Все новости
БАШКИРЫ РОССИИ
26 Апреля 2019, 11:40

“Ижадта ярышып йәшәргә хоҡуҡлыбыҙ!”

Татарстанда байрам сараһы Ҡазандың Халыҡтар дуҫлығы йортонда үтте. Ул ҡурайҙа башҡарылған “Уралым” көйөнән башланды. Башҡортостан дәүләт мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығы етәксеһе Илһам Фәтҡуллин Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р.Ф.Хәбировтың ҡотлау һүҙҙәрен тапшырҙы. ТР Президенты департаментының милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу идаралығы етәксеһе Данил Мостафин ике республиканың мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә уртаҡ проекттары эшләүе хаҡында әйтеп үтте, Ҡоролтай эшендә уңыштар теләне.

– Ике халыҡтың уртаҡ байрамы бөгөн, – тип белдерҙе Бөтә донъя татар конгресы башҡарма комитеты рәйесе Ринат Закиров. – Беҙ һәр ваҡыт бер тулҡында. Күп илдәрҙә уртаҡ ойошмаларыбыҙ бар, үҙ-ара хеҙмәттәшлек алып барабыҙ. Башҡорттар беҙҙә үҙҙәрен бик һәйбәт хис итә. Киләсәктә лә берҙәмлектә йәшәйек, – тип йомғаҡланы ул сығышын һәм Бөтә донъя татар конгресы башҡарма комитеты исеменән Башҡортостан делегацияһына бүләктәр тапшырҙы.



Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин ҡоролтай эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Айырыуса Башҡорт халҡының үҫеш стартегияһына ентекләп туҡталды. “Халыҡ көсөн – халыҡ өсөн!” тигән девиз аҫтында эшләнгән Үҫеш стратегияһы халыҡтан йыйылған тәҡдимдәргә нигеҙләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Артабан быйыл июнь айында уҙғарыласаҡ V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә күҙалланған саралар хаҡында бәйән итте. Улар иҫәбендә I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы, Башҡорт йәштәре форумы бар.

Артабан Данир Әхмәҙи улы Татарстан Хөкүмәтенә, Бөтә донъя татар конгресына рәхмәт белдерҙе, бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ күрше республикала телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауҙа әүҙем эшләгән милләттәштәребеҙгә лә дипломдар бирелде.

Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты, Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзаһы Нурислам Ҡалмантаевтың сығышы Татарстан башҡорттары темаһына арналды һәм уның тарихи аспекттарын яҡтыртты.

Өфөләр Татарстанға “Беренсе республика” тип аталған нәфис фильм­ды ла күрһәтергә алып килгәйне. Тамашасыларға уны фильмда төп ролдәрҙең береһен башҡарыусы актриса, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рушана Бабич тәҡдим итте.


– Был фильм менән беҙ беренсе башҡорт театрҙарын, китапханаларын, “Башҡортостан” гәзитен булдырған кешеләргә оло ихтирамыбыҙҙы еткерәбеҙ, – тине ул.

Фильмды тамашасылар аяғүрә баҫып алҡышланы. Татарстандың халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллин үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште: “Фильм шул ҡәҙәр тәьҫир итте! Башҡорт халҡының рухи донъяһы ниндәй фажиғәләр аша үткәнен, ниндәй баҫҡыстар менән бөнгөнгөһөнә килгәнен күрҙек. Республиканы яулау ғына түгел, уны үҫтерергә лә, яҡларға ла кәрәк. Халыҡ яҙмышын һәр осорҙа ла айырым шәхестәр хәл итә. Фильмды ҡарағанда мин татар шәхестәренең дә яҙмышын күҙ алдына килтерҙем.


Артабан яҡташыбыҙ юбилей саралараның юғары кимәлдә үтеүен билдәләне. “Беҙ ҡарап, күҙәтеп барабыҙ, өйрәнәбеҙ, сөнки киләһе йыл беҙҙә юбилей. Беҙ – ике бөйөк халыҡ, ике бөйөк республика. Ижадта ярышып йәшәргә хоҡуғыбыҙ бар!” – тип тамамланы ул һүҙен.

Тамашасылар фильм тәьҫораттарынан арынып та өлгөрмәне, сәхнәгә “Арғымаҡ” төркөмө сыҡты. Улар башҡарыуындағы дәртле йырҙарҙы ултырып ҡына тыңлай алманы йыйында ҡатнашыусылар, бейергә төштөләр. Сәхнә менән зал бер булып алҡынды, туған моңдар әллә күпме йәнде берләштерҙе.

Өфөлә июнь айында үтәсәк Ҡоролтайға делегаттар һайлау ҙа бер тынала, бер тауыштан үтеп китте. Ҡоролтай тамамланғас та таралышырға ашыҡманы халыҡ. Берәүҙәр “Китап” нәшриәте ойошторған йәрминкә менән ҡыҙыҡһынды, икенселәр шәхси эшҡыуар Фидан Сәғитовтың этно-стилдәге биҙәүестәр күргәҙмәһен ҡараны, өсөнсөләр Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтан ҡумыҙ сиртергә өйрәнде. Бер-береһе менән осрашыу мөмкинлеге биргән өфөләргә лә рәхмәтле ине Татарстан башҡорттары.

Саралар һуңында Башҡортостан делегацияһы ағзалары билдәле башҡорт яҙыусыһы һәм дәүләт эшмәкәре Дауыт Юлтыйҙың ҡыҙы, бөтә ғүмерен сәнғәткә бағышлаған балерина Нинель Юлтыеваның ҡәберенә сәскәләр һалды.

Автор фотолары.
Читайте нас: