Все новости
БАШКИРЫ РОССИИ
18 Января 2019, 17:21

Рухи ептәр бәйләй араны

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, милләттәштәребеҙҙең өстән бер өлөшө Башҡортостаныбыҙҙан ситтә көн итә. Ырымбур, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләре, Пермь крайы — башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәр. Республикабыҙҙан ситтә, әммә үҙҙәренең тарихи аҫаба ерҙәрендә донъя ҡорған ҡанҡәрҙәштәребеҙҙең көнитмеше нисек, ниндәй уйхыялдар менән яналар, ниндәй һорауҙар борсой уларҙы? Туған тел бәҫен ҡәҙерләйҙәрме, рухи тамырҙарын онотмағандармы? Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Ырымбур тарафтарына сәфәр ойошторғас, ошо һорауҙарға яуап тапҡандай булдыҡ.

Бында байтаҡ башҡорт ырыуҙары вәкилдәре көн итә — ҡыпсаҡ, табын, мең, үҫәргәндәр... Тарихсылар билдәләүенсә, оло ихтилалдарҙан һуң башҡорттар тап Ырымбур далаларында ышыҡланыу урыны таба. 1917 йылғы башҡорт милли хәрәкәте лә тап ошонда башлана. Тарихтың ҡанлы биттәре лә бар — Ырымбур ҡалаһын төҙөү маҡсатында ебәрелгән Кириллов экспедицияһы сәбәпле тоҡанып киткән 1735—1740 йылдарҙағы ихтилалда күпме башҡорт ҡырыла! XX быуат башында милли хәрәкәттең үҙәге булыуына ҡарамаҫтан, Ырымбурға административ Башҡортостан менән бергә булыу яҙмай. Үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә йәшәп тә, ерлегенән айырылған милләттәштәребеҙ шулай ҙа сәйәси ҡоролош һөҙөмтәһе булған һынауҙарға бирешмәҫкә тырыша.

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Ырымбур өлкәһендә 46 мең тирәһе милләттәшебеҙ йәшәй. Улар башлыса Яңа Сергиевск, Красногвардейский, Гай, Переволоцк, Төйлөгән, Ҡыуандыҡ, Һарыҡташ, Александровка райондарында, Ырымбур, Орск, Новотроицк, Медногорск ҡалаларында төпләнгән. “Урал батыр” эпосында телгә алынған Яйыҡ йылғаһы буйында ҡасандыр көн иткән ата-бабаларыбыҙҙың вариҫтары хаҡында яҙмабыҙ.

***

Башҡортостан сиген үтеп, Шарлыҡ районы аша башҡорттар күпләп көн иткән Александровка районына юл тоттоҡ. Ул Ырымбур өлкәһенең көнбайышында урынлашҡан. 2010 йылда бында 19300 кеше теркәлгән, шуларҙың 11 процентын башҡорттар тәшкил итә. Аҡтин, Иҫәнгилде, Күрпәс, Ҡайыпҡол, Кәнсер, Ҡотос ауылдары — милләттәштәребеҙ тупланып йәшәгән иң ҙур ауылдар, улар Туҡ йылғаһы буйында ултыра. Бында 1998 йылдан Ырымбур өлкәһенең Александровка районы башҡорттары ҡоролтайы, Ҡотос ауылында “Райхан” йыр (1992 йылдан), “Сулпан” бейеү ансамблдәре (1993 йылдан) эшләй. Мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ, башҡорт теле райондың ике мәктәбендә 2013 йылға тиклем өйрәнелгән.

Район үҙәгендә тарихсы Нурислам Ҡалмантаев етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһын рухлы уҙамандарҙың береһе Миңнулла Ғәбитов менән район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Резида Кучаева ҡаршы алды. Яңы төҙөлгән күркәм мәсеткә инеп, сәфәребеҙҙең уңышлы үтеүенә доға ҡылғандан һуң Ҡайыпҡол ауылына йүнәлдек. Юл ыңғай Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған таш янында туҡталдыҡ. Унда “Память участникам Гражданской войны Ток-Чуранского кантона 1918—1924 гг.” тип яҙылған. Артында иһә “Беҙ Туҡ-Соран егетләре” тип тә теркәп ҡуйылған. “Башҡорт автономияһы өсөн көрәш беҙҙең тирәлә башланған, шуға күрә ҡуйылған был таш, — тип аңлатты Резида Ильяс ҡыҙы. — Урыны ла күҙгә күренеп тормай — сит-яттар тапап, бәҫен ебәреп йөрөмәһендәр өсөн юлдан ситтә урынлаштырғандар”.

Ҡайыпҡол — билдәле кинорежиссер, башҡорт кино сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Әмир Абдразаҡовтың тыуған ауылы. Әмир Ғәбделмән улы тыуған өй ҡаршыһында — мәктәп. 1912—1916 йылдарҙа бында Мөхәмәтша Буранғолов балаларға белем биргән. Әлбиттә, ул бер быуат элекке хәлендә түгел — совет заманында яңыртылған, аҡ кирбес менән көпләнгән. Беренсе Бөтә донъя һуғышы башланғас, йәш уҡытыусыны ла яуға алырға булалар. Ауыл халҡы, мөғәллимгә указлы мулла вазифаһын юллап, уны һуғыш утына инеүҙән һаҡлап ҡала. Әйткәндәй, Мөхәмәтша Буранғолов Әмир Абдразаҡовтың атаһы Ғәбделмәнде лә уҡытҡан. “Дейеү нәҫеле тип йөрөтәләр ауылда Абдразаҡовтарҙы, — ти Резида Ильяс ҡыҙы. — Уларҙың тоҡомонда барыһы ла мөһабәт буйлы, киң яурынлы күркәм заттар. Билдәле опера йырсылары Илдар менән Асҡар Абдразаҡовтар йыш ҡына йәйҙе ауылда уҙғара инеләр. Режиссер, актер Сәхи Сәйетов та — Ҡайыпҡолдан”.

Бөгөнгө көндә мәктәп ишегендә йоҙаҡ эленеп тора — балалар һаны етмәү сәбәпле, белем усағы ябылған. Балалар күрше Ҡотос мәктәбенә йөрөп уҡый.

Тарихи мәғлүмәттәргә ярашлы, ҡасандыр Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең Йомран-Табын улусы ҡарамағында булған Ҡотос ауылы тәүге тапҡыр яҙмаларҙа 1734 йылда телгә алына. Кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 33-сө йортона инә. Революциянан һуң — Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан — Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составында. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы, 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына индерелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.

Көн кискә ауышыуға ҡарамаҫтан, Ҡотос мәктәбендә беҙҙе көтөп торғандар. Директор Әминә Агишева менән кабинеттар буйлап үттек — белем йорто тейешенсә йыһазландырылған, компьютер класы, китапхана, 25 кешелек ашхана, музей бар. 0,5 гектар биләмәлә — уҡыу-тәжрибә участкаһы. Башҡорт теле буйынса әсбаптарҙың иҫке булыуына көйәләнгән уҡытыусыларҙы Башҡортостандан алып килгән өр-яңы китаптар бүләк итеп ҡыуандырҙыҡ. З.Вәлиди исемендәге китапхана, “Китап” нәшриәте тарафынан бирелгән китап-журналдар ҙа тиҙ арала таралып бөттө.

Ҡотос башланғыс мәктәбенә 1928 йылда нигеҙ һалынған, уның менән Әхмәт Теләкәев етәкселек иткән. 1943 йылда — ете йыллыҡ, 1962 йылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә әйләнгән. 1993 йылда инде урта дөйөм белем биреү мәктәбе итеп үҙгәртелгән. 1994 йылда ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яңы бина төҙөлөп сафҡа инә. Төрлө йылдарҙа уҡыу йортон тәжрибәле, заманса белем бирергә ынтылған директорҙар Ғирфан Дауытов, Фәтҡулла Теләкәев, Зәкиә Шәрәфетдинова, Минбикә Агишева, Люциә Агишевалар етәкләй. 1994 йылдан был яуаплы вазифаны Әминә Әсхәт ҡыҙы башҡара. Ҡотос мәктәбенә 1979 йылда математика уҡытыусыһы булараҡ эшкә килгән педагогтың тырышлығы хаҡында Ырымбур өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлыҡтары тарафынан бирелгән иҫәпһеҙ- һанһыҙ Почет грамоталары һөйләй. Юғары категориялы уҡытыусы, педагогик хеҙмәт ветераны булараҡ, ауылдаштарының тәрән хөрмәтен тойоп йәшәй.

Мәктәп уҡыусылары район, өлкә буйынса уҙғарылған олимпиада, конкурс, тикшеренеү эштәрендә призлы урындар яулай — был да уҡытыусылар коллективының үҙ эштәрен бар күңелдәрен һалып башҡарыу һөҙөмтәһе. Мәктәптең этномәҙәни тәрбиә буйынса тәжрибәһе Ырымбур өлкәһенең В.Поляничко исемендәге балалар ижады һарайы тарафынан өйрәнелгән.

Ҡотоста белем алып, оло тормошҡа аяҡ баҫҡан, төрлө өлкәләрҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән сығарылыш уҡыусылары — мәктәптең ғорурлығы. Улар араһында — кинорежиссер Әмир Абдразаҡов, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңнулла Ғәбитов, халыҡ-ара класлы парашютсы Әлфиә Юлыева, Мәскәү дәүләт университеты профессоры Ижад Сабитов, авиаконструктор Ирек Сабитов, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең мәғариф отличнигы Земфира Аҙнабаевалар.

Ғөмүмән, Ҡотоста милли рух сағыштырмаса ныҡ булһа ла, күңелде өйкәгән проблемалар ҙа юҡ түгел. Мәктәптә уҡыусылар һаны йылдан-йыл кәмей, балалар башлыса русса һөйләшә. Ошо ерҙә хужаларса күкрәк киреп эшләр ир-атҡа лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алырлыҡ һөнәр-кәсеп юҡ — ғаиләләрен матди яҡтан тәьмин итеү өсөн улар, йорт-ерҙәрен ҡалдырып, сит-ят ерҙәрҙә тир түгергә мәжбүр. Һөҙөмтәлә балалар атай кеше генә бирә алған тәрбиә һабаҡтарынан мәхрүм булып үҫә. Хәйер, был күренеш Башҡортостан халҡының да күңелен һыҙлата...


Ҡотос ауылында райондағы берҙән-бер башҡорт китапханаһы әүҙем эшләй — китапханасы Әнисә Әбйәлилова китап һөйөүселәр өсөн әленән- әле конференциялар, тематик кисәләр ойоштора, башҡортса баҫылған гәзит-журналдарға ылыҡтыра. Күп йылдар клуб мөдире булып эшләгән Венера Баҡаева, Башҡортостанға барып, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме элементы — түшелдерек яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәрен үткән, хәҙер ауылдың гүзәл заттары менән бергәләп күҙҙең яуын алып торған күкрәксәләр әҙерләйҙәр. Артабан да шулай заман менән бергә атлаһын, үҙ асылын юғалтмаһын ине ҡотостар!

***

Ырымбурҙың башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәренең береһе — Красногвардейский районы. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, бында 23 мең тирәһе кеше йәшәй, шуларҙың 25 проценты — милләттәштәребеҙ. Башлыса Бәхтийәр, Иҫке Юлдаш, Ҡаръяу, Кесе Юлдаш, Пролетарка, Түбәнге Ильяс, Үрге Ильяс, Юлтый, Яйыҡ, Яңы Юлдаш ауылдарында көн күрә улар. Туған халҡының рухи гәүһәрҙәрен күңелдәренә һеңдереп үҫкән күпме шәхестәр биргән был төбәк! Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисткаһы Йәмилә Абитаева, Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов, яҙыусы Дауыт Юлтый, халыҡ йырсыһы, музыкант Мәжит Буранғоловтарҙы телгә алыу ҙа етә.

Ҙур байрамда ҡатнашыу насип булды бында — Иҫке Юлдаш мәктәбе үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән көнгә тура килдек. Иртән иртүк белем усағында күтәренке кәйеф хөкөм һөрә ине — һәр кемдең йөҙөндә шатлыҡлы нур балҡый, күңелдәргә дәрт өҫтәп, ҡурай моңо ағыла.

Тантанаға ныҡлап әҙерләнгән юлдаштар, һыр бирерлек түгел. Мәктәп директоры Рәшит Алтынбаев, ауыл халҡын һәм ҡунаҡтарҙы тәбрикләп,мәктәп тормошо менән таныштырҙы. Бөгөн белем усағында 35 бала белем ала икән. “Әлбиттә, уҙған йылдар менән сағыштырғанда, был аҙ, әммә беҙ һәр саҡ башҡорт балаларын милли рухта тәрбиәләйәсәкбеҙ!” — тине Рәшит Марат улы.


100 йыл — ул тотош бер быуат. Күпме тарих, ваҡиғалар һыйған унда! Шуныһы һөйөнөслө: Иҫке Юлдаш мәктәбенең данлы юлын бик яҡшы беләләр бында, уны өйрәнәләр, тимәк, быуындар бәйләнеше өҙөлмәйәсәк.

Рәсми рәүештә мәктәп 1918 йылда асылһа ла, уның тарихы революцияға тиклемге үк осорҙо ла үҙ эсенә ала. Районда берҙән-бер башҡорт мәктәбе иҫәпләнеп, уның тәүге мөдире Разия Туҡаева була. 1924 йылда мәктәп ете йыллыҡҡа үҙгәртелә, директор итеп Абдулхаҡ Ғүмәров тәғәйенләнә.

Иҫке Юлдаш мәктәбенең абруйы юғары була — белем алыр өсөн Туҡай, Булат, Яйыҡ, Ибрай, Яңы Юлдаш, Урта Ильяс ауылдарынан да йөрөп уҡыйҙар. Хатта күрше Александровка һәм Яңы Сергиевск райондарынан белем алырға киләләр. 1920-се йылдарҙа бында Иҫәнгилде ауылынан (Александровка районы) Сәғит Агиш та һабаҡ ала. 1930—1932 йылдарҙа белем усағы колхоз йәштәре мәктәбе тип үҙгәртелә (директоры — Ҡәлим Сыуашаев).

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда күп кенә уҡытыусылар фронтҡа китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың барыһына ла әйләнеп ҡайтыу насип булмай: Рамазан Аҙнабаев, Мөхәмәт Ильясов, Закир Райманов, Байназар Салдеев, Ҡәлим Сыуашаев, Тимерйәр Сыуашаев, Кәрим Юлышев, Хөсәйен Юлышев, Мөхәрәм Яҡшымбәтовтар яу яланында башын һала. Уларҙың исеме Красногвардейский районының Хәтер китабына индерелгән.

Ул ауыр йылдарҙа мәктәпте Мәжит Исмәғил улы Муллабаев етәкләй. Һалҡын бинаны йылытыу өсөн уҡытыусылар үҙҙәре утын әҙерләй. Әсбаптар, дәфтәрҙәр етешмәүенә, яҙырға ҡара булмауына ҡарамаҫтан, үҙ асылдарына тоғро ҡалып, балаларҙы белем һуҡмағынан алып бара улар.

Оҙон биш йыл буйы барған һуғыш утына мәктәпте яңы тамамлаған уҡыусыларға ла инергә тура килә. Намыҫ ҡушыуы буйынса ҡулдарына ҡорал алған йәш егеттәрҙең иҫән ҡайтҡандары — ысын ҡаһармандар. Улар араһында I, III дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры Муллахан Муллабаев, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән Зәки Муллабаев бар.

1947 йылда һуғыш ветераны Хәким Аҙнабаев тырышлығы менән белем усағы урта белем биреү мәктәбенә әйләнә. Хәким Хажиәхмәт улы үҙе лә бында 1938—1941, 1946—1954 йылдарҙа директор булып эшләй. Сығарылыш уҡыусылары юғары уҡыу йорттарына инә башлай, белем кимәле бермә-бер күтәрелә. Йәш, талантлы, маҡсатлы уҡытыусылар килеүе лә мәктәпкә йән өрә. Мәктәп тарихында тәрән эҙ ҡалдырған Хәким Аҙнабаев, Бәшир Ишҡолов, Харрас Муллабаев, Мәғфүрә Аҙнабаева кеүек маһир уҡытыусылар “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.

1994—2010 йылдарҙа директор вазифаһын башҡарған Рәйлә Салдеева байрам уңайынан мәктәп хаҡында бик йөкмәткеле презентация тәҡдим итте, уның тынғыһыҙ эшмәкәрлеге, эҙләнеүҙәре ихлас һоҡланыу тойғоһо һәм тәрән хөрмәт хисе уята. “Ошондай байрам көнөндә педагогия хеҙмәте ветерандарын телгә алып китеү бик сауаплы эш булыр. Улар — балалар белем алһын, ябай көндәр ҙә байрамға әйләнһен өсөн бар күңелен һалған кешеләр.

Сөләймән Миңғужа улын, Сәлих Йосоп улын, Вил Шәмғүн улын, Ҡәнифә Абдрахман ҡыҙын һәр беребеҙ яҡшы белә, рәхмәт әйтеп иҫкә ала”, — тине ул.


Ваҡыт уҙыу менән тормош та ыңғай яҡҡа үҙгәрә: илдә белем биреү сифатын камиллаштырыуға, кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә иғтибар көсәйә, яңынан-яңы белем һәм мәҙәниәт усаҡтары ҡалҡып сыға. Плешаново, Луговская мәктәптәре сафҡа индерелгәс, 1963 йылда Иҫке Юлдаш мәктәбе 8 йыллыҡ итеп үҙгәртелә. 1996 йылда иһә бөтә уңайлыҡтары булған ике ҡатлы ҙур мәктәп төҙөлә, унда спорт залы, ҙур яҡты кластар, тантаналар залы, ашхана, оҫтахана урынлаша. Бынан тыш, теплица, мәктәп яны биләмәһе, спорт майҙансығы була. Әҙәби һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында мәктәп, ауыл тарихын сағылдырған, төбәктең билдәле шәхестәре тураһында материалдар туплана.

Тыуған ауылында яңы белем усағы ҡалҡыу уңайынан балалар яҙыусыһы Сөләймән Муллабаев ҡыуанып шиғыр яҙа һәм уны “Йәншишмә” гәзитендә баҫтыра. Хәтер һандығы асылғандай булды — ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, байрам кисәһендә яңғыраған ул шиғри юлдарҙы ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар тулҡынланып тыңланы:

Бөгөн беҙҙең күңелебеҙ

Һөйөнөс менән тулы.

Ҙур ҡыуаныс алып килде

Быйылғы уҡыу йылы.

Шатлыҡ хисе көҙ кергәндә

Тулышып артты күпкә.

Баштарыбыҙ, әйтерһең дә,

Тейгән шикелле күккә.

Белем көнө — оло байрам,

Асылды яңы мәктәп.

Буҫағаһынан уҙабыҙ,

Төҙөүселәрҙе маҡтап.

Ике ҡатлы ап-аҡ бина

Мөһабәт ҡалҡып тора.

Ауылыбыҙға йәм биреп,

Нурланып, балҡып тора.

Бүлмәләре яҡты, иркен,

Һәйбәт спорт залы бар.

Белем йорто — умарталай,

Беҙ бал ҡорто — балалар.

Яңы мәктәп тылсымлылыр,

Киң асылған ишеге.

Донъя серен асыр беҙгә

Был аң-белем бишеге.

Бер быуат эсендә мәктәптә ике меңдән ашыу уҡыусы белем алған. Исемдәре бар башҡорт халҡына таныш булғандары ла етерлек. Тағы ҡайһы белем усағына илткән һуҡмаҡтар Мөхәмәтша Буранғолов, Сәғит Агиш кеүек арҙаҡлы уҙамандарыбыҙҙың эҙен һаҡлай?! Үрҙә телгә алынған Сөләймән Муллабаев, ауыл хужалығы фәндәре докторҙары Рим Әбдрәшитов, Азат Сәлихов, ғалим-физик Рауил Дүсәев, “Ырғыҙ” гәзитенең баш мөхәррире Сәлимә Игенбәтоваларҙы ауыл халҡы ҙур хөрмәт менән телгә ала.

Тыуған ергә ерегеп, ғәзиз төбәктәренең данын арттырыусы сығарылыш уҡыусылары араһында Хеҙмәт Даны ордены кавалеры Йөҙлөбикә Аҙнабаева, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән Әүхәҙи Тимеров бар. Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеменә Яхъя Аҙнабаев, Рәшит Аҙнабаев, Нурулла Муллабаев, Гөлйемеш Салдеева лайыҡ булған.

Нурзиә Мостафина, Рания Йомаҡаева, Нурия Муллабаева, Шәүҡәт Аҙнабаев, Гөлдәр Муллабаева, Зөһрә Муллабаева, Илмир Муллабаев кеүек өлкән быуын уҡытыусылары һәм уҡыусылары һалған матур традицияларҙы бында әле лә ҡәҙерләп һаҡлайҙар һәм дауам итәләр. Спортта һәм уҡыуҙа яуланған уңыштар һәм еңеүҙәр — шуға дәлил. Бөгөнгө көндә Римма Тимерова, Роза Юлышева, Флүзә Юлышева, Лидия Тимерова, Юлиә Юлышева, Юлиә Ильясова, Луиза Ҡасҡынова, Кәрим Аҙнабаевтар балаларға белем бирә, уларҙы яңынан-яңы асыштарға, ижади эҙләнеүҙәргә этәрә. Ғөмүмән, шуныһы күҙгә ныҡ ташланды Иҫке Юлдашта: уҡыусылар үҙ тамырҙары менән ҡыҙыҡһына, йыр-моңға, бейеүгә маһирҙар. Байрам кисәһендә ихлас ҡатнашып, бар булмыштары менән яҡты нур сәсеп йөрөгән балалар киләсәгебеҙҙе яҡтыртыр бер шәмдәл төҫлө күренде.

Байрамға килгән ҡунаҡтар тантананың бәҫен тағы ла арттырып ебәрҙе. Красногвардейский районы хакимиәте башлығы Николай Чернышев мәктәптә һәр заманда ла яҡшы белем бирелеүен билдәләп үтте. Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы әле лә күҙгә күренеп тора — дөйөм күрһәткестәр буйынса Иҫке Юлдаш мәктәбе икенсе урында. Юбилей менән ҡотлап, хакимиәт башлығы 30 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Ырымбур өлкәһенең алтынсы саҡырылыш депутаты, аграр-сәнәғәт комплексы комитеты рәйесе Александр Жарковтың бүләге бигерәк тә ҙур мәғәнәгә һәм әһәмиәткә эйә ине — ул алып килгән картинала, мәктәптең элекке фотоһы тергеҙелеп, төрлө быуын уҡыусылары һынландырылғайны.

Алтынсы саҡырылыш депутаты Андрей Рейзлер һәм Ырымбур өлкәһе Хөкүмәте һәм губернаторы аппаратының эске сәйәсәт идаралығы начальнигы Баҙарғәле Ермәков телмәрҙәрендә Ырымбур башҡорттарының, республиканан ситтә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, үҙ асылын, традицияларын һаҡлауына һоҡланыуҙарын белдерҙе, төбәктә йәшәүсе 126 милләт араһында башҡорттарҙың үҙ төҫө, йөҙө булыуын билдәләне. Фольклор төркөмдәре, ижади түңәрәктәр, ансамблдәр эшмәкәрлеге аша халыҡ үҙенең ижади ҡеүәтен асып, боронғо йолаларҙы тергеҙеп, телде лә, рухиәтте лә һаҡлап килә, тине улар. Мәғариф бүлеге начальнигы Елена Гончарова, мәктәпте уңыштары һәм ҡаҙаныштары менән ҡотлап, компьютер бүләк итте.


Башҡортостан делегацияһы етәксеһе, тарихсы, ғалим, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡы тарихы комиссияһы рәйесе Нурислам Ҡалмантаев Иҫке Юлдаш мәктәбенә бүләккә китаптар, дәреслектәр тапшырҙы. Телевидение журналисы, яҙыусы Сәрүәр Сурина был төбәктә күптән үҙ кеше — мөләйем йөҙлө ағинәйҙәр, йор һүҙле олатайҙар менән һөйләшеп һүҙе бөтмәй. Ул, ауыл халҡын байрам менән ҡотлап, Мәйсәрә Кучаева менән Гөлназ Гәрәеваға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Әйткәндәй, Гөлназ апай — Сөләймән Муллабаевтың ҡыҙы, ул, тантанаға йәм өҫтәп, атаһының шиғырын да уҡып ишеттерҙе. Радиожурналист, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова ауыл халҡы тураһында Башҡортостанда тапшырыу әҙерләйәсәге хаҡында белдерҙе. Тарихсы Закирйән Әминевтың һәр сығышы ифрат ҡыҙыҡлы, ҡайҙа ғына барһаҡ та, уны йотлоғоп тыңлайҙар, үҙҙәре өсөн яңы асыш эшләйҙәр, һорауҙар яуҙыралар. Был юлы ла ул ауыл халҡын төбәк башҡорттары тарихы менән таныштырҙы. Ғалим, уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяров был яҡтарҙа йәшәгән башҡорттарҙың табын ырыуы менән бәйләнеше хаҡында бәйән итте. Үҙешмәкәр композитор Фәниә Дауытованың йырҙары иһә туған моңға һыуһаған милләттәштәребеҙҙең рухи ҡаҙнаһын тулыландырыр биҙәк булды.

***

Сәфәребеҙҙең төп маҡсаты шулай ҙа атаҡлы сәсән Мөхәмәтша Буранғоловҡа иҫтәлекле стела асыу ине. Мөхәмәтша Абдрахман улының тыуған ауылы Үрге Ильяс халыҡ телендә Тәңес тип йөрөтөлә. Мәшһүр сәсәндең ижады башҡорт тарихынан, башҡорттоң рухи донъяһынан айырылғыһыҙ. Милли фәлсәфәне халыҡсан телдә, художестволы әҙәбиәт ҡанундарына хилафлыҡ килтермәйенсә аса алыуы менән әһәмиәтле уның эшмәкәрлеге. Шулай ҙа төп ҡаҙанышы — башҡорттоң тәрән аҡылын яҡтыртҡан, уның боронғолоғон дәлилләгән “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпостарын яҙып алыуҙалыр, моғайын. “Урал батыр”ҙы ҡағыҙға теркәгәндә ни бары 22 йәш булған уға! Бөгөн “Урал батыр” эпосы — донъя әһәмиәтендәге күренеш. Йәш егеттең халыҡ гәүһәрҙәрен бөртөкләп эҙләп, халҡыбыҙҙың рухи һандығын тулыландырыуы үҙе үк тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ ул. Билдәле булыуынса, “Урал батыр” эпосын ул 1910 йылда Баймаҡ районында Ғәбит менән Хәмит сәсәндәрҙән яҙып алған. Филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы Рәшит Шәкүр был турала бына нимә ти: “19 йәшлек Мөхәмәтша ҡурайсы, 7000 юллыҡ эпосты яттан белеүсе сәсән Ғәбит Арғынбаев менән 1907—1908 йылғы иҫәп алыуҙа осраҡлы ғына таныша. Әммә ошо осрашыу уның яҙмышында хәл иткес роль уйнай, уның үҫмер саҡтағы халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныуы профессиональ ҡыҙыҡһыныуға әүерелә. Күп йылдар дауамында үҙенең остазы менән бәйләнеш өҙөлмәй”. “1910—1912 йылдарҙа мин Ғәбит сәсән менән Ырымбурҙа ун көн икешәр тапҡыр аралаштым. 1918 йылда унда 15 көн, ә 1920 йылда 4 ай йәшәнем”, — тип яҙа Мөхәмәтша Буранғолов.

“Урал батыр” эпосының яҙып алыныу тарихы былай тип бәйән ителә: “Хәмит Хужәхмәт улы Әлмөхәмәтов 1861 йылда Ырымбур губернаһына ҡараған Икенсе Этҡол ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бәләкәйҙән бик зирәк, йор һүҙле, отҡор булып үҫә. Аң-белемгә ынтылышлы баланы атаһы Аҡмулланың һабаҡташы Таһир Дәүләтшин мәҙрәсәһенә уҡырға бирә. Ул унда бик тиҙ ғәрәпсә уҡырға-яҙырға өйрәнә. Артабан Муллаҡайҙа Ғабдулла Сәйеди мәҙрәсәһендә сәсәнлек-шағирлыҡ (ораторлыҡ) һөнәренә өйрәнә. Ошо мәҙрәсәлә ул Ғәбит сәсән Арғынбаев менән таныша. Улар яҡын дуҫтар булып китә. Һуңынан Ғәбит Хәмит сәсәндең бер туған һеңлеһе Заһиҙәгә өйләнә. 1910 йылдың йәмле йәй айҙарында “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡып йөрөгән 22 йәшлек шәкерт Мөхәмәтша Буранғолов халыҡтан ауыҙ-тел ижадын йыйыу, уларҙы яҙып алыу маҡсаты менән Бөрйән ырыуы яҡтарына килә. Ләкин ул Икенсе Этҡолда Хәмит сәсәнде осрата алмай. Сәсәндең сираттағы сәфәргә сыҡҡан осоро була. М.Буранғоловҡа Түбәнге Иҙрис ауылында йәшәүсе Ғәбит сәсән Арғынбаевҡа барырға кәңәш итәләр. Шунан һуң ул Ғәбит сәсән менән осрашып, унан бик күп ҡобайыр һәм бәйет яҙып ала. Ғәбит сәсән Хәмит сәсәндән биш йәшкә оло була. Мөхәмәтша Буранғолов унан “Урал батыр” эпосын һөйләүен һорағас: “Хәмит ҡайнағамдан үтеп, халҡыбыҙҙың изге ҡомартҡыһын үҙем генә һөйләй алмайым”, — тип яуап бирә. Бер нисә көндән Ғәбит сәсән атын егеп, Мөхәмәтшаны ултыртып, Икенсе Этҡол ауылына юлланалар. Хәмит сәсән Мөхәмәтшаның изге ниәтен белгәс, алыҫ сәфәрҙән яңы ғына ҡайтып тороуына ҡарамаҫтан, ҡорбан салырға ҡарар итә. Абдулов тигән ауылдашынан ҡорбанлыҡ һарыҡ һатып ала. Ауылдан алыҫ түгел Бишҡайын һаҙлығы буйына сығып, сәсәндәр ҡорбан салып, ҡаҙан аҫа. Изге доғалар уҡып, ҡорбан ашынан ауыҙ иткәс, улар М.Буранғоловҡа халыҡ ҡомартҡыһы “Урал батыр” ҡобайырын алмашлап яттан һөйләргә тотона. Сәсәндәр бишәр-алтышар йөҙ юлды бер туҡтамай яттан һөйләй. Быуаттар буйы телдән-телгә күсеп килгән башҡорт халҡының изге ҡомартҡыһы “Урал батыр” ошо ерҙә тәүге тапҡыр ғәрәп хәрефтәре менән аҡ ҡағыҙға яҙыла...” (“Йәшлек” гәзите, 4.12.1010 й.).

“Мөхәмәтша Буранғолов “Урал батыр” эпосын яҙып алыуы менән үҙенә һәйкәл ҡойҙо”, — тиеүселәр менән килешмәй булмай. Тик фин халҡының “Калевала”, германдарҙың “Нибелунгтар тураһындағы йыр”, ҡырғыҙҙарҙың “Манас” кеүек эпик шиғриәт шедеврҙары менән бер рәттә торған рухи йәдкәрҙе милләттәштәренә еткереүсенең фиҙакәрлеге әле һаман тейешенсә баһаланмай — уның иҫтәлеген мәңгеләштереү тәҡдиме бары тик төрлө конференциялар резолюцияларында ғына ҡала килә. “Урал батыр” эпосы геройҙарына һәйкәл ҡуйыу тигән теләге лә — бары макеттарҙа ғына.

Шуға күрә лә, күптәнге хыялдарын тормошҡа ашырып, тәңестәрҙең үҙ ауылында М.Буранғоловҡа иҫтәлекле стела асыуы уларҙың сәсәнгә ҡарата сикһеҙ хөрмәте сағылышы булды. Ауыл мәҙәниәт йортона эркелеп килгән ауыл халҡы был ваҡиғаны күптән көткән: һәр кемдең йөҙөндә — ихлас ҡыуаныс тойғоһо, шатлыҡ-һөйөнөс сатҡыһы.

Ҡотлау һүҙе менән Красногвардейский районы хакимиәте башлығы Николай Чернышев сығыш яһаны. Ул Мөхәмәтша Буранғоловтың эшмәкәрлегенә юғары баһа биреп, ил улының исеме халҡы хәтерендә мәңге йәшәүен билдәләне. Депутат Александр Жарков та үҙ сығышында халыҡ сәсәненең эшмәкәрлеген ҙурланы, Ырымбурҙың бик күп арҙаҡлы шәхестәр үҫтергән төбәк булыуын билдәләне. Баҙарғәле Ермәков телмәрендә Мөхәмәтша Буранғоловтың эшмәкәрлегенә генә түгел, ә башҡорт халҡының мәшһүр эпосына ла туҡталды: “Эпослы халыҡ — ул бәхетле халыҡ. Уны мәңгеләштереп, Мөхәмәтша Буранғолов халҡығыҙҙы ла мәңгеләштереп киткән!” — тине ул.

Шуныһы иғтибарҙан ситтә ҡалманы: тантаналарҙа ҡатнашҡан ҡунаҡтар (ә улар — юғары вазифа биләгән абруйлы етәкселәр) башҡорт халҡына, уның тарихына һәм мәҙәни байлығына, билдәле шәхестәренә ҡарата хөрмәт менән ҡарай, йолаларыбыҙҙы ихтирам итә. Ә был — ошонда йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең ҡаҙанышы, уларҙың хеҙмәттәге һәм ижадтағы уңыштары һөҙөмтәһе.

Тәңестәрҙе Башҡортостан вәкилдәре лә ҡотлап, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Тарихсы Нурислам Ҡалмантаев өсөн был көн уғата әһәмиәтле һәм тулҡынландырғыс ине, сөнки ул — билдәле сәсәндең ауылдашы. Киләсәктә лә әүҙем булыуҙарын, ошо йүнәлештәге эштәрен дауам итеүҙәрен теләп, Нурислам Мирхәйҙәр улы яҡташтарына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Уға әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре Лилиә Мөнир ҡыҙы Буранғолова, Марат Әнүәр улы Буранғолов, Нур Абдрафиҡ улы Кучаев, Красногвардейский районы Плешаново ауылы аграр техникумының тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Дилара Шамил ҡыҙы Буранғолова, Пушкин төп белем биреү мәктәбенең математика уҡытыусыһы Рифат Ҡунаҡбай улы Мәмбәтов лайыҡ булды.

Сараларҙы әүҙем ойошторғаны өсөн төбәктең башҡорт ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, Красно- гвардейский районының киң йәмәғәтселек менән эшләүсе белгесе Илмира Нурмәғәмбәтова Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Балаларҙың “Урал батыр” эпосын башҡорт, рус, инглиз телдәрендә яттан һөйләүе иһә тантананың матур биҙәге булды.

Стеланы асҡанда бар халыҡ тын ҡалып таҡтаташҡа текәлде: уның бер яғында — Мөхәмәтша Буранғоловтың һүрәте, ә икенсеһендә — “Урал батыр” эпосынан күренеш.


Күптән көткән һиммәтле сараға тәңестәр ныҡлап әҙерләнгәйне. Ауыл клубында “Урал батыр” эпосынан өҙөк сәхнәләштереүҙәре ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә! “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ! Кеше булһын затығыҙ!” тигән юлдар һәр кемдең күңеленә үтеп инде, рухи мираҫыбыҙҙың бөйөклөгө, тәрән фәлсәфәһе тураһында уйҙарға этәрҙе. Ауылдың фольклор төркөмө “Сәлимәкәй” тип аталыуы ла осраҡлы түгел — Мөхәмәтша Буранғоловтың “Сәлимәкәй” йырын яҙып алыуын иҫәпкә алып биргәндәр был исемде. Төркөм етәксеһе Зимфира Ҡалмантаева етәкселегендә матур йырҙар менән ҡыуандырған ағинәйҙәрҙең сығышын ауылдаштары көслө алыштар менән оҙатты.

Инде бер нисә китап сығарған Дилә апай Буранғолованың шиғырҙары һәм йырҙарынан тыш бер сара ла уҙмай бында. Был юлы ла уның “Һин минең бәхетем — Үрге Ильяс” йырын ихлас ҡабул иттеләр.

“Батмустар”, “Ҡоштар бейеүе”, “Әбйәлил ҡыҙы” — Туҡ буйының һоҡланғыс ҡыҙҙары башҡарған бейеүҙәр беҙҙе лә әсир итте.

Оҙаҡ дауам итте байрам тамашаһы. Йырға — бейеү, бейеүгә шиғри юлдар үрелеп барҙы.Ҡунаҡтарҙың сығышын да үҙ итте тәңестәр — ғалимдар Закирйән Әминев, Фәнзил Санъяров, журналистар Сәрүәр Сурина һәм Фәрзәнә Аҡбулатова, шағирә Лариса Абдуллиналар сәсән ижадын һаҡлаусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Үҙешмәкәр композитор Фәниә Дауытова — ошо яҡ ҡыҙы, ул да, яҡташтарын ихлас тәбрикләп, дәртле йырҙарын бүләк итте. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Сәйҙә Ильясова менән Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы Салауат Хәлилов башҡарыуында йырҙарҙы халыҡ бигерәк тә яратып ҡабул итте.

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улының иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн ауылдаштары күп көс һалған. Матди сығымдарҙың күпселеген үҙ өҫтөнә алған милләттәшебеҙ — Тәңес ауылында тыуып үҫкән Салауат Буранғолов. Ул — урындағы совет депутаты, “Янтарь” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе. Тантанала ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң ҙур наградаһы — “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләнде.

Әүҙем йәмәғәтсе Рафиҡ Кучаев та — стеланы асыуға булышлыҡ иткән ир-уҙамандарҙың береһе. 2011 йылда уны ауыл старостаһы итеп һайлағандар. Сит тарафтарҙа эшләп йөрөүенә ҡарамаҫтан, ялға ҡайтҡан арала ауылдаштары менән байтаҡ эштәр башҡара улар: юлдарҙы тәртипкә килтерәләр, мәсет төҙөйҙәр. 2015 йылдың майында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл дә эшләтәләр. “Өфөнән Сәрүәр апай Сурина бер килгәнендә Мөхәмәтша Буранғоловтың иҫтәлеген мәңгеләштереү хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. Теләк булһа, барыһы ла була — тиҙ арала ауылдашыбыҙ Нурислам ағай менән бәйләнешкә инеп, Өфөгә юлландым. Скульптор Илдар Шәйәхмәтов менән осрашып һөйләштек. Документтар юллау өсөн байтаҡ ваҡыт китте, әлбиттә, ҡағыҙ эшенә бәйле төрлө ҡытыршылыҡтар ҙа булды. Шулай ҙа моратыбыҙға өлгәштек — стела урынлашасаҡ ерҙе билдәләп, рөхсәт алдыҡ. Финанс яғынан ярҙам итеүселәр араһында Фәрзәнә Аҡбулатова, Гөлсөм Вахитова, Ғүмәр Ғайсин, Гизәр Буранғолов, Марат Буранғолов һәм башҡалар булды. Салауат Әхмәткирәй улы таҡтаташ баҫтыртты, үҙенең “Янтарь” йәмғиәтенән кешеләр алып килеп, эште аҙағына еткерҙе. Алла бойорһа, мәктәп янына һәйкәл дә ҡойҙорасаҡмын”, — шәхси ваҡыты һәм сығымдары менән иҫәпләшеүҙе ситен күргән уҙамандың хыялдары тағы ла ҙурыраҡ, яҡтыраҡ. Амин, теләктәрегеҙ ҡабул булһын, Рафиҡ ағай! Уның һәр һүҙенән милли рух бөркөлөп тора, йорто ла — ауылда иң күркәмдәрҙән. Семәрләп биҙәлгән ҡапҡаһында Башҡортостан флагы елберләй, ә өйҙөң урамға ҡараған яғында — батырыбыҙ Салауат Юлаев һынландырылған панно. Үҙе лә, һүҙе лә, ҡорған донъяһы ла уның милли асылын күрһәтә, ғорурлыҡ һәм хөрмәт тойғоһо уята.

Сәсәндең ауылына килеп, ул тыуған йорт урынын барып күрмәү хилаф булыр ине. Үкенескә, өйҙөң нигеҙе һаҡланмаған, саҡ ҡына арыраҡ — Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге мәктәп бинаһы. Ул ҡулайлаштырыу һылтауы менән ябылған, балалар күрше ауылдарға йөрөп уҡый. Шулай ҙа мәктәп буш тормай — уның бай музейы һаҡланып ҡалған әле. Милли кейемдәр, боронғо башҡорт көнкүреш әйберҙәре, совет осоро ҡомартҡылары менән беҙҙе Дилара Буранғолова таныштырҙы. Музей киләсәктә тағы ла тулыланыр, ҡасандыр белем усағы булған йорт ишегенә йоҙаҡ эленмәҫ, тип ышанғы килә.

***

...Һәр осрашыу күңелдә ниндәйҙер эҙ ҡалдыра. Ҡайһылары — яҡты, икенселәре моңһоу тойғо уята. Ырымбурға сәфәребеҙ мәлендә милләттәштәребеҙҙең иҫке генә китаптарҙан булһа ла йәш быуынға башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәтергә тырышыуы, йыр-моңобоҙҙан, йолаларыбыҙҙан ситләшмәүе, матур һәм етеш донъя көтөүе өмөт сатҡыһы һалһа, башҡорт мәктәптәренең бөтөүе, туған телдә һөйләшеүсе балаларҙың кәмеүе, республикабыҙ тарафынан матди-финанс ярҙам юҡлығы күңелгә шом һалды. Шулай ҙа таяу булырҙай ир-уҙамандары булғанда заман елдәренә бирешмәҫлек көс-ҡеүәт табыр ырымбурҙар, тигән уй күңелде йылыта. Алыҫ араларҙы яҡынайтыусы рухи ептәр генә өҙөлмәһен.

Читайте нас: