Гөлфиә апай Матбуғат йортона эҙ һыуытмай, әле бер редакцияға, әле икенсеһенә мәҡәләләр килтерә, яңы гәзит-журналдар алып китә, йәш ҡәләмдәштәре менән күрешеп-һөйләшеү ҙә ҡыҙыҡ уға. Тирә-яҡҡа ихласлыҡ менән, ҡыҙыҡһынып ҡарау бәләкәйҙән хас булғандыр үҙенә, моғайын. 3-сө класта ғына уҡып йөрөгән сағында стена гәзитенә ваҡ-ваҡ ҡына хәбәрҙәр яҙыуынан сығып әйтәм мин быны, һәр баланың стена гәзите тип иҫе китеп бармай бит. Ә Гөлфиә яҙа: тик «бишле»гә өлгәшкән, ярҙамсыл тиҫтерҙәрен маҡтай, насар уҡыған малайҙарҙы, тәртип боҙоусыларҙы тәнҡитләй. Тимәк «яҙышыу», «мәҡәлә» тигән төшөнсәләр уның тормошона шул ваҡытта уҡ килеп ингән һәм яйлап ҡына матбуғат донъяһына ыңғайлатҡан. Яҙғандарың өсөн туҡмаҡ алырға мөмкин икәнен дә аңлаталар ҡыҙға – ҡәләменә эләккән малайҙарҙан туҡмала яҙып ҡала ул.
Тиҙҙән Әлшәй районынан 6-сы класс уҡыусыһы Гөлфиә Юнысованың исеме «Башҡортостан пионеры» гәзите биттәрендә күренә башлай. Иң тәүҙә «Таң» тип аталған шиғыры баҫылып сыға. Шундағы һүрәтләүгә иғтибар итегеҙ әле:
Көн сығышы ҡояш нурҙарынан
Алһыу ҡыҙыл төҫкә буялған.
Әйтерһең дә, ҡояш сығышына
Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙап ҡуйылған!
Ябай ғына тәбиғәт күренешенә идеологик төҫ бирергә башы етә бит баланың!
«Океан батырҙары» тигән йәнә бер шиғыр. 1960 йылда океанда бәләгә тарыған дүрт совет һалдатына арнап яҙылған был шиғыр баҫылмай ҡала. Ләкин эш унда түгел. Эш 12 йәшлек мәктәп уҡыусыһының тәүге ижад емештәрендә үк ниндәй теманың үтемле буласағын тойомлауында. Ә тема һайлау журналист эшмәкәрлегендә иң беренсе баҫҡыс булыуын иҫәпкә алғанда (артабан шул тема буйынса материал йыйыу, йыйғандарҙы эшкәртеү, мәҡәлә яҙыу һәм уны мөхәррирләү китә), ошо этапта уҡ үҙаллылыҡ күрһәткән ҡыҙҙың ижади киләсәге өмөтлө генә түгел, ышаныслы ла булыры билдәле. Юғиһә ғүмер буйы журналистикала эшләп тә тема таба алмай йонсоған, баш мөхәррирҙең йәки бүлек мөдиренең ҡушҡандарын ғына үтәп көн үткәргән кешеләр ҙә бар бит.
Киләсәктә аҡыллы сәйәсмән булып китеү ҙә шул гәзит-журнал уҡып барған ҡыҙҙың актуаль теманы күрә белеүенән, көн ҡаҙағында торған мәсьәләләрҙе тотоп алып, үҙенең фекерен белдерергә тырышыуынан башланманы икән?!
9-сы класта инде Гөлфиә үҙҙәренең район гәзитенә лә, «Совет Башҡортостаны»на ла әүҙем яҙыша. Мәҡәлә баҫтырыуҙың гонорар тип аталған күңелле генә матди яғы ла булып сыға бит әле. Район гәзитендә сыҡҡан бәләкәй генә хәбәр өсөн дә түләйҙәр. Раевкала фатирҙа йәшәп уҡыған ҡыҙҙың эсен тишәме ни сәй-шәкәрлек аҡса? Ә бер ваҡыт, «Совет Башҡортостаны»нда сыҡҡан шиғри шәлкеме өсөн гонорар алғас, ул ауылдағы Зәйтүнә һеңлеһен дә үҙе янына күсереп ала. Ата-әсәһе ике ҡыҙын да район үҙәгендә уҡыта алмаҫтай булғанлыҡтан, илап тороп ҡалған һеңлеһен ныҡ йәлләй ул. Икәүләп шул аҡсаға ике ай йәшәйҙәр (Журналист һөнәренең ниндәй баһалы саҡтары булған, тип көнләшергә генә ҡала был хәлгә. Хәҙер гәзит-журнал редакцияларында эшләүселәрҙең күпселеге минималь эш хаҡына йөрөй, уныһы ла гонорарҙы ҡушып иҫәпләгәндә әле).
– Башҡортостан телевидениеһында ике йыллап балалар тапшырыуҙары ла алып барҙым, – тип хәтерләй шул ваҡыттарын Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы. – Әйтелгән сәғәттә тура эфир башлана, ул саҡта алдан яҙып алыу юҡ. Бер үҙем электричкала барам. Эшем бөткәс, кире ҡайтып китәм. Әле уйлап ҡуйғылайым: Өфө мәктәптәренән ҡыҙ тапманылармы икән?
Ә мин ни тиклем кәрәкле тәжрибә бит инде ул киләсәктә уҡытыусы йәки журналист булам тип хыялланған кешегә телевидениела сығыш яһап өйрәнеү, тип уйлайым.
Матбуғат менән бәйләнешен студент саҡта ла өҙмәй яҙышыуҙың тәмен тойған хәбәрсе-ҡыҙ. Республика гәзит-журналдарындағы өлкән ағай-апайҙары заказ биреп кенә тора. Айырыуса «Совет Башҡортостаны»нда бүлек мөдире булып эшләгән яҡташы Рәшит Шәкүр уны матбуғатҡа яҡынайтырға тырыша. Раевканың 1-се башҡорт урта интернат-мәктәбендә педагогик практика үтергә барғанында уҡ иғтибар итә Рәшит Закир улы теремек ҡыҙға. «Гөлфиә бер аҙ ваҡыт миңә яңы шиғырҙарын ебәреп торҙо, мин уға, анализ яһап, байтаҡ хаттар яҙҙым. Баш һүҙ яҙып, «Совет Башҡортостаны»нда фотоһы менән тәүге шиғырҙар шәлкемен әҙерләп сығарҙым», – тип хәтерләй ул.
Инде ғаиләле булып, Сибай педагогия училищеһында уҡытып йөрөгәнендә Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы гәзит-журналдарға артистар, таусылар, ҡатын-ҡыҙҙар тураһында ҙур-ҙур мәҡәләләр яҙыуын дауам итә. Берҙән, был алыҫта ҡалған баш ҡала менән бәйләнеште өҙмәҫкә тырышыу һәм күңел талабы булһа, икенсенән, әлеге лә баяғы гонорар йәш ғаиләгә өҙөккә ялғау булып ҡала.
Исеме матбуғатта йыш күренеп торған, етмәһә балалар өсөн китаптар ҙа сығарып өлгөргән уҡытыусыны өҫтә лә күрәләр. Бер ваҡыт «Совет Башҡортостаны» гәзитенең баш мөхәррире Абдулла Исмәғилев шылтырата:
– Һеҙ, Гөлфиә, матур итеп яҙышып тораһығыҙ, беҙгә эшкә килегеҙ, – ти ул. – Яҙған әйберҙәрегеҙ миңә оҡшай, улар беҙҙең гәзиткә йылылыҡ индерер ине.
Абдулла Ғиниәт улының «йылылыҡ индерер» тиеүенең ғилләһе шунда: был осорҙа редакция коллективы тик ир-егеттәрҙән тора, күбеһе – фронтовиктар. Шуға ла баш мөхәррир баҫмала ҡатын-ҡыҙ тауышы ла ишетелеүен теләгәндер. Партияға инеп килергә кәрәклеген дә аңғарта ул, партия органы булған баҫмала шулай тейеш булғандыр.
Ҡасан да булһа баш ҡалаға әйләнеп ҡайтыу теләге менән йәшәй үҙе лә Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы. Бер заман Сибайға осрашыуға килгән Мостай Кәрим дә «Гөлфиә һеңлем, һиңә Өфөгә күсеп килергә, ижади эштә эшләргә, күберәк яҙырға кәрәк», – тигән кәңәше менән күңеленә ҡанат ҡуйып китә. Тик хәҙер ул ғаиләле кеше, ике бала бар. Мирас Хәмзә улының комсомолдың Сибай ҡала комитетында эшләп йөрөгән сағы.
Һөйләшеп-кәңәшләшкәндән һуң шулай хәл итәләр: Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы бер йәшлек Уралды алып Өфөгә китә, Мирас Хәмзә улы Артур менән Сибайҙа ҡалып тора. Торлаҡ мәсьәләһе хәл ителгәнсә. Үҙенә ни тиклем ауыр буласағын ул, әлбиттә, күҙ алдына килтерә алмай. Черниковканан йөрөп эшләү, командировкаға сыҡҡанда улын йә әсәһенә, йә башҡа кешегә ҡалдырып китеү («Балам бар, тип әйтеп булмай, талаптар барыһына ла бер тигеҙ»), номер буйынса төнгә тиклем һуҙылған дежурстволар... Ярай әле өлкән ҡәләмдәштәре хәлен аңлап, ярҙамға килергә әҙер тора.
Етәксеһе – әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире Дәүләт ағай Мәһәҙиев уға эштән иртәрәк китеп йөрөргә рөхсәт итә, сөнки балалар баҡсаһына барып өлгөрөргә кәрәк. Редакцияла эш тәртиптәрен өйрәткән, мәҡәлә яҙыу нескәлектәрен аңлатҡан кеше лә ул була Гөлфиә Иҙелбаеваға.
Дәүләт Дәүләт улы хаҡлы ялға киткәс, уның урынына быға тиклем бер нисә йыл редакцияның сәнәғәт бүлеген етәкләгән Динис Бүләковты ҡуялар. «Ҡурҡыңҡырайым: сөнки һәр етәксе ҡул аҫтындағылар менән мөнәсәбәтте үҙенсә ойоштора. Кемдер бер минутҡа эшкә һуңлаһаң да ҡысҡыра башлай, түрәлеген күрһәтә. Ундайҙар менән кәңәшләшеп тә, уй-тәҡдимдәрең менән уртаҡлашып та булмай. Ҡурҡып эшләгән журналистан ниндәй үҫеш көтмәк кәрәк?! – тип яҙа был хаҡта үҙенең иҫтәлектәрендә Гөлфиә апай. – Төшкө ялға ла сыҡмай, хаттарға яуап яҙып ултырған булам (Элек редакцияға килгән һәр бер хатҡа яуап биреү мотлаҡ һаналды. – Авт.) Мөдиргә тәүге көндән үк эш күрһәтәм, йәнәһе. «Ҡуй, һылыу, бар, ял ит. Эшләгән кешегә эш ваҡыты ла етә ул», – тине Динис Мөҙәрис улы. Минең эскә йылы инде. Былай булғас, эшләй алабыҙ икән, тип шатландым. Кескәй саҡтан холҡом шулай: минең менән һәйбәт тонда ғына һөйләшеп-килешеп була. Әрләһәләр, ҡойолоп төшәм дә, эшемдең рәте-сираты китә».
Икенсе юлы ниндәйҙер бер мәҡәләне өлгөртә алмағас, уңайһыҙланып ҡына: «Ағай, мин һеҙ ҡушҡанды ваҡытында үтәй алманым бит әле, әрләрһегеҙ инде», – тиеүенә, етәксеһе уға дуҫтарса йомшаҡ, ләкин ҡәтғи генә итеп: «Беренсенән, миңә башҡаса «һеҙ» тип өндәшмә, был һүҙ кешеләрҙе йырағайта, беҙ бит бер өлкәлә эшләүсе ижад кешеләре, йәш айырмаһы ла күп түгел, икенсенән, мин бер ваҡытта ла кеше әрләгәнем юҡ, һылыу. Илһам килгәс, мәҡәләңде тағы ла шәберәк итеп яҙып ҡуйырһың әле», – тип йыуата. Күңеле күтәрелеп, шул төндә үк яҙып ҡуя яңы журналист.
Ярты йыл эшләп ҡала ул «Совет Башҡортостаны»нда. «Пионер» журналының баш мөхәррире Шәриф Бикҡол үҙҙәренә эшкә ҡоҙалай. Ололар баҫмаһында эшләргә кеше табылыр ул, бына мәктәптәрҙе белгән, балалар өсөн яҙған кеше юҡ, ти ул.
Абдулла Ғиниәт улы үҙе тапҡан кадрҙы ебәргеһе килмәй. Мәсьәләне өлкә комитет аша хәл итәләр һәм Гөлфиә Иҙелбаева балалар баҫмаһына эшкә күсә. Журналдың айына бер тапҡыр ғына сығыуы ҡыҙыҡтыра уны, мәктәп тормошо ла күңеленә яҡын, командировкаға ла үҙ яйың менән генә сығырға мөмкин, гәзиттәге кеүек төнгө дежурстволар ҙа юҡ.
«Ғаиләмдең хәленә инде Шәриф ағай мине журналға эшкә алып, – ти Гөлфиә Аҙнағоловна. – Тик дилбегәне бер ваҡытта ла йомшартманы: һәр әҙерләгән мәҡәлә менән ҡалтырай-ҡалтырай кабинетына инәм, ул һәр һүҙен, һөйләмен ҡабат-ҡабат уҡый, килешмәгән урындарын яңынан эшләтә. Ҡайһыларын хатта бер нисә вариантта әҙерләтә, аҙаҡ яуаплы сәркәтип, мин һәм мөхәррир өсәүләп берәүһен генә һайлап алабыҙ. Бер нисә ай үткәс, мин әҙерләгән әйберҙәрҙең ҡулъяҙмаларынан сығып, анализ яһайбыҙ: ни өсөн тәүҙә яҙғандарында ҡайһы бер һөйләмдәр һыҙылған, нимәнән сығып мөхәррир тарафынан яңылары өҫтәлгән, был материалды яҡшыртыу өсөн тағы ла нимәләр эшләргә мөмкин булыр ине?»
Шәриф Сәғәҙәтулла улы, әлбиттә, йәш журналистың сейле-бешле мәҡәләләре менән журналдың кимәле төшмәһен, тип тә тырышҡандыр, ә, бәлки, йәш ҡәләмдәшенең ижад мөмкинлеген тойоп, талапты ла башҡаларға ҡарағанда юғарыраҡ ҡуйғандыр.
Ул ваҡытта баш мөхәрриренең талапсанлығы саманан тыш кеүек булып тойолһа ла, һуңынан, күп йыллыҡ мөхәррирлек тәжрибә туплағас та, материалдарҙы уҡығанда Шәриф ағайҙың һынаулы ҡарашын тоя Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы. Теге йәки был фекерҙең йәки һөйләмдәрҙең дөрөҫлөгөнә икеләнеү тыуғанда башынан Шәриф ағай нимә әйтер ине икән, тигән уй йүгереп үтә. Маҡтау һүҙҙәренә үтә лә һаран, ҡаты ҡуллы, әммә ғәҙел етәксе, иң кәрәкле мәлдә ярҙам ҡулы һуҙа белгән остазын һағынып иҫкә ала ул.
Көн һайын сыҡҡан гәзиттән һуң журналда эшләү тынысыраҡ, әлбиттә. Командировкалар бар-барлыҡҡа, ләкин бер барғанда күп итеп материал алып ҡайта ла яйлап яҙа, «Башҡортостан пионеры» менән дә бүлешә. Унда эшләгән Факиһа Туғыҙбаева ла шулай итә.
Бер ваҡыт баҫманың сентябрь һанын әҙерләгәндә бер төркөм яҙыусыларҙан яңы уҡыу йылына ҡотлау әҙерләргә ҡушалар. Араларында Зәйнәб Биишева ла бар, ә уны «бигерәк тура һүҙле, ни уйлағанын йөҙөңә бәреп әйтә», тиҙәр. Дәрес әҙерләгәндә, иң элек ауыр фәндәрҙән башларға кәрәк, тигән ҡағиҙә буйынса иң тәүҙә Зәйнәб апайға китә хәбәрсе. Яҙыусы бик йылы ҡаршылай. «Матур ғына шиғырҙарыңды, мәҡәләләреңде уҡып барам. Шулай дауам ит, һылыу, егәрле кешеләрҙе яратам мин», – тип маҡтап та ала. Һөйләшәләр, бергәләп ултырып сәй эсәләр. Ә журналға ҡотлау журналист килгәнсе үк яҙылып, машинкала баҫып ҡуйылған була. Бына ниндәй яуаплылыҡ! Берәү булһа, балалар баҫмаһы тип эшкә һанамаған булыр ине, йә үҙең яҙ ҙа ҡуй инде минең өсөн, тиер ине. Гәзит-журнал эшендә ваҡ мәсьәләләр булмай шул, сөнки ул, ғөмүмән, көндәлек ваҡ-төйәктән тора, береһен генә оноттоңмо, бөтә ҡалғандары юҡҡа сығыуы ихтимал. Ә элекке быуын кешеләренең һүҙгә, айырыуса ташҡа баҫылған һүҙгә, иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуы һәр ваҡыт һоҡландыра.
Фәүзиә Рәхимғолованың тәҡдиме менән радиола «Әхирәттәр» тигән тапшырыу ҙа алып бара Гөлфиә Аҙнағоловна шул осорҙа. 1 сәғәтлек тапшырыу өсөн аҙна һайын геройҙар табырға кәрәк, хәҙерге шикелле кеҫә телефоны юҡ, эштән һорап китеп булмай.
Черниковканан йөрөп алһыҙ-ялһыҙ эшләү, бер фатирҙа бер нисә ғаилә менән көн күреү, аҡса етмәү (иренең аспирантурала уҡыған сағы) үҙенекен итә – йәш ҡатын ауырып китә. Бер нисә айға түләүһеҙ ял алырға мәжбүр була.
Ошо ваҡытта «Пионер» журналының етәксеһе алышына, баш мөхәррир итеп Динис Бүләковты ҡуялар. Ул иртәгеһенә үк Гөлфиәне эшкә саҡырта ла: «Хәлең булмаһа, эшкә һуңлап килергә лә рөхсәт итәм. Балалар журналында балалар яҙыусыһы эшләргә тейеш», – ти.
Ғәҙел етәксе була Динис Мөҙәрис улы. Бер мәл йомошо төшөп, кабинетына инәм тигәндә, ярым асыҡ ишектән ул саҡтағы яуаплы секретарға әйткән һүҙҙәре ишетелә: «Бынан һуң Гөлфиәнең гонорарын башҡа кешеләргә бүлеп яҙмағыҙ! Белеп ҡалһа, рәнйер, уның да бит ғаиләһе, балалары бар...» Гөлфиә, күҙ йәштәренә быуылып, бүлмәһенә инеп бикләнә. Һәр күҙәнәгенән һарҡып сыҡҡан рәхмәт йәштәре була улар.
Яңы етәксе менән килешеп, кинәнеп кенә эшләп йөрөгәндә ғәжәп төш күрә Гөлфиә апай. «Ғәҙәти төш тә түгел ул, төш менән уяулыҡ араһындағы бер халәт инде. Тәүҙә ҡолағымдамы әллә күңелемдәме әйтеп аңлатҡыһыҙ моңло ла, наҙлы ла, серле лә тауыш менән ҡыңғырау сыңлап алды, унан һуң рәсми тауыш яңғырағандай булды, хатта уның ир кешенекеме әллә ҡатын-ҡыҙҙыҡымы икәнен дә аңғармай ҡалдым: «Һине вазифаң буйынса күтәрәсәктәр!»
Был тылсымлы төштө һис тә яңы эш, яңы вазифа менән бәйләй алмай ул үҙе. Балалар өсөн сыҡҡан яңы китабын Ғ.Сәләм премияһына тәҡдим итерҙәр тип уйлай, шул хаҡта хыяллана.
Элек гәзит-журнал алдырмаған, уҡымаған кеше булманы. Журналистарҙы ла бөтәһе лә белеп тора ине: шәп яҙғандарын, әүҙем эшләгәндәрен, әлбиттә. КПСС өлкә комитетының идеология буйынса секретары Таһир Ахунйәновтың да йәш журналист Гөлфиә Иҙелбаеваны белеүе һис ғәжәп түгел. Айырыуса уның «Атайыма хат» тигән мәҡәләһен, фронтовиктар тураһында яҙғандарын оҡшата ул. Ә инде «Башҡортостан ҡыҙы» журналына яңы баш мөхәррир тәғәйенләү мәсьәләһе килеп тыуғас, башҡа кандидатуралар менән бер рәттән 29 йәшлек Гөлфиә Иҙелбаеваның да исеме ҡалҡып сыға. Һуңынан билдәле булыуынса, уны Динис Бүләков тәҡдим иткән була. Шулай итеп, 1978 йылдың 5 майын, йәғни Матбуғат көнөн, Гөлфиә Аҙнағоловна журналдың етәксеһе булып ҡаршылай.
Бик сетерекле шарттарҙа башларға тура килә уға баш мөхәррир эшен. Алдағы мөхәррирҙең сәйер үлеменән һуң редакция ғына түгел, тотош Матбуғат йорто шаңҡып ҡалған. Эш бүлмәһендә тикшереүҙәр булғаны күренеп тора: ҡағыҙ-документтар туҙған, кеше аяғы баҫмаған кабинет саңға күмелгән, тәҙрә төбөндәге гөлдәр ҡороп, былай ҙа шыҡһыҙ күренеште тағы ла аяныслыраҡ итә. Серле үлем менән киткән кешенең әйберҙәре, кейемдәре араһында ултырыу ҙа шомло, бына-бына элекке хужабикә килеп инер йә күҙгә күренер кеүек тойола.
Ләкин шаңҡып ултырырға ваҡыт юҡ, журналды тапшырыр көн етеп килә.
Журналистика ижад ҡына түгел шул, ул – график буйынса эшләгән производство ла. Мәҡәлә яҙып биреү, сираттағы һанды туплау, журналды баҫмаға тапшырыу – барыһы ла үҙ ваҡытында башҡарылырға тейеш. Ошо сылбыр берәй урында өҙөлөп, номерҙы һуңлаттыңмы, башҡа баҫмалар тотҡарлана, сөнки типографияның да графигы бар. Ә партия заманында тәртип ҡаты булды, эште ойоштора алмаған баш мөхәррир партия, профсоюз йыйылыштарында тикшереүгә ҡуйыла, редакцияға штраф һалына.
Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы өҫтәлдә туҙып ятҡан ҡағыҙҙар араһынан өлкә комитет тарафынан раҫланған эш планын табып ала, өҫтәмәләр индерә һәм, коллективты йыйып, 2-3 көн эсендә номерҙы әҙерләп бөтөргә күрһәтмә бирә.
Башҡа гәзит-журналдарҙа эшләгән журналистарға ла мөрәжәғәт итә ул. Темалар тәҡдим итеп, мәҡәлә яҙыуҙарын һорай. Шулайтып аҙна-ун көн эсендә редакция папкаһы шаҡтай тулылана, номер ваҡытында тапшырылып, киләһе һандарҙы планлаштырырлыҡ материалдар барлыҡҡа килә.
Баштан уҡ авторҙар менән эшләүгә иғтибар бирә йәш етәксе. Гел бер төрлө яҙмалар менән уҡыусыларҙы ялҡытмаҫ өсөн хеҙмәткәрҙәренән дә шуны талап итә. Матбуғат яҙмышына битараф булмаған зыялы кешеләрҙе йыйып, һөйләшеү ойоштора. Тәжрибәле журналистарҙан «Башҡортостан ҡыҙы»на анализ эшләтә. Ярты йыл һайын уҡыусыларға баҫманың йөкмәткеһе хаҡында һорауҙарҙан торған анкета тәҡдим ителә. Өр-яңы рубрикалар барлыҡҡа килә.
Баҫманың йөкмәткеһен һәм биҙәлешен байытыу менән бер рәттән тиражды арттырыу мәсьәләһе лә борсой Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙын. Уны 65-тән 100 меңгә еткерергә хыяллана, сөнки шул һөҙөмтәгә өлгәшкәндә машина бирәбеҙ тип вәғәҙә итәләр яуаплы вазифаға тәғәйенләгән саҡта. «СССР-ҙа партия матбуғатында иң йәш етәксе буласаҡһың, йәшмен, тип, поблажка көтмә!» – тип киҫәткән етәкселәр үҙҙәре лә уны күҙҙән ысҡындырмай, эшкә ваҡытында йөрөүенә хәтлем тикшереп кенә торалар. Йәш етәксенең ниҙән башлап китере менән ҡыҙыҡһыныу ҙа, күңелһеҙ хәлдәрҙән ҡурсаларға тырышыу ҙа булғандыр инде. Яуаплы иптәштәрҙең йәш кадр өсөн ҙур яуаплылыҡ тойоуы ла ярылып ята бында.
– Ул саҡтағы идеология секретары Т.И.Ахунйәнов менән пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире У.Н.Бакировҡа рәхмәтем ҙур. Улар минең ысын мөхәррир булып китеүемә ҙур көс һалды. Урындағы етәкселәр менән бәйләнеш булдырыу, ҡатын-ҡыҙҙарҙың үтенестәренә ваҡытында яуап биреүҙәрен талап итеү, уларҙы журнал таратыу һәм башҡа мәсьәләләргә ылыҡтырыу кеүек әлегә миңә ят булған эштәр буйынса төрлө кәңәштәр бирҙеләр, – ти был хаҡта Г.Иҙелбаева.
Өлкән коллегаларының да үҙ рәтенә яҡын күреп ҡабул итеүе бик мөһим була ул саҡта. Оҙаҡ йылдар ҙур гәзиттәрҙә баш мөхәррир булып эшләгән Абдулла Исмәғилев («Совет Башҡортостаны»), Ремел Дашкин («Ҡыҙыл таң»), Йәүҙәт Хөсәйеновтар («Вечерняя Уфа») һәр ваҡыт йәш мөхәррирҙең хәлен белешеп, ярҙам итергә тырышып тора.
Ә үҙе Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы өлкә комитетҡа мөрәжәғәт иткән хәлдә лә күберәк хеҙмәткәрҙәренең мәнфәғәтен ҡайғырта, уларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу теләге менән яна, шунһыҙ эштең сифаты булмаясағын аңлай. Күптән түгел генә фатирһыҙ интеккән хужабикә булараҡ, ҡайтып инер өйөң булыуы ни тиклем мөһим икәнлеген уға һөйләп торорға түгел.
– Ике бүлмәле фатирыбыҙ Черниковка биҫтәһендә ине, алыҫ, балалар ҙа икәү. Хәлде аңлап, етәксем беҙгә өс бүлмәле фатир юллап, Аҡ йортҡа барып етте. Ҡала хакимиәте шул уҡ Черниковканан ҙурыраҡ фатир бирергә булғас, ҡабат барҙы, һөҙөмтәлә, Йәшел сауҡалыҡ районы тирәһенән тәҡдим иттеләр. Берәү булһа, нимә бирһәләр шуны ал, һайланма, тиер ҙә ҡуйыр ине. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы ундайҙарҙан түгел, алдына алғанына ирешмәй ҡалмай, – тип һөйләй алты йыл бергә эшләгән хеҙмәттәше, яҙыусы Гөлнур Яҡупова.
Яуаплы секретарь Зариф Яматов яман шеш менән ауырып, оҙаҡ ҡына эшкә сыға алмай. Әммә уның исемен журналдан алдырмай баш мөхәррир, күңеле төшөр тип ҡурҡа, ағайҙы һуңғы көнөнә тиклем журналистар сафында ҡалдыра. Ошондай әсәйҙәрсә хәстәрлектең коллективта ойошҡанлыҡ барлыҡҡа килтереүҙә, берҙәмлекте нығытыуҙа ни тиклем мөһим икәне һәр кемгә аңлашылалыр.
Алға китеп шуныһын да әйтәйем: журналды 21 йыл етәкләү дәүерендә Гөлфиә Иҙелбаева редакцияһындағы барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе лә фатирлы итә. Был йәһәттән ул бик күп етәкселәргә өлгө булып ҡала.
Ойоштороу эштәре, командировкалар күп ваҡытты алһа ла, Гөлфиә апай үҙе бер ваҡытта ла мәҡәлә яҙыуҙан туҡтамай. Бурыстарын айырып та ҡарамай, барыһы ла нисектер бер-береһенә үрелеп, бергә бара уның. Шул йылдарҙағы ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһын алып ҡараһаң, һәр бер һанда тиерлек баш мөхәррирҙең имзаһы менән сыҡҡан репортаждар, очерктар, проблемалы мәҡәләләр...
– Гөлфиә Аҙнағоловна СССР-ҙа сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар журналдарын күпләп алдыра торғайны, шуларҙы уҡыны, өйрәнде, – тип һөйләй Башҡортостандың 1994 – 1999 йылдарҙағы матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министры Ғәлим Хисамов. – Редакцияла эшләгән кеше халыҡтың йәшәйешен, тын алышын белеп торорға тейеш тигән күҙлектән сығып, бөтә хеҙмәткәрҙәрен – корректорҙарын да, рәссамын да – республика буйлап командировкаларға йөрөтә ине. Шулай итеп, улар барыһын да үҙ күҙҙәре менән күреп, яңырып ҡайта ине.
Гөлфиә Иҙелбаеваның полиграфик мөмкинлектәрҙе яҡшыртыу буйынса башҡарған эштәрен дә телгә алды Ғәлим Афзал улы. Аҡ һәм ҡара төҫтәрҙә баҫылып килгән журналды төҫлө итеп сығарырға сифатлы ҡағыҙҙар, буяуҙар һатып алыу өсөн өҫтәмә сығымдар кәрәк. Егәрле мөхәррир хөкүмәт, матбуғат һәм финанс министрлыҡтары етәкселәре менән бер рәттән ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләй, тәҡдимдәр индерә.
Журналдың тиражы артып (ул 130 меңгә барып етә), абруйы үҫкән һайын эш-мәшәҡәттәр ҙә өҫтәлә. Сөнки ярҙам һорап редакцияға килеүселәр күбәйә.
– Ул, ғөмүмән, таныш булмаған берәү яҡлау, ярҙам һораһа ла битараф ҡала торған кеше түгел. Берәй ҡатын-ҡыҙҙан иренән йәбер күреүе, балалары ҡурҡып, психологик йәһәттән имгәнеүе хаҡында хат килә икән, коллективты йыйып, мәсьәләне уртаға һала, хат артынан кемде йүнәлтергә, тип кәңәшләшеп тора ла, ашығыс йыйынып, үҙе юлға сығып китә, – тип хәтерләй Гөлнур Яҡупова.
– Ниндәй генә үтенес менән мөрәжәғәт итмәйҙәр ине беҙгә?! Хеҙмәт хоҡуғы боҙолған күпме кешене эшендә тергеҙҙек, күпмеһенә фатир алырға ярҙам иттек, урындағы етәкселәрҙең ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙыуына ирештек, хеҙмәтсәндәрҙең эш һәм ял шарттарын яҡшыртыуына булышлыҡ иттек – һанап бөткөһөҙ, – тип өҫтәй Гөлфиә Аҙнағоловна үҙе.
Айырым кешеләрҙең проблемаларын хәл итеү мәсьәләгә дөйөм ҡараш, системалы эшләү талап итә. Редакция партия, министрлыҡ,
профсоюз органдары менән берлектә ҡатын-ҡыҙҙар күпләп эшләгән предприятие һәм ойошмаларға, райондарға рейдтар ойоштора башлай. Һөҙөмтәләр журнал биттәрендә яҡтыртылып, партия өлкә комитетында тикшерелә, ҡәтғи саралар күрелә. «Башҡортостанда беҙ халыҡ менән осрашмаған, кисәләр үткәрмәгән бер генә район да ҡалмағандыр». Былар береһе лә баш мөхәррирҙең бурысына инмәй, әлбиттә, ләкин күңеле шулай ҡуша уның.
– Етәксе булараҡ, Гөлфиә Аҙнағоловнаны кем менәндер сағыштырырлыҡ түгел, һәр кемде туғанылай яҡын күрә, ғаилә хәлдәрен белә, аңлай һәм ярҙам итергә тырышып тора. Ифрат үҙенсәлекле шәхес ул. Ҡаты ҡуллы булам тип, ҡырҡа бойороҡ биреп тә бармай, бергә ултырып, уйҙарын уртаҡлашып, сәй ҙә эсә. Ә беҙ, ҡушҡанын еренә еткереп үтәргә тырышабыҙ, сөнки ышанысын аҡлағы килә. Баш мөхәрриребеҙ эшебеҙҙән ҡәнәғәт булһын, журналыбыҙ ҙа бәҫен төшөрмәһен өсөн бар көстө, һөнәри оҫталыҡты һалырға әҙер булдыҡ. – Гөлнур Яҡупованың был һүҙҙәре Гөлфиә Иҙелбаева етәкселегендә эшләгәндәрҙең дөйөм фекере икәнлегенә шик юҡ.
Гөлфиә Аҙнағоловнаның депутат эшмәкәрлеген матбуғаттағы хеҙмәтенән айырып ҡарап булмай. Әгәр ҙә ул журналистиканың бөтә баҫҡыстарын үтеп, беҙҙең һөнәр эйәһенә кәрәкле сифаттарҙы үҙендә тупламаһа, ялҡынлы оратор булыр инеме лә, хәл иткес мәлдәрҙә йөҙәрләгән депутаттың иғтибарын мөһим мәсьәләгә йәлеп итә алыр инеме?! Гәзит-журналдарҙа яҙыу һәм һөйләү ҡеүәһен үҫтереү, төрлө кимәлдәге етәкселәр менән һөйләшеүҙәр алып барыу, фекереңде яҡлай белеү – былар барыһы ла сәйәси эшмәкәрлек нигеҙенә һалынған таштар булған.
– Депутатлыҡҡа сығыу идеяһы нисек килеп тыуҙы? – тип һораным мин унан.
– Һуңғы өмөт менән редакцияға килгән кешеләргә ярҙам итеү өсөн министрҙарға, ҙур предприятие етәкселәренә мөрәжәғәт итергә тура килә ине. Улар күп осраҡта ҡабул итә лә алмай. Шуға мин үҙем менән берәй депутатты алып барам. Ә улар һауынсы, ташсы, йә сөгөлдөрсө бит инде. Мәсьәләне барыбер үҙемә аңлатырға тура килә. Шунда коллективта кемдер әйтте: «Гөлфиә Аҙнағоловна, үҙегеҙ депутат булып алһағыҙ, еңелерәк булыр ине». Быға тиклем өс тапҡыр Өфө ҡала советына һайланғайным инде, аҙмы-күпме тәжрибә бар ине.
1990 йылда РСФСР халыҡ депутаты итеп һайланыр алдынан ул үҙенең һайлаусыларына былай тип мөрәжәғәт итә:
– Һеҙгә төҙөлөш материалдары ла, дәүләт кеҫәһенән башҡа матди байлыҡ та вәғәҙә итмәйем. Әммә наказдарығыҙҙы үтәйәсәкмен. Депутат саҡта ғына түгел, ғүмеремдең һуңында күҙегеҙгә тура ҡарай алыр өсөн. Яҙыусы, журналист халыҡтан ҡасып, йәшенеп йәшәй алмай.
15 райондың һәм ҡаланың һайлаусылары 6 кандидат араһынан нәҡ Гөлфиә Иҙелбаеваға өҫтөнлөк бирә. Һәм ул вәғәҙәһен үтәй ҙә. Башҡортостандан һайланған 29 депутат араһында иң әүҙем, тәүәккәл һәм принципиаль депутат була.
I съезда уҡ трибунаға сыға Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы. 1990 йылда яҙғы ташҡында Бөрйән, Белорет һәм Башҡортостандың башҡа күп кенә райондары һыу баҫыуҙан ҙур зыян күрә. Егерме бер көн буйы үҙәктән республикаға тейешле иғтибар булмауы уның йәнен өшөтә. Был сығыштан өҙөк килтермәй булдыра алмайым, сөнки 30 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә уны тулҡынланмай уҡыу мөмкин түгел.
– Хөрмәтле иптәштәр! Минең бик ҡыҫҡа сығышымды башҡорт халҡы вәкиленең йөрәк әрнеүе тип тыңлауығыҙҙы һорайым, – тип мөрәжәғәт итә ул съезға. – Май башында беҙҙең күп михнәттәр күргән Башҡортостанға ҡаза ябырылды: көслө ямғырҙар, ҡар иреү, Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим һәм башҡа ҙур йылғаларҙың ташыуы арҡаһында 10 ҡала, 23 район, 110-дан ашыу ауыл, 13 мең самаһы йорт һыу аҫтында ҡалды; 20 меңләп кеше стихиялы бәлә-ҡаза булған урындарҙан икенсе ергә күсерелде. Ҡорбандар бар. Беҙҙең төбәк бындай афәтте күргәне юҡ ине әле. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, ҡаза килтергән матди зыян 200 миллион һумдан ашып китә. Республикала бәләгә юлыҡҡандарға ярҙам күрһәтеү һәм халыҡ хужалығы объекттарын аяҡҡа баҫтырыу буйынса мөмкин булған бөтә саралар күрелә. Ләкин был ғына етерлек түгел, сөнки күп райондарҙа көслө һыу ағымы юлында осраған бөтә нәмәне һыпырып алып киткән, шул иҫәптән йорттарҙы ла. Кешеләр ризыҡһыҙ, өҫ кейемһеҙ, торлаҡһыҙ тороп ҡалған. Ҡайһы бер райондарға вертолеттарҙа ғына барып була. Кешеләр, шул иҫәптән бала-саға, ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ тәүлектәр буйына асыҡ һауала йәшәргә мәжбүр булды.
Беҙҙең шартлауҙарҙан үртәлгән һәм шаңҡыған, союз министерстволары һәм ведомстволары тарафынан таланған, өс йыл дауам иткән көслө ҡоролоҡтан әлһерәгән, миллионлы ҡаланы фенол менән ағыулауҙан зыян күргән, властарҙың йыш алмашыныуынан тәҡәте ҡороған республика үҙенең зыян күргән халҡына бөтә кәрәкле ярҙамды күрһәтә һәм яҡындағы йылдарҙа емерелгән һәм һәләк ителгән бөтә хужалыҡты тергеҙә алырлыҡ түгел.
Бөгөн ҡот осҡос һыу баҫыу төнөнә теүәл өс аҙна тулды, ә Союз һәм Рәсәй хөкүмәтенән бер ниндәй ҙә ярҙам юҡ. Шуға күрә мин зыян күреүселәргә йоғонтоло ярҙам күрһәтеү буйынса мәсьәләне ҡарау һәм ҡарар ҡабул итеүҙе тиҙләтеү үтенесе менән һеҙгә бигерәк тә, Николай Иванович Рыжков, мөрәжәғәт итәм.
– Һеҙ ике минут һорағайнығыҙ, ә һигеҙ минут һөйләйһегеҙ, – тип бүлдерә уны рәйеслек итеүсе.
– Мин бәлә-ҡаза регионынан халыҡ депутаты булараҡ, ил Президенты Михаил Сергеевич Горбачев иптәшкә, Башҡортостан алдында бик ныҡ бурыслы булған Союз министерстволары һәм ведомстволарына республикалағы бөгөнгө ғәҙәттән тыш хәлдән сығыу өсөн кисектергеһеҙ саралар күреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итәм.
Күп тапҡыр ауыр операция кисергәндәй хәлдәге халҡыбыҙға рухи ярҙам да кәрәк. Иптәштәр, әгәр ҙә ошондай бәлә үткән йылдарҙа икенсе берәй республикала булһа, беҙ парламентта бер көнгә траур иғлан итер инек, ә һеҙҙең мине ике минут та тыңлағығыҙ килмәй. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
Иртәгәһен съезда халыҡ депутаттары: летчик-космонавт В.И.Севастьянов, КПСС-тың Ырымбур өлкә комитетының икенсе секретары А.А.Чернышев, «ЭКСПА» дәүләт-кооперативы идараһы рәйесе В.Цой, Татарстандан В.Т.Скрынниктар беҙҙең вәкилде яҡлап сығыш яһай. Шул кистә үк Башҡортостанға Волгоградтан сираттан тыш тракторҙар ебәрергә вәғәҙә итәләр. Әстрәхан, Архангель, Ырымбур өлкәләренән, «Татнефть» берекмәһенән һәм башҡа төбәктәрҙән республикаға ярҙам ағыла.
Ә инде съезда рәйеслек итеүсенең Иҙелбаеваны бүлдерергә ынтылыуы бик күп телеграммалар килеүгә сәбәп була. Мәҫәлән, Мәскәүҙән З.А.Сизова: «Башҡортостан депутатының сығышын тупаҫ бүлдергәне өсөн рәйеслек итеүсе ғәфү үтенергә тейеш. Быны ул эшләмәһә, мин ғәфү үтенәм. Башҡорт халҡының михнәте бик ҙур. Телеграмманы съезда уҡыуҙы һорайым». Мәләүез ҡалаһынан Ғәлимовтың телеграммаһында ошондай юлдар бар: «Башҡортостандағы дөрөҫлөк тураһында һөйләгәндә Иҙелбаеваны бүлдереүҙе ҡырҡа ғәйепләйбеҙ...»
Һөҙөмтәлә РСФСР халыҡ депутаттары съезы «Башҡорт халҡына ярҙам күрһәтеү» тураһында ҡарар ҡабул итергә мәжбүр була. Уның нигеҙендә РСФСР һәм СССР Министрҙар Советының бойороғо буйынса (1990 йылдың 20 майы һәм 1 июне) ташҡындан күрелгән зыяндың эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн Башҡортостанға 200 миллион һум аҡса бүленә (сағыштырыу өсөн: ул йылдарҙа «Волга» автомобиле 16 мең һум тора ине), республика 350 миллион һумлыҡ бурысын түләүҙән азат ителә.
Бынан тыш 91 йөк машинаһы, 20 автобус, 32 бульдозер, 20 экскаватор, 13 үҙбушатҡыс, 10 трактор, 26 мең кубометр ағас, 10 мең кв.м. ағас йорттар комплекты, 7,3 мең тонна ҡорос, 1086 тонна торба, 60 мең тонна цемент, 1 мең тонна автомобиль бензины һәм 1 мең тонна дизель яғыулығы, сантехника һәм башҡа бик күп матди-техник ресурс һәм кейем-һалым ебәрелә.
Әммә депутаттың эше бының менән генә бөтмәй әле. Ҡаза күреүселәргә ебәрелгән ярҙамдың тырым-тырағай бүлгеләнеп бөтөүе асыҡлана. Гөлфиә Аҙнағоловнаға урындарҙан хаттар, телеграммалар яуа башлай. Ул, әлбиттә, битараф ҡала алмай, килгән ярҙамдың ысынлап та ҡаза күргән кешеләргә барып етеүе өсөн тырыша. Махсус комиссия төҙөлөп, Бөрйәндәге хәлдәрҙе тикшерергә булғас, халыҡ депутаты Мәскәүҙән Өфөгә килеп төшөү менән, өйөнә лә һуғылмай, Белоретҡа оса, унан Иҫке Собханғолға юл тота.
Башҡортостанға ниндәй күләмдә ярҙам күрһәтелгәнен яҙып, таблица итеп төҙөй ҙә бөтә республика гәзиттәрендә Хөкүмәт Рәйесе П.М. Мирғәзәмов исеменә Асыҡ хат баҫтыра.
Бына шулай, ысын депутат булыу өлгөһө күрһәтә Гөлфиә Аҙнағоловна. Ул тик һайлаусыларына таяна, бары уларҙың мәнфәғәтен ҡайғырта һәм яңылышмай. Ошо ихласлығы уны көслө итә.
Рәсәй Федерацияһының Юғары Советында һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа илдә барған ҡатмарлы тарихи ваҡиғалар, боролоштар, һынылыш осоронда депутат булырға тура килә уға. Һәр сессияла 25 – 40 закон проекты ҡарала, элек ҡабул ителгәндәренә өҫтәмәләр индерелә. Һайлаусылар менән даими осрашыуҙар, йөҙәрләгән хаттар менән эшләү, ғәҙеллекте һәм дөрөҫлөктө эҙләү уны сыныҡтыра, ысын сәйәсмән яһай.
– Мин депутат булған саҡта проблемалары менән килгән һайлаусыларҙың ниндәй округтан булыуына ҡарап торманым, барыһын да ҡабул иттем. Үҙеңдең депутатыңа бар, тип берәүҙе лә кире борманым, – ти икән бөгөн матбуғат ветераны, уның ошо һүҙҙәрендә лә эш сәғәтен һанамай эшләп өйрәнгән журналист тәбиғәте сағыла.
Съездағы икенсе бер сығышында Г.Иҙелбаева Башҡортостан халҡы өсөн генә түгел, тотош Рәсәй халҡы өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә булған мәсьәләне күтәрә. Һүҙ Рәсәйҙең Конституциялағы атамаһы тураһында бара. Бер ваҡыт депутаттар бер тауыштан уны «Рәсәй» тип алырға булып китә. Гөлфиә Аҙнағоловна һикереп тора: «Нисек инде, Федерация булыуҙан баш тартабыҙмы ни?». «Рәсәй» менән «Рәсәй Федерацияһы»ның айырмаһы нимәлә икәнен шунда уҡ аңлап ҡала зирәк ҡатын һәм башҡаларҙың да күҙен аса.
Башҡортостанда бер мәл парламент республикаһы булдырырға кәрәк тигән һүҙ ҡуйыра башлағанда ла ул битараф ҡалмай, фекерен матбуғат аша еткерә. Әле Рәсәйҙең үҙендә тотороҡлолоҡ булмағанда, федераль власть тарафынан иҡтисади баҫым көндән-көн көсәйгәндә республикала власты бушатыу һәм радикаль реформалар үткәреү көтөлмәгән эҙемтәләргә килтерергә мөмкинлеген иҫкәртә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа бөгөнгәсә тотороҡло эшләп килгән ҡатын-ҡыҙҙар, ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау Комиссияһын булдырыу ҙа уның инициативаһы буйынса башҡарыла.
Ятһа ла, торһа ла ил ғәме, халыҡ хәстәре менән йәшәгән ханым тәнәфескә ҡайтҡан арала ла сәйәсәттән арына алмай, өйҙә парламент терминдарын ҡушып һөйләп тә ебәрә. Ижади ғаилә быны шунда уҡ элеп алып, үҙенән дә уҙҙырып ебәрә. Шулай өлкән улы Артур – «беренсе микрофон»ға, кесеһе Урал «икенсе микрофон»ға әйләнә. Мирас Хәмзә улы «алтынсы микрофон»ды һайлай, сөнки уға сират һирәк тейә, тимәк, йомош та.
Бер көн шулай күршеләргә инеп, уларҙы Мәскәү хәлдәре менән таныштырғансы, өйҙәгеләр киске аш ашап өлгөрә. Сәйнүктә сәй ҙә ҡалдырмайҙар хатта.
– Нисек инде, минһеҙ?! – ти хужабикә аптырап.
– Ниндәй мәсьәләне хәл итһәк тә, беҙҙә кворум етерлек, – тип яуаплай «микрофондар». «Ниңә һөйләшеүҙә ҡатнашмайһың?» тиеүгә: «Мин – икеләнеүселәр иҫәбендә», – тип ҡуйған саҡтары ла була.
Депутат Гөлфиә Иҙелбаева тураһында һөйләгәндә, иң беренсе уның үҙ заманы алдында яуаплылыҡ тоя белеүен, сәйәси һәм рухи өлгөргәнлеген, фиҙакәр тәүәккәллеген һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәктер. Грамоталы яҙа алыуының, текста төп фекерҙе айырып күрһәтә белеүенең ныҡ файҙаһы тейә депутат эшмәкәрлегендә, сөнки закондар әҙерләгәндә һүҙ менән эш итеүгә оҫталыҡ кәрәк, ә ул һәләт һәр депутатта ла булмай.
Журналист, мөхәррир, депутат эштәрен яратып башҡарһа ла, Гөлфиә Аҙнағоловна шиғриәтте «асылымды асыр шөғөлөм, хатта булмышым», тип атай. Һүҙ ҙә юҡ, уның шиғриәте үҙе бер оло
донъя. Ләкин тап ошо һанап үтелгән даирәләрҙәге эшмәкәрлеге уның кем һәм ниндәй булыуын бөтә Советтар Союзына танытты. Һәм уның исеме һәр ваҡыт Башҡортостан менән бергә яңғыраны! Шуға ла, Мостай Кәримгә эйәреп, «өс сифатта күрәм, өс һында» тип әйтергә ерлек бар: журналист, мөхәррир һәм депутат.