На журнал "Ватандаш" можно подписаться в любом почтовом отделении РФ. Индекс - 78384.//Подписка по каталогу «Почта России» через ФГУП по РБ для индивидуальных подписчиков.//Альтернативная (льготная) подписка через редакцию.






Мең саҡрымлыҡ юл тәүге аҙымдан башлана

Ғазаптарҙың аҙаҡҡыһы булмаҫ,
Ғазаптарҙан өмөт ярала...
Мостай Кәрим

Был тормошта беҙ, яҙмышыбыҙға өлөш булып төшкән толпарҙарҙың йә алашаларҙың ял-ҡойроғона йәбешеп, байтаҡ юл үтәбеҙ. Ошо юлда, әлеге аттарҙың эйәренә һикереп менеп ултыра алмаған хәлдә лә, иңдәребеҙгә, исмаһам, тояҡтарҙан борҡолған туҙан ултыра. Юл саңдарының танауҙы ҡытыҡлауы ла аңлай алған кеше өсөн — бәхет. Кәнсәләрҙә ҡағыҙ ҡыштырҙатып, ер күрмәй, ил белмәй ғүмер кисереүе, ай-һай, аяныстыр. Юлдар менән йылдарҙың, үҙ мәле еткәс, йырҙар булып күңелдә сыңлай башлауы ла, бәлки, бәхеттер. Ваҡыт кеше баһаһын, тормош самаһын белергә өйрәтә. Кисә төҫһөҙ, ябай ғына күренгән хәл-ваҡиғалар бөгөн бүтән мәғәнә ала, хатта көтөлмәгән яғы менән асыла.
Йәмғиәттең тыныс тормошта йәшәүе, әлбиттә, һәйбәт. Ғөмүмән, беҙҙең халыҡ иң әүәл донъя-ерҙең именлегенә табына. Хозурлыҡ хаҡына ул хатта муллыҡ-байлыҡтан да баш тартырға әҙер. Әммә ошо тыныс тәбиғәт вайымһыҙлыҡҡа барып ялғанмаймы? Күңелдәребеҙҙе юшҡын баҫмаймы? Ғәмһеҙлек икенсе тәбиғәтебеҙ булып бармаймы?
Ошондай һорауҙар менән үҙеңде үҙең яфалағанда юшҡын ултырыр сәбәптәрҙе лә эҙләйһең, рухты яҡтыртып торған шәмдәрҙең һүнеүенә үкенәһең, кисә бирелергә тейешле баһаларҙың һуңлауы өсөн әрнейһең. Оҙон һырттар өҫтөндәге сусаҡтар кеүек күтәрелеп торған шәхестәрҙең юғарылығын да күрмәй үткәнбеҙ. Батыр ҙа, бахыр ҙа, тараҡ тештәре һымаҡ, бер тигеҙ булған икән. Ләкин бейек тауҙар алыҫтаныраҡ күркәм күренә. Йондоҙҙарға ла, сағыуыраҡ балҡыу өсөн, төн кәрәк.
Дәрте һәм тормошҡа мөнәсәбәте йәмғиәткә мотор булырлыҡ кешеләрҙең яҙмышы күпселегендә еңелдән килмәй. Ундайҙарҙың ынтылыштарын, уй-маҡсаттарын тирә-яҡтағылар йыш ҡына йә аңламай, йә ҡабул итмәй. Был, үҙ сиратында, ул шәхестәргә ҡарата сәйерһенеү, хатта уларҙы ят күреү тойғоһо уята. Икенсе яҡтан, дәртле кешеләр донъя йөгөн үҙ иңенә тәбиғи рәүештә ала, ул йөктөң үҙ өлөшөнә төшөүен һиҙмәй ҙә ҡала. Ә тирә-яҡтағылар эштең ауырын, иң ғилләһен ул башҡарыр тип көтә һәм бер яҡтағы дәрт, тырышлыҡ икенсе йәһәттән бүтәндәрҙең битарафлығына, булдыҡһыҙлығына килтерә. Был — хәҙерге чиновниктар мөхитендә ифрат таралған, ләкин әлегә баһа бирелмәгән күренеш.
Шәхсән белгән һәм ғүмер баҡый яратып йөрөгән кешеләремде мин рух лидерҙары тип атайым. Йәшерәк саҡта, улар йоғонтоһона ихтыярһыҙҙан бирелеп, үҙеңә оҡшаған кешесә һөйләшәһең, уға яҡынлаштырып эшләйһең, хатта уныңса атлап китәһең. Был — үҙ итеү һәм хөрмәт менән килә һәм йылдар үтәрәк юғала торған сир. Тормош иләгенән үтә һәм яҙмыш елдәренән ҡаҡҡылана-һуҡҡылана торғас, әлеге тойғоларыңдан юйылмаҫ ихтирам тороп ҡала. Ысын ирҙәр өсөн ихтирам — иң оло ҡиммәттер.
Хәҙерге быуын сәйәсмәндәре һәм яуаплы ғына вазифалар биләүсе кешеләр араһында ла таныштарым бар. Кемдәрҙер фәҡирегеҙҙе шәхсән белә, икенселәр яҙғандарымды уҡыған. Улар ҙа үҙ өлкәләрендә булдыҡлы егеттәрҙер. Әммә мин вазифалы ошо егеттәр алдында йөрәгемде аса алмайым. Ихласлығымды аңламаҫтар, борсолоу-хафаларымдың ниҙән икәнлеген күрмәҫтәр һымаҡ. Бигерәк рациональ фекерле, йөрәкһеҙ кешеләр заманы килде.
Шулай булғас, ҡайырылабыҙ ҙа уҙған юлыбыҙға йәнә бағабыҙ. Әйтерһең, унда туҙан түгел, ә алтын бөртөктәре һибелеп ҡалған.
Бәлки, ысындан да алтын бөртөктәрелер?
“Ысын мәғәнәһендәге шәхси мәнфәғәттәр беҙҙе ихласлыҡҡа өйрәтә. Ошоно белгән аҡыллы лидер үҙенең эгоцентризмын йүгәнләй ала. Һәм шулай итеп, һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешә. Мәғрифәтле етәкселек — үҙең тураһында ҡайғыртыу түгел, бәлки хеҙмәт итеү”. Джон Хэйдер атлы бер фәйләсүфтең әйткәндәрен хәтергә төшөргәндә йәш яғынан үҙемдән өҫтәге ағайҙар тураһында уйлата. Һүҙҙе Шәрәфетдинов Әҙһәм Ғәни улына табан бормаҡсымын.
Алтмышынсы йылдарҙың аҙағы. Көҙ. Учалы районының “Байрамғол” сов­хозы баҫыуҙарында тиҫтәләрсә комбайн пыр туҙып ашлыҡ ура. Директор менән беҙ кисләтеп кенә Уральск ҡасабаһына ҡайтып киләбеҙ. Бик арытҡан да, әммә ураҡтан репортаж өлгөртөп, иртәнсәк телефон аша редакцияға тапшырырға кәрәк. Бәхеткә күрә, иғтибарлы хужа ҡунаҡханала миңә айырым бүлмә әҙерләткән, киске ашты ла хәстәрләгән. Ә Әҙһәм ағай, мине ҡалдырып, мәҙәниәт йортона ашыҡты. Кис унда хорҙың репетицияһы, директор шунда йырлай икән.
Колхоз-совхоз етәкселәренең кемлеген күрә йөрөгәнгәмелер, Шәрәфетдиновтың был ғәмәле миңә сәйер тойолдо. Һуңғараҡ, бер-беребеҙгә яҡыная килә, мин утыҙ ауылды берләштергән гигант хужалыҡ директорының бала-саға рәтенән хоккей уйнауын да, концерттарҙа скрипка һыҙҙырыуын да күрҙем. Совхозда эшләгән осорҙа Шәрәфетдинов авиация двигателдәренең яғыулыҡ системаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы ла яҡланы.
Һәр кемдең яҙмыш йүнәлткән урыны булалыр ул. Хаталанмаһам, Әҙһәм Ғәни улы “Байрамғол”да илһам күтәрелешенең иң юғары нөктәһенә еткәйне, шикелле. Эштәге уңыштар, дәүләт бүләктәре, маҡтаулы исемдәр, республикала яңғырап торған дан. Әҙәм балаһына тағы ни кәрәк? Юҡ икән шул, сәйәсәттең үҙ закондары, сәйәси тормош эсенә тартып индерелгән шәхес әлеге ҡанундарға буйһонмай ни хәл итһен?
Шәрәфетдиновты ла хеҙмәт баҫҡыстарынан үрләттеләр. Бер ваҡыт ул респуб­лика ауыл хужалығы министры урынбаҫары булып эшләп алды. Унан Мәләүезгә беренсе секретарь итеп ебәрҙеләр. Артабан Ишембай ҡала һәм районын етәкләне. Мин дә ағайҙан күҙ яҙҙырманым, сөнки, ҡайҙа эшләһә, шунда Әҙһәм Ғәни улынан яҡты эҙ ҡала ине. “Байрамғол”да саҡта уҡ уның совхозда спортты, үҙешмәкәр сәнғәтте мөкиббән китеп ҡаматлауына ҡыуанып та, ғәжәпләнеп тә, хатта сәйерһенеп тә ҡарай инем. Совхозда спорттың ниндәй төрө менән генә шөғөлләнмәйҙәр! Республикала иң билдәле “Ләйсән” бейеү ансамбленә, Өфөнән килеп, бейеүҙәрҙе Фәйзи Ғәскәров үҙе ҡуя. Ул арала Уральскиҙа стадион асып ебәрҙе, юртаҡтар, сабыш аттары күнекмә үтә. “Байрамғол” да ҡымыҙ етештереүҙе лә Шәрәфетдинов, йыһаз һыҙмаларын үҙе эшләп, сәнәғәтсә ойошторҙо.
Мин дә яйы сыҡҡан һайын “Байрамғол”ға сабам. Бында тормош йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә лә ҡайнап тора. Бында ҡыҙыҡ, бында — эҙләнеү, туҡтауһыҙ ижад. Ошо тормошто өйрәнеп, күңеле аша үткәреп, замандашым Тайфур Сәғитов “Һабантуй” исемле роман яҙҙы. Ундағы геройҙар, ваҡиғалар миңә яҡын да, ҡәҙерле лә. Ул саҡтағы совхоз идараһында торған “Спорт и труд — рядом идут” тигән стендтың киңерәк йөкмәткеле булыуын һуңыраҡ аңланым.
Мәләүездә эшләй башлағас, Шәрәфетдинов, хужалыҡ етәкселәрен дәртләндереп, өгөтләп, “Толпар” йылҡысылыҡ-спорт комплексы асып ебәрҙе. Хәҙер генә райондарҙа ундайҙар ишәйҙе. Әҙһәм Ғәни улы иһә беренсе булды.
Ярай, ат тип йәне сыҡҡас, әйҙә булышһын, тип ҡул һелтәргә лә мөмкин. Әммә Шәрәфетдиновмы һуң тыныс ятыр кеше? Бер ваҡыт Көнгәк тауында бобслей трассаһы асырға дәртләнеп китте. Балтик буйы республикаларының береһенә барып, әлеге комплекстың һыҙмаларын алып ҡайтты. Тәки төҙөнө. Ундай трассалар Союзда бер-ике генә ине, шуға күрә Томансы ауылы яғына илдең төрлө тарафтарынан, ауыр бобтарын тейәп, спортсылар килә башланы. Ағайҙың сәйер шөғөлөн миңә лә барып күреү насип булды. Ғәжәйеп трасса ине ул.
Һүҙҙең оҙонға китеүен иҫәпкә алып, Әҙһәм ағайҙың артабанғы тормош юлын бәйән итеүҙән тыйылайым. Шуны ғына өҫтәү фарыздыр: Шәрәфетдинов “Аҡбуҙат” ипподромын яңыртып, киңәйтеп ебәреүгә ифрат ҙур дәртен һалды. Уның толпарҙары туҙҙырған туҙан, бәлки, кемдеңдер мундирына алтын булып яғылғандыр, бәлки, үҙенең сәстәренә ҡырау булып ятҡандыр. Шәрәфетдинов Мәләүездән киткәс, “Толпар” байтаҡ ваҡыт етемһерәп торҙо. Уға Әҙһәм ағай барып, тағы йән өрҙө. Данлыҡлы “Байрамғол” совхозы, болғаныштар осоро еткәс, әллә нисәмә “мөстәҡил” хужалыҡҡа бүлгеләнеп, тамам бөлдө, исемен дә юғалтты, тигәндә, ошо төйәктең егете, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Ильяс Абдрахманов уны тергеҙмәксе булды. Бер нисә йыл эсендә элекке совхозда хайран ҡалырлыҡ эштәр башҡарылды. Таусылар, шулай итеп, был юлы игенселәргә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Әллә йәнә сәйер эшме? Шулай булһа — булһын, тик ҙур эштәргә йөрәге етеүсе егеттәрҙе даландан һәм бәхеттән генә айыра күрмәһен. Илде йоҡомһоратмаҫҡа, ойотмаҫҡа шундай егеттәр кәрәк.

“Оло юлдан аттар саба, беҙгә оса туҙаны...”

“Дуға муйын ҡауҙы ултыра йоҡоға талып...” Төҙ, оҙон суҡышлы, һонтор аяҡлы, аҡ йәки ҡара төҫтәге был ҡоштоң ғәҙәти тәбиғәтен Баязит Бикбай, эйе, бик аныҡ һүрәтләгән. Булыр-булмаҫҡа сәбәләнмәй, береһе осоп күтәрелгәндә лә икенсеһе оянан бер тотам да ситкә китмәгән мәхлүк инде ул ҡауҙы. Элегерәк төшөрөлгән “Белые росы” тигән ғәжәп матур фильмда ата йорто янындағы тирәк башына төйәкләгән ҡауҙы һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә ҡала. Был ҡошто күп халыҡтар ғаиләнең бөтөнлөгө, уның тыуған ерендә, ата нигеҙендә тамырланып йәшәү символы булараҡ ҡабул итә.
...Йылы яҡтарға, әллә беҙҙән ялҡып, әллә бер-береһенән күҙ яҙҙырмау өсөн ҡаңғылдашып, ҡоштар һәр көҙ китә. Уларҙың зиһен етмәҫлек тарафтарҙан урап ҡайтыуы тәбиғәттең мөғжизәһе генә түгел, күңелебеҙ өсөн моңһоулыҡ та, байрам да бит инде. Ҡоштар юлынан хыял менән генә булһа ла ҡабаттан үтеп, улар ҡанаты аҫтында ҡалған донъяға күҙ һалаһы ине.
Ҡитғалар, илдәр, ҡәүемдәр ни хәлдә генә йәшәй икән? Тормоштары именме? Хәҙер, ҡош ҡаурыйҙарына эләккәндәй, сит ерҙәрҙән йыш ҡына хәүеф-хәтәрҙәр ҙә ҡайта бит. Һүҙ, әлбиттә, “ҡош киҙеүе” тураһында ғына түгел. Ҡоштар ҡайҙарҙалыр булып ятҡан һуғыштар, низағ-тартыштар, яфа-ҡазалар хаҡында бәйән итер кеүек.
Бер йәй бала сығарған ояларын ҡайтып таба алғас, ҡоштар үҙҙәре сәфәр ҡылған яҡтарҙағы бәләләрҙе лә күрмәй булмаҫ. Тик уларҙың телен аңлау әмәле генә табылһа...
Уйлай китһәң, беҙҙең һәр беребеҙ — ауыл кешеһе. Хатта ҡалала тыуып үҫкәндәр ҙә. Әҙәм балаһының ергә тартылыуын һис ниндәй шарттар менән дә тыйып булмай. Әйткәндәй, Сыңғыҙ Айытматовтың “Кассандра тамғаһы” романындағы йыһан монахы Филофей, үҙе Ерҙән ваз кисеп, йыһан карабы эсенә инеп бикләнһә лә, барыбер ундағы тереклек, йәшәү рәүеше, киләсәк хаҡында уйлана. Тимәк, Ер кешеһенең Ерҙә мәңге осона сыҡмаҫ эше бар. Ошоға бәйле мәшәҡәттәр, көйөнөс-ҡыуаныстар, бәлки, йәшәүебеҙҙең мәғәнәһен тәшкил итәлер.
Ауыл — ил түрәләренең күҙенә бер салынып, икенсе ҡарауға оҙаҡҡа ғына онотолоп торған мөхит инде. Ил тарихындағы йөрәкте иң һыҙлатҡан сәхифәләрҙе уҡыйым тиһәң, әйлән дә ауылға ҡара. Ундағы тыштан ҡарағандағы ҡабаланыуһыҙ ғына көнкүреш, ашыҡмай атлап, аҡрын ғына һөйләүсе кешеләр ауыл мейестәрендәге уттың ҡыҙыулығын күрһәтмәй. Тыныс тәбиғәтле кешенең хис-тойғолары, ғәҙәттә, тәрәнерәк була.
Колхозға ойошоп, совхоздар төҙөп йәшәгән замаңдарыбыҙға таш атырға ашыҡмайыҡ. Инҡилаптар — һарыуҙың ҡайнап, асыуҙың теҙгенһеҙләнгән мәле бит. Ауыл тормошон үҙгәртеүгә дәртләнгән етәкселәр быуаттар буйы килгән көнкүреш тәртибен ҡыйратыуҙың ниндәй һөҙөмтәләр биререн төҫмөрләй алмаған. Тарихта бындай тәжрибә лә булмаған. Ә крәҫтиән... Уның үҙ тормошон үҙе хаслыҡ менән емереүенә ышаныуы мөмкинме һуң? Теләһә ҡайһы социаль-сәйәси шарттарҙа ла ауыл кешеһенең төп хыялы, маҡсаты һәм ғүмерлек булмышы — ризыҡты бар итеү. Ошо бурыс алдында юғары сәйәсәт тә, реформалар ҙа — бер нәмә лә мөһим түгел.
Минең ҡарашҡа, ауылда барған процестарҙы бер төрлө генә баһалау ҙа, уларға ниндәйҙер классификация биреүе лә ауыр. Бер заман, ҙур комплекстар төҙөү башланғас, уларҙың ярҙамсы хужалыҡтары булараҡ, һәр ауылда тиерлек йә тоҡомсолоҡ фермалары, йә һимертеү филиалдары, йә мал аҙығы әҙерләү цехтары эшләп килде. Ҙур комплекстар бөгөн дә төҙөлә, әммә улар — бер урынға тупланған ябыҡ цикллы предприятиелар.
Механизациялау һәм автоматлаштырыу эшсе ҡулдарҙы күп талап итмәй. Тимәк, ауылдағы цивилизация процестары, тиҫкәре яғына әйләнеп, уның бы­уаттар буйына килгән көнкүреш рәүешен боҙоп ҡына ҡалмай, халыҡтың генетик тамырҙарын ҡаҡшата.
Әлбиттә, борсолоу ауылды элеккесә патриархаль мөхит, йоҡоло донъя итеп күрергә теләүҙән түгел. Заманса тормош күп кенә ауылдарға эшһеҙлек алып килде, ауылдарыбыҙ йәштәрһеҙ генә түгел, ғөмүмән, халыҡһыҙ ҡала бара икән, тимәк, социаль сәйәсәтебеҙ ғәмәли тормоштан алыҫ тора. Буй еткергән ауылымдың исемен әйтмәйем, әммә йөҙ алтмыш йортло ошо ауылда, кесерәйә барған урта мәктәптән тыш, иртән эшкә барыр урын юҡ. Йәй көндәре йыш ҡына ҡайтып йөрөгән йәнә бер төйәгем — унан да ҙурыраҡ ауыл, ләкин уны ла ниндәйҙер етештереү предприятиеһынан мәхрүм иткәндәр. Ҡулынан көс-ғәйрәт китмәгән, йөрәгендә дәрте һүрелеп бөтмәгән ауыл халҡы бындай хәлдә ни ҡылырға тейеш? Эйе, биштәрен аҫып, элеккесә әйткәндә, зимагор булып сығып китергә. Шулай итәләр ҙә. Китергә йөрәге етмәгән йәки аяҡтары бала-саға менән тышауланған кешеләр йә малды ишле аҫрарға, йә кескенә кибет асырға маташып ҡарай. Ләкин бәләкәй генә сауҙаны ойоштороу өсөн дә тыумыштан бирелгән һәләт менән бергә башланғыс капитал кәрәк. Ауыл ерендә ул аҡсаны ҡайҙан алаһың?
Ерҙе пайҙарға бүлеп, ауыл кешеһенә формаль рәүештә беркетеү йәки фермер хужалығы булдырыу өсөн рөхсәт, кредит биреү генә ауылда һәр кем ең һыҙғанып етештереүгә тотондо тигән һүҙ түгел. Ни әмәл менәндер игенен үҫтерҙең, малын ишәйтеп, һөтөн-итен етештерә башланың, картуфың, йәшелсәң уңа, ти, ләкин меҫкен фермер уны ҡайҙа эшкәртә, ҡайҙа һаҡлай, ҡайҙа һата ала?
Осона сыҡмаҫлыҡ ошо проблемалар бик егәрле егеттәрҙе лә һыуыта.
Иң аңлашылмағаны шул: ауылдағы тауар етештереүселәрҙең яфалары иркен кабинеттарҙа яҡшы билдәле, ләкин фермерлыҡты социаль һәм иҡтисади йәһәттән яҡлау, ә иң мөһиме — крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын алып барыу өсөн инфраструктура булдырыу буйынса бер нәмә лә эшләнмәй. Быға баҫым яһауымдың сәбәбе шул: шәхси хужалыҡтар ҙа, фермерҙар ҙа иркенләп эшләй алмаһа, унда йәштәр һәм белгестәр директив юл менән генә ҡайтмаясаҡ.
Ауылға махсус белемле егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың ҡайтмауы, юғары кабинеттарҙа аңлағанса, эш хаҡының аҙлығына йәки фатир юҡлыҡҡа ғына бәйләнмәгән. Башҡорт, татар араһында ҡайһы берәүҙәрҙең тормошта үҙ урынын эҙләүҙә ориентиры юғалды. Милләттең мәртәбәһен арттырыу өсөн, йәнәһе, башҡорт, татар мотлаҡ ҡалала, кәнсәләрҙә, ҡағыҙ янында эшләргә тейеш, тигән идеология йәшәп килә. Аграр университеттың бер профессоры ауыҙынан райондаштары менән осрашҡанда: “Нисек тә булһа Өфөлә ҡалырға тырышығыҙ, хет урам һепереүсе, хет трамвайҙа кондуктор булып, иллә Өфөлә ҡалығыҙ, баш ҡалала милләтебеҙ шулай артырға тейеш”, — кеүегерәк сәйер саҡырыу яңғырағайны. Бындай милли һәм әхлаҡи һуҡырлыҡҡа ниндәйҙер баһа бирге лә килмәй.
Буй еткереп, башҡа — зиһен, ҡулыма ҡәләм биргән ауылыма әленән-әле барып урайым. Беҙҙең остан мөрйәһенән төтөн сыҡҡан бер нисә генә өй ҡалған. Асфальтлы киң урамдан үтеүселәр һирәк. Әллә ниндәй шомландырғыс тынлыҡ. Уның ҡарауы, ауылдың ике ситендәге ике зыяраттан баҡый юлсылары өҙөлмәй. Ишеген асып инеүсе булмаһа, ҡасандыр гөрләп торған йорт та шунда уҡ емерелә. Күрәһең, кешенең барлығы уҡ ҡыйралыштарҙы тотҡарлайҙыр. Май шәм һымаҡ һыҙып ҡына, тауыш-тынһыҙ юғала барған ауылды ни әмәлдәр менән һаҡлап ҡалырға? Асфальт юлдар, газ, интернеттан башҡа ауылға йәнә дәрт һәм тормош ҡыуанысын ҡайтарырға кәрәк. Шунһыҙ вәғәҙәләр, өгөттәр, шағир һүҙе менән әйткәндә, ҡомдан ишкән арҡан кеүектәр.
...Тәбиғәт үҙенсәлеге шулдыр инде, беҙҙең яҡтарҙа ҡауҙылар оя ҡормай. Уның ҡарауы, сыйырсыҡтар ҡайтҡанын ғаиләбеҙ менән көтә торғайныҡ. Сыйырсыҡ көтөү, уны ҡаршылау, талпынып-елкенеп һайрауын тыңлау — бала саҡтың шунан да ҙурыраҡ ҡыуанысы булмағандыр. Ояһын оҡшатмай, сыйырсыҡ тайпылып осһа, яҙҙың-йәйҙең йәме китек. Беҙ ҙә шулай ояһы туҙҙырылған ҡауҙы, ҡуныр урын тапмаған сыйырсыҡ хәлендә ҡалмайбыҙмы икән?

* * *
Ата-әсә фиғеле, балаға мөнәсәбәт йәки сабый ҡәҙере, уны лайыҡлы кеше итеп тәрбиәләү, үҫтереү мәсьәләләре тураһында элеккесә фекерләп, күнегелгән рәүештә яҙыу йәки һөйләү хәҙерге заманда мөмкин түгелдер. Сөнки, әллә тирә-яҡ мөхиттең йоғонтоһо шулай көслөмө, йәиһә ата-бабанан бирелә килгән яҡты ғәҙәттәр онотоламы, ата-әсәнең балаһына мөғәмәләһендә һәм балаларҙың үҙҙәренә ғүмер биргән кешеләргә ҡарашында һиҙелерлек үҙгәрештәр бар. Һәм аҙ ғына булһа ла уйлай белгән кешеләрҙе был хәл хафаға һала.
Генетик яралғылары берҙәй үк булыуға ҡарамаҫтан, сабый әсәһе йәки атаһының клоны булып тыумай. Йән менән бергә тәбиғәт һәр кемгә үҙ килеш-килбәтен, холоҡ-фиғелен бирә. Һәләте лә, булдыҡһыҙлығы ла һәр кешенең — тик үҙенеке. “Бала тыуһын ине, атаһы юлын ҡыуһын ине”, — тигән хаҡ теләктәрҙе ҡабат-ҡабат тәҡрарлаһаҡ та, үҙгәрә тороусы тормош, матди һәм рухи донъялағы кеше аңына йоғонто яһаусы шарттар балаларыбыҙҙы үҙ юлына тарта, башҡасараҡ холоҡло кеше итеп үҫтерә. Ошо процеста тышҡы факторҙар ғаиләләге әхлаҡи традицияларҙан да, быуындан быуынға күсә килеүсе рухи ҡиммәттәрҙән дә көслөрәк булып сыға.
Элек, коммунистик хакимлыҡ йылдарында, әҙәби әҫәрҙәрҙә, матбуғатта балалар, башлыса, бәхетле яҙмышлы, тормош юлында фәҡәт аяҙ офоҡтарҙы ғына күргән өҫтөнлөклө социаль төркөм тип һүрәтләнә килде. “Бөтөн яҡшы нәмә — балаларға!” — был доктрина хәҙерге либерал-демократтарҙа мыҫҡыллы йылмайыу уятыуы ихтимал, әммә ул ил хакимиәтенең етди эш-ғәмәлдәре менән нығытыла торғайны һәм балалар тураһындағы хәстәрлек оҙайлы һәм системалы программа рәүешен алғайны. Мин инде инҡилаптан һуң һәм яңы властың етемдәргә ризыҡ, баш терәр урын, тәрбиә һәм белем биреүҙе тәүге бурыстарҙың береһе тип һанағанын иҫкә алып тормайым. Был — тарих сәхифәләренә ингән хәҡиҡәт. Үҙем дә, хәләлем дә, атайҙарыбыҙ яуҙа башын һалғас, әсәйҙәребеҙгә арҡаланып, хәстәрлекле дәүләтебеҙ барлығын һәр даим тойоп үҫтек, уҡыныҡ, донъя ҡорғас, нығындыҡ.
Әсәйем Мөнирә Ғарифулла ҡыҙы ла, ҡәйнәм Бибиғәйшә Шаһивәли ҡыҙы ла өсәр бала менән ҡалған. Ҡалған, әммә иманым камил, балаларын дәүләт ҡарауына тапшырыу һәм әсәлек бурысын шулай еңеләйтеү уйы ғәзиздәребеҙҙә һис ҡасан булмағандыр. Үҙендә бәләкәй генә ғорурлыҡ булғанда ла әсә кеше балаһын сит-ят ҡулында тилмертмәҫ, бишекте лә тирбәтер, асып инер ишекте лә табыр. Балаға тигәндә, әсә ҡөҙрәте сикһеҙ.
Һәммәбеҙгә билдәле хәлдәрҙе, йөрәкте борсоп, йәнә ниңә яңыртам һуң әле? Бала, ата-әсә, ғаилә тураһында күп яҙылған, яҙыла һәм артабан да яҙыласаҡ. Сабый әсә менән ата мөхәббәтенән донъяға килһә лә, балалар менән уларҙан алда тормошҡа аяҡ баҫҡан быуындар араһында бер-береһен аңламау, хатта фекерҙәр ҡаршылығы һәр саҡ йәшәп килгән һәм быуындар бәхәсен ижтимағи-сәйәси шарттарҙың үҙгәреүе генә юҡҡа сығара алмаған. Киреһенсә, илдә тотороҡлоҡ ҡаҡшаған һәм социаль-иҡтисади буталыштар көсәйгән һайын, ул кешеләрҙең психик хәленә нығыраҡ йоғонто яһай. Әгәр йәмғиәттә бер-береңде аңлау, ярҙамсыллыҡ һәм ихлас мөнәсәбәттәр юҡ икән, шундай уҡ кәйеф, бәлки, киҫкенерәк формалар алыптыр, ғаиләләргә лә күсә. Тирә-яҡтағы афәттәрҙән баланы атаның тәүәккәллеге һәм булдыҡлылығы, әсәнең наҙы һәм хәстәрлеге һаҡларға тейеш тә бит, ләкин ғәмәли ысынбарлығыбыҙ ошо һуңғы таяныстың да ышанысһыҙ була барыуын раҫлай.
Быуындар араһындағы бәхәстәрҙең классик миҫалы рәүешендә, ғәҙәттә, Иван Тургеневтың “Атайҙар һәм балалар” әҫәрендәге сюжетты килтерәбеҙ. Хәҙерге тормош менән сағыштырып ҡарағанда, дворяндарҙың ул саҡтағы бәхәстәре ниндәй эш менән шөғөлләнергә белмәй яфаланған байҙарҙың балаларға хас үпкәләшеүе генә булған икән. Иван Сергеевич өлкәндәр йәмғиәте менән кескәйҙәр араһында алып барылған ысын һуғыш хәрәкәттәренә бөгөн шаһит булһа, әҫәрен зыялыларса либераллек рухында яҙа алыр инеме икән? Төрлө быуындар араһындағы низағ, бәлки, элекке замандарҙа ла быҫҡып, гөлтләп ҡабынып китеү өсөн үҙ ваҡытын ғына көтөп ятҡандыр? Кем белә, принципиаль ҡапма-ҡаршылыҡтар элегерәк уртаҡ әхлаҡи ҡиммәттәр, ололоҡ һәм кеселек традициялары һымаҡ дөйөм раҫлауҙар пәрҙәһе артында ҡалалыр. Шул ук ваҡытта белгестәр һуңғы бер нисә тиҫтә йыл эсендә йәмғиәттәге кәйефтәрҙең тамырынан үҙгәреш кисереүен раҫлай. Бөгөн: “Аталы бала — арҡалы, әсәле бала — иркәле”, — тип ышаныс менән әйтеп тә булмай. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған, ел-ямғырҙарҙа нығынған өлкәндәр ҙә ебеп төшкән заманда донъяға яңы ғына күҙен асҡан сабый ни хәл ҡылырға тейеш? Балалар, ата-әсәләренән дә бигерәк, үҙ ваҡытына оҡшай, тигән хәҡиҡәт һәр беребеҙгә мәғлүм булһа ла, беҙ, өлкәндәр, үҙебеҙ бар иткән заманды түгел, ә шуның әшәкелектәренә сумырға мәжбүр ителгән балаларҙы ғәйепләргә маташабыҙ. Әгәр йәмғиәт кескәйҙәрҙе яҙмыш упҡынына ташланы ла, уларҙың сәбәләнеүен иҫ китерлек битарафлыҡ менән ҡарап тора, тип раҫлаһаҡ, был бик йомшаҡ баһа булыр. Ғәмәлдә, үҙебеҙ йән биргән заттарға ҡаршы үҙебеҙ аяуһыҙ һуғыш алып барабыҙ.
Аңлы әҙәм булып тыуған, белемле, тереклектең таянысы вазифаһын йөкмәгән кешене тәбиғи инстинкты һәм һиҙемләүе буйынса ғына йәшәгән хайуандар менән бер рәткә ҡуйыу, әлбиттә, әхлаҡ ҡанундарына һыймай. Шул уҡ ваҡытта хис-тойғонан мәхрүм януарҙарҙың, ҡош-ҡорттоң балаһын иң һуңғы сиккә ҡәҙәр, хатта үҙ ғүмерен биреп ҡурсалауын да беләбеҙ. Улай ғына ла түгел, риүәйәттәр әйтеүенсә, ағыулы йыландар, зәһәр йыртҡыстар ҙа сабый балаға теймәйҙәр икән. Алдымда — “Комсомольская правда” гәзите һәм унда баҫылған “Мама, не делай этого! Не выкидывай меня!..” тигән мәҡәлә. Балаһын бишенсе ҡат тәҙрәһенән ырғытҡан һәм артынан үҙе лә һикергән ҡатындың йөрәкте ярырлыҡ енәйәте тураһында ул. Бынан алдараҡ Мәскәү өлкәһендәге Долгопрудный ҡалаһында ла әсә кеше ике малайын тәҙрәнән ташлап үлтергәйне. Әлеге ханымдарҙы таш йөрәклелектә ғәйепләп тә, хатта ҡәһәрләп тә булалыр, ләкин бер генә ғәмәл дә сәбәпһеҙ башҡарылмай. Ил-йорт имен саҡта, һыныҡ икмәк тураһында уйланмағанда, иртәгәһе көндөң имен килеренә ышанғанда, әҙәм балаһы емереүҙе түгел, бәлки төҙөүҙе генә хәстәрләй. Ирҙәр араһында, мәғлүмдер, ғаиләгә, бала тәрбиәләүгә еңелсә мөнәсәбәт борон-борондан йәшәп килә, ләкин донъя тотҡаһы булған ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәттән бирелгән булмышынан ситләшеүе — ҡәһәрле замандың иң ҡәһәрле зәхмәтелер. Бер ваҡыт, аңға килеп, балаларыбыҙ ғүмеренә һәм намыҫына ҡаныҡҡан ҡәбәхәттәрҙе ауыҙлыҡлай ҙа алырбыҙ. Тормошто дауам итеү логикаһына тоғро ҡалһаҡ, алдағы тормошта йәшәйәсәк балаларыбыҙға ҡаршы һуғышты, ниһайәт, туҡтатырбыҙ. Сөнки был донъяла телһеҙ менән дә һөйләшергә һәләтле әсәләр, йөрәген улының күкрәгенә һалырлыҡ атайҙар, иншаллаһ, әле күптер.

* * *
Әҙәм балаһының уйы бар, мөхәббәте менән нәфрәте бар, уларҙы бүтәндәргә еткерерлек теле бар. Барыбыҙҙың да теле “әсәй” тип асыла һәм баҡыйлыҡҡа киткәндә лә телебеҙ менән шул изге һүҙҙе үҙебеҙгә юлдаш итәбеҙҙер. Ватан, икмәк, ер-һыу һәм ҡояш кеүек төшөнсәләр аңыбыҙға, унан телебеҙгә һеңә. Икмәктең тәмен ысынлап асыҡҡас татыған һымаҡ, туған телеңдең ҡәҙерен, мәңге һайыҡмаҫ тәрәнлеген, уға ғына хас моңон телең сәйәси-конъюнктур мөхиттә ауға эләккән ҡошсоҡ кеүек сәбәләнгәндә генә аңлай башлайһың. Туған теле кешенең рухи донъяһынан ситләшә барһа, ул ят мәҙәни мөхит субъектына әйләнә. Кеше, әлбиттә, белемле, һөнәри әҙерлекле, сит ил телдәрен өйрәнгән шәхес булып, йәмғиәттә үҙ дәрәжәһен юғары тотоп йөрөүе ихтимал, шул уҡ ваҡытта, әсә теле күңелендә гелән һайрап тормаһа, ул кешенең зыялылығы китек булмаймы икән?
Инглиз, испан, француз телдәрендә аңлаша алыу әҙәм балаһының даирә офоҡтарын бермә-бер киңәйтеп ебәрһә лә, ата-әсәң бүләк иткән телдә һөйләшеп йөрөү ниндәй рәхәт! Күп телдәрҙә, күп мәҙәниәттәрҙә үҙеңде иркен тотоу — туған телеңдә һәм мәҙәниәтеңдә тарһыныу кисереү түгел, сөнки ысын мәғәнәһендә зыялы кеше, донъя мәҙәни мөхитенә тәрәнерәк үтеп инә барған һайын, үҙ туған теле, әҙәбиәте, сәнғәтенең байлығын көслөрәк баһалай ала. Һәм был — тәбиғи хәл.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Илемдә илемде һағынам” тип аталған шиғыры бар. Бер уйлаһаң, шул ил балаһы булып та уны һағыныу мөмкин түгел дә инде. Ә телле мөхиттә йәшәп, туған телеңдән мәхрүм булыуҙың сәбәптәрен ҡайҙан һәм кемдәрҙән эҙләргә? Ғөмүмән, эҙләргә кәрәкме? Байтаҡ йылдар элек “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында” Закон ҡабул ителгәндә документ үҙ эсенә аралашыу сараһы булараҡ инструментты ғына алғанмы, әллә тел дөйөм рухи категория рәүешендә йөрөргә тейешме? Был һорауҙарҙы Законды әҙерләгән саҡта уҡ бирергә кәрәк булғандыр.
Милләт, тел мәсьәләләрен йәмғиәттәге ниндәйҙер өлкә менән сағыштырып булмай: һаҡһыҙ ҡағылма — ватаһың, һүҙ уйнатма — уймаҡ сығарырһың, йәшертен уй йөрөтмә — яманлыҡҡа юл ярырһың. Хәйер, изге ихтыяр һәм яҡты уй булмаһа, һәр йәһәттән уйлап әҙерләнгән закондар ҙа инҡар иткеһеҙ ҡанун дәрәжәһенә етә алмай. Башҡортостанда әлеге Законды ҡабул итеү күп милләтле республика өсөн сәйәси йәһәттән айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булды.
Телде ҡуллана белеү мәҙәниәте йәмғиәт өсөн һис ҡасан да иҫкермәҫ проб­лема булып ҡала. Тел һәр даим үҫештә, уның ҡулланыу мөхите үҙгәреүгә бәйле, йә байыу, йә шул байлыҡты онотоу осорҙарын кисерә. Шуныһы ғәжәпләнерлек: йәмғиәт дөйөм мәҙәнилек дәрәжәһенә өлгәшкән һайын, тел проблемаһы ҡатмарлаша бара. Был көндәлек тормошта рус теленең ҡулланыу даирәһе киңәйеүе менән генә бәйләнмәгән, бәлки, йәш быуын
донъя телдәре мөхитенә тәрәнерәк үтеп ингән һайын, ул әсә теленән йыраҡлаша бара. Үҙ мөхитендәге һәр телдәр менән дә гармониялы мөнәсәбәттә булған кешене табыуы көндән-көн ауырлаша.
Ошо яҙмаларҙы әҙерләгәндә Татарстандың халыҡ шағиры, Татарстан Дәүләт Советы депутаты, яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллиндың уҙған быуаттың 90-сы йылдары уртаһында-аҙағында тел, милли мәҙәниәттең көнкүрешенә ҡағылышлы байтаҡ сығыштарын йәнә уҡып ултырҙым. Дәлилле лә, ярһыу ҙа фекерҙәр, әлбиттә, татар теле, татар мәҙәниәтенә ҡағылһа ла, мәсьәләләрҙең концептуаль ҡуйылышы Башҡортостан өсөн дә көнүҙәк. Роберт Мөғәллим улының: “Телле халыҡ ҡына бөйөк була ала, телле халыҡ ҡына донъя баҙарында үҙен иркен һиҙә. Тел — аҡса түгел. Уны башҡа халыҡтан бурысҡа алып тороп булмай”, — тигән һүҙҙәрен теләһә ниндәй башҡорт та имзаһы менән нығытыр ине.
Юғарыла әйтелгән Закон ҡабул ителгәс, республикала бер елкенеү булып алды. Чиновниктар, депутаттар — барыһы ла дәртләнеп китеп, телдең ҡулланыу даирәһе, уның сафлығы, дөрөҫ ҡулланылышы тураһында хәстәрлеккә тотондо. Республика лингвистик үҙәге ойошторолоп, уның бурысы Өфөләге, ҡала-райондарҙағы һәр төрлө күргәҙмә яҙмаларҙың башҡорт телендә дөрөҫ булыуын тәьмин итеүгә ҡайтып ҡалды, һәр төрлө комиссиялар, әлеге Закондың үтәлешен тикшереп, әленән-әле йөрөп торҙо, кәңәшмәләр үткәрҙе. Документ, бер яҡтан, дөйөм халыҡ мәҙәниәтенә ҡағылышлы башҡа күп мәсьәләләрҙе лә күтәрә. Икенсенән, Закон Башҡортостанда йәшәгән барса халыҡтар телдәре тураһында. Минең ҡарашҡа, уны ғәмәлгә ашырыуҙы башҡорт теле тураһындағы хәстәрлеккә баҫым яһап алып барыу телебеҙҙең икенсе дәүләт теле статусын алыуы менән бәйлелер. Ләкин рус булмаған телдең милли республикала ла функциональ мөмкинлектәре сикле. Ошо йәһәттән Роберт Миңнуллиндың Татарстан Дәүләт Советы сессияһында 1997 йылда яһаған сығышынан ҙур ғына өҙөк килтерергә булдым, сөнки мәсьәләнең ҡуйылышы, әйткәнебеҙсә, Татарстан һәм татар теле менән генә сикләнмәй.
“Телле халыҡ ҡына илле халыҡ, йәғни телле халыҡ ҡына үҙенең дәүләтен торғоҙа ала. Татар теле әүәлгесә даһи шиғырҙар, йырҙар яҙыуға ярай, закондар яҙыуға ярамай. Татар теле урамда һөйләшеүгә, тартҡылашыуға, үҙ-ара ыҙғышыуға ярай, дипломатия телендә һөйләшеүгә ярамай. Татар теле шәхси хаттар яҙыуға ярай, етди документтар яҙыуға ярамай. Татар теле эстрада йәиһә театр сәхнәләрендә яңғырай, дәүләт күләмендә уҙғарыла торған форумдарҙа яңғырай алмай”. Артабан шағир һәм депутат, мәсьәләнең киңлегенә ишара яһап, былай тип тә өҫтәй: “Унан тел проблемаһы бер Татарстанда ғыналыр тип уйлаһаҡ та, бик ныҡ яңылышабыҙ, һәр республиканың үҙ ауырлыҡтары. Башҡортостанда ла, Сыуашстанда ла шул уҡ проблемалар”.
Әлбиттә, республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың телен һаҡлап ҡалыу, мәҙәниәтен, йолаларын хөрмәтләү йөҙөнән ифрат күп эшләнә. Әммә рус теленән башҡа телдәрҙең функциональ мөмкинлектәре сикле булған хәлдә лә, уларҙы ҡулланыу мәҙәниәтен күтәреүгә һис кем ҡамасауламай. Законға таяныптыр инде, Хөкүмәт ҡарары менән урам, учреждение, ойошма, предприятие һ.б. исемдәре башҡортсаға ла әйләндерелде. Был тауарҙар, ризыҡ, аш-һыу, транспорт маршруттарына, ғөмүмән, аҙым һайын осрап торған бихисап нәмәләргә ҡағылды. Шуныһы сәйер: комиссиялар эшләп торһа ла, Өфөлә лә, район-ҡалаларҙа ла телде ҡулланыу мәҙәниәте яҡшырмай.
Шуны ла өҫтәп әйтке килә: кемдер шул милләт балаһы булып тыуған өсөн ғәйеплелек хисе менән йәшәргә тейеш түгел. Кешенең йөрәген иң уҫал тырнаған нәмә — үҙеңде кәм күреү. Ә әҙәм балаһының мәртәбәһен күтәреп ебәреү өсөн бәләкәй генә сәбәп тә етә. Бына һин, мәҫәлән, удмурт ауылына етәһең икән, әйҙә, уның исеме ике дәүләт телендә һәм удмурт телендә лә яҙылһын. Украин, белорус халҡы йәшәгән ауылдарҙа шул телдәрҙә яҙмалар ҙа күренһә, донъя тараймай, йәмләнә генә бит. Милли әҙәплелек дөйөм халыҡҡа хөрмәт, мәҙәни юғарылыҡ булып үҫеп китә.
“Тел насар йәки яҡшы була алмай... Сөнки тел — көҙгө генә. Ҡарап, үпкәләү мәғәнәһеҙ булған көҙгө”. Яҡташыбыҙ, яҙыусы һәм журналист Сергей Довлатов бының менән нимәгә ишара яһаны икән?
Һәр ҡәүем, күмәкме ул, аҙ һанлымы, Ер йөҙөндә үҙенең йәшәүе менән үк олуғ һәйкәлдәргә хаҡлы. Ҡайһылыр ҡәүем кешелектең мәҙәниәтен үҫтереүгә, донъяны танып белеүгә күберәк өлөш индергән, кемдәрҙеңдер эҙе тарихта улай уҡ балҡып ятмай икән, бында береһен ҙурлап, икенсеһен хурлау урынлымы? Минеңсә, юҡ. Мәҫәлән, башҡорттоң боронғо ҡалалары булыуын ғалимдарҙан башҡа кем белә? Уларҙы кем күргән? Ғәйәт ҡатмарлы тарихи шарттарҙа халыҡ матди һәм рухи мәҙәниәтен бөгөнгәсә түкмәй-сәсмәй килтереп еткерә алмаған икән, быға элеккеләр ҙә, беҙҙең быуын да ғәйеплеме ни?
Телен, ғөрөф-ғәҙәтен, йыр-моңон, рухын һаҡлап ҡала алған һәр халыҡ — бөйөк. Әммә ул күршелә йәшәүсе бер генә ҡәүемдән дә ҙур түгел. Былай раҫлау, бәлки, милләт һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе белгестәрҙең ҡолағын ярыр. Ләкин ул — минең инаныуым.
Социаль инҡилаптарҙың төп маҡсаттарының береһе — халыҡҡа азатлыҡ биреү. Рәсәй социал-демократтары, һуңғараҡ — большевиктар менән
меньшевиктар ҙа, үҙ программаларында үҙәк пункт итеп һәр милләткә үҙ аллы үҫеү форсатын биреүҙе ҡуйған. Әйткәндәй, бер генә хәрәкәт тә, реакцион түңкәрелештәр ҙә, хатта асыҡтан-асыҡ баҫҡынсылыҡ та, халыҡтың күҙенә ҡарап, “мин һине ҡоллоҡҡа төшөрәм, һин ирекле булмаясаҡһың”, тимәй. Көнбайыш дәүләттәр миссионерҙары, мәғлүм булыуынса, ярты донъя халҡын рухи азатлыҡ, миһырбанлыҡ, туғанлыҡ һүҙҙәре менән үҙ яғына ауҙара алған. Әле лә донъялағы социаль-сәйәси, иҡтисади процестар мотлаҡ халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлау, уға хеҙмәт итеү, бәхет биреү әләме аҫтында бара. Һәм ошо хәрәкәттәр, программалар, вәғәҙәләр бутҡаһында ысын хәстәрлекте — демагогиянан, изгелекте битлек кейгән яман уйҙан айырыу еңел түгел. Африка, Азия, Латин Америкаһындағы байтаҡ ҡына халыҡтарҙың милли фажиғәһе, бәлки, шунандыр ҙа. Фәнни-техник прогресс менән дәртләнгән, цивилизация ҡаҙаныштарын үҙ милли-эгоистик маҡсаттарында файҙаланырға алдараҡ өйрәнгән көслө халыҡтар, ҡайҙа — көс, ҡайҙа — үҙ-ара үс, ҡайҙа хәйләле һүҙ менән бүтәндәрҙе үҙенә буйһондора, артабан теленән, торараҡ инде иленән дә яҙҙыра алған. Әсә телен, милли сәнғәтен, мәҙәниәтен, традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен онотҡан инглиз, француз, испан телле, ҡара һәм һары тәнле халыҡтар донъяла аҙмы ни?
Телдән яҙыу фажиғәһе шул хәтлем тәрәнлеккә еткән, хатта күп милләтле бөйөк Һиндостан халҡы, мөстәҡиллек алыуына алтмыш туғыҙ йыл үткәс тә, урындағы ҡәүемдәрҙең уртаҡ милли телен тергеҙә алмай, һаман башлыса инглизсә һөйләшә.
“Теле юҡтың — иле юҡ”, ти халыҡ. Ысындан да, әгәр ата-бабаһының телен белмәһә, рәсми рәүештә шул милләт кешеһе булып яҙылһа ла, ул тулы мәғәнәһендә үҙ милләте вәкиле һанала алмай. Сөнки ҡайһылыр халыҡтыҡы булыр өсөн шул халыҡтың ғәйәт бай һәм ҡатмарлы рухи донъяһында йәшәргә кәрәк. Хаҡтыр, Башҡортостан ере байтаҡ быуаттар буйына рус, татар, сыуаш һәм тиҫтәләрсә бүтән ҡәүемдәр өсөн дә тыуған-үҫкән изге урынға әйләнгән. Улар ошо ерҙә телен һәм мәҙәниәтен үҫтереп, ихласлыҡта йәшәй. Киң күңеллелек, рухи йомартлыҡ — башҡорттоң иң күркәм сифаттарының береһе. Шуға күмәк халыҡтар йәшәгән төбәктә тормош логикаһы интернациональ дәүләтселек берәмеген бар итте. Быға зиһене бар кем ҡаршы булһын? Ләкин бәлә шунда: нисәмә йылдар, “социалистик интернационализм” шаршауына ышыҡланып, халыҡтың үҙ мәртәбәһен күтәреүгә аҙ ғына ынтылышына ла милләтселек мөһөрө баҫыла килде.
Бына шулай төҙөгән олатай-өләсәйҙәребеҙ Башҡортостанда төп милләте башҡорт һаналған халыҡ-ара дуҫлыҡ республикаһын. “Һаналған” тигән һүҙҙе мин аңлы рәүештә һәм әсенеү менән ҡулланам. Сөнки бынан өс тиҫтә самаһы йыл элек кенә, башҡорттоң үҙ республикаһында биләгән урыны тураһында әйтеү түгел, уйлау ҙа сәйәси хилафлыҡ тип баһалана ине. Халыҡтар дуҫлығы хаҡында һөйләһәк, республикабыҙҙа кәм тигәндә йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәре йәшәүен оло ҡаҙаныш итеп күрһәттек. Әйтерһең, интернационаллек башҡорт егетенең татар ҡыҙына өйләнеүенән ғибәрәт. Гүйә, йөҙҙәрсә кеше ҡатнашлығында йыр, бейеү, музыка байрамдары үткәреп, башҡорттарҙан — “саратовский” гармун, татарҙарҙан ҡурай уйнатып ҡына милләттәрҙе яҡынайтып була. Башҡорт менән русты, татарҙы һәм украинды директива менән үткәрелеүсе ҡаҙ өмәләре түгел, ә күмәкләп йәшәгән ер, тарихи яҙмыш, бергәләп түккән ҡан һәм бүлешеп ашаған икмәк берләштерә.
Халыҡ үҙ-ара тел вә лөғәт алмашып йәшәһә, байый ғына. Башҡорттоң татар туғаны менән ҡулдаш, телдәш булып йәшәүе уны донъя мәҙәниәтенә, бигерәк тә Шәреҡ мәҙәниәтенә ифрат яҡынайтты. Рус һәм татар, украиндар һәм белорус­тар, әзербайжандар һәм әрмәндәр бергәләшеп Башҡортостан сәнәғәтен ҡорған. Милли эшселәр ҡатламы ла, милли интеллигенция ла бит үҙенән-үҙе генә хасил булмаған. Шуға күрә, башҡорттоң үҙ милли традицияларын сикһеҙ хөрмәт итеп, үҙаңының тағы ла үҫеп китеүенә һөйөнөп, халыҡ булып һаҡланыуында ут күршеләрҙең дә өлөшө ҙур булыуын инҡар итмәйек.
Халыҡтың халыҡ тигән мәртәбәһен һаҡлап ҡалайым тиһәң, хакимдарға уның яҙмышы менән шаярырға форсат бирмә. Былай ҡәтғи һүҙҙәрҙе әйтергә тиң хоҡуҡлылар иле тип йөрөтөлгән дәүләтебеҙҙә аҙ һанлы байтаҡ ҡәүемдәрҙең бөгөнгө хәле мәжбүр итә. Заманында “кешеләрҙең яңы тарихи берләшмәһе — совет халҡын” булдырабыҙ тигән идеологик кампания һөҙөмтәһендә төньяҡтың, Алыҫ Көнсығыштың боронғо халыҡтарын үҙ теленән һәм, ғөмүмән, мәҙәниәтенән мәхрүм итеү хәленә еттек. Ненец, юкагир, селькуп, нивх йәштәренең рус телендә таҙа һөйләшеүенә һоҡланырға мөмкин, уның ҡарауы, улар әсә телен ифрат насар белә. Рус теле, милләт-ара аңлашыу әмәле булараҡ, әлбиттә, алмаштырғыһыҙ. Ләкин ата-бабаң телен ҡорбан итеү хаҡына рус теленән фетиш яһау ҙа яҡшы түгел. Балаң өс тел, биш тел белһен, әммә үҙ телендә һөйләшһен. Хәйер, халҡыбыҙҙың ҙур бер өлөшөнөң, айырыуса йәшерәк быуындың әсә телен онота барыуына үҙебеҙ, фәҡәт үҙебеҙ ғәйепле. Рус телендә уҡымаһа, балам наҙан ҡаласаҡ тигән тезис өҫтән уйлағанда ғына ябай һәм тупаҫ күренә. Асылда иһә, халыҡҡа шул кәйефте һеңдереүселәр милли мәҙәниәт аҫтына мөҙҙәте еткәс шартлай торған бомба һала. Йәки шуға оҡшаған икенсе миҫал. Кадрҙарҙы элегерәк — номенклатура, хәҙер — класлы төркөм тип исемләй торған касталарға айырғанда, ҡайһы берәүҙәрҙең милләтен бирсәткә һымаҡ алмаштырырға нимә мәжбүр итә? Милләт ихтыяждарымы? Сәйәсәттең беҙ айышына төшөнә алмаған талаптарымы? Юҡ. Сәйәси конъюнктура һәм шәхси карьеристик мәнфәғәттәр. Бындай аппарат уйындары ла, татар кешеһен ихтыярһыҙлап башҡорт тип теркәү йәки рус балаһына башҡорт телен мәжбүри тағыу кеүек үк, үтә хәүефле. Улар милләттәр араһында ризаһыҙлыҡҡа, бер-береһенән шикләнеүгә, ахыр килеп, “мин мин инем, һин кем инең?” тигән тайғаҡ юлға төшөрә.

* * *
Илебеҙ халҡы өсөн ауыр замандар һис ҡасан да үтмәй. Һуғыштан аҙаҡ илде аяҡҡа баҫтырырға ла өлгөрмәнек, өҫ-баш — кейемгә, тамаҡ икмәккә туймай ҡалды, хәсрәт етәкселәр дәүләтебеҙҙе әле эске, әле халыҡ-ара авантюраларға этә башланы. Милли килемдең төп өлөшө самаһыҙ ҡоралланыуға, ғәмәлгә ашмаҫ прожекттарға, ярты донъяны аҫрау итеп тотоуға китеп торҙо. Һәм ошондай уҡ сәйәсәтте Рәсәй Федерацияһы етәкселәре һаман дауам итә. Шул уҡ ваҡытта ҡалаларҙа меңдәрсә ғаилә әле булһа подвалдарҙа, барактарҙа, кеше тупһаһында яфа сигә. Ауыл кешеһенең иңендәге ауырлыҡтар тураһында әйтеп тороуы ла урынһыҙ.
Әлхасил, Рәсәй кешеһе американдан йә япон кешеһенән аңғырараҡмы әллә? Илебеҙҙә Ломоносовтар, Кулибиндар, Толстойҙар әле лә күп. Башҡорттоң Салауат рухлы батырҙары, Ниғмәти кеүек шағирҙары тыумаҫ тиһеңме? Хәйер, улар бөгөн дә арабыҙҙа. Тик глобаль мәсьәләләрҙе хәл иткән, төрлө саммиттарға, олимпиадаларға триллиондарса һум аҡсаны күмгән арала беҙ арабыҙҙа йөрөгән Һәҙиәләрҙе, Мостайҙарҙы, Исмәғилевтәрҙе күрмәй ҡалабыҙ. Беҙ, япондар һымаҡ, һәр ғаиләне коммуникация ҡорамалдары менән тәьмин итмәҫ, американдар кеүек, ҙур ҡалаларҙа ла айырым йорттарҙа йәшәмәҫ инекме ни? Әлегә иһә халыҡтың отҡорлоғо, зирәклеге, уның генетик интеллекты тотҡонлоҡта ҡала килә. Әле булһа илебеҙҙә кеше үҙенең һәләттәрен чиновниктар алдында иҫбат итә алмай донъя ҡуя.
Иҡтисадтағы тәрән көрсөк, ҡиммәтселек, берәүҙәрҙең хаҡһыҙ байығыуы, ә икенселәрҙең хәйерселектә көн итеүе, енәйәтселектең илде дер ҡалтыратыуы — былар барыһы ла халыҡтың кәйефенә, гражданлыҡ әүҙемлегенә йоғонто яһамай ҡалмай. Милләт-ара ыҙғыштарҙың тамырында ла, тарихи, милли-мәҙәни сәбәптәрҙән башҡа, иҡтисади күренештәр ята. Йәки ҡала урамдарын әленән-әле шаулатып алған ризаһыҙлыҡ митингтары? Илдең хәлен аңлап, һыныҡ икмәккә хуш булып өйрәнгән кешеләр, сабырлығын юйып, майҙандарға сыҡҡанда, йәмғиәтебеҙҙең сире тегендә йә бында самаһыҙ шашҡан етәкселәрҙә йә олигархтарҙа ғына түгел, ә тәрәндәрәк, социализм идеологияһын боҙоуҙа икәнлеген тиҙерәк аңлайыҡ. Лениндың: “Инҡилаби һуғыш тураһындағы инҡилаби һүҙҙәр үк инҡилапты һәләк итеүе ихтимал”, — тип иҫкәртеүе дөрөҫкә сығып ҡуймаһын.
Күптән булып үткән эштәрҙе хәтер иләге аша үткәрә торғас, үҙем дә көтмәгәнерәк һығымтаға килдем: уҙған ғүмерҙә һағынып һөйләмәҫлек хәл-ваҡиғалар ҙа байтаҡ булған икән, сөнки хәҡиҡәт менән ялғанды, изгелек менән яуызлыҡты бергә бутау ғына яңы ҡурпылар үҫеп сығырлыҡ ерлек булдыра алмай. “Тарих һис нәмәгә лә өйрәтмәй, ә һабаҡты белмәгән өсөн яза ғына бирә”, — тип, Василий Ключевский, бәлки, дөрөҫ әйткәндер?
Леонид Ильич Брежнев мәрхүм булғас, ил башына ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа тағы ике кеше килеп китергә өлгөрҙө. 1985 йылда иң юғары вазифала Терек казактары тоҡомонан сыҡҡан, сағыштырмаса йәш, теремек, алсаҡ йөҙлө Михаил Горбачевты күрҙек. Телевидение аша уның тәүге сығышын тыңлағанда күкрәктә ниндәй хистәр ҡайнағанын, баштан ниндәй уйҙар йүгереп үткәнен хәҙер әйтеп аңлатыуы ла ҡыйын. Ҡағыҙҙан айырыла алмайынса тапалған һүҙҙәрҙе ҡабатлаған ҡартластарға өйрәнгән халыҡҡа мөнбәрҙән фекерен иркен әйтә алған кешене күреү башта сәйерерәк тойолһа ла, беҙ уға шунда уҡ ышандыҡ, шикелле.
Ул замандарҙағы хәлебеҙ күҙәнәктәрендә әле йәшәү көсөн һаҡлаған, әммә шытым бирерлек дым һәм йылы көтөп зар-интизар булған, ҡорғаҡһыған ерҙе хәтерләтмәй инеме икән? Рәсәй кешеһе һәр даим яҡшыға өмөт итеп һәм ошо өмөтөн ниңәлер юғарыла торған шәхес менән бәйләп йәшәй. Сталин образына әле булһа йыш әйләнеп ҡайтыу аңлашыла: ул киткәндән һуң ил башында күптәр булып алды. Уларҙың эше телгә алырлыҡ түгел, йәштәргә был исемдәр бер нимә тураһында ла һөйләмәй. А.Н.Косыгин, Ю.В.Андропов кеүегерәк, Сталин булдырған ихтыяри диктаттан һәм репрессив тәртиптән баш тартып та, дәүләт власына ысын демократик төҫ бирә алмаған, ярым-йорто эш-хәрәкәттәр менән генә сикләнгән етәкселәр ҙә булды, тик улар власты тулыһынса үҙ ҡулдарында тоторға өлгөрмәне.
Илебеҙ тарихында, айырыуса XX быуатта, субъектив факторҙың ролен яңылыш баһалау йәмғиәттең объектив закондарын һанға һуҡмауға, хатта власть көсөн самаһыҙ ҡулланыуға килтергәйне. Власть менән мауығып, илдең юғары етәкселәре иҡтисади, сәйәси һәм рухи өлкәләрҙә, фән һәм техника өлкәһендә, Ватан һәм донъя фәне ҡаҙаныштарын үҙләштереүҙә зарури үҙгәрештәр башлау һәм тормошҡа ашырыу мәлен йыш ҡына күрмәй ҡалды. Үҙ-үҙенә баһаны самаһыҙ ҡуйған етәкселәрҙең эш-хәрәкәттәре ғәмәли тормоштоң объектив талаптары, кешеләрҙең мохтажлыҡтары һәм ихтыяждары менән тап килмәй башланы. Власть үҙен һәр кемдән аҡыллыраҡ, бөйөгөрәк, көслөрәк һананы һәм ошо фекерҙе принципһыҙ, йүнһеҙ ҡуштандар ҡеүәтләй килде. Ҡайнап торған, “энергиялы” эшмәкәрлек күрһәтеү маҡсатында күренерлек һөҙөмтәләр бирмәгән төрлө кампаниялар үткәрелде, күҙ буяу, хәбәр һөйләү стиле өҫтөнлөк алды. Хәҙер ҙә ошо сирҙәрҙән азатбыҙ тип әйтә алабыҙмы?
Элегерәк тә, бөгөн дә ижтимағи үҫештәге буталсыҡтар менән намыҫһыҙ әҙәмдәр оҫта файҙалана. Сәйәси етәкселектең эйфория, үҙ-үҙен данлау хәлендә булыуы йоҡлап ятмаусы сәйәсмәндәр, тартыныу белмәгән эшҡыуарҙар, ришүәтселәр, миллионлаған кешеләр ҡулы менән булдырылған һәм Хоҙай тарафынан бирелгән йәмәғәт милкен урлап һәм талап алыусы жуликтар өсөн отошло. Беҙ ысын социализм принциптарынан сигенеүҙе баштан үткәрҙек, Көнбайыш ҡиммәттәре, көнбайыштағыса йәшәү — кеше хыял итә алған иң яҡшы тормош, тип раҫлаусы хәбәрҙәр тулҡынында сәсәнек. Һөҙөмтәлә үҙенә түгел, ә юғарыға, “һәйбәт” власҡа ғына өмөт итеүселәр менталитеты хасил булды. Шуға күрә Горбачев менән Ельцин йөҙөндәге власть, нисек кенә емермә, халыҡты ниндәй генә хәйерселек һәм аслыҡҡа дусар итмә, ул өндәшмәйәсәк, тип ышанды. Бер нәмә өсөн дә яуап бирмәүсе власть яғынан күп тиҫтәләрсә йыл волюнтаристик тәжрибәләр ҡорбаны булған халыҡ фажиғәһенең тарихы әлегә үҙенең тикшеренеүселәрен көтә. Рәсәйҙә лә, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә лә юғалтҡан Ватаныбыҙҙы һағынабыҙ; берҙәм дәүләттә, бер-беребеҙҙе кәмһетмәй, дуҫ йәшәнек, үҙ ғүмеребеҙҙе үҙебеҙ ҡыйманыҡ, сабыйҙарыбыҙҙы үлтермәнек, ҡырағайланып, хәҙерге хәлгә төшмәнек. Горбачевтың “үҙгәртеп ҡороуы” менән Ельциндың “реформаларынан” бирле илебеҙгә һәм элекке союздаш республикаларға кеше мәртәбәһен кәмһетә, рухты үлтерә торған әшәке ғәҙәттәр индерелә. Көнбайыш, емереүҙе былар тергеҙеү тип ҡабул итер әле, тип иҫәпләп, уларҙы матур кәнфит ҡағыҙына төрөп бирә. Һөҙөмтәлә алдыбыҙҙа нимә? Кешенең уйы хеҙмәттән бушлай килгән малға, ялғанға боролдо; ижтимағи бәйләнештәр өҙөлдө, ойошмалар тарҡалды; идея-рухи ҡиммәттәрҙе хайуани инстинкттар алмаштырҙы; фәнни белемдәр урынына төрлө мистика, мөғжизәгә ышаныу, экстрасенстар, сихырсылар килә; төрлө шоу, примитив конкурстар, халыҡты миңрәүләтә торған прог­раммалар баҫты; йәшәүебеҙ американлаша бара; милләттәрҙең айырылыуы һәм милләт-ара дошманлыҡ дәртләндерелә; дини фанатизм көсәйә һәм дин донъяуи мөхиткә үтеп инә; эскелек, экрандағы һәм тормоштағы енәйәтселек, зауыҡһыҙ музыка-бейеү мәҙәниәте; мәғариф системаһын емереү — исемлекте шул рәүешле оҙаҡ дауам итергә мөмкин һәм йәмғиәт шундай “ҡаҙаныштары” менән ғорурлана аламы икән?
Яҙҙы ҡылыҡһыҙ ҡатынға оҡшатһаң да иплелек түгел инде. Холҡо ни рәүешле генә булмаһын, һәр ҡатын-ҡыҙ ҙа Әсә затынан бит әле. Унан һуң, барса тереклеккә йән өргән яҙға үпкәләп ултырыу ҙа яҙыҡтыр. Мәңгелектең, миҙгелдәре булған йәйҙәр менән ҡыштар, яҙҙар менән көҙҙәр холоҡ-фиғелен, сырайын үҙгәртмәй тормай. Тәбиғәт менән кешенең йәшәйеше араһындағы туранан-тура бәйләнеште иҫбатлап тороу ҙа кәрәкмәй, әммә тәбиғәт түгел, бәлки беҙ уның ҡанундарына буйһоноп, ризалығы, мәрхәмәте менән йәшәйбеҙ.
Хәйер, ай-һай, кешеләрҙә иман ҡалмағандай, тәбиғәт һандығының төбө күренмәйме икән? Юғиһә ошоға ҡәҙәр тереклек биргән Ҡояш, Һыу, Ер, мәңгелек тәғәйендәренән ваз кискәндәй, үҙҙәре лә ярһымаҫ, беҙҙе лә яфаламаҫ ине. Мостай ағай, донъялыҡтағы хажының ахыры яҡынлашыуын һиҙгәндәй, беҙгә Ерҙе, Һыуҙы, Йыһанды ниндәй хәлдә ҡалдырасағы тураһында болоҡһоно. Ерҙең табаныбыҙ аҫтында ятыуы, Һыуҙың тамағыбыҙҙы сылатыуы, Йыһандың йондоҙҙар төйәге булыуы ғына Шағирҙы хушландырмай ине шул.
Хоҙайҙың барлығына һәм сикһеҙ ҡөҙрәтенә ышаныу-ышанмау — һәр кемдең үҙ эше. Әммә шуныһы: ғәм алдында әйтелгән һәм аҙым һайын тәҡрарлана килгән һүҙҙең дә күңелдә урын тапмауы бар. Ауылында ғибәҙәтхананың пәйҙә булыуы һәм Алланы телдән төшөрмәй ҡабатлау ғына халыҡҡа иман килтерһә... Әүәлдән ышана килеүемсә, әҙәм балаһының дине — уға күкрәк һөтө менән бирелгән, белем-ғилем аша ингән, тормоштағы яҡшыны ямандан айыра белеүҙән килгән рухи булмыштыр. Тоғролоҡта, эскерһеҙлектә, ихласлыҡта йәшәүсе кеше, иман тураһында һөрән һалмайынса ла, тәбиғи рәүештә шул асылында ҡала, Аллаһы Тәғәлә, иман нуры һымаҡ төшөнсәләр самаһыҙ, урынлы-урынһыҙ телгә алыуҙан әрһеҙләнә, мәғәнәүи ҡиммәтен юғалта. Ғөмүмән, элек-электән ҡәҙерләп кенә әйтелгән “бөйөк”, “талант”, “йондоҙ” һәм башҡа һүҙҙәр хәҙер ысын юғарылыҡты күрһәтмәй, бәлки Хоҙай аҙ ғына һәләт биргәндең, хатта йылғырҙың да түшенә бирка итеп тағыла. Һүҙҙең осһоҙланыуы, бер ни тормауы кешеләр араһында ихласлыҡтың юғалыуынан киләлер ул. Елде йүгәнләр, ҡышҡы ыҙғарҙарҙа бөтөн донъяны йылытыр әмәлдәр юҡ. Тәбиғәттәге үҙгәрештәрҙе климатология фәне генә аңлата алған закондар көйләй. Әммә барыбер, аҡрынлап булһа ла, тәбиғәттең бығаса аҡыл етмәгән ғәмәлдәренә лә аңлатыу табабыҙ. Шунан яратылған, утыҡҡан, рухи кәр туплаған зат булараҡ, тәбиғәт менән кеше фиғелендәге оҡшашлыҡты күрмәү мөмкин түгел. Рустарҙа “Не буди лихо, пока оно тихо” тигән әйтем бар. Йәғни күлгә таш ташлама. Әҙәм балаһы ла, тәбиғәт серҙәрен асам тип, соҡона торғас һәм, тәбиғәтте буйһондорам, тигән баймабашлығы арҡаһында, Ер-Һыуҙың, Йыһандың яралмышта уҡ көйләнгән гармонияһын боҙҙо, ахыры.
Тәбиғәттәге процестарҙы ижтимағи үҙгәрештәр менән бәйләргә тырышы­уым, бәлки, кемдәргәлер нигеҙһеҙ, метафизик шауҡымлы фекерләү булып тойолор. Был эҙмә-эҙлекте инҡар иткән хәлдә, ҡай саҡ донъя яҙмышына йоғонто яһаған болаларҙың алдынан йыш ҡына тәбиғәттең дә ҡотороп алыуын нимә менән аңлатырға? Өҫтәүенә, быға миҫалдар һанап бөткөһөҙ. Хатта техноген тип йөрөтөлгән һәләкәттәрҙе лә геосәйәси тетрәнеүҙәр менән ихтыярһыҙҙан бәйләйһең. Украиналағы атом электр станцияһындағы, Горький өлкәһендәге Арзамас ҡалаһындағы, үҙебеҙҙең Оло Тәләк эргәһендәге шартлауҙар, Әрмәнстандағы ер тетрәү ошонда әйтелгән һәм әйтелмәгән фажиғәләрҙең СССР-ҙың тарҡалыуы алдынан ғына тап килеүе ысынбарлыҡҡа таянып фекер йөрөтөүселәр өсөн хәл-ваҡиғаларҙың осраҡлы ғына төйнәлеше булһа, хислеләр ошо фактта юғарынан килгән иҫкәртеүҙе күрҙе, үҙҙәренсә фәлсәфәүи һығымталар яһап ҡуйҙы.
Һүҙемдең хикмәте шунда: тәбиғәт ҡылыҡтарымы, донъялағы хәл-ваҡиғалармы ниндәйҙер сәбәптән хасил була, ә уның логик эҙмә-эҙлеклелеген, маҡсаттарын һәм һөҙөмтәләрен аңлатыу инде — аҡыл эше. Буталсыҡлыҡ мөхитендә, иртәгәһе көндө күрмәй йәшәүебеҙҙең сәбәбе лә, бәлки, тирә-яҡтағы күренештәргә илтифат итмәүҙә һәм баһалай белмәүҙәлер.
Хәҙерге ижтимағи процестарға аныҡ ҡына билдәләмә биреүе лә ситен. Ҡарашымса, замандаштарыбыҙ уйлау һымаҡ тәбиғи ғәмәлдән ситләшә барғандай. Кешенең уйлау эшмәкәрлеген һәр төрлө коммуникация саралары алмаштыра. Әүәлерәк төшөрөлгән бер йәнһүрәттә ялҡау һәм булдыҡһыҙ малай өсөн һәммә нәмәне лә һандыҡта әмер көтөп ятыусы ике иҫәр башҡарырға тейеш. Хатта тәғәм итеүҙе лә. Һөҙөмтәлә тотонған һәр эштең тиҫкәреһе килеп сыға, башһыҙ малай — аптырауҙа, иҫәрҙәр — һаман һандыҡта. Бөгөн бәғзе ғалимдарға архивта соҡсонаһы түгел, төп мәсьәлә — сайттың тейешлеһен табыу. Сос журналистар мәғлүмәттәрҙе интернеттан сүпләү генә түгел, уларҙа теге йәки был мәсьәләләр буйынса осраған фекерҙәрҙең үҙенеке булыуына икеләнеп тормай. Ошондай иркенлек шарттарында эҙләнеү-яфаланыуҙар, ижад ғазаптары анахронизмға әйләнә, тимәк, үҙеңә уйлауҙың да кәрәге ҡалмай.
Интернет, бүтән мәғлүмәт һәм хәбәр сығанаҡтары, күп төрлө бәйләнеш саралары тураһында төптәнерәк уйлағанда, бөгөнгө ғәмһеҙ еңеллек йоҡоно осорорға, хәүефкә һалырға тейештер. Уларҙың хәҙер, мәғлүмәт килтереүҙән бигерәк, сәйәси, социаль болаларҙы ойоштороу ҡоралы булып хеҙмәт итеүе лә билдәле. Ғөмүмән, бәйләнеш селтәренең ижтимағи тормоштағы ҡулланылыш даирәһе киңәйә, төрлө формалар ала бара. “Идеология” һүҙенән ҡасҡан хәлдә лә, мәғлүмәттәр һуғышының ғәмәлдә төрлө идеологиялар көрәше булыуын инҡар итеүе ауыр. Хәҙер инде онотола төшкән Ассандждың “WikiLeaks”ы, сәйер рәүештә Рәсәйгә килеп юлыҡҡан Сноудендың Америка йәшерен хеҙмәттәренең эшмәкәрлеге тураһында хәбәрҙарлығы ана шул мәғлүмәт сығанаҡтарының билдәһеҙ, йомарт булыуы арҡаһында шикләндерә лә инде. Был ике егеттең компьютер генийы икәнлегенә ышанған хәлдә лә, АҠШ-тың үҙ серҙәренә кәртә ҡуйыуға һәләтһеҙлеге ышандырмай.
Йәнә лә, донъялағы иң ҡеүәтле дәүләттең абруйын ҡаҡшатыуға баҙнат иткән был икәүҙең әле булһа американдар ҡулына ҡапмауына, һаман йәшәп ятыуҙарына мөғжизә тип ҡарайһың. Әгәр интернеттың — бөтөн донъя үрмәксе ауының — американдар тарафынан башкөллө ғәмдең аңы менән идара итеү өсөн уйлап табылған нәмә булыуын онотмағанда, Ассандж, Сноудендар — глобаль мәғлүмәти операцияла бер этап ҡына. Мәғлүмәти һуғыштың киҫкенләшә бары­уын һәм төҫлө инҡилаптар рәүешендә йә был, йә икенсе илдә ғәмәли кәүҙәләнеш ала тороуын онотмағанда, ике идеология, төрлөсә ҡараштар, төрлө ҡиммәттәр, ике донъя араһындағы көрәш тынаһы түгел. Бер мәл, ҡаршы тороу үҙенең тамам көсөргәнеш хәленә еткәс, әлеге егеттәргә ысынында ниндәй бурыс йөкмәтелгәнен, Америка махсус хеҙмәттәренең нимә планлаштырыуын, бәлки, белә алырбыҙ, имен ҡалһаҡ, әлбиттә, һәм ошо юҫыҡта һүҙҙе бер аҙ дауам итәйек.
Көндән-көн ҡәһәтләнә барған һәм туҡтауһыҙ камиллашҡан техник ҡорамалдар ҡулланылған мәғлүмәти һуғышта, һөжүм итә белеү менән бергә, һөжүмдән һаҡланыу һәләте лә мөһим. Ошоноң менән йәмғиәттең, дәүләттең һәм кешенең именлеге ҡурсалана. Был хәҙерге мәғлүмәти көрәш шарттарында ғына түгел, бәлки мәғлүмәти террорлыҡҡа, кешенең психикаһына, ҡылыҡ-фиғеленә йоғонто яһауға, уны ғәмәлдә миңрәүләтеүгә ҡаршы тороу өсөн кәрәк. Мәғлүмәти террорлыҡ һәм миңрәүләтеүгә (зомбилаштырыуға) миҫалды беҙ төҫлө инҡилаптар, “ғәрәп яҙҙары” ойошторолған һәр илдә күрҙек. Шулай ҙа мәғлүмәти һуғыштың ниндәй ҡазаларға юлыҡтырыуы Украинала айырыуса фажиғәле кәүҙәләнеш алды.
Юғарыла һуңғы осорҙа йәмәғәтселектә төрлө фекерҙәр тыуҙырған ике шәхестең исемен телгә алғайныҡ. Дәүләт серҙәре сит-яттар ҡолағына һуғыла икән, ул илгә генә зыян түгел, бәлки йәмғиәттең, һәр кешенең именлегенә ҡағыла. Нахаҡ һүҙ, үсле фекер кешене ҡәҙимге тормош юлынан яҙлыҡтыра, уның рухын ҡаҡшата, бағып йәшәгән ҡиммәттәренән ситләштерә. Рәсәйҙең мәҙәни мөхитендә лә, ғөмүмән, ижтимағи тормошонда ла цензура хәҙер юҡ. Әммә дәүләт сикләүҙәрһеҙ, хатта тыйыуҙарһыҙ йәшәй алмай, был уның тәбиғи хәле. Шул уҡ ваҡытта, Рәсәй матбуғатында әҙәм ышанмаҫлыҡ хәбәрҙәр, фән менән уртаҡлығы булмаған фаразлауҙар күп урын ала. Рәсми баҫмалар иһә зитҡа тейә торған мәсьәләләрҙе урап үтә. Алдау һәм күҙ буяу, бер булып, халыҡты миңрәүлек юлына этә.
Збигнев Бжезинский үҙенең “Бөйөк шахмат таҡтаһы. Американың хакимлығы һәм уның геостратегик императивтары” тигән китабында, хәҙерге донъялағы геосәйәси хәлгә баһа бирә барып, төрлө илдәр һәм берләшмәләрҙең киләсәктәге эш-ғәмәлдәрен фаразлап ҡарай. Был юлы ла ул Америка өсөн генә отошло тәҡдимдәр әйтә. Уныңса, ошо геосәйәси стратегияны бойомға ашырыуҙа мәғлүмәттең ни дәрәжәлә киң таралыуы һәм мәғлүмәт ҡоралының кем ҡулында булыуы хәл иткес роль уйнаясаҡ. Интернет системаһы нигеҙендә американдар күп милләтле корпорациялар, хөкүмәткә буйһонмаған ойошмалар, ғилми ҡорҙар булдыра. Әгәр ошо рәсми булмаған донъя системаһы формалашып бөтһә, Америка һәр йәһәттән берҙән-бер һәм һуңғы, тиңдәшһеҙ державаға әүереләсәк. Рәсәй Федерацияһы етәкселеге Американың оҙайлы, ентекле уйланылған һәм матди яҡтан нығытыла килгән геостратегияһына ҡаршы ҡуйырлыҡ саралар таба алмай, быға уның сәйәси ихтыяры ла юҡ, шикелле.
Был фекергә баҫым яһауымдың сәбәбе шунда: күҙгә күренеп көсөргәнеш ала барыусы мәғлүмәти һуғышта яңынан-яңы мәғлүмәти ҡоралдар ҡулланыла. Тимәк, унан һаҡланырға, йәмғиәттең, дәүләттең һәм кешенең хәүефһеҙлеген тәьмин итергә кәрәк. Хәҙер донъяла алып барылған мәғлүмәти ҡапма-ҡаршы тороу, мәғлүмәти террорлыҡ, кеше психикаһына, холоҡ-фиғеленә йоғонто яһарға тырышыуҙар ғәйәт көсәйгән осорҙа был айырыуса мөһим. Әгәр кешенең көнитмеше һәм эшмәкәрлегенең төп өлкәләренә мәғлүмәти ҡурҡыныс янай икән, йәмғиәт менән дәүләттең хәүефһеҙлеге лә ышаныслы була алмай. Әйткәндәй, мәғлүмәт сығанаҡтары, компьютер селтәрҙәре хәҙер үҙҙәре үк төрлөсә һөжүмдәргә тарый.
Әүәлерәк бөгөн бер ҡатлыраҡ ишетелгән: “Кеше бәхет өсөн тыуа”, — тигән һүҙ йөрөй торғайны. Кем бәхәсләшһен инде?! Балабыҙ яҙмышының бәхетле килеүе тураһында хыялланмайбыҙмы ла, һаулығыбыҙ, һәләтебеҙ һәм хатта үҙ яҙмышыбыҙҙы ла ошо хыялды бойомға ашырыуға бирмәйбеҙме ни? Һәр кемдең — үҙ юлы һәм үҙ йондоҙо. Кемдер тормошон еңел һәм күңелле, уның мәшәҡәттәрен күрмәй йәки уны булдырмау әмәлдәрен табып үтә. Күптәр көсөргәнеп, ҡан йотоп, түбәнселекле мәхрүмлектән һәм ҡурсалауһыҙлыҡтан арына алмай көн итә. Рәсәйҙәге күпселек халыҡ өсөн “ни хәл итергә?” тигән һорау иң мөһиме булып ҡала һәм уға яуап тиҙ генә табылмаҫтай.
Быуаттар тәжрибәһе һынағанса, кеше аңының өҫтөнлөклө рәүештә ыңғай кисерештәр йоғонтоһо аҫтында булыуы хәйерле. Өлгөнөң көсө — пропагандистик штамп ҡына түгел. Шуға күрә, мәҫәлән, кешеләрҙе тәрбиәләүсе булыуға дәғүә итеүсе матбуғат һәм әҙәбиәт һәр ваҡыт хеҙмәт, ижад, үҫеш тураһында бәйән итергә бурыслы. Хатта ығы-зығылы, көнсөллөк өҫтөнгә сыға барған йәмғиәттә лә аҙ ғына булһа ла яҡшылыҡ, семтем ҡәҙәр гүзәллек, һулып өлгөрмәгән игелеклелек үҫентеләре табыла ул. Тормош һис ҡасан да ҡараңғылыҡтан ғына тормаған. Таралмаҫ болоттар, иреп аҡмаҫ ҡарҙар булмай.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ


Copyrights © Редакция журнала "Ватандаш" 2000-2017