Мәсьәлә уҡыусыларыбыҙға асығыраҡ булһын өсөн, туранан-тура башҡорт халҡы һәм ғәскәрҙәренең совет яғына сығыу көндәрен яҙмаҫтан элек, Башҡортостан автономияһын башлап ойоштороу көндәренә бер ни тиклем туҡтап китеүҙе тейешле таптым.
[19]17-се йыл Рәсәй монархияһы емерелгәс, унда йәшәгән эшсән ялпы (масса) азатлыҡ көрәш майҙанына ынтылған миҙгелдә, алпауыт-байҙар власын ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышҡан аҡһөйәктәр, төрлө саралар күреп, контрреволюцион ҡуҙғалыштарын көсәйтергә алтын-көмөштәрен түгәләр, ҡарауыл ҡысҡыралар ине.
Мосолман буржуазияһы ла был эшкә ике ҡуллап йәбеште. Бөйөк ислам флагы аҫтында бөтә төрөк ҡәүемдәрен берләштереп, дин, ислам исеме менән эшсәндәрҙең синфи файҙаларынан күҙ йомдорорға тырышалар ине.
Мәскәүҙә йыйылған беренсе мосолман съезы, Өфөләге милләт мәжлесе, башҡа шуның кеүек ваҡ милли һәм хәрби ойошмалар бая юғарыла әйткәндәрҙең дөрөҫ копиялары ине.
Инде Башҡортостан автономияһына килһәк, ул, быларҙың береһе менән дә аңлашырлыҡ уртаҡ тел тапмай, төрлөгә сайҡалып, иҫе китте.
Мәскәү съезында уҡ башҡорт вәкилдәре айырым фракция ҡороп: «Башҡорт — айырым милләт, уның илендәге тәбиғи байлығы, ере, һыуы, урманы, ыҙан-йолаһы менән башҡа милләттәрҙән бөтөнләй айырыла. Шуның өсөн башҡорт халҡы милли һәм ерле мохтариәткә1 эйә булған айырым хөкүмәт төҙөргә тейеш», — тинеләр.
Мәскәү съезынан ҡайтҡан башҡорт вәкилдәре, баштарында Сәғит Мираҫов, Зәки Вәлиди булған хәлдә, бергәләшеп Ырымбурҙа ваҡытлы башҡорт бюроһы төҙөнөләр.
Бюроның эше — ашығыс рәүештә башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә автономия алыуға әҙерлек күреү, съезға әҙерләнеү, ил араһына агитаторҙар сығарыу, аҡса туплау, ерле автономияның әһәмиәтен аңлатыу булды.
Башҡорттар араһында автономия алыуға ҡыҙыу-ҡыҙыу ойошоуҙар башланды, башта уҡ ауыл муллалары, кулактары, зыялылары араһында, эш башына менеп алып, боронғо иҫке кантонлыҡтарҙы ҡайтарыу уйҙары майҙанға килде.
_____________
1 Мохтариәт – ирек, бойондороҡһоҙлоҡ; үҙидара.
Берҙән, бәғзе башҡорттар, татар менән башҡорттоң айырылышыуына бер мәғәнә лә бирә алмай, «ул мөмкин булған эш түгел», тиҙәр. Икенсенән, татар буржуазия матбуғаты ҡоторонҡо рәүештә башҡорт автономияһына ҡаршы кампания асты. «Башҡорт автономияһы хыялдан ғибәрәт бер ҡоро уйҙырма, милләт берлеге кәрәк», — тип, мөртәт социалист Ғаяздың «Ил»е, Фоаттың юрған ҙурлығында сыға торған «Ҡоролтай»ы, миллионер Рәмиевтарҙың ҡул аҫтында сыҡҡан Фәтих Кәримовтың «Ваҡыт»ы, Өфө капиталисы Ғибаҙулла Ғосмановтың «Тормош» вә башҡа быларҙың йырын йырлаусы гәзитәләрҙең һәр номерында тип әйтерлек башҡорт автономияһына ҡаршы фекер таратыуҙарын уҡый инек, ана ул тарихи документтар татар милләтселәре, татар буржуаһының башҡортҡа ҡараштарын асыҡ әйтәләр.
Ваҡытлы башҡорт бюроһы, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, алға алған эшен дауам иттерҙе. Шул рәүештә башҡорттар йәшәгән Ырымбур, Һамар, Пермь, Өфө губерналарында төбәк Шуралары ойоштороп, айырым эш күреүгә әҙерлек яһаны.
Ваҡытлы бюро тарафынан бер ни тиклем әҙерлек күрелгәс, 19 июлдә беренсе башҡорт съезы саҡырылды. Съезға Ырымбур, Һамар, Пермь һәм Өфө губерналарында йәшәгән башҡорттарҙан барлығы 70 вәкил ҡатнашты.
Вәкилдәрҙең хәйәтен тикшереп ҡараһаң, 95% ауыл муллаһы, мәзине, зыялы һәм бик аҙ ғына һан фронттан ҡайтҡан һалдаттарҙан ғибәрәт.
Съезда ҡаралған мәсьәләләр: 1) Ваҡытлы башҡорт бюроһының доклады; 2) Башҡортостан идараһы; 3) Мәхәлли идаралар; 4) Ғәскәри тәшкиләт; 5) Һуғышҡа ҡараш; 6) Ҡыҙ-ҡатындар мәсьәләһе.
Съезд биш көн буйы талаш-тартыш менән дауам итеп, нәүбәткә ҡуйылған мәсьәләләрҙә айырым-айырым ҡарар сығара. Съезда ҡаралған мәсьәләләрҙә айырым сығарылған ҡарарҙар, төрлө документтар тулы рәүештә булһа ла, мәҡәлә бик оҙонға китмәһен тип, ҡарарҙарҙың бәғзе бер пункттарын ғына күсереп китәм.
Инде йөмһүри хөр3 Рәсәйҙә был ерҙең башҡа милләттәр опекалығынан сығыуы лазим4. Иҡтисади, сәйәси һәм рухани йәбер-золомдарҙың яман нәтижәләренән ҡотолоуы һәм һәммә урта төркиҙәргә ғам5 булған милләтте һаҡлауы, уның үҙ Ватаны милли даирәлә тәрәҡҡи6 табыуы мотлаҡ уның ошо үҙенең Тыуған иленә тамам хужа булмағына һәм шәреҡ вә шәрҡи йәнүби7 тарафтарындағы ялпаҡ төрки ҡәбиләләренә ҡушылып, милли, сәйәси мохтариәт алмағына бағлай».
Ошо юғарылағы әсастарҙы8 ҡабул итеп, башҡорттарҙың мохтари бер хөкүмәт булып йәшәүҙәрен тейеш таба: был турала кәрәкле материалдарҙы табып эшкә керешеүҙе Мәркәз Шураға9 тапшыра.
_______________
2 Ғасыр – быуат.
3 Хөр – ирекле, азат.
4 Лазим – зарур, тейеш.
5 Ғам – дөйөм, ғөмүми; ябай халыҡ.
6 Тәрәҡҡи – алға китеш, прогресс.
7 Йәнүби – көньяҡ.
8 Әсас – нигеҙ, база.
9 Мәркәз Шура – Үҙәк Совет.
Төрлө халыҡтар менән уратып алынғанлыҡтан, милли, мал аҫыраусылыҡ ихтыяждарын башҡаларҙыҡы кеүек үтәй алмайҙар. Шуның өсөн башҡорт волостары үҙҙәренә айырым район земстволарына бүленеү, әгәр мосолман булмаған милләттәр араһына ҡушылып китһәләр, мосолман эштәре заиғ10 буласаҡ. Шул сәбәпле, айырым волость, айырым төбәктәр төҙөп, бөтә эштә һәм һайлауҙарҙа айырым эш итергә тырышыу вә башҡалар (ҡыҫҡаса).
Бынан һуң Мәркәз Шураға 13 кешенән ғибәрәт ағза һайлап, бюроға
1. Ғариф Мутин, 2. Шәриф Манатов, 3. Сәғит Мираҫов, 4. Илдархан Мутин, 5. Усман Ҡыуатов һайланалар.
Съезға килеүселәр һәм сығарылған ҡарарҙар Мәркәз Шураның ниндәй юл менән барыуын тәғәйен итә. Бөтә мәсьәлә мосолманлыҡ, милләтселек ноҡтаһынан ҡаралып, эшсе-крәҫтиән халҡының көслө ярҙамсыһы Рәсәй пролетариаты, революция миҙгелендә ниндәй юл тота, сәйәси партияларҙың көстәрен тикшереү юҡ. Ҡыҫҡаһы, мәсьәләне милли һәм мосолманлыҡ яғынан ғына тикшерәләр.
Шул юлда эштәрҙе киңәйтеберәк эшләү өсөн Өфөлә яңынан 2-нсе башҡорт съезы йыйнарға әҙерлек күрелә.
2-нсе башҡорт съезы 25-нсе авгусҡа Өфө ҡалаһында йыйнала. Съезға йыйналған вәкилдәр шул уҡ 1-нсе съездағы кеүек.
Ҡаралған мәсьәләләр: 1) Мәркәз Шураның эше тураһында доклад. 2) Учредительный собраниеға һайлауҙар. 3) Башҡортостандың идараһын асыҡ билдәләү. Был мәсьәләләр тураһында шул уҡ беренсе съездағы кеүек бер мәғәнәлә ҡарарҙар ҡабул ителгәнлектән, был урында күсереп тормайым.
Мәркәз Шураға яңынан ун ике ағза һайлап, түбәндәге кешеләрҙе урындарға билдәләйҙәр: 1) Мәркәз Шураға рәйес — Шәриф Манатов; 2) Урынбаҫар — Зәки Вәлидов; 3) Яҙыусы Шәйехзада Бабич; 4) Малиә эштәренә11 Мөхәммәт Дәүләтшин (мулла).
________________
10 Заиғ – файҙаһыҙ; юғалтыу.
11 Малиә эштәре – аҡса эше; мал-мөлкәт эше.
Өфөлә Мәркәз Шура эштәрен алып барыусы секретарь Фәтхи Әхмәҙуллин. Силәбегә Нури Таһиров, ер һәм мал эштәрендә Салах Аҙнағолов, статистика эштәренә Муса Смаҡов һайланалар.
Һайланған Мәркәз Шураға башҡорт илендә өндәү, ойоштороу эштәрен башҡарыу, учредительный собраниеға башҡорттарҙан тейешле кандидаттарҙы үткәреү, урындарҙа төбәк Шураларын нығытыу, ойошмаған ерҙәрҙә төбәк Шураларын ойоштороу эштәре тапшырылалар.
Бәғзе урындарҙа, төбәк Шуралары ойошоп бөтмәгән ерҙәрҙә, ашығыслыҡ менән төбәк Шуралары ойошторорға бөтә көстәрен түгәләр.
Хатта Мәркәз Шураның бер хитапнамәһендә: «Ноябрь башына тикле төбәк Шура ойоштороп бөтмәгәндәрҙе башҡорт илен, тупраҡлы мохтариәтте яҡлау, ер-һыуҙы һаҡлау фекеренә ҡушылмағанға хисапларға мәжбүр буласаҡбыҙ», — тип яҙылған. Был миҙгелдә Шураның иң мөһим эштәренән: учредительный собраниеға вәкилдәр һайлатып, шулар арҡылы башҡорт автономияһын учредительный собраниенан тәсдиҡ иттереп12 алып ҡалыу — бөтә өмөттәре шуға бәйләнгән (учредительный собраниеға һайлау нәтижәләре тураһында материалдар булһа ла, был урында яҙыуҙы артыҡ күрҙем).
Мәркәз Шураһы тарафынан башҡорт илдәрендә бер аҙ әҙерлек күрелгәс, бигерәк тә Рәсәйҙең мәркәз ҡалаларында власть большевиктар ҡулына күсеп, совет власының ваҡ милләттәргә таратҡан «Бөтә ваҡ милләттәргә үҙ илдәрендә киң ирек, теләһәләр айырым хөкүмәт төҙөрҙәр», — тигән хитапнамәләре Башҡортостандың учредительный собраниеға йыйналған аҡһөйәк алпауыт малайҙары, поп, муллаларҙан булған вәкилдәренең Башҡортостанды учредительный собраниенан тәсдиҡ иттереп алыу хыялын юҡ итте, күккә осорҙо. Шулай уҡ: «Тупраҡлы мохтариәт һорауға иртә әле, мосолмандарҙы айырыу ярамай», — тигән татар буржуаһының мыңғырашыуҙары ла сүп булып ҡалды.
Был миҙгелдә башҡорт Мәркәз Шураһы туранан-тура, берәүҙән дә һорамаҫтан, 15-нсе ноябрҙә, Башҡортостан автономиялы бер хөкүмәт, тип иғлан итәләр.
Мәркәз Шураһы тарафынан был турала төрлө ҡалаларға, шул йөмләнән Ленинға, телеграм да бирелә. Ләкин Ленинға биргән телеграм телеграфта тотолоп, Ырымбур комиссары (ваҡытлы хөкүмәт тарафынан ҡуйылған) Архангельскийға тапшырыла. Ленинға ебәрелмәй ҡала.
Был хәбәр Ырымбур милли ойошмаларына ирешеп, тағы бик күп талаштарға сәбәп була. «Башҡорттар большевиктар менән эш итәләр», тигән хәбәрҙәр тарала.
Был турала Ырымбур гәзитәләренең берәүһендә Архангельскийҙың ошо иғланы баҫылып сыҡты (21-нсе ноябрҙә сыҡҡан гәзитәлә): «Башҡорт Мәркәз Шураһының рәйесе Шәриф Манатов Өфө, Ырымбур, Һамар, Пермь губерналарында башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙе Рәсәй йөмһүриәтенең мохтари ҡисымы13 итеп иғлан итә. Шул турала ул төрлө ҡалаларға телеграм биргәнен Ырымбур халҡына иғлан итәм: Ырымбур ҡалаһының мосолман ҡәүеменең башҡорт Мәркәз Шураһы тарафынан ҡылынған был эшкә һис мөнәсәбәте юҡ, мосолман һәм милли виләйәт Шураһы һәм хәрби комитет тупраҡлы йөмһүриәт иғлан итеүгә ҡушылмайҙар. Виләйәт милли Шураһы һәм хәрби комитет икенсе фекерҙә булып, фәҡәт ерһеҙ мохтариәт кенә талап итәләр. Был турала виләйәт милли Шураһы һәм хәрби комитет вәкилдәре миңә хосуси хәбәр бирҙеләр, шулай итеп Ырымбур ҡалаһының мосолман ҡисымы һәм уға юлбашсылыҡ иткән виләйәт милли Шураһы Ырымбур губернаһының айырым бер ҡисымының бындай хөкүмәттән айырым эш ҡылыуҙарына һәм шул йөмләнән Ленин менән мөнәсәбәттә булыуҙарына яман күҙ менән ҡарайҙар. Ырымбур губерна комиссары Архангельский».
_____________
12 Тәсдиҡ иттереү (итеү) – раҫлатыу (раҫлау).
13 Ҡисым – бүлек.
Мәркәз Шураһы Башҡортостан автономияһын иғлан иткәс тә, башҡорт халҡының учредительный собраниеһын йыйнауға ашығыс сара күреп, декабрь айында ҡоролтай йыйнарға ҡарар итте.
[19]17-нсе йыл һигеҙенсе декабрҙә (иҫкесә) Ырымбурҙа беренсе башҡорт ҡоролтайы йыйналды. Ҡоролтайға Ырымбур, Һамар, Өфө, Пермь губерналарының башҡорттар йәшәгән төбәктәренән вәкилдәр саҡырылды.
Тәбиғи, башҡорт хәрәкәте башланғандан бирле төрлө волость һәм төбәк Шураларында оялап алған муллалар, мәзиндәр, кулак малайҙары бөтәһе һеперелеп, ҡоролтайға вәкил булып һайланып килделәр.
Башҡортостан эсендә бик күп кенә һан тәшкил иткән урыҫ халҡы булһа ла,
15 кенә вәкил килеп, башҡа вәкилдәр килмәгәйне. Тик Ырымбурҙағы татар милли ойошмаларынан ваҡытлы хөкүмәт тарафынан ҡуйылған түрәләр генә кереп-сығып йөрөнөләр.
Ҡоролтайҙа ҡаралған мәсьәләләр: 1) Мәркәз Шураһының хисабы; 2) Башҡортостан автономияһын тәсдиҡ итеү; 3) Идара тәшкиләт; 4) Ғәскәр һәм ситтәр менән мөнәсәбәт вә башҡалар.
Ҡоролтайға бөтә мәсьәләләр алдан әҙерләнеп ҡуйылыу сәбәпле, автономияны тәсдиҡ итеүҙән башҡа мәсьәләләр төрлө секцияларҙа ҡаралып, талашһыҙ үтте.
Тик, автономия тураһында Милли Шура һәм хәрби комитет вәкилдәре тарафынан ҡуҙғатылған ҡаршылыҡтар сәбәпле, байтаҡ тауышҡа, талашҡа сәбәп булдылар. Был урында ҡоролтай ҡарарҙарын айырым күсереп тормайым. Улар айырым рәүештә тикшерелергә тейеш.
Рәсәйҙең мәркәз ҡалаларында бөтә власть эшсе-крәҫтиән ҡулына күсеп, бөтә мәсьәлә совет нигеҙендә ҡоролорға тейеш булғанда башҡорт муллалары, башҡорт зыялылары бөтә ышаныстарын учредительный собраниеға төкәтеп, мәсьәләне синфи һәм материальный яҡтан ҡарауҙы тикшермәйҙәр, бөтә ҡоролтайҙың ҡарарҙары шул уҡ беренсе һәм икенсе башҡорт съезы әйтеп, һыҙып ҡалдырған һуҡмаҡтан барҙы.
Ҡоролтай 22 кешенән ғибәрәт предпарламент ағзалары һайлап, автономия эшен дауам иттереүҙе шуларға тапшыра. Шуның менән ҡоролтай эше бөтә.
Дөрөҫ, башҡорт халҡы араһынан революцияға тиклем бер ваҡыт синфи епкә бәйләнгән һәм синфи мәнфәғәтте күҙәткән көрәш ҡаһармандары булғаны юҡ. Уның бөтә хәрәкәте стихийный рәүештә ҡалҡып, батша золомдарына ҡаршы көрәштән ғибәрәт булған, социаль революцияға энә хәтле лә әҙерлеге булмаған, феодаль дәүерҙе лә үтеп бөтмәгән халыҡтар араһында синфи көрәште башларға уйлаған кеше лә юҡ, етәкселәре лә юҡ. Шуның өсөн башҡорт халҡының 1917-нсе
йылғы ойошмалары ла ғөмүм башҡорт халҡының көнкүрешенә, милли азатлығына төкәлгән сеп-сей милли ойошма, милли ҡуҙғалыштар, тип әйтеп була. Быға ҡеүәт итеп [19]17-нсе йылғы башҡорт Мәркәз Шураһының бер хитапнамәһенән бер-ике йөмләне күсереп китергә мөмкин.
Унда ошолай яҙылған: «Хәҙерге көндә Рәсәйҙә төрлө партияларҙың бик ҡаты көрәштәре бара, сәйәсәт эйәләре төрлө горуһтарға14 айырылып бөттөләр. Башҡорт халҡына ундай айырылыштарға ҡатышып, үҙ-ара һис бүленеү ярамай, был эштәр башҡорт халҡының милли һәм ерле мохтариәтенең донъяға сығыуына ҡаршы буласаҡ. Башҡорт халҡы партия айырылышы кеүек көлкө хәлдәрҙән үҙен ситтә тоторға тейеш, беҙ большевик та, меньшевик та түгел, беҙ — башҡорт», — тиелгән.
Был башҡорт халҡы кеүек, мәҙәни һәм иҡтисади тормошта артта ҡалған, буржуазияның тауар урынындағы ҡолдары хәленә килгән бер милләтте милли азатлыҡ көрәшенә өндәгән ойошмаларҙың күсеү дәүерендәге хеҙмәттәренән һаналырға мөмкин.
Башҡорт халҡының ысын азатлығы кем ҡулында, донъяла ҡайһы партия дөйөм эшсе-крәҫтиән синыфының сәйәси вә иҡтисади хоҡуҡ алыуы өсөн көрәшә, уны тикшергән кеше юҡ, уға кем автономия бирергә вәғәҙә итһә, шул яҡҡа ауыусан, ялан ҡат15, ауан16 башҡорт халҡы бөтөн мәсьәләне башҡортса ғына уйлай ҙа, автономия өсөн кем менән булһа ла берләшеп һуғышырға әҙер тора. Быны оҙон-оҙаҡ һүҙҙәр, дәлилдәр менән күрһәтергә артыҡ урын да юҡ, былар күп тарихи документтар, тарихи ваҡиғалар менән раҫланған, нығытылған.
[19]17-нсе йыл декабрь айында Ырымбурҙа саҡырылған беренсе ҡоролтайҙа һайланып ҡалған башҡорт хөкүмәтенең ҡайһы бер ағзалары (Вәлидов, Мираҫов, Мутин вә башҡалар) [19]18-нсе йыл февралдә Совет армияһы тарафынан Ырымбур алынғас, советҡа ҡаршылыҡта ғәйепләнеп, төрмәгә алыналар. Был башҡорт хөкүмәте ағзаларын азат итеү өсөн кантондарҙан, волостарҙан кулак вәкилдәр килһәләр ҙә, азат ителмәнеләр.
Бынан һуң Ғабдулла Дәүләт һәм Шәфиев иптәштәр ҡулы аҫтында яңы Башревком төҙөлә. Башҡорт илендә эшсе-крәҫтиән хәкимиәте урынлаштырыуға керешелә. Ләкин башҡорт илендә советҡа ҡаршы көслө агитациялар таратыу, яңы ревкомды башҡорттар рәсми хөкүмәт итеп танымаҫҡа ҡаршы. Бигерәк тә, Уралда һуғыштар көсәйеп китеү сәбәпле, эшсе-крәҫтиән власын ойоштороуға ирек бирмәнеләр, ревком оҙаҡ йәшәй алманы, ағзалары таралды.
Шул рәүештә, башҡорт иленең Ҡыҙыл Армия ҡулында булған райондарында советтар төҙөлә, Дутов ҡулында ҡалған райондарҙа ауыл кулактары, муллалары хөкөм һөрә. Башҡорт халҡы араһында яңынан советҡа ҡаршы агитациялар көсәйҙе, «совет башҡорт халҡына автономия бирмәй», — тигән һүҙҙәр күбәйҙе. Ҙур аңлашмауҙарға юл асылды.
Төрмәгә алынған башҡорт хөкүмәте ағзалары шул уҡ йылда апрелдең өсөнсө көнө төндә, казак отрядтары Ырымбурға кереп, мәркәз төрмәлә ятҡан казак офицерҙарын сығарған заманда, Зәки һәм иптәштәре сығып ҡастылар. Шул китеүҙән башҡорт араһында советтан ҡасып, Силәбе яғына барып сыҡтылар.
Себерҙә Колчак бандаһы сығып, чехтар ғәскәре Силәбе, Екатеринбург райондарын алғас, ҡасып йөрөгән башҡорт хөкүмәте ағзалары (башында — Зәки Вәлидов) яңынан башҡорт халҡын советҡа ҡаршы өндәй башланылар.
Уны-быны уйламаған башҡорт халҡы бер ай эсендә башҡорт ғәскәрҙәре төҙөүгә көслө агитациялар таратып, бик тиҙ арала ике полк башҡорт ғәскәре төҙөүгә приказ тараталар һәм чехтарҙан ҡорал алып, ғәскәрҙәрен ҡоралландыралар.
Башҡорт ғәскәрҙәре Силәбе, Златоуст, Верхне-Урал фронттарында Ҡыҙыл армия менән һуғышып, чехтар ғәскәре Ҡазан һәм Һамар ҡалаларын алғас, башҡорт хөкүмәте ике полк ғәскәре менән Ырымбурға күсеп килде.
Мин был мәҡәләнең башындараҡ, башҡорттар буржуа һәм төрлө милли ойошмалар менән аңлашырлыҡ уртаҡ тел таба алманылар, тигәйнем. Ул йөмләләрҙе уҡыусылар: «Әгәр мәсьәлә ул төҫтә булғас, ниңә һуң башҡорт хөкүмәте Дутов һәм Колчакка ҡушылып, советҡа ҡаршы һуғышты?» — тип сөәл17 бирерҙәр. Шуның өсөн был урында аңлатма биреп китеүҙе тейеш таптым.
Башҡорт хөкүмәте совет тарафынан хибескә алынғас18, революция дошмандары — Дутов ялсылары башҡорт халҡына: «Совет власы, Ҡыҙыл армия башҡорттарға автономия бирмәй, ерҙәрегеҙҙе урыҫҡа алып бирә, ислам динен бөтөрә, һис ирек тип ауыҙығыҙҙы астырасаҡ түгел», тигән сеп-сей, ялған һәм көлкө агитацияларға башҡорт халҡы ышанды, быға ниндәй юл менән булһа ла ҡаршы көрәшкә сығырға тырыша, юлдар эҙләй ине. Ул арала Себерҙән чех ғәскәрҙәре килеп сығып, ҡыҙылдарға ҡаршы һуғыша башлағас, ҡасып йөрөгән башҡорт хөкүмәте ағзалары, ҡара агитациялар арҡаһында ҡыҙылдарҙы дошман күргән башҡорт халҡын чехтарға ҡушып, советҡа ҡаршы һуғыш астылар. <...>
Ырымбурға күсеп килгән башҡорт хөкүмәт учреждениелары Карауанһарай бинаһына урынлашып, [19]17-нсе йылғы милли ойошманы яңынан аяҡҡа баҫтырыу, автономияны һаҡлау юлында күберәк башҡорт ғәскәрҙәрен булдырыу сараһына керештеләр.
Ырымбур, Һамар губерналарында йәшәгән башҡорттарҙан 1895-нсе йылдан [18]98 йылда тыуған дүрт йыллыҡ йәштәрҙе19 башҡорт армияһына мобилизовать итеүҙәр башланды. Тиҙ арала 3-нсө һәм 4-нсе башҡорт полктары төҙөлөп, ҡыҙылдарға ҡаршы Орский, Аҡтүбә фронттарына оҙатылалар.
Командирҙар етешмәй, төрлө яҡтан татар аҡ офицерҙар хеҙмәткә саҡырылалар. Ҡорал, кейем юҡ, бер-ике патрон атылһа, көбәгендә патроны иреп ситкә сыҡмай торған «бирдәнкә» мылтығы менән ҡоралланалар, быға ҡарамаҫтан, Дутов ғәскәре башҡорт ғәскәрҙәрен үҙ ҡарамағы менән теләгән фронтына оҙата. Үҙ командирҙарын тәғәйен итә, көндән-көн башҡорт полктарын ҡул аҫтына ала бара.
________________
17 Сөәл – һорау.
18 Хибескә алыу – ҡулға алыу.
19 Ошо йылдар арауығында тыуған йәштәрҙе, тип аңларға кәрәктер.
Башҡорт ғәскәрҙәре бөтә фронттарҙа большевиктарға ҡаршы һуғышта күндәм һәм батырлыҡтарын күрһәтһәләр ҙә, Дутов Һамарҙағы учредилка менән берләшә, казачий ғәскәрҙәренә ҡушыу яйын ҡарай.
Был хәл Себерҙә Колчак хөкүмәте көсәйгәс, асыҡтан-асыҡ башҡорт ғәскәрҙәрен ҡоралһыҙландырыу йәки казачий полктарына ҡушып, айырым башҡорт армияһын бөтөрөү, таратыу сараларын күрәләр, азатлыҡ теләп сыҡҡан башҡорттар ғәскәрҙәре менән генералдар ҡулына күсә бара.
Башҡорт егеттәре был хәлде күреп тик ятманылар, Зәки Вәлидов төрлө юлдар менән казактарҙан ҡорал, кейем алып, большевиктарға ҡаршы һуғышты дауам иттереүгә тырышһа ла, тормош, хәҡиҡәт хәл бының киреһенә тарта. Зәкиҙең үҙ һүҙлелегенә ҡушылмаған башҡорт егеттәре, башҡорт халҡының азатлығы большевиктарға ҡушылыу менән генә булыуына ышанғайнылар.
Колчак хөкүмәте башҡорт ғәскәрҙәрен ҡоралһыҙландырыуға Дутовҡа приказ биргәс, башҡорт ғәскәрҙәре йәне-тәне менән революция яғында булыуҙарын, Колчак хөкүмәтенә буйһонмауҙарын асыҡ әйттеләр, башҡорт хөкүмәтенең большевиктарға ҡушылыуын ҡәтғи рәүештә требовать итәләр (бер ваҡыт ҡулға күберәк ҡорал төшөрөү уйы менән Ырымбурҙағы Әхмәтхан Тереғолов командаһы Дутовтың ҡорал, кейем складын баҫып алып, башҡорт ғәскәрҙәренә тарата).
Октябрь айында хөкүмәт учреждениелары башҡорт иленә — Баймаҡҡа күсеп китә, ә шул көндән башлап ғәскәрҙәр араһында Дутовҡа ҡаршы ойошоуҙар көсәйә. Ошо ваҡытта Салах Аҙнағолов иптәш Ырымбурға килеп сыға, бергәләп ғәскәрҙәр араһындағы стихийный рәүештә Дутовҡа булған ҡаршылыҡты ныҡ нигеҙгә ҡороп ебәреү өсөн ашығыс рәүештә ғәскәрҙәргә ҡаратып асыҡ хаттар, хитапнамәләр таратыу башлана.
Ул ваҡыттағы хитапнамәләрҙең береһендә шулай яҙылған: «Башҡорт ғәскәри туғандар! Ҡыҙылдарға ҡаршы һуғышты туҡтатырға тейеш. Дутов башҡорт халҡын алданы, уның командирҙарының һүҙен тыңламағыҙ! Ҡыҙылдарға мылтыҡ атыуҙар харам булһын», — тиелгән. Шул уҡ ваҡытта башҡорт хөкүмәте тарафынан большевиктарға вәкил ебәреүгә ҡарар ителеп, Баймаҡтағы хөкүмәт ағзаларынан кешеләр саҡырылды.
Баймаҡтан Мәркәз Шура ағзаларынан Сәғит Мираҫов килеп, вәкил ебәреү тураһында аңлашҡас, Мәркәз Шура исеменән Салах Аҙнағоловҡа Сәғит Мираҫов имзаһы менән документ бирелеп, Туҡсоран арҡылы ҡыҙылдар яғына ебәрелде. Был хәл йәшерен рәүештә ғәскәрҙәргә белдерелде.
Ниндәй сәбәптәр менәндер, уныһы миңә асыҡ мәғлүм түгел, Салах Аҙнағолов иптәш тапшырылған йомошто үтәй алмаған, бер хәбәр ҙә килмәне.
Дутов, Колчак ғәскәрҙәренең көсәйгән ваҡыттары, башҡорттарҙың уларға ҡаршы ойошоуҙары беленгән, бөтә көстәре менән башҡорт ғәскәрҙәрен үҙ ҡулдарына алырға тырышалар. Шул рәүештә башҡорт ғәскәрҙәре ике ут араһында тороп ҡалды.
Бынан ҡотолоуға берҙән-бер сара итеп аҙаҡҡы сиктә Дутовты штабы менән ҡулға алып, Ырымбурҙағы казачий ғәскәрҙәрен ҡоралһыҙландырып, Быҙаулыҡ янында большевиктарға ҡушылыуға план ҡорола.
26-нсы ноябрь төндә бөтә башҡорт ғәскәрҙәре ҡаланың ҙур ерҙәрен ҡулға алыуға барһалар ҙа, шпиондарҙың хәбәр биреүе арҡаһында Дутов бер эскадрон һалдаты менән Аҡтүбә яғына ҡасып ҡотола, ҡорған пландар уйлағанса барып сыҡмай.
Был да булмағас, Ырымбурҙағы бөтә башҡорт ғәскәре һәм Аҡбулат фронтынан большевиктарға ҡаршы һуғышыуҙан баш тартып ҡайтҡан 4-нсе башҡорт полкы Ҡарғалы арҡылы Ҡыҙыл Мәсет яғына ҡарап юл тоталар. Маҡсат — Быҙаулыҡ фронтындағы башҡорт ғәскәрҙәре менән ҡушылып, һуғышһыҙ-ниһеҙ Ҡана, Темәс төбәгенә йыйналыу, шунда нисек булғанда ла ҡыҙылдарға ҡушылыу ине.
Ырымбурға ҡыҙылдар һәр ике яҡтан 30—35 саҡырым ерҙә генә ҡалғандар, Дутов Орский арҡылы Верхне-Урал яғына ҡасҡан, Ырымбурҙа бер төрлө лә власть юҡ, башҡорт ғәскәрҙәре ҡыҙылдарға ҡаршы фронт тотмайҙар, Ырымбур–Орский юлдары асыҡ. Ырымбур ҡыҙылдар ҡулына күсә.
Башҡорт ғәскәрҙәрен Дутов, Колчак яғынан да, ҡыҙылдар яғынан да ҡурҡыу солғап алған, башҡорт егеттәре ғәскәргә алынғандар, һуғыш аҫтында ҡалған башҡорт ауылдарының хужалыҡтары бөлгән, емерелгән, килгән бер ғәскәрҙәр аттарын алып, донъя ҡаралтыларын талағандар, инде бөтөнләй өмөтһөҙлөк баҫҡан, «башҡорт хөкүмәте Дутовҡа ҡушылып башҡорт халҡын харап итте, һатты», тигән һүҙҙәр йөрөй.
Зәки Вәлидов Колчак һәм Дутов хөкүмәтенән камил алданғанын белгәс, ғәскәр һәм башҡорт халҡының советҡа булған мөхәббәттәрен аңларға мәжбүр булғас, яңынан Ҡыҙыл Армия вәкилдәре менән аңлашыу өсөн, Мәркәз Шура ағзаһы Халиков һәм уның менән Хәйретдин Сәғитовты ҡыҙылдарға вәкил итеп ебәрҙе.
Был ебәрелгән вәкилдәр ашығыс рәүештә тейешле кешеләрен күргәс, башҡорт хөкүмәте һәм бөтә бер корпус ғәскәрҙе совет яғына ҡушылырға теләгәндәрен аңлатҡас, Өфөнән Ғәлимйән иптәш Әминев Ҡана заводындағы башҡорт ғәскәрҙәре штабына килеп сыҡты.
8-нсе февраль Ҡана заводында хөкүмәт ағзалары һәм бер төркөм башҡорт егеттәренең ҡатнашы менән йыйылыш яһап, башҡорт халҡын һәм бөтә ғәскәрҙәрен совет яғына сығарыу һәм Башҡортостанды Совет йөмһүриәтенең бер өлөшө итеп иғлан итеү мәсьәләһен Мәскәү менән аңлашыу айырым комиссияға тапшырылды.
13-нсө февралдә башҡорт ғәскәрҙәре Ҡана заводын ҡалдырып, Темәс ауылы тирәһендә йыйналырға әмер бирелде. 16-нсы февраль төндә Темәс ауылында хөкүмәт ағзалары һәм башҡа эшселәрҙең ҡатнашы менән йәшерен йыйылыш яһап, йыйылышта ошо ҡарар ҡабул ителде: «18-нсе февраль сәғәт 10-дан башҡорт халҡын һәм ғәскәрҙәрен совет яғына сығарыуға һәм шул көндә үк Дутов, Колчак ғәскәрҙәренә һәм башҡа революция дошмандарына ҡаршы көрәш башларға. Был турала штаб корпустан приказ бирергә. Был эште үтәүгә һәр полк һәм командаларға айырым вәкилдәр ебәрергә».
Ошо ҡарар ҡабул ителгәс тә, штаб корпус тарафынан приказ яҙылып һәм алдан әҙерләп ҡуйылған хитапнамәләр вәкилдәр ҡулына тапшырылғас та, шул көндә үк ғәскәрҙәр араһына таралдылар.
Был урында, башҡорт эшсәндәре ҡораллы ғәскәрҙәрҙең Зәки сәйәсәтенән риза булмаған башҡорт йәштәренең ҡәтғи теләге менән яҙылған приказдың тарихи әһәмиәте булғанлыҡтан, күсереп китергә кәрәк:
Приказ
18-нсе февраль сәғәт унда был ҡарар ғәскәрҙәргә иғлан ителде. Ғәскәрҙәр бер тауыштан ҡыҙылдарға ҡушылыуҙарын һәм Дутов, Колчак ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышҡа китеүҙәрен белдерҙеләр, тик бер-ике батальон һалдаттар ғына казак һәм төрлө провокаторҙарҙың һүҙенә алданып, ҡыҙылдарға ҡушылыуҙан баш тарттылар, казактар яғына сығып киттеләр.
Шунда уҡ ғәскәрҙәр араһынан вәкилдәр һайланып, 20-нсе февралдә Темәс ауылында хәрби съезд саҡырыла, бөтә командаларҙан вәкилдәр килеп, Ҡыҙыл армия менән бергә ҡул тотошоп эшләүгә Башҡортостанда яңынан совет нигеҙендә эш башлауға ҡарарҙар сығарыла. Мәркәзгә тәбрик телеграмдары ебәрелә һәм бөтә ойоштороу, идара эштәрен алып барыу өсөн 12 кешенән ғибәрәт ревком һәм 6 кешенән ғибәрәт урынбаҫарҙар һайлап ҡалдыра.
Башҡортостан ғәскәри эштәрен Ҡыҙыл армияның төҙөлөш тәртиптәре менән танышҡансы әүәлге хәлендә ҡалдырып, тиҙ арала айырым башҡорт ҡыҙыл ғәскәрҙәре булдырыу эшен ревкомға тапшыра.
Большевиктар менән килешеү тураһында: Башҡортостан хөкүмәтенең большевиктар менән килешеү, Ҡыҙыл армия вәкилдәре менән аңлашыу һәм был турала һигеҙенсе февралдә сығарған ҡарарҙарына бер тауыштан ҡушылыуын белдерҙе һәм килешеү шарттарындағы бөтә пункттарҙы тормошҡа ҡуйыуға һүҙ бирҙе.
Шуны әйтергә онотҡанмын икән, ғәскәрҙәргә совет яғына сығыуҙы иғлан итмәҫтән элегүк, бөтә мәсьәлә мәғлүм бәғзе полктарҙан ҡасырға теләгән офицерҙар ҡулға алынып, ышаныслы башҡорттарҙан командирҙар ҡуйылған. Дутов тарафынан ебәрелгән офицерҙарға йәшерен ҡарауылдар ҡуйылып, казактар яғына бер кемгә ҡасырға ирек бирелмәгән. Казактар яғынан килеп сыҡҡан һәр отряд ҡоралһыҙландырылып торолған. Мин 2-нсе башҡорт уҡсы дивизияның штабына барып ингәндә егермегә яҡын казак офицерҙары ҡоралһыҙландырылып, төрмәгә алынғайнылар.
<…>
Мин был мәҡәләмдә быға тиклем матбуғатҡа сыҡмаған бәғзе ваҡиғаларға айырым туҡтап, көни бер хәтирә дәфтәренә20 яҙыла барған материалдарҙан күсеү дәүерендәге башҡорт халҡының кисергән көндәрен асыҡ күрһәтергә тырыштым. Бынан һуңғыларын киләсәктә яҙырға ҡалдырам.
(1925)
20 Көни бер хәтирә дәфтәре – көндәлек мәғәнәһендә.