Все новости

Рәми ҡойған кәрәҙ

Уҙған быуаттың етмешенсе йылдар башы ине. Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгән саҡ. Уҡыу менән ҡуша гәзит-журнал, радио-телевидение эшендә ҡатнашам. Бер көндө радиола йомош ҡуштылар: элемтә хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы, бер-ике йәш кешене табып, шул хаҡта тапшырыу әҙерләргә кәрәк.

Рәми ҡойған кәрәҙ
Рәми ҡойған кәрәҙ

Хаҡлыҡ теле булған өсөн

Йәштәрҙе табыу ҡыйын түгел, тик уларҙың башҡортса матур итеп һөйләй белеүе шарт. Ул саҡта уҡыу йорттарында беҙҙең халыҡ вәкилдәре бик һирәк була торғайны. Киттем университетҡа яҡын ғына урынлашҡан элемтә техникумына. Директор янына индем, йомошомдо әйттем. Теге уйға ҡалды. Оҙаҡ ултырҙы, тегендә-бында шылтыратты, ярҙамсыларын саҡы­рып бөттө. Бер нисә мең студент араһынан башҡортса һөйләшә белгән кешене таба алмайҙар (Аллаға шөкөр, бөгөн улай түгел). Бер ханымдың иҫенә төштө:
– Бар ундай кеше. Рәми Ғариповтың улы Салауат.
Мин киттем ҡыуанып. Шунда уҡ был егетте барып таптым. Кәңәшләш­т­ек, нимә тураһында нисек һөйләргә килештек. Салауат үҙе менән тағы бер егетте килтерәм, тине.
Буласаҡ тапшырыу тураһында радиокомитеттың етәкселәренә әйт­кәндәр. Ризалашҡан улар, тик бер шарт менән. Егеттәрҙең сығышын магнитофон таҫмаһына яҙып, тәүҙә етәкселәргә тыңлатырға кәрәк. Тура эфирға сығарырға һис кенә лә ярамай.
Тапшырыу шәп килеп сыҡты. Салауат та, уның дуҫы ла бик һәйбәт һөйләнеләр. Һуңғараҡ мин теге саҡта ни эшләп тура эфирға сығармаҫҡа ҡаты шарт ҡуйыуҙары менән ҡыҙыҡһындым. Баҡһаң, шул осорҙа Рәми Ғариповты телевидениеға саҡырғандар икән. Ул ваҡытта телевизион тапшырыуҙарҙың күбеһе тура эфирҙа бара торғайны. Рәми ниндәй шиғыр һөйләйәсәген әйткән, уҡып та күрһәткән. Тапшырыу башланғас, был тотҡан да бөтөнләй икенсе шиғыр уҡыған. «Туған тел» тип атала, тигән.
Яҡшы әйткән шағир, тап-таманын әйткән, беҙҙең ауылда бындайҙы «күҙеңде сығарғансы әйткән» тиҙәр. Тик ни эшләп дөрөҫөн ярып һалған өсөн эҙәрлекләргә кәрәк һуң? Теле­тапшырыуға сыҡмаҫ борон Рәми әлеге шиғырын ҡайҙалыр уҡыған һәм уға бының өсөн «милләтсе» мөһөрө йәбештергәндәр. Үҙенең туған теле тураһында шиғыр яҙыу милләтселекме икән ни? Бынан ил­ле йыл элек тә аңламаным, әле лә аңламайым мин быны. Әгәр ҙә үҙ туған теленән баш тартып, башҡа телгә күскәне менән маҡтанып йө­рөүсене эҙәрлекләһәләр, төшөнөр инем. Рәми Ғарипов ана шундайҙар булмаһын өсөн бөтәһен дә эшләне. Быны ул беренсе сиратта үҙенән башланы.
Шағирҙың тормош юлдашы, мө­хәббәте, Хоҙай тарафынан бирелгән янындағы фәрештәһе башҡорт милләтенән түгел ине. Надежда Ва­сильевна – украиндарҙан. Мәскәү янындағы Переделкино ауылында булған саҡта бер юлдашым:
– Ошонда мин Рәми Ғарипов менән Надежданың туйында ҡатнаштым, – тип һөйләгәйне. – Табынды башлап ебәрерҙән элек Рәми: Надя, һин миңә кейәүгә сығырҙан алда бына ошондағы бөтөн халыҡ алдында әйт: һин башҡортҡа кейәүгә сыҡҡас, уның телен белергә тейешһең. Минең телемде өйрәнәсәкһеңме, башҡортса һөйләшәсәкһеңме, тип һораны. Тегенеһе: эйе, һөйләшәсәкмен, тип ант итте.
Антына тоғро булды Надежда еңгә. Миңә уның менән аралашырға тура килде, һәр саҡ тап-таҙа итеп башҡортса һөйләшә торғайны. Ҡалала ты­уып, ҡалала йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, Рәмиҙең балалары Салауат, Азамат, Гөлнара атаһының телен бына тигән белделәр һәм үҙҙәренең балаларын да шул рухта тәрбиәләйҙәр.
Ана шул турала бит шағирҙың «Туған тел»е. Шул шиғырҙы уҡыған өсөн эҙәрлекләргә кәрәк булғанмы? Ошо халыҡтың шағирымын, тип күкрәк һуғып, әммә үҙе бүтән телдә һөйләшеп, балалары атаһының туған телен бөтөнләй белмәгән бәндәләрҙе эҙәрлекләргә кәрәк тә бит...
Бер генә дәүерҙә лә бер генә ысын шағир ҙа әҫәре өсөн рәхмәт кенә ишетеп тормаған. Бер үк әҫәре өсөн берәүҙәр маҡтаған, икенселәр ҡамсы менән ярған. Сөнки йәмғиәт ҡапма-ҡаршы кешеләр ҡатламынан тора һәм уларҙың донъяға ҡарашы бер ваҡытта ла тура килмәй. Шуның арҡаһында ғына йәмғиәт үҫешә, үҙгәрә һәм алға бара. Рәми Ғариповты эҙәрлекләү тураһында күп яҙылды, күп һөйләнде. Уны ҡабатлап тормайынса, бер генә юҫыҡҡа иғтибар туплайыҡ әле. Рәми шағир булараҡ нимәгә өлгәште, нимәгә өлгәшә алманы? Был һорауға яуап бирерҙән алда ул үҙенә ниндәй маҡсат ҡуйған һуң, шуға өлгәшер өсөн ниндәй ғәмәлдәр башҡарған тигән һорауға яуап биреп ҡарайыҡ. Шағир, яҙыусы, тарихсы, фәйләсүф – йәғни донъяның гуманитар өлөшөндә тороусылар үҙҙәренең булмышын халыҡҡа хеҙмәт итеүҙә күрә һәм шуны эшләргә тырыша. Ләкин халыҡҡа хеҙмәт итеү – үҙе абстракт төшөнсә. Уның нимә, нисек һүрәтләнеүен, күп ҡырлымы, түңәрәкме икәнлеген берәү ҙә белмәй. Шуға абстрактҡа ниндәйҙер аныҡ ысул менән хеҙмәт тә итеп булмай.


Халҡы күңеленән ынйы йыйып...

«Мин халҡымдың сәскә күңеленән / Бал ҡортондай ынйы йыямын», – бәлки ошолор уға хеҙмәт итеү ысулы. Рәмисә фекерләһәң, шулай булырға тейеш. Халҡына хеҙмәт итер өсөн ул Мәскәүҙәге әҙәбиәт институтында уҡыған саҡта, йәйге каникулдар мәлендә, башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә ауылдан-ауылға йөрөп, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыя, шуларҙы өйрәнә. Был эште бит уға берәү ҙә ҡушмаған, быны ул үҙе уйлап сығарған, халыҡтың батырлығы ла, бахырлығы ла, фекерләү ҡеүәһе лә, маҡсаттары ла ошо ижадта сағыла бит. Шуларҙы өйрәнеү аша халыҡтың күңелендә ни барлығын белеп була ла инде. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыған студенттарға һәйбәт ул – унда уҡыусыларҙы йыл да фольклор, диалектология, тарих экспедицияларына йөрөтәләр. Мәскәүҙең әҙәбиәт институтында уҡыусылар өсөн был юҡ бит. Шуға Рәми ауыҙ-тел ижадын йыйыу һәм өйрәнеү менән генә сикләнмәй, археология экспедицияларына ла йөрөй. Башҡорт дәүләт университетын бөтмәгән шағирҙар, яҙыусылар араһында Рәмиҙән башҡа, кем халыҡ күңеленең ынйыһын ошо рәүешле йыйғаны бар? Юҡ. Һәр хәлдә, миңә билдәле түгел.
Халыҡҡа хеҙмәт итеү ысулының береһе – ул туҡтауһыҙ эшләү: аҡыл, ҡул, арҡа көсөңдө туҡтауһыҙ үҙеңдең маҡсатыңа йүнәлтеү. Был йәһәттән мин ике яҙыусының шулай хеҙмәт иткәнен беләм. Береһе – француз Гюго, икенсеһе – башҡорт Рәми. Гюгоның үҙенә-үҙе ҡушҡаны билдәле: көн һайын кәмендә 3 бит яҙырға тейешһең. Хәлең ауырмы, яҡшымы, кәйефең, ваҡытың бармы, юҡмы булыуына ҡарамаҫтан, көн һайын кәмендә 3 бит! Рәми үҙенә ниндәй йөкләмә алғандыр, белмәйем. Һәр хәлдә, Гюго – бөтөн донъя әҙиптәре араһында иң күп әҫәр ҡалдырған яҙыусы, Рәми ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә иң күп шиғри әҫәр ижад иткән шағир һанала.
Бөйөк шағирҙарҙың ғүмере ҡыҫҡа була, тиҙәр. Күрәһең, Аллаһы Тәғәлә уларға киләсәкте билдәләгәндә, бөйөклөгөң ҡыҫҡа осорҙа асылырға тейеш, тип шарт ҡуя торғандыр инде. Рәми Ғарипов та ни бары 45 йәшендә баҡыйлыҡҡа китеп барҙы. Шул ваҡыт эсендә ижад иткән шиғри әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе быуаттар буйы яңғыраһа ла, иҫкермәйәсәк.
«Ҡайһы бер кешеләр үҙҙәре ерҙән китеү менән яйлап онотола башлай. Ни хәл итәһең, был тормоштоң законы, әҙәм балаһы алдағыһын уйлап көн итер өсөн яратылған, – тип яҙҙы әҙип Рәшит Солтангәрәев Рәми Ғарипов тураһында. – Кемдәрҙер шулай онотола, ә Рәми һаман йөрәкте һыҙырып, йәнде һыҙландырып тора. Уның аҡыл һырҡырап торған йөҙө, мыҡты кәүҙәһе менән һелкетә баҫып атлауҙары һаман күҙ алдында. Талғын тауышы менән шиғыр уҡыуҙары, моңһоу ғына көлөп ебәреүҙәре ҡолаҡ төбөндә».
Быйыл шағырҙың мәрхүм булыуына ла 45 йыл тула. Тыуыуына 45, үлеменә 45. Ә ул үҙе беҙҙең күңелдәрҙән «бал ҡортолай ынйы йыя» һәм «йәнле ынйыларҙан хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоя». Башҡорт балы иҫкерә белмәй ул, Рәми ҡойған кәрәҙ ҙә шулай.

Ҡатыны Надежда, улы Азамат менән. 1963 й.
Рәми Ғарипов тыуған ерендә
Ҡатыны Надежда, улы Азамат менән. 1963 й.
Автор:Ғәлим ХИСАМОВ, яҙыусы
Читайте нас: