На журнал "Ватандаш" можно подписаться в любом почтовом отделении РФ. Индекс - 78384.//Подписка по каталогу «Почта России» через ФГУП по РБ для индивидуальных подписчиков.//Альтернативная (льготная) подписка через редакцию.






Бригада өйрәһе (повесть)

 Һуғыштың дүртенсе йылында Икенсе бригада аймағы халҡы һирәгәйеп ҡалды, ауыл тәрән тынлыҡҡа сумды. Тәҙрәләренә тиклем ҡар ҡаплаған иҫке бәләкәй йорттарҙа тормош юҡ, булыуы ла мөмкин түгел һымаҡ ине. Кемдеңдер ҡыйығынан сыҡҡан хәлһеҙ төтөн генә, беҙ бар, беҙ тере әле, тип белдергән төҫлө...
Һуғыш иген баҫыуынан һабансыны, сәсеүсене айырып, үҙенең снарядтары, бомбалары телгеләгән алыш яланына алып китте. Һөҙөмтәлә йәш һалдаткалар, үҫмер ҡыҙҙар, малайҙар колхоз баҫыуҙарының һабансылары, сәсеүселәре булып китте, һәм ер, ир-ат хужа юҡлығын һиҙгән кеүек, уңышын ҡырҡа кәметте. Сөнки ул тейешенсә тәрбиәләнмәне.
Аслыҡ ауылға йылан ише йәшерен һәм яйлап килде. Әммә аслыҡ иген уңмаған йылдың киләһендә, үткән йылда уҡ, булған ҡойто запастарҙы ашап бөткәндән һуң башланғайны. Элекке йылдарҙағы йотлоҡто кисергән ололар, һуғыштың аслыҡ та алып килгәнен белгәнлектән, ҡарышмай ғына түҙҙе, үҫмерҙәр ашарлыҡ бөтә ризыҡты фронтҡа ебәреп торғанды аңланы, ә туҡ тормошто саҡ-саҡ ҡына иҫләгән балалар, беҙҙең икмәкте насар немец тартып алды, тип уйланы. Бәй, аталары әлеге икмәкте кире ҡайтарып алыр өсөн һуғышҡа китте лә инде. Улар ашарға теләй, иртәнән кискә тиклем тик ашау тураһында ғына уйлай һәм ас илау менән әсәләренең йәндәрен телгеләй.
Һуғыш аслыҡ менән бергә ауырыуҙар ҙа алып килә. Һуғышҡа тиклем дә үпкә сире — чахотка тотош ғаиләләрҙе ҡыра торғайны. Унан бер нисек тә дауаланып булмай. Ҡарттар әүәле, батша заманында, башҡорттар был ауырыуҙың нимә икәнен дә белмәне, тип һөйләй, баҡһаң, ул бөтөнләй булмаған икән. Берәүҙәр был сирҙе араҡы менән бергә завод эшселәре килтерҙе, икенселәр — халыҡ буйһонмаған өсөн уны большевиктар йоҡторҙо, тип ышандырырға тырышты.
Был хәйерһеҙ сир кулак итеп һөрөлгән Низаметдин менән Мөнирәнең ҡыҙы Минзифаны ла урап үтмәне. Һуғыш башланыр алдынан ғына ҡайҙалыр Себер тарафтарында шахтала эшләгән еренән әйләнеп ҡайтты Низаметдин һәм мунса дәүмәлендәге бәләкәй йортта йәшәй башланы — элекке «кулак йорто»н уға кире ҡайтарманылар. Әммә оҙаҡламай серегән-телгеләнгән үпкәһен йүткерә-ҡаҡыра үлеп тә ҡуйҙы. Әлеге сир, күрәһең, атаһынан йоғоп өлгөрҙө Минзифаға. Йоҡто ла, ҡасан да булһа тышҡа сығыр өсөн, ҡанына һеңеп боҫто-йәшенде. Йәш, шаян, көләкәс, йырсы ҡыҙ үҙенең ауырыясағын белмәй, үҙе һымаҡ үк көр тауышлы, грамоталы Миңлебай Рәхмәтуллин тигән егеткә кейәүгә сығып, малай табырға өлгөрҙө. Ҡырҡ икенсе йылда иренә ҡара ҡағыҙ алғас, Минзифаның йөҙө ҡарайҙы, тамам һағышҡа батты һәм бына ошо мәлдә ҡайҙалыр боҫоп ятҡан чахотка үҙен һиҙҙерҙе лә инде.
Тәүҙә төрлө үлән ҡайнатып эсте, алоэ, тәҙрә төбөндәге көршәктәрҙә үҫкән йөҙйәшәр гөлдө ашап дауаланырға тырышты. Әммә ярым ас йәшәү, ирен юғалтыу ҡайғыһы сирен еңергә мөмкинлек бирмәне. Ваҡыт үтә килә һағышы баҫыла ла төштө һымаҡ, тормошоноң берҙән-бер мәғәнәһе улы, алты йәшлек Рифаты икәнлеген аңлап, бөтә булмышы менән уны ҡарау хәстәренә сумды. Йылға аръяғына сығып үлән сапты, уны ҡул арбаһында ташыны, колхоз эҫкертенән һалам килтерҙе. Ә бына утын әҙерләү ҡыйын ине. Идараға килеп колхоз рәйесенә, алтмышына яҡынлаған, фронтҡа алынған Рамаҙан урынына ҡалған Юныс ҡартҡа өндәшергә мәжбүр булды: һуғышта һәләк булған фронтовик ғаиләһенә, зинһар, ярҙам итегеҙ. «Ярҙам итербеҙ, ярҙам итергә тейешбеҙ, — тип яуапланы Юныс ҡарт. — Тик бына ун саҡырымдағы утынға кемде ебәрәйек икән һуң? Ҡыш етмәгән... Ярҙам итербеҙ, саҡ ҡына сабыр ит...»
Күптән түгел баҡыйлыҡҡа күскән Мәғрифә ҡарсыҡтың ихатаһында иҫке мунсаһы ултыра сереп. Шуны һүтеп, Минзифаға ташынылар. Ике һаплы бысҡы менән Минзифа нәҙек бүрәнәләрҙе яңғыҙы бысып, өйөп ҡуйҙы. Йәш картуфты июлдә уҡ ашай башланылар. Хәҙер Минзифа, үҙе менән ни генә булһа ла, ҡышты йылыла һәм ул тиклем дә асыҡмай үткәрә алырбыҙ, тип тынысланды. Икмәк, әлбиттә, булмаясаҡ, әммә һөт, ҡатыҡ менән картуф үлергә бирмәҫ.
Бер көн уларға бригадир — һуғышҡа ярамаған Шәрифулла ҡарт керҙе. Ул Икенсе бригаданың эш-мәшәҡәттәрен үҙенең көсһөҙ яурындарына һис һалырға теләмәй ине («Мин ниндәй бригадир инде, мине кем тыңлаһын»), трудармия тураһында ишара яһағас ҡына, унда уның һымаҡ оло йәштәгеләрҙе алырға тейеш түгелдәрен белмәйенсәме, әлеге вазифаға ризалашырға мәжбүр булған ҡарт ул. Нисектер бер ваҡыт идарала бронь арҡаһында фронтҡа алынмай ҡалған ауыл советы рәйесе Лоҡманов, нишләп һиндә ашлыҡ һуғырға берәү ҙә сыҡмай ул, тип әрләүенә, ҡарт: «Кемде мәжбүр итәйем, барыһы ла ас, эшкә хәлдәре юҡ. Һуғышҡа тиклемге һымаҡ уларға ла өйрә бешерһәк, сығырҙар ине», — тип яуаплаған. Лоҡманов уға былай тигән: «Һуғыш, бабай, бер кемде лә йәлләмәй. Әгәр һуғышта командирҙар ҡыҙылармеецтарҙы һинең һымаҡ йәлләһә, беҙ фашистарҙы туҡмай алмаҫ инек!» — «Уны ғына аңлайым, тик кешеләр бит шешенә башланы», — тигән ҡарт. Шул көндән алып ырҙын табағында ла, иген һуғыуҙа ла төшкөлөккә бригада өйрәһе бешерә башланылар. Тимәк, Шәрифулла ҡарттың дәлилдәре башлыҡҡа тәьҫир иткән.
Шәрифулла иҫәнләште лә ҡыйыуһыҙ ғына һораны:
— Һеҙ нисек, асығаһығыҙмы?
— Аллаға шөкөр, алты ҡапсыҡ картуфыбыҙ сыҡты, һыйыр һауҙыра, икмәкте күргән юҡ.
— Нисек тә түҙегеҙ инде. Ана, гәзиттәрҙә, немецты Польшала туҡмайҙар, тип яҙалар. Германияға ла йыраҡ ҡалмай. Бәлки, Миңлебай ҙа ҡайтып төшөр...
— Ҡағыҙҙа «һәләк булды» тип яҙылғас, нисек ҡайтһын?
— Ҡағыҙ — ҡағыҙ инде ул. Яңылышыуҙары ла ихтимал. Ана, скрипкасы Шәйәхмәткә лә ҡағыҙ килгәйне бит, ә ул Өфөлә госпиталдә ятҡан... — тине бригадир. Шунан йәнә ҡыйыуһыҙ ғына өҫтәне. — Минзифа, ырҙынға сыға алмаҫһыңмы икән? Әтеү гел бала-саға бит. Ул балаларҙан ни фәтүә? Хәҙер унда өйрә бешерәләр. Малайыңды ла ал, эсегеҙгә йылы аш инер.
Тәүге ҡырауҙарға тиклем Минзифа ырҙында эшләне. Ашлыҡты сорттарға айырҙы, уны киптергескә ташыны, киптергестән — амбарҙарға. Сентябрҙә тамағынан ҡан китте һәм, тамам хәлһеҙләнеп, түшәккә йығылды. Хәтерендә ҡалдырырға тырышҡандай, улының йөҙөнә текләп ятыуҙы ғәҙәт итте. Мин үлгәс, балаҡайым яңғыҙы нисек кенә йәшәр икән, тип хафаланды һәм бер көн уға үҙенең ҡайғыһын әйтте лә.
— Әсәй, үлмә! Атайым ҡайтасаҡ! — ҡысҡырып уҡ ебәрҙе Рифат уның һүҙҙәренән һуң. Әлбиттә, улы бындай һүҙҙәрҙе көтмәгәйне.
— Һин ҡайта, тигәс, эйе, ул мотлаҡ ҡайтыр. Һуғыштан һуң матур тормош килер, элеккесә күңелле йырҙар йырларбыҙ. Атайың менән икәүләп йырлаған һымаҡ. Бесәнгә барабыҙ — йырлайбыҙ, ҡайтҡанда — йырлайбыҙ. Атайыңдың тауышы матур ине. Ҡунаҡта йырлаһа, эскән ирҙәр илай торғайны. Бер ваҡыт хатта клубта ла йырланы. Өфөнән ниндәйҙер ағайҙар килеп, моңло кешеләрҙе эҙләп йөрөнө. Атайыңдың Өфөгә китеүе лә бар ине, һуғыш ҡупмаһа, китер ҙә ине...
Ауырыған көйө улына кейем йүнәтте. Иренең салбарын бәләкәйләтеп текте, сарыҡтарын рәтләне, пальтоһы менән ботинкалары әлегә ярарлыҡ. Октябрҙә үк беренсе ҡар төшөп, һалҡындар килде, һыуытты. Минзифа мейес башына менергә мәжбүр булды. Ноябрҙә инде ҡаты һыуыҡтар китте, йылға туңды, сана юлы төштө. Ҡышҡы һыуыҡтар етеүгә утындары бөттө. Кипкән ағас тиҙ генә дөрләп янып бөтә, әммә йылыһы юҡ. Күптәр, алыҫ урмандан утын ташыу мөмкинлеге булмағас, йылға аръяғындағы ваҡ ҡыуаҡлыҡтарҙы ҡырҡты ла ҡул санаһында өйөнә ташый башланы.
— Әсәй, мин дә йылға аръяғына кипкән ереккә барайым, — тине Рифат бер көн.
— Бар. Тик аяғыңа сабып ҡуйма. Балта менән һаҡ ҡылан, — тине Минзифа.
Йылға аръяғындағы бөтә нәмә — ерек, ҡайын ағастары, әлморон, ҡарағат, энәлек ҡыуаҡтары Рифатҡа йәйге хәтирәләр буйынса таныш. Саҡ ҡына эскәрәк инһәң — баланлыҡ. Уны бешер-бешмәҫ көйө көҙҙән үк йыйып алып бөткәндәр, ҡалғанын ҡоштар сүпләгән. Малай ҡарт муйылды таныны. Йыуан олонло, тарбаҡ-тарбаҡ ботаҡлы ағас иҫән әле, ҡоромаған, йәйҙең йәйе мул бирә емеште. Малайҙар кинәнеп ашай ҙа, ҡарайған тештәрен күрһәтеп йылмая торғайны. Хәҙер ул яланғас, бигүк матур ҙа түгел, япраҡтары ла, ап-аҡ сәскәләре лә юҡ. Ул яҙға тиклем йоҡоға талған. Рифат ағасты тотоп ҡараны — тәне йылы һымаҡ ине. Туңған, бөрөшкән бер нисә емеше лә бар, тик бейектә, буй етерлек түгел. Йәй уның башына үрмәләп менеп, ботаҡтарын һындыра инеләр. Әле аҫтараҡтарын өҙөп ауыҙына ҡапты ла шығырҙатып сәйнәне — емештән йәй еҫе килде. Унан бер нисә бөртөк әлморон тапты, әҙ-мәҙ ҡарағат. Бөтәһе лә йәйгесә булһа икән, йәки Аллаһы Тәғәлә, беҙҙе йәлләп, ботаҡтарға ҡоймаҡтар, еләк бәлештәре элеп сыҡһа икән ул...
Ҡоро ерек ағастарын ҡырҡып йә һындырып, санаһына тейәп ҡайтты. Ә уйы менән күптән өйҙә: бына ул ҡайтып инә, атаһы ла ҡайтҡан, уны көтөп ултыра...

Бер көндән йәнә йылға аша сығып, теге көндә туҡтаған урынынан эскәрәк, шырлыҡ араһына инде. Һәм шунда йәйенке тажлы бейек үҫемлек күрҙе. Ҡурай! Унда көйҙәр уйнап була. Ауылдарында күпселектә гармун уйнайҙар. Туйҙарҙа, байрамдарҙа Шәйәхмәт кенә скрипкала һыҙҙыра. Ҡурай тарта белгән берҙән-бер кеше лә шул Шәйәхмәт.
Рифат ҡурайҙы ҡырҡып алды ла өйөнә алып ҡайтты.
— Атайың иҫән булһа, һиңә гармун һатып алыр ине, — тине әсәһе.
— Ул иҫән, ул иҫән! — тип ҡысҡырҙы Рифат.
— Һин иҫән, тигәс, тимәк, иҫәндер, ысынлап та, — тип йөпләне әсәһе тәрән көрһөнөп.
Шәйәхмәт йылға яҡлап тыҡрыҡтан өсөнсө өйҙә йәшәй. Ҡурайын тотоп, Рифат уға китте. Ҡатыны, Сәкинә апай, унан әсәһенең хәлен һораны.
— Ята, ауырый, — тип яуапланы малай һәм скрипкасыға өндәште. — Шәйәхмәт ағай, мине ҡурайҙа уйнарға өйрәт әле.
Шәйәхмәт кипкән үләнде әйләндергеләп ҡараны ла:
— Был уйнамаясаҡ, — тине. Ә Рифат, кәйефе төшөп, ишеккә боролғайны, — туҡта, китмәй тор, — тигәнен ишетте. — Сәкинә, ҡурайҙы алып бир әле. Бына был ысын ҡурай! — тине Шәйәхмәт. — Өфөлә госпиталдә ятҡанда Сибайҙан бер башҡорт бүләк иткәйне. Эсендәге яраһы ҡаты ине, бер ҙә бөтәшмәне. Ҡатыны уға өйөнән ошо ҡурайҙы алып килде һәм ул яралылар өсөн уйнай башланы. Яралы башҡорттар уны тыңлап илай торғайны... Мине лә өйрәтте. Сыҡҡанда, «Шәйәхмәт, мин һиңә үҙемдең яратҡан ҡурайымды бүләк итәм, бәлки, терелеп тә булмаҫ. Ә һин беҙҙең аҫыл оҙон көйҙәрҙе уйнарһың, тине».
— Ә һин?
— Мин ҡурайсы түгел, скрипкасы. Скрипкала ҡурайға ҡарағанда яҡшыраҡ сыға һымаҡ.
Шәйәхмәт ҡурайҙы тәмәкенән һарғайған тештәренә терәне лә уйнап та ебәрҙе. Рифат үҙен бейек тау түбәһенән ергә ҡараған кеүек тойҙо. Ер матур, әммә һағышлы һымаҡ, ул горизонт яғына киңәйгәндән-киңәйә барғандай...
— Хәҙер һин уйнап ҡара, — тине Шәйәхмәт оҙон көйҙө уйнап бөткәндән һуң. Ҡурайҙы еңе менән һөрттө, шунан Рифатҡа бирҙе. — Һул ҡулың менән аҫҡы яҡты тот, бына шулай, бармағың менән бынау тишеген ҡапла. Өҫкө тештәрең теүәлме? — Һәм ҡурайҙың өҫкө яғын нисек итеп тештәргә терәргә, бармаҡтар, ирендәр ярҙамында моңло көйҙө нисек сығарырға кәрәклеген аңлатты. — Һин башлы малай, булдырырһың.
Ҡайтҡас, тупһанан уҡ:
— Әсәй, Шәйәхмәт ағай миңә ҡурайын бирҙе, уйнарға ла өйрәтте! — тип ҡысҡырҙы. — Мин өйрәнәм, әсәй. Шәйәхмәт ағай кеүек уйнаясаҡмын!
— Өйрән, улым, өйрән. Мин булмағанда атайың менән минең йырҙарҙы һинең ҡурайың йырлар.
— Мин булмаһам, тимә! — тип асыуланды Рифат. — Һин дә, атайым да була!
— Булабыҙ, улым, эйе, булабыҙ. Бергәләп бесәнгә йөрөрбөҙ, беҙ атайың менән йырларбыҙ, һин ҡурайыңда уйнарһың...
Көндөҙҙәрен Минзифа мейес башынан төшә, картуф бешерә, яйлап йөрөп булһа ла өй эсендәге ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡара. Картуфты икмәкһеҙ, ҡатыҡһыҙ ғына ашайҙар. Һыйырҙары һауҙыра, ләкин һөтө — сәйҙе ағартырлыҡ ҡына. Көтөүгә йөрөтмәгәнлектән ҡыҫыр ҡалды. Күршеләренеке менән булғанда иткә ҡыуып алып китерҙәр, тип ҡурҡып сығармағайнылар шул. Йылға аръяғында тегенән-бынан сапҡылап, ҡул арбаһы менән ташыған үләнде ашаттылар.
Март баштарында Минзифаның хәле ҡырҡа насарланды. Хәҙер мейес башынан да төшә алмай. Өшөнө. Тышта аҡман-тоҡман ҡоторҙо. Аҙашып ҡуйыр, тип, Минзифа Рифатын йылға аръяғына ҡоро-һары артынан сығарырға ҡурҡты.
— Кәртәне емер... Атайың ҡайтҡас яңыны ҡуйыр әле...
Рифат кәртәне һүтте, кипкән ағастарҙы ҡырҡты. Тәүҙә ҙур мейескә, унан плитәгә яҡты. Өй эсе йылынды.
Хужалыҡтағы эштәрҙән бушаған сәғәттәрҙә Рифат ҡурайҙан моң сығарырға тырыша, күҙҙәренән йәштәре сыҡҡансы өрә, әммә ҡурай уны һис тыңларға теләмәй. Кәңәш һорап Шәйәхмәткә барырға оялды. Һин башлы малай, булдырырһың, тигәйне. Хәҙер, бәй, башһыҙ икәнһең, тип торһа?..
Бер көн әсәһе уны янына саҡырып алды ла, ауыр тын алып, былай тине:
— Улым, Камиләгә барып кил әле, миңә һикегә төшөргә ярҙамлашһын.
Барып, йомошон әйткәйне, Камилә:
— Мейес башында үлеп ята алмай инде, — тине дорфа ғына.
— Юҡ, үлмәй ул! — тип ҡысҡырҙы Рифат.
— Үлмәй, үлмәй! Тик һөрәнләмә.
Өйҙә ул иҫке йөн балаҫ өҫтөнән һырылған юрған йәйҙе, таҙа мендәр һалды. Аҙаҡ икәүләп Минзифаны ипләп кенә төшөрөп, таҙа түшәккә һалдылар. Камилә картуф бешерҙе лә ҡайтып китте. Кисенә Рифат әсәһенең урынына ятты. Бәләкәй сағында ошо мейес башына менергә һәм торба артына йәшенергә атлығып тора ине. Ул саҡта ла бында тараҡандар йыбырлашты. Һуғыш алдынан атаһы уларҙы ағыулап бөтөрҙө, хәҙер яңынан әйләнеп ҡайттылар. Рифат тараҡандар менән татыу, улар зыянһыҙ, ҡандала һымаҡ тешләмәйҙәр. Көндөҙҙәрен торбаны уратып һырып йоҡлайҙар, төнөн ашарға эҙләп таралышалар.
Минзифа тамам хәлһеҙләнде, хәжәтенә лә стенаға йәбешеп кенә йөрөй. Ул әле улының йөҙөнә оҙаҡ текәлеп ҡарай.
— Мин һине өйләндерермен, ейән-ейәнсәрҙәр булыр, уларҙы ҡарашырмын, тип өмөтләнә торғайным, — әсәһе тынды. — Рифат, бына ошо йырҙы хәтереңдә ҡалдыр. Атайың менән ошо йырҙы яраттыҡ. Күкрәк ауыртҡас, элекке тауыш юҡ инде. — Һәм әсәһе хәлһеҙ тауыш менән һағышлы оҙон көй йырланы.
Кеше уларға бик һирәк инә. Хатта Камилә лә уларҙы онотҡан кеүек. Тик Азаттың әсәһе, өй аша ғына күрше Кәримә апай, хәл белеп сыға. Азат шулай уҡ атайһыҙ — унан бына нисә йыл инде бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ.
Кәримә аптыраны:
— Ауылда Минзифаның әллә күпме зат-бото йәшәй, шуларҙың берәйһе әсәйеңде йыуындырырға ярҙамға керһәсе. Бер үҙем булдыра алмайым, мин дә аслыҡтан саҡ һөйрәлеп йөрөйөм. Аллаһы тәғәләне оноттолар.
Рифат аңлай — осраҡлы ғына ололарҙың һөйләшкәнен ишетте — улар әсәһенән чахотка йоҡтороуҙан ҡурҡа. Марганец руднигынан килгән фельдшерҙың: «Өйөгөҙҙө таҙа тотоғоҙ, балалар менән бер ҡашығаяҡтан ашамағыҙ, үпкә ауырыуы хатта ишек тотҡаһы аша ла йоғоуы ихтимал, ауырыу янына килгәндә ҡулдарығыҙҙы мотлаҡ йыуығыҙ», — тип киҫәтеүенән һуң бигерәк тә ҡурҡа башланылар.
Нисектер бер ваҡыт Рифат әсәһенән һораны:
— Әсәй, һин бер йырыңда ниндәйҙер Шәмшәриф ҡалаһы тураһында йырланың. Ул ҡала ҡайҙа ул?
— Белмәйем, улым. Ул йырҙы мин өләсәйеңдән ишеткәйнем. Унда ҡыш булмай, тигәйне. Мин бүтән ҡаланы — Сәмәрҡәндте беләм. Атайың һөйләне. Унда ла ҡыш булмай, алмалар, хөрмә үҫә икән.
— Ә ул ҡала беҙҙең ауылдан йыраҡмы?
— Йыраҡ, тине атайың, көньяҡта.
— Ә көньяҡ ҡайҙа?
Әсәһе йүткерә башланы, сепрәгенә төкөрҙө лә көс-хәл менән:
— Мин йүткергәндә эргәмә килмә, — тине.
Бер ваҡыт ҡурайға башы ауыртҡансы өрә торғас, көйгә оҡшаш тауыш сығарҙы. Быға Рифат аптыраны ла, ҡыуанды ла. Тауышты иҫендә ҡалдырҙы һәм, бармаҡтары менән алмаш-тилмәш баҫа-баҫа, яңынан ҡабатланы. Баҡһаң, берсә юғары, берсә түбән тауыш сығарыу һәләтенә эйә икән был музыка ҡоралы. Хәл киске яҡҡа, мейес башында булды, шатлығынан көтмәгәндә үҙе лә һиҙмәҫтән йоҡлап киткән. Иртән уяныу менән маҡтанырға ниәтләнеп, әсәһенә һөрәнләне:
— Әсәй, тауыш сыҡты, ҡурай һыҙғыра!
Әммә әсәһе яуап бирмәне. Икенсе өндәшкәндә лә шым булды. Өй эсендә ғәжәп тынлыҡ ине.
Рифат мейестән төштө, һике янына килде: әсәһе йоҡлай, күҙҙәре йомоҡ, тын алғаны һиҙелмәй. Йөҙөнә ҡағылды — һалҡын ине. Кистән мейескә яҡҡайны, иртәнсәккә өй һыуынған. «Әсәйем туңған», — тип уйланы ла Камилә апаһына йүгерҙе.
Камилә апаһы әсәһе, Тәслимә исемле ҡыҙы менән Пожар тауы итәгендәге күрше аймаҡта йәшәй.
— Әсәйем туңған! — тип ҡысҡырҙы Рифат тупһанан уҡ.
— Ниңә ҡысҡыраһың? Нисек туңған? Кистән мейесеңә яҡмағайныңмы ни?
— Яҡтым. Йөҙө һыуыҡ. Йүткермәй ҙә.
Апаһы бер мәлгә тораташтай ҡатып ҡалды, әйтерһең дә, ҡапыл ғына бер ере ауыртты, шунан ыңғырашҡан өн сығарҙы, ҡабаланып йөрөргә тотондо.
— А-а-й, а-а-й, ҡалайтып ҡына күмермен икән? Туң ерҙе кем ҡаҙыр? Нимә тораһың? Бар ҡайт! Мейесеңә яҡ, һыу йылытырға ҡуй, Ғәйшә әбейгә кер, әсәйем үлде, тиң...
Һуңынан Рифат аймаҡтың кендек әбейе Ғәйшәнең, күршеһе Кәримәнең әсәһен һикенән эскәмйәгә күсереп һалып йыуғандарын, шунан аҡ кәфенгә төрөп кире һикегә һалғандарын иҫләмәй ҙә тиерлек. Йоҡларға Кәримәләргә китте. Ғәйшә әбей мәйет янында яңғыҙ ҡалып йыназа уҡыны.
Иртәгәһенә ҡәбер ҡаҙырға кәрәк ине. Ер ике метр ярымға тиклем туңған, июнь еткәс кенә ирейәсәк...
— Бригадирға бар, — тине Кәримә иртәнсәк. — Әсәйеңде ерләһен...
Рифат бригадирҙы ҡапҡаһы төбөндә, төнөн һалған көрттө көрәп юл ярған ерендә тап итте.
— Шәрифулла бабай, әсәйем үҙен күмергә ҡушты.
Әсәһе үлгәнгә шаңҡыған, зиһене тарҡалған Рифат аңҡы-тиңке ине. Быға тиклем йәшәгән донъяһы ҡапыл емерелде лә, ике донъя хасил булғандай һымаҡ ине уға. Хәҙер, гүйә, ул үҙенә бөтөнләй ят мөхиттә йәшәй башланы. Әсәһе менән Камиләнең тауыштары бер-береһенә бик оҡшаш, бригадирға бар, тип, моғайын, әсәһе әйткәндер. Аңы менән аңлай: әсәһе юҡ. Нисек инде... юҡ? Кисә генә бар ине... бөгөн юҡмы? Артабан унһыҙ нишләр? Аҡ кәфенгә төрөнөп, ана, һикелә ята...
— Нимә, нимә? — бригадир аптырап, ниндәйҙер ят ҡараш менән Рифатҡа текәлде.
— Әсәйем үлде, — тине Рифат. — Күмергә кәрәк.
Ҡарт өндәшә алмай торҙо, шунан асыуланғандай өндәште:
— Нисек? Бына һин миңә әйт, нисек? Мин үҙем шыпа туң ерҙе ҡаҙа алма­йым. Әбей-һәбейҙе, ҡатын-ҡыҙҙы, малайҙарҙы ҡушайыммы? Бөтәһе лә ауырыу, ас. Үҙем үлһәм, мине кем ерләр икән? — ул көрәген ихатаһына индерҙе лә кире сыҡты һәм тынысыраҡ тауыш менән, — Әйҙә, — тине.
Өйҙәренә Камилә апаһы менән күршеләре Кәримә килгәйне. Бригадир һике янына атланы, берауыҡ башын эйеп өндәшмәй торҙо, ҡул һырты менән күҙен һөрттө.
— Ниндәй ҡатын ине! Ниндәй ғаилә ине! Барыһы ла көнләшә торғайны, — тине лә тышҡа сыҡты.
Ярты сәғәттән өйҙәре тапҡырына егеүле ат килеп туҡтаны. Ингәс, бригадир тыныс ҡына тейешле күрһәтмәләрен бирҙе. Кәримә менән мәйетте иҫке балаҫҡа уранылар ҙа сығарып санаға һалдылар. Рифат сана ситенә сүгәләне. Камилә менән Кәримә өйҙә ҡалды. Урамдан барғанда уларҙы бер кем дә оҙатманы, ҡапҡаларҙан бер кем дә ҡараманы, тәҙрәләрҙән бойоҡ йөҙҙәр генә шәйләнде шикелле...
Ҡапҡа бағаналары ҡыйшайған зыяратҡа ингәс, ҡар өҫтөнән сурайып ятҡан ҙур таш янында туҡтанылар.
— Бына ошонда ята һинең олатайҙарың, — тине бригадир. — Әйҙә, ярҙамлаш.
Әсәһенең кәүҙәһе еңел генә ине. Уны таш янына һалдылар ҙа ҡапҡаға йүнәлделәр.
— Ҡасан күмәләр һуң? — тип һораны Рифат.
— Күмерҙәр. Бер мәйет тә ер өҫтөндә ҡалмай.
Рифаттың әсәһен ҡалдырып зыяраттан һис сығаһы килмәй ине. Үҙен белә-белгәндән бирле бергә булдылар. Ҡайтһа — өйөндә юҡ. Бынан ары бер ҡасан да булмаясаҡ.
— Мин атлап ҡына ҡайтам, — тине ул һәм санаға ултырманы. Яңынан зыяратҡа инәйем тигәйне лә, үҙен саҡ тыйып, ауыл яғына һөйрәлде.
Камилә апаһы:
— Беҙҙә йәшәрһең, — тине.
Рифаттың өйҙән бер ҡайҙа ла барғыһы килмәй, шулай ҙа өндәшмәне. Һыйырҙы апаһы үҙенә алып ҡайтып китте. Баҙҙа әҙерәк картуф ята. Уныһын да алыр, моғайын.
— Яҙға картуф сәсерһең, орлоғоң бар, — тине апаһы. Юрғанды, яҫтыҡты алды. Әсәһе ятып үлгән матрасты аҙбар артына сығарып яндырҙы.

Хәҙер землянка кеүек бәләкәй генә өйҙә улар дүртәү көн күрә. Тар ғына һике. Өләсәһе яҫтыҡтар, юрғандар өйөлгән һандыҡ яҡлап ятты. Беренсе төндә Рифатты һикегә һалманылар. Рифаттан өс йәшкә олораҡ өс туған апаһы Тәслимә:
— Эргәмдә ятмаһын, беттәре күсә, — тине.
— Иртәгә мин кейемдәрен мунсала бешекләйем, үҙен дә йыуындырам, — тине Камилә апаһы һәм Рифатҡа урынды стена менән өҫтәл араһында торған эскәмйәгә йәйҙе.
Икмәктәре юҡ ине. Әрсемәй генә картуф ашанылар, мәтрүшкә сәйе, ҡара көлсә менән ҡатыҡ эстеләр.
— Бына ниндәй икмәк ашайбыҙ, — тине Камилә апаһы. — Картуф менән кәбәк тә алабута. Алабутанан тәнең тартышасаҡ. Ҡурҡма. Тартышыу менән аяҡ-ҡулдарыңды ҡуҙғатырға, һелкетергә кәрәк. Шунан үтә.
Бәләкәй өйгә күп утын кәрәкмәй. Бер ҡосаҡ ҡайын ярҡалары өйҙө мунса кеүек йылыта. Ә ҡайындар ауылдан ярты саҡрым самаһында ғына. Һуғышҡа тиклем был ҡайындарға тейергә ҡәтғи тыйыла ине, хәҙер ауыл тирәһендәге бөтә ҡайындарҙы ла йығалар.
Камилә бригадирҙан ат һорап, Рифат менән урманға барҙы. Апаһы ағасты үҙе йыҡты, Рифат ботап торҙо. Был утын бер айға етәрлек. Мунса яҡтылар. Апаһында йәшәй башлағас, Рифат уның элек уйлағанса уҡ һәйбәт булмағанын күрҙе. Әүәл апаһы уны яратҡандай ине, тауышы ла, ҡарашы ла, мөнәсәбәте лә икенсерәк булды. Хәҙер асыулана башланиһә, тауышы дорфа, тупаҫҡа әйләнә. Етмәһә, ҡурайын яратмай. Ә Рифат бер сама ғыжылдата башлағайны.
— Иртәнән кискә тиклем шул һыҙғыртҡысҡа өрәһең... Урам тиҙәккә батҡан. Ҡурайыңды һындырам да утҡа яғам, — тип ҡурҡытты апаһы.
Ҡурайын ситкә ҡуйып, Рифат ихатаны таҙартырға тотондо. Әсәһе бер ваҡытта ла былай тауыш күтәрмәне, тиҙәк өсөн уны бер ҙә битәрләмәй торғайны. Апаһы дауам итте.
— Атайың да йырлап ҡына йөрөнө, ә йортоғоҙға солан эшләп ҡуя белмәне.
Бер ваҡыт утын бысалар ине. Кәкре, етмәһә, ботаҡлы ҡайын кузлала йүнләп ятмай, әйләнә-борола, тештәре күптән үтмәҫләнгән бысҡы йә туҡтай, йә һикереп өҫкә ҡалҡа. Хәле булмағанлыҡтан Рифат уны йүнләп тарта ла алмай.
— Үҙеңә тарт, миңә этмә! — тип асыулана апаһы ят, уҫал тауыш менән. — Һин ир кешеме, әллә юҡмы? — Эх...
Ауылдағы күпселек кеүек, Рифат та русса белмәй, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе генә аңлай, ә әрләү, оят һүҙҙәрҙе ирҙәрҙән, урамдағы үҫмер малайҙарҙан ғына ишетә (атаһы бер ҡасан да һүгенмәне). Шуға ла ул тамам аптыраны, кәмһенде, бысҡыны ташланы ла өйгә инеп китте. Өйҙә — өләсәһе генә, Тәслимә мәктәптән ҡайтмаған. Өләсәһе һәр ваҡыттағыса һикелә ултыра, тиҫбеләрен тарта. Ул насар күрә.
— Нишләп улай иртә ҡайттың? — кереүсене Тәслимә тип уйланы, ахыры.
— Өләсәй, был мин, — тине Рифат. — Өләсәй, апайым мине оятһыҙ итеп урыҫса әрләне.
Өләсәһе берауыҡ өндәшмәй торҙо, шунан һәр һүҙҙе һуҙып:
— Улым... етемдәрҙе яратмайҙар. Кил әле яныма, — өләсәһе һөйәкле бармаҡтары менән уның йөҙөн һыйпаны ла һораны. — Әсәйең итле аш бешермәйме әллә?
— Әсәйем үлде бит! — тине Рифат.
— Бөтә кеше лә үлә. Беҙгә күптән ингәне юҡ. Әйт, инһен, әйтәһе һүҙҙәрем бар.
— Әсәйем үлде! — тине Рифат. Был юлы ҡысҡырып уҡ ҡабатланы.
Әсәһенең иҫке пальтоһынан бәләкәйләтеп тегелгән пальтоһын, һарыҡ тиреһенән тегелгән атаһының бүреген кейҙе, ҡурайын алды ла Рифат өйөнә ҡайтты ла китте.
Өйөндә һалҡын, шулай ҙа тормош тын алышы аңҡый ине әле. Рифат, ботаҡ-сатаҡ һындырып, мейесенә яҡты. Ут танһыҡ тауыш менән геүләп тоҡанды. Мейес, һикенең яланғас таҡталары, тәҙрә ҡорғандары уның ҡайтыуына шат һымаҡ. Һандыҡтан әсәһе байрамдарҙа һәм ҡунаҡтар килгәндә генә йәйә торған йөн балаҫты алып, һикегә йәйҙе. Йортҡа әсәһе барҙағы һымаҡ йәм өҫтәлде.
Баҙҙан ярты биҙрә шытҡан картуф сығарҙы, уны ҙур кәстрүлдә йыуҙы ла, йоҡа ғына телгеләп, ҡыҙған плитә өҫтөнә теҙҙе. Ҡыҙарып-күмерләнеп ҡурылған картуфты ашаны. Әсәһенең уны күҙәтеп илағанын тойғандай булды.
Кисенә Камилә апаһы килде лә тупһанан уҡ:
— Нишләйһең бында? — тип һораны. Тауышы асыулы, уҫал. — Кешеләр ҡыуып сығарған тип уйлар ҙа. Мин һине ҡыуҙыммы? Ашатманыммы? Әйҙә, ҡайт.
— Юҡ! — тине Рифат ҡәтғи рәүештә.
— Ҡысҡырма! Ҡайт, тип әйттем бит!
— Бармайым. Мин һеҙгә бер ҡасан да йәшәргә бармайым!
— Һин нимә тинең, ә?
— Һин мине оятһыҙ һүҙҙәр менән әрләнең.
— Ярай, ҡыҙыулыҡ менән әйткәнмендер ҙә... Ғәфү ит, — тине апаһы, йомшарып. — Әйҙә, ҡайт.
— Юҡ.
Апаһы берауыҡ өндәшмәй торҙо ла сеңләй башланы.
— Һинеңсә, мин һандуғас булып һайрарға тейешме ни? Ағайыңдан хәбәр юҡ, Тәслимә уҡыуын ташланы. Өләсәйең тамам алйыны. Минзифаның вафатын да аңламай.
Апаһы ҡайтып киткәс, Рифат ҡурайын алды ла уйнарға маташып ҡараны. Тырыша торғас, әсәһенең яратҡан йырын көйгә килтергәндәй һымаҡ булды... Ҡурай, гүйә, уға әсәһенең тауышы менән йырлай төҫлө. Һәм ул әсәһе үлгәндән һуң беренсе тапҡыр илап ебәрҙе...

Инә бесәй күҙҙәре лә асылмаған балаларын имеҙер өсөн бер ваҡыт әйләнеп ҡайтмаһа, меҫкендәр өйөлөшөп ятып аслыҡтан үлеүгә дусар. Шуның ише аймаҡ етемдәрен дә аслыҡ бергә йыйҙы. Рифат уларҙың үҙ өйөнә килеүен теләй, әммә тегеләр ниңәлер ҡаршы. Сәбәбе, бәлки, унан мәйет сыҡҡанғалыр? Тараҡандар ҙа ҡайҙалыр юғалды бит. Хужабикә үлгәндән һуң уларға ла йәшәү ҡыйынға төшкәндер.
Рифат дуҫы Азатҡа һирәк булһа ла ингеләп йөрөй. Сәй эскән саҡтарына тура килһә, Кәримә өҫтәл артына ултырта, ашъяулыҡҡа ҡара көлсә һала ла бер үк һүҙҙе ҡабатлай:
— Бына, күр, беҙ нимә ашайбыҙ...
Ҡайсаҡ Азат та инә Рифатҡа. Рифаттың ҡара көлсәһе булмағас, дуҫын ул плитәлә ҡыҙҙырылған йоҡаҡ картуф менән һыйлай.
Малайҙар күпселектә өйҙәре иркенерәк булған Кинйәктә йыйыла. Уның әсәһе, Сафия апай, көлсә ашатмай, әммә ҡыумай ҙа. Уларҙы бөтөнләй күрмәгән һымаҡ, иғтибарға ла алмай. Ире үлгәс, аҡылын юйған икән, тип һөйләйҙәр
ауылда. Ире, Сабур ағай, Низам байҙың улы ине. Уларҙың илле баштан артығыраҡ аты булды, биш бүлмәле ҙур өйҙә йәшәнеләр. Синфи дошман. Кулактарҙы класс булараҡ бөтөрөр алдынан ғына Низам бай үлеп ҡуйҙы. Күп балалы ғаиләне һөрмәнеләр, әммә йорттарынан ҡыуҙылар. Йортта тәүҙә мәктәп булды, унан ауыл түрәләре урынлашты: ауыл советы менән колхоз идараһы. Күпмелер ваҡыт туғандарында йәшәп, кулак ғаиләһе бәләкәй генә йорт һалып сыҡты ла колхоз тормошо менән йәшәй башланы.
Үҫмер сағына тиклем Сабур «кулак малайы» тамғаһы менән йөрөнө, үҫә килә колхозда, бригадир ҡайҙа ҡуша, шунда эшләне. Ике йыл армияла хеҙмәт итте, өйләнде. Һуғыш башланыр алдынан уның ҡайһы класҡа ҡарағанын ауылда һирәктәр генә хәтерләй ине инде. Һуғыш иғлан ителгәндең өсөнсө көнөндә үк повестка тотторҙолар. Сабур атаһының ҡәберенә барҙы, доға ҡылды, кисенә ҡатынына «уларҙың колхоздары өсөн үлгем килмәй» тине лә лапаҫҡа инеп аҫылынды.
Ире үлгәндән һуң Сафияны алыштырҙылармы ни. Ул кешеләрҙән ялтана, өндәшмәй, әйтерһең дә, хаҡһыҙ ғәйеп тағыуҙарҙан ҡаса, йәки артында бысраҡ мыҫҡыллауҙар ишетергә теләмәй. Колхозда күндәм, хатта тырышып эшләне. Кәүҙәгә таҙа, көслө ҡатын өс йөҙгә тиклем көлтә бәйләй, кәбән ҡоя, урман йыға. Әсә менән улының нисек көн иткәндәре менән бер кем дә ҡыҙыҡһынманы. Кинйәк ҡайсаҡ ауылдан юғалып та тора — рудникта ағаһы йәшәй — әммә әйләнеп ҡайта. Күрәһең, унда артыҡ тамаҡҡа бигүк шат булмағандарҙыр.
икенсе бригадала Кинйәк һәр уйынды ойоштороусы һәм уйлап сығарыусы ине. Малайҙарҙан өлкәнерәк тә, бер йыл беренсе класта уҡып та алды, тик икенсегә барманы — ҡорһаҡ ас булғанда фән ҡайғыһы юҡ.
Рудникта ул урыҫса «балакать» итергә, һүгенергә өйрәнгән. Тағы башҡортса һәм урыҫса таҡмаҡтар отҡан. Малайҙарҙы көлдөрөр өсөн ҡайсаҡ көйләп тә йөрөй:
Стоит девка на горе,
Ветер шарит в подоле,
Бесстыжий ветер и шпион,
Куда заглядывает он?

Военная норма —
Десять грамм корма.
С голоду не помрешь,
Девку замуж не возьмешь.
Кинйәккә тик Икенсе бригада малайҙары ғына килә. Ҡыҙҙарҙы, бәлки, малайҙар араһына әсәләре ебәрмәгәндер. Әхмәҙулла, Вәсим, Мөбәрәк, Камил, Зиннәтулла, Апуш, Ғәбделхай... Кинйәктән башҡаларының аталары фронтта. Вәсимдең әсәһе генә иренә «ҡара ҡағыҙ» алды. Мөбәрәктең атаһы юҡ, олатаһын хеҙмәт армияһына алдылар. Малайҙарҙың бөтәһе лә аталарының тере булыуына ышана — фашистарҙы еңеп, герой булып ҡайтасаҡтар. Торараҡ малайҙарға Рифат менән уның дуҫы Азат та ҡушылды. Кинйәктең таҡмаҡтарына музыка өҫтәлде.
Рифат хәҙер ҡурайында әсәһенең бер нисә йырын һыҙғырта ала. Ҡайғылыһын да, күңеллеһен дә. «Рифат, йә, тағы уйна», — ти малайҙар.
Әммә уйындар ҙа, музыка ла малайҙарҙың аслыҡ ҡайғыһын баҫа алманы. Баштағы уй, телдәге хәбәр тик ашау тураһында ғына булды. Һыйырҙары юғалған Хәйбулла менән Мөбәрәк орлоҡ картуфын да ашап бөткәндәр, яҙға табан шешенделәр, ҡараштары һүнде.
— Атайым өйҙә саҡта, әсәйем уға ла, миңә лә көн дә берәр йомортҡа бирә торғайны.
— Ә минең әсәйем төшкөлөккә тары бутҡаһы бешерә. Бөтәбеҙ ҙә бер табаҡтан ашайбыҙ. Май һалынған сынаяҡты табаҡ уртаһына ултырталар. Майҙы ҡалаҡ менән алаң да бутҡаны майлайһың — и ауыҙға. Сиратлап ашайбыҙ, тәүҙә атай, әсәй, мин, унан ҡустым. Ул сиратты боҙһа — атайым үҙенең ағас ҡалағы менән башына — трах! Ҡустым иламай, ауыртҡан башын һыпыра ла йәнә бутҡа ашарға керешә. Бутҡа булһа, ул шешенмәҫ тә, үлмәҫ тә ине...
— Бөтә ашантыны фронтҡа ебәреп торалар, ти әсәйем.
— Йомортҡаны ламы?
— Эйе. Йомортҡа ашамаған ҡыҙылармеецтарҙың немецты еңерлек көсө булмай ҙа. Илһам ағай, ней, һабантуй алдынан бәһлеүән Саҙрыйға колхоз ҡошсолоҡ фермаһынан йөҙ йомортҡа биргәйне. Саҙрый йөҙ йомортҡаны, йәнә өс тәрилкә ҡаймаҡты ашап бөткәс, бар көрәшселәрҙе лә еңде, тип һөйләне. Вәт, белдеңме?
Балалар хыялы үҙҙәренең аталары йомортҡа ашап һөжүмгә ташлана ла фашистарҙы ҡырғанын күҙ алдына килтерә.
— Иң тәмлеһе ҡоймаҡ. Ҙур табала майҙа йөҙөп бешкәне.
— Ә билмән? Беҙ атайым менән тулы сөгөн ашап бөтә торғайныҡ. Беҙ ашайбыҙ, әсәйем тағы бешерә. Ҡышҡыһын атайым извозға киткәндә бер ҡапсыҡ туңдырылған билмән алып китә...
— Иң тәмлеһе — яңы бешкән икмәк. Әсәйем мейестән ала, һикегә һала, таҫтамал менән ҡаплай, ә еҫе бөтә урмаға тарала. Теге иҫәр, һәр ваҡыт ас Сажиҙә, еҫен һиҙеп ҡала ла беҙгә инә. Әсәйем миңә ҡайырыһын ҡырҡып бирә — телеңде йоторлоҡ...
— Сажиҙә үлде бит. Шешенде лә үлде...
Бер ваҡыт Кинйәк:
— Малайҙар, әйҙә урамға сығайыҡ та еҫкәнеп киләйек, — тине.
— Нимәне еҫкәйек? — Малайҙар аптыраны.
— Бөтә колхоз начальниктары ла он йәшерҙе, хәҙер уларҙың өйөнән ҡоймаҡ еҫе сыға, ти әсәйем.
— Әйҙә, еҫкәйек. Еҫкәп кенә туябыҙмы һуң?
— Мужит, туйырбыҙ ҙа.
— Еҫкәнек, эс тулы ҡоймаҡ, — тип ҡорһағын һыйпаны Мөбәрәк.
Кинйәк кенә көлдө, ике бите, күҙҙәре шешенгән Хәйбулла хәбәргә битараф ҡалды.
— Теләмәгәндәр — асығығыҙ, ә беҙ Рифат менән үҙебеҙгә икмәк эҙләргә китәбеҙ, — тине атаһынан ҡалған йыртыҡ телогрейка кейгән Кинйәк.
Ауыл урамы буйлап киттеләр. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа киткән бухгалтер Хәмитйәндең өйө тапҡырына туҡтанылар.
— Рифат, уйна, — тине Кинйәк. — Бында, ҡоймаҡ еҫе аңҡымаһа ла, уйна.
Рифат ҡурайын тартты, әммә өйҙән бер кем дә сыҡманы.
— Тағы уйна.
Рифат «Буранбай»ҙы уйнаны. Ҡапҡаның келәһе ысҡынды ла бухгалтерҙың ҡатыны күренде.
— Нимә бында сыйылдап йөрөйһөгөҙ?
— Беҙ артистар, беҙ асбыҙ, — тип яуапланы Кинйәк. — Беҙгә әҙ генә икмәк бирһәгеҙ икән...
— Беҙҙең икмәк юҡ. Үҙебеҙ ас ултырабыҙ. Китегеҙ бынан! — тине ҡатын һәм шартлатып ҡапҡаһын япты.
Ары киттеләр.
— Еҫкә, Рифат, — тине Кинйәк. — Минең танау маңҡалап тора, шуға ла бөгөн еҫте насар һиҙә.
Китеп баралар, әртисләнеп баралар. Һуғышта юғалған бригадир Муллахмәт өйө янында Кинйәк үҙенең таҡмағын ҡурайға ҡушылып йырланы: «Военная норма — десять грамм корма...»
Ҡыйшайған ҡапҡанан таяҡҡа таянған ҡарт сыҡты ла малайҙарға ике картуф һондо.
— Уйнағыҙ, балалар, уйнағыҙ. Беҙ йырҙы хәҙер оноттоҡ та инде.
Картуфты атлаған көйө ашанылар. Склад мөдире аҡһаҡ Ғәлибтең өйө тапҡырына ла еттеләр. Кемдең кемдең, уның ашарына булмауы мөмкин түгел. Кемдең ҡулында — шуның ауыҙында.
— Еҫкә, — тине Кинйәк.
Рифат еҫкәне: ирей башлаған март ҡары, тиреҫ, төтөн еҫтәре менән бергә бөтә тишек-ярыҡтан яңы бешкән икмәк еҫе килә ине.
— Ҡоймаҡмы? — тип һораны Кинйәк.
— Юҡ, икмәк.
— Тимәк, әле генә мейестән алғандар. Уйна!
Ҡапҡаны Ғәлибтың «Ситаҡа» ҡушаматлы ҡатыны асты һәм:
— Нимәгә ҡысҡырышаһығыҙ? — тип һораны.
— Беҙ ҡысҡырмайбыҙ, беҙ — артистар, беҙ ас! — тине Кинйәк.
Ситаҡа, һеҙ ҙә булдымы артист, тип ҡәнәғәтһеҙ боролданы ла ҡапҡаһын япты. Ә Рифат уйнауын дауам итте. Яңынан ҡапҡа асылды, унан, Сабит — аҡһаҡ Ғәлибтең иҫәрерәк бәләкәй малайы килеп сыҡты. Ул икмәк һынығы сығарғайны. Һыныҡты Кинйәккә һондо. Кинйәк икмәкте бүлеп, береһен Рифатҡа бирҙе, береһен ауыҙына терәне. Тик кинәт төкөрөп, ҡысҡырып ебәрҙе:
— Ашама, ул икмәккә сәптергән!
Бер нәмә лә аңламаған Рифат икмәкте сәйнәргә булғайны ла, еүеш ризыҡта ҡырҡыу еҫ һиҙеп, кире төкөрҙө. Ә диуана Сабит, мыҫҡыллы көлөп, ҡапҡаһын япты.
— Еҫкәнегеҙме инде хәҙер? — тине Кинйәк тәрән көрһөнөп. — Аллаһы Тәғәлә бының өсөн уларҙы язалар әле!
Туҡ йәшәгән өйҙәрҙә аслыҡтан ҡотолоу сараһы килеп сыҡмағас, Кинйәк ризыҡ табыуҙың икенсе юлын эҙләргә кереште. Урларғамы? Үҙҙәре һымаҡ астарҙың нимәһен урлайһың? Кем йәшергән, шулар ишектәренә оло ҡара йоҙаҡтар элә. Тотһалар, Әбделхайҙы туҡмаған кеүек, үлтергәнсе туҡмап та ҡуясаҡтар. Оҙаҡ уйланы-барланы Кинйәк һәм бер әмәл тапҡандай һөйләнде.
— Әйҙәгеҙ, колхоз складына төшәйек. Унда ашарға бар. Берәй тоҡ аҡ он алыр ҙа астарға таратыр инек. Тик бер кемгә лә һөйләмәҫкә! Кем һөйләй, Алла һуғасаҡ.
— Тотһалар?
— Тотһалар, төрмәгә ултырталар.
— Балаларҙы төрмәгә ултыртмайҙар.
— Складты нисек асабыҙ һуң? Ишегендә йоҙаҡ, ҙур. Асҡысы кәрәк.
— Асҡысы Аҡһаҡтың кеҫәһендә. Уны нисек алырға икәнен мин беләм.
Кинйәккә бер кем дә ышанманы: колхоз келәтенә төшөү — колхоз шалҡанын урлау түгел. Малайҙар Кинйәктең ниәтен ысынға алманы һәм шундуҡ онотто. Тик эскерһеҙ һәм бер ҡатлы, һәр нәмәгә ышанып барыусы Азат ҡына быны әсәһенә һөйләне.
— Ой, һеҙ нимә уйлап сығарҙығыҙ? — тип ҡурҡыуға төштө Кәримә. — Урлашырға яраймы ни? Төрмәгә ултырталар бит!
— Кинйәк, балаларҙы төрмәгә ултыртмайҙар, ти.
— Нишләп ултыртмаһындар? Хәҙер бөтәһен дә ултырталар. Ана, Бибизада тоҡтан бер ус бойҙай алған. Ултыра бит. Ә балалары асҡа интегә...
Өс бала әсәһе Бибизаданы былтыр көҙ хөкөм иттеләр. Ауылдаштары, һигеҙ йылға ултыртырҙар, тип уйлағайны ла, уға бер йыл ғына бирҙеләр. Өс балаһын йәлләгәндер судьялар.
Ырҙын табағында ашлыҡ сортировкалауҙа эшләгән Бибизада сарыҡтарының ҡуңысына бойҙай тултырып алып сыҡҡан. Өйөндә был бойҙайҙы ҡыҙҙырған, ҡул тирмәнендә тарттырған, талҡан бешергән. Колхоз ашлығын урлағанын кемдер күргән бит һәм идараға барып ошаҡлаған.
Ауыл советы рәйесе Лоҡманов менән райондан саҡырылған милиционер уны бер кис ырҙын ҡапҡаһы төбөндә туҡтата ла сарығын систерә...
Өлкән ҡыҙы, ун дүрт йәштәге Тәғзимә, баҡыр руднигына эшкә барҙы. Забойҙа ун икешәр сәғәт буйы кәйлә менән баҡыр рудаһын соҡоно, уны тал кәрзиндәргә һалып сығарып арбаларға тейәне.
Нормаһын үтәһә — ете йөҙ грамм икмәк. Һәр йәкшәмбе аҙна эсендә йыйған икмәк киҫәктәрен алып турыға — әҙәм ҡурҡытырлыҡ — Кешеүлгән исемле тау һырты аша энекәштәренә ашыҡты. Олоһо Вәғизгә етенсе йәш, кесеһенә, Айнурға — биш. Сасҡау һыуыҡтарҙа ла, күҙ асҡыһыҙ бурандарҙа ла ҡайтты, сөнки улар ас, уны көтөп ултыралар. Һыуыҡтан да, бурандан да, хатта бүреләрҙән дә ҡурҡмайым, Кешеүлгән ҡаяһы янынан үткәндә генә шөрләйем, берәйһе килеп сығыр ҙа икмәкте тартып алыр һымаҡ, тип һөйләгән кемгәлер...
Мартта, аҡман-тоҡман ҡоторған мәлдә, Тәғзимә ҡайтманы. Апалары ниңә ҡайтманы, ул ҡайҙа — бер кем белмәй һәм был хаҡта малайҙарға бер кем дә әйтмәне. Бригадир Шәрифулла идарала, малайҙар ас ултыра бит, берәй төрлө ярҙам итергә кәрәк ине, тигән. Ауыл советы рәйесе Лоҡманов, бурҙың балаларын ашатырға колхоздың мөмкинлеге юҡ, тип яуаплаған. Ферма мөдире Тәскирә булмаһа, Бибизада балаларының аслыҡтан интегеүе бер кемде лә борсомаҫ ине. Иренән, Ҡорбандан, күптән хәбәр юҡ, берҙән-бер улы ла һуғышта. Әгәр ҙә мин Бибизаданың бәхетһеҙ балаларын үлемдән ҡотҡара алһам, Аллаһы Тәғәлә шәфҡәтлелек күрһәтер ҙә, дошман пуляһынан иремде лә, улымды ла һаҡлар, бәлки, тип иҫәпләне. Әммә замандың уяу күҙҙәре ферма мөдиренең изгелеген аңламаны һәм ошаҡсы быны түрәләргә еткерҙе. Тәскирәне Лоҡманов саҡыртты. Барғанда Тәскирә, һаман эшен уйлап, фермала берәй төрлө тәртипһеҙлек күрҙеме икән әллә, тип борсолдо.
Быға тиклем ул бер ваҡытта ла Лоҡмановтың тәмәке еҫе һеңгән кабинетында булғаны юҡ ине. Кабинетҡа ингәс, тупһанан уҡ ҡарашы менән стеналағы ҙур портретҡа төртөлдө. «Шырмыйыҡ» ҡушаматлы Заһир ағайға оҡшаған был мыйыҡлы кеше уны ҡалын мыйығы аҫтынан миһырбанлы йылмайып ҡаршы алды. Бер туған ағайың да бындай ихлас булмаҫ.
— Һинең ауыл буйлап колхоз һөтөн таратыуың тураһында мәғлүмәттәр бар, — тине Лоҡманов ҡәтғи генә. Тәскирәнең күҙ алдары ҡараңғыланды. — Бөгөн бөтә нәмә фронт өсөн, бөтә нәмә Ҡыҙыл Армия өсөн икәнен һин бит аңларға тейешһең.
— Аңлайым, бик тә аңлайым. Эйе шул, беҙҙең ҡыҙылармеецтар туҡ булһын һәм фашистарҙы еңһен, — тине Тәскирә. Үҙен бер аҙ ҡулына алғайны инде. Ул һөжүмгә күтәрелер алдынан ҡыҙылармеецтарҙың нисек итеп һөт эсеүҙәрен күҙ алдына килтерергә тырышты. — Тик балалар уны аңламай ҙаһа, улар ас. Ашарға теләй, аслыҡтан шешенә. Улар менән нишләргә?
— Ул һорау миңә түгел, — тип яуапланы Лоҡманов. — Ҡара уны, артабан ундай хәл ҡабатланмаһын.
Аллаһы Тәғәлә эштәренә ҡыҫылырға ауыл башлығының хаҡы юҡ, тип уйланы Тәскирә һәм кистәрен ас балаларға шешә менән дермантин сумкала һөт ташыуын дауам итте.
Баҫыуҙарҙан, тауҙарҙың һөҙәк биттәренән ҡар шылып төшөп бөттө, соҡорҙарҙа, уйпатлыҡтарҙа ғына ҡалды. Бейек күтәрелгән ҡояш үткән йылғы ҡамылды киптергәс, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға баҫыуҙарға башаҡ йыйырға сыҡты. Һуғышҡа тиклем, һуғыштың тәүге йылдарында ла был эшкә мәктәп балалары йөрөй торғайны, үткән йыл игенде йыйып бөтөрә алманылар — ямғырҙар башланды. Сентябрҙә лә көн ултырманы, иртә ҡырау төштө. Һөҙөмтәлә башаҡтар ҡар аҫтында ҡалды.
— Ер кипте, барығыҙ башаҡ йыйырға, — тине Азатҡа Кәримә апай. — Тик бөтә бригада менән барығыҙ, яңғыҙығыҙ күп йыя алмаҫ. Күберәк алып ҡайтығыҙ, йыуып киптерермен дә, ҡул тирмәнендә тарттырып, бригада өйрәһе бешерермен. — Кәңәштәрен дә бирҙе. — Ҡаҙ ҡанаты алығыҙ, ҡара һолоноң бөртөксәләре була, шуны һепереп төшөрөгөҙ, ҡара һолоноң һурпаһы һәйбәт. Хәйбулланы ла эйәртегеҙ. Ялан еленән әҙерәк күңелләнеп ҡайтыр.
Апрелдәге иген баҫыуы малайҙарға хәсрәтле бушлыҡ булып күренде. Ә башаҡ күп ине. Биҙрәләргә йыйҙылар. Хәйбулла тубыҡланып йөрөй һәм тапҡан берен ауыҙына тыға. Ә Кинйәк усында ыуа ла шулай уҡ ауыҙына оҙата. Уларҙан йыраҡ түгел үрге ауылда йәшәгән бер ҡатын да йыя. Бер мәл тау битендә ике һыбайлы күренде. Ҡатын уларҙы шәйләне лә, биҙрәһен ташлап, яҡындағы ҡайынлыҡ араһына сумды. Һыбайлылар малайҙарға иғтибар ҙа итмәй, күрһәләр ҙә күрмәмешкә һалыштылармы, яндарынан үтте. Тегеләр байтаҡ алыҫлашҡас ҡына ҡатын йәшеренгән еренән сығып биҙрәһенә килде.
— Апай, ниңә улай ҡурҡтың? — тип һораны Кинйәк.
— Нисек ҡурҡмайһың? Былар бит Лоҡманов менән Юныс, — тип яуапланы ҡатын. — Үткән йыл башаҡ йыйырға рөхсәт итмәнеләр, ҡыуҙылар.
Әсәһе һөйләүенән ауыл тормошо ғилләләрен байтаҡ белгән Кинйәктән башҡа малайҙар Лоҡманов тураһында ла, Юныс тураһында ла уны-быны, уларҙың кем икәнен белмәй, былтырғы ураҡ ваҡытында ҡойолоп ҡалған башаҡтарҙы ниңә йыйырға ярамағанын да аңламай ине...
Иртәгәһенә Кәримә ҡул тирмәнендә ваҡланған бойҙай бөртөктәренән, йыуыл­ған ҡара һоло, шытҡан картуф, башҡа үлән һәм тамырҙарҙан ҙур ҡаҙанда өйрә бешерҙе. Өйрә ҡуйы, һурпалы килеп сыҡты, уның тәмле еҫе урамға ла таралды.
Бригада ҡаҙанына күрше ҡыҙҙарҙы — Фәүзиә менән Санияны ла саҡырҙылар. Икеһенең дә аталары госпиталдә ята. Санияның атаһы, ярам төҙәлде инде, яңынан хеҙмәт иткән часҡа ебәрәләр, тип яҙҙы. Байтаҡ ваҡыт үтте, башҡа хаты килгәне юҡ... Фәүзиәнең атаһы Өфөнән, төҙәләм, оҙаҡламай өйгә ҡайтам, тип яҙған икән...
Күп балалы ғаиләләрҙәге һымаҡ, ҙур табаҡтан бергә ашанылар. Тик Хәйбуллаға ғына Кәримә айырым касаға һалып бирҙе.
— Һиңә күп бирмәйем. Ас йөрөгәс, ашҡаҙаның бәләкәйләнгән; күп ашаһаң, күңелең уйнар, ҡоҫорһоң. Малайҙар, һеҙ ҙә күп ашамағыҙ, өйрә күп, ҡалғанын иртәгә ашарһығыҙ.
Табаҡтың төбөнә төшкәс тә малайҙар менән ҡыҙҙар ашъяулыҡ тирәләй ултыра бирҙе. Был дөйөм туҡланыу уларға һуғыш алды йылдарының рәхәтлектәрен иҫтәренә төшөрҙө. Ул саҡта аталары өйҙә ине, тары бутҡаһы ла, дөгө лә, башҡа ризыҡ та майлы һәм мул ине...
Туҡ ашҡаҙанға музыка тыңлағыһы килдеме:
— Рифат, ҡурайыңды уйна әле, тик Аҡһаҡтың ҡапҡа төбөндә йырлаған ас йырҙарҙы уйнама, туҡтарын уйна! — тип бойорҙо Кинйәк.
Рифат уйнай башланы. Әсәһенең йырҙарынан берҙе, икене. Балалар тын ҡалды ла иғтибарлап тыңланы. Ҡурай үҙенең тауышы менән ҡайғы-хәсрәт тураһында ғына түгел, шулай уҡ балаларҙы, бөтөрөнмәгеҙ, түҙегеҙ, ауырлыҡтар оҙаҡламай бөтә, яҡшы ваҡыттар, бәхетле тормош килер, тип өмөтләндерә ине...
— Рифат, давай, күңеллеһен! — тине Кинйәк.
Рифат бейеү көйөн башланы, Кинйәк яңы таҡмағын әйтте:
Военная форма,
Два колоска норма,
С голоду не помрешь
И фашистов победишь!
Кәримә апай Рифатты маҡтаны:
— Ҡалай маладисһың. Атайың ҡайтһа, шатланып туймаҫ инде.
Иртәгәһенә иртәнән ҡалған өйрәне ашап, бригада йәнә башаҡ йыйырға китте. Был юлы Мышағыр битендә йыйҙылар. Осланған таяҡ — салыр менән малайҙар ҡар аҫтында ҡышлаған һарына тамырҙарын ҡаҙып сығара. Кинйәк, Мөбәрәк, Рифат балта тотоп яҡындағы сауҡалыҡҡа китте лә, ағастарҙың олонон киртеп, ҡайын һуты ағыҙҙы. Ҡыу көпшә аша һурып эстеләр. Бер тишеккә Кинйәк шешә бәйләне — әсәһенә тәмле һут йыйҙы.
Бер көн иртәнсәк торғоһо килмәй ятҡанда өйөнә Тәслимә килеп керҙе лә:
— Һаман йоҡлайһыңмы? Йәй көнө бригадир эшкә әйтергә килгәндә лә шулай йоҡлап ятырһыңмы икән? — тип сурытты, шунан өҫтәлгә шешә ултыртты, — Бына һөт. Һинең һыйырыңдыҡы түгел, һинеке ҡыҫыр, ә беҙҙеке. Мартта быҙауланы. Һалам ғына ашатабыҙ, һөт әҙ, быҙауы имә. Ниңә килмәйһең? Әсәйем үпкәләй. Әллә беҙ һиңә ятмы? Әсәйем ҡайтһын, беҙҙә йәшәһен, ти. Өләсәйем дә, ниңә Минзифа менән Рифат күренмәйҙәр ул, ти.
Рифат апаһын өндәшмәй генә тыңланы һәм үҙенең уларҙа ҡыҫҡа ғына йәшәү осорон, өләсәһенең һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп:
— Етемдәрҙе яратмайҙар… — тип яуапланы.

Бибизада балалары ҡышты сыға алды. Уларҙы ас үлемдән колхоз фермаһынан Тәскирә йәшереп сығарған һөт ҡотҡарҙы. Апалары менән ни булған, рудниктан ниңә ҡайтмаған — көн торошона ҡарамай, йәкшәмбе һайын ҡайта торғайны бит — малайҙар уны барыбер ҙә көттө.
Көндәр бер сама йылынғас, ер һәм юлдар кипкәс, Тәғзимә әйтеүенсә, малайҙарҙың олоһо, Вәзих, Аршала ағас ҡырҡҡан әсәһе янына барырға ниәтләнде. Апаһы төрмәнең ҡайҙа икәнен аңлатты. «Ауылдың теге яғында, ҡояш сыҡҡан яҡта — рудник. Мин шунда баҡыр рудаһы соҡойом, баракта йәшәйем, ә ҡояш байыған яҡта, ылыҫлы урманда — Арша. Әсәйем шунда ағас йыға, төрмәлә йәшәй». «Ул беҙҙән йыраҡмы? — тигән һорауға Тәғзимә былай тине: — Йыраҡ түгел, — һәм көнбайышҡа һуҙылған тау һыртын күрһәтте. — Тауҙарҙы күрәһеңме, ҡаяларҙы күрәһеңме? Әсәйем менән беҙ шунда көртмәлегә бара торғайныҡ. Тауҙың түбәһенә менеп етәһең дә теге яҡҡа төшәһең. Арша шунда».
Көн сыуаҡ булһа, Урал һырттары яныңда ғына һымаҡ. Балаларҙың зирәк күҙҙәренә һырттағы һәр ағас асыҡ күренә, ә томан төшһә йә ямғыр яуып торһа инде, һырт алыҫая һәм бер ҡасан да барып етә алмаҫлыҡ йыраҡ төҫлө.
Малайҙың аңында ошондай күренеш баҫа: бына улар көртмәле йыйған тауға менә лә теге яҡҡа артыла һәм әсәләрен таба.
Һәм бына бер көн иртүк Вәзих энеһен төрткөләп уятты:
— Тор, әсәйемә барайыҡ.
— Асыҡтым, ашағым килә.
— Әсәйемә барайыҡ, тим, ул икмәк бирер. Тағы балыҡ тотоп яттыңмы? Тор! Аҫтың еүеш...
Көн йылытыу менән улар икеһе лә яланаяҡ йөрөнө. Аяҡтары себешләгәйне, тиреһе ярылды, ҡанһырап торҙо. Ә ҡышын Вәзих атаһынан ҡалған оло ботинкаларҙа йөрөнө. Ҡарға үтә һирәк сыҡһа ла, бәләкәсе әсәһенең сарыҡтарын кейҙе. Әсәйгә ялан аяҡ барырға кәрәк, сөнки ялан аяҡ шәберәк йүгерәһең. Вәзих атаһының иҫке пинжәген кейҙе. Айнурҙың өҫтөндә йоҡа күлдәк тә еүеш ыштан.
Ике малайҙың ауыл буйлап үткәнен һәм тау яғына илткән юлға төшкәнен бер кем дә күрмәне, йәки иғтибарға алманы.
Иртәнсәк ҡояшлы ине, тауҙар теҙмәһе лә эргәлә кеүек кенә: йүгереп кенә бараһың да етәһең. Ашағылары килде. Тәскирә апай алып ингән кисәге бер нисә йотом һөттән башҡа эстәренә бер нәмә лә инмәне. Вәзих юлдан ситкә сығып, үлән, ҡыуаҡлыҡтар араһынан ашарға яраҡлы берәй нәмә эҙләне, әммә үткән йылғы һоро үләндән, серегән япраҡтарҙан башҡа бер нәмә лә юҡ ине әле.
Ташлы-ҡаялы, бейек булмаған ҡалҡыулыҡтар янынан, шунан асыҡ яландар аша үтеп, төш етер алдынан улар урман менән ҡапланған һөҙәк тау битенә яҡынлашты. Осраған шишмәнән туйғансы һыу эсеп, малайҙар был тау битенә оҙаҡ барҙы — юл һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә өҫкә күтәрелә ине. Ярайһы текә тау тирәләй әйләнгәндә тауҙар тапҡырында күк йөҙөн ҡара болоттар ҡапланы. Айнур мыжый, әсәйемә барғым килмәй, өйгә ҡайтайыҡ, тип ҡабатлай. Вәзих ҡустыһын етәкләп алға һөйрәй һәм әрләшә:
— Атла!
— Әсәйемә барғым килмәй, ҡайтайыҡ! — тип ҡабатлай малай һәм туҡтамай илай.
Һалҡын ямғыр яуырға тотондо.
Тауҙың түбәһенә менеп еткәнсе күҙ бәйләнде. Айнур быуынһыҙға әйләнде, арыны, иланы, юлға ултырырға йәки ятырға теләне. Аршаға яҡтыла барып етергә ниәтләнеп, Вәзих уны һаман һөйрәй. Һөйрәй торғас, башына уй һуҡты: тау түбәненә йүгерергә! йүгерһәң, Аршаға тиҙерәк барып етәһең, әммә Айнур менән йүгереп булмай. Иң яҡшыһы — уны тау башында ҡалдырып торорға кәрәк. Һуңынан әсәһе менән килеп алырҙар. Вәзих уны юлдан ситкәрәк алып сыҡты ла бейек ялбыр шыршы аҫтына ултыртты:
— Ошонда ултырып тор. Мин әсәйем янына йүгереп кенә барып киләм. Шунан һине икәүләп килеп алырбыҙ.
— Ҡайтайыҡ, — тип мыжыны малай.
Ҡустыһын шыршы төбөндә ҡалдырып, Вәзих тауҙан йүгереп төшөп китте. Арша йүнәлешенә йүгерәм, тип уйлай ине ул. Һалҡын, еүеш таштар аяғын яндырҙы, бармаҡтарын, табанын ауырттырҙы, әрнетте. Юлда таштар әҙәйһә, еүеш балсыҡта аяғы тайҙы.
Ҡапыл юл үргә тартылды, күрәһең, күрше тауға күтәрелә ине. Ошо тауҙы менеп етһәм, Аршаны күрермен, тип ышанды Вәзих. Әммә һыртҡа менеп еткәйне, эңерҙә шул уҡ ҡара урман һәм тауҙар ине, улар ҡара тулҡын рәүешендә офоҡҡа барып тоташа. Ирекһеҙҙән туҡтаны, хәл алды, шулай ҙа барған юлым барыбер ҙә Аршаға килтереп сығарыр әле, тип артабан йүгерҙе.
Ваҡ ямғыр рашҡы менән алышынды. Яйлап ҡар бөртөктәре эреләнде, ауырайҙы, шыршы өҫтәренә ятты, бөрөләнеп килгән ҡайындарға ҡунды. Оҙаҡламай тирә-яҡ ап-аҡ ине.
Урал һыртында апрель ҡары ғәжәп түгел. Ҡарҙан ҡото алынған Вәзих туҡтаны, бөтә тәне менән ҡалтырана-ҡалтырана берауыҡ ҡымшанмай баҫып торҙо ла: «Әсәй, һин ҡайҙа?» — тип илап ебәрҙе. Шунда ғына ҡустыһын ҡалдырмаҫҡа кәрәклеген аңланы. Кирегә, тау түбәненә йүгерергә! Икеһенә ул тиклем ҡурҡыныс булмаҫ, ҡышҡы һыуыҡтарҙа яғылмаған өйҙә һыйынышып ултырған һымаҡ, шыршы аҫтында ла бер-береһен йылытып, ҡар яуып бөткәнен көтөп ултырырҙар ҙа иртәнсәк ҡайтыу яғына йүнәлерҙәр. Юлда берәйһе осрап та ҡуйыр әле. Аршаға барһа — әсәләре янына илтер, кирегә булһа — ауылдарына... Һәм Вәзих үргә атланы. Әммә һыртҡа менә-менә, уйлағанса, ҙур шыршы янына яҡынлай-яҡынлай, ялан аяҡтары аҫтында ташлы юл түгел, ә ҡар, ҡар аҫтында былтыр ҡойолған серек япраҡтар ҙа үле үлән икәненә аптыраны. Юлды эҙләп һулға ташланды, унан — уңға. Юл юҡ. Шунан ул ҡысҡырырға тотондо: «Айнур, һин ҡайҙа, Айнур?» Уйлауынса, ошонан Айнур ҡалған ҙур шыршы ҡул һуҙымында ғына булырға тейеш. Бәлки, ул ултырған-ултырған да ҡайтыу яғына атлағандыр. Вәт иҫәр, яңғыҙы ауылға етә алмай бит инде.
Ҡурҡыуҙан хәле бөтөп, тамам арып, артабан түбәнләскә ул дүрт аяҡлап шыуышты. Шыуышты һәм «Әсәй, әсәй!» тип һөрәнләне. Оҙаҡламай тауышы ла сыҡмай башланы. Өшөүҙән, ҡурҡыуҙан туҡтауһыҙ ҡалтыранды, тырнаҡтарын, тубығын аҡтарып бөттө, йөҙө менән ҡарҙы һөрҙө. Уның берҙән-бер теләге — ергә ятып күҙҙәрен йомоу. Ул әсәһенең сарыҡтары ише йыуан шыршы төбөнә шыуышып барып етте. Ҡосаҡланы ла бите менән уға терәлде. Ул үҙенең был аяуһыҙ донъянан нисек һәм ҡайҙа китеп барғанын аңламай ине.

Еңеү тураһындағы хәбәрҙе иң беренсе булып колхоз етәкселеге белде — райондан идараға шылтыратҡандар. Унан уҡытыусылар, уҡыусылар, башҡалар ишетте. Ас ҡыштан тамам хәлһеҙләнгән, арыған ауыл кешеләренең күбеһенең, хатта үҙ тормошона битараф ҡарағандарҙың, был яңылыҡҡа әллә ни иҫе китмәне, ҡайһылары күңелендә, әлбиттә, шатлыҡ, ниндәйҙер өмөт уятты. Ауыл советы бинаһы ҡыйығындағы уңып, теткеләнеп бөткән флагты яңы сепрәккә алыштырҙылар. Һуғышта үлгән йәки хәбәрһеҙ юғалған фронтовик ғаиләләренә колхоз берәр килограмм арыш оно таратты. Ҡатындары, әсәләре, нишләп улай бик әҙ бүләһегеҙ, балалар ас бит, тип ҡәнәғәтһеҙлек белдергәс, колхоз башлығы:
— Бөтә ондо ла хәҙер таратһам, сәсеүселәргә нимә ашатам? — тип яуапланы. — Унан бесән китә, ураҡ...
Һуғыштан Сабрай Низаметдинов ҡына ҡайтты. Ҡатыны ла, балалары ла уны был арала көтмәгәйне. Юлында осраҡлы тап булған аттан төштө лә, яралы аяғында ныҡ аҡһап, өйөнә ыңғайланы һәм ҡапҡа төбөндә уны бөгөн көтмәгән ҡатыны менән йөҙгә-йөҙ осрашты. Сабрай өйөнән әллә ни алыҫта түгел — ҡалала госпиталдә ятты, сығарғас, үҙенең ҡайтасағын белдереп яҙған хатынан алда ҡайтып етте. Ирен саҡ танып, ҡатын уның күкрәгенә ҡапланып, сеңләп иларға тотондо. Уға ҡушылып Сабрай үҙе лә иларға кереште. Шулай илаша-илаша өйгә инделәр... Һалдат ауылдаштарына оҙаҡ ҡына күренмәй ятты, әйтерһең дә, һаман ҡайтмаған. Йылғаға һыуға барыусы бисәләр, түҙемһеҙләнеп, уның ҡатынынан:
— Тегендә беҙҙекеләрҙе күрмәгәнме, һорашманыңмы? — тип белеште.
— Бер нәмә лә һөйләмәй, төнөн төшөндә ҡысҡыра.
Тормош үҙ ағышы менән аҡты, хәҙер инде һуғыштан һуңғы тормош. Ауылда һаман да аслыҡ хөкөм һөрә, кешеләрҙең күңеле лә тыныс түгел. Ҡулдарға һәм йөрәккә көс өҫтәлмәне. Эш күп — яҙғы сәсеү мәшәҡәттәре башланды. Ерҙәге иң ауыр эш. Һабан артынан дымлы бураҙна буйлап ун дүрт-ун биш йәшлек үҫмерҙәр өҫтөрәлде. Трактор рычагтарын үҫмер ҡыҙҙарҙың көсһөҙ ҡулдары тотто. Тракторҙар йыш ҡына ватыла, уларҙы ремонтлап, әллә күпме ваҡыт үтә. Ә көн көтөп тормай, орлоҡто тиҙерәк ер ҡуйынына һалырға кәрәк.
— Эх, малайҙар, малайҙар! — көрһөнә лә бригадир Шәрифулла, шунан, уларҙың уйнап ҡына йөрөр саҡтарында эшкә егелеүҙәре өсөн йәне әсеп, әллә йәлләп, тағы нимәлер әйтергә уҡталып, өҫтәй: — Маладистар, тырышалар.
Үҫмерҙәр, ҡатындар шыйыҡ бригада өйрәһен эсеп, колхоз баҫыуҙарын һөрөп ашлыҡ сәсһә, көс-хәлдәре булмау сәбәпле, бригадир эшкә ҡушмаған, бәләкәйерәк булғанға эшкә ҡатышмаған малай-шалай ерҙән ашарлыҡ нәмә эҙләне. Парҙа ҡымыҙлыҡ, бесән сапҡан туғайҙарҙа — ҡуҙғалаҡ, йыуа, ҡалҡыулыҡтарҙың ташлы битләүҙәрендә оҫҡон, кәзә кәбеҫтәһе күтәрелә. Ҡайһы бер сәскәләрҙе лә сәйнәнеләр хатта. Йәш кесерткән шулай уҡ ашарлыҡ ине. Ерҙә ҡаҙынырға малайҙарҙың бөтә бригадаһы бергә йөрөнө, хәле ҡалмаған Хәйбулланы ғына эйәртмәнеләр.
Йылға аръяғына ла күҙ ташланылар. Унда муйыл шау сәскәлә ултыра. Әммә ул яҡта әлегә ашарлыҡ бер нәмә лә үҫмәгәнен яҡшы беләләр. Ҡарағат саҡ бөрөләнә, муйыл менән энәлек өлгөрөргә шулай уҡ йыраҡ. Йылға ла үҙенең йәйге самаһына ҡайтмаған, ташыу.
Ҡышын да, иртә яҙ ҙа ниндәйҙер ризыҡ табыу эшендә Кинйәк һәр саҡ бригадир. Ул яңыраҡ ҡына рудникта ағаһында ҡунаҡта булды. Ҡыҙыл йондоҙло, осло башлы ҡыҙылармеец ҡолаҡсыны кейеп ҡайтты. Буденовканы ағаһы бүләк иткән икән. Ағаһының атаһы армиянан ошо баш кейемендә ҡайтҡан һәм бәләкәй малайына биргән. Был бәләкәй малай күптән үҫкән. «Хәҙер мә, һин кей, Кинйәк», — тигән ағаһы.
Кинйәк атаһының үлгәнен белмәй ине. Атаһы аҫылынған көндә ул өләсәһендә булып ҡалды. Әсәһе, атайың һуғышҡа китте, тигән. Ололарҙан бер кем дә уға дөрөҫөн әйтмәне, ә малайҙар бригадаһында Рифат менән Азаттан башҡалары был турала белмәне. Улар ҙа өндәшмәне. Бәлки, онотҡандарҙыр ҙа, Кинйәкте фронтовик улы тип йөрөгәндәрҙер... Осло ҡыҙылармеец башлығын Кинйәк бер ҡасан да башынан сисмәне. Бәлки, шуның менән йоҡлағандыр ҙа.
Яҙын клубта кино күрһәтә башланылар. Фашистарҙы еңеү тураһында фильмдар юҡ ине әле, быға тиклем ҡарағандарҙы, аҡтарҙы еңгәндәрҙе — «Чапаев», «Мы из Кронштадта», башҡаларын әйләндерҙеләр. Бындай саҡтарҙа буденовканың кәрәге бик тейҙе. Кино башланыр алдынан динамомашинаны ебәргәс, клубта берәйһе мотлаҡ ҡысҡыра: «Кинйәк, утты һүндер!»
Кинйәк буденовкаһын сисә лә эскәмйәгә баҫа, сығып торған осо менән лампаның төбөндәге тишекте ҡаплай — кәрәсин лампаһы һүнә һәм экранда һуғыш башлана.

Йылы май килде. Йылға буйы ап-аҡ сәскәләргә күмелде, ауылда муйыл сәскә атты, торараҡ ул сәскәһен ҡойҙо, йорт алды баҡсаларында миләш, сирен еҫтәре таралды. Төн уртаһына тиклем һандуғастар һайраны, көндөҙҙәрен кәкүк саҡырҙы... Яҙҙың ошо төрлө тауыш-ауаздарын тыңлап, Рифат уларҙы ҡурай моңона һалырға тырышты...
Нисектер бер көн ул Азатҡа инде. Сәй эсәләр ине. Һәр ваҡыттағыса, Кәримә апай уны өҫтәлгә саҡырҙы. Ул табала бешкән көлсәнең яртыһын Рифат алдына һалды, мәтрүшкә сәйе ҡойҙо.
— Атайыңдан хәбәр юҡмы?
— Уға ҡара ҡағыҙ килде бит, — тип яуапланы Рифат.
— Мин ул ҡағыҙҙарға ышанмайым, — тип уфтанды Кәримә апай. — Сабрайға ла ҡағыҙ килгән, ә ул госпиталдә ятҡан. Һинең атайың да яраларын төҙәтеп госпиталдә яталыр, хат яҙыр хәлдә түгелдер.
Рифат атаһын онотоп та бара ине инде, әсәһен генә иҫләй. Хатта ул да бала хәтеренән юйыла бара.
— Азат, әйҙә йылға аръяғына сығайыҡ. Кисеү булған ерҙә һыу тубыҡтан ғына, мин Мәғрифә өләсәйҙең сыҡҡанын күрҙем.
— Кинйәккә лә әйтәйекме? — тине Азат.
— Әйтәйек һуң.
Кинйәк был арала аймаҡта ниңәлер күренмәй ине. Әсәһе, ҡайҙалыр китте, тине. Рудникка, ағаһына олаҡҡандыр, бәлки.
Икәүләп кенә ҡуҙғалдылар. Һыу йәйге ярҙарына ҡайтҡан. Йылға аръяғындағы донъя ауыл яғындағыға ҡарағанда икенсерәк: бында ерек, муйыл ағастары, ҡомалаҡ сырмаған балан, энәлек, ҡарағат — ағы ла, ҡыҙылы ла, урыны менән сәнскеле гөлйемеш. Ярҙан эскәрәк инһәң — түңгәкле һаҙлыҡ. Унан да ары — кеше йөрөмәгән ерҙәр, унда хатта йәй көндәрендә лә инмәйҙәр. Ниндәйҙер тауыштар ишетелә, кемдер үгеҙ ише мышнай, уфылдай, торналар торҡолдай, кемделер үсекләгән йәки кемгәлер асыуланған һымаҡ, һайыҫҡандар шырҡылдаша.
Ҡарағат емештәре ваҡ һәм йәп-йәшел, әсе ине. Малайҙар ашарға кереште. Ашаған һайын ашағылары килә.
— Рифат, кил әле бында! — тип һөрәнләне ҡапыл Азат. — Ҡара, нимәлер ята!
Дуҫының тауышына ашығып килгән Рифат ниндәйҙер сәйер еҫ тойҙо. Ундай еҫте ул бығаса бер ҡасан да тойғаны юҡ ине. Ҡыҙыл ҡарағат янына килеп еткәс, үләндә йоҡлап ятҡан Кинйәкте күрҙе.
— Үлгән, — тине Азат, ҡурҡып.
Кинйәк хәрәкәтһеҙ ята ине, йөҙөндә — аптырау ғәләмәте. Күҙҙәре асыҡ, әйтерһең дә, йөҙө тапҡырында элеүле торған ҡарағат тәлгәшенә ҡараған.
— Әйҙә, ҡайтайыҡ, Сафия апайға әйтәйек!
Улар йүгерешеп ҡайтып Сафия апайға әйттеләр ҙә өсәүләшеп кире килделәр. Улына текәлеп, ул малайҙар иғтибарға алмаған ҡарағатҡа төртөп күрһәтте: ауыҙ ситтәрендә, муйын тирәһендә, күлдәгендә ашҡаҙанында эшкәртелеп бөтмәгән йәшел ҡоҫҡолоҡ ҡатҡайны.
— Ас көйө ҡарағатты күп ашаған, — тине Сафия апай. — Йөрәге түҙмәгәндер.
Ул ауылға ҡайтып, киндер сепрәк алып килде. Ярым кипкән мәйетте шуға төрҙө лә зыяратҡа алып китте. Өләсәһенең ҡәберенә йәнәш тәрән булмаған соҡор ҡаҙҙы һәм, буденовкаһын башына кейҙереп, улын ерләне. Шулай итеп, малайҙар бригадаһының етәксеһе, һәр төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, мәҙәктәр уйлап сығарыусы Кинйәктән бәләкәй генә бер ҡалҡыулыҡ ҡалды...
Бесән мәле етте. Һуғышҡа тиклем бесән сабыу, уны йыйып кәбәнгә һалыу ололар өсөн йәйге ураҡ төҫлө, ә малайҙар һәм үҫмерҙәргә йәйге байрам кеүегерәк була торғайны. Сөнки күмәкләп, ярыша-сәмләнә эшләү күңелле. Һыбайлап ат һуғарырға бараһың, йылғаға яҡын кәбәнләһәләр инде, төшкә туҡтаған арала һыу инәһең, балыҡ тотаһың. Ул саҡтарҙа йәй йылы, хатта эҫе, һыу ҙа яңы һауылған һөт һымаҡ йылы, төндәр ҙә һыуыҡ булмай. Ашау ҙа етәрлек: йылҡы ите бешерәләр, ҡымыҙ бирәләр. Кистәрен арбаларға тейәлеп ауылға ҡайтҡанда ҡатын-ҡыҙ күңелле йырҙар йырлай, таҡмаҡтар әйтә, ирҙәр ҡәнәғәт йылмая...
Еңеү йылы йәйендә кәбәндәрҙе элекке туғайҙарҙа ҡойҙолар. Әммә һуғышҡа тиклемге ирҙәр бригадаһы юҡ ине. Һуғыш йылдарында тартылған балалар ғына һәм ҡатыны менән ҡарт бригадир Шәрифулла. Ә бала-сағаны эшләтер өсөн түгел, күпселектә саф һауала эстәренә әҙ булһа ла бригада өйрәһе төшһөн өсөн алалар.
Малайҙар көстәренән килгәнсә тырыша. Рифат менән Азат кәбән төбөнә һөйрәткестә бесән ташый, Мөбәрәк, Вәсим ҡойолғанды тырмап йөрөй.
— Таҙараҡ йыйығыҙ, артығыҙҙан ҡалдырмағыҙ! — тип мыжый бригадир, шунан тәрән көрһөнөп, үҙ алдына әйтеп ҡуя. — Эх, һеҙ, малайҙар, малайҙар, колхоз булмаһа, нишләр инегеҙ?
Ашнаҡсы булып бригадирҙың ҡатыны Маһира эшләй. Төшкөһөн ашағанда ул арыш ононан бешерелгән туҡмасты малайҙарҙың сеүәтәһенә күберәк һала. Ҡорһаҡтарын өйрә менән тултырған, әммә туймаған малайҙар аттар ашаған, ҡарттар ял иткән арала ашарлыҡ берәй нәмә эҙләп тирә-яҡҡа таралыша. Йылғаға яҡын эшләһәләр — ҡарағат ҡыуаҡлыҡтарына, ҡалҡыулыҡтар тирәһендә булһа — еләккә.
Хәҙер ҡатындар туғайҙан ауылға йырламай ғына ҡайта. Ә Рифат өйөнә яҡынлаған һайын бер генә уй-өмөт менән баға: бына өй тапҡырында арбанан төшөп ҡалам, ҡапҡа төбөндә атайым баҫып тора. Мин уға ҡурайҙа әсәйем йырлаған көйҙәрҙе уйнаясаҡмын...

Оҙон йәйҙә ауылға, ярсыҡлы пуля аҡтарған ҡулын аҫып, Ишбулат Сабитов ҡына әйләнеп ҡайтты. Буйға бәләкәй һәм ауылда берҙән-бер һарыҡай егет ине ул. Бер ваҡытта ла атаһы булманы. Аҙашып килеп сыҡҡан ниндәйҙер старатель күпмелер ваҡыт уның әсәһендә йәшәне. Үҙенең кәмселеген белгәнгәмелер, Ишбулат торғаны бер һуғыш суҡмары, эре һәм тәкәббер ине. Ҡыҙҙар уны яратманы, егеттәр аралашмаҫҡа тырышты, ситләп уҙҙы. Мәктәптә уҡығанда уҡ үҙенең класташы Нәжибәне яратты, әммә ҡыҙ уны иғтибарға ла алманы, мыҫҡыллап көлдө, «һары ғәрип», тип атаны. Һәм бына ул, кәүҙәгә саҡ ҡына күтәрелгән, түшенә миҙалдар ҡаҙаған, ҡулы яралы егет, ҡайтып килде.
Бер ваҡыт ул эскән көйө, һуғышта йөрөгәндә лә онотолмаған һағыш тәьҫирендә Нәжибәләрҙең өйөнә килде. Өйҙә был мәлдә ҡыҙҙар киске аулаҡта ултыра ине. Бер нисә ҡыҙ һикелә, шунда уҡ, аҡ ашъяулыҡ өҫтөндә, эмалле сәйнүк. Күрәһең, бал эсәләр.
Ишбулат күңелле генә иҫәнләште, әммә шундуҡ Нәжибәнең яуабы яңғыраны:
— Ниңә килдең? Беҙ һине саҡырҙыҡмы?
Бындай ҡабул итеүҙән аптыраған Ишбулат ишек яғына боролайым ғына тигәйне, йәмһеҙ, йөҙө шаҙра Мәрзиә ҡалҡынды ла:
— Ниндәй егеттәр ятып ҡалды, ә был ғәрип... ҡайтҡан, — тине.
Кемдер мыҫҡыллы һөйләнде, кемдер хихылданы.
Йәштәрҙең барыһы ла бала саҡтан яҡын ине, күптән түгел генә класта бер парта артында ултырҙылар. Ә Нәжибәгә Ишбулат фронттан бер нисә хат яҙҙы, әммә яуап алманы. Эсендә ятҡан үпкәһе ҡуҙғалды, асыуы алҡымына тығылды. «Улар мине, фронтовикты, «За отвагу!» миҙалы алған һалдатты нисек ҡаршылай, мыҫҡыл итә... Тегендә, алғы һыҙыҡта, мин нимәләр генә күрмәнем...» һәм ул түҙмәне, әйләнде лә бер тынала нимә уйлағанын әйтте ташланы:
— Ах, һеҙ… Ә һин, Нәжибә, һоратырға килгәндер, тип уйлайһыңмы? Көт, был бер ҡасан да булмаясаҡ!
Нәжибә һикенән төштө, өндәшмәй генә Ишбулат эргәһенә килде лә тракторҙа эшләп тупаҫланған ҡаты йоҙроғо менән тегенең сикәһенә һуҡты. Ишбулат сайҡалып китте, һау ҡулы менән йөҙөн ҡапланы ла ишеккә боролдо. Нәжибәнең икенсе һуғыуы уны тупһала ҡыуып етте. Ишбулат эләгеп һөрлөктө лә йығылды.
— Ҡыҙҙар, туҡмағыҙ!
Ҡыҙҙар берҙәм рәүештә һикенән төштө лә иҙәндә ятҡан һалдатты туҡмарға тотондо. Ялан аяҡтары менән башын, арҡаһын төйгөсләнеләр...
«Киске аулаҡ»тан һуң Ишбулат бер ай район больницаһында ятып сыҡты, ә Нәжибәне, фронтовикты туҡмағаны өсөн, бер йылға Белорет төрмәһенә ултырттылар.

Август иртәләренең береһендә Рифатҡа бригадир Шәрифулла менән Камилә килеп инде. Апаһын күргәс, малай һағайҙы — йәнә үҙенә йәшәргә алып ҡайтырға килгәнме?
— Тор, кейен, — тине апаһы.
— Ниңә? — тип яуапланы Рифат, саҡырһа ла уларға бармаясағын хәл итеп.
— Детдомға бараһың. Бына, Шәрифулла ағай алып бара.
— Мин бер ҡайҙа ла бармайым! — тип өҙә һуҡты Рифат.
— Улым, был — приказ. Приказдың нимә икәнен һин беләһеңме? Бынан ары һин приказ буйынса ғына йәшәйәсәкһең, — тине бригадир. — Давай, һалдат кеүек йәһәт кенә йыйын!
Рифат теләр-теләмәҫ кенә одеял аҫтынан сыҡты, пальтоһын кейҙе, сарыҡтарын аяғына тартты, йәмшәйеп бөткән фуражкаһын башына һалды. Ҡурайын да алғайны, апаһы асыуланды:
— Ул һыҙғыртҡысыңды нимә тип алаһың? Унда ҡурай уйнап ултырырға ваҡытың булмаҫ. Уҡырға тейешһең һин унда.
Рифат өндәшмәне, әммә ҡурайын ҡалдырманы. Киткәндә ул бер ниндәй үкенес тә, ҡайғырыу ҙа кисермәне. Ныҡлап уянып етмәгәнлектән, ул үҙенең малайҙар бригадаһы һәм бала сағының йылғаһы менән мәңгегә айырылышҡанын аңламай ине...

Руссанан Әмир ӘМИНЕВ тәржемәһе.

Талха ҒИНИӘТУЛЛИН


Copyrights © Редакция журнала "Ватандаш" 2000-2017