Все новости
Поэзия
27 Апреля , 17:11
ЛИТЕРАТУРА

«Ватандаш» журналы хеҙмәткәре, шағирә Зөлфиә Ханнанова Чебоксары ҡалаһында уҙғарылған Регион-ара шиғриәт фестивалендә ҡатнашты

Был сара Сыуаш әҙәбиәте классигы Михаил Сеспелдең 125 йыллығы айҡанлы ойошторолдо.

Яҡты донъяла ни бары 22  йыл ғына йәшәп өлгөргән шағирҙың «Яңы көн бураҙнаһы» исемле шиғыры  55 телгә тәржемә ителгән. Башҡорт теленә уны күренекле шағир Сафуан Әлибаев ауҙарған.  Михаил Сеспелдең туған телгә арналған тағы бер шиғыры Зөлфиә Ханнанова тәржемәһендә яңғыраны.
Байрам сиктәрендә  Милли китапханала  шулай уҡ  сыуаш әҙәбиәте классиктары Михаил Сеспель, Геннадий Айгиға арналған бай йөкмәткеле күргәҙмәләр эшләне.
Башҡорт шағирәһе фестиваль ҡунаҡтары  Виктор Кулле  (Мәскәү ҡалаһы) Татьяна Мокшанова (Саранск), Алина Хәбибуллиналар  (Ҡазан) менән берлектә  сыуаш  теленә арналған байрам сараларында ла ҡатнашты. 
Фестивалдең икенсе көнөндә әҙиптәр Михаил Сеспелдең тыуған ауылында сығыш яһаны.  Шағирҙың йорт-музейына, уға бәйле иҫтәлекле урындарға сәйәхәт ҡылды, арҙаҡлы сыуаш яҙыусылары Юрий Семендер, Петр Хузангай,  Раиса Сәрби, Светлана Азамат, Марина Карягина, Ольга Турғай, Дмитрий Моисеев һ. б. менән аралашып, артабан да дуҫлыҡ күперҙәрен нығытыу буйынса пландар ҡорҙо.

Читайте нас: