— Ниндәй тойғолар икәнен айырып ҡына әйтә алмайым. Сөнки һәр шылтыратыусы, һәр күрешкән кешем менән «Йөрәк һүҙе»н анализлау дауам итә, тәҡдимдәр өйрәнелә. Уны сәйәси сара булды тип баһалаусылар ҙа бар. Шулай оҙаҡ шиғыр тыңлап була икән дә тип ғәжәпләнеүселәр ҙә бар. Ҡыҫҡаһы, сара үтеп китһә лә минең өсөн йомғаҡлау өлөшө дауам итә.
— Эйе, һәр ҡатнашыусы өсөн янып-көйөп йөрөгәс, мөрәжәғәт итмәй булдыра алманым шул. Әммә жюри ағзаларының хаҡлы булыуына, үҙ фекерҙәрен яҡлап сығып дөрөҫ эшләгәндәренә бөгөн һис кенә лә шигем юҡ. Рәхмәт уларға!
— Үҙемдең йөрәгемдәге хис-тойғоларҙан хасил булған шиғыр яҙып һөйләр инем.