На журнал "Ватандаш" можно подписаться в любом почтовом отделении РФ. Индекс - 78384.//Подписка по каталогу «Почта России» через ФГУП по РБ для индивидуальных подписчиков.//Альтернативная (льготная) подписка через редакцию.






Башҡорт эпостарының халыҡ телендә һаҡланышы

 Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фольклорсылары (Р.А.Солтангәрәева, Г.Р.Хөсәйенова, Г.В.Юлдыбаева, Ф.Ф.Ғайсина, А.М.Хәкимйәнова, Л.Ҡ.Сәлмәнова, Р.Р.Зинурова), башҡорт халыҡ ижадының хәҙерге торошон тикшереү маҡсатында Башҡортостанға, сит өлкәләргә утыҙҙан ашыу ғилми экспедиция ойошторҙо. 2003 йылдан алып институт фольклорсылары тарафынан ойошторола килгән экспедициялар ваҡытында беҙгә бик үҙенсәлекле, бай материалдар туплау бәхете тейә. Әлбиттә, был рухи байлыҡ 1960—90-сы йылдарҙағы экспедициялар материалдарына ҡарағанда күпкә ҡайтыш булһа ла, хәҙерге көндә лә, ололарҙың хәтерен ҡуҙғата белһәң, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр яҙып алып була әле. Материалдарҙы барлағанда, информанттарҙың хәтерендә тотороҡло һаҡланған халыҡ медицинаһы менән бәйле (им-томдар, ырымдар), тыйыуҙар, уйындар, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, ҡыҫҡа йыр, таҡмаҡ, мөнәжәт, бәйет, топонимик легендалар, һирәк-һаяҡ булһа ла мәҡәл, йомаҡ, әкиәт кеүек жанрҙарҙы ла күҙәтергә мөмкин. Бар йыйылған мәғлүмәт фольклорсылар тарафынан эшкәртелеп, ғилми мәҡәләләрҙә фәнни әйләнешкә индерелә, “Экспедиция материалдары” йыйынтыҡтарында донъя күрә килә. Бөгөнгө көндә ундан ашыу йыйынтыҡ баҫылып сыҡты1.
Экспедицияларҙан күренеүенсә, халыҡ ижадының иң ҙур жанры һаналған эпостың, әкиәттәрҙең халыҡ хәтеренән юғалып барыуы күҙәтелә. Был, әлбиттә, үкенесле хәл. Шулай ҙа ололар хәтерендә борон өләсәй-олатайҙары һөйләгән ҡомартҡыларҙың ҡайһы бер сюжеттары, образдары һаҡланған әле.
Оло быуын кешеләре ғәҙәттә беҙҙең һорауға яуап итеп эпик батырҙарҙың бары тик исемдәрен генә атап китә. Бик һирәк осраҡта ҡайһы бер эпостарҙың ҡыҫҡаса йөкмәткеһен йә ҡасандыр шул төбәктә уны һөйләүҙәре тураһында ҡыҫҡа ғына мәғлүмәттәр яҙып алына. Хәҙерге көндә күберәген “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Алпамыша”, “Таһир менән Зөһрә” кеүек эпостарҙы хәтерҙәренә төшөрә ололар. Әммә “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” тураһында борон ишеткәндәре булһа ла, тулы текстарын яҙып алыу форсаты теймәне. “Элек ололар “Аҡъял батыр”ҙы, “Урал батыр”ҙы, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”ҙы һөйләй торғандар ине. Хәҙер онотолоп бөткән инде. Үҙебеҙ ҙә балаларға һөйләгән юҡ. Ҡарсәй һөйләй торғайны, ут юҡ, ҡараңғы, ятабыҙ, шунда оҙон итеп һөйләй торғайны”, — тип һөйләне Күгәрсен районында информант (1).
Башҡорт халҡының төп эпосы “Урал батыр” 1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан Ырымбур губернаһы Этҡол волосы (Башҡортостандың хәҙерге Баймаҡ районы) Иҙрис ауылында Ғәбит Арғынбаев (1856—1921) һәм Бәләкәй Этҡол ауылында Хәмит Әлмөхәмәтов (1861—1923) исемле ике ҡурайсынан яҙып алынғанға тиклем, халыҡ телендә быуындан быуынға, телдән телгә күсә килгән. 2010 йылда миңә бөгөнгө көндә Мәскәүҙә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Билалов Билал Заһит улы (1932 йылғы) менән әңгәмәләшергә тура килгән ине (3). Билал Заһит улы бәләкәйҙән “Урал батыр” эпосын ишетеп үҫкән: “Мин был әҫәрҙе бала саҡта Матрай районында (хәҙерге Йылайыр районы) Үрге Ыҫмаҡ ауылында ишеткәйнем. 1938 йылдар ине, минең беренсе синыфта уҡыған саҡ. Элек радио, телевизор юҡ заман. Беҙ, бала-сағалар, кис һайын йыйылып, ҡараһүҙ тыңларға Кинйәбикә әбей Юлановаға йөрөй торғайныҡ. Саман өйөнөң эргәһендә беҙҙе уратып ултыртып әкиәттәр һөйләй, йомаҡтар ҡоя ине әбей. Беҙ уны, һөйләүҙән туҡтап ҡуймаһын, тип, тын алырға ла ҡурҡып, өнһөҙ ҡалып тыңлай инек, ҡайһы берҙә, бик һуң булып китһә, уларҙа ҡунырға ла ҡала инек. Һарай башына теҙелеп ятып, йондоҙҙар һанай, улар тураһында һөйләшә инек.
Йәшәй килә “Урал батыр”ҙы баҫманан уҡып сыҡҡас, таң ҡалдым, эпос Кинйәбикә әбей “ҡараһүҙ” тип һөйләгән тексҡа һүҙмә-һүҙ тап килә. Тик
айырма шунда ғына — Кинйәбикә әбей Ҡояштың ҡыҙы Һомайҙы Хөмәйрә тине, һәм ҡыҙҙың да, Урал батырҙың да портретын һөйләй ине. Хөмәйрә күҙ яуы алырлыҡ һылыу, таң атҡанда ҡояш нуры төҫлө оҙон һары сәсле, төпһөҙ, аяҙ күк йөҙө һымаҡ зәп-зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө, ә Урал батырҙы баһадир кәүҙәле, ҡылғандай һары сәсле, үткер ҡарашлы, йәшел күҙле итеп һүрәтләй ине ул.
Беҙгә, малайҙарға, аждаһалар тураһында һөйләгән урыны ныҡ ҡыҙыҡлы була торған ине. Ике башлы, өс башлы аждаһалар була икән, тип аптырай инек.
Әбей һалмаҡ ҡына тауыш менән көйләберәк, бик оҫта, ҡыҙыҡлы итеп башҡара ине, тауышы әле лә ҡолаҡта яңғырап торған кеүек. Бер көндә генә һөйләп бөтмәй, бүлеп-бүлеп, бер нисә көн рәттән, шиғыр формаһында һөйләй ине ул. Икенсе көн дауамын тыңларға килгәндә: “Балалар, беҙ ҡайҙа еттек әле?” — тип һорап ала торғайны. Беҙ әйткәс, Кинйәбикә инәй туҡтаған урынынан дауам итеп һөйләп алып китә торғайны. Уның ейәнсәре Мөхәммәт Юланов та “Урал батыр”ҙы яҡшы белә, һөйләй ҙә ине. Хәҙер уға 90 йәштәр тирәһе, иҫәндерме, юҡтырмы, уныһын әйтә алмайым. “Урал батыр”ҙан тыш, Аҡъял батыр, Ҡамыр батыр тураһында ла әкиәттәр һөйләй торғайны Кинйәбикә әбей”.
Билал Заһит улының был хәтирәләре “Урал батыр” эпосының борон-борондан халыҡ телендә йәшәү рәүешен билдәләүсе мәғлүмәт ул.
Шулай уҡ, 2011 йылда Хәйбулла районында Розалиә Солтангәрәеваның Ә.Усманованан “Урал батыр” эпосының вариантын яҙып алыуы мәғлүм булды2.
2014 йылда Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдарынан торған комплекс­лы экспедицияла эшләгән ваҡытта миңә байтаҡ ҡына халыҡ ижады ынйылары менән бер рәттән, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Алпамыша” эпостарының ҡыҫҡаса йөкмәткеһен яҙып алырға тура килде.
“Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпосы республиканың фольклор фондтарында ҡырҡтан ашыу яҙмала билдәле. Был яҙмалар Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йыла­йыр, Ишембай, Салауат, Учалы, Хәйбулла райондарында ҡағыҙға төшөрөлгән3. Беренсе тапҡыр 1938 йылда Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Тасҡы ауылында шағир Ғәлимов Сәләмдең әсәһе Өммөгөлсөм Ғәлимованан яҙып алған4. Уларҙан тыш, 2010 йылда һүҙ барған эпостың сағыштырмаса тулы ғына вариантын Хәйбулла районында фольклорсы Гөлнур Хөсәйенова яҙып алғайны5. 2014 йылда был эпостың ҡайһы бер сюжеттары минең тарафтан Күгәрсен районы Исем ауылында Ишкилдина Шәмғиә Ғөбәйҙулла ҡыҙынан (1937 йылғы) яҙып алынды (2).
Беҙҙең әңгәмәләрҙе ошо төбәккә хас булған үҙенсәлекле телмәрҙә һүҙмә-һүҙ биреүҙе мөһим тип таптыҡ.
“Борон әкиәттәр һөйләй инеләрме?” тигән һорауға, информант:
— “Ҡарһүҙ” тип һөйләй торғандар ине. “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”ҙы ололарҙан ишеткәйнем. Хәҙер әкиәт һөйләшеү юҡ бит ул балаларға, — тип яуап бирҙе.
— Уны нимә тип һөйләйҙәр ине? — тигәс, уйланып ултырғандан һуң:
— Шул ике байҙың баллары булған инде, Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу. Маянһылыу байҙың балаһы буған, ә Ҡуҙыйкүрпәс анда ялсыла йөрөгән, Маянһылыуҙарҙың атаһында, элек ялсы тотҡандар бит инде, мал көтөргә. Шан тегеләр ғашиҡ булғандар, Маянһылыу Ҡуҙыйкүрпәскә. Атаһы уны байға бирәм, тип йөрөгән. Шунан ярлы малайына атаһы бирмәй бит инде. Былар ней, ҡасып китергә уйлаған икән, һиҙеп ҡалып, әйтеп, Ҡуҙыйкүрпәстән Маянһылыуҙы алып ҡалғандар. Шан Ҡуҙыйкүрпәсте үлтерҙек, тип, теге ҡасҡан ваҡытында, ҡанлы күлмәкләрен апҡайтып күрһәткәннәр. Маянһылыу инде өмөтөн өҙгән. Шунан был үлмәгән икән, үтермәгәннәр, урманда йәшәп-йәшәп, шул Маянһылыуға берәү килеп һөйөнсөләгән инде. Маянһылыу ышанмаған. Ышанмағас, ялсыларының хатынына әйткәннәр инде, ҡурмас ҡурып бир, тип. Шан ҡурмас ҡурып биргән тә, Маянһылыуҙың усына һалған икән. Усын япҡан да:
Һөйөнсө Маянһылыу, Ҡуҙыйкүрпәс тере, ҡайтып килә,
Һөйөнсө Маян, һөйөнсө, Маян,
Итәгең осон төйөнсө Маян,
Ҡуҙый ҙа Күрпәс ҡайтып килә,
Ҡуҙый ҙа Күрпәс ҡайтып килә, —
тигән. Шан был ышанмай, ахыры, ҡулы бешкәс, теге ҡурмасҡа “ысынмы?” тип әйткәс, ҡулын асып ебәргән. Шан шул ҡулы бешкәнгә генә ышанған инде. Шулайтып һөйләй торғаннар ине.
— Шунан бергә булғандармы һуң улар?
— Шан бергә булғаннар, йәшәгәннәр. Ҡуҙыйкүрпәс тә һамаҡлаған ул, аныһын онотҡанмын, шул ҡурмас һалғаны ғына иҫемтә ҡалған инде, — тип һөйләне Шәмғиә Ғөбәйҙулла ҡыҙы.
Күренеүенсә, һуңғы яҙмала эпостың йөкмәткеһе ныҡ ҡына боҙолған. Маянһылыуҙы атаһы Ҡуҙыйкүрпәскә бирмәҫ өсөн күсеп китә, ә бергәләп ҡасырға уйлауҙары Ҡуҙыйкүрпәс һөйгәнен барып тапҡас ҡына була. Ҡурмасҡа бәйле эпизод да шулай уҡ информанттың импровизацияһы. Эпостың башҡа варианттарында Ҡуҙыйкүрпәс әсәһенең усына ҡурмас һалып йәрәшелгән кәләше булыуын, уның ҡайҙалығын һорай. Шәмғиә әбей әҫәрҙең һамаҡлау өлөшөн иһә үҙенсәлекле генә итеп көйләп әйтте.
Йомғаҡлап әйткәндә, информант алдан уҡ иҫкәрткәнсә, эпостың бары тик ниндәйҙер ярсыҡтары ғына беҙҙең көндәргәсә килеп еткән. Информантҡа: “Тағы ниндәй ҡарһүҙҙәр һөйләй торғайнылар?” — тигән һорау биргәс:
— “Алпамыша” тигәнте һөйләй торғаннар ине. Аны ла шул көйләп һөйләй торғайнылар ул әбейләр.
Шул Алпамыша бик һунарсы булған инде, ҡош-ҡорттарҙы атып китә торған буған. Шунан шуны нисектер бикләп, зинданға япҡаннар. Шан Алпамыша шул зинданда булһа ла, ҡумыҙ тартып ятҡан, шул ҡоштоң ҡауырыйы менән ҡумыҙ тартып ятҡан. Шан бер ҡош барып йырлаған:
Уйҙа булһа, уйҙа ҡырҙың,
Һыуҙа булһа, һыуҙа ҡырҙың,
Һин дә былай булмам, тинең,
Һин дә былай булдыңмы ней?
Һин дә былай булдыңмы ней?
Әҙерәк кенә ята бир,
Әҙерәк кенә ята бир, —
тип аҡҡошлар әйтеп үткән инде.
— Алпамыша зинданға нисек эләккән һуң?
— Байҙар бикләгән инте зинданға уны. Аҡҡоштар шунда йырлаған, — тип һөйләне информант.
Башҡорт халҡының “Алпамыша” эпосы беренсе тапҡыр 1968 йылда Башҡортостандың Бөрйән районы Яңы Мөсәт ауылында М.М.Сәғитов тарафынан Өммөхаят Ҡолдәүләтованан яҙып алынған. Ырымбур, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, республиканың Әбйәлил, Ауырғазы, Бөрйән, Дәүләкән, Ейәнсура, Йылайыр, Краснокама, Күгәрсен райондарында егерменән ашыу вариантта билдәле3.
Шулай уҡ был эпос та информанттың хәтерендә бик наҡыҫ һаҡланған, сюжеттың бер-ике детале генә тура килә — зиндан һәм ҡош.
“Алпамыша” эпосының ҡайһы бер өҙөктәрен 2010 йылда Хәйбулла районының Вәлит ауылында ла яҙып алыу бәхете тейҙе. Информант Мәхмүтов Зиннәтулла Ғиматулла улы (1929 йылғы) эпостың йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле рәүештә, тәрәндән асмаһа ла, өҙөктәрен иҫенә төшөрә алды (4):
— Һөйләй торғайнылар шул. Алты йәшәр Алпамышалар булған элек. Элек ҡарт менән әбейҙең бер генә улы булған. Ул алты йәшәр Алпамыша булған. Шул баяғы алты йәшәр Алпамыша көн дә үҫкән, ҙур үҫкән. Тышҡа сыҡһа, үҙенең йәштәш малайҙарын күтәрә һуғып, көрәшеп йөрөгән. Шуға Алпамыша тип әйткәннәр аңа, ҙур кәүҙәле булғанға, һунарсы булғанға. Ҡош-ҡортто, ҡырҙағы хайуаннарҙы аулаған. Уны зинданға төшөрөп һалғаннар. Алты ҡолас ала бейәһе булған, шуны менеп йөрөгән, бүтән атлар аны күтәрә алмаған.
— Ул атты Алпамыша ҡайҙан алған, уға берәйһе бүләк иткәнме?
— Ул атты уға Хоҙай Тәғәлә биргән. Алпамышаны зинданға бикләгәндәр. Алт­мыш аршынлы зинданда ятҡан ул. Анан сыға алмаған, ҡулын та бығаулағаннар, аяғын та бығаулағаннар. Алпамышаның Алмашәкәр тигән ҡарындашы булған бит әле, Барсынһылыу тигән ҡатыны булған.
— Барсынһылыу кемдең ҡыҙы булған?
— Онотҡанмын, уның Алпамышаның кәләше булғанын ғына беләм, Алмашәкәр исемле ҡарындашы булған. Шунан баяғы Алпамышаның бейәһен тотоп алып алтын һарайға бикләгәндәр.
— Кемдәр бикләгән Алпамышаның бейәһен?
— Байлар инте. Танауына ла, ҡолағына ла аның ҡурғаш ҡойғаннар. Алпамышаның тауышын ишетмәһен, тип. Әгәр ишетһә аның тауышын, был бейә йортто ярып сығып китергә мөмкин. Шул көйө торған булған ул ашап-эсеп.
Алпамыша зинданда “Мине сығарығыҙ”, — тип әйтеп ятҡан. Ул яҙын ҡоштар килгәнен, көҙ ҡоштарҙың ҡаңғылдап осоп киткәннәрен генә белеп ятҡан. Бүтән бер нәмә лә белмәгән. Ул ҡоштарға: “Мине ҡотҡарығыҙ”, — тигән. Ҡоштар уға: “Һин беҙҙе ныҡ йонсоттоң, ята бир әле”, — тип осоп китәләр, ти. Баяғы аның ауҙа йөрөгәнтә балаларын атҡанын яратмағаннар.
— Алпамышаның ата-әсәһе ҡайҙа булған һуң?
— Алты йәшәр Алпамышаның ата-әсәһе ултырған таяҡҡа таянып:
Алты йәшәр Алпамышаны күрһәм тә үлһәм ине,
Алты йәшәр Алпамышаны күрһәм тә үлһәм ине,
Алты йәшәр Алпамышаны күрһәм тә үлһәм ине, —
тип, әйтеп ултырғаннар икән, таянып ултырған таяҡтарының баштары Алпамышаның башына кереп киткән, ти. Был килеп сыҡҡас, ата-әсәһенә барып:
— Әссәләмәғәләйкүм, — тигән.
— Вәғәләйкүмәссәләм.
— Һаумы?
— Һау! — тигәннәр ҙә, ата-әсәһе икеһе лә үлгән тә ҡуйған.
— Алпамышаны улар ҡотҡарып сығарғанмы ни зиндандан? — тигән һорауға бабай:
— Уға бер күгәрсен ярҙам иткән. Күгәрсен аның эргәһенә төшкән булған. Был хат яҙған та күгәрсенгә ҡыҫтырып ебәргән, Барсынһылыуға тип. Барсынһылыу бикәсе менән бейә һауып йөрөгәнтә бер күгәрсен килеп төшкән дә, ерҙә осмай тик йөрөй, ти. Барсынһылыу тотайым тиһә, баяғы ҡағыҙы килеп төшкән. Шунда Барсынһылыуға Алпамыша хат яҙған: “Алты ҡолас ала бейәне тап, ошо мин яҙған ҡағыҙҙы ел үре яғына барып һелкет, “Бисмилла”, тип әйтеп. Шунта бейәнең ҡолағынтағы, танауынтағы ҡурғаштар ҡойолор, бейә ярһып килеп сығыр”, тип яҙған, ти. Шунан Барсынһылыу барып шуны өшкөрөп, бисмилла итеп уҡыған икән, баяғы теге бейәнең ҡурғаштары ҡойолған, ул барып Алпамышаны алт­мыш ҡолас ҡойроғона йәбештереп сығарған. Шул бейәнең ҡойроғоноң көсө генә еткән Алпамышаға. Онотолоп бөткән шул бына, күп ерҙәре онотолған, иҫемтә ошолар ғына ҡалған.
Зиннәтулла бабай Алпамышаның ата-әсәһенең улдарын көтөп, таяҡҡа таянып ултырған урынды көйләберәк тә әйтеп ҡуйҙы.
Көйләп башҡарыу манераһы күптән инде онотолоп ҡалған, бары тик фольклорсыларҙың 1960—80-се йылдарҙағы экспедиция материалдары араһынан ғына матур һамаҡ өлгөләрен табырға була. Мәҫәлән, институттың фольклор фондында һаҡланған “Алпамыша менән Барсынһылыу” эпосынан һамаҡ үрнәген миҫалға алайыҡ. Был һамаҡты 1961 йылда Н.Д.Шоңҡаров Куйбышев өлкәһе (хәҙерге Һамар өлкәһе), Алексеев районы, Ташбулат ауылында йәшәүсе Дәүләтшин Әхәт Сөләймән улынан магнитофонға яҙып алған. Көй композитор К.Й.Рәхимов тарафынан нотаға һалынған3:
Ҡара ҡаҙым, ҡара ҡаҙым,
Килсе, ҡаҙым, килсе, ҡаҙым,
Килсе, ҡаҙым.
Ҡанатыңа хат яҙайым, килсе, ҡаҙым.
Алпамыша, Алпамыша,
Һиндермеһең, һиндермеһең,
Һиндермеһең,
Һин дә былай булһаң,
Ята бир гел, ята бир гел,
Ята бир гел.
Ҡырҙағыбыҙҙы ҡырып өйҙөң,
Өйҙәгебеҙҙе өйөп өйҙөң,
Өйөп өйҙөң.
Бындай һамаҡ үрнәктәре менән халыҡты, киң ҡатлам уҡыусыларын күберәк таныштырыу, уларҙы һаҡлау һәм фәнни әйләнешкә индереү беҙҙең киләсәк бурыс.
Шулай итеп, беҙҙең яҙмаларҙан күренеүенсә, хәҙерге көндә халыҡ телендә эпостар бына шундай хәлдә йәшәй. Уларҙың ниндәй дәрәжәлә һаҡланыу кимәлен күрһәтеү маҡсатында, яҙып алынған өс сюжетты ла нисек бар шул килеш, һөйләү үҙенсәлектәрен һаҡлап биреүҙе кәрәкле тип таптыҡ. Хәҙерге көндә беҙгә, фольклорсыларға, әкиәттәр, эпостар һөйләүсе оло быуын кешеләре юҡ тип әйтергә була. Ғилми өлкәлә лә үткән быуаттарҙа яҙып алынған эпос­тар менән эш итергә тура килә. был жанрҙың беҙҙең көндәргә урыҡ-һурыҡ өҙөктәре булһа ла килеп етеүе үҙе үк ҡыуаныслы хәл.

Информанттар

1. Ҡаҙбәков Хәсән Әхмәҙулла улы, 1933 йылғы, 5 бала атаһы, урмансылыҡ техникумын тамамлаған, Күгәрсен районы Һатлыҡ ауылы.
2. Ишкилдина Шәмғиә Ғөбәйҙулла ҡыҙы, 1937 йылғы, 5 бала әсәһе, 7 класс белемле, колхозда һауынсы булып эшләгән, Күгәрсен районы Исем ауылы.
3. Билалов Билал Заһит улы, 1932 йылғы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Мәскәү ҡалаһы.
4. Мәхмүтов Зиннәтулла Ғиматулла улы, 1929 йылғы, 4 класс белемле, тракторист булып эшләгән, Хәйбулла районы Вәлит ауылы.

Ҡулланылған әҙәбиәт

1 Экспедиционные материалы — 2008: Балтачевский район/Сост. Хусаинова Г.Р., Юлдыбаева Г.В., Хакимьянова А.М., Гайсина Ф.Ф., Зинурова Р.Р. — Уфа, 2010. 248 с.; Духовное наследие: фольклор свердловских башкир/Сост. Надршина Ф.А., Хусаинова Г.Р., Юлдыбаева Г.В., Гайсина Ф.Ф. — Уфа, 2008. — 260 с. (на башк. яз.); Духовные сокровища башкир Саратовской и Самарской областей/Сост. Султангареева Р.А., Юлдыбаева Г.В., Гайсина Ф.Ф., Сальманова Л.К., Батыршина. — Уфа, 2008. — 284 с. (на башк. яз.); Современный фольклор башкир северного Башкортостана/Автор-сост., автор вступ. статьи, сост. словаря диалектных слов Юлдыбаева Г.В. — Уфа, 2008. — 160 с.; Фольклор курганских башкир/Сост. Хусаинова Г.Р., Юлдыбаева Г.В., Хакимьянова А.М., Гайсина Ф.Ф.
— Уфа, 2013; Фольклор Оренбургских башкир (материалы и исследования)/Сост. Хусаинова Г.Р., Юлдыбаева Г.В., Хакимьянова А.М. — Уфа, 2013; Фольклор челябинских башкир (материалы и исследования)/Хусаинова Г.Р., Юлдыбаева Г.В.,
Гайсина Ф.Ф. — Уфа, 2012. — 204 с; Экспедиционные материалы — 2005: Янаульский район/Сост. Хусаинова Г.Р., Султангареева Р.А., Юлдыбаева Г.В., Сальманова Л.К., Хакимьянова А.М., Гайсина Ф.Ф., Якупова Г.Р. — Уфа, 2009. — 264 с; Экспедиционные материалы — 2009: Бурзянский район/Сост. Хусаинова Г.Р., Юлдыбаева Г.В., Хакимьянова А.М. — Уфа, 2011. — 208 с; Экспедиционные материалы — 2011: Учалинский район/Сост. Хусаинова Г.Р., Юлдыбаева Г.В. — Уфа, 2012. — 156 с; Экспедиционные материалы — 2003: Зилаирский район/Сост. Хусаинова Г.Р., Султангареева Р.А., Сальманова Л.К., Ахметшина Г.М., Юлдыбаева Г.В., Гайсина Ф.Ф. — Уфа, 2006; Экспедиционные материалы — 2004: Альшеевский район/Сост. Хусаинова Г.Р., Султангареева Р.А, Юлдыбаева Г.В., Гайсина Ф.Ф. — Уфа, 2006.; Экспедиционные материалы — 2006: Бураевский район/Сост. Хусаинова Г.Р., Султангареева Р.А, Ахметшина Г.М.,
Юлдыбаева Г.В., Гайсина Ф.Ф., Сальманов А.С. — Уфа, 2008. — 240 с.
2 Султангареева Р.А. Башкирское сказительское искусство (традиции, современность). — Уфа, 2012. — 296 с.
3 Башкирское народное творчество. Т.1. Эпос/Составитель М.М.Сагитов, комментарии Н.Т.Зарипова, М.М.Сагитова, А.М.Сулейманова. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1987. — С.509; Сулейманов А.М. Сведения о версиях, вариантах башкирских кубаиров. Материалы для Досье по включению башкирских кубаиров цикла «Урал-батыр» в Список шедевров нематериального наследия человечества/Составители Г.Р.Хусаинова, Г.В.Юлдыбаева, Т.Г.Мухтаров. Редакторы Ф.Г.Хисамитдинова, Ф.А.Надршина. — Уфа, 2013. — С.59.
4 Башҡорт халыҡ әкиәттәре. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1939.
5 Хөсәйенова Г.Р. “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпосы хәҙерге яҙмала//”Урал-батыр” и духовное наследие народов мира: Материалы международной научной конференции (30 ноября 2010 г.). — Уфа, 2010. — С.153—
156.

Гөлнар ЮЛДЫБАЕВА


Copyrights © Редакция журнала "Ватандаш" 2000-2017