1972 йылда Сибай педучилищеһын тамамлағас, мин Сораман башланғыс мәктәбендә эш башланым. Беҙ, ике йәш ҡыҙ, Баймаҡтан килгән Нәсимә Заһиҙуллина менән, йәмәғәт эштәре уртаһында ҡайнап йәшәйбеҙ. Бер рәттән, ололарға ла ярҙам итеү маҡсатында, балалар менән “Тимур командаһы” ойошторабыҙ. Ә оло кешеләрҙең һөйләйһе хәбәрҙәре күп. Бигерәк тә Ишмөхәмәт атлы егеттең уҡып ҙур кеше булыуы, йәш кенә булыуына ҡарамай, боронғолоҡ мәктәбен ҡыуыуы, онотолған уйындарҙы, халыҡ ижадын өй беренсә йөрөп туплауы тураһында маҡтап телгә алалар.
Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов ауылдаштары менән
Ишмөхәмәт Ғилметдин улы менән танышыу көтөлмәгән шарттарҙа килеп сыҡты. 1973 йылдың февраль айында ауыл йәштәре, бер нисә әүҙем оло пар менән берлектә, спектакль ҡарарға тип, трактор арбаһына тейәлешеп Наурыҙ ауылына юлға сыҡҡанбыҙ. Һалҡындан һаҡланыу өсөн ҡайһы берәүҙәр толоп-тундар ҙа алған. Ҡышҡы сасҡау һыуыҡ тип тороу юҡ, барыһының да күңелдәре көр, кәйефтәре күтәренке.Үҙ-ара мәрәкәләшеп көлөшөп тә алалар. Буласаҡ тормош иптәшем Зиннур менән минең яңы ғына танышып, дуҫлашып йөрөгән саҡ. Шуға беҙгә төрлөсә шаяртып һүҙ ҡушалар. Айырыуса беҙҙең артта ултырған ят егет хәтәр ҡылана. Зиннур менән минең башты бер-беребеҙгә яҡын килтерә лә, тиҙ генә толоптоң осо менән ҡаплай ҙа ҡуя. Үҙенә күрә бер тамаша. Ирекһеҙҙән, барыһының да күҙҙәре беҙ ултырған яҡта. Был мәҙәк бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Етмәһә, үҙе килендән һалдырғас, түҙер әмәлем ҡалманы, артҡа әйләнеп, тегегә ҡулым менән киҙәнәйем тиһәм, янымда ултырған апай шыбырлап өлгөрҙө: “ Ишмөхәмәтбит… ” Ипләберә к ҡарайым әле, тип башымды бороуым була, йәнә толоп эсенә сумам… Аптырауға ҡалдым: шундай ҙур кеше спектаклде Өфөлә лә ҡарай ала бит, ә үҙе беҙҙең менән бергә трактор арбаһында китеп бара. Тыуып үҫкән йортон, әсәһен, туғандарын һағынған егеттең ялға ғына тыуған төбәгенә ҡайтыуы икән. Шулай зыҡ ҡубып Наурыҙға барып еттек.
Ул ваҡыттарҙа мәктәп 8 йыллыҡ ҡына булһа ла, заманынд а оло эштәр атҡарҙыҡ. Уҡытыу-тәрбиә эше, кластан тыш эштәр ауылдағы мәҙәни саралар менән бергә үрелеп барҙы. Мәүлит Ямалетдинов, Рәсих Лоҡманов, Рәйҙә Мөхәмәтйәрова, Абдулла Солтанов, Дим Мәннәнов менән әлдән-әле осрашыуҙар үткәрә килдек. Ә инде, Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов ҡайтҡан, тигән һүҙҙе ишетеп кенә ҡалайыҡ — тиҙ генә халыҡты клубҡа йыйып, уның ҡатнашлығында йылы осрашыуҙар ойошторабыҙ. Халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бихисап: сәйәси хәлдәрҙән алып, сит планетанан килгән вәкилдәр темаһына тиклем барып етәбеҙ. Белемле, аҡыллы кеше булараҡ, аудитория менән эшләп өйрәнгәне күренеп тора — түҙемле, сабыр ғына итеп барыһына ла яуап ҡайтара, кәңәштәрен бирә. Алтын юбилейын Учалы ҡалаһында билдәләгәс, ҡәләмдәштәре менән мәктәпкә килделәр. “Балалар уйындары” тип аталған китабы буйынса әҙерләнгән фольклор сығышы ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. “Аҡ тирәк, күк тирәк”те уйнағанда уҡыусылар авторҙы ла сәхнәгә саҡырҙы. Кескәй генә сәхнәне бер итеп, оло кешенең бала сағына әйләнеп ҡайтҡандай гөрләшеп уйнауы үҙе бер һоҡланғыс күренеш ине. ағаһы кеүек, ҡустыһы Хәйҙәр ҙә бала йәнле кеше булды. Ағайҙың фатиры алдында — балалар баҡсаһы, балалар урамда йөрөгәндәрендә, ағалы-ҡустылы балконға сығып, ҡурайҙа һыҙҙыралар икән. Шул рәүешле, бәләкәстәргә бушлай концерт күрһәтәләр.
Ишмөхәмәт Ғилметдин улы тормош иптәше Светлана Ишбулды ҡыҙы менән бергәләп ауылға әллә ни йыш ҡайта алмаһалар ҙа, оло байрамдарға, төрлө сараларға килергә ваҡыттарын тапты. Район, ауыл күләмендәге һабантуйҙарҙан ҡалманылар. Ауылда мәсет асылыу тантанаһында ла, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамында ла ҡатнаштылар. Ағай үҙе әйтеүенсә, тыуған еренә аяҡ баҫыу менән ул тәүҙә ата-әсәһе ерләнгән зыяратҡа күҙ һала... Шунан аҙаҡ туғандарҙың хәлен белешәләр. Тәүҙә улар Ғамир ағаһы менән Зөлҡәғиҙә еңгәһе йәшәгән йортҡа төшә. Эҫе мунсанан һуң бер-береһен һағынған ағалы-ҡустылы төнө буйы һөйләшһәләр ҙә, һүҙҙәре бөтмәй. Ғөмүмән, Ғәләүетдиновтар йорто ҡунаҡтан өҙөлмәне. Бында Ғайса Хөсәйенов, Ҡәҙим Аралбай, Шәүлиә Зөлҡәрнәева, Рәшит Шәкүр, Тайфур Сәғитов һәм тағы бик күптәр ҡунаҡ булып китте. Иртәгәһенә Светлана еңгә менән Ишмөхәмәт ағай парлашып Мәрйәм еңгәләренең хәлен белергә бара. Мәрйәм әбей әйтеүенсә, тәнәйен сабый сағынан үҙе тәрбиәләшкән. Шунан беҙ йәшәгән йортҡа һуғылалар. Был тәртип бик һирәк кенә үҙгәртелә ине. Хәл-әхүәл һорашып, мәктәп тормошо, йәмәғәт эштәренә байҡау яһалғас, ағайыбыҙ минең яҙмалар менән ҡыҙыҡһына (музей материалдары әрәм булмаһын тип, хаҡлы ялға сығыу менән аймаҡтар тарихы, уларҙан таралған нәҫелдәр тураһында китап яҙыуға тотонғайным). Яҙғаныңда кәрәге тейер, тип, үҙе менән алып килгән ҡулланмаларын миңә тапшыра. Ирәмәлгә сәйәхәт ҡылғандан һуң Тайфур Сәғитов менән беҙ йәшәгән йортҡа туҡталғайнылар. “Мәшһүр тау башына менеп етеп, боронғо “Урал” көйөн һыҙҙырҙым”, — тип ғорурланып һөйләгәне һаман хәтерҙә. Мәктәп директоры Урал Абдулла улы менән Өфө ҡалаһында интернатта бергә уҡығандар икән. Ике дуҫ осрашһалар, йәнә Зиннур ҙа уларға ҡушылһа, бер-береһенән тиҙ генә айырылырға теләмәйҙәр, йоҡламай, төн буйы һөйләшеп сығалар. “Сораман ауылы тарихы һәм шәжәрәләре” тип аталған китапты тикшергәс, ҡайтанан миңә эшкәртергә биргәйне. Төҙәтмәләр индереп, уның йөкмәткеһен яңы мәғлүмәттәр менән тулыландырҙым. Унда Ғәләүетдиновтың иҫке төрки телендәге яҙма ҡомартҡыларҙы һаҡлап алып ҡалыуы тураһында һүҙҙәр ҙә бар. Ошо турала Фәрит Нәжип улынан (1950—2016) яҙып алғайным. Уның һөйләүенә ҡарағанда, мәсет емертелгәс, олатаһы Ағзам Шәрипов, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла, төнөн йәшерен рәүештә ҡулъяҙма һәм башҡа дини китаптарҙы үҙенә алып ҡайта. Өй ҡыйығының кәрнизенә шыплап һалғас, өҫтөн таҡта менән ҡаплап ҡуя. Бары төндәрен генә Әүхәҙи Мамилин тигән бабай менән әлеге китаптарҙы йәшертен генә уҡый. Бәхеткә күрә, изге ҡомартҡыларҙың артабанғы яҙмышы хәйерле була.
Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың хеҙмәттәштәре “Тиләү” музейына килеп китте
1970 йылда сәсәндең ейәне Фәрит Нәжип улы Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов менән армиянан ҡайтҡанда юлда осраша. Бер-береһен һағынған ауылдаштарҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Тора-бара, Ағзам олатаһынан ҡалған, бөгөнгө көндәрҙә лә Бәҙерниса әзәһе йәшәгән йорттоң ҡыйығында һаҡланған боронғо тарихи китаптарға ла сират етә. Башҡорт дәүләт университеты студенты Ишмөхәмәт китаптарҙы үҙе менән Өфөгә алып китеп, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фондына тапшыра.
Профессорҙың күптәргә ярҙамы тейҙе. Ауырып, сырхау хәленә ҡалғандар ҙа уға мөрәжәғәт итте. Донорҙар табып, ауыр хәлгә тарыусыларға ярҙам ҡулы һуҙҙы. Баш ҡалала абруйы булғанлыҡтан, һүҙе ҡайҙа ла үтемле булды. 1998 йылда ауылыбыҙҙа музей асыу ниәте менән Өфөгә ағай янына барҙыҡ. Ул ата-әсәһенән тороп ҡалған йортон мәктәпкә тапшырып, уны файҙаланырға рөхсәт бирҙе. Исемен нисек атарға икән, тип баш ватабыҙ. “Әбйәлилдә “Күбәләк” музейы бар, ә беҙҙеке “Тиләү” булһын”, — тине ул. Байтаҡ йылдар музейыбыҙ уңышлы ғына эшләп килде. Район башлығы Әлим Сәлихов етәкселек иткән дәүерҙә музейҙы яңыртырға тигән тәҡдим булды. Тиҙҙән өр-яңынан бурап, уны күтәреп тә ҡуйҙылар. Әммә, көрсөк килеп тыуыу сәбәпле, тарихи үҙәк бер нисә йыл эшләмәй торҙо. Беҙҙән бигерәк ағайыбыҙ был хәлде ауыр кисерҙе. Шөкөр, Амангилде ауылы хакимиәте башлығы Ләлә Сәғитйән ҡыҙы Лутова булышлығында яңыртылған бина ҡабаттан үҙ ишеген асты. Ағайыбыҙҙың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ…
Ишмөхәмәт ағай вафат булғандан һуң бер генә тапҡыр төшөмә керҙе. “Килен, күлдәгемде йыуып бир”, — тине. Ҡараһам, зәңгәрһыу төҫлө күлдәктең яғаһы саҡ ҡына керләнгән. Йыуған һыуым һис тә бысранманы. Тап-таҙа, үтә күренмәле көйөнсә ҡалды. Яҡшыға юраным. Әле бынан бер нисә йыл элек кенә ул мәктәпкә туғандарын йыйғайны. Коллектив менән беҙ аш-һыу яраштырҙыҡ. Ата- әсәһенең, һеңлеһенең рухтарына аят мәжлесе үткәрҙек. Хәҙерге көндә уның яҡты рухына аяттар бағышлайбыҙ… музей алдына таҡтаташ ҡуйҙыҡ.