На журнал "Ватандаш" можно подписаться в любом почтовом отделении РФ. Индекс - 78384.//Подписка по каталогу «Почта России» через ФГУП по РБ для индивидуальных подписчиков.//Альтернативная (льготная) подписка через редакцию.






Яралы яҙмыш

 Йәйге көн һил, сыуаҡлы булып тыуһа ла, оҙаҡ ваҡыт Юрматы волосы старшинаһы Ғәлиәхмәт олатайҙың һис кенә лә кәйефе юҡ. Уйлап ҡараһаң, тирә-йүндә һиллек, тыныслыҡ хөкөм һөргән кеүек, уның үҙенең дә, уландарының да тормоштары теүәл, һәр кем донъя көтөргә тырыша, юҡты бар итергә ынтыла.
Бөтә бәлә Ғәлиәхмәттең сәләмәтлеге китеп тороуҙа шул. Тик торғанда эсе өҙөлөрҙәй булып һыҙлай башланы. Им-том менән ҡыланған Мөғлифә әбейҙе саҡырып, өшкөртөп тә ҡаранылар, уның да файҙаһы теймәне. «Күрәһең, минең генә көс етә торған зәхмәт түгелдер», — тип ҡуйҙы Мөғлифә әбей, ҡалалағы табиптарға мөрәжәғәт итеп ҡарарға ҡушты. Стәрлетамаҡтағы табиптар уға аппендицит ярһыуы барлыҡҡа килгән тигән диагноз ҡуйып, операция ла яһанылар. Һыҙланыу баҫылмай. Ғәлиәхмәт, «күрәһең, әжәлем сире ошолор инде», тип, балалары менән хушлашырға, бәхилләшергә ҡарар итте. Уландары үҙ ауылында, улары оҙаҡ көттөрмәне, ә Ҡанаҡай ауылына төшкән ҡыҙы Ғәйшә, Смаҡай ауылында йәшәгән кинйә ҡыҙы Ғәлиә ҡасан килеп етер икән?
Хәбәр ителгәс, барлыҡ балалары ла үҙ ваҡытында килеп етте. Барыһы ла ныҡ ҡайғыға төшөп, атаһының ҡарағастан һалынған оло өйөнә йыйылдылар. Һикелә ятҡан аталарының ябыҡҡан, аҡһыл төҫкә ингән йөҙөн күргәс, хафаланыуҙары үтә лә көсәйеп китте. Өндәшмәй генә ултырыштылар.
Ауырыу ятҡан еренән генә үҙенең хәле хаҡында белдерҙе лә, малдарын, йорт-йыһаздарын кемгә ҡайһылай бүлеүен бәйән итте. Аҙаҡ уларҙың быға нисек ҡарауҙарын, ризамы-түгелме икәнлектәре хаҡында белеште. Барыһы ла риза һымаҡ. Тик оло улы Шакир ғына атаһына, ҡабаланма, бәлки шәбәйеп китерһең, тигәйне, атаһы үҙенең хаҡлы булыуын әйтте.
Был хәл 1916 йылдың йәйендә булды.
Балалары күңелһеҙ генә таралышты. хәҙер ошо өйҙөң хужаһы булып ҡаласаҡ кесе улы Нурғәли генә атаһы эргәһендә ҡалды. Ул күңелһеҙ генә атаһы янына яҡынлашып ултырҙы. Ғәлиәхмәт торорға ынтылып ҡыбырлағайны, улы уны ипләп кенә кире ятҡырҙы. Ауырыу йүткереп алды ла телгә килде:
— Улым, башҡалар хаҡында әллә ни ҡайғырмайым... Бына һинең хәлең мине ныҡ борсой. Мин ошо уйҙарым менән китермен инде теге донъяға... — Улы уны һөйләүҙән тыйырға тырышып ҡарағайны, атаһы һөйләргә теләүен белдереп ишара яһаны ла, дауам итте. — Төрлө ауырлыҡтар тик һинең башыңа төшә бит, улым. Оло ҡыҙың Әлимә Ағиҙелгә батып вафат булды, улың да ниндәйҙер ауыр сиргә дусар, Зафура килен дә сирләп тора икән тип ишеттем.
— Тыныс бул, атай. Барыһы ла рәтләнер.
Әммә Нурғәли уйлағанса булманы. Атаһы вафат булды. Ҡатыны Зафура ла ауырыған көйөнә кесе улынан бушанғандан һуң оҙаҡ йәшәй алманы, ике кескәй генә улдарын етем итеп, баҡыйлыҡҡа күсте. Нурғәли үтә лә ауыр хәлдә тороп ҡалды. Донъя көтөргә кәрәк, бәләкәстәрҙе тәрбиәләү, кеше итеү бигерәк тә ҡыйынға төшәсәк.
Эш крәҫтиәндең ғаиләһендә килеп сыҡҡан ҡатмарлыҡтарҙа ғына түгел шул, бөтә Рәсәй илендә оло түңкәрелеш булыуҙа. 1917 йылда ике тапҡыр инҡилап булып, нисәмә йөҙ йыл хакимлыҡ итеп килгән батшаны алып ташланылар, илдә яңы власть барлыҡҡа килде. Илебеҙ халҡы икегә бүленеп, илдә граждандар һуғышы башланып китте. 1914 йылда тоҡанған Бөтә донъя һуғышында ҡатнашып, йәрәхәт алған Нурғәли ҡайҙа барырға ла белмәй, ауылда ҡалды. Әммә ауылда ла тыныс йәшәү мөмкин түгел. Бер көн ҡыҙылдар хакимлыҡ итһә, иртәгәһенә аҡтар килә, улар аҙыҡ-түлек, бесән таптыра. Ҡайҙан алмаҡ кәрәк... 20-се йылдарҙа Волга буйы өлкәләренең барыһында ла бығаса күрелмәгән аслыҡ башланып китә. халыҡ үтә лә ныҡ яфалана, аслыҡтан, ваба ауырыуынан ҡырыла. Нурғәли үҙенең ғаиләһен, бигерәк тә 5 йәшлек улы Муллағәлиҙе һаҡлап ҡалыу өсөн барлыҡ көсөн һала.
Етем ҡалған ғаиләгә хужабикә кәрәк, Нурғәли тирә-йүндәге ауылдарҙағы ҡатын-ҡыҙҙарҙы белешеп ҡараны, тик хәҙергә бер нәмә лә ҡылып булмай. Ҡайһы ауылға барһаң да — үлеш, ҡырылыш.
Шулай бер саҡ Нурғәли Ҡанаҡай ауылында йәшәгән Ғәйшә апаһына китте. Апаһы, билдәле инде, энеһенең хәлен, нисек йәшәп ятыуын һәйбәт аңлай. Уның тәүге һорауы: «Йә, нисек, үҙең менән донъя ауырлыҡтарын бергә еңерлек кеше тапманыңмы?», энеһенең яуабы: «Юҡ». «Мин бер ҡатынды таптым да ул. Тик уның менән һөйләшеүе үтә лә ҡыйын. Ул үҙе етем ҡыҙ, үгәй әсәһе уны ниндәйҙер бер алама ир хөкөмөнә биреп ебәргән. Ул әҙәм үтә лә йышылған бер мошенник булып сыҡҡан. Уны һөнәргә өйрәтәм тип алып киткән дә, аҙаҡ өсөнсө бисә итеү өсөн көс ҡулланып, ҡолға әйләндергән. Ике балаһы булғас, ҡаса ла, башҡа юл менән дә китә алмай икән. Эҙләй торғас, атаһы барып табып алып ҡайтҡан. Ә ул ҡатында, барлыҡ ир-аттар ҙа алдаҡсы, йыртҡыс, тигән фекер уйылып ҡалған. Үҙең барып һөйләшеп ҡараһаң, бәлки, берәй ҡарарға килерһегеҙ». Нурғәли ошо ҡатын менән һөйләшеп-килешеп, 1918 йылда кескәй малайҙарға әсәй алып ҡайта. Кескәйҙәр быға шат булдылар. Сәлимә лә үҙе үгәй әсәйҙе күреп үҫкәс, етем балаларға һәйбәт әсәй булырға тырышты.
Оло улын төрлө больницаларға йөрөтөп, бер ерҙә лә дауалай алмағас, уға шундай кәңәш бирҙеләр: Мәскәү янында ошондай ауырыуҙы дауалай алырҙай бер доктор бар икән. Нурғәли Миңлеғәли менән шунда китте. Ул докторҙы барып таптылар. Йыраҡтан килгән кешеләрҙе һәйбәт ҡаршы алды доктор. Был сирҙе дауалай алам, тине, тик бында йылдар буйы, бәлки унар йылдар буйы йәшәргә тура килер. Шулай итеп Миңлеғәлиҙе алыҫ ерҙә ҡалдырып ҡайта атаһы.
Муллағәли атаһына яраҙамсы булып, һәйбәт эштәр атҡарып йәшәне. 1919 йылда яңы власть ауылдарҙа яңыса уҡыта торған мәктәптәр аса башланы. Ҡарайған ауылында мәктәп рәүеше алырлыҡ бина булмаһа ла, ошо хаҡта уйлай башланылар. Тәүге мәлдәрҙә Өфө ҡалаһына эшкә сығып киткән Әхмәт Ҡотошовтың йортон файҙаланалар.
ХХ быуаттың 30-сы йылдарында синфи кластарҙы бөтөрөү буйынса кампания башланғас, ниндәйҙер ауылдың муллаһыныңмы, кулагыныңмы ҙур йортон Ҡарайғанға килтереп ултырттылар. Ул мәҙәни усаҡ, йәғни ауыл клубы булырға тейеш ине. Кистәрен унда йәштәр уйын ҡорҙо, кисәләр үткәрҙе, ә көндөҙөн балалар уҡый ине. Нишләмәк кәрәк, бары менән байрам, шулай бер ерҙә уҡыуҙы дауам иттеләр.
Ошо уҡ йылдарҙа Нурғәлиҙе лә, уның ике ағаһы Йыһангирҙы, Шакирҙы кулак яһап, малдарын, йорт йыһаздарын тартып ала башланылар. Старшина Ғәлиәхмәттең оло улы Шакирҙың атаһынан ҡалған тоҡомло йылҡы малдарын — колхоз өсөн, уртансы улы Йыһангирҙың һыйырын, өйөн ҡутарып алып киттеләр, Нурғәлиҙең атаһынан ҡалған һәйбәт йыһазландырып эшләнгән келәтен, тоҡомло үгеҙен алдылар.
Ете йәше тулғас, Муллағәли мәктәпкә барҙы, тик уҡытыусы «Һин теге кулак Нурғәлиҙең улымы ни, кулак балаларын мәктәпкә алмайбыҙ», — тип кире ҡайтарып ебәрҙе. Кемдер яҡлашып, берәй һүҙ әйттеме икән, бер нисә көндән Муллағәлиҙе мәктәпкә саҡырып, уҡырға алыныуын хәбәр иттеләр.
Муллағәли бик һәйбәт уҡыусы булып сыҡты, 1-се класта ярты йыл ултыр­ҙымы, юҡмы, уны икенсе класс балалары араһына ултырттылар. Ниндәй фәнде уҡырға тотонмаһындар, Муллағәли бөтә нәмәне белеп бөткән, шытырлатып уҡый, уның дәфтәре иң матур яҙылған һүҙҙәр менән тулы. Хисап эшләүҙе лә, төрлө илдәрҙе картанан күрһәтеү тиһеңме, тарих һандарын да аныҡ ҡына һөйләп биргән кем тиһең, әлеге шул Муллағәли инде. Башланғыс мәктәпте дүрт йыл уҡып тамамларға тейештәр, ә Муллағәли 2—3 йылда бөтөрөп тә сыҡты.
1926 йылда Муллағәли Ҡарайған ауылының башланғыс мәктәбен тамамлауы хаҡында документы булған үҫмер ине инде. Атаһы элекке мәҙрәсә шәкерттәренең уҡыуын иҫенә төшөрөпмө икән, «Улым, бер мәҙрәсәне тамамланың инде, хәҙер миңә ярҙам итеп эшкә төшһәң дә була», — тип уҡыуҙы бөтөнләй тамамлатып ҡуйырға уйланы. Йәйен Өфөлә эшләгән Әхмәт ағаһы отпускыға ҡайтҡайны, Муллағәлиҙе күрҙе лә хәл-әхүәлдәрен һорашып торҙо. Муллағәли ауыл мәктәбен тамамлауын һөйләне. «Хәҙер ни эшләргә уйлайһың инде?» — тип һораша ағаһы. «Әллә инде, атайым менән эшләргә уйлайым», — ти Муллағәли. «Ә уҡыуы ауыр булдымы?» — тип төпсөнә ағаһы. «Әллә, миңә уҡыу үтә лә еңел кеүек күренде», — тип дауам итә хәбәрен үҫмер. «Улай булғас, һиңә уҡыуыңды юғарыраҡ кластарға барып уҡырға кәрәк», — тип өгөтләй ағаһы. «Ә ҡайҙа барып уҡырға?»
— Стәрлетамаҡҡа юлланырға. Яҡын да инде беҙгә. Мин белешермен дә һиңә хәбәр итермен.
Август баштарында Әхмәт ағаһынан «мин Стәрлетамаҡтағы Ленин исемендәге мәктәптең директоры менән һөйләштем, һине килергә ҡушты», тигән хәбәр килде.
Ауыл мәктәбен тамамлау тураһындағы документын алып, Муллағәли Стәрлетамаҡ ҡалаһына, Ленин исемендәге мәктәпкә юлланды. Директор бүлмәһен эҙләп тапты. Унда инеп-сығыусы өҙөлмәй, үҫмер бүлмәнең ишеге төбөндә тора ла тора, һүҙ ҡата алмай. Директор уны күреп ҡалды ла:
— Нишләп тораһың унда, егет кеше? Кил әле бындараҡ, — тип үҙе эргәһендәге ултырғыстан урын күрһәтте. — Һин ҡайһы ауылдан әле?
— Ҡарайғандан.
— Әхмәт тигән ағайың һинең менән һөйләшкәйнеме?
— Эйе.
— Документтарыңды алдыңмы?
— Башланғыс мәктәпте тамамлауым тураһындағыһы бына.
Директор документты алып уҡып сыҡты ла:
— Ярар, ауыл советынан, табиптан справка алырһың да тағы килерһең. Хәҙер уҡытыу мөдиренә инеп һөйләш.
Муллағәли уҡыу-уҡытыу мөдиренә инеп, документтарын күрһәтте. Мөдир тағы ла уҡытыусылар саҡырҙы ла, уға төрлө фәндәрҙән һорауҙар биреп, имтихан һымаҡ нәмә ойоштороп, ҡайтарып ебәрҙеләр.
Шулай итеп, Муллағәли Стәрлетамаҡтағы Ленин исемендәге мәктәптең уҡыусыһы булып китте.
Зирәк бала яңы урында ла тиҙ генә үҙләшеп китте. Ятаҡҡа урынлашты. Унда төрлө төбәктәрҙән килгән яңы иптәштәр табып дуҫлашты. Уға кейем бирҙеләр. Дәреслектәргә лә эйә булды.
Оҙаҡламай уҡыу ҙа башланды. Ул бында бик тантаналы үтә икән. Майҙанға сығып, барлыҡ уҡыусылар сафҡа теҙелгән, яңы уҡыу йылы башланыу менән директорҙары ҡотланы, тынлы оркестр уйнап ебәрҙе. Кластарына күтәренке күңел менән шаулашып килеп тулдылар. Уҡытыусылар Башҡортостандың төрлө райондарынан килгән. Әллә ауылдары үҙҙәренекенән алыҫ булмағанғамы икән, Юрматы ауылынан килгән Ғариф Туҡтамышев уға үтә лә яҡын күренде, аҙаҡ уның менән һәйбәт дуҫ булып киттеләр.
Уҡыуҙар башланды. Һәр кластың йыйылыштары булып, үҙҙәренең етәксе органдарына вәкилдәр һайланылар. Муллағәли уҡыу комитетына ағза итеп, кластарында староста урынбаҫары, ятаҡта йәмғиәт комиссияһы ағзаһы итеп һайланды.
Ҡала шарттарында ла уҡыу ул тиклем ауыр түгел икән дә. Тәртипле булып, уҡытыусыларыңды иғтибар менән тыңлаһаң, иң ауыр күренгән фәндәрҙе лә үҙләштерергә мөмкин. Бөтә фәндәрҙән һәйбәт өлгәшкән яңы уҡыусының абруйы йылдам үҫә төштө.
Илдә репрессиялар башланғанын уҡыусы балалар әллә ни һиҙмәҫ тә ине. Репрессияға эләгеп, кәмһетелгән кешеләрҙе күреп-белгәс кенә, уҡыусы балалар Стәрлетамаҡ ҡалаһының һөргөнгә әйләнеүен аңланылар. Тарих буйынса — тарих фәндәре докторы, хәрби дәрестәрҙе — Балтик диңгеҙ флоты адмиралы, физика-математика фәндәре докторы уҡытты. Һөргөнгә ебәрелгән әҙәм балалары төрмәгә ябылырға тейеш түгел, уларҙың көнкүреше сикләнмәгән, улар үҙҙәре бығаса алған һөнәрҙәрен ҡайҙа ҡулланһын — мәктәпкә киләләр. Ә ул заманда Ленин исемендәге мәктәп үтә лә абруйлы күренекле уҡыу йорто. Ошондай фән өлкәһендә бейек үрҙәргә күтәрелгән шәхестәр менән аралашыу, уларҙың ҡыҙыҡлы лекцияларын тыңлау бығаса ауылда йәшәгән, шунда белем алған үҫмерҙәргә үтә лә ҡыҙыҡ һәм файҙалы. Дәреслектәрҙән, матур әҙәбиәттән таба алмаған хәбәрҙәрҙе, яңылыҡтарҙы улар мәктәптәрендә ишетеп, күңелдәренә ныҡлап һеңдерергә тырыштылар.
Әммә кешенең үҫеүен, алға барыуын күрә алмаған әҙәм аҡтыҡтары ла табыла шул. Берҙән-бер көндө шаҡ ҡатырғыс хәбәр таралды. Ҡотошовтың ауылдаштары уның хаҡында үтә лә яман һүҙҙәр менән хат яҙғандар, имеш. Күп тә үтмәне, Муллағәлиҙе директор Хамматов бүлмәһенә саҡырҙылар. Муллағәли ҡурҡып ҡына директор бүлмәһенә барып инде.
— Саҡырғайнығыҙмы, ағай? — тип һүҙ ҡатты.
— Эйе, саҡырғайным шул. Үт, ултыр. Ни өсөн икән тип аптырағанһыңдыр инде. Бына, ауылдаштарың хат яҙған. Кулак малайы күренекле уҡыу йортонда уҡырға тейеш түгел, тигәндәр ул хатта. Атайың шулай бай кешеме ни?
Ҡаушап төшкән Муллағәли бер арауыҡ өндәшә алмай өнһөҙ торҙо. Бер аҙ уйланып торғас:
— Атайымды кулак тип иҫәпләй алмайым. Эйе, башҡаларға ҡарағанда уның хужалығы етешерәк. Бер атыбыҙ, бер һыйырыбыҙ бар. Үгеҙебеҙ бар ине, уны һәм келәтебеҙҙе һүтеп алып киттеләр. Олатайымдан ҡалған өйөбөҙ бар ине. Ҡарағас бүрәнәләрҙән һалынған йорт ине ул, оҙонлоғо — 9 метр, киңлеге — 8 метр. Урыҫ ҡапҡабыҙ бар ине. Эргәһендә баҡсаһы үҫә, унда муйыл, сирен сәскә атып ултыра. Мин бында булған йылдарҙа ошо өйҙө лә тартып алғандар, атайымдар кескәй балалар менән кеше өҫтөндә йәшәп ята.
Хамматов уҡыусыһын бүлдермәй тыңланы. Уҡыусыһының һүҙҙәре дөрөҫ булһа, уны, ысынлап та, кулак категорияһына индереп булмай.
— Былай итәйек: хат килгән икән, уға беҙ яуап бирергә тейешбеҙ, комиссия төҙөп, һеҙҙең ауылға ебәреп тикшерттерербеҙ, шунан хәл итербеҙ. Хәҙергә уҡыуыңды дауам ит.
Бер нисә көн үтте. Муллағәлиҙе борсоған кеше юҡ. Әммә уның бер ҙә генә шат йөрөрлөк хәләте юҡ, көнө-төнө уйланы, уҡыу ҡайғыһы юҡ. Нисек хәл ителер уның яҙмышы? Бергә уҡыған иптәштәре лә унан ситләшкән һымаҡ. Тик Ғариф ҡына уны дәртләндерергә, күңелен күтәрергә тырыша.
Тормошта шулай инде, яманлыҡ менән яҡшылыҡ һәр даим көрәш алып бара. Тәү ҡарамаҡҡа яманлыҡ һәр саҡ өҫтөн сыҡҡан кеүек. Был осраҡта ла шулай булып сыҡты. Класс етәксеһе дәрестәрҙән һуң инде лә Муллағәлиҙең бер үҙен алып ҡалды.
— Һин мине оноттолар тип уйлайһыңдыр инде. Юҡ, онотманыҡ. Беҙҙең комиссия ауылығыҙға барған, тикшергәндәр. Ә теге ялыусылар һаман да этләшәләр икән. Үҙегеҙҙең район етәкселәренә лә хат яҙғандар. Унан да кешеләр килгән. Директор эште ҙурға ебәрмәҫкә уйлай, хәҙергә һине мәктәптән сығарырға бойороҡ яҙырға булған. Аҙаҡ күҙ күрер. Бер аҙ шау-шыу баҫылғас, был мәсьәләне тағы ҡарарбыҙ, ти. Шулай иттек. Хәҙергә хушлашабыҙ.
Мәктәптәге эштәрен бөтөрөп Муллағәли ауылына юл алды. Ауылда уны ҡайғыһыҙ-ниһеҙ ҡаршы алдылар. Атаһы бер ҙә көйәләнмәй һүҙ башланы:
— Улым, башың һау булһа, юҡҡа ҡайғырма. Уҡыуың былай ҙа етерлек. Бына крәҫтиән эшендә һөнәр табырһың. Беҙҙең алебастр яға торған шөғөлөбөҙ ҙә бар бит әле. Бошонма!
Эйе, тормош һин уйлағанса ғына бармай шул. Уның шундай көтөлмәгән ҡыйынлыҡтары ла бар икән. Бына бит, ниндәй һәйбәт шарттарҙа уҡып йөрөгән ерҙән, күршебеҙ Мәрзиә инәйҙең бәләкәй генә өйөнә килеп инеп, артабан ҡайһылай йәшәү мөмкинлеге хаҡында уйлап, йәшәп ҡара инде.
Өйҙә йәм тапмай, Ағиҙел буйына сығып китте үҫмер. Уның башынан директор ағайға һөйләгән фекере бер ҙә генә китмәй. Ул үҙенең фекере дөрөҫ тип уйлауынан кире ҡайтҡаны юҡ. Атайым кулак түгел! Тик атайым үҙе был хаҡта уйларға ла теләмәй. Нисек донъя тирә-йүндә үҙгәрешһеҙ ҡыбырлап ята, шулай булырға тейеш, уныңса. Хоҙай тәғәлә хурламаһа, әҙәм балаһының хурлауы оло ғазап түгел. Бына атайымдың философияһы ошолай. Ә миңә, йәш кешегә, ундай философия ҡулай түгел. Артабан ни булыр. Миңә ғүмер буйы шулай кулак малайы тигән исемде йөкмәп йөрөргәме ни? Юҡ, бының менән килешә алмайым мин. Ә нимә эшләргә һуң? Тимәк, килеп тыуған хәл менән килешергә лә, ошо шарттарҙа риза булып, эш башларға!
Муллағәли шулай хәл итте лә. Атаһы менән сағылға киттеләр. Иптәшкә Кәркә тигән ҡара аттарын, Алатай исемле эттәрен эйәрттеләр. Сағылда атаһының ерҙән эшләнгән мейесе, бешкән ташты төйә торған балталары, таш сығарыу өсөн кәйләһе, ломы, көрәк бар.
Алебастр эшләү еңел шөғөл түгел. Ул ер ҡаҙыу, таш сығарыу кеүек ауыр хеҙмәт менән бәйләнгән. Сағылдың меңәр йылдар баҫылып ятҡан таштарын ҡуптарып ташырға кәрәк. Теләһә ниндәй таш яғып, сифатлы алебастр алып булмай, уның ҡояшта янып, тимер киҫәгендәй тосланғаны ярамай, ер аҫтында һаҡланғанын табып сығарырға кәрәк. Ташылған таштарҙан мейес ҡороп, тәүлек буйына ут яғырға тейешһең. Таштар бешеп сыҡҡас, мейесеңде емереп, уларҙы балта менән туҡмап ваҡлайһың. Ошо таштар он һымаҡ булғас, уны иләк аша иләп, арбаға тейәйһең. Алебастр әҙер булды тигән һүҙ. Муллағәли ошо ҡатмарлы эштең иң кәрәклеһен — яндырыу эшен башҡара.
Оҙаҡ ҡына эшләне үҫмер ошонда. Ауылдағы үҙ тиҫтер малайҙарҙы ла күргәне юҡ. Стәрлелә танышҡан иптәштәренән дә хәбәр килмәй. Нишләп Ғариф килеп сыҡмай икән, тип юҡһына Муллағәли. Беҙҙең ауылға килгән хәлдә лә, мине сағылда нисек килеп тапһын инде. Шулайтып ғүмер бушҡа уҙа.
Ҡайһы берҙә улар янына Йыһангир бабайы килеп, ярҙамлашып йөрөй. Кистәрен ут яғып, усаҡ янында үҙҙәренең йәшлек ваҡытында булған ваҡиғаларын һөйләшеп ултыралар. Атаһының һуғыш заманында күргән михнәттәрен, Йыһангир бабайының Ҡара диңгеҙ флоты матросы сифатында күргән сәхифәләрен тыңлай Муллағәли. Тик уларҙы яҙып алыу мөмкинлеге генә булмаған шул.
Бер төндә бик тә матур төш күрҙе үҫмер. Ул үҙҙәренән алыҫ булмаған Торатау башына менгән, имеш. Унан шул тиклем йәмле күренеш асыла. Ана үҙҙәренең ауылы, арыраҡ — Стәрлетамаҡ... Тағы ла әллә ниндәй ҙур һәм кесе ауылдар ята. Ҡапыл ул ҡош кеүек осоп китте лә ошо алыҫта күренгән йорттар өҫтөнән еңел генә рәхәтләнеп елә, имеш. Уянғас, төшөн иҫенә ала ла, ниндәйҙер шатлыҡлы хәл булыр кеүек һиҙенә. Атайыма һөйләйемме икән, тип уйлап ҡуя ла, тағы кире ҡайтауыллай.
Төш етәрәк уларға табан бер атлы әҙәмдең йүнәлеүен абайлап ҡалды Муллағәли. Кем булыр, аты ла таныш түгел. Яҡыныраҡ килгәс, тарантастағы кешене танығандай итте. «Бәй, Хамматов ағай ҙа инде. Нисек был яҡтарға килеп сыҡты икән? Әллә яңылышаммы? Эргәһендә ултырған малай күршебеҙ Камалетдин бабайҙың улы Ислам да баһа».
Хамматов ағай, һикереп төшөп, атаһы менән күреште лә, үҫмер алдында туҡтап, һүҙ ҡатты:
— Әйҙә, киттек, Ҡотошов, ҡалаға, етер, бында эш бөтмәҫ, һиңә уҡырға кәрәк.
— Ҡыуып ҡайтарҙығыҙ ҙа инде, ағай. Мин унда ни эшләрмен?
— Әйттем бит уҡырға кәрәк тип. Ә беҙгә отличник кәрәк.
— Ә тағы ла кулак малайы тип ҡыуа башлаһағыҙ?
— Ул күңелһеҙ ваҡиғаларҙы онот, Ҡотошов. Бөтәһе лә асыҡланды. Һин ғәйепле түгел бында, хатта кулак тип атаған атайыңдың да ғәйебе юҡ, — тине лә Хамматов ағай, бер нәмә лә аңламай аптырап ҡарап торған атаһына ҡараны.
— Кем, ҡустым,тағы ла баланың күңелен болғатып, ҡайғыға һалып, көйәләндерергә булдығыҙмы ни?
— Юҡ, ағай, хафаланмағыҙ, барыһы ла һәйбәт, ул уҡып, илебеҙгә кәрәк, һәйбәт һөнәргә өйрәнгән кеше буласаҡ.
— Әллә инде, быға тиклем ул бик бөтөрөнөп йөрөнө, ә мин уға үҙем белгән һөнәрҙәрҙе өйрәтергә тырыштым, ул хәҙер оҫта крәҫтиән дә, бына ошо ерҙә алебастр яғыу һөнәренә өйрәнгән һәйбәт кочегар ҙа.
— Йә, йыйын, Ҡотошов, ниңә аптырап ҡалдың? — тип директор Муллағәлигә өндәште.
Муллағәли һаман өнһөҙ, аптырап тора.
— Улым, ошондай оло ғилемле ағайың үҙе килгәс, ышанырға кәрәктер инде. Йыйын да, әйҙә, юлға сыҡ. Кешене көттөрмә.
— Ышанып булһа, был бик шатлыҡлы ваҡиға минең өсөн, киттек.
Кәмһетелеп, хурланған бала әйләнеп үҙ урынына ҡайтты. Онотолоп барған уҡыу тигән нәмәгә яңынан тотондо Муллағәли. Байтаҡ ҡына ваҡыт уҡыуын ҡалдырһа ла, класташтарын ҡыуып етте. Элеккесә иптәштәре менән аралашып, күңелле генә йәшәп китте. Уҡытыусылар ҙа, директор ҙа уға иғтибарын арттырған кеүек ине.
Класс етәксеһе бер көндө Муллағәлиҙе кластарында ҡалдырып:
— Ҡотошов, һин комсомол сафына индеңме ул? — тип һораны.
— Юҡ, ул хаҡта уйлағаным да юҡ минең, — тип яуапланы үҫмер.
— Уйларға кәрәк, комсомол сафына инеү хаҡында ғариза яҙ.
— Ундай юғарылыҡҡа үрелергә лайыҡлы түгел бит мин, апай.
— Лайыҡлы һин, бик лайыҡлы, уйла, ғәмәлгә ашыр.
Ошо осрашыуҙан һуң бик күп уйланды Муллағәли. «Бына бит тормош ниндәй ҡыҙыҡ икән. Комсомолға индем тип атайыма әйтһәм, ул нимә тиер икән? Уны ҡыйырһытҡан, малдарын, йортон алып, өйөнән ҡыуып сығарған әҙәм балалары үҙҙәрен «беҙ комсомолдар» тип күкрәк ҡаҡты түгелме? Хәҙер килеп, үҙенең улы шулар сафына баҫҡан, имеш. Комсомолға инеү хаҡында ғариза яҙманы үҫмер.
Тағы бер уҡыу йылы уҙҙы. Мәктәптең Стәрлетамаҡ районында ҙур ғына ере бар, шунда бойҙай сәскәндәр икән. Каникул мәлендә шул бойҙай баҫыуы янына йыйылырға ҡуштылар. Ауылға ҡайтып, атаһына ярҙамлашып йөрөнө лә, Муллағәли август баштарында мәктәбенә юлланды. Иптәштәре лә йыйылған. Уларҙы Күсәбай ауылына алып киттеләр.
Ауылдан алыҫ түгел ерҙә үҙҙәренә ҡыуыш яһап, эшкә тотондолар. Һәйбәт уңған бойҙайҙы уралар, уны ырҙын табағына ташып һуға ла башланылар. Кистәрен уйын ҡоралар, йырлашалар, бейейҙәр.
Көрәшергә тотондолар ҙа баһа үҫмерҙәр. Үҙ ауылдарында көрәшеп өйрәнгән Муллағәли ҡарап торҙо ла, таҫтамал алып сыҡты бит көрәшкә. Бер иптәшен алып ырғытты, икенсеһен, өсөнсөһөн. Йәшкә олораҡ булған Сафин килдеп баҫты бит бер заман. Ул кәүҙәгә лә Муллағәлиҙән тосораҡ. Уның менән көрәшергә риза булмайынса ситкә китте. Иптәштәре ҡуймай ҙа баһа.
— Әйҙә, Ҡотошов, алып ырғыт әле Сафинды!
— Ниңә ҡурҡаһың, етмәһә комсомол үҙе! — тип ҡысҡырышалар. Кире әйләнеп килде Муллағәли. Таҫтамалын ҡулына алдып, баһадир Сафин алдына килеп баҫты. Бына таҫтамалдарын ҡаршыла торған көрәшсенең биленә һалып, уңайлыраҡ мәлде көтөп, майҙан буйлап тегеләй-былай әйләнәләр. Муллағәли, ҡулындағы таҫтамалын нығыраҡ ҡыҫып, Сафинды ырғытам тип ынтылғайны, тегеһе үҫмерҙең ҡыҫымынан ысҡынып, үҙе таҫтамалын ҡыҫа башланы. Муллағәлиҙе алып ырғытайым тип юҫҡыныуы булды, көрәштәше аяғына барып баҫты ла, ҡапыл йығыла башланы. Йығылыуын йығылды, әммә тора алмай. «Аяғыма баҫа алмайым», — тине Муллағәли. Тубыҡтан аҫҡы яғы ауыртмай, өҫкө яғына ҡул менән тейеп ҡарайҙар, тик һыҙланыуҙан көрәшсе ҡысҡырып уҡ ебәрә. Ауылға алып барҙылар. Тәжрибәле им-томсолар ҡарап, Муллағәлиҙең аяғы бот төбөнә яҡыныраҡ ерҙә һынғанлығы беленде. Уны ҡалаға дауаханаға алып барҙылар.
Шулай итеп, Муллағәли каникулын гипста ятып уҙғарҙы. Иптәштәре килеп, уның күңелһеҙ минуттарына бер аҙ еңеллек өҫтәп китә торҙолар. Уҡыу башланғас, сентябрь аҙаҡтарында гипсын алғайнылар. Ҡултыҡ таяҡтары менән яңынан йөрөргә өйрәнде Муллағәли. Һаман да койкала ятыу ялҡытып киткәндер инде, бер көндө сығып китте бит мәктәп яғына. Шунда барғанда, таҡырыраҡ ерҙе үткәндә йығылып киткән дә баһа. Тағы гипсланды үҫмер. Был юлы атаһы килеп, улын ауылға алып ҡайтып китте. Үҙҙәре лә кеше өҫтөндә булыуға ҡарамаҫтан, бәләкәй генә өйҙә, бер мөйөштә урын табып, койка ҡуйҙылар. Ошонда ярты йыл ятты гипслы ауырыу. Аҙаҡ клиникала шул беленде: һынған аяғының һөйәктәре аймылыш булып үҫеш алған, бер аяғы биш сантиметрға ҡыҫҡа булып ҡалған.
Муллағәли үҙ иптәштәренән артта ҡалмай, имтихандарын һәйбәт биреп, уҡыуын дауам итте. Тағы бер йылдан мәктәпте тамамлау имтихандары булды. Муллағәли башҡа иптәштәре менән бергә имтихандарҙы биреп таныҡлыҡ алды. Унынсыла уҡығанда комсомол сафына ла алынды.
Мәктәпте тамамланы, хәҙер ҡайҙа барырға? Ишембайҙа нефть табылып, күп кенә ауылдаштарының нефтсе булып китеүе тәьҫир иттеме, Муллағәли геолог булырға дәртләнеп китте. Әммә ундай уҡыу йорто яҡын-тирәлә юҡ. Свердловскиҙа, Ленинградта ғына бар икән. Комсомол сафына инеүен дә, уҡырға алыҫҡа китергә уйлауын да атаһына әйтмәне ул.
Күтәренке күңел менән мәктәп директоры Хамматовҡа инеп, үҙенең хыялдарын һөйләне. Ул Муллағәлиҙең уйҙарын хупланы.
— Ниндәй генә уҡыу йортона барһаң да, барыһында ла уҡый алаһың, хуп­лайым, — тине директор ағаһы. — Бар, тәүге йылдарҙа материаль яҡтан ярҙам да итербеҙ.
Ленинградҡа килде Муллағәли. Мәктәпте отлично билдәләренә тамамлаған үҫмерҙе имтиханһыҙ алдылар. Тик уҡып сығып, геолог булыу насип булманы уға. Ошо йылдарҙа фин һуғышы башланып китте, уҡыу өсөн түләү кәрәклеге хаҡында указ сыҡты. Ленинградтағы уҡыуҙы ҡалдырып, Өфөгә ҡайтты Муллағәли.
Өфөлә пединститутҡа тарих факультетына инде. Институтта уға бик иғтибарлы, илтифатлы ҡаранылар. Тарих лабораторияһына лаборант итеп алдылар, әҙ булһа ла аҡсаһы килә. Шул йылдарҙа урындағы Советтарға депутаттар һайлау булды. Уны Өфө ҡала Советы депутаты итеп һайланылар. Хатта коммунистар партияһына кандидат итеп ҡабул иттеләр. Уҡытыусылар араһында ла, иптәштәре араһында ла уның абруйы ныҡ күтәрелде. Студенттар араһындағы әҙәбиәт түңәрәгенә йөрөп, әҙәби әҫәрҙәр яҙа башланы. 1941 йылдың йәйендә институттың бөтә курстарын үтеп, дәүләт имтихандарына инергә тип торғанда Бөйөк Ватан һуғышы башланып китте. Имтиханға әҙерләнеп, тәүге имтиханға барам тип йөрөгәндә хәрби комиссариатҡа саҡырҙылар. Уны хәрби училищеға ебәрергә уйлағайнылар, бөгөн, хәҙер үк фронтҡа китәсәген әйтте (үҙенең уң аяғының зәғифлеген, 5 сантиметрға ҡыҫҡа булыуын өндәшмәне). Шулай итеп, немецтар донъя­ны үҙ ҡулдарына алып, Европа халыҡтарын үҙҙәренә буйһондорорға тырышып, Советтар Союзына баҫып инеп, уның баш ҡалаһы Мәскәүгә ынтылғанда Муллағәли һуғыштарҙың уртаһында ҡайнаны. Мәскәү янында ауыр йәрәхәтләнеп, госпиталгә оҙатылды. Уларҙың береһенән икенсеһенә күсә торғас, Өфө госпиталдәренең береһенә килеп етеп, дауаланып сыҡты. Табиптар менән һуңғы һөйләшеүҙә: «Һинең яраларың үтә лә тәрән, һине беҙ армия сафында хеҙмәт итеүҙән азат итә алабыҙ», — тинеләр. «Рәхмәт мине сәләмәтләндереүегеҙ өсөн, — тине яугир, — бөтөнләй мине сафтан сығарып ташламағыҙ әле, барлыҡ халыҡ баҫып алыусыларға ҡаршы көрәшкәндә мин ситтә ҡала алмам». Ауылға ҡайтып ғаиләһенең хәлен белде лә, комиссариатҡа барҙы. Үҙенең яңынан фронтҡа китергә теләүен белдерҙе. «Мин үҙемдең полкымды эҙләп табырға теләйем», — тине ул. Үҙенең полкын эҙләп табып, Великие Луки янындағы һуғыштарҙа ҡатнашып, аҙаҡ Балтик буйы фронтындағы полкка барып эләгеп, Латвияның, Литваның күп кенә ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашып, инде дошмандың ояһы булған Берлинға барып етербеҙ, тип торғанда, уларҙың дивизияһына «юлға сығырға әҙерләнегеҙ», тигән бойороҡ килде. Ҡайҙа барасаҡтарын да белмәй, әҙерләнеп, тимер юл станцияһына киттеләр. Вагондарға тейәлеп, юлға сыҡтылар. Илебеҙҙең икһеҙ-сикһеҙ оҙон юлдарын үткәндә аңланылар — Японияға баралар икән. Бара торғас Маньчжурия киңлектәренә килеп еттеләр. Муллағәли 1946 йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
Муллағәли Нурғәли улының һуғыштан һуңғы тормошон тасуирлап яҙа башлаһаҡ, бик оҙонға китер. Ҡыҫҡаса ғына һанап үтәйек: һуғыштан һуң ул Көйөргәҙе районының Таймаҫ урта мәктәбендә уҡытыусы, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, директор, Стәрлетамаҡ районы Талас мәктәбендә директор, Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-уңғар урта мәктәбендә уҡытыусы була, Стәрлетамаҡ Мәҙәниәт-мәғариф мәктәбендә эшләй. 1955 йылда Маҡар районына (хәҙер Ишембай районы) әйләнеп ҡайта. Ошо райондың Әхмәр урта мәктәбендә директор урынбаҫары, директор булып эшләй. Артабан Ҡанаҡай һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә директор урынбаҫары була. 1967 йылдан башлап пенсияға сыҡҡан көнөнә тиклем Ишәй урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы булып хеҙмәт итте.
Өйләнеп, алты балаға атай булып, уларҙы тәрбиәләп үҫтереүгә күп көс һалған ир-ат булды Муллағәли.
Оло йөрәкле, үҙ иленә, һөнәренә тоғро, йәштәр өсөн өлгө булырлыҡ Муллағәли Нурғәли улы яҡты донъяла оҙаҡ йәшәй алманы, 61 йәшендә генә, 1977 йылда баҡыйлыҡҡа күсте. Ҡәбере тыуған ауылы Ҡарайғанда.
Тыныс йоҡла, яугир, йәнең йәннәттә булһын.

Рамазан ҠОТОШОВ


Copyrights © Редакция журнала "Ватандаш" 2000-2017