На журнал "Ватандаш" можно подписаться в любом почтовом отделении РФ. Индекс - 78384.//Подписка по каталогу «Почта России» через ФГУП по РБ для индивидуальных подписчиков.//Альтернативная (льготная) подписка через редакцию.






Башҡорт телендә һауыт-һаба атамалары (Ноғман Мусин әҫәрҙәре миҫалында)

 Тормош-көнкүреш лексикаһы башҡорт теленең һүҙлек составында билдәле бер урын биләй, ул — телдең айырып алғыһыҙ өлөшө. Көндәлек тормоштағы әйберҙәрҙе ҡулланмайынса йәшәп булмаған кеүек, халыҡтың көнкүрешенә бәйле лексиканы ҡулланмайынса һөйләшеү, аралашыу мөмкин түгел. Был төркөмгә ҡараған һүҙҙәрҙе ҡулланыу кешенең һөнәренә, йәшәгән урынына һәм социаль сикләүҙәргә буйһонмай. Ҡайһы ваҡыт был ҡатлам лексикаға ҡараған лексемалар көнкүреш тормоштан бөтөнләй алыҫ өлкәләрҙә лә ҡулланыла. Шуның өсөн тормош-көнкүреш лексикаһының сиктәрен билдәләүсе конкрет критерийҙарҙы асыҡлау лексикологияла мөһим мәсьәләләрҙең береһе һанала.
Халыҡ көнкүреше, йәшәйеше менән бәйле атамаларҙы өйрәнеү мәсьәләһе милли мәҙәниәттең тергеҙелеүе, үҫеүе, башҡорт теленә иғтибарҙың артыуы менән бәйле. Тормош-көнкүреш лексикаһын тикшереү,айырыуса һауыт-һаба атамаларын өйрәнеү — тел тарихын өйрәнеүселәр өсөн дә, халыҡ тарихын һәм этнографияһын өйрәнеүселәр өсөн дә берҙәй әһәмиәтле, сөнки лексиканың был ҡатламында халыҡтың үткәне тураһында бай, баһалап бөткөһөҙ мәғлүмәт һаҡлана.

Һауыт-һаба атамаларының лексик-семантик классификацияһы

Тормош-көнкүреш лексикаһында мәғәнәүи бәйләнештәрҙе асыҡлау өсөн һүҙҙәрҙе лексик-семантик төркөмдәргә бүлеп тикшереү мотлаҡ.
Һүҙҙәрҙе төрлө семантик төркөмдәргә ҡәтғи бүлеп булмай, шуға күрә ҡайһы бер атамалар ике йә өс төркөмгә ҡарарға мөмкин. Был предметтың бер нисә функция үтәүе, һүҙҙең төрлө варианттары булыуы, күп мәғәнәлелеге менән бәйле. Шуға күрә лексик-семантик төркөмдөң сиген тулыһынса билдәләп булмай, ул үҙгәреүсән.
Һәр лексик-семантик төркөм үҙ сиратында төркөмсәләргә, микротөркөмдәргә бүленә. Тикшереләсәк төркөмдө классификациялағанда беҙ предметтарҙың үтәгән функцияларына, шулай уҡ ниндәй материалдан эшләнеүенә нигеҙләндек. Дөрөҫ, хәҙер ағас һауыт-һабаның, көнкүреш әйберҙәренең күбеһе ҡулланыуҙан сыҡҡан, яңы төрҙәре менән алмаштырылған, әммә предмет атамаларын материалы буйынса айырым төркөмсәләргә бүлмәһәк, халыҡ тарихына, этнографияһына ҡағылышлы лексик берәмектәр төшөп ҡалыр ине.
Шулай итеп, һауыт-һаба атамалары эшләнгән материалдары, үтәгән функциялары буйынса лексик-семантик төркөмдәргә классификацияланды. Ошо билдәләр буйынса түбәндәге төркөмсәләргә бүлеп ҡарарға мөмкин:
1. Һауыттарҙың дөйөм атамалары;
2. Аҙыҡ-түлекте һалыу, һаҡлау өсөн ҡулланылған һауыт атамалары;
3. Аш-һыу әҙерләү өсөн ҡулланылған һауыт атамалары;
4. Ашау-эсеү процесында кәрәк булған һауыт-һаба атамалары;
5. Аш-һыу әҙерләгәндә, ашап-эскәндә файҙаланылған кәрәк-яраҡ атамалары.

1. Һауыттарҙың дөйөм атамалары
Аш-һыу өсөн ҡулланылған һауыттар хәҙерге башҡорт телендә бер төрлө генә атап йөрөтөлмәй, синонимдары, диалект варианттары күп. Табаҡ һауыт, ҡашаяҡ, ҡашығаяҡ, һайман һымаҡ лексемалар һауыт-һаба терминының синонимдары, һөйләштәрҙә уның аяҡ (күбәләк һөйләше), басуда (күбәләк), мынаят, монаят (урта Урал), мыйат (арғаяш, салйот, күбәләк), усаҡ (арғаяш) кеүек варианттары ла ҡулланыла.
Һауыт-һаба тигән парлы һүҙ төрки телдәрҙә таралған, мәҫәлән, ҡум. савут-саба, тат. савыт-сапа, сыу. сават-сапа һ.б. Миҫалдар: Өй эсендә һауыт-һаба шылтырамай тормаҫ (мәҡәл). Донъя булғас, ҡашығаяҡ шалтырамай тормай (мәҡәл). Ишек эргәһендәге имән шкафтың быяла ишеге артында һәр төрлө һауыт-һаба күренә (“Мәңгелек урман”). Ашап бөткәс, өҫтәлен йыйыштырҙы, һауыт-һабаһын йыуҙы (“Мәңгелек урман”). Иҙән уртаһындағы тирә-яғына ултырғыстар ҡуйылған өҫтәлгә һауыт-һаба, ашамлыҡтар теҙелгән (“Мәңгелек урман”). Һауыт-һаба тулы сервант, йомшаҡ диван да, стеналағы келәмдәр... йәшел абажурлы люстра аша яҡтыла нисектер серле, икенсе донъялағы һымаҡ күренә (“Тревога алдынан”). Стена буйында һауыт-һаба ҡуйыу өсөн кәштәләр, ишек эргәһендә кескәй һике (“Таң менән сыҡ юлдарға”).
Табаҡ-һауыт, ҡашыҡ-аяҡ һымаҡ парлы исемдәр күп кенә ҡәрҙәш телдәрҙә лә бар. Сағыштырығыҙ: әзерб. габ-гажаг, алт. айак-казан, ҡаҙ. ыдыс-аякь, үзб. идишь-оәкъ, сыуаш кашак-чашак һәм боронғо төрки һүҙлектә идиш-айакь. Был терминдар бөтәһе лә һауыт-һаба мәғәнәһендә ҡулланыла. Миҫалдар: Ул, түрбашта ҡашыҡаяҡ йыйыштырып йөрөгән Миңлегөлдө танымаған һымаҡ, ишек төбөндә һүҙһеҙ баҫып торҙо (“Мәңгелек урман”). Ә Сажидә күберәк аш-һыу яғын ҡарай: бешерә, табын әҙерләй, ашап бөткәс, ҡашыҡаяғын йыуа. Унда ваҡ-төйәк ҡашыҡаяҡтар тултырылған (“Мәңгелек урман”). Унан ҡатыны ҡашыҡаяҡ йыйыштырған арала, Петр... кәртә-ҡура тирәһен ҡарай, утын ҡырҡа (“Мәңгелек урман”). Зифа көрһөнә, тора ла ҡашыҡаяҡтарын йыйыштыра башлай (“Таң менән сыҡ юлдарға”).
Эсенә нимәлер ҡойоп, һалып була торған нәмә һауыт тип атала. Был һүҙ күп төрки телдәргә хас, мәҫәлән, ҡум. савут, нуғ. савыт, тат. савыг, сыу. сават һ.б. В.Г.Егоров фекеренсә, һауыт термины фарсы телендәге «корзина», «короб» мәғәнәһендәге сэбэд һүҙенә барып тоташа. Миҫалдар: Һәр һауытҡа бер ҡапҡас бар (мәҡәл). Мине лә онотма, бер-ике һауыт өйгә ебәрт (“Мәңгелек урман”). Төлкөсураға ла бер һауыт таптылар (“Мәңгелек урман”). Тоҡсай эсендә көйө ниндәйҙер һауытты асып, икмәгенә йоҡа ғына ҡаймаҡ һөрттө (“Ауылым юлы”). Шул арала ваҡ-төйәк һауытты сайҡатып ҡуйған Фәриҙә уның янына килде (“Тревога алдынан”). Ашарға ултырғас, ул кәнфит һалынған һауытты минең алғараҡ этте (“Хыялый ҡыҙ хикәйәте”). Ә һауытын Һиндостанға барғанда бүләк итеп биргәйнеләр (“Хыялый ҡыҙ хикәйәте”).

2. Аҙыҡ-түлекте һалып ҡуйыу,
һаҡлау өсөн ҡулланылған һауыт атамалары
Был төркөмсәгә ҡараған лексик берәмектәр, предмет эшләнгән материалдарға нигеҙләнеп, өс бәләкәйерәк төркөмсәгә бүлеп тикшерелә:
1) тиренән яһалған һауыт;
2) ағастан эшләнгән һауыт;
3) башҡа төр материалдарҙан яһалған һауыт атамалары.

Тире һауыт атамалары
Башҡорттар, башҡа күп халыҡтар кеүек, һауыт-һабаны элек үҙҙәре етештергән. Ниндәй генә ерҙә йәшәүенә ҡарамаҫтан, бигерәк тә ҡымыҙ, айран яһау, һаҡлау өсөн ҡулланылғандарын эшкәртелгән тиренән теккәндәр. Бындай һауыт-һаба сифаты яғынан айырылған, оҙаҡ хеҙмәт иткән, уларҙа ашамлыҡ-эсемлектәрҙе лә оҙаҡ ваҡытҡа һаҡлап ҡуйып булған.
Тире һауыттар хаҡында ҡайһы бер мәғлүмәттәр С.И.Руденко, И.И.Лепехин, П.П.Паллас яҙмаларында бирелә. С.Н.Шитова хеҙмәттәрендә был төр һауыттар тураһында тулыраҡ материалдар килтерелгән, уларҙың райондар буйынса таралышы тикшерелгән, карта-схема бирелгән, XIX быуат аҙағындағы — XX быуат башындағы тире һауыттарҙың төрҙәре күрһәтелгән. Был хеҙмәттә материалдар этнографик характерҙа ғына түгел, ә һүҙҙәрҙең диалект варианттары ла бер ни тиклем тикшерелә.
Башҡорттар элек тире һауыт тегер өсөн төрлө йорт хайуандары: ат, һыйыр, үгеҙ, һарыҡ, быҙау, кәзә тиреләрен, ә Башҡортостандың көньяҡ өлөшөндә хатта дөйә тиреһен дә ҡулланғандар. Шулар араһында йылҡы тиреһенә өҫтөнлөк бирелгән, һауыт яһау өсөн тиренең бөтә өлөшө лә файҙаланылған: баш тиреһе, муйын, аяҡ тиреләре; ә кәүҙә өлөшөнөң тиреһе ҙур һауыттар тегеү өсөн уңайлы булған. Һауыттар, тире малдың ҡайһы өлөшөнән алынған булған, шул формала тегелгән.
Ҡымыҙ эшләү һәм һаҡлау өсөн мал тиреһенең кәүҙә өлөшөнән ҙур итеп тегелгән һауыт һаба тип атала, уға 6—12 күнәк бейә һөтө һыйған, һабалағы ҡымыҙ менән йөҙ кешене туйҙырып булған. XIX быуат аҙағына һаба ҡулланыуҙан сыға башлай. Шуныһы мөһим: күпләп йылҡы тотоусы башҡа төрки һәм монгол халыҡтары кеүек, башҡорт халҡында ла ат изге йән тип иҫәпләнгән, һәм һабаны тик ат тиреһенән генә теккәндәр. Һаба үҙе лә ырыу, түбә, араны берләштереүсе, тыуған ергә, ырыуға тоғролоҡ символы булып хеҙмәт иткән, изгелек мәғәнәһен сағылдырған. Һаба термины йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе ҡайһы бер төрки халыҡтар теленә лә хас, мәҫәлән, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, тува һ.б телдәрҙә бар.
Турһыҡ — нигеҙҙә ҡымыҙ алып йөрөү өсөн хеҙмәт иткән һауыт. Уны эйәргә бәйләгәндәр, юлға сыҡҡан һәр башҡорт үҙе менән ҡымыҙ тултырылған турһыҡ алған, һыйҙырышы яғынан һабанан бәләкәй: уға, ғәҙәттә, 2—3 биҙрә ҡымыҙ һыйған. Уны ла йылҡы тиреһенән теккәндәр, ләкин һабанан айырмалы рәүештә, турһыҡ малдың бот тиреһенең өҫкө өлөшөнән тегелгән, төбө түңәрәк булған. Этнографик яҙмаларҙа турһыҡ термины башҡа төр тире һауыттар атамаларына ҡарағанда йышыраҡ осрай. Хәҙерге башҡорт телендә турһыҡ һүҙенең турсыҡ, турҫыҡ, турҫлыҡ (һаҡмар һөйләше), янтурһыҡ (ҡыҙыл һөйләше) һымаҡ фонетик варианттары бар.
Муртай (диалект варианты муртаҡай) нигеҙҙә көнсығыш Башҡортостанда таралған була. Уны һыйыр йә йылҡы тиреһенән теккәндәр, күбеһенсә мал аяғының өҫкө өлөшө йәки ҡалаҡ һөйәктәре тиреһенән эшләнгән.
Муртай башҡа тире һауыттарҙан грушаға оҡшаған формаһы һәм муйыны эргәһендә элгестәре булыуы менән айырылып торған. Улар төрлө ҙурлыҡта эшләнгән, иң ҙурҙары — 70 сантиметр тирәһе. Айырыуса киң ҡулланылғаны 30—35 сантиметр бейеклектә булған. Башҡорттар был һауыттарҙы ҡымыҙ, айран һалып йөрөтөү өсөн ҡулланғандар.
XIX быуат аҙағында муртай Башҡортостандың көнсығыш райондарында киң таралған булған, ҡайһы ваҡыт һаба урынына ла ҡулланғандар: эсенә бейә һөтө ҡойоп, бау менән түбәгә элеп ҡуйып, ҡымыҙға әйләнгәнсе сайҡағандар. Муртай формаһы буйынса һабанан айырылған, һыйҙырышлығы ла күпкә ҡайтыш. Бәләкәй муртай муртаса тип атала. Турһыҡ, муртайҙарҙы башҡорттар һарыҡ, кәзә, быҙау тиреләрен бөтөн көйө һыҙырып алып теккәндәр. Быҙау тиреһенән тегелгән турһыҡҡа 10 күнәккә яҡын ҡымыҙ һыйған.
Ботлоҡ (көнсығыш һөйләштә боттоҡ, дим һөйләшендә потлыҡ) муртайҙан формаһы (шешә формаһында), тиренең ҡайһы өлөшө ҡулланылыуы (ботлоҡто һыйыр йәки аттың бот тиреһенән теккәндәр) менән айырылған. Юлсылар был һауытта ҡымыҙ, айран кеүек эсемлектәр йөрөткән.
Аттың бот тиреһен ыҫлап эшләнгән һауыт һаҡмар һөйләшендә ҡоба тип атала. Башҡорт теленең башҡа һөйләштәрендә был термин теркәлмәгән.
Һыйыр йә йылҡы тиреһенең алғы бот тиреһенән тегелгән һауыт ҡуллыҡ тип атала. Урта, юрматы, ҡыҙыл һөйләштәрендә ҡулас, ҡулса, ҡулдау; ҡариҙел, һаҡмар һөйләштәрендә ҡулсаҡ, бөрйән һөйләшендә ҡулаш атамалары шул уҡ мәғәнәне белдерә. Ботлоҡҡа 10—12 литр ҡымыҙ һыйһа, ҡуллыҡҡа 6—8 литр ҡойоп булған. Башҡорттар был һауыттарҙың ҙурыраҡтарында ҡымыҙ һаҡлаған, бәләкәйерәктәрен юлда йөрөтөү өсөн теккәндәр. Бәләкәй ҡуллыҡтар ҡолондоң аяҡ тиреһенән эшләнгән, уға 1 литр самаһы ҡымыҙ һыйған. Ҙур ботлоҡтарҙа табынға ҡымыҙ сығарғандар.
Башкүнәк (бейә күнәге, һаугүнәк, бейә һауғыс, башлыҡ — диалект варианттары) малдың баш тиреһенән тегелгән һауыт. Ул күп осраҡта бейә һауыу өсөн тәғәйенләнгән. Ҡайһы ваҡыт ҡымыҙ, һыу ташыу өсөн дә ҡулланғандар. Малдың, башлыса йылҡының, баш тиреһен телмәй генә һыҙырып алып, ыҫлап эшкәрткәс, муйын яғын һауыттың төбө итеп теккәндәр, күҙ уйымдары ла эс яҡтан ентекләп тегелгән, ә ауыҙ өлөшөн ҙур итеп асып, муйыл сыбығынан дүңгәләк ҡуйыр булғандар, һауыттың тотҡосон ат ҡылынан үреп эшләгәндәр.
Боткүнәк. Бейә һауыу өсөн тәғәйенләнгән был һауыт малдың артҡы бото тиреһенән тегелгән.
Башкүнәк, боткүнәк, һаугүнәк — бөтәһе лә синтаксик юл менән яһалған ҡушма исемдәр: баш, бот исемдәренә, һау ҡылымына күнәк исеме ҡушып яһалған.
Ырғыҙ буйы башҡорттарында ҡоҙоҡтан һыу алыу өсөн үгеҙ тиреһенән махсус эшләнгән күнәк ҡауға тип аталған.
Дөмбәй — йылҡы малының йәки һыйырҙың алғы бот тиреһенән тегелгән һауыт. Ҡыҙыл һөйләшендә төмбәй тигән варианты ҡулланыла. С.Н.Шитова дөмбәй, ҡулсаның май бешеү өсөн тәғәйенләнгәне, уларҙың формалары буйынса башкүнәккә оҡшаш, ләкин күнәктәрҙән бейегерәк булыуҙары тураһында яҙа.
Көрәгә — ҡымыҙ, бал, буҙа кеүек эсемлектәрҙе табынға ултыртыу өсөн тиренән яһалған һауыт. Шундай уҡ тәғәйенләнешле ағастан эшләнгән һауыттар ҙа көрәгә тип аталған. Уны яһау өсөн малдың муйын тиреһе ҡулланылған, диаметры буйынса башкүнәктән ҙурыраҡ булған. Миҫалдар: Урындыҡ уртаһына бер көрәгә бал килтереп ултыртҡас, уларҙың танау тишектәре киңәйҙе (“Мәңгелек урман”). Сыуал артындағы бәләкәйерәк көрәгә балды ашъяулыҡ уртаһына дөңкөлдәтә килтереп ултыртты (“Мәңгелек урман”). Мунса инеп сыҡҡас, йә һунарҙан бик арып ҡайтҡанда эсергә көрәгә төбөнә бал һалдырып ҡуя (“Мәңгелек урман”). Ваҡ-төйәк балауыҙҙы һыҡҡылап, көрәгә төбөнә әҙерәк һалып ҡуйғайным (“Зәңгәртауҙа — аҡ болан”). Ҡунаҡсыллыҡ йөҙөнән ана шулай һаумал ҡымыҙын көрәгә менән генә табынға ҡуйған (“Кеше һуҡмағы”).
Күнәк — тирене ыҫлап, һөт, ҡымыҙ өсөн эшләнгән һауыт. Күнәктәр ағастан да яһалған. Хәҙерге башҡорт телендә күнәк термины күбеһенсә һыу йәки башҡа нәмә ташый торған ҡылыслы тәрән ҡалай һауыт мәғәнәһендә ҡулланыла. Миҫалдар: Иләктәген — күнәккә, күнәктәген — иләккә (мәҡәл). Айран эскән — ҡотолған, күнәк ялаған — тотолған (мәҡәл). Ҡыҙҙың иртүк, көйәнтәһенә элгән күнәктәрен бәүелтеп, һыуға китеп барғанын күргәс, кәртә артына сығып торҙо ла һыуалғысҡа йүгерҙе (“Мәңгелек урман”). Егеттәр Төлкөсура менән Миңлегөлгә күмерҙе күнәктәргә тултырып түбәлек аҫтына бушатырға ярҙам итә башланы (“Мәңгелек урман”). Зифа күнәктә күпсеп ултырған ҡатыҡты ҡаҙанға ауҙарҙы ла усаҡ аҫтына ут яғып ебәрҙе (“Мәңгелек урман”).
Башҡортостандың күп төбәктәрендә уны биҙрә тип йөрөтәләр. Миҫалдар: Бая сәй кереткән ҡыҙҙан биҙрә һорап ал (“Мәңгелек урман”). Шуның бауына биҙрәңде тағып төшөр ҙә һөйрәп ал (“Мәңгелек урман”). Сажиҙә, ат эсерергә биҙрәңде алғайным бит, бына шуны килтерҙем (“Мәңгелек урман”). Унан биҙрәләргә, күнәктәргә кәрәсин ауҙаралар ҙа баяр өйөнөң эсенә йүгерәләр, лавка, келәттәр, һарайҙарҙың стеналарына һибәләр (“Мәңгелек урман”). Биҙрәне тотоп йөрөү һиңә ҡыйын булыр (“Мәңгелек урман”).
Ҡайһы бер төбәктәрҙә силәк тигән вариант осрай. Миҫалдар: өйөнә күрә иләге, ҡапҡасына күрә силәге (мәҡәл). Силәгенә ҡарап һыуын эс (мәҡәл).
Боронораҡ хәҙерге Башҡортостандың көньяғында, көньяҡ-көнбайышында йәшәгән башҡорттар дөйә муйыны тиреһенән дә бейек итеп, май яҙыу өсөн дөйә муйыны тип аталған һауыттар яһағандар, һуңғараҡ дөйәләр бөтөү менән дөйә муйыны ла юҡҡа сыҡҡан.
Мис — тотошлай туналған кәзә тиреһенең бот урындарын бәйләп, муйын урынын ауыҙ итеп, эсен ыҫлап яһаған ҡымыҙ һауыты атамаһы. Был һауытты ҡымыҙҙы юлда йөрөтөү өсөн ҡулланғандар. Һаҡмар һөйләшендәге мисте, мыс, мысый терминдары шул уҡ мәғәнәне белдерә.
Тиренән эшләнгән һауыттарҙы тоҙ, ҡорот, кипкән емеш-еләктәр һаҡлау өсөн дә ҡулланғандар. Был осраҡта бәләкәйерәк тиреләр эшкәртелеп, һауыттар яһалған, ҡолон, быҙау тиреләрен файҙаланғандар. Улар формалары буйынса цилиндрҙы хәтерләткән, ҡапҡастарын күндән йә туҙҙан яһағандар. Бындай һауыттар башҡорттарҙың көнкүрешендә киң ҡулланыу тапмаған, улар менән бер рәттән ҡабыҡтан, туҙҙан яһалған һауыттар ҙа булған.
Төрлө хайуан тиреләрен башҡорттар аш-һыу әҙерләү, һаҡлау, табынға сығарыу өсөн һауыт-һаба тегергә генә түгел, ә төрлө тоҡтар, сумка һымаҡ әйберҙәр яһарға ла ҡулланғандар.
Һыйыр йәки йылҡы тиреһенән тегелгән, юл йөрөтөү өсөн уңайлы булған артмаҡты һыбайлы һәр ваҡыт үҙе менән алыр булған. Артмаҡ та ат эйәренә нығытылған булған.
Ҡалта — билгә таҡмалы итеп тиренән тегелгән сумка. миҫал: Йәнкәй-йәнем китте ай һунарға, ҡалталарын тағып биленә (халыҡ йырынан).
Ҡаптырға — бәләкәй генә юл моҡсайы. Унда юлсылар ҙур булмаған әйберҙәрен һалғандар.
Юл йөрөтөү өсөн тегелгән һауыттар формалары менән бер-береһенә оҡшаш: төптәре йыуан, ауыҙына ҡарай тарая бара, эйәргә бәйләү йә артмаҡлау өсөн ат ҡылынан ишелгән артмаҡтары бар. Үлсәмдәре төрлө булған: С.И.Руденко яҙмаларында был һауыттарҙың 30 сантиметрҙан алып 50 сантиметрға тиклем бейеклектәге төрҙәре күрһәтелгән.
Бөрйәндәр, ҡыпсаҡтар, ҡатайҙар үҙҙәренең әйберҙәрен ҙур һауыттарҙа — мәркеләрҙә күсергәндәр. Уларҙы эйәргә бәйләгәндәр йә эйәргә арҡыры һалып алғандар. Мәрке ҙур булыуына ҡарамаҫтан, бик еңел дә, уңайлы ла булған. Уға ашамлыҡ, һауыт-һаба һалғандар.
Тиренән эшләнгән һауыттар кешегә бик оҙаҡ хеҙмәт иткән. Йылҡы тиреһе айырыуса йыш ҡулланылған. Быны аттың изге йән, уның тиреһе үҙенсәлекле көскә эйә тип иҫәпләнеүе менән аңлатып булалыр. Йылҡы тиреһенең ҙур, беше булыуы ла һауыт-һаба эшләү өсөн йыш ҡулланылыуына сәбәп булған.
Ҡурйын — эйәр ҡанъяғаһына беркетеү өсөн күндән йәки йөн балаҫтан яһалған ике яҡлы моҡсай, артмаҡ. Миҫал: Арыҡ ат һимерһә, янына ҡурйын бәйләтмәҫ (мәҡәл).
Малдың эс-ҡарынынан һауыттар эшләү ҙә төрки һәм монгол халыҡ­тарының көнкүрешендә киң ҡулланылыш алған. Тормош тарафынан тыуҙырылған был ғәҙәт борондан килгән, сөнки күсмә тормош менән йәшәгән халыҡ өсөн йә тиҙ генә юлға йыйынырға, йә оҙаҡ ваҡыт юлда барырға кәрәк булған, ә аҙыҡ-түлекте тәбиғи, уңайлы һауыттарҙа һаҡлау ҡулайлы, һауыттарҙы әҙерләү өсөн күп ваҡыт та сарыф ителмәгән, материал да ҡул аҫтында булған. Был үҙенсәлекле һауыттар кипкәс тә дәүмәлен һаҡлаған, дым, һауа үткәрмәгән. Башҡорттар тураһындағы әҙәбиәттә улар һүрәтләнмәгән, бындай һауыттар һирәгерәк ҡулланылған, яйы сығыу менән башҡа төр һауыттарға алмаштырылғандар. Шулай ҙа хәҙерге башҡорт һөйләштәрендә ҡайһы берҙәренең атамалары һаҡланған.
Янтау — ауыҙын бөрмәле итеп мал ҡарынынан яһағандар, ҡымыҙ йөрөтөү өсөн уңайлы булған. Миҫалдар: Әптерәй, һин ниңә янтау тотоп килдең? (“Мәңгелек урман”). Уға бында килер булғас, Рәхилә килене бер янтау солоҡ балы һалғайны (“Мәңгелек урман”). Гөлзөһрә янтауын уның алдына ултыртты (“Мәңгелек урман”). Илһам янтауҙы сайпылтып болғатты ла эсеп ҡараны, рәхәтлек биреүсе әселектән иренен сипылдата-сипылдата сирылды (“Мәңгелек урман”).
Мурҙай — Һаҡмар, Таналыҡ, Яйыҡ йылғалары буйында йәшәгән башҡорттар араһында киң таралған. Уны һыйыр елененән яһап, ҡырға эшкә барғанда айран, ҡаймаҡ һалып алып барыр булғандар. Этнографик яҙмаларҙа, мурҙайға 2—3 литр самаһы эсемлек һыйған, тип билдәләнгән.
Әҙәби телдә тубал тип ҡабыҡтан эшләнгән һауыт-һабаны атайҙар, ә баҫыу һөйләшендә был термин мал ҡарынынан яһалған һауытты белдерә, һүрәм һөйләшендә тубуна тигән варианты ҡулланыла.
Тире һауыттары төрҙәре борон күп күсмә халыҡтарға хас булған. Муртай­ҙарҙы, турһыҡтарҙы, мыстарҙы ҡымыҙ, айран менән тултырһаң, улар үҙҙәренең тәбиғи формаларын алған, сөнки был тире һауыттарҙы кәзәнең, һарыҡтың йәки быҙауҙың бөтөн килеш һыҙырылған тиреһенән яһағандар. Мәҫәлән, ҡырғыҙҙарҙа ла ҡымыҙ, айран, һыу йөрөтөү өсөн шундай һауыттар булған. Ҡаҙаҡтар ҙа, төркмәндәр ҙә, үзбәктәр ҙә юлға эсемлектәрҙе кәзә, һарыҡ, быҙау тиреләренән эшләнгән күн һауыттарҙа алғандар.
Бөтә тире һауыттар ҙа күсмә халыҡтар араһында тигеҙ таралмаған. Дөйөм традицияны дауам итеп, һәр халыҡ үҙенә генә хас һыҙаттар индергән. Ҡайһы бер һауыттар бәләкәйерәк территорияла ҡулланылған, ҡайһылары үҙ-ара тығыҙ аралашҡан бер нисә халыҡҡа хас булған. Мәҫәлән, ботлоҡ, көрәгә терминдары тик башҡорт телендә генә осрай, ә муртай, турһыҡ (русса — бурдюк) ҡаҙаҡтар араһында ла киң таралған. Иң киң ҡулланылған һауыт — һаба. Ул ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, алтай, тува халыҡтарында ла булған.
Ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ телдәрендә күнәк мәғәнәһен белдергән көнәк, көнөк һүҙҙәре бар. Башҡорт күнәктәренән айырмалы рәүештә, уларҙың һемәктәре булған, уларҙы эшләү өсөн малдың тик баш тиреһе генә ҡулланылған.
Тире һауыттарҙың атамаларын, мал төрөнә, тиренең ниндәй өлөшө ҡулланылыуына нигеҙләнеп, һауыттың үтәгән функцияһына таянып, бер нисә төркөмсәгә бүлергә мөмкин.
Тире һауыт исемдәренең мал төрҙәренә ҡарап бүленеше:
йылҡы тиреһенән: башкүнәк, боткүнәк, ботлоҡ, ботсумка, гөбө, дөмбәй, көрәгә, ҡуллыҡ, ҡулса, муртай, турһыҡ, һаба;
һыйыр тиреһенән: башкүнәк, боткүнәк, ботлоҡ, гөбө, дөмбәй, ҡуллыҡ, ҡулса, муртай;
һарыҡ тиреһенән: муртай, турһыҡ;
кәзә тиреһенән: мис, мисте, муртай, мыс, мысый, турһыҡ;
быҙау тиреһенән: кешен, муртай, турһыҡ;
ҡолон тиреһенән: бәләкәй ҡулсаҡ, ҡуллыҡ;
дөйә тиреһенән: дөйә муйын.
Мал тиреһенең ниндәй өлөшөнән яһалғанына нигеҙләнеп, тире һауыттарҙы түбәндәгесә төркөмләп була:
юлда йөрөтөү, аҙыҡ һаҡлау өсөн ҡулланылған һауыттар: ботлоҡ, ҡулас, ҡулсаҡ, муртай, муртаҡай, саба, турһыҡ һ.б.
эсемлектәрҙе табынға сығарыу функцияһын үтәгән тире һауыттар: ботлоҡ, гөбө, көрәгә һ.б.
Шулай итеп, тире һауыт атамаларын анализлауҙан шул асыҡланды: бөтөн атамалар ҙа төрки сығанаҡлы, башҡорт халҡының этнографияһы менән бәйле һүҙҙәр, күп атамаларҙың диалект варианттары бар.

Ағастан эшләнгән кәрәк-яраҡ атамалары
XIX быуат аҙағында — XX быуат башында башҡорттарҙың көнкүрешендә ағастан эшләнгән һауыт-һаба, башҡа кәрәк-яраҡ өҫтөнлөк алған. Ул ваҡыттарҙа ағас табаҡтарҙы, ағас күнәктәрҙе һәр йортта тиерлек осратып булған. Бындай һауыттар өсөн материал булып көньяҡ Уралдың урманлы зоналарында үҫкән ҡайын, йүкә, ҡарағас ағастары ҡулланылған. Ләкин ағастан эшләнгән һауыт-һабаның таралыу территорияһы киң булған, дала яҡтарында ла башҡорттар милли аштарын: бишбармаҡты, ҡымыҙҙы һ.б. ағас һауыттарҙа табынға сығарыр булған, бал, май кеүек аҙыҡ шул һауыттарҙа оҙайлы ваҡыт һаҡланған.
Һауыт яһау өсөн ағас олоно, тамыры, ҡайындың ороһо, туҙы, йүкә, ҡайын ағастарының ҡабығы, ҡурысы киң ҡулланылған.
Ағас һауыттарҙы әле лә башҡорт өйҙәрендә күрергә мөмкин, тик улар элекке функцияларында ҡулланылмай, ә сувенир рәүешендә генә.
Аш-һыу әҙерләгәндә кәрәк булған ағас кәрәк-яраҡ атамалары айырым төркөмсәләрҙә ҡарала, сөнки хәҙерге башҡорт әҙәби телендә, һөйләштәрҙә был материалдан эшләнгән предмет атамалары бик күп:
— ағас һауыт атамалары төркөмсәһе;
— ағастан эшләнгән, аш-һыу әҙерләүҙә ҡулланылған кәрәк-яраҡтар төркөмсәһе.
“Ағас һауыт атамалары” төркөмсәһе үҙ сиратында түбәндәге бәләкәй төркөмсәләргә бүленә:
— аш-һыу әҙерләү, һаҡлау өсөн файҙаланылған ағас һауыт;
— табынға аш-һыу сығарыу өсөн ҡулланылған һауыт-һаба атамалары.

Аш-һыу әҙерләү, һаҡлау өсөн файҙаланылған
ағас һауыт атамалары
Ағастан юнып-соҡоп эшләнгән һауыттар боронғо башҡорт көнкүрешендә традицион булған. Аш-һыу әҙерләү, һаҡлау өсөн ҡулланылғандарын төп ҡуйып эшләгәндәр.
Батман ҡымыҙ, буҙа, айран әҙерләү һәм бал, май һаҡлау өсөн ҡулланылған. Ул оҙонса формалы (бейеклеге 45—50 см, диаметрынан яҡынса 1,5 тапҡырға оҙонораҡ), ҡапҡаслы һәм тотҡалы һауыт. Батман һүҙе тағы ла шул һауытҡа тиң үлсәү берәмеген дә белдерә. Мәҫәлән, бер батман бал. Миҫалдар: Арышы булһа, батманы табылыр (мәҡәл). Ҡатын алмаҡ бит кәрәк, көндә батман ит кәрәк (мәҡәл). Иҙел һыуы — илле батман (мәҡәл). Илдең ауыҙы илле батман (мәҡәл). Һәр нәмәнең үҙ батманы (мәҡәл). Бәләкәйерәк батманын арбаға сығарып һалды (“Мәңгелек урман”).
Баҙыя. Фарсы теленән үҙләштерелгән был һүҙ ҡалын таҡтанан эшләнгән ҙур күнәкте аңлата.
Киле — онтау, йомшартыу өсөн төрлө нәмә төйә торған сөм һауыт. Мәҫәлән: Килен килер, килен менән киле һабындай теле килер (мәҡәл).
Көбө — йүкә ағасының үҙәген соҡоп яһалған, ҡымыҙ, май бешә торған, оҙон тар ҡоршауһыҙ һауыт. Ҙурыраҡ көбөләргә 5—7 биҙрә ҡымыҙ һыйған, бейек­леге 80—90 см, хатта 1 метрға ла еткәндәре булған. Көбө башҡа һауыттарға ҡарағанда йышыраҡ ҡулланылған, шуға күрә уның диалект варианттары ла күп: дим, көйөргәҙе һөйләштәрендә — әрйә, ҡариҙел һөйләшендә — гөбө, көбөсө, әй, мейәс һөйләштәрендә — сапсаҡ тигән варианттары бар. Көбөләрҙә ниндәй аш-һыу һаҡланыуына ҡарап, айран көбөһө, ҡымыҙ көбөһө, эркет көбөһө тип тә атап йөрөткәндәр. Миҫалдар: Кәмәһенә күрә ишкәге, көбөһенә күрә бешкәге (мәҡәл). Көбөңдө генә тәгәрләтеп килтер әле!.. (“Мәңгелек урман”).
Көбөсәк — бәләкәй көбө атамаһы.
Күнәк — һыу йәки башҡа нәмә ташый торған, ҡылыслы тәрән ағас һауыт. Ниндәй ағастан эшләнеүҙәренә ҡарап, имән, йүкә күнәктәрҙе айырып йөрөткәндәр. Ҡәҙимге күнәктән бәләкәйерәк һауытты күнәкәй, ә бәләкәй генәһен күнәсек тип атағандар. Күнәсек күбеһенсә май йыйыу өсөн файҙаланылған.
Үтәгән функциялары буйынса күнәк атамаларын түбәндәге төрҙәргә айырырға мөмкин:
1. Бейә һауа торған күнәк исемдәре: бейә күнәге, бейәһауғыс, һаугүнәк. Был һауыттарҙы XX быуат башында йылҡы тотҡан төрлө ерҙәрҙә осратып булған. Көньяҡ-көнсығыш башҡорттарҙа улар тире һауыттарға ҡарағанда күберәк ҡулланылған. Бейә һауа торған күнәктәр әллә ни ҙур булмаған, яҡынса 6 литр һөт һыйған, бейеклектәре 24—27сантиметр тәшкил иткән. Башҡа маҡсаттарҙа был күнәктәр ғәҙәттә ҡулланылмаған.
2. Һөт күнәге, һыйыр күнәге — бейә һауа торған күнәктәрҙән ҙурыраҡ.
3. Һыу ташыу өсөн тотонолған күнәк атамаһын — һыу күнәген дә айырырға мөмкин. Уның тотҡаһы, һыйыр, бейә күнәктәренән айырмалы рәүештә, тимерҙән дә булған (һыйыр, бейә күнәктәренең тотҡалары йә ҡылдан, йә ныҡ бауҙан ҡуйылған).
4. Еләк йыйыу, ҡатыҡ, айран, ҡымыҙ йөрөтөү өсөн ҡулланылған күнәк яндау тип аталған. Ул Дим буйында, таулы зонала йәшәгән халыҡта ныҡ таралған булған.
Күнәк башҡорттар араһында киң таралған һауыт иҫәпләнә, шуға күрә диалект варианттарға ла бай: киҫмәк, ләңгәс, ләңкәс, тәпән, тәпәш, тәпеш, төпләк, ыжбан һ.б. Бер биҙрә һыйышлы ағас күнәк кәтмән тип тә аталған. Ләкин был атама хәҙер иҫкергән һүҙҙәр рәтендә йөрөй. Шулай уҡ иҫкергән һүҙҙәр рәтендә әүкәтеү — йүкә ағасынан яһалған, һөт, ҡатыҡ, айран һалып, эйәр ҡашына элеп йөрөтөлгән, баулы күнәсек атамаһы ла бар. Тағы ла ағастан соҡоп яһалған ҡапҡаслы, баулы һауыт — силәк булған, уларҙы һыйыр һауыу, емеш-еләк йыйыу өсөн ҡулланғандар.
Силәк термины хәҙерге башҡорт диалекттарында көбө, күнәк мәғәнәләрендә йөрөй. Был термин халыҡ ижадында ла сағылыш тапҡан: Силәгенә күрә ҡапҡасы (әйтем). Өйөнә күрә иләге, ҡапҡасына күрә силәге (мәҡәл).
Яңы ҡайнатҡан шыйыҡ ҡоротто һоҫоп һарҡытыу өсөн яһалған ағас һауыт ҡулаша тип аталған. Был һауытты ағас ҡабығынан да яһауҙары билдәле.
Башҡорттарҙың көнкүрешендә тапауыс та бик кәрәкле әйбер булған. Был оҙонса ағас һауытта ит, йәшелсә һалып тапағандар. Тапауыс термины тапа ҡылымына -уыс аффиксы ҡушып яһалған.
Башҡорттарҙа ағас һауыттар май, бал, ҡымыҙ, айран, буҙа кеүек ашамлыҡ-эсемлек һаҡлау өсөн генә ҡулланылмаған, башҡа төр аҙыҡтарҙы ла уларҙа тотоу уңайлы булған.
Ҡоторсоҡ — ағастан соҡоп яһалған бәләкәй йомро һауыт, уға тоҙ, бал, сәй һалып булған.
Ҡайһы бер һөйләштәрҙә ҡабы, бормаса тигән һүҙҙәр ҙә осрай. Мәҫәлән: Бер аҙҙан өсаяҡ, ҡабы менән тоҙ, май күтәреп сыҡты (“Мәңгелек урман”).
Борон-борондан халыҡ йәрминкәләрҙә һатыу иткән, үҙҙәрендә булмаған әйберҙәрҙе һатып алғандар, шул рәүешле яңы предметтар менән яңы терминдар ҙа барлыҡҡа килгән.
Лар. Рус теленән үҙләштерелгән был һүҙ аҙыҡ-түлек, ашлыҡ, он һәм башҡа нәмә һаҡлау өсөн ҡулланылған ҙур таҡта һандыҡ атамаһын белдерә. Синонимы — әрйә. Миҫал: Оно келәткә ҡуйылған лар эсендәге йәшниктә һаҡлана (“Зәңгәртауҙа — аҡ болан”).
Мискә — төрлө шыйыҡ нәмә һалыу өсөн ҡулланыла. Миҫалдар: Өсөнсөнән, бер мискә араҡы кәрәк булыр (“Мәңгелек урман”). Сәлим арбалағы бер мискә эргәһенә менеп баҫҡан да, крандан ағыҙып, һәр кемдең һауытына хәмер ҡоя (“Мәңгелек урман”). Бына улар бер һарайҙан кәрәсин мискәһен тәгәрләтеп сығарҙылар (“Мәңгелек урман”). Иртәгә, йылғанан мискә менән һыу ташып булһа ла, һыу һибеп ҡарарбыҙ тип торабыҙ (“Мәңгелек урман”).
Шаң — тәпән рәүешендәге ҙур ағас һауыт (русса — чан).
Аш-һыу әҙерләү, аҙыҡты һаҡлау өсөн ҡулланылған һауыттар атамаларының иң ҙур өлөшөн төп башҡорт һүҙҙәре тәшкил итә, дөйөм төрки сығанаҡлы һүҙҙәр менән бер рәттән рус теленән үҙләштерелгән терминдар ҙа бар: мәҫәлән, лар, мискә, шаң.
Хәҙерге башҡорт телендә ағас һауыт-һаба исемдәре менән бер рәттән туҙҙан эшләнгән һауыт атамалары ла бар. Ҡайын ағасы күберәк үҫкән райондарҙа туҙҙан байтаҡ көнкүреш әйберҙәре яһағандар.
Көйөҙ, төйөҙ, төйөҫ ҡатай башҡорттарында таралған, ат ялы менән тегелгән, еләк йыйыу, ҡул эштәре өсөн ваҡ кәрәк-яраҡтарҙы һаҡлау өсөн ҡулланылған туҙ һауыт атамалары.
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарҙа ғына осраған туҙ ҡомған туҙ туйыс һымаҡ ағас төплө, ағас ҡапҡаслы, һемәкле һәм тотҡалы һауыт. Миҫалдар: Самауыр, ҡомған кеүек нәмәләрҙе ямай (“Мәңгелек урман”). Ниндәйҙер туҙып бөткән еҙ ҡомғанды ҡурғаш ҡуйып ямарға маташып йөрөй ине (“Мәңгелек урман”). Хәтирә иртән тороп иренә тәһәрәткә йылы һыу әҙерләй, битен йыуғанда ҡомғандан һыу һалып тора (“Мәңгелек урман”). Әхәт урынынан торғайны, ҡыҙҙар күмәге бер юлы ҡомғанға ташланды (“Зәңгәртауҙа — аҡ болан”).
Туҙҙан эшләнгән һауыттар атамаларына хәҙерге башҡорт телендә түбәндәге лексемалар ҡарай: алыуыс, ҡаяҙ, туҙаяҡ, туҙ ижау, туҙ күнәгәсе, туҙ тәгәс, туҙ янтау, тырыз. Был атамаларҙың ҡайһы берҙәре дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәр, ҡайһылары тик һөйләштәрҙә генә ҡулланыла: туҙаяҡ, тырыз, ҡаяҙ лексемалары дөйөм ҡулланышлы һүҙҙәр булһа, тузый, алыуыс, туҙ күнәгәсе, туҙ ижау, төйөҙ, төйөҫ, көйөҙ атамаларының таралыу сфераһы сикле.
Туҙ һауыттар көнкүрештә үтәгән функциялары менән дә айырылған, мәҫәлән, ҡаяҙҙы емеш-еләк тиреү өсөн яһағандар, ә алыуыс ҡаҙан төбөнән һыу-фәләнде алыу өсөн хеҙмәт иткән.
Һауыт-һабаны материалы яғынан классификациялағанда ҡабыҡтан эшләнгән һауыт атамаларын да айырым төркөмгә бүлергә мөмкин.
Ҡыҙау, ҡабыҡ тәгәс, ҡулаша, кәндей, мешеү, моҙға, мәрке, сапсаҡ, тубал, моҙға, үлә. Был атамаларҙың таралышы бер үк түгел, сөнки күбеһе тик диалекттарҙа ғына ҡулланыла, ә ҡабыҡты тотош көйө ҡуптарып алып яһаған һауыт исеме — кәндей — хәҙер иҫкергән һүҙҙәр рәтенә ингән. бигерәк тә ҡорот эшләгәндә, киптергәндә файҙаланылған ҡабыҡ кәрәк-яраҡтар күп: мәҫәлән, ҡулаша, мәрке, моҙға, тубал һ.б.
Был микротөркөмдәге лексемалар бөтәһе лә тигәндәй төп башҡорт һүҙҙәре, тик кәндей термины фарсы теленән килеп ингән, ҡыҙау һүҙе фонетик үҙгәрештәр кисереп, рус теленән үҙләштерелгән: кузов — ҡыҙау.
Хужалыҡ кәрәк-яраҡтарын етештереүҙә тал сыбығы ла ағас туҙы, ҡабығы һымаҡ уҡ кәрәкле сеймал булған. Кәрзин, ҡаҡсыр, мәрке, ситән, ситәүкә, суман, һалмағыс, ылаш кеүек һүҙҙәр сыбыҡтан үреп яһалған һауыттар атамалары. Был терминдар ҙа төрлө функция үтәгән һауыт атамаларын белдерә, мәҫәлән, һалмағыс — һалманы һурпанан һөҙөп алыр өсөн ҡулланылған, сыт, ситән, ситәүкә, ҡаҡсыр, мәрке, ылаш күберәк ҡорот киптереү, һаҡлау өсөн эшләнгән һауыттар. Миҫалдар: Икенсе яҡтан ҙур ғына ҡаҙан аҫылған усаҡ; уның тәңгәленә ҡорот киптереү өсөн ылаш аҫылған (“Таң менән сыҡ юлдарға”). Шунан, элегерәк баҫып, һурыҡтырыу өсөн ылашҡа теҙеп һалынған ҡороттарҙы алды (“Таң менән сыҡ юлдарға”). Ҡоротто эре итеп йомарлап, ылашта өс-дүрт көн һурҡытып алғас, ҡабаттан баҫырға кәрәк (“Таң менән сыҡ юлдарға”).
Талдан үрелгән һауыттар атамаларынан тик кәрзин, кәрзинкә һүҙҙәре генә рус теленән үҙләштерелгән, ә ҡалған лексик берәмектәр — төп башҡорт һүҙҙәре.

Табынға аш-һыу ултыртыу өсөн ҡулланылған
ағас һауыт-һаба атамалары
Был микротөркөмгә ҡараған һауыт атамалары бик күп һәм килеп сығышы буйынса боронғо лексик ҡатламды тәшкил итә.
1.Төрлө ашамлыҡтар өсөн һауыт атамалары.
Ашлау — ҙур, тотҡалы ағас һауыт. Стенаға элеп ҡуйыр өсөн тотҡаһына тишеп йә ҡайыш, йә бау бәйләгәндәр. Ашлауҙың диаметры 50—70 см, бейек­леге 12—25 см булған. Был һауыт хәҙерге Ғафури, Ишембай, Стәрлебәш, Мәләүез, Ейәнсура райондарында табын ашын һалыу өсөн традицион һауыт һаналған. Миҫалдар: Һурыҡтырыу өсөн ылашҡа теҙеп һалынған ҡороттарҙы алып, арышлауға һалды (“Таң менән сыҡ юлдарға”). Зифа эркетте һапырып ҡарай, төйөр-тайыры күренмәгән һымаҡ булғас, уны әлеге арышлауға һоҫто (“Таң менән сыҡ юлдарға”).
Аяҡ термины йыш ҡулланыла, был ағас һауыт бигерәк тә көньяҡ-көнсығыш башҡорттарҙа киң таралған булған. Аяҡ атамаһы — дөйөм төрки һүҙ. Боронғо төрки һүҙлектә айаҡъ; алтай теле диалектында айаҡ; ҡырғ. аякҡ, хакас аях, ҡаҙ. аяҡъ терминдары ла шул уҡ “һауыт” мәғәнәһендә ҡулланыла. Хәҙерге башҡорт телендә аяҡ атамаһы нигеҙендә аяҡсы, аяҡлатыу, аяҡсылау тигән яһалма һүҙҙәр барлыҡҡа килгән.
Табаҡ — аш-һыу әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән киң ауыҙлы ҙур сөм һауыт. Был һауыт башҡорттарҙа башҡа ағас һауыттар менән бер рәттән көнкүрештә киң ҡулланылған. Табаҡ термины төрлө фонетик вариаттарҙа күп төрки телдәрҙә осрай. Миҫалдар: Ашына күрә табағы, эшенә күрә тамағы (мәҡәл). Табағына ҡарап ашын эс, әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос (мәҡәл). Уғаса Миңлегөл ашъяулыҡ түшәне, табаҡҡа һалынған ике ҡорҙо боҫратып килтереп ултыртты (“Мәңгелек урман”). Уның менән бер табаҡтан бер ҡалаҡ та ризыҡ ҡапмаясаҡ хәҙер Төлкөсура (“Мәңгелек урман”). Тик Мырҙабай һис кемгә ҡатышмай, хатта туған ырыуҙар менән ултырып бер табаҡ аш ашағаны юҡ (“Мәңгелек урман”). Бығаса табын тирәһендә күренмәгән Йәнтүрә ҙур ағас табаҡ менән сөскөлтөм еҫе аңҡып торған ит күтәреп инде (“Мәңгелек урман”). Зифа өҫтәлгә бер табаҡ һурпа килтереп ултыртты (“Таң менән сыҡ юлдарға”).
Хәҙерге башҡорт телендә һәм уның һөйләштәрендә табаҡ һүҙе күп ҡушма һүҙҙәр составында осрай: аштабаҡ, ҡоштабаҡ, ҡуштабаҡ, өмәтабаҡ, тәгәстабаҡ, үрәтабаҡ һ.б.
Аштабаҡ — сеүәтәгә ҡарағанда ҙурыраҡ һауыт.
Ҡоштабаҡ уртаса ҙурлыҡтағы табаҡ. Ҡоштабаҡ атамаһы ҡайһы бер диалекттарҙа аш һоҫа торған һауыт, тәрилкә мәғәнәһендә лә ҡулланыла.
Өмәтабаҡ — оло табындарҙа, өмәләрҙә, туйҙарҙа, төрлө милли байрамдарҙа ҡулланылғанға күрә табаҡ һүҙенә өмә һүҙе ҡушып яһалған.
Һара — байрам табынына ҡуллама һалып килтерә торған һауыт. Башҡорт теленә ҡәрҙәш телдәрҙә төрлө варианттарҙа осрай: алт., ҡырғ. чара; ҡаҙ. шара; сыу. чара.
Кәрсән — Урта Урал һөйләшендә ағастан соҡоп эшләнгән ҙур табаҡты шулай атағандар. Башҡорттар был һауытты тик байрамдарҙа ғына табынға сығарыр булғандар.
Алдыр — уртаса ҙурлыҡтағы йәйенке һауыт. Ғаиләнең көндәлек ҡулланған һауыттарының береһе булған. Был атама хәҙерге башҡорт телендә лә һаҡланып ҡалған. Мәҫәлән: Еренә еткереп әсеткән балынан оло ағас алдырҙы тултырғансы ҡойоп уға һондо (“Мәңгелек урман”).
Шулай итеп, ашамлыҡтар өсөн файҙаланылған ағас һауыттар тышҡы формалары, ҙурлыҡтары менән генә айырылмағандар, тәғәйенләнештәре буйынса ла төрлө булғандар. Алдыр, табаҡ көндәлек ҡулланылһа, кәрсән, һара, ашлау, өмәтабаҡтар байрамдарҙа ғына табынға сығарылған. Оло табын һауыттары ҙур, һыйҙырышлы булған. Мәҫәлән, ашлауға бер һарыҡ ите һыйған.
2.Эсемлектәр өсөн ҡулланылған һауыт атамалары
Табынға ҡымыҙ, бал, буҙа кеүек эсемлектәрҙе ҡуйыу өсөн күп төрлө традицион һауыт-һаба булған, уларҙың атамалары диалект варианттар иҫәбенә тағы ла арта төшә.
Көрәгә — башҡорттарҙың традицион һауыты. Уның менән бәйле төрлө йолалар ҙа һаҡланған. Мәҫәлән, көрәгә асыу, көрәгә ябыу. Туй ваҡытында, ҡоҙалар өйгә ингәндә көрәгә берәй әйбер менән ябылған була. Ҡунаҡтарҙың берәйһе, мал йәки бүтән бүләк әйтеп, көрәгә ябыуын аса, шунан һуң ғына мәжлес башлана. Табын башлығын көрәгәсе тип атайҙар. Хәҙер табынға көрәгәләр ҡуйылмай, әммә ҡайһы бер яҡтарҙа был йола һаҡланып ҡалған.
Көрәгә һүҙе һөйләштәрҙә тәпән, бал мискәһе мәғәнәһендә лә ҡулланыла. Киң таралған һауыт төрө булараҡ, халыҡ ижадында ла, матур әҙәбиәттә лә уның атамаһы йыш осрай. Мәҫәлән: Көрәгәһе йәмле, ҡымыҙы тәмле, нисәү икән һауған бейәһе (халыҡ йырынан).
Тәпән. Был һауыттың көнкүрештә ҡулланылышы бер төрлө генә булмаған: ҡунаҡтарҙы тәпәндәге ҡымыҙ менән һыйлау башҡорттарҙа элек-электән килгән. Бал, май кеүек нәмә һалыу өсөн дә хеҙмәт иткән. Ҡайһы бер райондарҙа тәпәндә ит тоҙлағандар, эркет йыйғандар, бойҙай, он һаҡлағандар. Айырым һөйләштәрҙә был атама көрәгә мәғәнәһендә лә йөрөй. Миҫалдар: Тәпән булһа, ҡунаҡтың күңеле үҫер (мәҡәл). Уйылдан ике тәпән бал, бер күнәк май биргәс, үгәй әсә иреп төштө (“Мәңгелек урман”). Ҡаҙан тултырып аш һалдырҙы, эсергә әсе бал, күстәнәскә биреп ебәрергә бер тәпән йүкә балы әҙерләп ҡуйҙы (“Мәңгелек урман”).
Тәпәндәр ҙурлыҡтарына ҡарап төрлөсә атала. Тәпәш — бәләкәй генә тәпән, ярты бот һыйҙырышлы ағас һауыт. Был атама тик бөрйән һөйләшендә генә ҡулланыла. Ҙур ағас тәпән лаҡан тип атала. Күбәләк һөйләшендә иһә тәпәс — бешкән һөттө ҡаймаҡҡа ултыртыу өсөн файҙаланылған һай ғына ағас һауыт. Тәпән термины ҡайһы бер һөйләштәрҙә төрлө мәғәнә аңлата: баҫыу һөйләшендә тоҙ һауыты ҡотойсоҡ мәғәнәһендә ҡулланыла, Инйәр, Нөгөш, Эйек буйы башҡорттарында икмәк күнәген, эйек һөйләшендә көбөнө аңлата.
Алдыр, баҙыян, күбәгә, ҡупы, ортуҫтаҡ, сағантәгәс, себеш сеүәтә, сибешке, сибеш табаҡ, сеүәтә, сылтырауыҡ, сына, тағаяҡ, тустаҡан, тустаған, туҫтаҡ, туфтаған, туфтаҡан, тәгәс, тәйпәк — табында ҡымыҙ, айран, буҙа кеүек эсемлектәр өсөн ҡулланылған ҙур булмаған ағас һауыттар. Был һауыттар бер-береһенән әллә ни айырылмаған, тик ортуҫтаҡ, тәйпәк эшләнгән материалдары буйынса башҡаларынан айырыла — улар ағас ороһонан яһалған һауыттар, формалары, тәғәйенләнештәре бик оҡшаш булһа ла, төрлө төбәктә оҫталар уларҙы үҙенсәрәк итеп эшләргә тырышҡан.
Баҙыян — биҙәк төшөрөлгән ағас сеүәтә атамаһы.
Бөтә бәләкәй ағас һауыттарға эсемлектәр һалыу менән бер рәттән, ҡайһы ваҡыт уларҙа табынға май, бал, башҡа тәм-том да ултыртҡандар.
Ҡымыҙҙы, буҙаны һоҫоу өсөн семәрле ағас сүмес, ижау ҡулланылған. Ижау, сүмес атамалары — синонимдар. Сүмес — төрки сығанаҡлы һүҙ. Бөтә ҡәрҙәш телдәрҙә лә бер үк мәғәнәлә ҡулланыла. Башҡорттарҙа сүместәр семәрләп тә, төрлө һүрәттәр төшөрөп тә эшләнгән. Ҡайһы берәүҙәренең тотҡаларында хайуан йә ҡош һүрәттәре төшөрөлгән булған. Башҡорт һөйләштәрендә ижау мәғәнәһендә баҡрас, ижәү кеүек терминдар ҡулланыла. Миҫалдар: Ҡатын күп булһа, сүместе эт ялар. Ҡаҙандың хәлен сүместән һора (мәҡәл).
Ижау — ҡымыҙ эсеү өсөн ҡулланылған һауыт-һабаның бер төрө. Уға яҡынса 400—500 грамм ҡымыҙ һыйған. Ижауҙың тотҡаһы уңайлы, еңел итеп эшләнгән, кәрәк булғанда ҡымыҙлы тәпән ситенә элергә лә мөмкин булған. Ижауҙар борон традицион ҡымыҙ һалғыс булһа, уның ярҙамы менән ҡаҙандан аш та һоҫҡандар. Миҫал: Йәнғәле туҫтаҡ төбөндә ҡалған балды ижауға һалып һемерҙе (“Зәңгәртауҙа — аҡ болан”).
Һауыт-һабаны рациональ ҡулланыу, уларҙы эшләү, һатып алыу — малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе күсмә халыҡтың быуаттар буйы йәшәп килгән принциптарының береһе. Һауыттарҙың күбеһенсә түңәрәк формалы, төрлө ҙурлыҡта булыуҙары бер урындан икенсе ергә күскәндә бер-береһенең эсенә ҡуйып, йыйып алырға уңайлы булған, һауыттарҙы рациональ файҙаланыу ултыраҡ тормошта ла онотолмай: байрам табындарында һауыт-һаба минималь һанда бирелгән, бишбармаҡ һәм башҡа аштар өҫтәл уртаһына ҙур табаҡ менән ултыртылған. Был традицияны әле лә ҡайһы бер региондарҙа йәшәүсе башҡорттар араһында төрлө милли, дини байрамдарҙа күҙәтеп була.
Ағас һәм тиренән башҡа материалдарҙан яһалған
һауыт атамалары
Был төркөмсәгә ингән атамаларҙың бер ни тиклем өлөшө үҙләштерелгән булыуы, телмәрҙә күбеһенсә һуңғараҡ осорҙа ҡулланыла башлауы менән алда тикшерелгән ике төркөмсәнең атамаларынан айырылып тора.
Бак — рус теле аша француз теленән килеп ингән һүҙ, оло һауытты аңлата. Бакта көнкүрештә һыу, он, бойҙай кеүек нәмәләр һаҡлайҙар.
Бидон. Был термин да рус теле аша француз теленән үҙләштерелгән. Башҡорт теленә фонетик, семантик үҙгәрешһеҙ ҡабул ителгән һәм шыйыҡ нәмә һаҡлай торған ҡапҡаслы тимер йәки пластмасса һауытты белдерә. Шундай уҡ функцияла фляга ла ҡулланыла, һөйләштәрҙә — феләк. Был һүҙҙәр төп башҡорт һүҙе түгел, немец теленән, рус теленән үҙләштерелеп, һуңынан башҡорт теленә килеп ингән. Миҫалдар: Ҡулына ҙур фляга тотҡан Ирназаров килеп инде (“Таң менән сыҡ юлдарға”). Фляга менән килтерҙеләр (“Кеше һуҡмағы”). Тоғон сисеп, унан фляга, көрөшкә, икмәк сығарҙы (“Зәңгәртауҙа — аҡ болан”).
Рус теленән үҙләштерелгән тағы бер атама — биҙрә — һыу йәки бүтән нәмә ташый торған ҡылыслы һауыт. Синонимдары — күнәк, силәк. Биҙрә һүҙенең диалект варианттары күп, ҙурлығына ҡарап, аталыштары төрлөсә. Бәләкәй биҙрә һаҡмар, бөрйән һөйләштәрендә — сирпәк, Иҙел башы башҡорттарында — кәлтерес, көньяҡ-көнсығыш һөйләштә — катул, салйот һөйләшендә — баҙыя тип атала. Көнсығыш диалектта моронлап эшләнгән һөт һауыу биҙрәһе — морондо биҙрәһе тип йөрөтөлә, ҡыҙыл һөйләшендә ҡулланылған ушат атамаһы һыу өсөн тәғәйенләнгән күнәкте аңлата.
Рус теленән үҙләштерелеп, мәғәнәләре үҙгәрмәйенсә, тик ҡайһы берҙәре фонетик үҙгәреш кисереп, хәҙерге башҡорт телендә ҡулланылған һүҙҙәргә тағы ла түбәндәге атамалар ҡарай: графин, лар, мискә, сифон, термос, көршәк, канистр, банка һ.б. Миҫалдар: Тәүҙә күстәнәстәрен — сәй, кәнфит, ниндәйҙер быяла һәм тимер банкаларын түрбаш яҡҡа алып барып өйҙө (“Мәңгелек урман”). Май, шәкәр, кәнфит, банкаһы менән варенье ултыртты (“Мәңгелек урман”).
Хәҙерге башҡорт телендә сүлмәк термины һөт, ҡатыҡ һәм башҡаны һалыр өсөн суйын йәки балсыҡтан яндырып яһалған, төпкә табан тарая барған йомро сөм һауытты белдерә. Сүлмәк һүҙе менән башҡорт халыҡ ижадында түбәндәге мәҡәлдәр һәм әйтемдәр бар: Май сүлмәге тышынан билгеле, булыр кеше эшенән билгеле. Сүлмәксе ярыҡ сүлмәктән һыу эсә. Киткәндән китек сүлмәк ҡалыр. Сүлмәккә ни һалһаң, сүмескә шул сыға (мәҡәлдәр).
Һәр нәмә һалынған һауыттың айырым атамаһы ла бар, мәҫәлән, тоҙ өсөн һауыт төрлө һөйләштә төрлөсә атала: төньяҡ-көнбайыш һөйләштә — ҡотойчоҡ, һаҡмар һөйләшендә — тоҙтәгәс, әҙәби телдә — ҡоторсоҡ. Сәй һаҡлай торған һауыт атамалары: сәй ҡалайы, сәй һандығы, һөйләштәрҙәге сахарник, сахырник һүҙҙәре рус теленән үҙләштерелгән шәкәр һауытын белдерә.
Шулай итеп, “Аҙыҡты һалып ҡуйыу, һаҡлау өсөн ҡулланылған һауыт атамалары” төркөмсәһенең ағас йәки тиренән, башҡа материалдан яһалған һауыттар атамаларын анализлағандан һуң шул асыҡланды: был төркөмсәлә башҡорт һүҙҙәре менән бер рәттән рус теленән, рус теле аша башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр ҙә бар.

3. Аш-һыу әҙерләү өсөн ҡулланылған һауыт атамалары
Аш-һыу әҙерләү өсөн электән киң ҡулланылған һауыт — ҡаҙан. Ҡаҙандың элек киң ҡулланылышта булыуын түбәндәге мәҡәлдәр һәм әйтемдәр раҫлай: Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната бел. Маңлайы тирләмәгәндең ҡаҙаны ҡайнамай. Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймаҫ (мәҡәлдәр).
Ҡаҙан атамаһы күп төрки телдәрҙә шул уҡ “аш-һыу әҙерләү өсөн һауыт” мәғәнәһендә ҡулланыла. Мәҫәлән, татар, нуғай, ҡарағалпаҡ, ҡаҙаҡ, ҡарасәй-балҡар, ҡырғыҙ, төркмән, үзбәк, уйғыр телдәрендә лә аналогик термин бар.
Ҡаҙандарҙа аш-һыу йортта ла, ҡырҙа ла әҙерләнгән. Уны юлда йөрөткәндә бик уңайлы булған махсус ҡаҙан ҡабына һалып йөрөткәндәр.
Ҡула ҡаҙан тип ҡырҙа әҙерләй торған ҡылыслы һауыт атала. Ҡула баҡыр менән ҡурғаштан эшләнгән. Ҡыр сигә атамаһы ҡалайҙан, баҡырҙан сигәләп яһалған бәләкәй ҡулаҡаҙанды аңлата. Бойҙай, борсаҡ һәм башҡа нәмә ҡура торған йәйпәк ҡаҙан ҡурғы ҡаҙан тип атала. Сүлмәк ҡаҙан атамаһы бәләкәй сөм ҡаҙанды белдерә. Башҡорт һөйләштәренең ҡайһы берҙәрендә, мәҫәлән, бөрйән һөйләшендә, ҡурҡаҙан тигән һүҙ ҡулланыла. Башҡорт һөйләше һүҙлегенең икенсе томында был һүҙ “ҙур ҡаҙан” тип аңлатыла. Уның беренсе компонентын “ҙур” һүҙенең фонетик варианты тип һанайҙар, әммә этимологик анализдан был һүҙҙең башҡа мәғәнә аңлатҡаны асыҡлана. “Ҡур” һүҙе килеп сығышы буйынса ҡор (“Түңәрәкләп ултырған, һөйләшеү өсөн йыйылған кешеләр төркөмө”) һүҙенә барып тоташа. Миҫалдар: Ҡаҙан тултырып аш һалдырҙы, эсергә әсе бал, күстәнәскә биреп ебәрергә бер тәпән йүкә балы әҙерләп ҡуйҙы (“Мәңгелек урман”). Усаҡта гөрләп ҡайын утыны янған ҡаҙан тирәһендә аш-һыу тәрбиәләү, буялмаған ҡарағай таҡтанан түшәлгән иҙәнде йүкә йыуғыс менән һарғайтҡансы һөртөп алыу бөтәһе лә танһыҡ (“Мәңгелек урман”).
Ҡаҙан һүҙенән хәҙерге башҡорт телендә ҡаҙансы, ҡаҙанлыҡ тигән һүҙҙәр яһалған.
Ҡыр эштәре ваҡытында яландарҙа, йәйге эҫе көндәрҙә өй янында ҡаҙанды ултыртып аш-һыу әҙерләү өсөн өс аяҡлы дүңгәләк тимер — өстаған ҡулланғандар. Миҫал: Бер аҙҙан өсаяҡ, таба, ҡабы менән тоҙ, май күтәреп сыҡты (“Мәңгелек урман”).
Суйын — махсус иретмәнән ҡойолған сүлмәк атамаһы. Диалект варианттары сөгөн, сүген. Суйын фонетик үҙгәрештәр менән рус теленән үҙләштерелгән һүҙ. Был термин ҡараим, ҡырғыҙ, ҡумыҡ, нуғай һ.б. телдәрҙә лә шул уҡ мәғәнәлә йөрөй.
Таба — аҙыҡты утта ҡурыу, мейескә ултыртып бешереү өсөн ҡулланылған түңәрәк яҫы һауыт. Таба һүҙе шул уҡ мәғәнәлә әзерб. (тава), ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡумыҙ, ҡырғыҙ, нуғай, татар, үзбәк (това) телдәрендә лә ҡулланыла. Миҫалдар: Майһыҙ ҡоймаҡ табаға йәбешә (мәҡәл). Майһыҙ таба ҡупмай (мәҡәл). Бер аҙҙан өсаяҡ, таба, ҡабы менән тоҙ, май күтәреп сыҡты (“Мәңгелек урман”).
Хәҙерге башҡорт телендә таба һәм ағас исемдәренән табағас (элизия күренеше) ҡушма исеме барлыҡҡа килгән; был атама табаҡ тотоу өсөн ҡулланылған ырғаҡ башлы, оҙон һаплы ҡоралды аңлата. Ул таба тотҡос, таба тотҡаһы һүҙҙәре рәүешендә лә ҡулланыла.
Был төркөмсәлә шулай уҡ немец теленән рус теле аша үҙләштерелгән кастрюля йәки кәстрүл атамалары бар. Миҫалдар: Кәстрүлде асып ҡараһа, дөгө һалып бешергән ашы бутҡаға әйләнгән (“Мәңгелек урман”). Нина тумбочка өҫтөнән тарелкалар алып килде, кәстрүлдәге ҙур киҫәк итте шунда һалды (“Мәңгелек урман”). Ҡағыҙға төрөлгән бутҡа концентратын алдың да, ваҡлап, уны кескәй кәстрүлгә һалдың (“Һинең мөхәббәтең”).
Шулай уҡ ҡайһы бер райондарҙа кәтелүк һүҙе лә осрай. Миҫалдар: Ирназарҙың кәтелүк ҡылысын сыңҡылдатып килгәнен ниңә ишетмәне икән? (“Зәңгәртауҙа — аҡ болан”). Ирназар кәтелүген алып, һыу алды (“Зәңгәртауҙа — аҡ болан”).
Сәйнүк — рус теленән фонетик үҙгәрештәр кисереп үҙләштерелгән һүҙ. Синоним варианты — баҡырса. Был атамалар төрлө һөйләштә төрлөсә йөрөй, мәҫәлән, баҡрас, баҡырас, баҡырса, ҡарағомған, ҡарсәйнек, ҡомған, сәйҡомған, сәйнек, сәйсәйнүк һымаҡ исемдәр башҡорт теленең диалектологик һүҙлектәренә индерелгән. Миҫалдар: Сәйнүгенә һыу ағыҙып, самауыр өҫтөнә бешерергә ҡуйҙы (“Мәңгелек урман”). Сыуалға һөйәлгән утындар өйгә тоноҡ, моңһоу яҡтылыҡ бөркөп, сарт-сорт яна, суйын сәйнүктә сәй ҡайнай... (“Мәңгелек урман”). Атаһы бер сәйнүк балды әллә ни ике арала уларҙың алдына тып иттереп килтереп ултыртты (“Зөһрә”). Плита өҫтөндә боҫ бөркөп, ҡапҡасын дыңғырлатып, сәйнүк ҡайнай (“Мәңгелек урман”). Ут яғып ебәрәләр ҙә сәйнүкте тағанға эләләр (“Мәңгелек урман”).
Сәйгүн тип сәй бешерә торған тотҡалы, моронло һауытты атайҙар. Был һүҙҙе һөйләштәрҙә барник, парник, билай, сәйҡомған тигән варианттары алыштыра. Миҫал: Сынаяҡ алып, усаҡ эсендәге эҫе көлдә ултырған сәйгүндән сәй яһаны (“Зәңгәртауҙа — аҡ болан”).
Сәйгә һыу ҡайнатыу өсөн махсус һауыт төрө самауыр ҡулланыла. Рус телендәге самовар һүҙе фонетик үҙгәрештәр менән үҙләштерелгән. Борон башҡорттар араһында еҙ самауырҙар киң таралған булған, һәм ул йорттоң, ғаиләнең ҡото һаналған. Эшләнгән материалдарына ҡарап, еҙ самауыр, тампаҡ самауыр, суйын самауырҙы айырып була.
Тампаҡ самауыр — баҡыр менән арыҡта иретмәһенән эшләнгән самауыр. Тампаҡ һүҙе рус теленән үҙләштерелгән: томпак. Миҫалдар: Өйҙөң күрке самауыр янында (мәҡәл). Ишектә боҫрап торған самауыр күтәргән берәү күренде (“Мәңгелек урман”). Һемәк аҫты ҡамыр менән һыланған самауырына һыу ҡойҙо (“Мәңгелек урман”). Ялт итеп торған самауырына күҙ һала башланы (“Мәңгелек урман”).
Табанса, ләғәли һүҙҙәре самауыр аҫтына ҡуя торған бәләкәй батмусты аңлата. Батмус рус теленән үҙләштерелгән һүҙ. Миҫал: Яңы ҡаймаҡ һалып батмусҡа ҡуя, йәнә бер пар сынаяҡ ҡуя, өҫтәп икмәк телә (“Мәңгелек урман”).
Ҡәһүә эсеү башҡорттар араһында ла хәҙер киң таралған, уны әҙерләү өсөн үҙенә тәғәйен һауыты бар — кофейник.
“Аш-һыу әҙерләү өсөн ҡулланылған һауыттар атамалары” төркөмсәһендә лексемаларҙы килеп сығышы буйынса төркөмләгәндә, һүҙҙәрҙең күбеһе төрки сығанаҡлы икәне асыҡлана. Шулай уҡ был төркөмсәлә рус теленән һәм рус теле аша башҡа телдәрҙән, мәҫәлән, немец теленән, үҙләштерелгән предмет атамалары бар.

4. Ашау, эсеү процесында кәрәк булған һауыт атамалары
Был төркөмсәне ике микротөркөмгә бүлеп тикшереү уңайлы:
1. Ашау процесында файҙаланылған һауыт исемдәре;
2. Төрлө эсемлектәр эсеү өсөн кәрәк булған һауыт атамалары.
Ашау процесында файҙаланылған һауыт исемдәренә сервиз, сеүәтә, туҫтаҡ, тәгәс, тәрилкә һымаҡ предмет атамалары инә.
Сервиз — билдәле һандағы кешегә иҫәпләнгән бер комплект һауыт-һаба. Был һүҙ рус теле аша француз теленән үҙләштерелгән.
Тәрилкә — башҡорт теленә рус теле аша немец теленән семантик үҙгәрешһеҙ үҙләштерелгән. Хәҙерге башҡорт һөйләштәрендә тәрилкә һүҙенең таштабаҡ, тәрлиңкә кеүек варианттары бар. Миҫалдар: Һәр кемдең алдындағы тәрилкәлә оло ит боҫрай (“Мәңгелек урман”). Бисәһе өҫтәлгә бер тәрилкә йәш ҡорот килтереп ҡуйҙы (“Мәңгелек урман”). Өҫтәл өҫтө тәрилкәләр, стакандар, быяла банкалар, тағы әллә нимәләр менән тулған (“Зәңгәртауҙа — аҡ болан”).
Сеүәтә — ҙур булмаған сөм һауыт. Миҫал: Инде лә, бер сеүәтә эҫе сәй эскәс, яҫтыҡҡа ауҙы (“Мәңгелек урман”).
Тәгәс, туҫтаҡ һүҙҙәре — синонимдар һәм алдырҙан бәләкәй аш һауытын белдерә. Алдырҙан айырмаһы шунда: әгәр алдыр табын уртаһына берәү ултыртылһа, тәгәс, туҫтаҡ һәр кемгә бирелгән. Был бәләкәй һауыттарға ҡымыҙ, айран һалыу менән бергә, уларҙы ҡаймаҡ, төрлө тәм-том ултыртыу өсөн дә ҡулланғандар. Тәгәс һүҙе диалекттарҙа сынаяҡ өҫтө, иген йәки башҡа нәмә һалыу өсөн үреп йә ҡабыҡтан тегеп эшләнгән оҙонса ҙур һауыт. Туҫтаҡ ҡайһы бер һөйләштәрҙә каса мәғәнәһендә лә ҡулланыла. Миҫалдар: Ғәрифә, Уйылдандың әсәһе кеүек, каса йәки туҫтаҡ менән ташып торманы (“Мәңгелек урман”). Был туҫтаҡтағы һыуға һуйыр ҡаурыйын мана ла аҡһыл төҫкә ингән, ҡороған ирендәргә тейҙерә (“Мәңгелек урман”).
Фольклор материалдарынан, башҡорттарҙың үткәнен һүрәтләгән әҫәрҙәрҙән күренеүенсә, туҫтаҡ, сеүәтә, тәгәстәр иң тәүҙә ҡымыҙ, айран эсеү өсөн ҡулланыл­ған, ә һуңға табан был һауыттар аш, бутҡа һымаҡ төрлө ашамлыҡтар һалып ашау өсөн дә файҙаланыла башлаған.
Был төркөмсәнең икенсе микротөркөмөн төрлө эсемлектәр эсеү өсөн кәрәк булған һауыт атамалары тәшкил итә: бокал, фужер, каса, рюмка, стакан, сынаяҡ. Был һүҙҙәр башҡорт теленә семантик үҙгәрешһеҙ рус теленән килеп ингән. Миҫалдар: Пухов шешәне алып, ярты стакан ҡойҙо ла Белорецкийға этте (“Мәңгелек урман”). Тик уны ҡойорға рюмка юҡ бит әле (“Мәңгелек урман”). Мирғазов ҙур бокалдар менән һурпа килтереп ҡуйған Фаягөлгә аҫтыртын ғына күҙ атып алыуҙан тыйыла алмай (“Таң менән сыҡ юлдарға”). Шунан Төлкөсура икәүһенә лә бал ҡойҙо, үҙенең туҫтағын Сажидәнең ҡом көрөшкәһенә төкөтөп алды (“Мәңгелек урман”). Фужерға ҡоя һал, ниңә иҫең китте (“Мәңгелек урман”).
Хәҙерге башҡорт телендә каса башҡаларынан диалект варианттарға бай булыуы менән айырылып тора, мәҫәлән: кәсә, касә, ҡамшаяҡ, таштуҫтаҡ. Миҫал: Ҡотлоғужаның йомартланып китә торған холҡо бар: егеттәргә тәүҙә үк берәр каса әсе бал һемертте (“Мәңгелек урман”).
Сынаяҡ — сәй эсеү өсөн аҫлы-өҫлө итеп эшләнгән фарфор-фаянс һауыт. Миҫал: Торомтай ҡарт ҡына ярты сынаяҡ самаһы һалып, ике-өс бүлә сирыла-сирыла эсеп ҡуйҙы (“Мәңгелек урман”). Сынаяҡ аҫты — сәй эсә торған парлы һауыттың аҫҡа ҡуйылған йәйпәк өлөшө, сынаяҡ өҫтө — өҫкә ҡуйылған йомро өлөшө. Был һүҙҙәр диалектта төрлөсә атап йөрөтөлә: сынтуҫтаҡ, сәйтуҫтаҡ, туҫтаған, тәгәс, туҫтаҡ, шәшке; һөйләштәрҙә сынаяҡ өҫтө — жоморо, йоморо, соҡор, сөңкә, тәгәс өҫтө, туҫтаҡ өҫтө; сынаяҡ аҫты — йәйенке, йәйпәк, туҫтаҡ тышы, тәгәсағас.
Был төркөмсәгә ҡараған берәмектәрҙе килеп сығышы буйынса анализлағанда, шул асыҡлана: төрки сығанаҡлы һүҙҙәр менән бер рәттән үҙләштерелгән лексемалар ҙа бар. Бөтә был атамалар башҡорт теленә рус теленән килеп ингән.

5. Аш-һыу әҙерләгәндә, ашап-эскәндә файҙаланылған
кәрәк-яраҡ атамалары
Был төркөмсәгә ингән лексемаларҙы ике микротөркөмгә бүлеп ҡарау фарыз, сөнки башҡорт көнкүрешендә төрлө материалдан эшләнгән кәрәк-яраҡтар күп.
1. Аш-һыу әҙерләү процесында, ашап-эскәндә ҡулланылған ағас кәрәк-яраҡ атамалары.
2. Хәҙерге ваҡытта киң ҡулланылышта булған, ағастан башҡа төр материал­дарҙан эшләнгән предмет атамалары.
Бешкәк — көбөлә ҡымыҙ бешә, май яҙа торған оҙон һаплы, гөмөр башлы ағас ҡорал исеме. Миҫал: Зифа батмандағы айранын гөбөрләтеп бешкәге менән бешеп алды (“Таң менән сыҡ юлдарға”).
Хәҙерге башҡорт һөйләштәрендә ҡамыр йәйә торған йомро таяҡ атамаһы төрки сығанаҡлы һүҙ — уҡлау күп фонетик варианттар менән билдәле: аҡлау, иҡлау, оҡлау, ыҡлау, шулай уҡ туҡмас таяғы, туҡмас ағасы тигән варианттары ла осрай.
Һоҫҡо, һөҙгө, һөҙгөс, һалмағыс — был исемдәр аш һоҫоу өсөн файҙа­ланылған ағас кәрәк-яраҡтары.
Хәҙерге башҡорт телендә шулай уҡ ағас көрәк, бәләкәй көрәк һымаҡ атамалар ҙа бар. Беренсеһе мейескә икмәк ултыртыу өсөн файҙаланыла, икенсеһе ҡоротто болғау, ҡоймаҡ әйләндереү өсөн ҡулайлаштырып эшләнгән.
Ҡалаҡ һүҙе күп төрки телдәрҙә ҡулланыла. Ләкин аңлатҡан мәғәнәһе бер төрлө түгел, мәҫәлән: шор телендә һурпанан балыҡ, билмәнде һөҙөп алыу өсөн ҡулланылған ҡорал атамаһы, ҡараим телендә ҡамыр болғатыу өсөн генә файҙаланыла. Миҫалдар: Ҡулындағы ҡалағын иҙәнгә шылтыратып төшөрөп ебәрҙе (“Мәңгелек урман”). Зифа түҙмәй, ағас ҡалаҡты эркет күбегенә тейҙерә лә ялап ала (“Таң менән сыҡ юлдарға”).
Аш һоҫоу өсөн эшләнгән оҙон һаплы ҙур ҡалаҡ ҡашыҡ тип атала. Был төрки сығанаҡлы һүҙ. Ҡаҙаҡ, ҡараим, ҡарағалпаҡ, нуғай, татар телдәрендә лә шул уҡ мәғәнәлә ҡулланыла. Миҫал: Әүәле бер әбей, көҙгө ҡатыҡ, көмөш ҡашыҡ — ҡыҙым менән кейәүгә, яҙғы ҡатыҡ артыш ҡашыҡ — улым менән киленгә, тип шуға әйткәндер инде (“Кеше һуҡмағы”).
Бөтә был терминдар ҙа төрки сығанаҡлы төп башҡорт һүҙҙәре. Үҙләштерелгән терминдарҙың булмауы ошо атамалар белдергән әйберҙәрҙең күбеһенең элек халыҡтың үҙе тарафынан етештерелеүе тураһында һөйләй.
Бысаҡ, ҡалаҡ, иҙгес, иләүес, иләк, ҡырғыс, үтәләк, сапҡы, сәнске, тапауыс, төйгәс, һоҫҡо, һөҙгө, туҡмаҡ һымаҡ һүҙҙәр ҙә төп башҡорт һүҙҙәре. Ҡайһы бер атамалар диалект варианттарға бай. Мәҫәлән, ҡалаҡ һүҙен алайыҡ. Ул һоҫоп ашауға йәтешләп, башын соҡор итеп эшләнгән ҡоралды аңлата. Формаһы буйынса бәләкәй ҡалаҡ — балғалаҡ (балғашыҡ, балҡашы, көмөшҡалаҡ, майғалаҡ, сәйғалаҡ) тип атала. Миҫалдар: Һәрмәнеп ҡамыр алыуын алды, ләкин балғалағын таба алмай йонсоно (“Яралы кеше тауышы”). Улар барып ингәндә... Ғәлиә туҡмаҡ менән бәрәңге иҙеп тора ине (“Яралы кеше тауышы”).
Һанап киткән һүҙҙәр атамаларҙың предмет тәғәйенләнеше менән тығыҙ бәйләнештә булыуын иҫбатлай, йәғни кеше етештергән предмет үтәйәсәк функцияһына ярашлы итеп эшләнгән, һәм уның атамаһы ла шул әйбер башҡарасаҡ процесс нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Тарихи планда был атамалар бик тотороҡло, хәҙерге көндә лә шул уҡ мәғәнәлә ҡулланылалар.

Рәйлә УСМАНОВА


Copyrights © Редакция журнала "Ватандаш" 2000-2017