Все новости
2018 — ҒАИЛӘ ЙЫЛЫ
4 Апреля 2018, 17:01

Балалы йорт — нурлы йорт

Нурия РАФИҠОВА Һәр кешенең бәхете уның ғаиләһе, тормош иптәше, балаларына бәйле. Тирә-йүнебеҙҙә балалары тураһында ихлас ҡайғыртып, уларҙа милли рух тәрбиәләгән, әҙәп-әхлаҡты өҫтөн ҡуйған татыу ғаиләләр би­хисап. Бөтә яҡтан да уңған, заман менән бергә атлап, шул уҡ ваҡытта тамырҙарын да онотмаған йәштәр арта бара. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Рида һәм Илнур Әхмәтйәновтар ҙа бик күптәр өсөн өлгө булырҙай. Эш­лекле, тырыш, талантлы был ғаиләлә балалар ҙа рухлы, илһөйәр булып үҫә.


Барыһы ла атай нигеҙенән башлана
Буласаҡ тормош иптәшен Рида әхирәтенең туйында осрата. Мөһабәт һынлы, һөйкөмлө Илнур кейәү егетенең дуҫы булып сыға. Мәсетле ерендә шаулап- гөрләп уҙған туйҙан һуң ҡунаҡтар төрлө тарафтарға таралыша. Сибәркәйҙең исемен генә белгән Илнур өс айҙан һуң Риданы Башҡорт дәүләт университетында эҙләп таба. Тәүәккәл егет оҙаҡҡа һуҙмай яусы ебәрә һәм тиҙҙән йәштәр туйы ике яҡтан да ишле туғандарҙы йыя. Матур донъя ҡора башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенткаһы менән яңы армиянан ҡайтҡан егет. Ҡыҙҙың ата-әсәһенән бер, әммә ҡәтғи теләк әйтелә кейәүгә: йәш кәләште мотлаҡ көндөҙгө бүлектә уҡытып бөтөрөү. Һүҙендә тора егет. Дүртенсе курста уҡығанда тыуған тәүге бәпестәрен үҫтереү, сессиялар, диплом яҡлау һәм башҡа донъя мәшәҡәттәрен еңеп сыға тырыш ғаилә. Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ. Ғүмер буйы ҡулға-ҡул тотоношоп, берҙәмлектә, татыулыҡта бәхетле ғүмер кисергән ата-әсәйҙәре уларҙы тормошҡа ныҡлы әҙерләгән булып сыға. Риданың ғәзиздәре — Мәләүез районы Антоновка ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны Миннихай Хөснулла улы һәм 42 йыл инде мәктәптә физика-математиканан балаларға белем биргән Рабиға Минһаж ҡыҙы Сабитовтар балалары өсөн һәр ваҡыт өлгө була. Миннихай ағайға 15 йәшенән колхоз эшенә сығып, алты бала менән тол ҡалған әсәһенә терәк булырға, донъя йөгөнә төптән егелергә тура килә. Уҡыу эләкмәй уға, шуның өсөн гел генә балаларын белемгә әйҙәй, дөрөҫ һөнәр һайларға өндәй. Ғүмере буйы колхозда ябай малсы булып эшләһә лә, ауылда ветврач урынында ул. Кемдең һыйыры сырхап тора, аты имгәнгән, һарыҡ-кәзәһе ҡазаланған — Миннихай ағайҙың ишеген ҡағалар. Бөтә эшен ситкә ҡуйып, ярҙамға ашыға ветеран. Һуғым мәле етһә, сират тороп, унан мал салдыралар, сөнки изге күңелле ағай ҡулынан ризыҡ та тәмле! Рабиға ханым әле лә ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй, “Ағинәйҙәр” клубының иң әүҙем ағзаһы. Мәҙәниәт йортонда бер сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй, сөнки ауылда гармунсының баһаһы юғары, ә Рабиға Минһаж ҡыҙы үҙен белгәндән алып баянын ҡулынан төшөрмәй. Район үҙәгенә берәй эш менән юлланһынмы, уҡыусыһының ғаилә шарттары менән танышһынмы, клубҡа репетицияға ашыҡһынмы — еңел машинаһында елдереп барып та етә. Уңышлы аттестация үтергә лә өлгөрә юғары категориялы уҡытыусы. Ҡыҙҙары Риданың — БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика, Рәйләнең психология факультет­тарын тамамлауҙары осраҡлы түгел. Ҡыҙҙары ла аҡыллы, ипле, тырыштар. Көндөҙгө бүлектә уҡыһалар ҙа, икенсе курста уҡ һайлаған һөнәрҙәренә яраш­лы эш табып, ата-әсәһенә көс төшөрмәйенсә, үҙ аллы аяҡҡа баҫырға тырышалар. Бөгөнгө көндә Рида Миннихай ҡыҙы Өфө ҡалаһының яңылыҡтар порталында эшләй, ә Рәйлә Миннихай ҡыҙы Совет районын­да мәғлүмәт-аналитика үҙәген етәкләй. Дүрт тиҫтә йылға яҡын бергә ғүмер иткән Сабитовтар — балаларына ныҡлы терәк, кәңәшсе.
Илнур Ильяс улы — Мәсетле егете. Әсәһе Ләлә Заһретдин ҡыҙы Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә уҡытыусы, атаһы Ильяс Йонос улы оҙаҡ йылдар район милиция органдарын етәкләй. Мәсәғүт педагогия колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлаған Илнурҙы бер аҙ мәктәптә эшләгәндән һуң хәрби хеҙмәткә алалар. Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ егет Тула ҡалаһы янында урынлашҡан һауа-десанттар ғәскәри часында (ВДВ) хеҙмәт итә. Беренсе Чечня һуғышы ла урап үтмәй десантсы Әхмәтйәновты. Утты- һыуҙы үткән һалдат тыныс тормоштағы хеҙмәт юлын баш ҡаланың Ленин райо­нында участка милиционеры булып башлай. Тынғыһыҙ эшенә 9 йыл тоғро хеҙмәт итә Илнур Ильяс улы. БДУ-ның юридик факультетына ситтән тороп уҡырға инә, артабан Өфө юридик институтында белем алыуын дауам итә. Йәмәғәт эштәрендә, профессиональ ярыштарҙа ихлас ҡатнаша. Ленин районында үткән “Халыҡ участ­ковыйы” конкурсында 2-се урын яулап, республика этабында ла ҡатнаша Илнур Әхмәтйәнов. Сочи Олимпиадаһы объекттарын төҙөү барышында тәртип һаҡлау һәм спорт тантанаһын тыныс һәм имен шарттарҙа үткәреү өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 23 мең, шул иҫәптән Башҡортостандан 653 хеҙмәткәр йәлеп ителә. Өфө ҡалаһынан ентекле тикшеренеүҙәрҙән һуң һайлап алыныусы­лар араһында Илнур Әхмәтйәнов та була. Башҡортостан командаһы үтә яуаплы командировкала 6 ай була һәм үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты теүәл үтәй. Күптәргә өлгө булырлыҡ Илнур Ильяс улы эшендә лә уңыштар яулай. Хеҙмәт баҫҡысында әленән-әле юғарыраҡ күтәрелә һәм 2009 йылда Эске эштәр министрлығының бүлек инспекторы итеп эшкә саҡырыла.
“Һәр ғаилә үҙенә күрә бер карап ул... Уның да һәйбәт капитаны булырға тейеш!..” — тигән хөрмәтле әҙибебеҙ Нәжиб Асанбаев. Ғаиләһенең ышаныслы капитаны ул майор Илнур Әхмәтйәнов.

Донъя йәме, ғәме — балаларҙа

Уларҙың татыу ғаиләһендә өс ул буй еткерә. Илхан Фатима Мостафи­на исемендәге башҡорт гимназияһында 9-сы синыфта уҡый. Иң тырыш уҡыусыларҙың береһе ул. Яратҡан дәрестәре — башҡорт теле һәм әҙәбиәте, биология һәм инглиз теле. “Самрау” балалар театр студияһына, гитара түңәрәгенә, гимназияның “Access” инглиз теле мәктәбенә йөрөй. Ҡаҙаныштары етерлек Илхандың. Башҡорт әҙәбиәте буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсында республика кимәлендәге ярышҡа сыҡты, шулай уҡ Бәләкәй фәндәр академияһы ойошторған конференцияла Өфөлә 2-се урын алды. Инша яҙыусылар араһында һәм “Илһам” шиғыр бәйгеһендә лә еңеүсе булды. Гимна­зияла уҙғарылған сараларҙа матур итеп гитарала уйнай. Ҡырмыҫҡа үрсеткән берәй уҡыусыны күргәнегеҙ бармы? Ул да — Илхан! Уның ҙур матур хыялы — хирург булыу, кеше һаулығы һағында тороу. Илхан — ысын дуҫ, бер кемде һис ҡасан ауыр хәлдә ҡалдырмаҫ, тиҙәр уның тураһында иптәштәре.
Гимназияның 4-се синыфында уҡып йөрөгән ҡустыһы Илназар менән М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының “Самрау” балалар студияһына ҙур теләк менән йөрөйҙәр. Ағалы-ҡустылы Әхмәтйәновтар актерлыҡ оҫталығы, вокал, сәхнә телмәре, бейеү дәрестәрен үҙләштерә, спектаклдәрҙә уйнай. Илназар театрҙың һигеҙ спектаклендә ҡатнаша. “Ҡаһым түрә”, “Февраль. Буран…”, “Мулла”, “Ай тотолған төндә”, “Ике төш”, “Шәүрәкәй” исемле сәхнә әҫәрҙәрендә ролдәре бар. Илназар хатта театр коллективы менән бергә үҙенең тәүге ижади сәфәренә — Ҡазан ҡалаһында уҙған гастролдәргә барып ҡайтты. Т.Миңнуллиндың “Мулла” спектаклендә Илхан да, Илназар ҙа ҡатнаша. Бейеү буйынса ла ал бирмәй йәш таланттар. “Китапты бейеп күрһәтәбеҙ” исемле асыҡ республика конкурсында “Урал батыр” эпосы буйынса ҡуйылған бейеү өсөн I урынға лайыҡ булдылар.
— Бейеү оҫталығы нәҫелдән киләлер. Минһажетдин ҡартатайыбыҙ ауылыбыҙҙа дан тотҡан оҫта бейеүсе ине. Әгәр иҫән булһа, мотлаҡ “Байыҡ” телевизион конкур­сына килер ине, — ти йәш артистарҙың апайҙары Рәйлә.
“Тамыр” телека­налы төшөргән “Тел асҡысы ” исемле Яңы йыл әкиәтендә лә төп ролдәрҙе башҡарыусылар араһында Илназар Әхмәтйәнов бар. Бәләкәстәре Илсурға әле бер генә йәш. Башҡортса бишек йырҙарын, әкиәттәр тыңлап тағы бер батыр үҫеп килә...
Тулыһынса материалды "Ватандаш" журналының 1-се (2018) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: