Ә ярлы студент өсөн тотош бер ярты ай уйламай ғына йәшәрлек! Аптырап ҡалдым – алырғамы-юҡмы? Алһаң да ҡыйын, күргәс, алмаһаң да ҡыйын. Үҙемә улай буш килеп ингән табыштың йоҡмаҫын, хатта үҙемдең хәләл өлөшөмдө һөйрәп сығып китерен дә беләм. Ләкин… Кемдеңдер, бәлки, һуңғы аҡсаһы булғандыр… Шулай ҙа эйелеп алдым да, бер гилке шул ерҙә баҫып торҙом – бәлки, берәйһе эҙләп килер. Тик берәү ҙә эҙләмәне. Кире һалып ҡына китергә лә йәл – берәйһе алыр ҙа “тамағына һалыр” тип уйлайым. Шунан ҡапыл башыма ҡылт итеп бер уй килде һәм мин ҡабаланып, арыуымды ла онотоп, үҙем йәшәгән ҡатҡа йүгерҙем. Тиҙ генә ҡапҡылап алғас, теге унлыҡты кеҫәгә һалып, трамвайҙа үҙәк баҙарға елдерҙем. Баҙарҙың арт яғынан ингән саҡта гел генә аяҡһыҙ бер ағайҙың хәйер һорап ултырғанын күреп, уның эргәһендәге кәпәскә 10 йәки 15 тин булһа ла аҡса һалып китә торғайным. Шул ағайҙы (бәлки, асарбаҡ, берәҙәк булғандыр) эҙләп барыуым был юлы. Ана, ултыра. Күңелгә рәхәт булып китте. Эйе, теге йышылып бөткән кәпәсе лә янында. Уның төбөндә бер нисә бөртөк тинлек күренә. Минән алда китеп барған ханым да 15 тин төшөрөп үтте. Йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан уҙаман башын һелкеп рәхмәт әйтеп ҡалды. Инде минең сират… Аяҡһыҙ ағай , тағы кем һалыр икән, тигән кеүек, килә ятҡан кешеләргә күҙ ташлап алды. Ләкин өмөт бирерҙәй кеше күҙенә салынманы булһа кәрәк – ауыр ҡараштарын йәнә ергә сәнсте… Кеҫәнән теге йән тыныслығын алған унлыҡты һурып алдым да кәпәскә һалдым. Һәм… әйтерһең дә, теге уҙаманды йылан саҡтымы ней – аяҡһыҙ килеш ырғып киткәндәй тойолдо һәм йәһәт кенә бындай байлыҡты ла ҡыҙғанмаған бай кешенең йөҙөн күрергә теләне булһа кәрәк – ҡарашын күтәрә һалды. Эргә-тирәлә минән башҡа кеше юҡ… Был күренешкә тетрәнеп, бер аҙға ғына туҡтап ҡалдым, ахыры… Юғиһә, ағайҙың күҙенән тәгәрәп төшкән ике бөртөк йәште күреп өлгөрөр инемме?...
Инде еңелерәк аҙымдар менән ары атланым… Өҫтөмдән тауҙай йөк төшкәндәй булды…