Все новости
ҠАТЫН-ҠЫҘ ДОНЪЯҺЫ
16 Июля 2018, 18:34

Аҡыҡ ҡашлы йөҙөк балҡышы

Зөлфиә ХАННАНОВА

— Өләсәй, ошо аҡыҡ ҡашлы йөҙөгөңдө кейерһең бөгөн, йәме?! Ул һиңә шул тиклем килешә! — биҙәүестәрҙе ялтыратып таҙартып ҡуйған Зәлифә эргәһенә шунда уҡ ҡупшы Сәлимәкәй йүгереп килеп етте:

— Ҙурайғас, өләсәй ошо матур йөҙөктө миңә бүләк итәсәк, үәт!

Ике ейәнсәренең арҡаһынан тупылдатып һөйөп алған Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы үҙе лә һиҙмәҫтән бала саҡ хәтирәләренә бирелде.

1942 йылда фронтта ҡаты яраланғас, һөйөклө ҡатыны Тәскирә, балаҡайҙары Ғәлиә, Зәкиә, Кәрим, Рауза, Риф эргәһенә бик аҙға ғына ҡайтып киткән Фәтҡулла ағайҙың оло мөхәббәтенән яралған бала бит ул. Яңы тыуған Фәрзәнәнең бәхетенәндер, теүәл бер йылдан хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылған аталары демобилизацияға эләгә.

— Һөйөнсө!!! Атайығыҙ ҡайтып килә! — Ошо һүҙҙәрҙе ишетеүгә йән- фарман сығып йүгергән Зәкиә менән Кәрим тауҙар ышығына һыйынып ултырған Көҙәнде артта ҡалдырып, ауылдан өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан тирмәнде лә уҙып киткәс, арманһыҙ булып шишмә эргәһенә килеп ҡолай, ә атайҙары бер ҡайҙа ла юҡ. Ҡаршыларына ҡаҡ һөйәккә ҡалып, саҡ атлап ҡайтып килгән бер ирҙән башҡа һис кем осраманы. Эй, ҡәһәрле һуғыш! Ғәзиз балалары ла танымаҫлыҡ хәлдә ҡайтып төшә шул Фәтҡулла уҙаман. Әлдә генә Тәскирәһе сабыр һәм мәрхәмәтле. Дарыу үләндәре менән генә түгел, йән йылыһы менән дә имләп, кеше итеп ала аталарын. Ә бер аҙҙан татыу ғаиләлә етенсе бала булып Фәрит ҡустылары донъяға килә. Әйтәһе түгел — ысын мәғәнәһендә татыу ғаиләлә үҫте Фәрзәнә. Атаһы менән әсәһенең яңылыш ҡына ла һүҙгә килешкәндәрен иҫләмәй ул. Инде үҙе ғаиләле булғас, ошо хаҡта иҫләп, Зәкиә апаһынан һорашҡаны булды. Ул бит өлкәнерәк, һәйбәтерәк иҫләйҙер. Бәлки, бала аҡылы менән ата-әсәһенең һүҙгә килешкән саҡтарын аңғармай ҡалғандыр Фәрзәнә?! “Юҡ, һылыуым, — тине Зәкиә апаһы ла, — беҙҙең атай менән әсәй шул тиклем ипле мөнәсәбәттә булды бер-береһенә”. Атаһының һөйләүе буйынса, ата-әсәһе ҡыҙ әйттерергә барғас (ҡайҙа инде бер-береңде алдан күреп, танышып, дуҫлашып йөрөү!): “Их, анау ҡалпаҡлыһын ғына әйттерһәләр ярар ине!” — тип көйәләнгән егеттең теләге фәрештәләрҙең “Амин!” тигән сағына тура килә лә ҡуя бит. Санкт-Петергбургтан тауар ташып һатыу иткән, ике ҡатлы йортта йәшәгән атаҡлы Шәйхрази сауҙагәрҙең береһенән-береһе һылыу дүрт ҡыҙы араһынан тап ана шул ҡалпаҡлы Тәскирәһе уның ғүмерлек тормош юлдашы була ла инде. Фәтҡулла үҙе лә төшөп ҡалған заттан түгел бы­лай. Көҙәндә мәҙрәсә тотоп, бар тирә-яҡ ауылдарҙағы балаларға белем биргән Әхмәтша олатаһын барыһы ла хөрмәт итә.

Инде генә лә бөтмөр, инде генә лә уңған Тәскирәнең донъяһы һәр ваҡыт гөл кеүек балҡып тора. Балалары ишәйә башлағас, атаһы йортона килеп, уның “Зингер” машинкаһында кейемдәр тегә башлай. Үҙе лә тегенергә яратҡан сауҙагәр ҡыҙына ла берҙән-бер көндө Троицк ҡалаһынан өр-яңы “Зингер” алып ҡайтып бирә. Ээй, кемдәрҙең генә өҫтөн бөтәйтмәне икән уның әсәһе! Өйҙәренән бер ҡасан да кеше өҙөлмәне, теген машинкаһы туҡтауһыҙ өйөрөлдө лә өйөрөлдө. Бөгөн ул, әсәһе ҡалдырған изге Ҡөрьән китабынан ҡала, Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы өсөн иң изге ҡомартҡы. Күпме кейем йүнләне икән ул үҙе лә ошо машинкала?! Бер ниндәй заманса ҡорамалдар ҙа кәрәкмәй, “Зингер”ға ҡул да өйрәнгән, йәнгә лә ҡәҙерле.

“Балаларыма белем бирер өсөн күсеп киттек Көҙәндән”, — тип һөйләгән булыр ине атаһы Салауат ҡалаһына күсеп килгәндәрен. Бының да сере аҙаҡ ҡына асылды Фәрзәнә өсөн. Олораҡ туғандары һөйләүенсә, баҡтиһәң, ике сәғәт эсендә Көҙәнде ташлап китергә бойорола Әхмәтзәки Вәлиди нәҫелдәренә. Ә биш-алты йәшлек Фәрзәнәгә ҡыҙыҡ: ҡала ситендә палатка ҡороп йәшәйҙәр. Ситтәге бер бағанаға һәүкәштәре бәйләп ҡуйылған. Уны ысҡындырырға ярамай. Үләнде үҙҙәре сабып килтереп кенә ашаталар. Хәйер, бер уларҙың һыйырҙары ғына түгел бында, һәр береһе шулай бәйләп ҡуйған. Палаткалар хатта ки ҙур ғына ҡаласыҡты хасил итә. Етмәһә, юл аша ғына әсиргә эләккән немец һалдаттары йәшәй. Уларҙы Салауатта таш йорттар төҙөр өсөн таң менән эшкә ҡыуып алып китәләр. Иртән алып китәләр, кис алып ҡайталар. Яҙ, йәй айҙары нисек тә үтеп китте лә ул, тик бына көҙгә һалҡынайтты барыбер. Бәхеттәренә күрә, Маҡарҙа урман хужалығы директоры булып эшләүсе Юламанов ағай тап була аталарына. Үҙҙәренә эшкә саҡыра. Уның ҡул аҫтында бухгалтер бу­лып эшләй Фәтҡулла уҙаман, һуңынан Ишембай районы үҙәге Петровскийҙа райпотребсоюзда намыҫлы хеҙмәт юлын үтә. Шуға апай-ағайҙары менән Фәрзәнәгә лә рус мәктәбендә белем алырға тура килә. Бары тик етәкселеккә Н.С.Хрущев килгәс, халыҡ теле менән әйткәндә, “оттепель” осоро башланғас ҡына, пенсия йәшендәге аталары ауылға ҡайта. Алай ҙа Көҙәндә өйҙәре шул килеш һаҡланған! Эй ҡыуаныуҙары! Көҙәндә бесән эшләгәндә атаһы, бар балаларын арбаға тейәп ултыртып, ете саҡрым араны йыр менән үтер ине. Тауышының матурлығы! Ә табындарҙа бары тик бер генә йырҙы һуҙыр ине — “Буранбай”ҙы... Ҡат-ҡат һораһалар ҙа, бүтән йырламай...


Ғәзиз ата-әсәһе — Тәскирә һәм Фәтҡулла Вәлитовтар

Рус мәктәбендә белем алған Фәрзәнәгә Көҙәндә милли мәктәптә уҡыуын дауам итеүе ауырыраҡ булыр ине, шуға ла Йәнырыҫ ауылына килен булып төшкән Зәкиә апаһы үҙҙәренә саҡырғас, шатланып риза булды. Апаһына ла күңелле, бәләкәй туғандарына ла күҙ-ҡолаҡ. Ут бөрсәһе кеүек уның апаһы. Институтты тамамлағас, Бөрйән районының Иҫке Собханғол мәктәбенә эшкә ебәргәйнеләр. Әүҙем, егәрле уҡытыусыны тиҙ үк күреп ҡалдылар. Комсо­мол комитетының 2-се секретары вазифаһына ла үрләтерҙәр ине лә, Вәлиди нәҫеле тип кире ҡаҡтылар. Ҡайҙа йәшәһәк тә, аҙна һайын йортобоҙға килеп, тикшереп йөрөүселәр була торғайны, тип хәтерләй шул саҡтарҙы Фәрзәнәнең апай-ағайҙары.

Йәнырыҫ ҡыҙҙары менән тиҙ дуҫлашты алсаҡ Фәрзәнә. Уҡыуҙан ҡайтып, апаһына йорт эштәрендә ярҙамлашҡас, дәрестәрен әҙерләй ҙә әхирәттәре менән уйнарға сығып китә. Теҙелешеп ултырып, “Йөҙөк һалыш” уйнаған булалар. Йөҙөк тигәс тә, әлеге кеүек затлы аҡыҡ ҡашлы йөҙөк түгел инде, ябай ғына... Кемдең усына шул йөҙөк килеп ята, шул үҙенең һөнәрен күрһәтә. Ә Фәрзәнәнең һөнәрҙәре бик күп! Көҙәндә ауыл клубы директоры булып эшләгән Хәнә апай нимәгә генә өйрәтмәне уларҙы: Фәрзәнә матур итеп йырлай ҙа, өҙә баҫып бейей ҙә, шиғырҙы ла тасуири һөйләй, улай ғына түгел, хатта табуретканы әйләндереп ҡуйып, ғәләмәт ҡатмарлы акробатик трюктар ҙа күрһәтә белә. Тик ул бар нәмәгә лә тығылып бармай, бәләкәйҙән тыйнаҡ, баҫалҡы итеп үҫтергәндәр. Ә һөнәрҙәре, ысынлап та, хаттин ашҡан: кәрәк икән, ишеккә беркетелеп эшләнгән йоҙаҡты ла һә тигәнсе алыштырып ҡуя ала, 10-сы си­ныфта уҡығанда апаһы менән еҙнәһе яңы йорт һалып сыҡҡас, электр утын да ул үткәреп бирҙе. Бер ниндәй электрик-маҙар саҡырып торманылар, физиканы бик һәйбәт белгән ҡәйенһеңлеһенә ныҡ ышанғандыр инде Мәхмүт еҙнәһе. Тағы ла химия фәнен бик яратты ул. Апаһының аҙашы Зәкиә исемле уҡытыусы уҡыта ине. Шул тиклем яратты был фәнде, хатта ки киләсәген мотлаҡ рәүештә медицина менән бәйләргә ҡарар итә. Һәм уҡырға ла инер ине ул, шул йәйҙә районға талантлы балалар эҙләп Хөсәйен Әхмәтов килеп төшмәһә! Билдәле композитор Фәрзәнәне йырлатып ҡарай ҙа: “Быйыл Мәскәүҙә консерваторияға махсус курс йыялар, был ҡыҙға 27 июндә Өфөлә булырға кәрәк!” — ти. Тиҙ генә тарихтан һуңғы имтиханын тапшырып, аттестатын башҡаларҙан алда йүнләп алып (әлдә еҙнәһе мәктәп директоры!), баш ҡалаға юл тота һылыу ҡыҙ. Сәхнәгә күтәрелеп, залда тыңлап ултырған Мәғәфүр Хисмәтуллинды, үҙҙәре лә консерваторияға инеү өсөн һынау тоторға килгән Флүрә Ноғоманова, Нажиә Аллаярова кеүек билдәле йырсыларҙы күргәс, бер аҙ баҙап ҡалһа ла, үҙенә бер төрлө яғымлы, сағыу тауышы менән башҡорт халыҡ йыры “Сәлимәкәй”ҙе һуҙып ебәрә. Ҡыҙ йырлап бөткәс, Мәғәфүр Хисмәтуллин сәхнәгә йүгереп менә лә, фортепьяно артына ултырып, ҡыҙҙы төрлө тоналлектә йырлатып ҡарай. Ә Фәрзәнәнең диапазоны киң, ҡайһылай йырлаһа ла, матур килеп сыға. Ниндәй музыка ҡоралында уйнайһың, тип һорайҙар. Баянда һәм мандолинала, тип яуап ҡайтара. Ноталарҙы беләһеңме, тиҙәр. Уларҙың ғаиләһендә барыһы ла ошо музыка ҡоралдарында уйнай белә, уның нотаһы нимәгә кәрәк икән?! Ноталарҙы белмәгәс, консерваторияға ебәреп булмай, тәүҙә училищела белем алырға тура киләсәк, тиҙәр ҡыҙға. Шулай итеп, уйламағанда сәнғәт училищеһы студенткаһы булып китә Фәрзәнә.

Дауамын "Ватандаш" журналының 5-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: