ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты 1935 йылдың 11 октябрендә уҙғарған бюро ултырышында партия ағзаһы, Ҡырғыҙстан педагогия институты профессоры Шәриф Манатовтың шәхси эше ҡарала. Ялда булыуынан файҙаланып, уның Өфөгә килеүе һәм буржуаз милләтселек идеяларын алға һөргән өсөн вазифаһынан бушатылып, НКВД органдары күҙәтеүе аҫтында булған шикле кешеләр менән осрашыуы хаҡында Фрунзе ҡалаһына хәбәр итергә ҡарар ҡылына. Илдә «халыҡ дошмандарын әүҙем фашлап», берәүҙәрҙе лагерҙарға йәки төрмәләргә оҙатҡан, икенселәрен үлемгә дусар иткән, меңәрләгән кешене «буржуаз милләтселек»тә, «вәлидовсылыҡ»та ғәйепләү менән мауыҡҡан дәүер. Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһында тиҙҙән Манатовтың эше ҡаралып, ул, «контрреволюцион буржуаз милләтселек идеяларынан арынып бөтмәгәнлеге сәбәпле», ВКП(б) сафынан сығарыла һәм эшенән ҡыуыла.
Партия архивында һаҡланған ҡойто ғына протоколда башлыса педагогия институтының шул осорҙағы директоры Ғөбәй Дәүләтшиндың һөйләгәне генә сағылыш тапҡан. Хәҙерге Әлшәй районындағы «Шафран» шифаханаһына ҡымыҙ эсеп дауаланырға килгән Шәриф Манатов унан бурысҡа аҡса һораған. Мохтажлығы бик көслө булғандыр инде, эшенә генә түгел, хатта фатирына ла һуғылған. Протоколда уларҙың әңгәмә ҡороп ултырыуы, артабан профессор осрашҡан «шикле кешеләр», мәҫәлән, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыйыусы Вилданов, яҙыусы Төхвәт Йәнәби телгә алынмай. Был «донъяла иң ғәҙел» пролетар дәүләттә урынлаштырылған тәфтиш ғәмәленең сифаты хаҡында һөйләй. Тимәк, процесс үтә лә ябайлаштырылып, имеш-мимештәр менән сикләнеүҙе лә законлаштырғандар.
Профессорҙың ауырыуы көсәйеп, дауаға мохтажлығы һәм шул арҡала партияға зыян килтерергә һәләтһеҙлеге, большевиктар фирҡәһе һәм ил алдындағы хеҙмәттәре, күрәһең, иҫәпкә алынмаған. Хәйер, ВКП(б) өлкә комитетының ошо бюро ултырышын алып барған икенсе секретарь Әхмәт Иҫәнсурин менән беренсе секретарь Яков Быкин да һуңыраҡ ошондай уҡ яҙмышҡа дусар ителгән бит.
Шәриф Манатов — башҡорттар араһынан сыҡҡан берҙән-бер «ҡыҙыл профессор». Беренсе донъя һуғышы йылдарында Швейцарияла сәйәси эмиграцияла булып, Владимир Ленин менән танышҡан, аҙаҡ Милләттәр эштәре буйынса комиссариаттың Үҙәк мосолман комитетында эшләгән, партия һәм педагогик эшмәкәрлегендә яуаплы вазифалар биләгән, немец, француз һәм төрөк телдәрендә аралашҡан, шул осорҙағы күренекле социал-демократтар хеҙмәттәре менән яҡшы таныш шәхес. Совет власы йылдарында «онотолоп» торған милләттәшебеҙ тураһында йәмәғәтселеккә тәүге мәғлүмәттәрҙе билдәле журналист Рәүеф Насиров еткерҙе, унан һуң ваҡытлы матбуғатта тарих фәндәре докторы Рафаэль Дәүләтшиндың, ғалим Юрий Ергиндың күләмле яҙмалары ла донъя күрҙе.
Шәриф Манатов 1892 йылда Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең Ялан кантонына ҡараған Манатау ауылында донъяға килгән. Тырышлығы һәм ныҡышмалылығы арҡаһында 13 йәшлек үҫмер, Өфө ҡалаһына килеп, мосолман балалары өсөн ярайһы юғары белем биргән «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң Семипалатинск ҡалаһында (хәҙерге Ҡаҙағстан республикаһы) уҡытыусылар семинарияһында уҡыуын дауам итә. Артабан ошонда белем биргән педагогтарҙың кәңәше буйынса Бехтеревтарҙың Петербург ҡалаһындағы Психоневрология институтына инә. Үрҙә телгә алынған авторҙарҙың яҙмаларынан күренеүенсә, Манатовтың Советтарға ҡаршы ниндәй ҙә булһа йәшерен эш алып барыуы асыҡланмай.
«Яттар араһында — үҙ кеше, үҙенекеләр араһында — ят»
Ә шулай ҙа, утһыҙ төтөн булмай тигәндәй, Ялан-Ҡатай егетенең биографияһында уға «күләгә төшөрөрлөк» биттәр табылған. Мәҫәлән, 1917 йылдың ғинуарынан уның РСДРП-ның (Рәсәй социал-демократик эшселәр партияһы) меньшевик-интернационалистар ҡанаты сафында тороуы билдәле. Меньшевиктарҙың етәкселәре Ленин хеҙмәттәрендә йыш тәнҡитләнгән Л.Мартов, А.Мартынов, П.Аксельрод, Г.Плехановтар булыуы яҡташыбыҙҙың кемдәр фекерен уртаҡлашыуына ярайһы ишаралай. Большевиктарҙан айырмалы, 1905—1907 йылдарҙағы рус инҡилабы осоронда меньшевиктар, пролетариат батша власына ҡаршы көрәштә либераль буржуазия менән берлектә эш итергә бурыслы, тип иҫәпләгән. Фирҡә крәҫтиәндәрҙе революцион эшмәкәрлеккә йәлеп итә алыуға ышанмаған, сәйәси эшмәкәрлектә көс ҡулланмауҙы өҫтөн ҡуйған. 1917 йылғы Февраль буржуаз инҡилабынан һуң меньшевиктарҙың Ваҡытлы хөкүмәт эшмәкәрлеген яҡлауын һәм Октябрь түңкәрелешен ҡабул итмәүен дә иҫкә алырға кәрәктер.
Заманы өсөн ярайһы мәғлүмәтле, эмиграцияла сәйәси әҙәбиәтте күп уҡыған, билдәле социал-декмократтарҙың ҡайһы берҙәрен күреп белгән Манатовтың ошо идеяларҙы уртаҡлашыуы һис тә сәйер тойолмай. 1917 йылдың 8—20 декабрендә йыйылған II Башҡорт ҡоролтайы ҡарауына сығарылған ҡайһы бер документтарҙа тап уның сәйәси ҡарашы сағылыш тапҡан, тип раҫларға нигеҙ бар. Башҡортостан йөмһүриәте Рәсәй Федерацияһына милли-территориаль штат булараҡ инә, тиелә дәүләт ҡоролошона арналған проектта. Союз хөкүмәте Союз палатаһынан, Хөкүмәттән һәм парламенттан тороп, уға Союз президенты етәкселек итә. Ул бер йыл эшләй һәм ике йыл рәттән бер милләт вәкиленән һайлана алмай. Союз хакимиәте бөтә иҡтисадты һәм мәҙәни байлыҡты үҙе урынлашҡан штатта тупларға хаҡлы түгел. Киреһенсә, уға һәр милләттең һәм штаттың иҡтисади-мәҙәни мөстәҡиллеген тәьмин итеү бурысы йөкмәтелә. Ҡалалар һәм иҡтисади үҙәктәр урындағы штат ҡарамағында булып, уларҙа көн иткән бөйөк рус милләтенә генә ҡайтарып ҡалдырылмай. Был принциптарҙың Рәсәй дәүләте өсөн бер быуаттан һуң да актуаль булыуы ғәжәпкә ҡалдыра.
дәүләт ҡоролошонда феодализм һыҙаттары өҫтөнлөк иткән Рәсәй республикаһы шарттарында бындай идеяны, һис шикһеҙ, алдынғы ҡарашлы кеше генә тәҡдим итә алыуы бәхәсһеҙ. Һәм уның бынан бер быуат элек тә федерализм ҡанундары буйынса идара ителгән Швейцария өлгөһө булыуын да танырға кәрәктер. Тимәк, был документ туранан-тура Шәриф Манатовтың шәхси хеҙмәте булып, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй ерлегендә ғәмәлгә ашырыу мөмкин булмаған идеялар рәтен тултырған.
Ваҡиғалар ағышына ентекләберәк күҙ һалғанда, 1918 йылда Иосиф Сталиндың шәхси башланғысы нигеҙендә большевиктар сафына ҡабул ителгән (әлбиттә, Манатов яңы вазифала большевик сифатында ғына эшләй алған) милләттәшебеҙ меньшевиклыҡтан ваз кискән, тимәк. Шулай булмаһа, ул Башҡорт үҙәк шураһы ағзаһы була тороп, Мәскәүҙә ҡалыр һәм Үҙәк мосолман комитетында урынбаҫар вазифаһына ризалашыр инеме ни?
Башҡорт Шәриф Манатов менән уның туранан-тура етәксеһе, татарҙарҙан сыҡҡан Мулланур Вахитовҡа йөкмәтелгән бурыстар әҙәп-әхлаҡты һанға һуҡмауы йәһәтенән хайран ҡалырлыҡ. Ҡайһы берҙәрен һанап китәйек: «синфи ҡараштарҙы ҡорал итеп алып, мосолмандарҙы тарҡатырға, руханиҙарҙы айырырға һәм ҡыйратырға, мәсеттәрҙе бөтөрөргә! Үҙәк мосолман комитетында үҙ илдәренең хөкүмәттәре менән ҡәнәғәт булмаған кешеләрҙе тупларға һәм социалистик революция идеяһы менән ҡоралландырып, үҙ илдәренә ҡайтарырға». Бындай мосолмандарҙы Беренсе донъя һуғышында әсир алынғандар араһынан эҙләгәндәр һәм Ҡыҙыл Армияға йәлеп иткәндәр. Ә ундайҙар табылған, мәҫәлән, ҡасандыр Сорбоннала университет тамамлаған төрөк хәрбийе Мостафа Субхи Шәриф Манатов менән Төркиәлә партия ойоштороп, «Яңы донъя» гәзитен сығарып йөрөгән.
Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына Ырымбур губернаһынан федералистар исемлеге буйынса һайланған Манатовтың килеп етеүенә, Совет власы ҡарары буйынса делегаттар таратылған була. Смольныйҙа Владимир Ленин менән осрашып, уның ҡайнар һәм татлы хәбәрен тыңлағандан һуң яҡташыбыҙ, күрәһең, хәлдәрҙең ул уйлағандан күпкә ҡатмарлыраҡ икәнлеген аңлаған һәм уға яраҡлашырға тырышыуҙан башҡа юл ҡалмаған. Сөнки, беренсенән, Башҡортостан Республикаһының мөстәҡиллеген танырға торған һәм ниндәйҙер гарантия биргән башҡа сәйәси көс юҡ. Артабан асыҡланыуынса, «Берҙәм һәм бүленмәҫ Рәсәй»ҙе байраҡ итеп күтәргән батша генералдары автономия тураһында ишетергә лә теләмәй. Икенсенән, большевиктар башлығының, документтарҙы әҙерләп килтерегеҙ, мин ҡул ҡуйырмын, тигән вәғәҙәһен үҙ ҡолаҡтары менән ишеткәндән һуң нисек ышанмаҫҡа? Әле бит граждандар һуғышы ҡубасағын бер кем дә фаразламай.
Үҙ-үҙеңдән ҡасып булмай, тигәндәй, сәйәси эмиграциянан ныҡ ҡына өлгөрөп, донъяға ҡарашы формалашып ҡайтҡан Манатов, күрәһең, большевиктар фирҡәһенә ағза булып инеү менән генә большевикка әүерелә алмаған. Яйы сыҡҡан һайын (бәлки, үҙе лә һиҙмәҫтән) сәйәси ҡарашын, большевиктарҙың ҡайһы бер идеяларын ҡабул итә алмауын күрһәтә килгән. Уның, ҡамғаҡ шикелле, бер урындан икенсеһенә күсерелеүе (Анҡара, Өфө, Ташкент, Ярославль, Баҡы, Тифлис, Симферополь, Фрунзе) ошо фекерҙе ҡеүәтләй кеүек. Уны ошолай ҡыуалап йөрөтөүселәр, бәлки, ҡайҙа ла булһа ерегеп китеп, меньшевиклыҡ идеяларын сәсә башлауынан шөрләгәндер.
Большевиктар араһында Манатовтың тулы ышаныс менән файҙаланмауын күрһәткән дәлилдәр юҡ түгел. Мәҫәлән, фетнәсе чех һәм словактарҙан торған поезд Өфөнән тауыш-тын сығармай уҙып китһен өсөн 1918 йылдың 6 июнендә һул эсерҙарҙан торған Өфө башҡарма комитеты 100 кешене аманат итеп ала. Улар араһында 67 чех һәм словак, зыялыларҙан граф Н.Толстой, урындағы кадеттар фирҡәһе етәксеһе, «Уфимская жизнь» гәзите мөхәррире А.Ница һ.б. менән бергә Шәриф Манатовтың да булыуы билдәле. Уларҙы пароход трюмына тейәп, Николо-Березовка ауылы аша Сарапул ҡалаһына алып киләләр. Михнәтле сәйәхәттә үпкә ауырыулы Манатовтың хәле ҡырҡа насарлана. Уның Иосиф Сталинға яҙған хатынан билдәле булыуынса, аманат алыусылар араһында Ғәлимйән Ибраһимов та була. Татар яҙыусыһының был башбаштаҡлығы тейешле баһа алғандырмы-юҡтырмы, әммә уның тормошонда был хәл бер ниндәй ҙә сағылыш тапмай.
1919 йылдың ғинуарында Шәриф Манатовтың төрөк телен яҡшы белгән революционер сифатында Төркиәгә оҙатылыуы уның большевистик етәкселектә ваҡ-төйәк йомошсо булараҡ файҙаланылыуы хаҡында һөйләй кеүек. Беренсенән, мосолман дине көслө булған был илдә инҡилап уты тоҡандырыу мөмкинлегенә, моғайын, большевиктар үҙҙәре лә ышанып етмәгәндер. Икенсенән, Манатовтың был йыраҡ сәйәхәттән имен-аман ҡайта алмау ихтималлығы ла көслө, сөнки уның менән бергә эшләгән Мостафа Субхи һуңынан ҡулға алынып, бер төркөм иптәштәре менән Ҡара диңгеҙгә батырып үлтерелгән. Манатов та Истанбулда ҡулға алына, әммә отошло хәйлә ҡулланып, төрмәнән ҡаса һәм мең яфа менән Рәсәйгә ҡайта, юлда диңгеҙгә батыуҙан көс-хәл менән ҡотолоп ҡала.
Ләкин Совет Рәсәйендә тағы ла тынғыһыҙ тормош һағалап торған. 1920 йылдың декабрендә уны Рәсәй Халыҡ Комиссарҙары Советы декреты нигеҙендә Стәрлетамаҡ ҡалаһына Халыҡ Комиссарҙары Советының Башҡорт хөкүмәте эргәһендәге вәкиле итеп оҙаталар. Уға РСФСР менән БАССР араһында дөрөҫ мөнәсәбәт урынлаштырыу, совет милли сәйәсәте принциптарының үтәлеше өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелә. 1921 йылдың октябрендә Манатов тағы ла — Мәскәүҙә, был юлы ул Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты президиумында Башҡортостан вәкиле бурыстарын атҡара. Мәҫәлән, иҡтисади һәм юридик мөнәсәбәттәрҙең үтәлеше өсөн ул яуаплы була.
Ике йыл да уҙмай, милләттәшебеҙҙе яңы ойошторолған Төркөстанда мәктәптәр һәм педагогик уҡыу йорттары асыуҙа ярҙам итеү өсөн Ташкент ҡалаһына ебәрәләр. Бер йылдан, йәғни 1924 йылдың ғинуар-декабрендә, Шәриф Әхмәт улы Өфөгә Башҡортостан халыҡ мәғарифы комиссариатының Академик үҙәге етәксеһе итеп күсерелә. Әммә бында ла тотҡарланырға тура килмәй. крайҙы өйрәнеү буйынса күп эш башҡарған Юрий Узиковтың мәғлүмәтенә ярашлы, «эшмәкәрлектәре совет ойошмалары өсөн хәжәтле һаналмаған кешеләрҙән таҙартыу» осоронда Манатов та, ошо тулҡынға эләгеп, Ярославль ҡалаһындағы педагогия институтына эшкә оҙатыла.
Ләкин күп тә үтмәй, ул Баҡы ҡалаһына күсә. Ерле халыҡ телен белгән кеше булараҡ, Шәриф Әхмәт улы ВКП(б)-ның Әзербайжан үҙәк комитетында пропаганда бүлеге мөдире булып эшләй, педагогия институты ректоры булып та ала. Артабан яҡташыбыҙ Тифлис (Тбилиси) ҡалаһы институтында большевизм-ленинизм тарихы буйынса лекциялар уҡый. Һаулығы насарайыу сәбәпле, табиптарҙың кәңәшен тотоп, 1931 йылда Симферополь ҡалаһына күсә, коммунистик юғары уҡыу йортонда тарих кафедраһы мөдире, профессор була, дәрестәр бирә.
1934 йылда иллеһен ваҡлай башлаған милләттәшебеҙ һуңғы эш урыны — Ҡырғыҙ педагогия институтына эшкә килә. Ни бары бер йыл самаһы эшләп ҡала ул һәм, хәжәте ҡалмаған әйбер кеүек, ситкә тибелә. Ошондай киң мәғлүмәтле, бәләкәйҙән шәхси тырышлығы һәм ныҡышмалылығы менән алдырған, ғәмәлдә һирәк полиглоттарҙың береһе, күп илдәр гиҙеп, күп халыҡтар менән аралашып, уларҙа башҡорт ҡәүеме тураһында йылы иҫтәлектәр ҡалдырған шәхестең тормошо хаҡында йәмәғәтселек яҡшы хәбәрҙармы һуң? Рафаэль Дәүләтшин яҙыуынса, башҡорт халҡының дәүләтселеген ойоштороуҙағы оло хеҙмәтенә ҡарамаҫтан, Шәриф Манатов киң йәмәғәтселек аңында лайыҡлы урын биләй алманы. Уны тар ҡарашлы милләтсегә ҡайтарып ҡалдырырға тырыштылар. Күп уҡығанлығы һәм юғары мәҙәниәте менән айырылып торған шәхес рустар, татарҙар, ҡаҙаҡтар, әзербайжандар, төрөктәр һ.б. менән аралашып йәшәгән һәм ысын-ысындан интернационалист булған.
«Һуңғы осорҙа, бигерәк тә 90-сы йылдарҙан башлап, тарихсыларыбыҙ бөтә көсөн Әхмәтзәки Вәлиди шәхесен данлауға һалды, — тип яҙҙы Рәүеф Насиров. — Ни өсөн һуң әле шундай уҡ ҙур дәүләт эштәре башҡарған... халыҡ бәхете өсөн көрәшкән Шәриф Манатов, мәҫәлән, онотолдо тиерлек? Уның эшмәкәрлеге, тормошо тураһында ентекләберәк яҙылмай. Ҡатмарлы осорҙа ваҡиғалар үҙәгендә торған, 1918—1919 йылдарҙа Башҡортостан автономияһын ҡороуҙа арымай-талмай эшләгән сәйәсмәнгә тейешенсә баһа бирелмәй?»
Үҙ дәүләтселеген Рәсәй империяһы шарттарында тәүгеләрҙән булып иғлан иткән Башҡорт йөмһүриәтенең беренсе хөкүмәте рәйесенең халыҡ йөрәгендә лайыҡлы урын таба алмауының сәбәптәре нимәлә? Әлбиттә, иң тәүҙә Рәсәй империяһы киңлектәрендә социаль ҡоролоштоң, сәйәси һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙең ҡырҡа алмашыныуын атарға кәрәктер. КПСС хакимлыҡ иткән осорҙа, башҡорттарҙың дәүләтселеге тик Советтар тарафынан ғына нигеҙләнеүе һыҙыҡ өҫтөнә алынып, дәүерҙең үҙ геройҙары юғары сөйөлдө һәм улар араһында сәйәси золом ҡойоно аҫтында ҡалған Шәриф Манатовҡа урын юҡ ине. Большевиктар фирҡәһе сафында Ялан-Ҡатай башҡорто күргән михнәттәр юғарыла бәйән ителгәндәр менән генә тамамланмай. Бер тарафтан икенсеһенә күсерелеп йөрөтөлгән ғаиләлә тыуған алты баланан (Шамил, Рәшит, ике Камил, Клара, Роза) берәүһе — Шамил ғына иҫән ҡала һәм ул да Башҡортостанда түгел, ә алыҫ Литвала йәшәп, шунда донъя ҡуя.
Ғүмеренең һуңғы миҙгелдәрен Учалы районына сиктәш Силәбе өлкәһенең Смородиновка ауылында уҙғарғанда, моғайын, «ҡыҙыл профессор» уҙған ғүмерен һәр яҡлап башынан үткәреп, үкенес тойғолары кисергәндер, тигән уй тыуа. Ошондай яфаларға дусар ителәсәген ул, эскерһеҙ башҡорт, 1918 йылдың ғинуарында Смольныйҙа Ленинды тыңлағанда күҙ алдына ла килтерә алмағандыр. Уның партия сафында тергеҙеүҙе һорап биргән апелляцияһы ла, моғайын, партиялы булыуҙан бигерәк, бер ғәйепһеҙгә ғәйеп мөһөрө менән йөрөүҙән ҡотолорға ынтылыуҙы ғына аңлатҡандыр.
* * *
Шәриф Манатов шәхесе, уның башҡорт милли хәрәкәтендәге роле тураһында һүҙ алып барғанда ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе иҫкә төшөрөү урынлы. «Беҙ башҡорт хәрәкәтенең ҡеүәте һәм нигеҙҙәре тураһында бер ни ҙә белмәгәнбеҙ икән, — тип яҙған «Ирек» гәзитенең 1917 йылда нәшер ителгән 34-се сығарылышында Ғәлимйән Ибраһимов менән Г.Ҡасимов. — Беҙҙеңсә, ул хыял хәҙерге хәл тураһында бер ни ҙә белмәгән иллеләп башҡорт фамилиялы кешенең һаташыуы кеүек ҡабул ителә ине. Беҙ уның милли хәрәкәт икәнен уйламаныҡ та. Икенсе ҡоролтайҙа булып, уларҙың ҡарарҙарын ишеткәндән һуң ҡарашыбыҙ үҙгәрҙе: башҡорт хәрәкәте уйын түгел. Был тормош төпкөлөнән килгән көслө тулҡын, һәм беҙ, татарҙар, уның менән килешергә мәжбүрбеҙ».
Ләкин ҡоролтайҙарҙа һайланып, был «көслө тулҡын»ға йүнәлеш бирергә бурыслы башҡорттарҙың сәйәси тәжрибәһе, дипломатия оҫталығы етешмәүҙән тыш, араларында берҙәмлек булмау, көнсөллөк кеүек насар күренештең дә таралыуы күҙгә салына. Журналист Рәүеф Насиров та «Башҡорттар исеменән» тип аталған очергында Әхмәтзәки Вәлидов менән Шәриф Манатов араһында мөнәсәбәттәрҙең сәләмәт булмауын телгә ала.
Ялан-Ҡатай башҡортоноң Вәлидовҡа мөнәсәбәте нисегерәк булғандыр, беҙгә ул хаҡта билдәһеҙ. Әммә Көнсығыш төркиҙәре тарихы буйынса бар ғаләмгә танылған белгестең Башҡорт мәркәз шураһының тәүге рәйесенә ҡарашы «Хәтирәләр»ҙә асыҡтан-асыҡ әйтеп бирелгән. Ырымбур ҡалаһында 20—25 июлдә булып үткән Беренсе башҡорт ҡоролтайында Арғаяш яғы башҡорттары Ҡорбанғәлиевтарҙың тәртибенә кире баһа биреп, Вәлидов геройыбыҙ шәхесе хаҡында түбәндәгеләрҙе теркәгән.
«Мин Ташкентта мәшғүл булғанлыҡтан, Шура рәйеслеген үҙ өҫтөмә алмайынса, ойоштороу эштәре менән шөғөлләнергә булдым. Рәйеслеккә адвокат Юныс Бикбовты һайларға ниәтләнгәйнек, әммә ул шул айҙарҙа өйҙә булмағанлыҡтан, был урынға Шәриф Манатов һайланды. Ул бер милләтсе егет ине. Петербургта Психоневрология институты студенты булған саҡта Балҡан һуғышы сығыу менән Төркиәгә киткән, һуғыш бөткәс, Швейцарияға барған, унда Ленин менән танышҡан. Авантюрист тәбиғәтле, сәйәси эшмәкәрлегендә тотороҡло түгел, һул сәйәси ҡарашлы булып та, иң уң реакцион Ҡорбанғәлиевтарҙың вәкиле булып ҡыланыу кеүек ғәрип ҡылыҡтары бар ине. Ышанысһыҙ был егеттең ойоштороу һәләте лә булмағанлыҡтан, арабыҙға килеп инеүенә һис тә шатланманыҡ. Арҡаҙаштарым Сәғит менән Аллабирҙе лә шул фекерҙә ине. Ҡулынан бер эш килмәй. Руссаһы ла зәғиф. Бөтә проекттар һәм яуаплы яҙыуҙар миңә ҡалды».
Күренеүенсә, «Хәтирәләр» авторы тойғоларын йәшереп тормаған. Ә бит ваҡиғалар барған осорҙа Манатов бер ниндәй ҙә «университет студенты» түгел, ә Вәлиди үҙе үк әйтмешләй, Балҡан һуғышында ҡатнашҡан, Швейцарияла өс йыл эмиграцияла йөрөгән, ярайһы өлкәнәйеп, мул тормош тәжрибәһе туплаған кеше булып күҙ алдына баҫа. «Руссаһы зәғиф ине» тигән уйҙырманы юҡҡа сығарыу өсөн Шәриф Манатовтың 1911 йылда Петербургта нәшер ителгән «В мире мусульманства» гәзитендә донъя күргән «Семипалатинск» тип исемләнгән яҙмаһын атау ҙа етә. «Зәғиф» телле ижад емешен, моғайын, ташҡа баҫтырырға йөрьәт итмәҫтәр ине. Һәр хәлдә, ғүмеренең байтаҡ өлөшөн урыҫ мөхитендә уҙғарған Манатовтың телде белеү кимәле был даирә менән яңы аралаша башлағандарҙыҡынан һис тә ҡайтыш булмағандыр.
* * *
Ни өсөн берәүҙәр халыҡ хәтерендә йышыраҡ телгә алына, икенселәрҙе иһә иҫкә алыусылар ҙа бик һирәк? Был һорауға яуап бер: тәүгеләре тураһында заманында етерлек мәғлүмәт, шул иҫәптән уларҙың хеҙмәттәре, иң отошлоһо — хәтирәләре ҡала. Шәриф Манатовҡа ундай мөмкинлек тәтемәй, сөнки, ҡамғаҡ кеүек, бер урындан икенсеһенә күсенеп йөрөй торғас, шәхси архивы һаҡланған кәрзин юғала, ә бер өлөшөн ҡатмарлы заманда ҡатыны утта яндыра.
Бер быуат элек уҙған киҫкен боролошло ваҡиғаларҙы хәҙерге күҙлектән баһалағанда, шуныһы нығыраҡ күҙгә салына: башҡорт ҡоролтайҙары ҡабул иткән ҡарарҙарҙың береһе лә ғәмәлгә ашмаған. Ни өсөн, тигән һорауға яуап эҙләп маташмайыҡ, пролетар аңға таянған ҡоролошта ул мөмкин дә булмаған. Юҡҡа ғына большевиктар башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы «буржуаз милләтсе»гә әүерелдермәгән бит. Уларға ҡаршы махсус кампания йәйелдереп һәм халыҡтар аңын үҙ маҡсаттарында эшкәртеп, ул осор комиссарҙары үҙ хакимлығын тағы ла тиҫтәләрсә йылдарға оҙайта алған.
Ошоға бәйле ғүмеренең күп өлөшөн Европала уҙғарырға мәжбүр булған революционер Георгий Плехановтың шул саҡтағы «Единство» гәзитендә донъя күргән түбәндәге юлдарын иҫкә төшөрөү урынлы. «Рәсәй йәмғиәте, — тигән ул, — социаль революция өсөн өлгөрөп етмәгән, сөнки социализм бәлеше бешереләсәк ондо тарих тирмәне әле тартмаған». Образлы һәм тәрән мәғәнәле фекер!
Бер ни тиклем ыңғай яҡтары ла (шунһыҙ бер режим да оҙаҡ йәшәй алмай) күҙәтелеүгә ҡарамаҫтан, 1917 йылғы түңкәрелеш — күп милләтле халыҡтарҙың үҙ ыңғайына үҫеше юлынан ҡырҡа тайпылыш булып, быуындан-быуынға күсә килгән йәшәү рәүешен, быуаттар буйына формалашҡан социаль аңдың аҫтын-өҫкә әйләндергән күренеш. Хикмәт ул идеяларҙың иғтибарға лайыҡ булмауында йәки ҡабул ителгеһеҙлегендә лә түгел, ә уларҙың күпселеген ярты быуат әүәл генә крепостной ҡоллоҡтан азат ителгән Рәсәй тупрағында ғәмәлгә ашырып булмауында. Мәғлүм ки, сабыйлыҡтан — үҫмерлеккә, йәшлектән ҡапыл ғына ҡартлыҡҡа һикереп булмаған кеүек, социаль ҡоролоштарҙан да, мәҫәлән, феодализмдан социализмға артылыу мөмкин түгел. Материяның үҫеш ҡанундары менән иҫәпләшкән, логик фекерләүгә һәләтле һәр кем аңлай алырлыҡ хәл был.
СССР-ҙағы социаль ҡоролош мәжбүр итеүгә, көсләп тигеҙләүгә, ирекле үҫеште яһалма тотҡарлауға таяныуы һ.б. менән социализмдан йыраҡ ине. Шул уҡ ваҡытта Советтар Союзының да, хәҙерге Рәсәй Федерацияһының да күп милләтлелеген иҫәптән сығарып ташларға ярамай. Бындай ҡатмарлы шарттарҙа юғары үҫешкән социалистик йәмғиәт төҙөү кеүек тәжрибәне Ер шары цивилизацияһы хәтерләмәй. Дөрөҫ, ошо ерлекте күҙ уңында тотоптор инде, ҡайһы бер дәүләт эшмәкәрҙәре һәм сәйәсмәндәр һаман да Рәсәйҙең «үҙенсәлекле цивилизация» булыуын тәҡрарлауҙан туҡтамай.
Владимир Ленин һәм большевиктар вәғәҙә иткән социализмдың ҡайһы бер өлгөләрен бөтөнләй башҡа ерлектә (әлбиттә, эволюцион үҫеш юлынан тайпылмайынса) — Скандинавия илдәрендә 80-се йылдарҙа ғына ғәмәлгә ашыра алдылар. Әйтергә кәрәк, Рәсәй империяһынан, Советтар Союзынан айырмалы, был мәмләкәттәр күп быуаттар хәрби кампанияларҙа, һуғыштарҙа ҡатнашыуҙа сығымдар күрмәне тиерлек.
Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырлайһың, тиҙәр. Шәриф Манатов та 1918 йылдың ғинуарында яңы вазифаға ризалыҡ биргәндә ниндәй шарттарҙа эш иткәнен, сигенергә урын юҡлығын аңлағандыр. Кем белә, бәлки, ғүмеренең һуңғы миҙгелдәрендә, большевиктарға эйәреп, төҙәтә алмаҫлыҡ хата ебәргәнен дә төшөнгәндер, әммә ғүмерҙе киренән йәшәп булмай бит. Шулай ҙа үтә лә ҡатмарлы дәүер кисерештәрен үҙ башынан үткәргән милләттәшебеҙҙең тәржемәи хәле киң йәмәғәтселек иғтибарына һәм тәрән ихтирамына лайыҡ. Ғорурлыҡ тойғоһо уятыр, фәһем алыр биттәр етерлек. Башҡорт автономияһының 100 йыллығы билдәләнгән көндәрҙә уның тураһында документаль фильм ижад итеү халҡыбыҙ яҙмышының сағыу биттәре яҙылған осорҙо килер быуындар хәтерендә нығытыуҙа бер аҙым булыр ине.