Һәм мин шулай эшләнем. Ауырыуҙың бармаҡ остарынан сыҡҡаны һиҙелә. Беренсе тапҡырҙа уҡ ауырыу юҡҡа сыҡты. Ә мин аяҡтарымды профилактика өсөн ике тапҡыр уҫаҡ япраҡтары һыуында тоттом. Шунан бирле - күҙ теймәһен - һыҙланыуҙы оноттом!
Шуныһы ла бар: Мөжәүир хәҙрәт тә кешеләргә ошо ысулды өйрәткән икән. Ул, ауырыу ныҡ көслө булһа микән, хатта япраҡты 40 уҫаҡтан йыйырға ҡушҡан.
Йәйгеһен дарыуҙы тапап йөрөйбөҙ, эйелеп алырға йыбанабыҙ, ә ҡыш аптекаға йүгерәбеҙ. Кәңәшем ярҙам итер, тигән ышаныстамын.
Сәлим Шарапов.