Әммә «Ватандаш»тың 2018 йылдағы беренсе һаны тышлығында «Где и сколько нас читают» тигән күҙгә ташланып торған мәғлүмәттәр менән танышҡас, ошо хатымды яҙырға булдым. Аңламаҫлыҡ бындай вайымһыҙлыҡтың сиге бармы икән? журналға республикабыҙҙың бик күп ҡала, райондарында яҙылыуҙың бик насар, юҡ менән бар араһындағы торошон күҙ уңында тотам.
Эйе, ҡыҙғанысҡа, бөтә гәзит- журналдарҙың да тираждары һуңғы йылдарҙа шаҡтай кәмене. Бының төп сәбәптәренең береһе башҡа мәғлүмәт сараларының, бигерәк тә интернеттың, ғәжәп тиҙлек менән йылдам үҫеүе булһа, икенсенән, беҙҙең капитализм өйрәткән баҙар иҡтисады, идеологияһыҙ дәүләттә йәшәргә маташыуыбыҙҙа.
«Ватандаш» тураһында һүҙемде дауам итеп шуны әйтер инем: унда, башҡа күп баҫмаларҙан айырмалы рәүештә, мәҡәләләр башҡорт телендә генә түгел, урыҫ телендә лә баҫыла. Йәғни журналды бөтә күп милләтле республика халҡы ла уҡый ала. Икенсенән, журналдарҙы, гәзиттәрҙән айырмалы, һаҡларға, файҙаланырға уңайлы. Мин үҙем «Ватандаш»ты тәүге һаны донъя күргән 1996 йылдан бирле даими алдырам һәм бөгөнгө көнгә тиклем һаҡлайым. Һәр йылдағы 12-се һанынан, кәрәк икән, 21 йыл осоронда нәшер ителгән 250-ләп журналда баҫылған мәҡәлә, яҙмаларҙы тиҙ генә табып була.
Уҡый башлаһаң, журналдан айырылып булмай. «Ватандаш» — илебеҙ, Башҡортостаныбыҙ өсөн айырыуса ҡатмарлы, ҙур үҙгәрештәр кисергән, яуаплы осорҙарҙың йылъяҙмаһы . Журналдың тәүге баш мөхәррире Ғайса Хөсәйенов етәкселегендәге мөхәрририәт, 24 иң арҙаҡлы шәхестәребеҙ ҙ ә н торған кәңәшселәр ҡоро «Ватандаш»ты халҡыбыҙға хеҙмәт итергә оло юлға сығарған. Уның тиражы 1997—2005 йылдарҙа 6100—6470 данаға еткән. Был күрһәткес 2010 йылда 4000, 2015 йылда — 1980, хәҙер 1220 данаға тиклем төштө.
Бындай хәлде юғарыла әйтеп киткән сәбәптәр менән генә аңлатһаҡ, минеңсә, дөрөҫ булмаҫ. Сөнки бөгөн дә, күреүебеҙсә, «Ватандаш» журналын алдырыусылар һаны Баймаҡ районында — 54, Нефтекама ҡалаһында — 42, Ҡырмыҫҡалы районында — 31. Белорет ҡалаһы, Бөрө, Тәтешле, Краснокама, Әлшәй, Туймазы райондарында, Сибай ҡалаһында 20 дананан күберәк алдыралар.
Ә бына Октябрьский ҡалаһында, Стәрлетамаҡ районында журналға яҙылмайҙар. Мәсетле, Дыуан, Ҡыйғы, Балтас, Бүздәк, Ғафури, Бөрйән, Федоровка райондарында журналды алдырыусылар һаны 1—2-нән артмай. Ҡыҙғанысҡа, шундайҙар и с ем л е г е н ә Стәрлетамаҡ (2 дана), Салауат (1 дана) ҡалалары ла инә. Баш ҡалабыҙ Өфөлә 14 мең самаһы кешегә бер журнал тура килә. Бындай хәлде нисек аңлатырға? Был ҡала, райондарҙа мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары, дәүләт, муниципаль органдарының тармаҡлы структуралары юҡмы? Әгәр ҙә уҡыу йорттарының, китапханаларҙың һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларының республика буйынса дөйөм һанын килтерһәк, ул унлап меңгә лә етер. Әгәр ҙә уларҙа эшләгән уҡытыусыларҙы, мәғариф, башҡа учреждениелар хеҙмәткәрҙәрен дөйөмләштереп һанаһаҡ, башҡа тармаҡтарҙа эшләп йөрөгән зыялыларыбыҙҙы ҡушһаҡ, был һан йөҙләп меңгә лә етер.
Нисек инде уҡыу йорттарында, китапханаларҙа «Ватандаш» журналы юҡ?
Матбуғатҡа яҙылыуҙа шәхсән кешеләргә ҡағылһаҡ, «аҡса юҡ, етмәй» тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Был халыҡтың байтаҡ ҡына өлөшө өсөн ысынбарлыҡ, ысынлап та, эш хаҡы түбән. Ләкин бик күптәр өсөн был хәҙер ғәҙәткә ингән һылтау ғына. Йылына 3—4, йә булмаһа 2—3 дана гәзит-журналға яҙылыу өсөн күпселегебеҙ аҡса бүлә ала, хәйерсегә лә әйләнмәйбеҙ. Ҡыҙғанысҡа, дөрөҫлөк шунда, беҙҙең үҙаңыбыҙ, мәҙәни кимәлебеҙ, рухи ҡиммәттәребеҙ емерелә, юҡҡа сыға. Беҙ аҡса, матди донъя ҡолона әйләнәбеҙ. Яҡшы, заманса йәшәүгә ынтылыу ул тәбиғи хәл, беҙҙе алға этәргән көс. Тик рухиәт донъяһын, беҙҙе кеше иткән ҡиммәттәрҙе былай юғалтһаҡ, беҙҙең балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ кем булыр һуң? Ниңә беҙҙең йәмғиәтебеҙҙә ошондай кире күренештәр нығына, нисек был күренешкә ҡаршы торорға? Беҙҙең йәшәү рәүеше, тормош ҡағиҙәләре закондар менән генә билдәләнмәй, уны рухи ҡиммәттәр, йәмғиәтебеҙ идеологияһы (был һүҙҙән ҡурҡмайыҡ) көйләй.
Беҙҙе донъяла иң күп уҡыусы ил кимәленә күтәргән совет власы осоронда матбуғаттың йөкмәткеһе генә түгел, күпме таратылыуы ла билдәләнде. Әммә хәҙер заман башҡа, заң башҡа, тигәндәй, донъя икенсе, тик үткәндәге тәжрибәне лә оноторға ярамай. Дөрөҫ, әле лә матбуғат таратыуға ҡағылған күрһәтмәләр (план, задание) бирелә. Әммә улар йәмғиәт ҡиммәттәрен сағылдырмай, уларҙың үтәлеше лә үҙ ағышына ҡуйылған, бер ниндәй ҙ ә яуаплылыҡ төшөнсәһе лә юҡ. Мин был таяҡтың башын ҡала, район хакимиәттәре башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙарына йүнәлтер инем. Әйтергә кәрәк, ҡыҙғанысҡа, күп етәксе хеҙмәткәрҙәр, шул иҫәптән дәүләт учреждениеларында эшләгәндәр ҙә, гәзит- журналдарға яҙылыуҙа үҙҙәре лә үрнәк күрһәтмәй. Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә бит, ысынлап та, нисек «балыҡ башынан серей» тигән әйтемде иҫкә төшөрмәҫкә.
Бөгөнгө йәмғиәттәге кире үҙгәрештәр бигерәк тә милли матбуғаттың бәкәленә һуға. Шуға күрә республикабыҙ етәкселеге, хөкүмәт органдары матбуғат сараларына тел менән дә, матди яҡтан да тейешле ярҙам күрһәтһен ине. Был уңайҙан, минеңсә, йылына бер-ике тапҡыр район, ҡалаларҙың хакимиәт башлыҡтарының социаль мәсәләләр буйынса урынбаҫарҙары йыйылып, матбуғатҡа ҡарата төплө һөйләшеү, аныҡ бурыстар, яуаплылыҡ тураһында һүҙ алып барһа, ыңғай үҙгәрештәр көттөрмәҫ ине.
Матбуғат — йәмғиәтебеҙҙең булмышы, халҡыбыҙҙың йәшәү, рухи ҡиммәттәре һағында торған мөһим көс . Әҙәбиәте беҙҙең сығанағы ла гәзит-журналдарҙа, тимәк, матбуғатты яҡлау, һаҡлау әҙәбиәтебеҙҙе лә һаҡлау тигән һүҙ.
Был уңайҙан аҡыл эйәһе Ризаитдин Фәхретдиновтың һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек: «Әҙәбиәтһеҙ халыҡ — үлек. Үҙ әҙәбиәтен онотҡан халыҡ үлемгә дусар ителгән».
Ошо юлға төшмәҫ өсөн бергәләшеп барыһын да эшләйек, ватандаштар!
Рәсәй, Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы