡыҙы сығышы менән Ғафури районынан, был төбәктә байтаҡ йылдар көн итә. Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы. Күп йыллыҡ тәжрибәһенә таянып, балаларға Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәтә. Сорғот ҡалаһында уны төрлө сараларҙы ойоштороусы булараҡ яҡшы беләләр. Башҡортостан артистарының концерттарын уҙғарыуҙа ла өлөшө тос Гөлсирә Әбдрәшитованың.

Зөһрә Вафир ҡыҙы ла тәжрибәле уҡытыусы – 30 йыллыҡ педагогик стажға эйә, БР мәғариф отличнигы. 2006 йылда иң яҡшы уҡытыусыларҙың федераль конкурсында еңеп, грантҡа лайыҡ булған. Учалыла методик берләшмә етәкләгән белгес Сорғот ҡалаһына ике йыл самаһы элек күсеп килгән һәм үҙен шунда уҡ әүҙем йәмәғәт эшмәкәре итеп күрһәткән.

Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында ҡунаҡта

Башҡарған эштәре һис ниндәй матди ерлекһеҙ, күңел ҡушыуы буйынса атҡарылһа ла, уҡытыусылар балаларҙы илһөйәр һәм телһөйәр итеп тәрбиәләү өсөн бар көстәрен һала. Быйыл апрель айында Өфөлә үткән I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезында ла ҡатнашҡандар. «Республика етәкселегенең тел мәсьәләһен бөгөнгө көндөң төп проблемаһы итеп күреүе, хәлдең көрсөккә китеп барғанын аңлап, халыҡ менән бергә ошо проблеманы хәл итергә тырышыуы телебеҙҙең киләсәгенә өмөт тыуҙырҙы», – ти улар. Зөһрә Мәүлетҡолованың һүҙҙәре ғәмһеҙҙе лә уйға һалырлыҡ:

– Башҡорт теленә лә мишәр, болғар, вепс, иврит телдәренең яҙмышы янай башлағайны бит. ХХ быуат башында йәшәп килгән мишәр теле башҡа телдәр тарафынан йотолған: тел юҡ – халыҡ юҡ. Ә инде вепс теле Балтиҡ буйы халыҡтары араһында юғалған. Иврит теле ике мең йыл элек ҡулланылыштан сыҡҡан, тик дин өлкәһендә генә ҡалған. 1948 йылда Израиль хөкүмәте төҙөлгәс, иврит телен бөтә донъя буйлап сүпләп тергеҙәләр. Алфавиттағы юғалған хәрефтәр урынына яңы тамғалар уйлап сығаралар, онотолған һүҙҙәрҙе яңырталар. Телебеҙҙе һаҡламаһаҡ, ҡәҙерен белмәһәк, һөйләшергә оялһаҡ, киләсәк быуындарға ниндәй мираҫ ҡалдырырбыҙ? Донъя буйлап тел тергеҙеүҙеме? Ҡул ҡаушырып ултырыр мәл түгел!

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бөтә проблемаларҙы ла хәл итеп бөтөп булмай, әлбиттә. Ҡуйылған маҡсаттар, бурыстар яйлап тормошҡа ашырылыр, тип өмөтләнәбеҙ. Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайын етәкләгән Рәүҙәт Ғәбделхаҡ улы Ҡолмәнбәтов менән Сорғот ҡалаһының Башҡорт автономияһы етәксеһе Зөлфирә Тимерхан ҡыҙы Италмасова милләттәштәребеҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып, бихисап эш башҡара. Быйыл 20 йыллыҡ юбилейын билдәләргә йыйынған «Шатлыҡ» халыҡ бейеү ансамбле, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә. Йыл һайын июнь айында Ханты-Манси автономиялы округының бөтә ҡалаларында ла гөрләп һабантуйҙар үтә, көрәш түңәрәктәре эшләй, беҙҙең егеттәр бер ярышта ла бил бирмәй, – ти ул.

Этнографик диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырылды

Мәктәптә дәрестәр Мәрйәм Бураҡаеваның «Тормош һабаҡтары» әсбабына таянып алып барыла. Сағыштырмаса аҙ ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, байтаҡ саралар уҙғарылған бында, уҡыусылар тәүге еңеүҙәре менән дә һөйөндөргән.

Сорғот ҡалаһында йәшәүсе милләтебеҙ оҫталары менән таныштырып, халҡыбыҙға хас булған күсәгилешлелек традицияларын тергеҙеү маҡсатында беренсе аҙым яһалған – ҡул оҫтаһы Рузалия Дилмөхәмәтова кескәйҙәргә тирмә эшләргә өйрәткән. Уҡыусыларҙың эштәре Ханты-Манси округында ойошторолған күргәҙмәлә ҙур баһа алған.

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнап ойошторолған «Мостай Кәрим уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыу ҙа балалар күңелендә ҙур тәьҫорат ҡал дырған. Бөйөк әҙиптең шиғырҙарын һөйләү буйынса флешмобта ҡатнашып, Яҫыбаевтар ғаиләһе 2-се урын алған. Көҙгө каникул мәлендә бер төркөм бала Өфөгә барыу бәхетенә өлгәшкән. Баш ҡаланан улар рухланып, башҡорт телен өйрәнеүгә теләктәре тағы ла нығынып, ҡанатланып ҡайтҡан. Ата-әсәләр һәм уҡыусылар ойоштороусыларға йылы ҡаршылағандары, ҡыҙыҡлы экскурсияларға йөрөткәндәре өсөн ифрат рәхмәтле.

Айнур Сәғитов менән Динә Бүләкова – V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары

Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә мәктәптә Этнографик диктант ойошторғандар, әле Ханты-Манси автономиялы округында үткәрелгән «Ғәзиз һүҙ» исемле бәйгелә ҡатнашырға теләк белдереп заявка ебәрелгән. Айгөл менән Шамил Бүләковтар, Сәлимә Аҙнағолова, Кәримә менән Ихсан Арыҫлановтар, Азалия менән Данир Талиповтар, Булат менән Тимур Үзбәковтар, Динислам менән Салауат Яҫыбаевтар, Ғайсар Бураншин һәм башҡалар – һәләтле, ҡыҙыҡһыныусан балалар, уҡытыусылары уларға ҙур өмөттәр бағлай.
– Беренсе һөҙөмтәләр беҙҙе бик ҡыуандыра. Тәү сиратта ата-әсәләргә рәхмәт әйтке килә, сөнки уларҙың ярҙамынан тыш бындай һөҙөмтәләргә өлгәшеп булмаҫ ине. Уҡытыусыларҙың тырыш хеҙмәте иһә баһалап бөткөһөҙ! Бер маҡсат менән янып йәшәһәк, тағы ла ҙурыраҡ үрҙәрҙе яуларбыҙ, – ти ғорурлыҡ менән Айнур Марат улы Сәғитов.

Йәш быуын – беҙҙең киләсәгебеҙ. Милләткә хеҙмәт итерҙәй балалар тәрбиәләйбеҙме, әллә маңҡорттар үҫтерәбеҙме – үҙебеҙҙең ҡулда. Тарихи ватанынан ситтә үҫкән йәш быуын күңеленә туған телгә, халҡыбыҙға, уның ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, үткәненә һәм бөгөнгөһөнә һөйөү сатҡылары сәсеүсе милләттәштәребеҙгә изге эштәрендә уңыш юлдаш булһын!

Читайте нас: