На журнал "Ватандаш" можно подписаться в любом почтовом отделении РФ. Индекс - 78384.//Подписка по каталогу «Почта России» через ФГУП по РБ для индивидуальных подписчиков.//Альтернативная (льготная) подписка через редакцию.






Ил азаматтары, милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре Ҡарамышевтар

 1917—1919 йылдарҙа Башҡортостандың ерле мөхтәриәте (территориаль автономия) өсөн көрәштә башҡорт халҡының бөтә ҡатлам вәкилдәре лә әүҙем ҡатнаша. Милли азатлыҡ идеяһы, бай йәки ярлы булыуына ҡарамаҫтан, бөтә халыҡты берләштерә. Автономия яулауҙа башҡорт йәмғиәтенең элитаһы — дворяндар ҙа әүҙем ҡатнаша. Улар башҡорт зыялылары менән бер рәттән милли көрәштең башында йөрөй. Башҡорт дворяндары Солтанов, Ҡыуатов, Мутин, Аҡсулпанов һәм Ҡарамышевтар мөхтәриәт идеяһына фиҙакәр хеҙмәт итә. Автономия өсөн көрәш тарихында ағалы-ҡустылы Ҡарамышевтар эшмәкәрлеге ҙур урын алып тора.
1917 йылда милли хәрәкәт ҡуҙғалғас, Ҡарамышевтар ғаиләһенән бер туған дүрт ир-уҙаман — Мөхәмәтгәрәй, Әмир, Мөхтәр һәм Сөләймән килеп ҡушыла. Өлкәне Башҡортостан хөкүмәтендә эшләй, ҡалған өсәүһе Башҡорт армияһы сардарҙары була. Шулай уҡ уларҙың ике туғаны Әбделғәни Ҡарамышев та милли ғәскәрҙә офицер булып хеҙмәт итә. Ҡарамышевтарҙың шундай илһөйәрлеге, халҡына фиҙакәрлеге ҡайҙан килә һуң? Был сифаттар башҡорт дворяндары Ҡарамышевтарҙың нәҫеленән, тарихынан тамыр ала.
Ҡарамышевтарҙың нәҫел ептәре Юрматы ырыуының XVI быуатта йәшәгән түбә башлығы Ҡармыш-бабаға барып тоташа. 1553—1554 йылдарҙа уның юрматылар башлығы Тәтегәс бей менән бергә Ҡазанға барып, Иван батша наместнигынан үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғы алып ҡайтҡанлығы билдәле. Артабанғы быуаттарҙа Ҡармыштың нәҫелдәре, хәрби хеҙмәттә булып, дан-шөһрәт ҡаҙана. Уларҙың дүртенсе быуын ҡартатаһы Байслан Ҡарамышев йорт старшинаһы булып хеҙмәт итә. 1788—1790 йылдарҙағы рус-швед һуғышында ҡатнаша, яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн ҡылыс менән бүләкләнә. Уның улы зауряд-сотник Ибраһим Ҡарамышев кантон башлығы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә, мәшһүр Каруан­һарайҙы төҙөүҙә ҡатнаша.
Ибраһим Ҡарамышев улы Йософты Ырымбур кадет корпусына уҡырға бирә. Йософ Ҡарамышев кадет корпусын тамамлап, оҙаҡ йылдар Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итә. Перовскийҙың Аҡмәсет походында күрһәткән батырлығы өсөн орден менән бүләкләнә. Поход мәлендә Йософ Ҡарамышев башҡорт атлылары менән етәкселек итә. Артабан ул майор дәрәжәһе ала. 1856 йылдан Һырдаръя сик һыҙығының Перовский фортында башҡорт командаһы башлығы була. Аҙаҡ, Башҡортостанға ҡайтып, Маҡар улысы старшинаһы булып тора. Арҙаҡлы ир-уҙаманға арнап, ҡурайсылар “Ҡарамышев” маршын һалған. Уның икенсе исеме — “Йосоп майор” көйө.
Йософ Ҡарамышевтың ике улы — Солтангәрәй һәм Батыргәрәй була. Өлкәне, атаһы кеүек үк, хәрби юл һайлай, Ырымбур кадет корпусында белем алып, әрме хеҙмәтендә була, һуңынан сауҙа менән шөғөлләнә. Кесе улы Батыргәрәй, Ҡазандағы уҡытыусылар семинарияһын тамамлап, мөғәллимлек юлын һайлай. Урыҫ-башҡорт училищеларында уҡыта, һуңынан үҙенең тыуған ауылы Маҡарҙа һабаҡ бирә. Батыргәрәйҙең уландары Мөхәмәтгәрәй, Әмир, Мөхтәр һәм Сөләймән бала саҡтан уҡ зирәк була. Батыргәрәй уларға яҡшы белем бирә, башҡорт халҡының аҫыл ир-азаматтары итеп тәрбиәләй.

Гәрәй Ҡарамышев
Мөғәллим Батыргәрәй Ҡарамышевтың тәүге улы 1888 йылда донъяға килә. Уға Мөхәмәтгәрәй тип исем ҡуша. исемен ҡыҫҡартып, Гәрәй тип йөрөтәләр. Гәрәй Ҡарамышев, бала сағында ауырыу сәбәпле, 11 йәшендә генә уҡырға бара. Шуға ҡарамаҫтан, белемгә һәләтле бала була. 1902 йылда ауыл мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң, Ҡазан ҡалаһына барып, уҡытыусылар семинарияһына уҡырға инә. Был осорҙа семинария уҡыусылары араһында революцион рух хөкөм итә. Г.Ҡарамышев та унан ситтә ҡалмай. Йәшерен түңәрәктәрҙә сығыш яһай, революцион ойошмаларҙың гәзиттәрен яҙҙырып уҡый. “Төрмәлә ултырған сәйәси тотҡон-уҡыусыларҙың попечителе булараҡ, уларға бүләктәр ебәрә, семинарияла уҡыусыларҙан иғәнә йыя торғайным”, — тип яҙа ул үҙенең автобиографияһында.
1907 йылда семинарияны тамамлағандан һуң, 1917 йылға тик­лем төрлө ерҙәрҙә балалар уҡытыу менән шөғөлләнә. Революциянан һуң ижтимағи эшмәкәрлеккә тотона. Ул Стәрлетамаҡ өйәҙендә улыс комитеттарын ойоштороу эшенә йәлеп ителә. 1917 йылдың майында Гәрәй Ҡарамышев Мәскәүҙә үткән I Бөтә Рәсәй мосолман съезында ҡатнашып ҡайта. Әйткәндәй, ошо съезда башҡорт делегацияһы тарафынан Башҡорт өлкә бюроһы ойошторола. Уның ағзалары итеп Зәки Вәлиди, Сәғит Мираҫов һәм Аллабирҙе Йәғәфәровтар һайлана. Уларға 1917 йылдың июлендә Ырымбурҙа 1-се Башҡорт ҡоролтайын ойоштороу бурысы йөкмәтелә. Урындарҙа Башҡорт төбәк шуралары ойошторолорға тейеш була.
Гәрәй Ҡарамышев Мәскәүҙән ҡайтыу менән Маҡар улысы башҡарма комитеты уны Стәрлетамаҡ өйәҙенең ер съезына ебәрә. Гәрәй ер мәсьәләһен яҡшы белә. Шуға күрә лә алдынғы ҡарашлы, аҡыллы егетте Өйәҙ ер башҡармаһы (Уездная земельная управа) рәйесе урынбаҫары итеп һайлайҙар.
1917 йылдың йәйендә Стәрлетамаҡ өйәҙе башҡорттары шураһы ойошторола. Уның рәйесе итеп Гәрәй Ҡарамышевты һайлайҙар. Шулай итеп, Г.Ҡарамышев Стәрлетамаҡ өйәҙе башҡорттарының лидеры булып китә. Өйәҙ шураһы етәксеһе булараҡ, Гәрәй 1917 йылда үткән башҡорт ҡоролтайҙарында әүҙем ҡатнаша.
1918 йылдың ғинуарында Гәрәй Ҡарамышев Стәрлетамаҡ өйәҙе башҡорт­тарының беренсе съезын ойоштора. Съезд Ҡоролтайҙың Башҡортостан мөхтәриәте тураһындағы ҡарарын хуплай, автономияның урындағы власть органдарын — Юрматы кантоны башҡармаһын булдыра. Әммә февраль айын­да Башҡортостан хөкүмәте большевиктар тарафынан ҡулға алыныу менән автономияны тормошҡа ашырыу эше туҡтап ҡала. Күпме хаттар, мөрәжәғәттәр яҙыла Ырымбурға, әммә һөҙөмтә булмай. Эш башына менеп ултырып алған большевиктар: Б.Шәфиев һәм башҡалар Башҡортостан Ваҡытлы революцион комитетын ойоштороп, совет платформаһындағы Башҡорт республикаһы төҙөргә хыяллана. Ләкин Башҡортостан автономияһына ҡаршы татарҙар был комитетты ла тарата.
Был осорҙа Гәрәй Ҡарамышев өйәҙҙең педагогия курстары мөдире, артабан 20-се участоктың мировой судьяһы булып эшләй. 1918 йылдың июнендә Башҡортостан хөкүмәте Силәбелә эшләй башлай. Август айында Ырымбур ҡалаһына күсеп ҡайтыу менән Гәрәй Ҡарамышевты хөкүмәт эшенә саҡыртып алалар.
Ер мәсьәләләрен яҡшы белгән тәжрибәле ир-уҙаманды Башҡортостан хөкүмәтенең Ерҙе төҙөкләндереү (землеустройство) бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Башҡортостанда ер мәсьәләһе был осорҙа бик ҡырҡыу тора. Столыпин реформаһы, Ярман һуғышы һөҙөмтәһендә башҡорт ерҙәренә килеп ултырған күскенселәр менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләргә кәрәк була. Күп осраҡта урыҫ улыстары, Дөйөм Рәсәй хөкүмәтенә һылтанып, Башҡортостан хөкүмәтен танымаҫҡа һәм ҡарарҙарын үтәмәҫкә тырыша. Бына ошондай шарттарҙа эш итергә тура килә Г.Ҡарамышевҡа.
Дәүләт эше менән бер рәттән Ҡарамышев ижтимағи тормоштан да ситтә ҡалмай. 1918 йылдың 1 сентябрендә ул башҡорт йәштәренең “Тулҡын” ойошмаһын тергеҙеү буйынса саҡырылған конференцияла әүҙем ҡатнаша. Уны “Тулҡын”дың башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлайҙар. Был ойошманың матбаға һәм драматик бүлектәре булдырыла. 1918 йылдың көҙөндә “Тулҡын” инициативаһы менән төрлө мәҙәни саралар ойошторола, мәшһүр шағир, азат­лыҡ йырсыһы Шәйехзада Бабичтың “Йәш Башҡортостан. Зәңгәр йырҙар” һәм Хәбибулла Ғәбитовтың “Башҡорт моңдары” исемле шиғри йыйынтыҡтары баҫыла. Ошо эштәрҙең башында Гәрәй Ҡарамышев тора.
1918 йылдың ноябрендә адмирал Колчак власҡа килеү менән Башҡортостан хөкүмәте һәм ғәскәрҙәренең хәле ауырлаша. Милли хәрәкәт етәкселеге Совет власы менән килешеү юлдарын эҙләй башлай. Ошо маҡсатта Муллаян Халиҡов менән Гәрәй Ҡарамышевты Мәскәүгә ебәрәләр. Әммә илселәрҙең юлы уңмай. Улар кире әйләнеп ҡайта. Был мәлдә Башҡорт хөкүмәте ағзаһы Муса Смаҡов һәм Арғаяш кантоны етәкселәре Хафиз Ҡушаев, Мансур Мәғәсүмов һәм башҡалар, аҡтар тарафынан ҡулға алынып, Силәбе төрмәһендә ултыра. Зәки Вәлиди уларҙы төрмәнән сығарыу бурысын Гәрәй Ҡарамышевҡа йөкмәтә. Ҡарамышев, Силәбелә чехословактар менән һөйләшеп, башҡорт эшмәкәрҙәрен азат итеүгә ирешә. “Минең тырышлыҡ менән Силәбе төрмәһендә ултырған 13 кешене сығарыуға өлгәштек”, — тип яҙа Гәрәй Ҡарамышев.
1919 йылдың 18 февралендә Башҡортостан хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет власы яғына сыға. 21 февралдә Темәс ауылында I Бөтә Башҡорт хәрби съезы үтә. Гәрәй Ҡарамышев был оло йыйынды ойоштороуҙа һәм уның эшендә әүҙем ҡатнаша, съезд рәйесе урынбаҫары итеп һайлана. Башҡорт һалдаттары алдында ялҡынлы телмәр тота. Башҡорт халҡының данлы һәм шанлы үткәндәре хаҡында һөйләп китә. Башҡорттар борон-борондан азатлыҡ өсөн ҡулына ҡорал алып көрәшер булған. Урыҫ тарихсылары ул көрәште “бунт” тип атай. Тимәк, башҡорт халҡының был милли-азатлыҡ хәрәкәте “иҫәп буйынса 88-се бунт” тип билдәләй Г.Ҡарамышев һәм Совет власы менән берлектә контрреволюцияға ҡаршы аяуһыҙ һуғышҡа саҡыра.
Съезда Башҡортостан автономияһының революцион хөкүмәте — Башревком ойошторола. Яңы хөкүмәткә ағза итеп милли хәрәкәт лидерҙары Зәки Вәлиди, Мөхәмәтхан Ҡулаев, Юныс Бикбов, Аллабирҙе Йәғәфәровтар менән бергә Гәрәй Ҡарамышев та һайлана.
Иртәгеһенә Башревком үҙенең беренсе ултырышында Башҡорт Совет Республикаһының тәүге комиссарҙарын һайлай. Ҡарамышевҡа республиканың Халыҡ хужалығы советы (Башсовнархоз) рәйесе вазифаһы йөкмәтелә. Бер үк ваҡытта уны Башревком рәйесе урынбаҫары итеп һайлайҙар. “Ввиду отсутствия председателя, председателем практически был я. В период моего председательствования Башсовправительство переживало самые трудные моменты: во первых, натиск белых и вследствие этого эвакуация в г. Саранск, во вторых, не совсем дружелюбное отношение фронтовых частей к башкирам, недавно перешедшим на советскую сторону”, — тип яҙа Гәрәй Ҡарамышев үҙенең автобиографияһында. Шулай итеп, Гәрәй Ҡарамышев Башҡортостан автономияһының иң ауыр һәм фажиғәле осоронда, 1919 йылдың февраль-март айҙарында, хөкүмәтте етәкләй. Яҡлаусыһыҙ ҡалған башҡорт халҡын Ҡыҙыл Армия һалдаттары йәберләй, башҡорт халҡының арҙаҡлы улдары Шәйехзада Бабич менән Ғәбделхай Иркәбаев язалап үлтерелә. Мортазин полкы түҙмәй аҡтар яғына сығып киткәс, ваҡытлыса Мораҡта урынлашҡан Башҡортостан хөкүмәте ағзаларын да ҡулға алырға тырышалар, Башревкомдың комендант командаһын ҡоралһыҙландыралар. Бына ошондай аяныслы осорҙа хөкүмәт менән етәкселек итә Г.Ҡарамышев. Бер үк ваҡытта, 1919 йылдың мартынан май айына тиклем Ғәлиәхмәт Айыт­баев урынына Башҡортостандың ер эштәре буйынса халыҡ комиссары бурыс­тарын да үтәй. 1919 йылдың авгусында Башревком Стәрлетамаҡҡа ҡайтып төшә һәм Башҡортостанға ҡараған территорияларҙы — Өфө, Ырымбур губерналарынан кире ҡайтарыу буйынса һөйләшеүҙәр башлай. Башревком рәйесе Харис Йомағолов менән Гәрәй Ҡарамышев, Өфө губкомы менән һөйләшеп, мөнәсәбәттәр урынлаштырып ҡайта.
Артабан Гәрәй Ҡарамышев Башсовнархоз рәйесе сифатында, 1919 йылдың февралендә үк үҙенә йөкмәтелгән бурыстар менән шөғөлләнергә мөмкинлек ала. 1920 йылда Башҡортостандың Үҙәк Башҡарма комитеты (БашЦИК) ағзаһы итеп һайлана. 1920 йылдың ноябрендә РКП(б) һәм БашЦИК делегацияһы составында, П.Мостовенко, К.Иҙелғужиндар менән бергә Бөрйән-Түңгәүер кантонында тоҡанған ихтилал етәкселәре менән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. 26 ноябрҙә ике яҡ араһында килешеү төҙөлә. Уның һөҙөмтәһендә баш күтәреүселәр амнистиялана. 1920 йылдың июнендә Үҙәк власҡа протест белдереп эшен ташлап киткән башҡорт эшмәкәрҙәре яңынан етәксе урындарға тәғәйенләнә. Мәҫәлән, Таһир Имаҡов Ревтрибунал рәйесе, Сөләймән Мырҙабулатов — хәрби эштәр буйынса комиссар, Муса Мортазиндың урынбаҫары булып китә.
Өс йыл барған һуғыш башҡорт халҡының хужалығын бөлгөнлөккә төшөрә, фронт Башҡортостан территорияһы аша дүрт тапҡыр үтә, халыҡты ҡыҙылдар ҙа, аҡтар ҙа талай. Зәки Вәлиди хөкүмәте киткәндән һуң республиканан прод­разверстка буйынса күпләп иген сығара башлайҙар. Быға тиклем, большевиктар ҡаршы булһа ла, Башҡортостан хөкүмәте иген сығарыуҙы тыя, ирекле сауҙаны рөхсәт итә. Һуғыш, игенде сығарыу, ҡоролоҡ арҡаһында 1921 йылда республикала ҡот осҡос аслыҡ башлана. Гәрәй Ҡарамышев халыҡты ошо афәттән ҡотҡарыу өсөн бөтөн тырышлығын һалып эшләй. Асығыусыларға ярҙам комитеты (“Башпомгол”) составында Башҡортостан кантондары буйлап йөрөй. Тыумыштан сәләмәтлеге насар булыуына ҡарамаҫтан, Гәрәй Ҡарамышев бөтөн энергияһын, көсөн халҡының киләсәге өсөн фиҙа итә. Ауыр йылдар, бер туҡтауһыҙ көсөргәнешле эш уның һаулығын ҡаҡшата. донъяны яҡтыртҡан майшәм шикелле, ул балҡып һүнә. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте һәм дәүләт эшмәкәре Мөхәмәтгәрәй Батыргәрәй улы Ҡарамышев 1922 йылдың сентябрендә, 34 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсә.

Әмир батыр Ҡарамыш
Әмир Батыргәрәй улы Ҡарамышев — Зәки Вәлидиҙең дуҫы һәм яҡын арҡаҙаштарының береһе, ҡаһарман офицер. Зәки Вәлиди уны үҙенең хәтирәләрендә йыш телгә ала. “Әмир — минең йәшлек дуҫым. Беҙҙән ете саҡрым алыҫлыҡтағы Маҡар ауылынан. Башҡорттарҙың боронғо күренекле нәҫеленән, XIX быуаттың беренсе яртыһында билдәле башҡорт офицеры Йософ майор Ҡарамышевтың ейәне”, — тип яҙа Вәлиди.
Әмир 1893 йылда Батыргәрәй Ҡарамышевтың ғаиләһендә икенсе малай булып донъяға килә. Ул, ҡартатаһы Йософ майор кеүек үк, хәрби хеҙмәт юлынан китә. Революцияға тиклем батша армияһында хеҙмәт итә. Хәрби мәктәп тамамлап, корнет чины ала.
Хеҙмәттән ҡайтҡас, 1917 йылда Маҡар улысында Ваҡытлы хөкүмәт комиссары булып тора. Артабан Стәрлетамаҡ өйәҙе полицияһы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Әмир Ҡарамышев 1917 йылда үткән башҡорт ҡоролтайҙарында әүҙем ҡатнаша.
1917 йылдың декабрендә Дөйөм Башҡорт ҡоролтайында Башҡорт хөкүмәте ойошторола. Зәки Вәлиди эске һәм хәрби эштәр бүлеген етәкләй. Уның ғәскәри эштәр бу­йынса ярҙамсыһы итеп Әмир Ҡарамышев тәғәйенләнә. Ҡоролтай Башҡорт ғәскәрен ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. 1918 йылдың ғинуарында Әмир Ҡарамышев, Ғимран Мағазов, Ғабдулла Иҙелбаевтар тәүге башҡорт полкын төҙөү өсөн Бөрйән-Түңгәүер кантонына, Баймаҡҡа юллана. Бында улар Бөрйән улысы башҡорттарынан 300 кешенән торған отряд туплай. Әмир Ҡарамышев милли ғәскәр төҙөү эшенә бөтөн күңеле менән бирелгән сардар була. Хәбибулла Ғәбитов хәтерләүенсә, Ҡарамышев отрядҡа йәшел байраҡтар эшләтеп, үҙе сығарған “Ватан” йырын йырлатып йөрөй. Үҙе лә йырға-ҡурайға маһир ир-уҙаман була. “Ҡарамыштың улдары сиктән тыш батыр һәм идеалист егеттәр булды”, — тип яҙа Вәлиди.
Бында улар Баймаҡ эшселәр советы менән бәйләнеш урынлаштыра. Баймаҡтар башҡорт отрядына Орскиҙан ҡорал алып килергә вәғәҙә итә. Ырымбурҙа Башҡорт хөкүмәте ҡулға алынғандан һуң, Баймаҡ большевиктарына башҡорт отрядын юҡ итергә тигән бойороҡ килә. Орскиҙан алып килгән ҡоралды йәшерен рәүештә эшселәргә таратып, большевиктар 16 февралдең төнөндә (яңы стиль буйынса 2 март) бер ни белмәй йоҡлап ятҡан башҡорт отрядын килеп баҫа, отрядтың командирҙары поручик Ғабдулла Иҙелбаев менән прапорщик Ғимран Мағазовты ҡулға алалар. Был төндә Әмир Ҡарамышев үҙенең һыбайлылары менән Иҙелбай ауылында ҡуна. Иртәгеһенә, Баймаҡтағы хәлдәр тураһында ишетеп, тирә-яҡ ауылдарҙан халыҡ туплай башлай. Ике мең тирәһе кеше менән Баймаҡты ҡамауға ала. Большевиктарҙан ҡулға алынған башҡорт офицерҙарын азат итеүҙе талап итә. Әммә Баймаҡҡа һөжүм итә алмай, сөнки башҡорт отряды аҡсаһына ҡоралланып алған эшселәргә ҡаршы ҡоро ҡул менән барып булмай. Икенсенән, Ырымбурҙа, большевиктар ҡулында ултырған Башҡорт хөкүмәте ағзалары тураһында уйлай корнет Ҡарамышев. “…Уларҙың иң ҡурҡҡаны — төрмәлә ултырған хөкүмәт ағзаларын атып ҡуйырҙар, тигән уй була”, — тип яҙа Зәки Вәлиди.
Оҙаҡламай ҡыҙылдарҙың Ырымбурҙан ебәрелгән полкы килеп, башҡорттарҙы сигенергә мәжбүр итә. Ҡыҙылдар Баймаҡтағы башҡорт офицерҙары Ғабдулла Иҙелбаев менән Ғимран Мағазовты һәм улар менән бергә башҡорт отрядында хеҙмәт иткән бер нисә поляк офицерын ата.
Ошо ваҡиғаларҙан һуң Әмир Ҡарамышев үҙенең отряды менән Бөрйән-Түңгәүер кантонының таулы-урманлы яғына китеп, ҡыҙылдарға ҡаршы партизан отрядтары ойоштороуға тотона. Тамъян-Ҡатай кантонында ла отрядтар ойошторола башлай. Ҡаһарман сардар Вернеуральскийға сигенгән Дутов казактары менән бәйләнеш урынлаштыра. Тәүәккәл офицер тау-урман араһында ғына боҫоп ятырға йыйынмай, төрмәләге Башҡорт хөкүмәте ағзаларын ҡотҡарыу яғын уйлай. 1918 йылдың 4 апреле төнөндә Ҡарамышев отряды казактар менән бергә Ырымбурға һөжүм итеүҙә ҡатнаша. Ҡалаға бәреп инеп, отряд төрмәләге милли хәрәкәт етәкселәрен сығара. Әммә башҡорт һалдаттары төпкө камерала ултырған Вәлидиҙе азат итеп өлгөрмәй. Уның хәтерләүенсә, һалдаттар камераның асҡысын таба алмай кире сигенә. Ҡото алынған төрмә начальнигы, асҡысты табып, Вәлидиҙе үҙе асып сығара. Төрмәнән ҡотолоу менән Вәлиди Ырымбур янындағы Ҡарғалы ауылына юллана, унда Ҡарамышев отрядының бер һалдатын осратып, Әмиргә: “Ҡотолдом, Өфөгә кил”, — тип хәбәр ебәрә.
Шулай итеп, Әмир Ҡарамышев ойошторған отряд казактар ярҙамында Башҡорт хөкүмәте ағзаларын азат итә. Хәлдәр ҡатмарлашып киткән осраҡта большевиктар уларҙы атҡан да булыр ине. 1918 йылдың йәйендә чехословак һәм башҡорт ғәскәрҙәре Екатеринбургка яҡынлашҡас, Николай Икенсене ғаиләһе менән бергә атҡандар бит.
Был осорҙа Әмир Ҡарамышев Зәки Вәлидигә милли хәрәкәт эшен юлға һалыуҙа ныҡлы терәк һәм ярҙамсы була. Өфөлә осрашып, кәңәшләшеп, улар йәшерен рәүештә милли хәрәкәт вәкилдәре менән бәйләнеш урынлаштыра башлай. Тәүҙә улар Тамъян-Ҡатай кантонына юллана: “Арҡадаштарыбыҙҙың береһен поезд менән Семипалатинск яғына, тәғәйенләнгән ике һалдатты Миәскә һәм Белоретҡа ебәргәндән һуң, беҙ Әмир менән 9 апрель кис иреү ҡарҙа санаға ултырып киттек. Иретә. Күбеһенсә төндә йөрөйбөҙ. Үткән 1917 йылдың сентябрендә өйөндә үҙем мосафир булған Ямалетдин Байышевты, Мәжит Ғафуриҙы күрҙек һәм Сабир хәҙрәт Хәсән улына килдек. Ул тау башҡорттары кейемен табып бирҙе, ат егеп, Ҡатай башҡорттары улысына ҡараған Шамов руднигына алып килде. Беҙ унан Тамъян-Ҡатай кантонына, Әхмәт ауылына китәсәкбеҙ. Әммә Хоҙайбирҙе ауылына етмәҫтән, ун саҡрымдар алыҫлыҡта, аттарыбыҙ бер йылғаның иреү боҙона баҫырға ҡурҡты. Беҙҙе алып килгән кешене аттары менән кире ҡайтарҙыҡ. Әмир ҡурай уйнауға маһир булды. Был юлы беҙ китеп барған урманда ҡурай күп ине. Дуҫым уларҙы киҫеп алып, тишек тишеп уйнай. Яҙғы йомшаҡ ҡарҙан бата-бата атлау беҙҙе йөҙәтте. Өс-дүрт сәғәт атлағас ҡына түбә башына сыҡтыҡ һәм алыҫтағы ауылды күрҙек. Ауылға барып еткәнсе тамам арыныҡ”, — тип яҙа Зәки Вәлиди үҙенең иҫтәлектәрендә.
Артабан ике дуҫ, Шығай ауылында ҡунып, Әхмәткә барып етә. Бында Зәки Вәлиди ике аҙнаға яҡын, апрель аҙағына тиклем эшмәкәрлек итә, Юламан мулла ярҙамында төрлө документтар, мөрәжәғәттәр баҫып тарата. Шул осорҙа Әмир Ҡарамыш тырышлығы менән Тамъян, Түңгәүер, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ һәм Бөрйән улыстарында партизан төркөмдәре ойошторола.
1918 йылдың майында Силәбе ҡалаһында Чехословак корпусы большевиктарға ҡаршы баш күтәрә. Чехословактар Силәбе ҡалаһында власты үҙ ҡулына ала. Зәки Вәлиди һәм милли хәрәкәттең башҡа етәкселәре большевиктарҙан азат ителгән ҡалала туплана. 7 июндә Башҡорт хөкүмәтенең эшмәкәрлеге яңынан тергеҙелә. Оҙаҡламай хөкүмәт Башҡортостан автономияһының хәрби көстәрен ойоштороу эшенә тотона.
Әмир Ҡарамышев Тамъян-Ҡатай кантонында 1-се Башҡорт кавалерия һәм 5-се Башҡорт пехота полктарын ойоштороу менән мәшғүл була. Шулай уҡ бында Тамъян-Ҡатай ирекле отряды төҙөлә. Башҡорт хәрби шураһы фарманы менән корнет Ҡарамышев 1-се Башҡорт кавалерия полкы командиры итеп тәғәйенләнә. Был осорҙа Иҙелбашында (Белоретта) ҡамауҙа ҡалған Блюхер менән Кашириндарҙың ҡыҙыл партизан отрядтары (10 меңдән ашыу кеше) Ҡыҙыл Армияға барып ҡушылыу өсөн Верхнеуральск ҡалаһы яғына юллана. Бында ҡыҙылдарға ҡаршы Верхне­уральск фронты булдырыла, фронттың башҡорт ғәскәрҙәре (1-се Башҡорт кавалерия һәм 5-се Башҡорт пехота полктары, Тамъян-Ҡатай ирекле отряды — йәмғеһе 2000 тирәһе яугир) менән етәкселек итеү Әмир Ҡарамышевҡа йөкмәтелә. Ҡаһарман сардарға ротмистр званиеһы бирелә.
Блюхер отряды, һан яғынан өҫтөнлөк итеүгә ҡарамаҫтан, башҡорт һәм казактарҙың көслө ҡаршылығына осрай. Верхнеуральск янында ҡаты бәрелештәр булып үтә. Блюхер Верхнеуральскийҙы ала алмай, Белоретҡа кире сигенә. Ҡыҙылдар Өфө яғына сығыу өсөн Белореттан Стәрлетамаҡҡа юллана. Әмир Ҡарамышев полкы төньяҡҡа сигенгән ҡыҙылдарҙың артынан ҡыуа. Блюхерҙың йыйылма отряды был мәлдә хәҙерге Ишембай районының Маҡар ауылына (Әмир Ҡарамышевтың тыуған ауылы) килеп етә. 8 июлдә Ҡарамышев полкы Көҙән менән Маҡар ауылдары араһында большевиктар менән ҡаты һуғышып ала. 11—12 июлдә Петровск ауылы янында тағы бер бәрелеш була. Зәки Вәлиди хәтерләүенсә, ҡыҙылдар, ҡоралдарын ташлап, Егән йылғаһы аша сығып ҡаса. Улар артабан Стәрлетамаҡ гарнизоны менән һуғыша, ҡалаға инә алмай һәм Өфө яғына юллана. Ҡарамышев ҡыҙылдарҙың артынан ҡыуып, Еҙем буйында тағы ла бәрелешкә инә. Артабан Блюхер отряды, Иглин станцияһына үтеп, Ҡыҙыл Армияға барып ҡушыла.
“Башҡорт ҡаһарманы Әмир Ҡарамышев, үҙенең тау башҡорттарынан төҙөлгән отряды менән большевик бандаларына ҡаршы Белорет заводында өс көн тоташтан һуғышып, дошманға бик ҙур һәләкәт килтереп, байтаҡ ғәнимәт алынғанын һәм шул оҙаҡ һуғышта үҙенең йонсоғанын, 22 июлдә проводҡа саҡырып, Зәки әфәнде Вәлидигә һөйләне”, — тип хәбәр итә “Башҡорт” гәзите ошо осорҙа.
Бер айҙан ашыу барған ҡаты һуғыштар һөҙөмтәһендә тамам һаулығы ҡаҡшаған сардар (үпкәһе шешеп, ауырып йөрөгән була) Миәс ҡалаһы госпиталенә барып ята. 1918 йылдың 7 авгусында Әмир Батыргәрәй улы Ҡарамышев ошо госпиталдә вафат була. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең башынан әүҙем ҡатнашҡан, иң ауыр осорҙа Башҡорт хөкүмәте ағзаларын үлемдән ҡотҡарып алып ҡалған, артабан милли хәрәкәтте тергеҙеүгә күп көс һалған, Башҡорт ғәскәрен ойоштороуҙың башында торған батыр офицерҙың үлеме Башҡортостан автономияһы өсөн ҙур юғалтыу була.
Зәки Вәлиди ҡаһарман сардарҙы Ырымбурға алып килеп ерләргә бойора. 21 августа Ҡарамышевтың кәүҙәһе Ырымбурға килтерелә. Ошо айҡанлы Башҡорт хәрби шураһы махсус фарман сығара:
“На 22 сего августа назначаю похороны умершего при исполнении своего долга под Верхнеуральском доблестного сына Башкурдистана, командующего добровольческим отрядом ротмистра Карамышева Амира Батыр-Гареевича. Для отдания воинских почестей умершему назначается одна рота от 1-го Башкирского полка при полном боевом вооружении и при полном количестве офицеров. Роте со своим оркестром прибыть к часовне к 12 часам и сопровождать тело до мечети Караван-Сарая, откуда по совершению обряда Джиназа сопровождать до мусульманского кладбища, где при опускании гроба в могилу роте дать семь салютационных залпов.
При выносе и погребении присутствовать Башкирскому Военному Совету и г.г. офицерам и классным чинам, свободным от служебного наряда, Штаба Корпуса и 1-го и 4-го Башкирских полков. За гробом следовать оседланной лошади, каковую выслать от 1-го Башкирского полка.
Командирам полков ознакомить вкратце г.г. офицеров и солдат с личностью ротмистра Карамышева».
Әмир Ҡарамышевтың кәүҙәһе 22 август көнө Башҡорт хөкүмәте, Башҡорт Хәрби шураһы, Башҡорт Үҙәк шураһы ағзалары, офицер һәм һалдаттар ҡатнашлығында ҙур хөрмәт менән Ырымбур мосолман зыяратында ер ҡуйынына тапшырыла. “Әмир Ҡарамыштың үлеме ғәскәребеҙ өсөн бик ҙур юғалтыу ине. Ул хаҡта Башҡортостандағы шағирҙарыбыҙ байтаҡ мәрҫиә яҙҙы. Шулар араһында Шәйехзада Бабичтың мәрҫиәһе һуңғы ваҡытҡа тиклем халыҡ араһында яттан уҡылып килеүен 1943 йылда Германияла әсир төшкән башҡорт һалдаттарынан белдем”, — тип хәтерләй Зәки Вәлиди.
Ҡарамышевтың үлеме башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте өсөн ниндәй ҙур ҡайғы булғанын халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры, азатлыҡ йырсыһы Шәйехзада Бабич үҙенең шиғырында асып һала. Был мәрҫиәне ул Әмир ерләнгән мәлдә, батырҙың ҡәберендә уҡый:
Бөгөн беҙгә ни булған?
Күңелебеҙ ник ҡырылған?
Йөҙөбөҙҙә ник тағы
Үлгән хәсрәт терелгән?

Терелгәндең сәбәбе:
Бер аяулы ир үлгән!..
Ул аяулы кем ине?
— Әмир тигән ир ине.

Башҡорт күген яҡтыртҡан
Аҙ йондоҙҙоң бере ине.
Яу өҫтөнә атылһа,
Ҡуйға сапҡан бүре ине.

Ғәскәр йыйнап, баш булып,
Яҫтағаны таш булып,
Ут эсендә ут йотоп,
Нисә көндәр ас йөрөп,

Дошман яуын ҡырғанда
Күкрәгендә сир ине...
Шул сирендин үлгәндә
Етенсе август көнө ине.

Алдыбыҙҙа ниндәй тән?
Ҡәлбебеҙҙә ниндәй ғәм?
Түбәмеҙҙә әйләнеп
Осоп йөрөгән ниндәй йән?

— Алдыбыҙҙа ир тәне,
Ҡәлбебеҙҙә ил ғәме,
Алды тәҡдир арадин
Тағын да бер иркәне!..

Йәнен уның әйтәйем:
Йән түгел ул — намыҫтыр,
“Әмир” тигән бер исем —
“Намыҫ” тигән тауыштыр.

Йә илаһым, Әмирҙе
Йәннәткә ҡауыштыр!

Әй, Әмирйән, ил өсөн
Һүнгән шәмдең бере һин
Ҡара гүрҙе ағартып
Ингән йәндең бере һин.

Анаң һөтөң анаң (ө)сөн
Имгән йәндең бере һин,
Бәхетле һин — үлмәнең:
Ил күңелендә тере һин!..
Сәсәкләрдин һөйөнгән,
Шишмәләрҙә ҡойонған,
Дошмандардин йән һаҡлап,
Тауға-ташҡа һыйынған.

Һин бер батыр ир инең
Илең өсөн көйөнгән...
Ятҡан ерҙән ҡалҡынған,
Намыҫ йөҙөн яҡтыртҡан,

Ҡая тауҙар башында
Януб торған кәндилдәй;
Ҡаһарманлыҡ аңҡытҡан,
Ғәйрәт берлән дан тотҡан,

Үрҙән ҡырға һикереп,
Оса сапҡан дөлдөлдәй,
Һин бер аҫыл ир инең
Ил бәхетенә ант иткән!..

Осто Әмир асманға,
Тағы байрам дошманға,
Тағы ҡайғы, тағы зар
Моңло Башҡортостанға.

Көйөнһәк тә беҙ бында
Рәхәттә ос һин унда!...
Беҙҙән сәләм ирештер
Ғабдулла һәм Ғимранға!..

Сәләм һеҙгә, өс ҡорбан!
Әмир, Ғабдулла, Ғимран;
Йәнегеҙ фиҙа иттегеҙ
Башҡортостан ғишҡындан.

Өсәү бергә йөрөгөҙ,
Нур эсенә сумығыҙ!
Фәрештәләр ғәскәре
Төҙөп беҙгә килегеҙ!

Атланып аҡ пыраҡҡа,
Остоғоҙ һеҙ йыраҡҡа,
Ҡалағыҙ тик йөрәктә
Мәңгелеккә үрнәккә...

Урынығыҙ түрҙән яһалһын,
Уңай булһын артығыҙ!
Мәңге рәхәт йәшәһен
Күп интеккән халҡымыҙ!


Милли хәрәкәттең “Башҡорт”, “Башҡорт тауышы” гәзиттәрен сығарыусы мөхәррир, шағир Хәбибулла Ғәбитов та ҡаһарман сардарҙың иҫтәлегенә мәрҫиә бағышлай:

Башҡорт арыҫланы Әмир Ҡарамышевты юҡлап
Беҙгә ғәмле көн тыуҙы,
Уралда гөлдәр һулыны,
Хәсрәттән күңел тулды,
Әмир шаһит арыҫлан!
Беҙҙе ташлап һин киттең,
Үкһеҙ етем “ил” иттең,
Иртә китеп аранан,
Күҙ йәштәрен күл иттең,
Әмир шаһит арыҫлан!
Дошмандарҙы таптаның,
Бик ҙур эштәр башланың,
Шаһит булып арыҫлан,
Йомшаҡ тупраҡ яҫтандың,
Әмир шаһит арыҫлан!
Ҡаршы сығар алдыңдан
Абыҙ — Аҡай — Салауат,
Ҡарашһалар башҡортто,
Беҙҙән күп-күп сәләм әйт!
Әмир шаһит арыҫлан!
Башлаған эш туҡтамаҫ,
Инде башҡорт йоҡламаҫ,
Илдең изге теләген
Дошман яуы ташламаҫ,
Әмир шаһит арыҫлан!

Ҡанлы “тыу”ын күтәргән,
Илгә бурысын үтәгән,
Халҡын һаҡлап дошмандан
Ҡан төкрөп йүтәлгән,
Әмир шаһит арыҫлан!
Әжәл килде ашығып,
Бойһондоң һин баш ороп,
Ҡайғы-хәсрәт, әлемдән
Илең ҡалды йәшегеп,
Әмир шаһит арыҫлан!
Хуш мәңгегә, батырым!
Башымда юҡ ғаҡылым.
Дошман ҡыуып сыңлатҡан
Уралдың тау-таҡырын,
Әмир шаһит арыҫлан!
Моңло ҡәберең өҫтөндә,
Әмир, һине юҡланым,
Ғаҡлым китеп башымдан,
Һөйләй алмай туҡтаным,
Әмир шаһит арыҫлан!
Рәһен булһын башҡортҡа
Иртә осҡан аҡ йәнең,
Маҡсатҡа беҙ етәрбеҙ,
Тыныс булһын пак йәнең,
Әмир шаһит арыҫлан!
Әлбиттә, ҡаһарман офицерҙың үлеме ҡайғыһын ғаиләһе ауыр кисерә. Әмир Ҡарамышевтың ҡатыны Мәрхәбә, һөйөклө иренең вафаты алдынан янында моңланып ултырып йыр йырлаған, тиҙәр. Был йыр аҙаҡ, 1918 йылдың 20 авгусында матбуғатта баҫылып сыға:
Ирмәк кенә тауҙың башҡайында,
Ана, ултыра яңғыҙ бер ҡайын.
Сит илдәргә китереп, мәрхүм итеп,
Ҡалдыраһыңмы ғәзиз йәнкәйем?
Ирәмәл генә тауҙың ай баштары
Була микән, йәнем, еләкле,
Башҡорттарҙан тағын тыуыр микән
Һинең кеүек ғорур йөрәкле!
Яңы ғына теккән кейемеңде
Башлап кейеп киттең һуғышҡа,
Һинең генә сығарған моңло көйөң
Ҡалды башҡорттарға һағышҡа.
Көлөп ҡарап, төртөп күрһәтәһең,
Күренәме әллә йәннәт алдыңда?
Көлөп кенә үлмәк булаһыңмы,
Ғәзиз балаң илай яныңда?
Ҡаранаһың төрлө яҡтарға,
Һөйләнәһең, Кавказ, Кавказ, тип,
Йәш йөрәккәйемә сыҙай алмайым,
Ахыры, ҡалды ғүмерең аҙ, аҙ, тип.
Йыраҡ ҡалды һинең инәкәйең,
Һағыналыр улар барыһы ла,
Сыҙай ғына алмай, уф, уф, тиәм,
Йөрәк кенәм бигерәк ярһый ҙа.
Туғандарың һине тилмереп көтә,
Ялан ерҙә һине — ҡыр ҡошон!
Һуңғы минуттарың килеп етте,
Ай-һай, ғазраилдың ҡыр ҡышы!
Эй, хоҙайым, бирсе миңә сабыр!
Сыҡты, сыҡты йәнең, йән генәң!
Айырылыр минут килеп етте,
Нисек кенә китәйем яныңдан!


Бына шундай шиғырҙар менән хөрмәтләп, һуңғы юлға оҙата ҡаһарман офицер Әмир Ҡарамышевты көрәштәштәре. Башҡорт хөкүмәте Ырымбур мосолман зыяратында ерләнгән батырҙың ҡәберенә таш яҙҙырып, маҙар төҙөп ҡуйыу буйынса ҡарар ҡабул итә. Был бурыс Әмирҙең ағаһы Гәрәй Ҡарамышевҡа йөкмәтелә.
Әмир Ҡарамышев үлгәндән һуң уның урынына 1-се Башҡорт кавалерия полкы командиры итеп ҡустыһы прапорщик Мөхтәр Ҡарамышев тәғәйенләнә. 1918 йылдың октябрендә Башҡорт ғәскәри идаралығының фарманы менән 1-се Башҡорт кавалерия полкына ҡаһарман сардарҙың исеме бирелә. 1918 йылдың аҙағындағы — 1919 йылдың башындағы документтарҙа “1-й Башкирский кавалерийский имени ротмистра Карамышева полк”, — тип телгә алына.

Мөхтәр Ҡарамышев
Мөхтәр Ҡарамышев — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан башҡорт офицерҙарының береһе. 1895 йылда Батыргәрәй Ҡарамышевтың ғаиләһендә өсөнсө малай булып донъяға килә. Тәүге белемде Маҡар ауылы мәктәбендә ала. 1906 йылда мөғәллим атаһы Орск ҡалаһына эшкә күсерелә, Мөхтәр бында училище тамамлай. Артабан педагогия курстарында белем ала. 1915 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, фронтҡа эләгә. 1917 йылдың сентябренә тиклем 14-се драгун полкы составында һуғышта ҡатнаша. Яраланғас, уны бер айға ялға ҡайтарып ебәрәләр.
Тиҙҙән инде илдә сәйәси хәлдәр ҡырҡа үҙгәреп китә. Октябрь аҙағында большевиктар власты үҙ ҡулына ала. Мөхтәр тыуған яғына ҡайтҡас, Иҫке Сәйет ауылы мәктәбе мөдире булып эшкә төшә. Был осорҙа Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт киң ҡолас ала. 1918 йылдың ғинуарында Юрматы кантонының беренсе ҡоролтайында Мөхтәр кантон башҡармаһына һайлана. Әммә Ырымбурҙа Башҡорт хөкүмәте ҡулға алыныу менән Башҡортостан автономияһының урындағы власть органдарының эше лә юҡҡа сыға.
1918 йылдың йәйендә прапорщик Мөхтәр Ҡарамышев Әмир ағаһы менән бергә Башҡорт ғәскәрен ойоштороуҙа ең һыҙғанып эшләй. Июль айынан Башҡорт ғәскәренең инспекторы булып хеҙмәт итә һәм бер үк ваҡытта ҡорал-боеприпас склады етәксеһе вазифаһын башҡара, йәғни яңы төҙөлөп ятҡан ғәскәрҙе ҡорал менән тәьмин итеү тулыһынса уның ҡулында була.
1918 йылдың 27 авгусында Мөхтәргә Башҡорт хәрби шураһының артиллерия бүлеге мөдире бурысы йөкмәтелә. Хәрби шураның 28-се (§4) фарманында: “Прапорщика Карамышева, назначенного приказом №7, §4 инспектором Башкирских войск и заведующим оружием считать с того же числа на должности заведующего артиллерийским отделом ввиду неимения штатных должностей инспектора Башкирских войск и заведующего оружием и фактически ведением складом боевых припасов и оружием Башкирского военного совета”, — тиелә.
1918 йылдың көҙөндә прапорщик Ҡарамышев мәрхүм ағаһы Әмир Ҡара­мышев етәкселек иткән 1-се Башҡорт кавалерия полкына командир итеп тәғәйенләнә. Подпоручик званиеһы бирелә. 1-се полк менән ул 1919 йылдың ғинуарына тиклем командалыҡ итә. Ошо осор эсендә Ҡыҙыл Армия частарына ҡаршы ҡанлы яуҙарҙа ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ротмистр итеп үрләтелә.
1918 йылдың декабрь аҙағында Мөхтәр Ҡарамышев етәкселегендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкы Стәрлетамаҡ ҡалаһы янында Ҡыҙыл Армия час­тарына ҡаршы фронт тота. Ошо районда һуғышҡан бөтә башҡорт отрядтары М.Ҡарамышевтың ҡулы аҫтында туплана. Ул Стәрлетамаҡ фронты командующийы итеп тәғәйенләнә. Бында Башҡорт ғәскәренә бик ауыр шарттарҙа һуғышырға тура килә. Зәки Вәлидиҙең 30 декабрҙә ғәскәри старшина Богдановҡа яҙған хатында был хәл асыҡ сағыла: “На Стерлитамакском фронте действует 1-й кавалерийский имени Карамышева полк, 400 человек при 152 винтовках и 400 конях. Юрматынский отряд — 150 человек, Табынский отряд — 200 человек. Туда же двигается Кипчакский отряд — 160 человек, Джетировский отряд — 120 человек, Тамъян-Катаевский — 400 человек, Усерганский отряд — 180 человек. Бурзянский — 300 человек остается на охране Правительственных учреждений в Баймакском районе.
Руководство Башкирским конным полком и отрядами в Стерлитамакском районе объединяются в руках командующего Башкирскими силами Стерлитамакского района, которым назначаю ротмистра Карамышева. Только эти части полуголодные, так же не имеют денег и без патронов, пулеметов и недокомплект оружия”, — тип хәбәр итә Зәки Вәлиди һәм ҡорал менән ярҙам итеүҙе һорай.
Аҡтарҙан ярҙам ала алмағас, Мөхтәр Ҡарамышев етәкселегендәге ғәскәрҙәр Стәрлетамаҡтан сигенергә мәжбүр була. 1919 йылдың ғинуар башында 1-се Башҡорт кавалерия полкы Башҡорт корпусына барып ҡушыла. Ошо осорҙа Зәки Вәлиди, Дутов ҡулында булған башҡорт полктарын үҙенә күсереп, Башҡорт ғәскәрен бер урынға туплауға өлгәшә. Ошо айҡанлы 10 ғинуар Зәки Вәлиди Мөхтәр Ҡарамышевты ҡабаттан тәьминәт эшенә күсерә, Башҡорт ғәскәренең баш интенданты итеп тәғәйенләй, ә 1-се Башҡорт кавалерия полкы менән командалыҡты Муса Мортазинға йөкмәтә.
Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәре Совет власы яғына сыҡҡандан һуң, 1919 йылдың мартында Мөхтәр Ҡарамышев — Башҡортостан хөкүмәтенең (Башревкомдың) аҙыҡ-түлек бүлеге мөдире. 1919 йылдың мартында Башревком Темәстән Мораҡҡа күскәс, ул Мораҡ ауылы һәм районы гарнизоны начальнигы булып хеҙмәт итә. Апрель айынан Хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссариатында дөйөм эштәр бүлеге начальнигы вазифаһында була.
1919 йылдың авгусында, Башҡортостан автономияһы хөкүмәте (Башревком) Саранскиҙан ҡайтҡас, Мөхтәр Ҡарамышев Табын кантоны ревкомы рәйесе итеп тәғәйенләнә. 1919 йылдың декабрендә Тамъян-Ҡатай кантонына хәрби комиссар итеп күсерелә. Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, 1920 йылдың ноябрендә Мөхтәр Ҡарамышев тыуған яғына ҡайта һәм уҡытыусы булып эшләй. Әммә тиҙҙән Юрматы кантонының ер эштәре бүлеге мөдире итеп эшкә алына. Унан инде Дыуан-Кущин кантонына совнархоз рәйесе итеп күсерелә. 1921 йылдың февралендә Белрайлесконтораға комиссар итеп тәғәйенләнә. Октябрь айында Мөхтәр Ҡарамышевты Стәрлетамаҡҡа, Башҡортостандың социаль тәьминәт комиссариаты коллегияһына эшкә алалар.
Тап ошо осорҙа партия сафтарын таҙартыу эше киң ҡолас ала. 1921 йылдың 15 ноябрендә комиссия Мөхтәр Ҡарамышевтың элекке эшмәкәрлеген тикшереп, Башҡорт армияһында ҡыҙылдарға ҡаршы һуғышҡанын иҫкә төшөрөп: “исключить из партии как активного участника в борьбе против Соввласти и участника арестов коммунистов при Соввласти, как националиста без права вступления…”, — тигән хөкөм сығара.
Әйткәндәй, боронғо башҡорт йолаһы буйынса, үлеп ҡалған Әмир ағаһының ғаиләһен, малайын етем итмәйем, тип, Мәрхәбә еңгәһенә өйләнә. Әмир Ҡарамышевтың улы Байсланды ҡарап үҫтерә, белем бирә. Мөхтәр Ҡарамышев партиянан сығарылғас, Башҡортостанда көн күрһәтмәҫтәрен аңлап, күп кенә милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре һымаҡ, Урта Азияға сығып китә. Һуңынан Украина ССР-ның Винница ҡалаһында йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙ теләге менән фронтҡа китә һәм яу яланында ятып ҡала. Байслан Ҡарамышев, хәрби училище тамамлап, һуғышта ҡатнаша, һуңынан Башҡортостанға ҡайта. Бөгөнгө көндә Ҡарамышевтарҙың нәҫелен дауам итеүсе, Әмир Ҡарамышевтың ейәне, Байсландың улы Салауат Ҡарамышев Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Данлы Ҡарамышевтарҙың исемен мәңгеләштереү өсөн янып йөрөй, бер нисә йыл элек уның тырышлығы менән Маҡар ауылында Ҡарамышевтарға иҫтәлекле таш ҡуйылды.
Батыргәрәй Ҡарамышевтың дүртенсе улы Сөләймән дә офицер булып Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт иткәне билдәле. Әммә исеме Башҡорт Хәрби шураһы документтарында осрамай. 1919 йылда башҡорт ғәскәрҙәре менән бергә ҡыҙылдар яғына сыға. 1919 йылда Саранск ҡалаһында бер төркөм башҡорт атлы яугирҙары араһында торған фотоһы бар (Салауат Ҡарамышевтың ғаилә архивынан). Алғы планда тора, түшендә ҡыҙыл командир жетоны тағылған. Эскад­рон командиры булырға тейеш. Салауат Байслан улы һөйләүенсә, Сөләймән Ҡарамышев һуғышта һәләк булған.
1919 йылдың июнендә Башҡорт ғәскәре Саранскиҙан Көньяҡ фронтҡа, Украинаға, Деникин армияһына ҡаршы һуғышҡа ебәрелә. 14-се Ҡыҙыл армияның тарҡалыуы, Харьков оборона советының аҡтарға һатылыуы арҡаһында Башҡорт ғәскәре бик ауыр хәлдә ҡала. Башҡорттар ҙур юғалтыуҙар кисерә. Бәлки, Сөләймән Ҡарамышев Деникинға ҡаршы ҡанлы яуҙарҙың береһендә һәләк булғандыр. Йә булмаһа, 1919 йылдың көҙөндә Петроград фронтында Юденич армияһына ҡаршы һуғыштарҙа үлеп ҡалғандыр.
Ҡарамышевтарҙан тағы бер офицер — Ғәни Зәки Вәлиди хәтирәләрендә телгә алына. Башҡорт Хәрби шураһының интендант бүлеге мөдире булып хеҙмәт иткәнлеге билдәле. Вәлиди яҙыуынса, ҡыҙылдар яғына сығыр алдынан башҡорт офицерҙары йыйылып һөйләшә. Ике офицер — Шаһибәк Үзбәков менән Ғәни Ҡарамышев ҡыҙылдар яғына сығырға теләмәне, аҡтар яғында ҡалды, тип яҙа.
Шулай итеп, данлы Йософ майор ейәндәре, арҙаҡлы башҡорт дворяндары нәҫеле вәкилдәре Гәрәй, Әмир, Мөхтәр, Сөләймән, Ғәни Ҡарамышевтар, туған халҡының киләсәген хәстәрләп, Башҡортостанға мөхтәриәт яулау өсөн бөтөн көсөн һалғандар, автономия идеяһына бөтөн булмышын фиҙа ҡылғандар. Уларҙың эшмәкәрлеге, тырышлығы, биргән ҡорбандары бушҡа булмаған. Аллаға шөкөр, ошо фиҙакәр ил-азаматтар нигеҙ һалған Башҡортостан Республикаһында йәшәйбеҙ. Беҙҙең бурыс — уларҙың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү, ҡылған эштәрен киләһе быуындарға еткереү.

 

Ҡулланылған әҙәбиәт

1. НА РБ. Ф.394. Оп.9. Д.17. Л.57—58.
2. НА РБ. Ф.1107. Оп.1. Д.25. Л.2.об, 137, Д.30. Л.40.
3. НА РБ. Ф.1201. Оп.2. Д.3. Л.20, Д.1. Л.3.
4. НА РБ. Ф.9776. Оп.2. Д.3. Л.116, Д.4. Л.166.
5. НА РБ. Ф.22. Оп.2. Д.310.
6. А.А.Валидов — организатор автономии Башкортостана (1917—1920). Т.1. Ч.1. — Уфа, 2005. — С.240, 271, 288, 351—354.
7. Шәйехзада Б. Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар. — Өфө, 1995. 263—266-сы бб.
8. Башкирская энциклопедия. Т.3. — Уфа, 2008. — С.329.
9. Башкирские родословные. — Уфа, 2002. — С.57.
10. Вәлиди Туған Ә.-З. Хәтирәләр. — Өфө: Китап, 1996. — 205, 208, 211, 213, 235, 253-сө бб.
11. Кульшарипов М.М. Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.).
— Уфа, 2000. — С.312—313.
12. Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925). Т.1. — Уфа, 2002. — С.309—334.
13. Шунда уҡ. Т.2. Ч.1. Уфа, 2002. С.273, 569, 577, 579, 582.
14. Шунда уҡ. Т.2. Ч.2. Уфа, 2002. С.289, 406, 418, 429, 438, 461, 670.
15. Шунда уҡ. Т.3. Ч.1. Уфа, 2004. С.83.
16. Насиров Р. Ҡылыс ҡында килешә. — Өфө, 2000. — 51—52-се бб.

Азат ЯРМУЛЛИН


Copyrights © Редакция журнала "Ватандаш" 2000-2017