На журнал "Ватандаш" можно подписаться в любом почтовом отделении РФ. Индекс - 78384.//Подписка по каталогу «Почта России» через ФГУП по РБ для индивидуальных подписчиков.//Альтернативная (льготная) подписка через редакцию.






Йөрәктә ялҡын уйната (Р.Камалдың «Мединститут» эше» романының идея-проблематикаһы)

 Рус философы Николай Бердяев: «Кешелек донъяһына шәхес милләт вәкиле булып килеп инә», — тигән. Эйе, ил, халыҡ тарихы, фән үҫеше берҙәм процесты тәшкил итә. Милләт тарихына ғәҙел ҡараштар хаҡына кемдәрҙең генә башы китмәй ҙә йәки ғүмере эмиграцияла үтмәй. Урыҫ «тирмәнендә» тарттырып буйһондороу сәйәсәте тарихтан яҡшы билдәле. Шәхестең уникаль фекерҙәре өсөн эҙәрлекләүҙәрҙе А.Солженицын, И.Бунин, С.Юлаев, Х.Туфан, Һ.Дәүләтшина һ.б. зыялылар ҙа кисергән.
Яҙыусы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Р.Камалдың «Мединститут» эше» романында ла конкрет бер осорҙоң рухи-әхлаҡи, социаль-сәйәси панорамаһы, интеллигенция яҙмышы сағыла. Тарих төпкөлөнә ҡараш ташлап, автор әҫәр башында уҡ уҡыусыға шуны еткерә: «Хакимдар иң элек шәхес ауыҙын ҡаплай, уны юлдан алып ташлай. Коперник, Джордано Бруно, Сахаров… Улар беҙҙең ыңғайға баҫмай! Уларҙың ауыҙын томаларға, күҙен соҡорға, һаман да тынмаһа, юҡ итергә! Уларҙы Жанна д’Арктай — усаҡҡа!» Тап ошо юлдар романға асҡыс кеүек ҡабул ителә.
Автор һүрәтләгән дәүерҙә, йәғни үткән быуаттың 70-се йылдарында, әҙәбиәт цензорҙарын уйға ҡалдырған әҫәр Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең «Иблис» поэмаһы булған. Тар мәғәнәһендәге иблислек, кескәйме ул, ҙурмы, һәр кемдә бар. Кеше тәбиғәте шуға ҡоролған. Әммә поэмала иблислек «ҡанбабалар илен онотоу, телдән яҙыу» кеүек ҡарала. Уның тотош йәмғиәтте солғап алыуы ҡурҡыныс, тигән фекерҙә автор. Бюрократтар төрлө яҡтан төрткөләп торған заманда Назар Нәжмиҙең аҙ һанлы милләттәрҙең рухи-социаль атмосфераһын яҡтыртыуы — үҙе бер ҡаһарманлыҡ. Бигерәк тә, башҡорт, татар халыҡтарының күңел барометры кеүек: «Милләт, тел мәсьәләһе — беҙҙең төп фажиғәбеҙ, уны һаман да ярып әйтә алмайбыҙ» тип, рухи ҡоршауҙарҙан ҡотолоу сараһын эҙләүе, торғонлоҡ йәмғиәте мәсьәләләре буйынса 1974 йылда «Ҡазан уттары» журналында сығыш яһауы һоҡландыра. Поэмала тарихта һаҡланып ҡалырға тырышыу менән бергә бәндәнең күңел ҡотоптарына ҡурҡыу оялаған мәлдәр сәнғәтсә яңғырашлы сағыла.
Күрәһең, Р.Камал да шул осор атмосфераһын ул ваҡыттағы йәш аңы-булмышына ныҡлы һеңдергәндер. Шуға ла әҙип дәүер системаһы тигән мак­рообразды бер вуз проблемаһы аша оҫта сағылдырыуға өлгәшкән. Уҡыусының күҙ алдынан, калейдоскоптағы кеүек, тарих биттәре үтә, халҡыбыҙҙың аҫыл вәкилдәренең яҙмышы хәтергә төшөрөлә. Төп герой, мединститут ректоры Ислахов милләт мәнфәғәтен яҡлау-һаҡлау өсөн, һуғыш тамамланып, илгә ҡайтҡас та, йәнен фиҙа ҡылырға әҙер. «Ислахов дәүерендә мединститут Рәсәй Федерацияһы вуздары араһында алдынғы булды: уға бер нисә йыл рәттән күсмә ҡыҙыл байраҡ тапшырылды, санитар-гигиена һәм стоматология факультеттары асылды, ике ятаҡхана һалынды, хәҙер институттың яңы корпусын төҙөү хаҡында план ҡоралар. Ректорҙың инициативаһы, туранан-тура юллауы буйынса вуздың ғилми советына докторлыҡ диссертацияһы яҡлау хоҡуғы бирелде…» Бөтә был эштәрҙе атҡарыу Ислаховҡа еңел булмай. Тыныс тормошта, гуманһыҙ түрәләр менән көрәшә торғас, йөрәге ярылып үлгән ҡаһарман шәхес булараҡ хәтерҙә ҡала ул. Халыҡ аҡылын туплаған, оҙон фронт юлдарын үткәндә бомба аҫтында ҡалып, аяҡтар туңырҙай һыуыҡ подвалдарҙа меңдәрсә операциялар эшләгән, ҡорос кеүек утта-һыуҙа сыныҡҡан хәрби врач, юғары интеллектҡа, рухи-әхлаҡи сифаттарға эйә ир-уҙаман Зыя Ислахов медицина фәндәре докторы, профессор дәрәжәһенә лә эйә. Оҙайлы ваҡыт элиталы иҫәпләнгән мединститут коллективын етәкләй.
Йылдар ағышында Ислаховтың бәҫен-дәрәжәһен төшөрөргә нисек кенә тырышмайҙар. Йәнәһе, «ул бисәнән-бисәгә йөрөй». Тәүге ҡатынына, Мәскәүҙә үҙе менән бергә уҡыған Маһираға, яратып өйләнә Зыя. Йәш ғаилә Өфөгә ҡайтып эш башлай, тормошто йәмләп, улдары Ишбулды тыуа. Маһира — иренә йәшәү көсө биргән, биләүҙәге бала менән ҡалып, Зыяһын тағы ла Мәскәүгә — аспирантураға оҙатҡан, даими үҫеш-ынтылышҡа әйҙәгән сабыр аҡыллы ҡатын, ҡәйнәһе Өмөтбикәгә — итәғәтле килен, сабыйына — изге әсә, коллективта — үҙ эшенең оҫтаһы. Маһира, Зыя, Өмөтбикә, Ишбулды образдары аша Р.Камал ир-ҡатын, ата-әсә һәм бала, килен—ҡәйнә һ.б. проблемаларҙы бер фокусҡа туплай. Ҡәйнәнең килен күңеленә сабырлыҡ орлоҡтары һалыр ил инәһе булыуы айырым иғтибарға лайыҡ. Уның эске донъяһы, булмышы төрлө диалогтар, художестволы деталдәр, сюжет элементтары аша сағыу яҡтыртыла. Һуғыш касафаты Маһираның берҙән-бер балаһын мәңгелеккә алып китә, байтаҡ йылдарҙан һуң үпкәһендәге яман шеш үҙен дә яҡты донъя менән хушлашырға мәжбүр итә. Хирург ире лә ҡотҡарыр хәлдә түгел.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов әйткәнсә: «Йәшәү өсөн беренселәр түгел, йәшәү өсөн кәрәк һуңғылар», — тигән хәҡиҡәт тә бар бит әле донъяла. Зыя Ислахов, яратҡан ғаиләһенән яҙғас, йәшлек ҡалаһы — Мәскәүгә юллана һәм башкөллө эшкә сума. Байтаҡ ваҡыт уҙғас, милли рухлы Зыя гастролгә килгән театрыбыҙ спектакленә бара һәм танылған актриса Ҡәфиәне осрата. Был ханымға йәшлеге кире ҡайтҡандай ғашиҡ булып, ҡасандыр Маһираһы менән үткән һуҡмаҡтарҙы урай, аҙаҡ Ҡәфиә менән тормош ҡора. Ғүмер ахырынаса тәүге хәләл ефетенең яҡты рухына, өлөшөнә төшкән икенсе ҡатыны — Ҡәфиәһенең — үҙенә тоғро ҡала. Ул ғынамы һуң?! Автор Зыя Ислаховтың бөйөк һөйөү менән илһамланған һиҙгер-зирәк күңелен, психофизиологик халәтен тулыраҡ тасуирлау маҡсатында төп геройын рәссам сифаттары менән биҙәй. Ғалимдың, көслө ихтыярлы етәксенең күңел донъяһы һынлы сәнғәткә лә битараф түгел. Был ике йүнәлеште, йәғни ғалим һәм рәссам халәтен, автор органик берлектә бирә: «Триптих»тың тәүге өлөшөн Зыя «Хыялый ҡыҙый» тип атарға булды. Унда Маһираның йәшлек, студент йылдары яҡтыртыласаҡ. Мәскәү осоро… Аҙаҡ «Ҡыҙ менән егет» картинаһы китә, иң һуңында «Әсә менән бала» полотноһы…!» Картина атамаларынан күренеүенсә, бында хис-тойғолар динамикаһы түбәндән юғарыға үҫешә барып, градация күренешен ала.
Йәшәү позицияһы ныҡ, тормошҡа аныҡ ҡарашлы, ваҡиғаларға үҙ баһаһын бирә алған Ислаховтың антиподы — проректор Һөйәрғолов. Ул үҙ мәлендә остазынан күп нәмәгә өйрәнеп, хәҙер уның «заманы үтте» тип иҫәпләй, ректор урынын көҫәй. Һөйәрғоловсыларға ауыл балаларын ҡабул итеү 3 проценттан 43-кә күтәрелеүе лә, йәғни ректор «үҙенең тоҡомдаштарын килтереп тултырыуы», ҡабул итеү комиссияһына төпкөл ауыл мәктәбе уҡытыусыларын ылыҡтырыуы һ.б оҡшамай. Халыҡ әйткәнсә, әҙер ояға йомортҡа һалыу еңел бит. Автор уларҙы төрлө ваҡиғалар солғанышында, көнкүрештә, коллегаларына, студенттарға мөнәсәбәттәре фонында ҡылыҡһырлап, уҡыусыны йыш һиҫкәндерә. Мәҫәлән, Һөйәрғолов власть, дан, аҡса, кәйеф-сафа ярата, «йәшел йылан»ға әүәҫ, ҡатын-ҡыҙға бәйһеҙ мөнәсәбәттә. Әммә ул «саф», белгестәр тарафынан уның хаҡта ғәйбәт таратылмай, барыр юлы шыма, сөнки уны обкомдағы Алламоратов яҡлай. Ә ислаховсылар берәм-һәрәм эштән ебәрелә, барыр юлдары кәртәләнә, төрмә, психоневрологик диспансерҙарға оҙатыла… Күрәһең, Хоҙай көслө бәндәләренә һынауҙы күберәк бирер, тигәндәре дөрөҫтөр.
Әҫәрҙә ректор Ислаховтың, уның фекерҙәштәренең дәүер хакимдары алдында һуҡырҙарса баш эймәгән башҡорт булыуҙары һоҡландыра. Мәҫәлән, хәтәр идеология шарттарына ҡарамай, «Башҡорт зыялылары яҙмышы» монографияһына тотонған Мазһар Ҡотлояров (исем-шәрифендәге «ҡотло» һүҙе юҡҡа түгел!), доцент Мәмбәтов, элекке хәрби осоусы, «Урал бөркөтө», талантлы ҡурайсы Ғафуан Алсынбаев, йәнә Башҡортостандың «союздаш республикалар менән сағыштырғанда мөмкинлектәре сикле: энциклопедия сығара алмай, киностудияһы юҡ, махсус тарих, милли-сәйәсәт институты, ойошмаһы юҡ…» тип көйөнгән майор Сәғитов һ.б. Ундайҙар, йәғни Уралтау, Башҡортостан, тарихи хәтер, халыҡ рухы, милләт сәләмәтлеге тип янғандар — 21 шәхес. Яҙыусы ниңә тап ошо һанға туҡталған? Әҫәр башында телгә алынған Коперниктарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклем төрлө баҫым-ҡыҫымдар тарих сылбырында күп булған, бәлки, бынан һуң да ете генә түгел, егерме бер быуынға етер әле, уяу булығыҙ, тигән иҫкәртеүҙер… Бәлки, Зыя Ислаховтың прототибы — мединститут ректоры профессор Зәйнулла Ихсанов яҡлылар ысынбарлыҡта, 70-се йылдарҙа, 21 шәхес булғандыр…
Эйе, әҫәр йөрәктә ялҡын уйната, төрлө уйҙарға этәрә, үткәнгә бөгөнгө көн призмаһы аша ҡараш ташлата. Роман хәҙерге заман профессиональ әҙәбиәт стилендә яҙылыуы менән дә ота. Ошо публицистик фекерләү стилен XXI быуаттың танылған прозаиктары Фазыл Искәндәр, Виктор Пелевин, Дина Рубина, күптән түгел Нобель премияһына лайыҡ булған белорус яҙыусыһы Светлана Алексеевич та үҙ итә. Бөгөнгө елдәй етеҙ ритмлы заманда, һис шикһеҙ, публицистик стиль китап уҡыусының эстетик зауығына йәтеш кенә тап килә.
Шулай ҙа әҫәр композицияһын камиллаштырыу мөмкинлеге бар, беҙҙеңсә. Йәнә төп герой Ислаховтың характерын тағы ла көсәйтер, ғилми даирәһен киңәйтер фәнни конференция, конгресс-симпозиумдарҙан ара-тирә фрагменттар, ғилми советтарҙан дискуссия-дебат элементтары ла артыҡ булмаҫ ине. Әммә был иҫкәрмә әҫәр бәҫен һис тә төшөрмәй. Роман шәхес бөйөклөгө хаҡындағы гимн, фажиғә-ҡорбандар хаҡындағы реквием-һыҡтау, 70-се йылдар идеологик машинаһының халыҡсан-демократик ҡарашлы шәхес-белгестәрҙе төрлө ҡыҫаларға бикләүе хаҡындағы әсе факт булараҡ та күңелгә уйыла.

Әнисә МУЛЛАҒОЛОВА


Copyrights © Редакция журнала "Ватандаш" 2000-2017