Уҡытыусыбыҙ — Маргарет Эрсен-Раш — тюрколог, төрөк теленең дидактикаһы буйынса Германияның иң өлкән белгесе, 1980 йылдарҙа төрөксә дәреслек яҙған. Маргарет ханым дәрестәрҙе коммуникатив ысул менән алып бара, нәтижәһе тиҙ генә күренә: беҙ, немецтар, бер- ике семестр эсендә төрөксә ярайһы уҡ иркен һөйләшә башланыҡ.
Маргарет ханымдың был курстарҙан тыш ниндәй эштәр алып барыуын, татар һәм башҡорттар менән тығыҙ бәйләнештә булыуын белмәй инек. 1993 йылда икенсе семестрҙа уҡытыусыбыҙ беҙҙе башҡорт һәм татар телдәре буйынса интенсив курстарға саҡырҙы. Курстарҙы Башҡортостан һәм Татарстандан килгән ҡунаҡтар алып барасаҡ икән. Башҡорт телендә курсты алып барыусы — Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова.
Ул ваҡыттарҙа башҡорттарҙың кем булыуы хаҡында белмәй инем, төрки халыҡ икәнен генә беләм. Нисек кенә булмаһын, курстарҙа ҡатнашып, үҙем өсөн яңы һәм ҡыҙыҡлы донъя астым — Рәсәйҙә йәшәгән төрки халыҡтар донъяһы. Курстар ғына түгел, шул уҡ ваҡытта башҡорт, татар һәм немец уҡытыусыларымдың киң күңеллелеге һәм ярҙамсыллығы миңә ҙур йоғонто яһаны — тюркологияны өйрәнергә ҡарар иттем.
Бөтә был эштәрҙә иң ҙур ярҙамсым — Маргарет Эрсен-Раш булды. Маргарет ханым минең өсөн өс телдең дә уҡытыусыһы булды, ҡайһы ваҡыт курстарҙа бер генә тыңлаусы була ине — мин. Әлбиттә, был минең өсөн тик файҙаға ғына булды, сөнки дәрестәр бик интенсив рәүештә алып барыла!
Уҡытыусым төрөк, татар һәм башҡорт телдәрендә иркен һөйләшә һәм яҙа белә ине. Башҡортостан һәм Татарстандағы дуҫтарына хаттар яҙып ала. шул йылдарҙа Рәсәйҙән Берлинға күп кенә ҡунаҡтар килгәйне. 1995 йылда Маргарет ханым беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Германиянан делегат булып ҡатнашты, сығыш яһаны. был ҡоролтайҙа ҡатнашыусылар өсөн көтөлмәгән бүләк булды: сит ил кешеһе уларҙың туған телендә иркен һөйләшә алһын әле!
Шул ваҡыттарҙа Маргарет ханым төрки телдәрен өйрәнеү буйынса яңы, заманса методика буйынса эшләнгән дәреслектәр кәрәклеген аңлай һәм башҡорт һәм татар телселәре менән берлектә эш башлай. Танылған башҡорт телселәре һәм академиктар Зиннур Ураҡсин һәм Фирҙәүес Хисамитдинова менән берлектә 1997 йылда Өфөлә “Учим башкирский язык”, 2000 йылда иһә “Башкирский язык? Пожалуйста” дәреслектәрен сығара , ә 2007 һәм 2009 йылдарҙа Германияла яңы китаптар донъя күрә — төрөк, башҡорт һәм татар телдәре дәреслектәре. Бер төрөк теле буйынса дәреслек баҫылыуы Германияла ғәҙәти эш булмаһа ла, сенсация тип һаналмай. Алмандар илендә башҡорт һәм татар әсбаптарының донъя күреүе иһә бөтөнләй башҡа һәм һис күренмәгән эш: Европала беренсе тапҡыр был телдәр буйынса дәреслектәр яҙылған ине!
Маргарет ханымдың был дәреслектәре хәҙер Германиял а бөтә тюрколог ия институттарындағы татар һәм башҡорт теле курстарының нигеҙе булып һанала.
Маргарет Эрсен-Раш Берлиндан Франкфуртка ҡайтып, ундағы университетта уҡытып пенсияға сыҡҡандан һуң яңы дәрес әсбаптары әҙерләү менән шөғөлләнгән ине, әммә ҡаты ауырыу сәбәпле, был эш туҡтап ҡалды. Ул 2017 йылдың 25 июлендә Франкфурт ҡалаһында 75 йәшендә вафат булды.
Минең тормошомда Маргарет ханымдың роле бик ҙур ине: ул булмаһа, бәлки, төрөксә лә, башҡортса һәм татарса ла өйрәнмәҫ инем. был өлкәлә ҡаҙаныштарым да юҡ түгел: өс телдә күп кенә мәҡәлә яҙҙым, егерме биш йыл инде башҡорт һәм татарҙар менән аралашам.
Кешенең вафаты һәр ваҡыт оло ҡайғы, әммә Маргарет Эрсен- Раштың вафатынан һуң минең өсөн бер йыуаныс бар: донъяла уны онотмаған дуҫтары, уны хәтерендә һаҡлаған кешеләр йәшәй — Башҡорттар илендә. Йәне йәннәттә булһын уҡытыусымдың!