– Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы, һуғыш осоронда тылдағы хеҙмәт темаһына тотоноп китеүегеҙ нимәнән һәм нисек башланды? Уның әһәмиәте нимәлә?
– Белорус яҙыусыһы Светлана Алексиевичтың «У войны не женское лицо» тигән китабы мине уйға һалды. Һуғышта врач, санитарка, медсестра ғына булып ҡатнашмаған ҡатын-ҡыҙҙар: ашнаҡсылар ҙа, кер йыуыусылар ҙа, парикмахерҙар ҙа... һәм башҡа бик күп һөнәр эйәләре лә булған. Улар күргән-кисергәндәрен тетрәндергес итеп һөйләй. Шунда миңә: «Ә тылда еңел булғанмы ни тормош?» тигән уй килде: балаларының ауыҙынан өҙөп, фронтҡа тип һуңғы ризыҡтарын ебәргәндәр, алһыҙ-ялһыҙ, көнө-төнө ирҙәр урынына эшләгәндәр. Ит, һөт, май, йомортҡа, йөн буйынса һалынған планды үтәгәндәр, заем түләгәндәр, урман ҡырҡырға барғандар, сабата кейеп, торф ҡырҡҡандар, заводтарҙа эшләгәндәр, һал ағыҙғандар. Маршал Жуковтың шундай һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек: «Әгәр тыл булмаһа, беҙ еңә алмаҫ инек», – тигән ул.
Был, ысынлап та, шулай. Әллә ҡайҙан миҫал эҙләйһе түгел, беҙҙең ғаилә тарихын ғына алайыҡ. Әниебеҙ Миңһылыу Шәрифйән ҡыҙына һуғыш башланғанда 13 йәш була. Өлкәндәр нимә эшләһә, шуны башҡара, 15 йәштән тракторға ултыра. Өҫкә кейем дә, ашарға ризыҡ та юҡ. Төнө буйы ер һөрә. Тәгәрмәсле был техниканың өҫтән дә, эргә-тирәнән дә ябыуы юҡ, таң атып ҡырау төшкәндә әниемдең башындағы йоҡаҡ ҡына шәлендә ап-аҡ ҡырау була. Тракторын ҡалдырып, төндә бер нисә саҡрымдағы ауылға ҡайтҡанда бүреләргә осрап, саҡ тере ҡала. Шул йылдарҙағы аслыҡ, яланғаслыҡ, һалҡын тейҙереүҙәр, ҡыш буйына ялан ҡул менән трактор ремонтлауҙар йылдар үтеү менән әсәйебеҙҙе аяҡһыҙ ҡалдырҙы. Ул егерме йылдан ашыу йөрөй алмай ултырҙы, I төркөм инвалиды булды.
Атайыбыҙ Сәлимйән Ноғман улы һуғыштан ауырып, яраланып ҡайтҡан. Ир көсө кәрәккәс, тракторҙа эшләгән. Күрше Урта Мотал ауылына ярҙамға барғанда әниебеҙҙе күреп, бер-береһен оҡшатып, яҙмыштарын бәйләгәндәр. Апайым Миңлегөл Хисамова менән беҙ донъяға килгәнбеҙ. Атайыбыҙҙың сире көсәйеп, 1953 йылда вафат булғанында апайыма – 4, миңә йәш ярым булған.
Һуғыш ваҡытында тылда эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың һөйләгәндәрен яҙып алырға булғас, әнием бик хупланы, хатта ашыҡтырҙы. Сөнки ул быуын инәйҙәре, ағайҙары берәм-берәм яҡты донъянан китә башланы.
Шулай итеп, мин Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына «Һуғыш балалары – тарих яралары» тигән йыйынтыҡ әҙерләнем. Унда үҙебеҙҙең Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылынан тыш, башҡа төбәктәрҙән, хатта Силәбе, Татарстан яҡтарынан да 65 тыл ветеранының, һуғыш балаларының иҫтәлектәре тупланды.
Был китап баҫылғас, тыл ветерандары: «Беҙ иҫән саҡта һөйләгәндәребеҙҙе яҙып алып ҡалығыҙ», – тип миңә тағы ла бурыс йөкмәтте.
Әлеге Светлана Алексиевичтың «Последние свидетели» тигән тағы бер китабы донъя күргәйне. Унда һуғыш балаларының иҫтәлектәре тупланғайны.
Тылда ла кескәй генә балалар ҙа күрмәгәнен күргән. Аталары – һуғышта, әсәләре – ҡырҙа эштә, балалар – өйҙә ас. Серек бәрәңге эҙләп, тотош баҡса ерен яңынан ҡаҙып сыҡһындармы, яланда ашарға яраҡлы ниндәй үлән бар – шуларҙы йыйһындармы, ҡышҡы һыуыҡҡа ҡарамай, тубыҡтан көрт йырып, урманға утынға барһындармы. Колхозға эшкә сыҡҡан кешеләрҙе көнөнә бер тапҡыр ашаталар тигәс, бәләкәй генә балалар ҙа яланаяҡ ҡамыл йырып, билсән утаған, башаҡ йыйған. Хәйер һорашып йөрөүселәр менән ил тулған.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләгән китап «Һуғыш яралаған бала саҡ» тип аталды. «Йыйынтыҡтарың 3 том булһын инде, Еңеүҙең 75 йыллығына өсөнсө китабыңды сығар», – тип әйтеүселәр булды. Һәм «Һуғыш балалары һөйләй» тигән баҫма донъя күрҙе. Унда Ленинград блокадаһын кисергәндәр, эвакуация менән Башҡортостанға килеүселәрҙең дә иҫтәлектәре инде.
Был китаптарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Күренекле прозаик, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәев, тәүге йыйынтыҡҡа фатиха биреп, былай тигәйне: «Һәр яҙыусының тарихта ҡала торған бер китабы була. Был һинең шундай китап буласаҡ».
Китапты бер ултырып ҡына уҡып булмай, өлөшләп, бүлеп кенә уҡырға мөмкин, тине бик күп кешеләр һәм әҙиптәр. Илле йәште үткән бер ир уҙаманы хатта ҡатынына уны уҡыуҙы тыйып ҡуйған, бик ауыр китап, ҡыйын булыр, тигән.
...Ләкин уҡырға кәрәк. Яраның һыҙлауын бөтөрөр өсөн шешкән урынды ҡырҡып ташларға ла тура килә бит ҡайһы саҡ, теште лә һыҙлаһа, алып ташлайҙар. Шуның шикелле һыҙланыуҙар тулы иҫтәлектәрҙе уҡып, бөгөнгөнөң ҡәҙерен белер өсөн уҡырға кәрәк был китаптарҙы. Улар беҙҙең тарихыбыҙ, ә тарихты онотмаҫҡа һәм белергә кәрәк.
– Һуғыш осорона бәйле иҫтәлектәрҙе йыйыуҙың үҙенсәлеге нимәлә? Кешеләр был хаҡта теләп һөйләйме әллә баш тартыусылар ҙа бармы?
– Төрлө хәлдәр булды. Ҡайһы берәүҙәр: «Һеҙгә һөйләүҙән миңә ни файҙа?» – тип, ишектәрен шарт ябып ҡуйыусылар ҙа осраны. Бер инәй, һөйләгән өсөн аҡса бирәһеңме һуң, тип һораны. Беҙ иптәшем Нияз Мәһәҙиев менән күберәк бергә йөрөргә тырыштыҡ. Райондарға улыбыҙ Азамат машина менән алып барҙы. Өфөлә лә шәхси өйҙәрендә йәшәгән кешеләр бар, уларҙың ҡапҡаларынан да үтеп булмай, уҫал эттәре абалап килеп сыға. Бер мәлде Өфө – Шишмә маршруткаһында өлкән йәштәге бер инәй менән һөйләшеп, адресын һорай башлағайным, бер ҡатын: «Аферистка! – тип миңә ябырылды. – Ҡарттарҙы алдап, өйҙәренә барып, әллә нимәләр эшләргә уйлайһыңмы?» – ти. Журналист танытмаһын күрһәткәс: «Ундай ҡатырғаларҙы хәҙер әллә күпме эшләтеп алырға була», – тине. Беҙгә ул ҡатындың яһиллығынан бигерәк маршруткала ултырған кешеләрҙең береһенең ауыҙ асып һүҙ әйтмәүе аптыратты.
Әлбиттә, интервью алған өсөн аҡса бирә алманыҡ. Әммә бер генә ветеранға ла буш ҡул менән барманыҡ: хәйерҙәрен дә бирҙек, күстәнәстәр менән дә ҡыуандырҙыҡ.
Ошо өс китапты әҙерләгәндә ни бары өс кеше: «Беҙ һуғышта ауырлыҡ күрмәнек, асыҡманыҡ», – тине. Булһа, булғандыр. Ейәнсура районының Иләмле ауылынан Сания Мусинаның иҫтәлектәрендә һөйләнгәнсә, колхоз рәйесенең алты балаһы булып, шуларҙың өсәү-дүртәүһе эштән ҡайтҡан ҡатындарҙың ҡаршыһына сығып: «Нимә урланығыҙ, күпме урланығыҙ?» – тип ҡысҡырып торған. Фронтҡа тип ит йыйғандан һуң ауылда тәмле һурпа еҫтәре таралған өйҙәр ҙә булған, иң матур ойоҡтарҙы үҙҙәре кейеп йөрөүселәрҙе лә күргән халыҡ. Ә шул уҡ ваҡытта күпселек яланаяҡ йөрөгән, үлгән малды ашаған, тиреһен ҡайнатып аш бешергән, балаларына ҡабырлыҡ бер ниндәй ризығы ла булмағас, әсә кешенең ҡаҙанға мунса ташын һалып, ҡайнатып: «Бына бит һаман бешмәй, ҡаты», – тип ғәзиздәрен әүрәтеп, тегеләре көтә-көтә арып, йоҡлап киткән осраҡтар ҙа булған.
Иҫтәлектәр йыйыуҙың да үҙенсәлеге бар, әлбиттә. Оло йәштәге инәй-бабайҙар тота килеп һуғыш осорон һөйләй башламай, бөтә тормошон тасуирларға тотона. Түҙемлек менән тыңлап ултыраһың. Ҡайһы берәүҙәр ҡоро һүҙҙәр менән «шулай булды, былай булды» тип әйтә лә тағы бер үк ваҡиғаны һөйләй башлай. Яйлап-яйлап, төрлө һорауҙар биреп, хәтерендә ҡалған иң үҙәккә үткән хәлдәрҙе иҫтәренә төшөрттөрөп, яҙып алаһың.
Бер ауылдан бер нисә кешенең иҫтәлектәрен яҙып алғас, ҡайһы берәүҙәр: «Ул үҙенең төрмәлә ултырғанын һөйләнеме?» – тип һораны. Шишмә һәм Ауырғазы райондарында булды был хәлдәр. Беҙ, әлбиттә, уларҙың бер ус башаҡ өсөн бер нисә йыл ултырғандарын да белә инек, әммә был хаҡта үҙҙәре әйтмәгәс, китапҡа ла индерергә ҡыйманыҡ, үҙҙәренән һорарға ла уңайһыҙландыҡ. Заманы ҡаты булған бит. Балаларҙы астан үлтерәһеңме ни? Ә бит ҡайһы бер ерҙәрҙә күрмәмешкә һалышҡан етәкселәр ҙә булған. Шулай итеп ауылдаштарына ярҙам итергә тырышҡандар.
Туймазы районының Бишҡурай ауылында
«Һуғыш яралаған бала саҡ» китабының исем туйы
– Иң иҫтә ҡалған, тетрәндергән осрашыу ҡайҙа кем менән булды?
– Әбйәлил районының Теләш ауылынан дүрт-биш йәшлек Фатима Ғәйнуллинаның атаһы ла, әсәһе лә үлеп киткәс, башта туғандарында йәшәй, аҙаҡ уны Ташбулат ауылында асылған балалар йортона тапшыралар. Ҡарабалыҡты тигән күлдән балалар ашханаға һыу ташыған. Шунда кемеһенеңдер ҡулында бейәләйе булмағас, Фатиманың нәскийен биреп тороуын һорағандар. Ҡыҙыҡай ҡаршылашып тормайынса аяғындағы нәскийен сискән дә биргән. Иҙәндә түңәрәк яһап ашап ултырғанда иптәштәре араһынан берәү шул хаҡта әйтеп, тәрбиәсегә ошаҡлаған. Сәриә тигән ҡатын аяғындағы быймаһы, өҫтөндәге кейеме менән балаларҙы ашаҡлап, был баланы ҡулынан тотоп алып өҫкә күтәргән дә ишеккә табан ырғытҡан. Бәрелеүҙән ишек асылып киткән һәм бала коридор уртаһына барып ятҡан. Ул ғына ла етмәгән, ялан баш, ялан аяҡ, ситса күлдәк кенә кейгән ҡыҙыҡайҙы тәрбиәсе: «Илап торған була!» – тип елтерәтеп тышҡа сығарып, ҡар өҫтөнә баҫтырған. Ҡышҡы һыуыҡ көн. Төркөмдәге бөтә балаларҙың ҡысҡырып илағаны ишетелгән.
Күпме ваҡыт торғандыр, Фатималарҙың тыуған ауылы Теләштән балалар йортона ат менән утын ташыған Сәйфулла ағай быны күреп ҡалып, директор бүлмәһенә алып киткән. Кире бүлмәгә килтергәндәрендә баланың илауҙан һыны ҡатып, бер нәмә лә һиҙмәй. Үкенескә күрә, тылда ла, үҙебеҙҙең кешеләр араһында ла шундай ҡаты күңелле кешеләр ҙә була. Шундай күренештәрҙе нисек тыныс тыңларға һәм тыныс уҡырға мөмкин. Фатима Ғәйнуллина киләсәктә билдәле мәҙәниәт хеҙмәткәре булып китә, Бөрйәндә мәҙәниәтте үҫтереүгә күп көс һала. Талантлы йырсыбыҙ Әлфиә Юлсуринаның әсәһе тураһында барҙы һүҙ.
Һәр иҫтәлек һайын ошондай тетрәткес ваҡиғалар хәтерҙә ҡалып, оҙаҡ ваҡыт онотолмай, күңелдәрҙе һыҡратып йәшәй.
...Тағы бер ваҡиға иҫтән сыҡмай. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына «Һуғыш яралаған бала саҡ» тигән китап сыҡҡас, 9 Май көндө беҙҙе Шишмә районының Әри ауылына осрашыуға саҡырҙылар. Беҙ иптәшем Нияз Мәһәҙиев менән тантаналы йыйылышта ветерандарға йыйынтыҡты тапшырҙыҡ. Сараның аҙағында мәктәп янындағы баҡсала һәр ғаилә һуғышта ятып ҡалған туғандары, яҡындарына арнап, ағас ултыртырға сыҡты. Йәшерәктәр соҡор ҡаҙа, өлкәндәр ағасты тотоп тора. Аҙаҡ эргәһенә яугирҙың исем-фамилияһы яҙылған таҡта ҡаҙап ҡуйыла. Баҡса шау-гөр килә. Шул саҡ Нияз: «Ҡарағыҙ! Күккә ҡарағыҙ!» – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Бөтәһе лә эштәрен туҡтатып, күккә төбәлде. Ә унда... ҡаңғылдашып торналар осоп бара ине. Хәс тә авар шағиры Рәсүл Ғамзатовтың бөтә донъяға билдәле йырындағы һымаҡ. Нияз яратҡан шағиры Рафаэль Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары» тигән шиғырын һөйләй башланы. Күптәрҙең күҙҙәрендә – йәш. Был мөғжизәгә бөтәһе лә аптыраны. Хоҙайҙың ҡөҙрәтеме ул? Әйтерһең дә, яуҙан ҡайта алмаған ауылдаштары Еңеү көнөндә туғандарына сәләм биреп үтте, ҡош булып рухтары ҡайтты...
...Был китаптарҙы уҡырға кәрәк. Өс томға 300-ләп һуғыш балаһының иҫтәлеге тупланған. Ленинград, Силәбе, Һамар, Брест өлкәһе, Украинаның Ворошиловград (хәҙерге Луганск), Харьков ҡалаларынан эвакуация менән Башҡортостанға килгән ветерандарҙың һөйләгәндәре бигерәк тә тетрәткес. 3 йәшлек кенә Ленинград ҡыҙы Людмила Цареградскаяның блокадалағы ҡаланан сығып, эвакуация менән һуғыш булмаған ерҙәргә юлланып, Краснодар крайында, Кавказда, Үзбәкстанда йөрөп, ниһайәт, Өфөгә килеп төпләнеүе үҙе бер ҡот осҡос фильм кеүек күҙ алдына баҫа.
– Һеҙҙең яҙмалар төрлө төбәктәрҙән йыйылған. Улар нигеҙендә төрлө райондарға, ауылдарға хас ауырлыҡтар хаҡында һүҙ йөрөтөп буламы, әллә айырма юҡмы?
– Яғы-яғы менән төрлөсә ауырлыҡ кисергән ауыл халҡы. Мәҫәлән, Ишембай районының Ҡалғаҫау ауылынан (хәҙер ул бөткән) Миңләхмәт Байғазин үҙенең иҫтәлектәрендә, беҙҙе урман ҡотҡарҙы, тип хәтерләй. Күптәр промартелдә эшләгән, септә һуҡҡандар. Улар кавалерия дивизияһының аттарына кәрәк булған. Йүкәнән ҡап тоҡтар эшләгәндәр. Улары балыҡ ташыр өсөн Мурманск, Владивосток яҡтарына ебәрелгән. Сабата ла үргәндәр. Балалар ҙа көнөнә дүрт пар сабата өлгөртөп тапшырған. Бер пары 40 тин торған. Дүртәүһе өсөн бирелгән аҡсаны йыйып, Стәрле баҙарынан ашарға алырға мөмкин булған. Сабаталарҙы ла фронтҡа ебәргәндәр.
Һуғыш буйы икмәктең ни икәнен белмәгән балалар ашарға яраҡлы үләндәрҙе тоҡлап йыйып, ҡыйыҡ аҫтында киптереп, аҫып ҡуйғандар, ҡыш ашҡа һалып ашағандар.
Атайҙары умарта, солоҡ ҡорттары тотҡан. Балын һатып, иш янына ҡуш яһағандар. Ашарҙарына бер нәмә лә булмағанда кәрәҙле бал сәйнәп ултырғандар.
Промартелгә һөйәндән, уҫаҡтан сабып көрәк тә яһайҙар.
Мәләүез районының Арыҫлан ауылынан Сәриә Кәбироваға һуғыш башланғанда 10 йәш була. Нөгөш аръяғына сығып, ҡоро утын йыйып ҡайталар ҙа, бәләкәй сана менән һөйрәп, 15 саҡрымдағы Мәләүезгә китәләр. Утынды һатып, бер биҙрә өшөгән бәрәңге, бер-ике өшөгән ҡабаҡ, сынаяҡ ҙурлыҡ ҡына ике бәләкәй көлсә алып ҡайталар. Ҡыш буйы шулай утын ташыйҙар. Ужа тигән күрше ауылдағы урыҫтарға йөн ойоҡтар, мамыҡ шәлдәр бәйләгән.
Төрлө райондарҙағы ветерандарҙың иҫтәлектәрен яҙғанда үҙем өсөн күп кенә яңылыҡтар белдем. Мәҫәлән, Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылынан Маһира Сарбаева апай, ул саҡта 10 йәшлек ҡыҙыҡай, әхирәте менән йәйәүләп 25 саҡрымда ятҡан Ермолаевкаға атаһы янына китә. Әхирәте ағаһын күрергә бара. Атаһы бер мәрйәлә фатирҙа торған була, ул юлдан арып, асығып килгән балаларға ҡылған сәйе эсерә. Был хаҡта минең бер ҡайҙа ла ишеткәнем дә, уҡығаным да юҡ ине. Ҡылған сәскә атһа, ағыулы була, уны хатта аттар ҙа ашамай, тип тағы берәү иҫтәлегендә телгә алғайны.
Шишмә районы ауылдарынан йән аҫрар өсөн Өфөгә ҡатыҡ һатырға йөрөүҙәре хаҡында электән бөтәһенә лә билдәлелер инде.
Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылынан Әбделхаҡ Әхтәмов иптәштәре менән бергә Мәләүез баҙарына бесән алып барып һатҡандар.
Ялан яҡтарынан урманлы төбәккә урман ҡырҡырға, торфҡа, һал ағыҙырға ебәргәндәр. Әбделхаҡ ағай ҙа һуғыш ваҡытында ла, унан һуң да өс ҡыш урман киҫә, ете ҡыш ағас тарттырыуҙа эшләй.
Кушнаренко районының Ҡупай ауылында тыуған 9 йәшлек Миләүшә Ғәзизова (хәҙер Мостафина) 500 грамм ашлыҡ өсөн биш йылға хөкөм ителгән әсәһенә Өфөгә айына ике тапҡыр бәрәңге алып барып, иҫән ҡалдыра. Йәй биштәргә аҫып, ҡыш санаға һалып ҡапсыҡ менән киптерелгән бәрәңге ташый.
Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылынан 13 йәшлек Тамара Абдуллинаның һөйләүенсә, ҡатындар Ырымбур баҙарына үҙҙәренән арттырып йыйған майҙарын, тауыҡ йомортҡаһы ҙурлығында ғына итеп йомарланған аҡбалсыҡтар алып барып һатҡан. Ә Ырымбурҙан шешәгә һалынған тоҙло һыу алып ҡайталар. Кәрәсингә нефть сыҡҡан ергә – Ишембайға баралар.
Балтас районынан фронтҡа бесән дә ебәргәндәр, Ейәнсура районында һарыҡ һөтөнән брынза эшләп оҙатҡандар. Шишмә районының Бикәй ауылынан 9 йәшлек Сәйфулла Әхмәҙиев малайҙар менән көнө буйы ат көтә. Ашатырға башҡа аҙыҡ булмағас, төндә лә яланға алып сығалар. Сөнки һуғыш башланғас, бында Мәскәүҙән И. Мечников исемендәге институт эвакуацияланған була. Уның белгестәре аттарҙың ҡанынан, лимфаһынан алынған сыворотканан дарыуҙар етештерә. Сыворотка алыр өсөн аттар туҡ булырға тейеш. Сәйфулла атаһы менән аҙнаһына ике тапҡыр ошо сыворотканы Өфөгә алып барып йөрөй.
14 – 15 йәшлек үҫмерҙәрҙе йә ФЗО-ға, йә ситкә эшкә ебәрәләр. Илеш районының Үрге Маншыр ауылынан Ғәзимә Сөләймәнова Свердловск өлкәһенең Аятка тигән ерендә торф сығара. Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылынан Мәфтуха Мусина урман ҡырҡырға ебәрелә. Әсәһен күрергә ҡайтып барған ҡыҙҙы ауылдарына етеп кенә барғанда кире бороп алып китәләр. Әсәйемде күрәм дә иртәгә үк барып етәм, тиеүенә лә ҡарамайҙар. Әсәһе ауырып ятҡан була, ҡыҙ уны ҡабат күрә алмай.
Стәрлетамаҡ районының Талас ауылынан Тәслимә Ғөбәйҙуллинаны ФЗО-ға ебәрәләр, ташсы ла була, төҙөлөштә лә, заводта ла эшләй. Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылынан Фәриҙә Сәғитова апай Орехово-Зуевола торф ҡырҡа. Бишбүләк районының Бикҡол ауылынан Асия Ҡасимованы ла, Федоровка районының Батыр ауылынан Заһира Багаеваны (Мостафина) ла Свердловск яғына торф эшенә ебәрәләр. Белорет районының Үткәл ауылынан Әсмә Ғәлимйәнова Инйәрҙә һал ағыҙыуҙа эшләй.
Кешеләрҙең йәшәгән ерҙәренә ҡарап көнитмештәре лә төрлөсә. Ялан яҡтарында күберәк иген эшендә йөрөйҙәр: ҡул менән сәсәләр, үгеҙ менән тырматалар, ашлыҡ утайҙар, уралар, көлтәләйҙәр, ҡыш буйына һуғалар. Урман яҡтарында үҙенсә башҡа. Ҡайһы саҡта беҙгә бер ғаиләнән ике кешенең иҫтәлеген яҙырға тура килде. Былар бер-береһен ҡабатлап һөйләрҙәр микән тип шикләнеберәк ҡараһаҡ, икеһе ике төрлө ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп һөйләне. Мәҫәлән, Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылынан Хөбәйбә апай менән Әбделхаҡ ағай Әхтәмовтар, бер өй эсендә йәшәһәләр ҙә, эштәре, күргән-кисергәндәре бер-береһенекенә оҡшамаған булып сыҡты. Сөнки Әбделхаҡ ағай һуғыш башланыу менән фронтҡа китеүселәрҙе ат менән Ишембайға, Стәрлегә тимер юл вокзалына оҙатып йөрөй, урман эшендә була, ә 10 йәшлек Хөбәйбә колхоздың бер эшенән дә ҡалмай үгеҙ менән һабан һөрә, һыйыр менән ер тырмата, утауға йөрөй, трактористың ярҙамсыһы ла була. Һәр өйгә үлсәп бирелгән өсәр тоҡ игенде таҙарталар, фронтҡа туҡмас һымаҡ итеп турап бәрәңге киптереп ебәрәләр, мәктәпкә, конторға бүлеп бирелгән делянкала утын да әҙерләйҙәр.
Республика Хәрби Дан музейында һуғыш балалары
үҙҙәренең иҫтәлектәре ингән китапты алып ҡыуанды
...Ялан яҡтарында, утын булмағас, тиҙәк яғалар. Һыйырҙарын һауып, иртән көтөүгә ҡыуғас, әсәйҙәре бәләкәс балаларына биҙрә тоттороп арттарынан ебәрә. Улар шулай һыйыр тиҙәген йыйып алып ҡайтып ҡышҡылыҡҡа киптерә.
...Ветерандар һөйләгәнен тыңлап, улар менән бергә үҙебеҙ ҙә ҡушылып илап ултырабыҙ. Ҡайтҡас та, төнө буйы тыныслана алмай, ауырып китәбеҙ. Ҡулъяҙмаларҙы китапҡа әҙерләгәндә йәнә йөрәктәр ауырта. Корректура уҡығанда тағы ла илата. Ленинград блокадаһын кисергән Лира Зәки ҡыҙы Дәүләтованың: «Һин беҙҙеке хәҙер!» – тип әйтеүендә лә дөрөҫлөк бар.
– Геройҙарығыҙҙың бөгөнгө тормошо менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы, улар көнкүреше менән ризамы, ниндәй теләктәре, хыялдары бар?
– «Беҙҙе ташлама, онотма, килеп йөрө», – тине Кушнаренко районының Мәмәк ауылынан Рәйсә Абъяпарова апай. Һуғыш башланғанда уға 11 йәш була. Башаҡ та йыйғандар, урманға утынға ла йөрөгәндәр. Бәләкәй арбаға бер ҡапсыҡ бәрәңге һалып, Өфөгә һатырға ла барғандар. Уның аҡсаһына ашарға жмых, көнбағыш төбө алып ҡайтҡандар. Ағыулы башаҡ ашап, өй һайын икешәр, дүртәр, хатта бишәр кеше үлгән, шуларҙы зыярат янына йыйып, күлдән һыу ташып, өҫтәренә һибеп, берәр ҡапсыҡҡа өсәр кешене һалып күмгәндәр.
Рәйсә апай ауыр үткәнен, һуғыш мәлендә күргән-кисергәндәрен тыңлаусы, аңлаусы булғанға шул тиклем ҡыуанды.
Атай-әсәйҙәрен тыңларға балаларының ваҡыттары ла юҡтыр, күрәһең, тигән уй ҡалды.
Һуғыш балалары иғтибарға мохтаж. Бигерәк тә яңғыҙ йәшәгәндәре. Ленинград блокадаһын кисергән Лира Дәүләтова апай һәр ваҡыт шылтыратып тора. Шиғриәт көнө менән дә ҡотларға онотмай. Ленинград блокадаһында күргән ауырлыҡтарҙан күңелдәре ҡатып ҡалмаған. Шакира Бикбулатова апай миңә телефон аша изге теләктәрен доғалар менән еткерә. Элек, бынау зәхмәтле сир таралмаҫ борон, өйҙәрендә осраша торғайныҡ та бит. Өфөнән Альбина Исхаҡова апай «Һуғыш балалары һөйләй» китабына тиҫтәнән ашыу ветеранды табышырға ярҙам итте. Бергәләп Стәрлетамаҡ районының Талас ауылына барып өс кеше менән осрашып, иҫтәлектәрен яҙып алып ҡайттыҡ. Булгаков ҡасабаһында ла бергә булдыҡ. Унда йәшәүсе Саҡмағош районы Яңыбирҙе ауылынан Рәймә Исламова апай ҙа йыш шылтыратып тора. Альбина апай, урамда әбей-бабайҙарҙы күрһәм, һинең китабыңа кәрәк кеше түгелме икән тип, һөйләшә-һораша башлайым, тип көлдөрөп тә алды. Күбеһе шулай бер-береһе тураһында мәғлүмәт биреп, ветерандарҙы табышырға ярҙам итте. Рәхмәт барыһына ла.
Һуғыш балалары менән һөйләшкәндән һуң улар туғандарыбыҙға әйләнгән кеүек. Йәл, китап сыҡҡанын күрә алмаусылар ҙа байтаҡ. Биш йыл элек яҙа башлаған иҫтәлектәр араһынан, мәҫәлән, Күгәрсен районынан алты кешенең береһе генә иҫән. Ә шулай ҙа беҙ китаптарҙы балаларына булһа ла иҫтәлеккә тип тапшырҙыҡ. Тәтешле районының Юғары Ҡоҙаш ауылынан дүрт уҡытыусы менән осрашҡайным, уларҙың өсәүһе баҡый донъяға күсте. Шуныһы күңелде тынысландыра: исмаһам, улар китапты күреп ҡалды.
Һуғыш осоро балалары был тормошта күпкә дәғүә итмәй. Уларҙа мине иң һоҡландырғаны – оптимизм рухлы, ауырлыҡтарға бирешмәй, булғанына шөкөр итеп, барына риза булып йәшәйҙәр. Иң мөһиме, илдәр имен, донъялар тыныс торһон, ти улар.
...Хыялдарға килгәндә, эйе, һикһәнде үткән ветерандарҙың да теләктәре бар. Мәҫәлән, Ленинград өлкәһе Слуцкий районы Усть-Ижора ҡасабаһында тыуған Лира апай Дәүләтова, бәлки, һуңғы тапҡырҙыр, атаһының ҡәберенә барып, баш эйергә теләй. Ләкин уның күҙҙәре бик күрмәй. Оҙатып йөрөүсе кәрәк. Пенсия аҡсаһын фатирға түләүҙән, дарыуҙарға, аҙыҡ-түлеккә тотонғандан һуң, ҙур сәфәр өсөн арттырып йыйып та булмай. Ленинградтан 40 саҡрым алыҫлыҡта Синявино тигән ҡасабала туғандар ҡәберлегендә ерләнгән атаһы янына барырға, уға һәм оҙатыусыһына, бәлки, берәйһе ярҙам итер. Юҡмы һеҙҙең журнал уҡыусылар араһында шундай хәлле, мәрхәмәтле кешеләр?!
– Был иҫтәлектәр – тере тарих, тыл йылъяҙмаһы. Улар хәҙер өс китап булып киткән. Артабан да был эште дауам итергә уйлайһығыҙмы? Ниндәй йүнәлештә?
– Ысынлап та, был теманы әле лә дауам итергә була. Сөнки, Аллаға шөкөр, ветерандар бар әле. Араларында Ленинград блокадаһын кисергән 103 йәшлек Валентина Драган да, Әлшәй районының Тәүәтәй ауылында тыуған, 100 йәшен тултырған Йомабикә Кирәева ла, 90-ды үткән бик күп һуғыш балалары ҡыҙҙары һәм улдары тәрбиәһендә матур ғүмер кисерә. Һуғыш барған ерҙәрҙән эвакуация менән Башҡортостанға килеп, аҙаҡ та бында йәшәргә ҡалғандар бар. Уларҙың иҫтәлектәренән дә айырым бер китап әҙерләргә мөмкин. «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе Риф Иҫәнов ағай бер ваҡыт: «Беҙ ҙә бит, 1941 йылда тыуғандар, һуғыш балалары. Беҙҙең хаҡта ла яҙырға кәрәк. Һуғыш осоронда беҙ ҙә аслыҡты ла, юҡлыҡты ла күп күрҙек. Һуғыш туҡтағас та, тормош оҙаҡ ҡына йылдар ауыр булды әле. Илленсе йылдарҙа ла туйғансы икмәк тә ашай алманыҡ», – тип әйткәйне.
Бына хәҙер 1941 йылдан алып 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуғандарҙы ла рәсми рәүештә һуғыш балалары тип танынылар. Улар хаҡында ла бер китап яҙырға була. Илебеҙ күргән ҡайғы-хәсрәтте, ауырлыҡтарҙы онотторорға ярамай. Был хаҡта йәш быуын белергә тейеш. Юғиһә, Ленинградтың үҙендә Гитлерға һәйкәл ҡуйырға теләүселәр, Бөйөк Ватан һуғышында Германияға бирелһәк, һәйбәтерәк йәшәр инек, тиеүселәр ҙә, свастика тағып йөрөүсе йәштәр ҙә бар улар араһында, үкенескә күрә.
Ә хәҙергә минең төп бурысым ошо өс китапты тәржемә иттереп, рус телендә баҫтырып сығарыу. Йәки өсөһөнән иң-иң үҙәккә үтерлек иҫтәлектәрҙе һайлап алып бер ҡалын ғына йыйынтыҡ итеп әҙерләү. Ләкин был мәсьәлә финансҡа бәйләнгән. Изге күңелле, мәрхәмәтле эшҡыуарҙар табылып, шул китаптарҙы тәржемәләргә ярҙам итһәләр, изге ғәмәл ҡылып, үҙҙәренә сауап алыр, ата-бабаларының рухын ҡыуандырыр ине. Бармы икән шундай мәрхәмәтле эшҡыуарҙар халҡыбыҙ араһында?!
– Республикала һуғыш балалары тураһында закон ҡабул ителде. Тимәк, дәүләт тарафынан ошо кешеләрҙе социаль яҡлау саралары ла артыр. Ә бына рухи йүнәлештә нимәләргә иғтибар итергә кәрәк, тип уйлайһығыҙ?
– Был хаҡта миңә «Һуғыш балалары» тигән статус бирелеүендә һеҙҙең дә хеҙмәт өлөшө барҙыр, тип яҙып ебәреүселәр булды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың
КПРФ фракцияһы депуттары был мәсьәләне ун йыл элек күтәреп сыҡҡайны. Эйе, ниһайәт, закон ҡабул ителде. Дәүләт тарафынан һуғыш балаларына социаль яҡлау, матди ярҙам да булыр. Әммә ошоларҙың бөтәһенән дә бигерәк, минеңсә, өлкән кешеләр, иң беренсе сиратта, яҡындарының, балаларының иғтибарына мохтаж. Алты балаһы иҫән-һау булып та, етмәһә, ҙур урындарҙа эшләп, атайҙарын береһе лә ҡарамай, ҡарттар йортона тапшырған кешеләр хаҡында нимә әйтергә? Был оло кеше менән беҙ Өфөләге ҡарттар йортонда осрашҡайныҡ. Ул үҙенең исемен әйтмәүҙе һораны. Оло кешеләргә балаларының йылы мөнәсәбәте, яҡшы һүҙе, яҡты йөҙө кәрәк. Уларҙың һаман да үҙҙәрен кәрәкле кеше итеп тойоп, ейәндәрен ҡарашыуҙа ярҙам итешеп йәшәгеләре килә. Ғаилә тарафынан ғына түгел, урындағы хакимиәттән дә иғтибар булһын ине. Ветерандарҙы йәштәр һәм балалар менән осрашыуҙарға саҡырырға, байрам сараларының уртаһында йөрөтөп, баһаларын күтәрергә, улар күргән тарихты, үткәндәрҙе һөйләтергә, киләсәк быуын өсөн яҙып алырға кәрәк.
Ошо йәһәттән Шишмә район китапханаһы башҡарған эштәр күптәргә өлгө булырлыҡ. Байтаҡ йылдар бында етәксе булған Илүзә Вәзит ҡыҙы Ғибәҙуллина райондың бөтә ауылдарындағы китапханасылар менән һуғыш балаларының иҫтәлектәрен туплап, фотолар менән биҙәп электрон китап булдырғандар. Һәр ауылдың һәр ветераны ингән унда. Бына исмаһам иҫтәлек, бына исмаһам тарих, бына исмаһам ихтирам һәм хөрмәт!
Балалары булмаған, яңғыҙ йәшәгән ветерандарға ла, боронғо тимурсылар хәрәкәтен тергеҙеп, ярҙам ойоштороу мөһим. Социаль хеҙмәткәрҙәр өлкәндәргә исем өсөн генә йөрөмәһен ине.
Ололар үҙҙәрен яңғыҙ итеп тоймаһын. Илгә биргән хеҙмәттәре ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ.
– Әңгәмәгеҙ өсөн дә, күңелегеҙ ҡушыуы буйынса, йөрәк көсө түгеп башҡарған оло хеҙмәтегеҙ өсөн дә ҙур рәхмәт!
Әңгәмәне Рәшиҙә Мәһәҙиева алып барҙы.