Все новости
БӨЙӨК ЕҢЕҮГӘ – 74 ЙЫЛ
27 Марта 2021, 10:00

Алтынға бысраҡ йоҡмай

Иҫәнғәле ҡарт «Мине хәтерләрҙәр әле», тип йыш ҡабатлар ине. Һуҡмыш саҡтарында һөйләнгәнен өнәп етмәгән улы:– Атай, һине ете улыңдан, бер ҡыҙыңдан башҡа кем хәтерләһен инде? Һин бит күренекле шәхес түгел, ябай эшсе-крәҫтиән генә, – тине.– Ана шул үҫмер сағыбыҙ революцион хәрәкәт осорона тура килеп, бөтә ғүмеребеҙ көрәш юлында үткәне өсөн генә лә киләсәк быуындарҙың хәтерендә мәңге йәшәргә хаҡлыбыҙ, – тип еңешә ине. Совет иле хаҡына ҡырҡ йылдан ашыу алһыҙ-ялһыҙ тир түккән стахановсы ине бит ул.

Хеҙмәт батыры

Граждандар һуғышы барған осорҙа Иҫәнғәлегә ун йәш ине. Урман төпкөлөндә урынлашҡан кескәй ауылға тынғы юҡ. Бер көн ҡыҙылдар ҡулында булһа, икенсе көнө аҡтар килеп баҫа... Кем ҡарамағына күсһә лә, был тотороҡһоҙ хәл ауыл халҡына оло ҡаза килтерә. Йөҙәрләгән кешенең тамағын туйҙырырға тура килә. Унан һуң йылҡыларҙың уйнап торғандарын һайлап алып китәләр. Малайҙың олатаһы, туҡһанға етеп барыуға ҡарамаҫтан, үтә лә зирәк, һиҙгер, алдан күрә белеп эш итеүсе кеше ине. Заман башҡа – заң башҡа булыуына төшөнгәс, мал-мөлкәт тип башыңды юғалтыу ихтималлығы барлығын аңланы ла, һалдаттарҙы үҙ яйы­на ҡуйҙы. Тик командирҙарынан нисә баш алып киткәндәрен дөрөҫләгән ҡулъяҙма ғына алып ҡала барҙы. Өс йыл дауамында йылҡыны алып китә-китә, ҡот осҡос аслыҡ башланыр алдынан, йөҙҙән артыҡ өйөрҙән ун бишләгән ҡорсаңғы тай-тулаҡ ҡына тороп ҡалды. Шуларҙың өс-дүртен һуйып, асҡа үлеүҙән ҡотолғандан һуң, киренән үрсетеп алып китерлек биш-алты баш йылҡы малы бар ине әле. Тик Рәсәй илендә халыҡҡа бер ваҡытта ла үҙенсә йәшәргә юл ҡуйылмай шул. Ауыл хужалығын коллективлаштырыу башланды. Ентекле уйлап эш итеүсе аҡһаҡал ейәненә һәм үҙҙәренә берәр баш һыйыр, йылҡы, һарыҡ, кәзә малын ҡалдырырға ҡуша. Ҡалғандарын халыҡ мөлкәте иҫәбенә ойошторолған колхозға тапшырып, ғаиләһен күмәк хужалыҡҡа ағза итеп индерә.

Йәш ғаилә колхоздың барлыҡ эштәрендә лә төп терәге була. Малдарға аҙыҡ әҙерләү осоро еттеме – улар яланда. Хатта ауылға ҡайтып йөрөмәй, ҡуна ятып эшләйҙәр. Колхоз етәкселеге был икәүҙең фиҙакәр хеҙмәтен маҡсатлы файҙаланды. Стахановсылар хәрәкәтен әүҙемләштереү ниәтендә даими өмәләр ойошторҙо. Етмешләгән бесәнсене намыҫландырып эшкә екте. Иҫәнғәле баштан төшөп ала ла, шундай тиҙлектә саба, – алдына сығырға берәүгә лә юл ҡуймай. Өс-дүрт сәғәт дауамында, арттағыларҙы сәмләндереп, алдан бара. Вафатынан дүрт тиҫтәнән ашыу ваҡыт үтеп китһә лә, ошо ваҡиғаны ике ауыл халҡы бөгөн булһа ла яҡшы хәтерләй.

Йәнә бер шундай уҡ хәл. Стәрлетамаҡ районынан кейәү егете килә ауылға. Өмәләрҙең береһендә татар ҡунаҡ та ҡатнаша, уны-быны уйлап тормай, алдан төшөп китә. Ҡәйнеше, хәҙер Иҫәнғәле ағай аяҡһыҙ ҡалдыра бит һине, тип әйтеп ҡарай. Әммә еңмеш кейәү ҡулын һелтәй ҙә сабыуын дауам итә. Ялан ҙур – бер башынан икенсеһенә тиклем биш-алты йөҙ метр самаһы. Ике йөҙ метр үткәс, дыуамалдың хәле һәлпәйә башлай, ләкин ал бирмәй, һаман ныҡышыуын белә. Был эш барышына тотҡарлыҡ яһағас, Иҫәнғәле бәһлеүән, бакуйын ситкә ҡайыра тарта ла, быны урап үтеп китә... Батырҙың янында йөрөгәндәрҙең барыһы ла дәртләнә. Иҫәнғәле сафында сабып, кискә табан Оло Яландағы эште бөтөрөп ҡуялар. Әйҙәүсе егеттең даны тора-бара бөтә районға тарала. Етәкселәр ҙә хөрмәт итәләр үҙен. Сөнки уның фиҙакәр хеҙмәте арҡаһында «Ҡыҙыл Байраҡ» промартеле алдынғылар сафына инә. Стахановсы бирелгән планды хатта ки ете тапҡырға арттырып үтәй. Башҡа колхозсылар ҙа тырыша. Һөҙөмтәлә, ҡыш аҙағында мал аҙығын наҡыҫ әҙерләгәндәр ярҙам һорап промартель етәкселегенә мөрәжәғәт итергә мәжбүр була.

Иҫәнғәле бик намыҫсан һәм ҡыҙыу егет ине. Егәрленең ҡулы етәү тип бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Йоҡоһоҙланған саҡтарында ваҡыт үткәреп түшәктә һеңгәҙәп ятмай. Һәр саҡ эш менән булыша. Бер мәл нимәгәлер асыуланып сығып китә. Шунан яҡындағы бесәнлегенә барып, ҡояш ҡалҡҡансы бер гектар самаһы яландың яртыһынан күберәген үҙенең башы кеүек итеп «ялтыратып» ҡуя. Пеләш башлы ине ул... Алдағыһын хәстәрләп эш итә ине: ике һыйыр аҫрау өсөн әсәһе бергә йәшәһә лә, йәнәшәлә генә айырым бәләкәй өй, һарай төҙөп ултырта, йәғни үҙен айы­рым хужалыҡ итеп күрһәтә.

Ауылға килгән төрлө кимәлдәге хужалар Иҫәнғәлелә туҡтай башлай. Сөнки уларҙы ҡундырып сығарыу өсөн айырым өйө, атын туғарыр өсөн кәртә-ҡураһы, һарайы ла бар. Иҫәнғәле әкренләп абруйлы һәм ҡөҙрәтле район түрәләре, шул иҫәптән, НКВД начальнигы менән таныша.

Был 1937 йылдың декабрь айы ине. Ҡораллы кешеләр Үрге Нөгөш ауылы муллаһын ҡулға алырға килә. Сәбәбе, имеш, ул – милләтсе, Совет хөкүмәтенең дошманы Зәки Вәлидиҙең атаһының мәҙрәсәһендә уҡыған... «Ҡунаҡ»тарҙың ниәттәрен белгәндән һуң ун йылдан артыҡ комсомол сафында торған, Совет ҡоролошо нығынһын өсөн тир түккән Иҫәнғәле Мөхәмәтҡужин дәлилле һүҙ көрәштерә башлай. Бәхәсләшеү барышында егет үҙен тәбиғи дипломат итеп таныта. Стәрлетамаҡтағы уҡытыусылар әҙерләү институтында директор булып эшләгән ике туған ағаһынан ил эсендәге сәйәсәтте белеп барған шәхес булараҡ, ошолай тип белдерә, НКВД начальнигының күҙенә ҡарап:

– Нимә, партияның Пленумдар диктатураһын тормошҡа ашырыуҙы һаман дауам итәһегеҙме ни? Бар халыҡты төрмәгә ябып бөтһәгеҙ, социалистик ҡоролошто кем төҙөр? Уны түгел, мине ҡулға алығыҙ!
Шулай тигән һүҙҙәре тегеләрҙе шиккә һала. «Был бәндә ер аҫтында йылан көйшәгәнен дә беләлер... Ана бит Партия Үҙәк Комитетының сәйәси-административ бүлегенең барлыҡ эшмәкәрлеген бәйән ҡылды», – тип икеләнә «тәртип һаҡсылары». Шулайтып мулланы Себер алып китеүҙән йолоп алып ҡала ҡуш йөрәкле батыр егет.

Йәшерен приказ

Ауылдан өс саҡырымдағы делянкала ҡуна ятып эшләгәс, күптәр һуғыш башланғанын иртәгәһенә генә белде. Ун икенсе июлдә райвоенкоматтан Монаш ауыл советына һигеҙ кешегә саҡырыу ҡағыҙы килде. Ойоштороласаҡ Башҡорт кавдивизияһын тормош тәжрибәһе туплаған, сыныҡҡан ирҙәр менән тулыландырырға уйлаптыр инде, башта 33–35 йәштәгеләр мобилизациялана. Барыһы ла ишле ғаилә хужалары. Иҫәнғәлегә лә, дүрт малай атаһына, был йәһәттән ташлама юҡ. Ауылдың беренсе ир-уҙаманы, ғәйрәтле һәм батыр кеше – Иҫәнғәле Мөхәмәтғужин һуғышҡа китә. Донъя тотҡаһы булып ҡаласаҡ баш балаһына ун йәш ине...

Июнь-июль айҙарында саҡырылғандарҙың барыһын да айырым Башҡорт кавалерия дивизияһы төҙөү маҡсатында Дим биҫтәһенә килтерҙеләр. Ваҡытлыса йәшәү өсөн торлаҡтар төҙөп, палатка, ҡыуыштар ҡороп, урынлашып бөтөүгә, Иҫәнғәлене төҙөлөп ятҡан дивизияның сәйәси бүлеге етәксеһенә саҡырттылар. Унда шаҡ ҡатырғыс хәбәр ишетә:

– Рядовой Мөхәмәтғужин, командованиеның приказы буйынса районығыҙға ҡайтаһың һәм НКВД хеҙмәткәрҙәренә дезертирҙарҙы тоторға ярҙамлашаһың! Штабтан инеп приказ һәм әҙерләнгән документтарҙы ал. Шунан һуң урынбаҫарым барыһын да аңлатыр, – тине ҡәтғи тонда сәйәси бүлек етәксеһе А.Н.Чернов. Уның урынбаҫары әйтеүенсә, Иҫәнғәлене урындағы хәлдәрҙе иҫәпкә алмайынса, яңылыш мобилизациялағандар.

– Шуға күрә бурысымды үтәйем тип асыҡтан-асыҡ ауыл халҡына күренеп йөрөһәң, ҡасып ҡайтҡан тип фәлсәфә һатыуҙары бар. Төрлө ғәйбәттән һаҡланыу өсөн конспиратив рәүештә эшмәкәрлек алып барырға тура килер. Йәғни, хәрби хеҙмәттән ҡасып йөрөгән ағалы-энеле Йәғәфәровтарҙы тотҡанға тиклем, ауыл халҡына күренмәйенсә, урманда йәшеренеп йөрөп күҙәтеүҙәр алып барырға тейешһең, НКВД менән берлектә...

Иҫәнғәле йәйәүләп тигәндәй районына ҡайтып етеп, военкоматта документын күрһәткәндән һуң, Эске эштәр бүлегенә килде. Бында уны күптәнге танышы – майор Ғилманов ихлас йылмайып ҡаршы алды. Тәғәйен эш алымдары тураһында етди һөйләшеү булды.
– Әтек ауылы урманынан Йылайыр районына ҡараған Пастанға тиклем һуҙылған ағаслыҡта йәшеренгән ҡасҡындарҙы НКВД хеҙмәткәрҙәре көсө менән генә ҡулға алыу мөмкинлеге юҡ. Ағалы-энеле Йәғәфәровтарҙың да Бөрйән, Ишембай, Мәләүез шырлыҡтарында йәшеренеп ятыуҙары ихтимал. Урманды гиҙеп йөрөп уларҙы эҙәрлекләү мөмкинлеге юҡ. Әммә, ни тиклем генә һаҡсыл эш итмәһен, дезертирҙың тоҙо, шырпыһы бөтөп, шул тирәләге ауылдарҙағы туғандарына, дуҫ-иштәренә мөрәжәғәт итергә мәжбүр булыр. Күҙәтеүҙәр алып бара торғас, ҡулға алыу мөмкинлеге тыуыр. Һин ул зонаны яҡшы белгән кеше булараҡ, был эште бер үҙең атҡарып сығарһың, тип уйлайым...

Иҫәнғәленең Кәшәлә ауылында ла, Сауҡа утарында ла сер һаҡларлыҡ ышаныслы дуҫтары бар ине. «Күҙәтеүҙәр алып барығыҙ, килеп йөрөй башлауҙары менән миңә хәбәр итерһегеҙ. Ә мин улар тыуып үҫкән Түбәнге Нөгөш ауылынан күҙ яҙлыҡтырмаҫмын», – тине.

Тиҙҙән Иҫәнғәле дезертирҙарҙың эҙенә төштө. Бер нисә урында усаҡ яндырып, балыҡ һәм мышы ите ҡурғандар ине. Октябрь айында көн һыуыта төшкәс, утарҙа берәйһенә инеп йоҡлауҙары бар тип, төн уртаһында Ҡалғаһауҙа, таң атыуға Сауҡала, Түбәнге Нөгөшкә әйләнеп килгән саҡтары булды. Иҫәпләһә, ҡараңғыла 50–60 саҡырым юл үткән.
Ниһайәт, октябрь уртаһында Хәйрулла ҡаяһы тапҡырында ҡырсында ҡыҙынып ятҡандарында осратты:
– Икегеҙ ҙә ҡулығыҙҙы күтәрегеҙ, мөртәттәр!

Ағаһы ҡулын күтәрҙе, йәше ҡасырға маташты. Иҫәнғәле уныһын бер һикереүҙә ҡыуып етеп тәкмәстерә һуҡты ла, ағаһын саҡырып алып, ҡулын бәйләргә ҡушты. Ҡанунға ярашлы, дезертирҙарҙы НКВД хеҙмәткәрҙәре ҡулына тапшырҙы. Тырнаҡ аҫтынан кер эҙләүселәр, көнсөлдәр төрлө ғәйбәт таратты уның тураһында. Ялыу яҙҙылар, йәнәһе, ул да ҡасып йөрөгән... Әммә алтынға бысраҡ йоҡмаған кеүек, дыуамаллығы арҡаһында бәләгә тарый яҙып ҡуйғылаһа ла, Сталин дәүеренең ҡаты режимы уны аҡланы. Дезертирҙарҙы тотоп биреүҙә ҙур ярҙам күрһәткәс, өҫтәүенә аттарына бесән эшләп биргән эшһөйәргә НКВД начальнигы нисек тә ярҙам итергә тырышты. Военкоматтағылар менән һөйләшеп, алһыҙ-ялһыҙ көсөргәнешле эшмәкәрлек алып барҙы, хәрби часҡа бер ай ял иткәндән һуң, йәғни 16 ноябрь көнө килеп күренде, тип ҡағыҙ яҙҙырып алды.

Тик кеше психологияһы үтә лә ҡатмарлы шул. Һин уға мөмкинлек тыуҙыраһың икән, яңылышып та ҡуя. Иҫәнғәле лә, дивизияны яҡын арала ғына фронтҡа ебәрмәҫтәрен һиҙемләп, үҙҙәре ҡайтарғас, бәйләнмәҫтәр әле тип уйлап, ноябрь аҙағында ғына килеп күренде. Документтарын ҡарағандан һуң сәйәси бүлек башлығы Александр Николаевич Чернов оторо ярһыны, ун биш тәүлеккә һуңлап килгәнең өсөн трибуналға ебәрәм мин һине, тип янаны. Сыбаркүлгә хеҙмәт колоннаһына оҙаттылар. Иҫәнғәле яҙмышының бындай боролош алыуына ҡыуанды ғына. Беренсенән, 112-се Башҡорт кавдивизияһын тулы хәрби әҙерлек үтмәйенсә яҡын арала ғына фронтҡа ебәрмәҫтәрен аңлай ине. Икенсенән, стахановсы булараҡ, хеҙмәт колоннаһында алһыҙ-ялһыҙ эшләп, илгә файҙа ғына килтерәсәк ул!

Ғәҙеллектең еңеүе

Иҫәнғәле ҡарттың вафатына 44 йыл үтеп киткәндән һуң уға йәнә ҡара яғырға маташты бәғзе бер интернет селтәрендә ҡаҙыныусылар. Иҫәнғәленең НКВД хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итергә ҡайтып, бишенсе малайына яралғы һалып киткәненә 75 йыл тулғайны. Үтә лә зирәк булып тыуҙы ул бала. Етенсе синыфты тамамлағандан һуң, артабан уҡыуын дауам итеү мөмкинлеге булмағас, промартелдә һалабаш төшөрөү, сайыр ағыҙыу эштәренә егелде. Буш ваҡытын әрәмгә үткәрмәй, үҙ аллы белем алыу менән шөғөлләнде. Дәһшәтле осорҙа тыуғанғамы икән, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында яҙылғандарҙы ихлас уҡыны.

Оло яу мәлендә донъяға килеп, хәҙер инде үҙе хеҙмәт ветераны йәшендәге Сәфәрғәле, атаһы һәм әсәһе тураһында төрлө уйҙырма-ғәйбәтте тыңлап үҫте. Атаһының һуғышта булыу-булмауына шик тыумаһа ла, улы ныҡышыуын дауам итте: «Һин бит, военный билетың күрһәтеүенсә, 1941 йылдың июль айында хеҙмәткә алынып, 1945 йылдың июлендә демобилизацияланғанһың. Ә бит һин булған Ҡырымда һуғыш 1943 йылда уҡ тамамланған... Ике йылды ҡайҙарҙа һуғыштың»,– тип төпсөнөүенә, һөйләргә ярамай, тип ҡырт киҫте. 1966 йылда Сәфәрғәле әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, аңғармаҫтан теле сиселде һуғыш ветеранының.
– Ҡайҙа хеҙмәт иттең, улым? – тип ҡыҙыҡһынды ул.
– Ҡазанда алты ай уҡып курсты тамамлағас, Ярославль өлкәһе Рыбинскиҙа.
– Мин йөрөгән юлдарҙан йөрөгән икәнһең.
– Дәһшәтле һуғыш осоронда һин ул яҡтарҙа нишләп йөрөнөң?
– Һөйләргә ярамай...
– Хәрби сер буйынса ярамаһа ла, быныһы ярай, – тип ныҡышты улы.– Ярославлдән Рыбинскиға барып еткәнсә ниндәй станциялар аша үтәһең?
– Ярославль–Янино–Григорьевка–Кутаев–Рыбинск...

23 йыл ваҡыт үтеп киткәндән һуң тотҡарлыҡһыҙ әйтеп биреүенә ҡарағанда, был юлды йыш үткәнгә оҡшағайны ул.
– Хәрби әсирҙәрҙе оҙатып йөрөнөк беҙ.
Ошондай яуап алғандан һуң ул атаһына башҡаса һорау биреп яфаламаны. Сөнки Рыбинск һыу һаҡлағысын әсирҙәр төҙөгәнен белә ине. Тимәк, ул документтары 100 йылға тиклем хәрби сер булған НКВД сафтарында хеҙмәт иткән.
Иҫәнғәле ҡарт, мине хәтерләрҙәр әле, тип вафатынан алда ҡат-ҡат һөйләнһә лә, ваҡыт үтә килә тереләр онота башлай шул әруахтарҙы. Ҡайһы бер яуыздар бик әшәке ҡыланыуҙан да тартынмай. Сәфәрғәле ҡартҡа атаһының исем-шәрифен ауыл хакимиәте алдындағы һуғыш ветерандары хөрмәтенә ҡуйылған стеланан юйҙырып, икенсе кешенекен яҙҙырып ҡуйыуҙарын хәбәр иттеләр. Ул оторо ярһып килеп инде район хакимиәте башлығының эш бүлмәһенә:
– Һеҙ үҙгәртеп ҡороусылар түгел, үҙгәртеп ҡырыусылар! – тип ғәҙеллек хаҡына оло тауыш ҡуптарҙы. – Инде һуғыш ветерандарын хөрмәтләп яҙып ҡуйылған стелаларҙы ла үҙгәртә башлағанһығыҙ икән!

Түрәнең йөҙөнә ҡарап, барыһына ла битараф бәндәләрҙең тиҙ арала яҙҙырып ҡуймаясаҡтарын аңланы рәнйегән бабай. Һәм был мөһим мәсьәлә буйынса Башвоенкоматта булды, «Они вернулись с победой» китабын нәшер иткән редколлегия ағзаларын һәм комиссия рәйесен күреп һөйләште. Улар, әлбиттә, үҙҙәренең эштәрен хурларға маташҡандарға нәфрәтләнде, судка бирергә кәңәш итте. Еңеү көнөнә лә яҙҙырып ҡуймағастар, Сәфәрғәле яуызлыҡ ҡылғандарҙы судҡа бирҙе. Һәм, әлбиттә, ныҡлы дәлилдәр килтереп, көрәштә еңеп сыҡты! Уның атаһы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны! Был шикһеҙ!

Иҫәнғәле Мөхәмәтғужин йәшәгән бәләкәй ауылда һуғыш ҡаһармандарына стела ҡуйылмағайны. Был хәлдән һуң күпме кеше яуға киткәнен, күпмеһе ҡорбан булғанын, нисәүһе имен-аман әйләнеп ҡайтҡанын яҙып ҡуйҙылар. Ветерандарға ҡарата мәғәнәһеҙ һүҙҙәр яҙыу интернет селтәрендә туҡтап ҡалды. Ғәҙеллек еңеп сыҡты.

Читайте нас в