Шәжәрә байрамында ҡатнашыусыларға, әлбиттә, иң тәүҙә ауыл тарихы бәйән ителде. Был юҫыҡта Әлибаевтарҙың әлеге мәлдә иң өлкән кешеһе, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ҡасим Арыҫланғәли улы Әлибаев ҙур эш башҡарған. Ул, архив документтарын өйрәнеп, бик бай мәғлүмәтле «Йомарт ерле Йөйәк» исемле китап сығарған. «Ут йөрәкле, буйһонмаҫ рухлы, ғорур холоҡло, ҡорос ихтыярлы ауылдаштарыма арнайым», – тиелгән уның баш һүҙендә.
Ауылдың Йөйәк исемен йөрөтөүенә 290 йыл булһа, әүәлге атамаһы Хоҙайбирҙе 1590 йылдар тирәһенән килә.
Ҡасим Әлибаев үҙенең китабында Йөйәк халҡының кәсебе, көнкүреше тураһында ла әйтеп үтә. Тирә-яҡ дөм ҡараңғы урманлыҡ булғас, халыҡ ағас менән кәсеп иткән. Буралыҡ, таҡталыҡ, утынлыҡ ағасты ҡыш көнө санала, йәйгеһен һал менән һатыуға алып сыҡҡандар. Ағас көлөн дә һатҡандар. Тейен, осар тейен, һуҫар, төлкө, бүре, ҡара шәшке, һары шәшке, аҫ, һеләүһен, ҡуян, ҡондоҙ, кеш кеүек ҡиммәтле тиреле йәнлектәрҙең күп булыуы һунарсылыҡ менән кәсеп итеүгә мөмкинлек биргән. Тирене иләп күн алғандар. Күндән кейем теккәндәр, сыбыртҡы һәм ҡамсы ишкәндәр, атҡа сбруй һәм ҡайыш билбау яһағандар.
Солоҡсолоҡ та алға киткән. Ишле ғаиләләрҙең балағастары йөҙгә еткән. Бөгөн дә йөйәктәрҙең йүкә балы юғары баһалана.
XIX быуат аҙағынан XX быуат баштарына тиклем һал һәм баржаларҙа Архангель һәм Белорет райондарының сигендә урынлашҡан «Француз» суйын иретеү заводына яндырылған ағас күмере ташығандар. 1947 йылда Йөйәктә урман эшкәртеү пункты асыла, 1957-59 йылдарҙа таҡта бысыу цехы эшләй, 1975 йылда тимер юлы һалына башлай.
Йәмле Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан Йөйәк ере тау-урманға, кейек-ҡошҡа, файҙалы үҫемлектәргә генә түгел, арҙаҡлы шәхестәргә лә бай. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм киң мәғлүмәт өлкәһен генә алайыҡ: Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡова, яҙыусылар Зәки Әлибаев, Әлиә Саматова, Ринат Шәйбәк, билдәле режиссер Рәйес Исмәғилев, рәссам Фәйзрахман Исмәғилев, сәхнә йондоҙҙары: Искәндәр Ғәзизов, Гүзәлиә Шаһисолтанова, Салауат Әйүпов, Башҡортостан радиоһы хеҙмәткәре Люциә Тимербаева, телевидение һәм радио журналистары: Гүзәл Зарипова, Альбина Фәйзуллина, Гөлдәр Нуриева һ.б.
Тарихи шәхестәре лә байтаҡ. Мәҫәлән, 1904–1905 йылғы Рус-япон һуғышында Йөйәк ауылынан Йәншөгөр Хужин полк муллаһы вазифаһында ҡатнашҡан. Ауылдашы Заһитулла Шәрәфетдинов менән һуғышта күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары Георгий тәреһе менән баһалана.
1939 йылғы фин һуғышында Хөснөтдин Камалетдинов ҡатнаша. Яуҙан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан был яугир Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизовтың олатаһы булып сыҡты.
Әлибаевтар – Йөйәк ауылына нигеҙ һалған тоҡом. Шәжәрә ағасына күҙ һалһаң, нәҫел башында мырҙа (башҡорт дворяндары) титулына эйә булған Мырҙаҡай тора. Уның улы Әлибай Мырҙаҡаев 1812 йылда Ватан һуғышына киткән. Ул «Парижды алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. 1814 йылда йәшел елән, ҡыҙыл ыштан кейеп ауылға ҡайтып төшкән. Уның ҡупшы кейеме әлибайҙарға «бүкеш» (урман һайыҫҡаны, русса – сойка) ҡушаматы тағылыуға сәбәпсе булған. Мырҙалар тоҡомонан булған Әлибай олатай иң матур ерҙәргә хужа булып айырым йәшәгән. Бөгөнгө көндә Әлибай утары, Әлибай яланы тип йөрөтөлгән йәйләү ерҙәре лә Әлибай Мырҙаҡаев (1781–1861) исеме менән бәйле. «Әлибай олатайыбыҙ бик ғорур булған. Үҙе лә, балалары ла, ейәндәре лә ҡурайҙа уйнаған. Әле лә шул нәҫелдән булған Хажғәли ағайымдың бөтә балалары ла ҡурай тарта», – тине Насир Арыҫланғәли улы Әлибаев.
Әлибай олатай ҙа, уның улы Ғәбдевәли, ейәне Сәфәрғәли – барыһы ла ерән сәсле, оҙон буйлы, баһадирҙай эре кәүҙәле булғандар. Сәфәрғәли олатай тураһында бер усына бер кило кәнфит һыйыр ине, тип һөйләйҙәр. Уның буйы ике метр булған. Уға бәйле тағы бер хәтирә: Сәфәрғәли олатай бесәнгә барған. Тау үренә һөйрәй алмағанға йәне көйөп, ҡыҙыулыҡ менән ҡолаҡ төбөнә тондорһа, аты шунда уҡ йән биргән. Бесән өҫтөнә атын һалып, йөктө үҙе һөйрәтеп алып ҡайтҡан.
Сәфәрғәли олатайҙың хәләл ефете Заһира өләсәй бик уҡымышлы зат булған. Ул киң билдәле Үтәк мәҙрәсәһен тамамлаған. Улар Арыҫланғәли, Әҡлимә, Хажғәли, Дәүләтғәли исемле дүрт балаға ғүмер биргән.
Шәжәрә байрамына башлыса Сәфәрғәли олатайҙың ике улынан: Арыҫланғәли һәм Хажғәлинән тыуған нәҫелдәр йыйылғайны. Әлибаевтарҙың йәшел сирәмле ихатаһы гөр килеп торҙо. Ҙур баннерға шәжәрә беркетелгән. Уның эргәһенән кеше өҙөлмәй. Бигерәк тә йәш быуын вәкилдәре, туғанлыҡ ептәрен барлап, ҡыуаныс кисерҙе.
«Беҙҙең атайҙар ғүмер буйы күрше генә йәшәне. Бер-береһенә ярҙам итеп, өмәләрҙә бергәләшеп көн итте. Беҙ ҙә, ике туған балалар, бергә үҫтек, – тип хәтирәләргә бирелде оҙаҡ йылдар Көньяҡ Урал ҡурсаулығы директоры булып эшләгән Фәнүр Хажғәли улы Әлибаев. – Беҙ инде яйлап ҡартаябыҙ, ләкин донъя алға бара. Ошонда йыйылған туғандарға ла бер-береһе менән аралашып, бер-береһенә терәк булып йәшәргә яҙһын!»
Хажғәли һәм Ғәнифә Әлибаевтарҙың ғаиләһендә 6 бала тәрбиәләнһә, Арыҫланғәли һәм Разия Әлибаевтар 7 балаға ғүмер бирә. Ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ араларында! Хатта Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары араһында берҙән-бер Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған Сәғиҙә Мөхәммәтдинова ла уларға туған тейешле. Ҡасим Арыҫланғәли улы һәм Насир Арыҫланғәли улы оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләне. Уларҙың тормош иптәштәре Рәмзиә Ғиниәт ҡыҙы – СССР-ҙың «Хеҙмәт отличиеһы өсөн» миҙалы менән наградланған медицина хеҙмәткәре, Йөйәктә бик күп балаларға кендек әсәһе булған, Ләлә Әмирйән ҡыҙы – Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының хөрмәтле доноры. Зәки Арыҫлан улы БДПУ доценты, Әҙәбиәт музейы директоры. Ул-ҡыҙҙары, кейәү-килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре араһында дәүләт эшмәкәрҙәре лә, юғары белемле уҡытыусылар ҙа, табиптар ҙа, нефтселәр ҙә бар. Ике яҙыусылар союзы ағзаһы, дүрт фән эшмәкәре: Фәнүр Хажғәли улы Әлибаев – биология фәндәре кандидаты, Зәки Арыҫланғәли улы Әлибаев, килендәре Гүзәлиә Рим ҡыҙы Ильясова, – филология фәндәре кандидаты, Айбулат Ҡасим улы Әлибаев – медицина фәндәре кандидаты.
2017 йылда иң беренсе тапҡыр уҙғарылған «Йөрәк һүҙе» бәйгеһендә Гран-при яулаусылар ҙа Әлибаевтар тоҡомонан булды.
Бүлә-бүләсәрҙәре лә һынатмай. Төрлө фәндәр буйынса уҙғарылған олимпиадаларҙа призлы урындар яулай.
Бер йорттан күпме шәхес үҫеп сыҡҡан! Ә бит тәү ҡарашҡа ябай ғына ауыл кешеләре булған Арыҫланғәли һәм Разия Әлибаевтар. Был тәү ҡарашҡа! Асылда ғәжәйеп тырыш, йүнсел, әҙәпле, матур күңелле кешеләр ине ошо күркәм йорттоң хужалары. Ғаиләнең ҡото – ҡатын-ҡыҙҙа, тиҙәр. Муллалар нәҫеленән булған Разия Мөхәммәт ҡыҙы шул тиклем зиһенле, уҡымышлы зат ине. Әҙәби китаптарҙы, матбуғат баҫмаларын ҡалдырмай уҡып барҙы. Улай ғына ла түгел, уның һәр әҫәргә үҙ ҡарашы, үҙ фекере булды. Хәтере лә шәп ине! Йөйәк – ҙур ауыл, шулай булыуға ҡарамаҫтан: «Аҡтау аҫтындағы шул бала шул көндө тыуғайны, үр яҡтағы шул бала шул көндө донъяға килгәйне», – тип, һис яңылышмай, иҫләп ултырыр ине.
Шәжәрә байрамында Әлибаевтарҙың вариҫтары ҡәҙерле кешеләрен иҫләп, йылы хәтирәләргә бирелде.
«Инәйем, бер туған ғынаһығыҙ, берегеҙгә бәлә килһә, икенсегеҙ ярҙам итергә әҙер генә тороғоҙ, тип үҫтерҙе. Беҙ әле булһа уларҙың кәңәштәренә таянып йәшәйбеҙ. Атайым, күп ауырлыҡтар кисереп, ошо өйҙө һалып бөткәндә уға 64 йәш ине. «Яңы йорт һалам, тип, ниңә шул тиклем этләнәһең инде», – тинем. «Ҡыҙым, был өй минең үҙемә генә түгел бит, – тине. – Минең балаларым килер, мин үлгәс, ейән-ейәнсәрҙәрем килер. Мин бит үҙем тураһында ғына уйламайым». Бер уйлаһаң, шул тиклем дөрөҫ әйткән булған бит. Атайым менән инәйем үҙҙәре, исмаһам, 15 йыл да йәшәмәнеләр был өйҙә. Әле беҙ һәр беребеҙ йәйгелектә ошонда йыйылабыҙ. Ете балаһы ла үҙ-ара татыу йәшәгәс, атай йортон беребеҙ ҙә ташлап ҡуйманыҡ. Бөтәбеҙ ҙә килеп, тыуған нигеҙебеҙҙе йылытып китәбеҙ. Ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре лә – барыһы ла һыя. Артабан да шулай булһын! Атай йортон ташламайыҡ!» – тине Рәмзиә Арыҫланғәли ҡыҙы Ильясова.
Һырғый шыршынан ҙур итеп һалынған был өй бик күп иҫтәлекле ваҡиғалар шаһиты. Ошо иркен йортта күп юбилей тантаналары, Ҡөрьән аштары, ейән-ейәнсәрҙәренең туйҙары уҙғарыла килә. Оҫта ҡуллы Арыҫланғәли олатай үҙ ғүмерендә өс йорт күтәргән, улдарына ла нигеҙ ҡорорға ярҙам иткән.
«Атайым урмандан ҡайтып инмәне. Әйберҙәрен ҡыуышҡа ҡалдырып китә торғайны. Ярты донъяһы шунда булды. Үҙе үлгәс тә ҡыуышы оҙаҡ хеҙмәт итте. Дымланмаһын өсөн сәй ҡурғашына төрөлгән шырпылары ла, ҡыуыш эсенә ҡалдырған утындары ла әҙер генә торор ине, – тип хәтерләне кинйә улдары Зәки Әлибаев – Кистәрен инәйем китап уҡый, атайым мал өйөндә (бәләкәй йортта) септә һуға, арҡан ишә. Шунда уҡ ҡаҙанда этебеҙ Аҡбайға аш бешерә. Уның янына Тимербай күрше, Сәғит еҙнә, Әхмәтулла, Ғилфан ағайҙарыбыҙ инеп ултыра. Септәһен һуғып бөтөргәс, шул септәне берәйһенә биреп ҡайтара, тик бер кемгә лә һатып бирмәй.
Тауҙан ҡаты ҡабыҡ төшөрә, элек мәйеттәрҙе гел ҡабыҡта ғына йыуа торғайнылар бит. Ауылдың хатта түбәнге осонан да килеп ала торғайнылар әҙерләгән ҡабығын. Үҙе лә мәйет тәрбиәләшергә йөрөнө.
Бер ерҙә лә, бер ҡасан да һүгенгәнен иҫләмәйем. Кеше тураһында бер ҡасан да насар һүҙ әйтмәне. Бик асыуы килһә: «Урман һарығы!» – тип кенә әйтер ине».
«Ысынлап та, атайым бер ҡасан да беҙгә, балаларына, ҡаты бәрелмәне, ҡул да күтәрмәне. Бер тапҡыр мал ҡураһын таҙартырға ҡушты. Ҡушҡан эшен ике тапҡыр әйтеп тә эшләмәгәс, сыбыҡланы. Унда ла тик берҙе генә һыҙҙырҙы. Атайым мине артынан ҡалмай йөрөттө, бөтә эшкә лә өйрәтте. Мал йәнле ине. Турысай исемле аты тик уны һәм мине генә тыңлай ине. Ул ат гел миңә эйәреп йөрөгәс, уның ҡушаматы миңә лә тағылды. Урам буйына сыҡһам, өлкәндәр: «Ана, Арыҫландың Турысайы килә», – тип мәрәкәләй ине», – тип хәтерләне Ғәли Арыҫланғәли улы.
Олатай менән өләсәй, балаларын ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәрен дә эшкә өйрәтеп үҫтерҙе. Был хаҡта Таңһылыу Арыҫланғәли ҡыҙының ҡыҙҙары Лилиә менән Әлфиә ошолай тип хәтергә алды: «Май аҙағынан көҙгә тиклем ауылда йәшәнек. «Әзәй» («Өләсәй») лагерына ҡайттыҡ, ти торғайныҡ. Беҙ бында һәйбәт хеҙмәт мәктәбе үттек. Еләккә барабыҙ, түтәл утайбыҙ, бәрәңге күмәбеҙ. Бер кемде лә буш ултыртып ҡуйманылар. Бесән саба беләбеҙ, һыйыр һауа беләбеҙ. Өләсәйем, әтеү кейәүгә сыға алмаҫһың тип, хатта туҡмас ҡырҡырға ла өйрәтте. Эш белеп үҫегеҙ, ти торғайны».
Әйткәндәй, Себер яҡтарында
донъя көткән Лилиә менән Әлфиәнең балалары байрамды башҡорт телендә яңғыраған йырҙары менән биҙәне:
Минең ватаным – океандарҙан киң,
Гүзәллеккә ул сәскәләргә тиң...
Башҡорт ауылдарында йәшәп тә урыҫ телендә генә һөйләшеп йөрөгән балалар ҙа күп бит әле хәҙер. Тимәк, олатай менән өләсәй ейәндәренең күңеленә хеҙмәткә һөйөү генә түгел, илһөйәрлек, телһөйәрлек сифаттарын да һеңдерә алған!
«Ҡайным килендәрен дә ныҡ яратты. Бер мәл йәйгеһен өйҙә 25-27 кеше булып киттек. Ҡәйнәм көнөнә ике тапҡыр икмәк һала ине. Мин шул ваҡыт ҡәйнәмде ныҡ йәлләй инем. Ашатып-эсереп өлгөрөп булмай. Ҡайным беҙҙең йүгергеләгәнде шым ғына ҡарап ултырҙы ла, ҡаҙанды асып, мундирҙа бешерелгән дүрт баш бәрәңге алдыма килтереп ҡуйҙы: «Килен, ас ҡалаһың, ултыр. Торһондар ҙа, үҙҙәре яһаһындар ҙа эсһендәр», – тине. Йәлләп киткәндер инде. Хәҙер бына тере булһалар ҡыуанып-шатланып ултырырҙар ине. Аллаһҡа шөкөр, барыһы ла иҫәндәр, теүәлдәр, барыһы ла ҡатнашып йәшәйҙәр. Һәр береһенең үҙ машинаһы бар, барыһы ла бына тигән итеп донъя көтә», – тине килендәре Разия Сибәғәт ҡыҙы.
Байрам оҙаҡ дауам итте. Зат-ырыу мәҙәк хәлдәрҙе лә иҫкә төшөрҙө: «Мәктәптә уҡығанда концерттар ҡуябыҙ. Кемдер йырлай, кемдер бейей. Минең бер һөнәрем дә юҡ. Бер тапҡыр класташым Әфинә менән сәхнәгә сығып йырларға булдыҡ. Тик тамашасы тәгәрәп ятып көлдө беҙҙән. Баҡтиһәң, бер-беребеҙҙе ишетмәй, икебеҙ ике тауышҡа ҡысҡырабыҙ, имеш. Бүтән йырламаным, ә сәхнәгә сығып үҙеңде күрһәтке килә бит! Эдуард Багрицкийҙың «Смерть пионерки» тигән шиғырын ятлап алдым да, концерт һайын шуны сығып һөйләйем:
Валя, Валентина,
Что с тобой теперь?..
Хажғәли ағайымдарҙың балалары менән бергә үҫтек. Бер заман Ҡәйүм, мин, Таңһылыу уйнап йөрөйбөҙ. Фәнүр ағайым килеп инде лә: «Ауылға бабасы килгән. Йәшенегеҙ, хәҙер сөннәткә улырталар, әтеү», – ти. Беҙ һике аҫтына инеп йәшендек тә Таңһылыу һеңлем менән, хәҙер беҙҙе сөннәткә ултырталар, тип түгелеп ятып илайбыҙ, иҫәрҙәр», – тип көлә-көлә иҫтәлектәре менән бүлеште Рәзилә Арыҫланғәли ҡыҙы. Үҙен һәләтһеҙ тип атаһа ла, бөгөн инде Өфө авиация институтын һәм Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған киң эрудициялы, зыялы ханым ул.
«Бер ваҡыт әзәй эргәһендә ҡуна ҡалдым. Һуң ғына олатай ҡайтып инде. Бер аҙ ҡырын тейәгән. Әзәй, уңайһыҙланып, олатайға бер аҙ әйткеләп алды. «Эй, әбей, – тигән булды олатай. – Һин дә яратма, мин дә яратмайым икән – нисек йәшәмәк кәрәк?!» Юрған аҫтында үҙем көләм, үҙем, ҡартайып бөткәндәр, һаман ниндәй яратыу һөйләйҙәр, тип аптырайым. Ә бит улар зерә ҡарт та булмаған икән. Бына әле үҙем улар йәшендәмен», – тип хәтерләне ейәндәре Айбулат Ҡасим улы.
Олатай менән өләсәй, ысынлап та, матур, мөхәббәтле ғаилә булып йәшәне. Балалары ла шулай. Кем менән ғаилә ҡора, шуның менән ҡулға-ҡул тотоношоп, ғүмер юлын үтә. Был шәжәрә байрамында ла асыҡ күренде. Инйәр ҡасабаһынан килгән, 48 йыл бергә ғүмер иткән Насир Арыҫланғәли улы һәм Ләлә Әмирйән ҡыҙының:
Әжәлдәрең етһә, әйт үҙемә
Һинең өсөн үҙем үлермен!
– тип бер-береһенә һыйынып ҡына башҡарған йыры был байрамда күптәрҙең күҙ йәшенә ирек ҡуйғандыр. Шулай уҡ күп йылдар медицина өлкәһенә хеҙмәт һалған Ғәли Арыҫланғәли улы менән Рәмилә Зияитдин ҡыҙының мөхәббәтле дуэты ла күптәрҙе һоҡландырҙы.
Шул тиклем йылы, шул тиклем ихлас булды был байрам. Уны уҙғарыу өсөн күп сығымдар талап иткән мәҙәниәт һарайы ла, ниндәйҙер ҡыйбатлы аппаратуралар ҙа, ялланған артистар ҙа кәрәкмәй булып сыҡты. Бары тик барыһын да үҙенә тартып торған атай-әсәй нигеҙе, мөҡәддәс туғанлыҡ хистәре һәм изге ниәт кенә лә етә икән. Һәм, әлбиттә, иң тәү сиратта, күркәм тәрбиә биргән атай-әсәйҙәребеҙҙең аманатына тоғролоҡ!