Все новости
2018 — ҒАИЛӘ ЙЫЛЫ
4 Июля 2018, 17:35

Өйҙәренең нуры, ҡото бар

Быйыл икенсе генә тапҡыр билдәләнеүсе милли байрамыбыҙ — Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан ойошторолған республика асыҡ конкурс-фестивалендә төрлө төбәктән йөҙҙән ашыу башҡорт ғаиләһе ҡатнашты. Республика башлығы Р.Хәмитовтың конкурста ҡатнашыусыларҙы сәләмләү телеграммаһында әйтелеүенсә, йолаларҙы һаҡлауҙа, ысын илһөйәрҙәр, рухи яҡтан бай кешеләр тәрбиәләүҙә ғаиләнең роле баһалап бөткөһөҙ. Ғаилә институтын үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға ижтимағи ойошмаларҙың, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡушылыуы маҡтауға лайыҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе. Район-ҡалалар буйынса иң-иңдәр тип табылған ун ғаилә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында сығыш яһаны, үҙ һәләттәрен күрһәтте һәм төрлө номинацияларҙа дипломдар һәм бүләктәр менән наградланды. Башҡортостаныбыҙҙа иғлан ителгән Ғаилә йылында ғаилә ҡиммәтен данлаусы рухлы ваҡиғаларҙың береһе булараҡ иҫтә ҡалды был байрам. Балаларын халҡыбыҙҙың аҫыл рухи хазиналары — фольклор һәм йолалар, йыр-бейеү аша тәрбиәләгән атай-әсәйҙәр араһында Римма һәм Шайморат Тимербулатовтар ҙа бар ине. Улар Гөлйөҙөм исемле ҡыҙ, Ғайсар һәм Мортаза исемле ике ул үҫтерә.

«Ҡоролтайға, ойоштороусыларға иҫ киткес рухлы, мәңгелеккә иҫтә ҡалырлыҡ байрам үткәреүҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Талантлы ғаиләләрҙең күп булыуы телебеҙҙең, милләтебеҙҙең киләсәге өмөтлө икәнен иҫбатланы. Сценарийҙың оҫта төҙөлөүе, сәхнәнең матур биҙәлеше, бүләктәрҙең байлығы, мәртәбәле ҡунаҡтарҙың күп булыуы, алып барыусыларҙың оҫталығы сараны тағы ла күркәмләне. Сарала ҡатнашҡан барлыҡ 10 ғаиләне лә айыр­май «еңеүсе» тип билдәләүҙәре оҡшаны. Тап ошондай саралар башҡорт ғаиләләрен һаҡлауға ҙур өлөш индерә», — ти Шайморат Тимербулатов.

Республика асыҡ конкурс-фестивалендә Тимербулатовтар Иглин районының данын яҡланы

Римма менән Шайморат икеһе лә Баймаҡ районынан. Римма Ҡарамалынан, Шайморат күрше Яңғаҙы ауылынан. Йәш ҡыҙ 9-сы класты тамамлағас, Си­бай педколледжының башланғыс кластар бүлегенә уҡырға бара. Көньяҡ райондарҙы педагогик кадрҙар менән тәьмин итеүсе данлыҡлы уҡыу йортон, хөрмәтле уҡытыусыларын Римма Мирсәйет ҡыҙы әле лә һағынып иҫкә ала. Кураторҙары башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәниә Фаҡый ҡыҙы Сарбулатова студенттарына тейешле белем биреп кенә ҡалмай, ижади фекер йөрөтөүсе, эҙләнеүсе, киләсәктә үҙ халҡына ныҡлы терәк булырҙай шәхестәр әҙерләүгә күп ваҡытын бүлә. Бәлки, шуғалыр ҙа Римма уҡыған төркөм кол­леджда «Фольклор төркөмө» булараҡ та дан ала.

Шайморат яңы асылған Сибай педагогия институтына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, туған мәктәбенә ҡайта һәм дәртләнеп эшкә тотона. Ул арала 5-се курс студенты Римма Мирсәйет ҡыҙы практикаға ҡайтып төшә. Бәләкәйҙән бер мәктәптә уҡып, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған ике яҡташ бер-береһенә бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарай. Күркәм холоҡло һылыу менән баҫҡан ерендә ут сығарған уңған егет араһында мөхәббәт уты ҡабына. Күп тә үтмәй, тырыш, перспективалы йәш белгес Шайморат Азамат улын Баймаҡ районы Покровка ауылындағы тулы булмаған мәктәпкә ди­ректор итеп тәғәйенләйҙәр. Ул арала Римма педколледжды ҡыҙыл дипломға тамамлай, ә инде 1999 йылдың йәйендә ике йәш йөрәк ғаилә ҡора. Ҡыҙҙары Гөлйөҙөм тыуғандан һуң ғаилә Сибай ҡалаһына күсенә. Шайморат — Сибай гимназия-интернатында тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары, Римма 1-се урта мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Дәртле, эшһөйәр уҡытыусылар мәктәп һәм ҡала күләмендә үтеп торған сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ошо осорҙа «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — 2003» конкурсында Римма Мирсәйет ҡыҙы 3-сө урын яулай.

Алдарына юғары маҡсат ҡуйып, уға ирешеү өсөн көсөн, дәртен йәлләмәгән Тимербулатовтар шул уҡ йылды баш ҡалаға юллана. Ғаилә башлығы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында тәүҙә — тәрбиәсе, 2005—2015 йылдарҙа хужалыҡ эштәре буйынса дирек­тор урынбаҫары булып эшләй. Ошо йылдарҙа данлы интернатта ҙур эштәр башҡарыла. Интернаттың матди-техник базаһы тулыһынса яңыртыла. 850 урынлыҡ яңы уҡыу йорто төҙөлә, иҫке мәктәп бинаһы төҙөкләндерелеп, ике ятаҡ урынына өс ятаҡ барлыҡҡа килә. «Шоңҡар» спорт комплексы асыла. Шайморат Азамат улы был йылдарҙа мәшәҡәтле хужалыҡ эштәренең бөтә серҙәрен өйрәнә, яңы вазифаһында дәртләнеп эшләй.

Тырышлығы һөҙөмтәһеҙ ҡалмай — ул Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан Маҡтау ҡағыҙы һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Бөгөнгө көндә Шайморат Азамат улы Киров районының 160-сы мәктәбен төҙөшөүҙә ҡатнаша, хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй.

Римма Мирсәйет ҡыҙы баш ҡалала эште 112-се урта мәктәптә башлай. Йәш белгескә мәктәптең уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы, РФ-ның почетлы хеҙмәткәре Динә Шәфҡәт ҡыҙы Аспаева оло ярҙам күрһәтә. Тырыш, ныҡышмал Римма Өфөлә лә үҙ көсөн төрлө конкурс-ярыштарҙа һынап ҡарай. Калинин районында үткәрелгән «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — 2004» конкурсында 2-се урынға лайыҡ була. 2005 йылдан алып бөгөнгө көнгәсә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «БР-ҙың мәғариф алдынғыһы» билдәһенә лайыҡ булды, ике тапҡыр «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы», «БР-ҙың иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» конкурстары еңеүсеһе, төбәк-ара «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — 2009» конкурсында «Рухиәт тәрбиәсеһе» номинацияһында еңеүсе була. Бөгөнгө көндә Римма Мирсәйет ҡыҙы гимназия-интернатта тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй.

Рухлы, ижади эшләгән уҡытыусыға был уҡыу йортонда уңышлы эшләү өсөн бөтә шарттар бар. Яҙыусылар, күренекле шәхестәр, сәхнә йондоҙҙары менән осрашыуҙар, БСТ каналының «Алтын тирмә» тапшырыуында уҡыусылары менән ҡатнашыу, китаптарҙан ғына түгел, матбуғат, интернет, аудио һәм видеояҙмалар аша әҙәбиәтте өйрәнеү, З.Вәлиди исемендәге Милли китапхананың тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәте бүлеге мөдире Айгөл Буранғолова ойошторған күп төрлө сараларҙа ҡатнашыу, Мәғарифты үҫтереү институтында, гимназияла республиканан йыйылған уҡытыусыларға оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу, уҡыусыларҙы төрлө күргәҙмәләр менән таныш­тырыу — Римма Мирсәйет ҡыҙы барыһын да еренә еткереп, иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойоштора. Тырыш педагог үҙе лә башҡорт биҙәүестәрен эшләү менән мауыға, башҡаларға ла өйрәтә. Бөйөк шағир исемен йөрөткән белем усағында Р.Ғариповтың тыуған көнө оло рухи байрамға әүерелә. Беренсе дәрес һәр класта «Туған тел» шиғырын күмәкләп ятлауҙан башлана. Халыҡ шағирын иҫкә алыу митингы, һәйкәленә сәскә һалыу, Р.Ғарипов премияһы лауреат­тары менән осрашыу — был сараларҙың барыһынан да рух бөркөлөп тора. Былтыр гимназияла «Хәтер — беҙҙең намыҫ» китабының исем туйы үтте. Йыйынтыҡта уҡыусыларҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайҙары, яугирҙар тураһындағы иншалары, очерктар, гимназияла эшләгән фронтовик хеҙмәткәрҙәр тураһында мәғлүмәт тупланды.

— Был китабымды Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса ҡатнашып, иҫән- һау әйләнеп ҡайтҡан ҡартатайҙарыбыҙ Байгилдин Әмирхан Ҡотләхмәт улы һәм Тимербулатов Рамаҙан Заһит улы рухтарына бағышланым. Тыныслыҡ яулаған олатайҙар исеме мәңге хәтерҙә! — ти автор Римма Тимербулатова, китап сығарыуға ҙур өлөш индергән директор Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдиноваға, авторҙаш коллегаһы Г.Ғ.Вәхитоваға, материал йыйышҡан барлыҡ уҡыусыларына, уҡытыусы-тәрбиәселәргә оло рәхмәтен белдереп. — Замандан алда барырға ынтылыусы коллегаларым өсөн ҡыуанам. Оло йөрәкле, эшһөйәр, йәштәргә тоғро юл күрһәтеүсе коллегаларым менән ғорурланам, уларҙы юлымда осратыуыма бик шатмын. Тормошта үҙ уры­нымды табып, ныҡлы ғаилә ҡороуға яҡшы тәрбиә биргән атайым мәрхүм Мирсәйет Әмирхан улы менән әсәйем Зәбирә Әхмәт ҡыҙына рәхмәтем сикһеҙ.

— Рәхмәтле була белеү — үҙе бер һөнәр, «даланың, ырыҫың артыр», тигән бит ололар. Төркөмөбөҙҙөң иң эшсән, ярҙамсыл, зауыҡлы ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе булдың. Әле лә баш ҡалала осрашҡан арала иғтибарыңды, мәрхәмәтеңде тойоп ҡына торабыҙ. Рәхмәт үҙеңә лә, Римма! — тиҙәр курсташтары.

— Тормош юлында һәр кемгә лә һинең кеүек ихлас, туған йәнле, ярҙамсыл һеңлеләр осрамай. Ә бына Аллам миңә ошондай бәхет бирҙе, — ти апаһы Сәғирә Миңлейәрова Римманы тыуған көнө менән ҡотлап.

Заман менән бергә атлаған Тимербулатовтар үҙ балаларына ла матур үрнәк.

— Ғаилә — туған тел һаҡсыһы, был беҙҙең кредо. Шул йәһәттән үҙ өлгөбөҙҙә балаларыбыҙҙы тәрбиәләйбеҙ. Һәр яҡтан үрнәк булырға тырышабыҙ. Әсә телен, йолаларҙы, мәҙәниәтте һөйөп, бала саҡтан күңелдәренә һеңдереп үҫтерәбеҙ. Башҡорт театрҙарына, концерттарға, музей-парктарға бергәләп йөрөйбөҙ. Республиканың тарихи урындарына, сит илдәргә бергәләп сәйәхәт итәбеҙ. Башҡа халыҡтарҙың да мәҙәниәте менән танышабыҙ. Каникул һайын балаларыбыҙ ҡартатай, өләсәйҙәр һабағы ала, — ти Шайморат менән Римма.

Рух исемдән башлана, ти бәхетле әсә менән атай.

Нурия РАФИҠОВА

Дауамын "Ватандаш" журналының 6-сы һанында уҡығыҙ.




Читайте нас: