На журнал "Ватандаш" можно подписаться в любом почтовом отделении РФ. Индекс - 78384.//Подписка по каталогу «Почта России» через ФГУП по РБ для индивидуальных подписчиков.//Альтернативная (льготная) подписка через редакцию.






Шағир һәм ғалим Хәбибулла Ғәбитов

 2016 йылда башҡорт әҙәбиәте үҫешенә күп көс һалған талантлы шағир, драматург, ғалим-тюрколог, танылған йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Хәбибулла Ғәбитовтың тыуыуына 130 йыл тулды. Ғүмеренең сәскә атҡан ваҡыты буталсыҡ революция осорона тура килеп, барлыҡ булмышы, ижады ошо дәүерҙең көрәш стихияһы менән һуғарылды.
Хәбибулла Ғәбитов — фажиғәле яҙмышлы шәхестәрҙең береһе. 1935 йылдың 20 ғинуарында ялған донос буйынса ҡулға алынған саҡта уға 49 йәш була.
5 йылға хөкөм ителеп, Магадан лагерына ебәрелә. 1938 йылдың 14 апрелендә «тройка» ҡарары буйынса атыла. Х.Ғәбитовтың әҙәби ижады, ғилми хеҙмәттәре шәхес культы хөкөм һөргән шарттарҙа аяныс яҙмышҡа тарыны, онотолдо һәм башҡорт әҙәбиәт ғилеменең ҡаҙанышы рәүешендә ҡаралыуҙан мәхрүм ителде. Был ғалимдың үҙен генә рәнйетеү, уның ғына бәхетһеҙлеге түгел, тотош башҡорт әҙәби фекере үҫешен, әҙәбиәт ғилемен тәрән һәм оҙайлы торғонлоҡҡа килтергән үкенесле хәл булды. Ул саҡта революцияға ҡәҙәр башҡорттарҙан сыҡҡан яҙыусыларҙы иҫкә төшөрөү, шәхес культы ҡорбаны булған әҙиптәрҙе телгә алыу ҙа хәүефле ине. 1964 йылда ғына яҙыусы, ғалим Хәбибулла Ғәбитовты аҡлайҙар. Уның ижадын, ғилми эштәрен өйрәнеүгә мөмкинлек тыуа.
Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы Ғәбитов 1886 йылдың майында (тыуған көнө билдәһеҙ) Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Таналыҡ волосы Әбделкәрим ауылында (хәҙерге Баймаҡ районында) тыуған. Хәбибуллаға ярты йәш булғанда — атаһы, өс йәш тигәндә — әсәһе үлеп китә. Тома етем малайҙың көнө кешеләр ҡулына ҡалып, балалыҡ йылдары аҫрауҙа үтә. Уға малай саҡтан уҡ байҙарҙың ялсыһы булырға, малын көтөргә тура килә.
Башланғыс белемде Юлыҡ мәҙрәсәһендә ала. Артабан, донъяның әсеһен-сөсөһөн татып, аң-белемдең ҡәҙерен белергә өлгөргән Х.Ғәбитов Троицкиҙағы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә уҡый. 1909 йылда Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә күсә. Унда ул тырышып уҡый, әҙәби түңәрәктәрҙә ҡатнаша, үҙен йыр-моңға, бейеүгә маһир шәкерт тип таныта. Шәйехзада Бабич, Нуриәғзәм Таһиров кеүек алдынғы шәкерттәр менән таныша. «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә өс йыл уҡығас, тынғыһыҙ Хәбибулла мәҙрәсәнең уҡыу-уҡытыу программаһы менән риза булмаған шәкерттәр хәрәкәтендә ҡатнаша һәм илле ике шәкерт менән бергә 1913 йылдың 25 ғинуарында мәҙрәсәне ташлап сығып китә. Мәҙрәсәнән киткәс, ул башта Верхотурҙа, унан һуң Иркутск ҡалаһы мәктәптәрендә һәм мәҙрәсәләрендә балалар уҡыта. Хәбибулла Ғәбитов әҙәбиәт менән «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡыған йылдарында шөғөлләнә башлай. 1913 йылдарҙан шиғырҙары һәм мәҡәләләре «Мөғәллим», «Шура» журналдарында, «Ваҡыт» һәм «Тормош» гәзиттәре биттәрендә донъя күрә. Февраль революцияһының тәүге көндәрендә Х.Ғәбитов Ырымбурға ҡайта. 1917 йылдың майында Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында ҡатнаша. Ҡайтҡас, яңы ойошҡан Башҡорт хөкүмәтенең иң әүҙем эшмәкәрҙәренең береһенә әйләнә. 1917 йылдың 8 декабрендә Башҡорт Үҙәк шураһы ағзаһы итеп һайлана. «Башҡорт» гәзите мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Ш.Бабич, Н.Таһиров, Ғ.Ғирфановтар менән берлектә «Тулҡын» йәштәр ойошмаһын төҙөүҙә ҡатнаша. Ойошманың башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана. Башҡорт хөкүмәте үткәргән сәйәсәтте яҡлап, күп кенә материалдар баҫтыра, шиғырҙар ижад итә. «Тулҡын» ойошмаһы ярҙамы менән 1918 йылда Хәбибулланың «Башҡорт моңдары» тип аталған тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға.
Шул йылдарҙа Башҡортостан хөкүмәте тарафынан нәшер ителгән «Башҡорт тауышы», «Башҡортостан хөкүмәтенең теле» гәзиттәренең мөхәррире була. Гәзит биттәрендә Хәбибулланың шиғырҙары, Башҡортостанда барған ваҡиғаларҙы сағылдырған мәҡәләләре баҫылып сыға. Уның мәҡәләләрендә шул дәүерҙәге буталсыҡ тормош, милли азатлыҡ өсөн көрәш ваҡиғалары асыҡ сағылыш таба. «Баймаҡ фәжиғәһе» мәҡәләһендә 1918 йылдың 16—22 февралендә 1-се Башҡорт полкы офицерҙарын һәм һалдаттарын ҡыҙылдар тарафынан ҡулға алып, атып үлтереү ваҡиғалары тасуирлана. 1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте фарманы буйынса Башҡорт ғәскәре Ҡыҙыл Армия яғына сыға. Х.Ғәбитов Башҡортостан Хәрби-революцион комитетына эшкә тәғәйенләнә. 1920 йылда уның етәкселегендә «Ҡыҙыл ҡәләм» әҙәби ойошмаһы барлыҡҡа килә. Шағир башҡорт матбуғатын аяҡҡа баҫтырыуға күп көс һала, әҙәби тел нормаларын төҙөү комиссияһы эшендә ҡатнаша. 1922 йылдан башлап Хәбибулла Ғәбитов — Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтендә, 1926 йылдан Башҡорт АССР-ы Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарамағында ойошторолған яңы әлиф комитеты етәксеһе, бер үк ваҡытта «Башҡорт аймағы», «Яңылыҡ» журналдары редакцияларында эшләй. 1930 йылда «Южураллес» тресында идара хеҙмәткәре вазифаһын башҡара.
Яҙыусы драматургияға ла өлөш индерә. Уның 1924 йылда баҫылып сыҡҡан «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» драмаһы шул йылдарҙа режиссер Булат Имашев тарафынан Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһенә ҡуйыла.
Х.Ғәбитовтың беҙгә билдәле ижады һәм ғилми мираҫы уны талантлы шағир, үҙенсәлекле ғалим-филолог булараҡ күҙ алдына баҫтыра. 1925 йылда «Башҡорт аймағы» журналында баҫылған «Халыҡ поэзияһы тураһында» мәҡәләһе, «Боронғолар һүҙҙәре. Башҡорт телендә мәҡәлдәр һәм тапҡыр һүҙҙәр» китабы уны боронғо дәүерҙе яҡшы белгән фольклорсы-ғалим итеп таныта. 1930 йылдарҙа уның тарафынан баҫмаға «Башҡорт халыҡ поэзияһы» йыйынтығы әҙерләнгән була, ләкин, ҡулға алыныуы сәбәпле, сыҡмай ҡала.
Ул туған телде нескә белеүсе, төплө теоретик әҙерлекле телсе-ғалим булараҡ та абруй ҡаҙана, тел ғилеме буйынса байтаҡ ғилми хеҙмәттәр яҙа: «Башҡортса яҙыу ҡоралы» (1924 ); Н.Таһиров менән берлектә «Башҡорт теле имләһе» (1925); «Башҡорт теленең нәхеүе» (1926) һәм башҡалар.
Хәбибулла Ғәбитовтың әҫәрҙәре халыҡҡа яҡын тора. Был «Ваҡыт» гәзитенең 1913 йылдың 26 апрель һанында баҫылып сыҡҡан «Эшкә килгән башҡорттар» мәҡәләһендә асыҡ күренә: автор заводта эшләгән башҡорттарҙың ауыр тормош шарттарын һүрәтләй, айырыуса рус булмаған милләт кешеләренең завод хужалары тарафынан төрлө яҡлап кәмһетелеүенә әсе нәфрәт белдерә.
1917 йылдағы революцияны, Башҡорт Хөкүмәте төҙөлөүҙе Хәбибулла шатлыҡлы хис-тойғолар менән ҡаршы ала. Халҡының колониаль иҙеүҙән азат булыуына шатлана һәм:
Тор! Ҡанатлан, талпынып ос!
Әй, башҡорт, һөйгән ирек!
Әйтһә лә дошман «үлек» тейеп...
Үлмәгәнһең һин — терек! —
тип яҙып сыға «Ҡаһарман башҡортҡа» шиғырында. Халыҡты уяныуға, яңы тормош өсөн көрәшкә өндәй. Халҡыбыҙҙың тарихи юлдарҙағы ҡыйралыштарын, мәкерле ҡамауҙар, көнсөл ҡоршауҙар эсендә өҙгөләнеүҙәрен, ниндәй ғәҙелһеҙлектәргә, күпме ҡаршылыҡтарға юлығыуын үҙ ғүмере миҫалында киләсәк быуындарға анлатып бирергә ашыға.
Үкенескә ҡаршы, уның күп яҡлы ижады һәм ғилми мираҫы әлегә тиклем тейешенсә өйрәнелмәгән. Бөгөнгө көн уҡыусыларын Хәбибулла Ғәбитовтың «Урал йырҙары» китабына ингән, автономия яулау дәүерендә яҙылған ҡайһы бер әҫәрҙәре менән таныштырып үтмәксебеҙ.


Ҡаһарман башҡортҡа
Тор! Ҡанатлан, талпынып ос!
Әй, башҡорт, һөйгән ирек!
Әйтһә лә дошман «үлек» тейеп...
Үлмәгәнһең һин — терек!
Ялтырат... Күрһәт йыһанға,
Шаңлы ҡылысың болғатып!
Ҡасһын... Өркһөн дошманың...
Майҙанға сыҡ ат уйнатып!
Сыҡ Уралға! Ҡысҡыр оран!
Йәшнәп йәшен, күк күкрәһен!
Иркә фазлы һәр дуҫҡа
Шайтан-Иблес кермәһен.
Ер-зәбер килһен йыһан,
Ҡуптар йыһаным вулканын!
Сәсрәтә нур — ана күр
Алда яҡтырған таң сулпаның!..

Йәш көскә
Бармы йәш көс?
Ҡайҙа һуң һин?
Кил! Йөҙөң күрһәт әле!
Бөттө хәле ярлы халыҡтың...
Йән өрөп, ҡуҙғат әле!
Ятма анда, килсе бында!
Эште башла иртәрәк!
Ҙур ышаныс ҡулдарыңда!
Ҙур өмөт һәм ҙур теләк!
Тергеҙергә ярлы халыҡты,
Йәш йөрәк, йәш көс кәрәк.
Ҡотҡарырға мәзлүм илде,
Талпынып һыҙған беләк!
Илгә баш бул! Нәҡ ҡояш бул!
Эшлә донъя шауҙатып.
Ас күҙеңде! Алға ынтыл!
Саң-бурандар уйнатып.
Изге юл һал! Яҡты эҙ һал!
Әйҙә, ҡуҙғал, йәш көсөм!
Йәш йөрәктән сәсрәтеп ҡал
Файҙалы эштәр халыҡ өсөн!

Башҡорт ҡыҙыл ғәскәрҙәренә нәсихәт
Ай, ҡаһарман, ат уғыңды!
Ажғырып ҡәһәрең менән!
Һелкенеп торһон ер-асман,
Күкрәгән тауышың менән.
Ынтыл алға, алда дошман!
Ал фәҡирҙәр үстәрен!
Тетрәһен дошман күреп,
Ярлы-фәҡирҙең көстәрен!
Ал ҡылыс ҡындан һурып һин!
Сап залимдарҙың баштарын!
Мәрхәмәтһеҙ иҙгеләнеп түккән
Фәҡирҙәр күҙ йәштәрен!
Ялтырат үткер ҡылыстан
Инҡилаптың шәүләһен!
Теткеләп ташла йәһәннәмгә
Хәсистәр кәүҙәһен!

Салауатҡа
Шатлан, Салауат! Шатлан,
йәш ҡаһарман.
Шатлан, күреп илең бәхетен.
Беҙҙең ҡулдан үлде һиңә сапҡан
Мәлғүн йылан, таштап тәхетен.
Беҙ емерҙек аның тәхет тажын...
Беҙ ҡайтарҙыҡ һинең үсеңде.
Йөрәгеңдә янған моңдо сазың
Йырҙап аят әйтәбеҙ, исемеңде
Беҙ йырҙарбыҙ һаман! Беҙ көйҙәрбеҙ!
Ҡәғбә яһаб һине, Салауат!
Ғүмер буйы һағынышып,
беҙ һөйҙәрбеҙ
Мәңге йәшәр исемең, аҫыл зат!

Кем тейәр
(3-сө Башҡорт Ҡоролтайы асылыуы менән)
Нисә быуын заман ирек өсөн
Ҡорбан биреп ҡанын ағыҙған.
Ғөрөф-ғәҙәт теле-күрке өсөн
Ҡандай йәшен ергә тамыҙған.

 

Ирек-азатлыҡ өсөн ҡанға батып,
Яуҙарға ҡаршы ат уйнатып,
Ер тырнап, күктәр күкрәткән.
Залимлыҡтан тыуған ҡан даръяһын
Башҡорт иле баштан уҙҙырған.
Күҙе асылып, күргәс ирек донъяһын,
Өмөт менән күңелен тултырған...

Яңы килде миҙгелем
(Алты егет көйөнә)
Уралды күп яу алды.
Башҡорт яуҙан ҡамалды...
Ҡамалһа ла, дошманға
Һис бирелмәй һау ҡалды.
Кем сыҡманы башҡорттан?!
Ҡаһармандыҡ аңҡытҡан!
Ҡаршы тороп залимға,
Ғәйрәт менән дан тотҡан.
Сура батыр Ҡаҙанда,
Күбәк батыр Уралда.
Ҡара көскә юл бирмәй,
Ҡаршы торған һаман да.
Йәтим бала өйөлгән,
Батыр ҡаны түгелгән.
Уртаһында ҡалдырып,
Күп ҡорбандар күмелгән.
Ҡайҙа ҡаны шуларҙың?
Түгелгән ирек юлында
Ҡыҙыл ҡаны уларҙың,
Ялтырап ята күңелемдә.
Күп ауылдар үртәлде,
Ҡатындар “күк” ителде,
Ҡарт-сабыйҙар биктәлеп,
Өйгән утта үртәлде.
Ут эсендә яндылар,
Гонаһы юҡ сабыйҙар.
Бер нәфсетке әҙәмдән
Был донъяла кем уҙар?!
Атып наган, аҡырышҡан,
Тилмереп ярҙам һорашҡан
Йөрәк ярғыс тауыштар
Кем ҡашында эшкә ашҡан?
Йөрөп ирек юлында,
Сылбыр-бығау муйында,
Тереләй башҡорт туналды
Залим батша ҡулында.
Онотмаған күңелем
Хәсрәт еңел түгелен.
Үс алыуға залимдан
Яңы килде миҙгелем!

Һүҙем
Өҙгөләнде йөрәк йәберләнеп,
Йәһәннәмде ҡайғы солғаны.
Оло атайҙар һалған изге юлдар,
Һуҡмаҡҡа ҡалып боҙолдо.
Мең йән халыҡ, хур ауылдар
Ут эсендә ҡалып юйылды.
Алтын ташлы булған Урал тауы
Емтек булды ҡоҙғон, ҡарғаға.
Ҡомһоҙ байҙар тулды, берәҙәк яуы
Ғашиҡ булған фани донъяға.
Ҡояш төшмәҫ ҡалын ҡара урман
Төтөн булып күккә юғалды.

Матур ерҙәр, ап-аҡ тирмә ҡорған,
Ҡәберҙектәр менән буялды!
Ауға сыҡҡан башҡорт ат уйнатып,
Билен быуып инде хеҙмәткә,
Ер аҫтында ятып, газлар йотоп,
Башын һалды Ҡаин имгәккә.
Тәбиғәттең ғәҙел хөкөмө менән,
Яратылған йәнгә ҡара бар.
Ярлы башҡорт һынып, күптән бөлгән,
Залимдарға махсус яза бар.
Юғалыуға мәхкүм башҡорт иле
Ҡалын йоҡоһонан ҡалҡынды.

Рәшит АҠКӨБӘКОВ


Copyrights © Редакция журнала "Ватандаш" 2000-2017