Все новости

Йөрәк түремдәге ғәзиз кешем

Рауилә ҒАТАУЛЛИНА Был фоторәсемде сабый сағымдан хәтерләйем. Өй түрендәге кәштәлә урын алғайны ул. Ҙурая төшкәс, әсәйем был хәрби кешенең уның атаһы – беҙҙең олатайыбыҙ икәнен һөйләне. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, үлемесле яраланған олатайыбыҙға ни бары 29 ғына йәш булған. Был фотоны 1944 йылда фронттан берҙән-бер ҡыҙы, ҡатыны, әсәһенә иҫтәлеккә төшөп һалған. Артында олатайым үҙ ҡулдары менән латин графикаһында иҫтәлек һүҙҙәрен яҙып ҡуйған.

Олатайым Әҙһәм Хәләф улы Мөхәмәтйәров – Күгәрсен районының Тәүәкән (халыҡ телендә – Сәңкем. – Р.Ғ.) ауылына нигеҙ һалған Тәүәкән нәҫеленән. Бик хәлле ғаиләнән булған ул. Зилзиләләр ҡубып, колхозлашыу осоро башланғас, атаһы Хәләф Ғәйнетдин улының бар мал-мөлкәтен тартып алып, үҙен һөргөнгә ебәрәләр. Шул китеүҙән ул ҡайта алмай. Бөлгөнлөккә төшкән ғаиләһен 1934 йылда ғына колхозға алалар. Олатайымды, кулак балаһы, тип хатта армияға алмай йөҙәтәләр. Йәнәһе, Ҡыҙыл армия сафында ундайҙарға урын юҡ... 1937 йылда ғына ҡыҙылармеец булып китә ул. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеп ҡайтҡас, туған колхозында комбайнсы булып эшләй.



Зат-зәүеренән олатайымдың әсәһе, йәнә бер бабаһы хаҡында ғына һөйләй ине әсәйем. Сабый ғына ҡыҙҙы ҡәрсәһе (Күгәрсендә атайҙың әсәһен ҡәрсәй, тиҙәр. – Р.Ғ.) – уны Әсәкәй тип йөрөткән ул – ҡарап
үҫтергән. Беҙгә инде уларҙың береһен дә күреү насип итмәне...


Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та олатайым изге яуға ҡушыла. Кесе сержант званиеһында ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнаша. 1944 йылдың ҡышында ҡаты яраланып госпиталгә эләгә. Төҙәлеренә өмөт юҡ, исмаһам, яҡындарын күреп өлгөрһөн, типтер, уны өйөнә ҡайтаралар. Әсәйем хәтерләүенсә, күкрәгенән яраланған һалдатты шәфҡәт туташы оҙатып килә. Көс- хәлгә тыуған йортона ҡайтып еткән атаһын күреүҙән хасиллашҡан ул саҡтағы бәхете бала йөрәгенә иң сағыу иҫтәлектәрҙең береһе булып уйыла.



Тик шатлыҡ оҙаҡҡа һуҙылмай шул: бер нисә көндән, 7 йәшлек кенә ҡыҙы Гөлзираның кескәй ҡулдарын усына йомоп, баҡыйлыҡҡа күсә һалдат. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға йөҙҙәрсә көн һәм төн бар әле! Бәләкәй Гөлзираның да ҡабат иңдәренә төшөр һынауҙары алда...


Әсәйебеҙ ғәзиз кешеһенең һуңғы һулышындағы күренеште һис онота алманы. Атаһы, әйтерһең, бар йөрәк йылыһын сабыйына бирергә теләп, уның усын ҡыҫҡан: әсәкәйе саҡ айырып ала бала ҡулдарын. Ғәзизебеҙ ғүмере буйы атаһын һағынып йәшәне шул... Ауыр мәлдәрҙә, күңеленә урын тапмаған саҡтары булып киткәндәлер: “Их, атайым иҫән булһа!..” – тип үҙ алдына ғына әйтеп ҡуйыр ине. Шунда әсәйемде, ул саҡтарҙағы бәләкәс кенә ҡыҙыҡайҙы, үҙәгем өҙөлөп йәлләй инем.


Олатайлы-өләсәйле тиҫтерҙәремә көнләшеп ҡарағаным иҫтә. “Их, әгәр ҙә олатай-ҡартайымдар тере булһа, тормош тағы ла йәмлерәк, ҡыҙығыраҡ булыр ине бит...” – тип хыялға сума торғайным. Күпме баланы ошондай ҙа ғәзиз кешеләренең йылыһынан мәхрүм иткән ҡәһәрле һуғыш!..


...Йылдар үтеп, сәстәремә сал төшөр мәлдәр яҡынайған һайын ошо һүрәт миңә ҡәҙерлерәк. Үҙ ғүмеремдә исмаһам бер генә күреү бәхете тәтемәгән яҡын кешемдең йөҙ һыҙаттары йөрәк түремдә ғүмерлеккә урын алған. Шулай уҡ бер мәл дә күрмәгән өләсәйемде лә, атайымдың изге яуҙа ҡорбан булған атаһы – алыҫ Чехословакияла ятып ҡалған Хилалетдин ҡартатайымды ла хәтерләтеп тора ул. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелһәм, олатайым һыны күҙ алдына килә. Хәҙер инде ул миңә күптән, яулығын яҙып ябыныр мәле етмәҫтән, Мәңгелектә урын алған ғәзиз әсәм күҙҙәре менән дә баға...