На журнал "Ватандаш" можно подписаться в любом почтовом отделении РФ. Индекс - 78384.//Подписка по каталогу «Почта России» через ФГУП по РБ для индивидуальных подписчиков.//Альтернативная (льготная) подписка через редакцию.






Милләтебеҙҙең рухи таянысы

 Рәми ағай Ғариповҡа һикһән биш йәш тулған булыр ине. Замандаштарының хәтерендә ул ҡырҡ биш йәшлек мыҡты ир булып ҡаласаҡ. Был яҡты донъяларҙа бик оҙаҡ йәшәмәһә лә, Рәми Ғарипов халҡыбыҙ тормошонда үҙ йәшенән күпкә олораҡ булып күҙ алдына килә. Асылда бит ул талантлы шағир, һүҙ оҫтаһы, йәштәр өсөн ижад мәктәбе тыуҙырған уҡытыусы, остаз ғына түгел, ә башҡорт халҡының рухи таянысы, хатта милләтебеҙҙең рухи даһийы дәрәжәһендәге ҡаһарман шәхес.
Миңә уның менән байтаҡ йылдар яҡындан аралашып йәшәргә, фекерҙәш булырға яҙҙы. Әҙиптең үҙе менән уй-фекерҙәр уртаҡлашыуға ҡарағанда, уның ижадын тәрәнерәк өйрәнергә, әҫәрҙәре хаҡында байтаҡ яҙырға, хатта Р.Ғариповҡа тотош китап арнарға насип итте. Ошо хеҙмәттәрҙе башҡара алыуыма сикһеҙ шатмын, тормошомдағы иң ҙур бәхеттәрҙән һанайым. Бына тағы ла уның әҫәрҙәрен яңынан барлайым, яҙғандарымды йәнә иҫкә төшөрәм. Хәйер, Рәми ижадынан айырылғаным да юҡ төҫлө. Халҡыбыҙ үҙенең һөйөклө шағирын йылдан-йыл нығыраҡ аңлай, баһалай һәм ҡәҙерләй барған һымаҡ. Рәми Ғарипов минең өсөн ғүмерлек рухи юлдашыма, кәңәшсемә, таянысыма әйләнде.

* * *
Заман шарттарына Рәми ҡулайлаша белмәне. Тормошта ул практик түгел, романтик ине. Уны совет власына ҡаршы тип ғәйепләргә маташһалар ҙа, ошо ҡоролоштоң юғары идеалдарын шағир һәр күҙәнәгенә тиклем һеңдергәйне. Байтаҡтар байлыҡ артынан ҡыуғанда, ул идеялар менән йәшәне. Утыҙынсы йылдарҙың яланғас энтузиазм рухы уға сәңгелдәктән үк ҡағылғайны. Рухи байлыҡты барыһынан өҫтөн күреүсегә йәшәүе, әлбиттә, еңел булманы. “Юҡ, инәкәй, мин байлыҡҡа ҡарап, ҡорманым шул үтер юлымды” тигән Рәми мөхәббәттә лә шул ҡарашын яҡлай.
Ошоға бәйле Мостай Кәримдең Рәми Ғарипов хаҡында әйткәне хәтергә килә: “Көнкүреш мәшәҡәттәренән азат уҡ булмаһа ла, шуларҙан өҫтөнөрәк торҙо, шикелле… Донъя көтөү йәһәтенән ул егәрлеләрҙән түгел ине… Әммә эшлекһеҙ түгел, ифрат эшһөйәр, һөйгән эшен мөкиббән китеп, зауыҡланып, ярһып башҡарыр кеше ине. Үҙе йәшәгән йондоҙло йыһаны — әҙәбиәт, башҡарған мөҡәддәс хеҙмәте шиғыр булды. Дәрүишерәк тәбиғәтле ине Рәми. Татарҙың бөйөк Туфаны, йәғни Рәми Ғариповты, энекәшем тип яратып, юғары баһалаған Хәсән Туфан, балҡарҙарҙың бөйөк сабыйы Ҡайсын Кулиев ана шундай ойотҡонан, шундай тоҡомдан ине. Улар өсөн донъя — фани, шиғриәт — мәңгелек”.
Бындай шәхестең яҙмышы, ғәҙәти самаларға һыймаған булмышы хаҡында һүҙ алып барыуҙар ҡайһы саҡта уны идеаллаштырыу һымаҡ күренергә лә мөмкин. Ләкин Рәми Ғариповтың тормошон бәйән иткәндә бер генә ваҡиғаны ла уйлап сығарманым, бары тик уның шиғырҙары, көндәлектәре, хаттары, яҡындарының һәм замандаштарының хәтирәләре нигеҙендә һүҙ алып барҙым.
Тормош ҡайһы саҡта шундай шәхестәр тыуҙыра, уларҙың рухи сифаттары, изге маҡсаттары, йәшәү рәүештәре үҙҙәрен аяуһыҙ ысынбарлыҡтың көнкүреш ығы-зығыларынан нисектер юғарыраҡ итә һымаҡ. Рәми Ғариповты Хоҙай нәҡ шундай заттарҙың береһе итеп яратҡайны. Шулай ҙа ул һис бер гонаһһыҙ йән, идеаль герой түгел ине, әлбиттә. Ундай кешеләр тормошта, ғөмүмән, бармы икән? Рәми ҙә һаҡһыҙ һүҙҙәр әйткәне, хата эштәр ҡылғаны өсөн үкенгәндер. Ләкин кешеләрҙең етешһеҙлектәренә ҡарағанда, уларҙың матур яҡтары мине нығыраҡ тарта. Әҙәм балаһы яҡтылыҡҡа ынтылыусан бит.
Дәрүишерәк тәбиғәтле шәхестәргә был аяуһыҙ тормошта йәшәүҙәре айырыуса ҡатмарлы. Ғәҙелһеҙлектәр юлын ҡамаһа ла, Рәми ижад ритмын юғалтманы. Әммә бындай шарттарҙа йөрәк ритмын һаҡлауы ҡыйын. Шағир бер генә китабын да үҙе төҙөгәнсә, боҙолмаған, таралмаған, таланмаған хәлендә күрә алманы.
1971—1974 йылдарҙа ғәҙелһеҙлектәр Рәми Ғариповты бер-бер артлы туҡтауһыҙ эҙәрлекләне. Телевидениелағы сығышында “Батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға башҡорт баш эймәҫ” тигән һүҙҙәрҙе бөтә Башҡортостанға яңғыратҡандан һуң матбуғатҡа юлдың бикләнеүе, журналдағы эштән китеү, Стәрлетамаҡтағы ваҡиға өсөн ғәйепте бер Рәмигә өйөү, милләтсе яманатын тағы ла нығыраҡ тағыу өсөн яңынан-яңы сәбәптәр соҡоп сығарыуҙар, “Миләш-кәләш” китабының күләмен бер-ике табаҡҡа, исмаһам, 30—40 биткә арттырыу өсөн йөҙ һыуын түгеп, күпме тупһаларҙы тапауҙарҙың бер һөҙөмтә лә бирмәүе, һуңғы йыйынтыҡтың да таланып-йолҡоноп сығыуы — былар бит барыһы ла бер баштан үтә, бер йөрәккә йыйыла. Осто-осҡа ялғай алмайынса өҙгөләнгәндә был хәлдәргә ҡалыуҙың сәбәптәрен күҙҙәреңә мөлдөрәп ҡарап торған балаларыңа нисек кенә аңлатаһың?
Әлбиттә, шағирҙар, ғөмүмән, ижадсылар яҙмыш тарафынан яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән шәхестәр. Ғүмерҙәренең бихисап көндәрен һәм төндәрен улар уйҙары менән генә ҡалып яңғыҙлыҡта үткәрә. Быныһы — булмыштарының айырылғыһыҙ бер сифаты. Ләкин Рәми Ғарипов йылмайып ҡул һуҙырға, ихлас күрешергә, ашыҡмайынса аралашырға яратты. Ул бала йәнле, туған йәнле, дуҫ йәнле шәхес ине. Ғүмере буйы фекерҙәштәр эҙләгән, яҡтылыҡҡа әйҙәгән, яҡшы ниәттәр берҙәмлеге тураһында хыялланған шағирҙы уҡыусыларынан айырыуҙан да ҡатыраҡ язаның булыуы мөмкинме? Уның йәшәйеше халҡы менән бәйләнештә генә дауам итә ала бит.
1972 йылдан һуң шағир рухында нимәлер һынғандай булды, шиғырҙар йылдан-йыл һирәгерәк тыуҙы. Көндәлектәргә лә иғтибар ныҡ кәмене. 1976—1977 йылдарҙа яңы шиғырҙар бөтөнләй тиерлек яҙылманы. Был яҡтан Рәми Ғариповтың һуңғы йылдары Александр Блоктың яҙмышын хәтерләтә.
Шағирҙың иптәштәре уның йөрәк ауыртыуына зарланғанын ишетмәне. Зарланырға яратманы. Вагонда барғанда, төшөмдә йөрәгемә сәнстеләр, шуға уянып киттем, тип һөйләгәне, елкә ойой-туңа тип, һуңғы йылдарҙа әйткәне генә минең хәтерҙә ҡалған.
Баҡһаң, Рәми Ғариповтың йөрәге байтаҡтан бирле ауыртҡан, был турала көндәлектәренә генә һөйләгән икән. 1963 йылдың 23 декабре: “Төнгө сәғәт 4-тә йөрәккә приступ… Врач килеп, ике укол яһаны”. Шағирға был ваҡытта әле 32 йәш тә тулмаған. 1968 йылдың 14 июне: “Йөрәк ауырта. Миңә был донъянан тайырға ла ваҡыттыр инде. Тик бынан берәй мәғәнә булһа!.. Халҡыңа!.. Юҡ шул…” 1971 йылдың 23 июле: “15—16-шар сәғәт эшләнем. Күрәһең, әллә ни йәшәйһе ҡалмағандыр инде… Йөрәк шулай тоя”. 1972 йылдың 2 апреле: “Төнө буйы йөрәк сәнсеп сыҡты”. 1973 йылдың 21 майы: “Бөгөн төндә йөрәк ауыртып уяндым, тик Надяға әйтмәнем — күрәһең, миңә лә күп йәшәйһе ҡалмағандыр инде. Тик кешесә үлергә ине”. 1973 йылдың 4 июне: “Ниңә минең күңел шулай икән? Әллә ғүмер бик аҙ ҡалдымы?” 1973 йылдың 9 сентябре: “Осто донъя ситлегенән тарһынып күңелем ҡошо” — минең хәлгенәм ошо… Онотмайым тыуған көнөмдө (онотмаҫ өсөн үлер көнөмдө). Кешенең бөтә ғүмере ҡыҫҡа бер һыҙыҡҡа һыя. 1932—1999/?)…” Рәми үҙенең үләсәк йылы хаҡында фараз итә һәм һорау ҡуя. Был фараз ысынға тап килһә, шағирға тағы ла 22 йыл йәшәргә насип булыр ине!
Башҡорт шағирының һуңғы һулышына тиклем янында фарсы-тажик шағиры, ғалимы, аҡыл эйәһе Ғүмәр Хәйәм рухы булған, вафатына бер көн ҡалғанда, йәғни 1977 йылдың 18 февралендә, Рәми ошо робағиҙы тәржемә иткән:
Ахырызаман етеп, көнө байығанда,
Күк ҡыйралып, Ҡош юлы ла юҡ булғанда,
Һаҡалынан һелкеп тотоп Тәңренең мин:
“Шулмы эшең, — тип һорармын, — был Йыһанда?”
Рәми Ғарипов ҡулы яҙған һуңғы шиғри юлдар… Шағир күпме робағиҙар араһынан үҙенең тынғыһыҙ рухына яҡынын һайлап алған: ҡиәмәт көнө килгәндә лә яҙмыш менән туҡтауһыҙ яғалашыу. “Рәми ҡулы яҙған һуңғы юлдар” тигән элекке раҫлауыма хәҙер төҙәтмә индерергә кәрәк. Мин ул ваҡытта көндәлектең һуңғы биттәре менән таныш түгел инем. Уларҙы уҡыу үҙенең төҙәтмәләрен өҫтәй. 19 февраль ошо шиғыр тыуа:

Февраль бураны
Ышанмағыҙ февраль буранына,
Бер яуыз уй юҡтыр уйында…
Күпме генә шашып туламаһын,
Яҙ һылыуы уның ҡуйынында.

Был донъяла булыр
Барыһы ла,
Һинең менән бары
Мин булмам.
Бына ниндәй үкенестәр
Бар бит —
Ҡалай үлмәк кәрәк,
Күҙ алмам…
Түҙалмам мин ләкин,
Түҙалмам.
Шағир яҙған һуңғы юлдар бына шулар булды. Был һүҙҙәрҙә — әүлиәләр һиҙгерлеге. 20 февралдә Рәми Ғариповтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

* * *
1977 йылдың 20 февралендә Өфөнөң Актерҙар йортонда республиканың ижади йәштәре конференцияһы асыласаҡ ине. Халыҡ араһында шунда ашығам. Инер алдынан Нәжиб Асанбаев менән күрештек. Ағайҙың йөҙө борсоулы. Миңә әкрен генә өндәшә:
— Рауил, ишеттеңме, Рәми Ғарипов вафат булған бит?
Ни әйтергә лә белмәйем. Был хәбәрҙең ысынлығы аңыма барып етә алмай. Типһә тимер өҙөрҙәй таҙа ир-егеттең, ғүмерендә хатта тымау тигәндең дә нимә икәнен белмәгән Рәми ағайҙың шулай ҡапыл вафат булыуына нисек ышанаһың?
Был хәбәрҙән барыһы ла шаңҡып ҡалды. Йөрәге ҡапыл бик ныҡ ауыртып киткән шағирҙы “Ашығыс ярҙам” төндә Туҡай урамындағы дауаханаға алып бара. Табиптар нисек кенә тырышһалар ҙа, ҡотҡарып булмай. 1977 йылдың 20 февраль таңында ҡырҡ биш йәшлек Рәми Ғариповтың йөрәге шартлап ярыла...
Рәми ағай һәр саҡ йәштәргә иғтибарлы, хәстәрлекле булды, һәр һәләтле яңы исемгә ихлас шатлана белде. Актерҙар йортонда уҙғарылырға тейешле йәштәр йыйынын ул ныҡ көттө, һәләтле асыштар ҡыуандырыр тип өмөтләнде. Йәш ижадсыларҙың да уның менән бик ныҡ осрашҡылары килгәйне. Әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге хаҡындағы һөйләшеүҙәр, ҡулъяҙмаларҙы уртаға һалып, талапсан фекер алышыуҙар башланырға ғына торғанда халҡыбыҙға ҡара ҡайғы килде.
Тәбиғәте менән Рәми Ғарипов үткер күҙле, һиҙгер күңелле, зирәк уҡытыусы ине. Алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтенә килгән күпме йәштәр уның аҡыллы кәңәштәрен тыңланы, хәстәрлекле иғтибары, ихлас ярҙамы уларға тәжрибә туплау юлында таяныс ине. Ҡәләмдәштәре араһында йәш быуын менән иң ныҡ бәйләнештәге шағирҙарҙың береһе ул булды, әҙәбиәттә күренгән һәр яңы исемгә ҡыуанып йәшәр ине. Райондарҙа йөрөгәндә шағир иң элек йәш авторҙарҙы табырға, уларға ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡты. Ләкин бер кемде лә маҡтарға ҡабаланманы. Рәми Ғарипов менән ижади аралашыу һәр йәш шағир өсөн иң талапсан мәктәпкә әйләнде.
1968 йылдың 14 июнендә, бая әйтелгәнсә, йөрәге ауыртҡан көндә, шағир ошондай шатлыҡ кисергән: “Ә минең, исмаһам, Рауилдарым, Тимерҙәрем, Мөхәмәттәрем, Хәсәндәрем, тағы әллә күпме бөрөләрем бар… (Рәшит кенә ауырыу, зато — гений!). Юҡ, минең 18 йылым, бәлки, ул тиклем бушҡа ла үтмәгәндер”.
“Әнисә Таһирова артынан һуңғы ваҡытта йәш поэзиябыҙға уның Таңһылыу Ҡарамышева, Гөлфиә Юнысова, Рәмзилә Хисаметдинова, Факиһа Нафиҡова (Туғыҙбаева. — Р.Б.), Фирҙәүес Ғәлиева (Бәширова. — Р.Б.), Минзиә Шаһманова, Фәниә Абдуллина, Гөлнур Яҡупова кеүек ҡәләмдәштәренең ҙур өмөт уятып килеүҙәре бик шатлыҡлы күренеш! Уларҙың һәр береһенең үҙенсәлекле тауышы формалашып килә. Ләкин уларға иғтибар етмәй кеүек. Мәрхүм Жәлил ағай Кейекбаевтың васыятын үтәп, йәш шағирәләрҙең ижадына арналған бер йыйынтыҡ әҙерләп тә сығара алғаныбыҙ юҡ. Ә уларҙың ҡайһы берҙәре айырым йыйынтыҡ авторҙары булырға ла бик хаҡлы”, — был һүҙҙәрҙе яҙыр, йәш яҙыусыларҙың кәңәшмәһендә һөйләр өсөн алтмышынсы йылдар аҙағында Рәми Ғариповтан башҡа тағы ла кемдең хәстәрлелеге етһен? Был авторҙар ҙа — Рәми мәктәбенең уҡыусылары.
Рәми Ғариповтың иң яратҡан миҙгеле — яҙ, иң яратҡан сәскәһе — умырзая, иң яратҡан тәбиғәт күренеше — ағым һыу, иң яратҡан ҡошо һабантурғай ине. Былар барыһы ла яңырыу билдәләре, донъяның өр-яңынан йәшәреү миҙгеленең шиғри тамғалары. Шағир был яҡты донъяларҙан киткәс, әйтерһең дә, яңынан тыуҙы. Үлеменән һуң үлемһеҙлеге башланды. Шағирға арнап күпме кисәләр үткәрелде, әҫәрҙәре мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, төрлө сәхнәләрҙә яңғыраны. “Туған тел” кластарҙа хөрмәтле урын алды, ул шиғыр сабыйҙы шиғриәт донъяһына индереүсе тылсымлы асҡысҡа әйләнде.
Өфөләге шағир уҡыған атаҡлы мәктәп — Республика башҡорт гимназияһы 1994 йылдан Рәми Ғарипов исемен йөрөтә. Арҡауылда уның тыуған өйө өр-яңынан төҙөкләндерелеп, йорт-музейы ойошторолдо. Йорт алдында Николай Калинушкин эшләгән баҡыр бюст тора. Ошондай уҡ матур һәйкәл Өфөләге гимназияла ҡуйылды. Был уҡыу йортонда шағирҙың тыуған көнөндә йыл һайын Рәми Ғарипов исемендәге премия тапшырыла.
Башҡортостанда дәүләт тарафынан иң оло хөрмәт күрһәтелгән әҙип Мәжит Ғафури булды. Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме тәү башлап уға бирелде. Хөкүмәт әҙипкә иркен йорт бүләк итте. Китаптары даими сығып торҙо. Вафатынан һуң шағирҙың исеме тыуған районына, колхоздарға, урамдарға, баҡсаларға, театрға ҡушылды. Баш ҡалала һәм Еҙем-Ҡаранда йорт-музейы асылды. Том-том булып, әҫәрҙәре ҡат-ҡат баҫылды.
Тура һүҙе, аҫау холҡо, тоғролоғо һәм ғорурлығы өсөн нахаҡҡа байтаҡ рәнйетелһә лә, Рәми Ғарипов кешеләрҙең рәхмәтен дә күп ишетте, ватандаштарының уға булған ихтирамын тойҙо. Ошоларҙа ныҡлы таяныс тапты. Ләкин Рәми Ғариповҡа лайыҡлы ҡәҙер-хөрмәттәрҙең күбеһе ул үлгәндән һуң килде. Эйе, шағирҙың ижады үҙенә ҡарағанда бәхетлерәк булды. Ошо һүҙҙәрҙе яҙҙым да һағайып ҡалдым. Былай әйтеү шағирҙың ижадын уның үҙенән нисектер айырыу түгелме? Рәми Ғариповтың үлеменән һуң уның икенсе ғүмере — үлемһеҙлеге башланды. Шағир йәшәйешенең тәүге өлөшө ҡырҡ биш менән сикләнһә, артабанғы булмышы милләтенең йәшәйеше менән билдәләнәсәк. Хәҙер халыҡ шағиры туған халҡы менән айырылғыһыҙ бер бөтөн. Донъяла башҡорт халҡы бар икән, Рәми Ғарипов та буласаҡ, шағир уның күңелендә, аңында, рухында йәшәйәсәк. Икенсе яҡтан, Рәми Ғарипов һымаҡ шәхестәр милләттең көс-ҡеүәтен арттыра, зиһененә нур өҫтәй, ҡарашын киңәйтә. Уның кеүек азаматтар илдең ҡанаттарын үҫтерә, донъяларҙы яҡтыраҡ итә.
Рәми Ғарипов башҡорт шиғриәтенең үҫешенә бик ҙур өлөш индерҙе. Айырыуса лирикабыҙҙың фәлсәфәүи уйланыуҙар менән байыуында, эстетик камиллыҡҡа ирешеүендә уның әҫәрҙәре яңы этапты тыуҙырҙы. Бабичтарҙан килгән ысын ил тойғоһо Рәми шиғырҙарында артабан үҫтерелде. Туған телдең яҙмышы үтә хәүефле йылдарҙа башҡорт ерлегендә бер яңғыҙы тиерлек уны яҡлап ҡыйыу күтәрелде, һүҙҙе ҡәҙерләргә саҡырып, оран һалды. Үҙенең ижадында ул туған телдең бөтмәҫ-төкәнмәҫ потенциалын иң сағыу балҡыта алған һүҙ оҫталарының береһе булды.
Башҡорт шиғриәтенә Рәми Ғарипов нимә өҫтәне тигән һорауға, йыйып ҡына әйткәндә, Рәмиҙе өҫтәне, үҙе оло бер донъя, азамат шәхес булған Рәмиҙе өҫтәне, тип әйтке килә. Әҙәбиәткә ул үҙе булып килде, үҙен бирҙе, үҙен фиҙа итте. Фиҙакәрлек — уның холоҡ-ҡылығындағы төп сифаттарҙың береһе. Шағирҙың ижадын, тормошон уның тантаналары менән фажиғәләре, осоштары менән ҡыйралыштары берлегендә генә аңларға мөмкин. Шағир һәм шәхес булараҡ Рәми Ғарипов бүлгеләнмәне, ҡыйратырға тырышҡандарында ла тарҡалманы, ваҡланманы. Маҡсаттары, яҙған һүҙе һымаҡ үҙе лә көслө, тоғро булып ҡалды.
Мин ер инем, ергә баҫҡан саҡта,
Мин күк инем, күккә баҡҡанда,
Мин ут инем, дөрләп ут янғанда,
Мин һыу инем, йор һыу аҡҡанда, —
тигән Рәми Ғарипов тәбиғәттең һәр хәрәкәте менән үҙен бер туған итеп тойҙо. Кешеләр менән, халҡы менән дә ул шундай уҡ бәйләнештә йәшәне, табынғаны, инанғаны тик шулар булды. Донъяға һәр саҡ ғашиҡ ине, әммә шағир уға алһыу күҙлек аша ҡараманы. Тормошто аҡ һәм ҡара төҫтәргә генә айырыу менән сикләнмәне, барлыҡ ҡаршылыҡтарын, хәҡиҡәтен һәм ялғанын, бөйөклөгөн һәм меҫкенлеген аңларға тырышты.
Рәми Ғарипов — аҡыл эйәһе, Рәми Ғарипов — философ... халҡыбыҙҙа фәлсәфәүи фекер үҫешен өйрәнеүсе ғалимдар өсөн шағирҙың уйланыуҙары һәм күҙәтеүҙәре ғәйәт бай материал бирә. 50—70-се йылдарҙа Башҡортостандағы ижтимағи ҡаршылыҡтар мөхитендә ир-азамат шәхестәрҙең үҙ гражданлыҡ принциптарын, халыҡсан ҡараштарын яҡлауҙары, рухи мираҫ, тел яҙмышы өсөн көрәшеүҙәре — республика тарихындағы был мөһим күренештәрҙе лә Рәми Ғариповтың күп яҡлы ижади эшмәкәрлегенән тыш объектив кәүҙәләндереү мөмкин булмаясаҡ.
Рәми Ғариповтың, байтаҡ йылдар әҫәрҙәрен йүнләп баҫтыра алмай, ҙур ғаиләһе менән ауыр көн күреүен, асылда сәйәси эҙәрлекләүҙәргә дусар булыуын телгә ала башлаһаң, быға ҡаршы һүҙҙәр ҙә ишетергә тура килә. Йәнәһе, улай тип һөйләү Рәмиҙе кәмһетә, уны меҫкен итеп күрһәтә.
Тарихты һылап-һыйпап шымартырға ярамай. Дөрөҫлөктө яратҡан шағир хаҡындағы һүҙ ҙә дөрөҫ булырға тейеш. Рәми Ғариповты теҙләндерергә, меҫкен итергә тырышһалар ҙа, ул ауыр хәлдәргә ҡалғанда ла меҫкен хәлендә ҡалманы. Әммә был тартыштар уның йәнен ҡыйҙы, күпме көс-ғәйрәтен алып китте.
Шағирҙың ысын яҙмышы, ғүмеренең оҙонлоғо әҫәрҙәренең яҙмышы, ижадының күпме замандарҙа йәшәй алыуы менән билдәләнә. Ижадсы тере сағында ниндәй рәхәттәр күргән, ниндәй ҡайғылар кисергән, ниндәй вазифалар башҡарған, ниндәй дәрәжәләргә ирешкән, зиннәтле йорттарҙа йәшәгәнме әллә башын терәр урын таба алмайынса урамда ҡаңғырғанмы, алтын табаҡтарҙан ашағанмы йәки бер ҡабым ризыҡҡа зарығып, асҡа ҡаҡланғанмы, мөхәббәт ҡосағында наҙланғанмы йәки ғүмерендә аҙ ғына ла наҙ-иркә күрмәйенсә
донъя ҡуйғанмы — былар барыһы ла уның үҙе менән китә. Киләсәк быуын өсөн әҫәрҙәргә күскән ҡыуаныстар һәм һыҙланыуҙар, һөйөүҙәр һәм нәфрәтләнеүҙәр, осоштар һәм ҡыйралыштар ғына ҡала. Ләкин ижадсының тормошо хаҡындағы дөрөҫлөктө тулыраҡ белгән һайын киләсәк быуындар уны нығыраҡ аңлай. Рәми Ғариповтың иҫтәлеге алдында бына ошолар хаҡында ла уйландырҙы.
Тормош юлының күп яҡтарын шағир үҙе яҙып ҡалдырған, тәржемәи хәле — уның шиғырҙарында. Рәми Ғарипов һымаҡ лириктың күңеле ижадында бигерәк тә тулы асыла. Быларҙан тыш, уның көндәлектәре — бик һирәктәрҙә була торған бай мираҫ. Ошо сығанаҡтарға замандаштарҙың иҫтәлектәре өҫтәлә. Быларҙың барыһын да бер-береһе менән эҙмә-эҙлекле бәйләгәндә генә шағир яҙмышы тигән ҡатмарлы донъяны тулыраҡ аңлай барасаҡбыҙ.
Илдең ғорурлығы, милләттең йөҙөк ҡашы булған Рәми Ғарипов һымаҡ шәхестәрҙе тыуҙырыу, тәрбиәләп үҫтереү һәр ауыл, һәр ҡала, һәр халыҡ өсөн бәхет, мәртәбә. Ләкин уларҙың булыуы менән ғорурланыу ғына етмәй, бөйөктәрҙең хеҙмәттәрен баһалай, ҡәҙерләй белергә, иҫтәлектәрен тыуыр быуындарға һыуытмайынса еткереү хәстәрен нәҡ үҙ ваҡытында күрергә кәрәк. Ниһайәт, беҙ ҙә рухи мираҫыбыҙҙың ҡиммәтен аңларға, олуғ шәхестәребеҙгә те­йешле хөрмәт күрһәтергә өйрәнеп килгәндәй булабыҙ. Бик мөһим, бик ҡыуаныслы һынылыш. Ләкин тынысланырға һис кенә лә сәбәп юҡ. Байтаҡ әҙиптәребеҙҙең мираҫы ентекле иғтибарға мохтаж. Рәми Ғариповтың ижадын да әле өйрәнәһе лә өйрәнәһе.

Рауил БИКБАЕВ


Copyrights © Редакция журнала "Ватандаш" 2000-2017