Все новости
13 Июня 2021, 10:00

Емеш-еләктән ролл

Кәрәк буласаҡ: 200 г. эремсек, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, киви, баҡса еләге, 6-10 әҙер ҡоймаҡ, табынға биҙәп бирер өсөн шоколад онтағы.

Әҙерләү:
1. Эремсекте иләк аша үткәреп, ҡаймаҡ ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ.
2. Емеш-еләкте яҡшылап йыуып, турайбыҙ
3. Ҡоймаҡҡа иң беренсе эремсек, шунан емеш-еләкте теҙеп һалабыҙ. Тығыҙ ғына рулет формаһы биреп төрәбеҙ һәм сәғәт ярымға һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
4. Табынға бирер алдынан бер иш ҙурлыҡтағы өлөштәргә бүләбеҙ һәм өҫтөн шоколад онтағы менән биҙәйбеҙ.
("Мәктәп календары"нан).
Читайте нас