Изге күңелле аҡһаҡал

 Ҡыҙыҡ та һуң был хәтер тигәнең. Ни яғы менәндер берәйһе күңелеңдә ныҡлы урын алдымы, яңы күргән кешеңде тәүҙә шуның образы аша баһалай һалаһың. Кемгә нисектер, Закир Шакиров минең өсөн ана шундайҙарҙан иҫәпләнә... Мөһабәт кәүҙәле кеше күрһәм, хәтерем “телгә килә лә”: “Нәҡ беҙҙең Закир бабай ише икән”, — ти. Сал башын ғорур күтәреп, хәрбиҙәрҙе көнләштерерлек һомғол кәүҙәле, шуның өҫтәүенә бөхтә кейенеп, һалмаҡ ҡына баҫып китеп барған ҡартты осраттыммы: “Хас та Шакиров!” — тип әйтә әлеге хәтер. Ап-аҡ төҫкә ингән ҡалын борма мыйығына ҡарағанда, картиналар йә кинофильмдар аша ғына таныш уҫал генералдарҙы хәтерләтеүсән, ләкин йөрөш-торошо, һөйләшеүенән ғәжәп итәғәтлелек, интеллигентлылыҡ бәрелеп торған кеше лә миндә шундай тойғо ҡалдырыусан...
Күп йылдар элек, университеттың башҡорт-рус бүлегендә уҡый башлаған көндәрҙең береһендә, ғәрәп теленән тәүге дәресте көтөп ултырғанда, беҙҙең янға Закир Шакир улы тап ана шундай ҡиәфәттә килеп ингәйне. Килеп ингәс тә, үҫеп еткән ейәндәрен тәүгә күргән олатай кеүек ялбыр ҡаштары аҫтынан мөләйем генә ҡарап тора биргәс:
— Әссәләмәғәләйкүм! — тигәйне.
Уның шулай ғәрәпсәләп сәләм биреүе башта бик сәйер тойолдо. Юҡ, тәүге ишеткәндән түгел. Ауыл ҡарттарының шулай сәләмләшеүенә күнегелеп бөтөлгән ине инде. Ана шул ауыл ҡарттарынан ғына ишетергә күнеккән һүҙҙе бында, баш ҡалала, етмәһә университет аудиторияһында ишетеү ғәжәпләндерҙе лә инде. Ҡалғандар ҙа шундай хисте кисерҙеләр буғай. Аудиторияла бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Шунан ни, ҡапыл уянып киткәндәй, бөтәбеҙ бер юлы:
— Вәғәләйкүмәссәләм! — тип ҡысҡырып ебәрҙек.
Ғәрәп теленән уҡытҡас, шулай ғәрәпсәләп сәләмләү кәрәк булғандыр, әлбиттә. Әммә шул сәләмләүҙең ауыл ҡарттарын хәтерләтеүе тәүге осрашыуҙа уҡ яңы уҡытыусыбыҙҙы яҡын күрергә мәжбүр итте.
Тәүге көндө үк “студент”тың (уҡыусы егеттең) ғәрәпсә “талип”, “студентка”ның (уҡыусы ҡыҙҙың) “талибә” булыуын да, күҙ алдындағы башҡа нәмәләрҙең дә ғәрәпсә аталышын белеп алдыҡ. “Ғалим”, “мөғәллим”, “ҡәдәм”, “китап” ише байтаҡ һүҙҙәрҙең ғәрәпсәнән үтескә алыныуын белеүебеҙ беҙҙең өсөн үҙе бер асыш булды. Ана шулай Шакиров бабайҙың (уны беҙ үҙ-ара шулай тип кенә йөрөтә башланыҡ) дәрестәре ғәрәп теленән мәғлүмәт биреү менән бергә, үҙ телебеҙҙең серҙәренә төшөнөргә лә ярҙам итте.
Расписаниеға үҙгәреш индерелһә, группала староста булараҡ, Закир Шакир улын иҫкәртергә деканат мине ебәрә торғайны. Коммунистик урамындағы фатирына нисә килһәм дә, мин уны һәр саҡ өҫтәл янында күрә торғайным. Һәр саҡ алдында китаптар өйөмө, яҙыла башлаған ҡағыҙ биттәре булыр ине. Ә бит ул саҡта Закир Шакирович һикһәндең өҫтөндәге ҡарт ине.
Ул 1881 йылдың 3 (16) ноябрендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Мәскәү волосындағы (хәҙерге Кушнаренко районындағы) Ҡарасайылға ауылында тыуған. Тәүҙә үҙ ауылындағы, унан Рәсмәкәйҙәге мәктәптәрҙә ғилем тәмен татып, зирәклеген күрһәтергә өлгөргән Закирҙы атаһы киләсәктә үҙе кеүек мөғәллим итеп күрергә теләй. Ошо теләге менән 1898 йылда Ҡазандағы “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһенә урынлаштыра. Мәҙрәсә йылдарында Закир донъяуи фәндәрҙе өйрәнеүгә нығыраҡ иғтибар итә, рус телен яҡшылап үҙләштерә, күренекле педагогтарҙың хеҙмәттәрен уҡырға әүәҫләнеп китә. Башҡортостандан килгән был зирәк шәкерттең көнсығыш телдәрен һыу кеүек эсеүенә лә, көнбайыш әҙәбиәтен яҡшы белеүенә лә шәреҡтәштәре лә бик һоҡланыр булған. Юғары кластарҙа уҡыған сағында уҡ Закир йәш шәкерттәргә дәрес бирергә хоҡуҡ ала. Мәҙрәсәне тамамлағас, уны ошонда мөғәллим итеп ҡалдыралар. Былар барыһы ла яҡташыбыҙҙың йәштән үк белем алыуға етди ҡарауы, ихлас уҡыуы, үҙе белгәндәрҙе башҡалар менән уртаҡлашыусан булыуы, ғүмерлек һөнәрен иртә һайлап алыуы тураһында һөйләй.
Шанявский исемендәге Мәскәү халыҡ университетында белемен камиллаштырғандан һуң (1912—1915) Закир Шакир улы Башҡортостанға ҡайта һәм үҙенең ҡалған ғүмерен тулыһынса халыҡ мәғарифына арнай. Революцияға тиклем үк башҡорт һәм татарҙар араһында аң-белем таратыу эшенә тотона. Ләкин уның был эшмәкәрлегенең сәскә атыуына бары Бөйөк Октябрь генә тулы мөмкинлектәр бирә. Закир Шакиров Өфө губернаһының мәғариф бүлегендә мөдир, туранан-тура үҙенең тырышлығы менән Рәсәй тарихында беренсе булып мосолмандар өсөн Өфөлә асылған гимназияла (аҙаҡ ул дөйөм белем биреү мәктәбенә әүерелә) директор (1919—1930), унан К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында (хәҙер Башҡорт дәүләт университеты) башҡорт филологияһы кафедраһында мөдир, доцент булып эшләй башлай. Бик күп дәреслектәр яҙа, һүҙлектәр, программалар төҙөүҙә ҡатнаша, мәҡәләләр баҫтыра.
Башҡортостанда халыҡ мәғарифын юлға һалыуҙа Закир Шакировтың ниндәй роль уйнауы уға Совет хөкүмәте биргән баһаларҙа бик асыҡ сағыла. Ул Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнгән. БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән абруйлы исемгә лайыҡ булған.
Үҙ ғүмерендә бына шулай күпте күргән, күпте кисергән, күп эш башҡарып абруй ҡаҙанған кеше ине беҙҙең ғәрәп теле уҡытыусыбыҙ. Заманында ул Ғ.Туҡай, М.Ғафури, Ш.Бабич, Ғ.Ҡоләхмәтов, Х.Ямашевтар менән һин дә мин осрашып йөрөгән, дуҫтарса мөнәсәбәттә булған. Башҡорт революционеры Шәһит Хоҙайбирҙин етәкселегендә башҡорт әҙәби яҙма телен ғәмәлгә ашырыу комиссияһында эшләгән, мәшһүр тел белгесе Н.К.Дмитриев менән башҡорт һөйләштәрен өйрәнеүсе экспедицияларҙа ҡатнашҡан.
Беҙҙең өсөн Закир бабай ауыҙынан Ғабдулла Туҡайҙың әсәһе Мәмдүҙәнең башҡорт ҡыҙы булыуын белеү ҙур яңылыҡ ине. Һәр беребеҙ кесе йәштән “Туған тел”, “Тыуған ауыл”, “Шүрәле” кеүек әҫәрҙәрен күңелгә һеңдереп үҫкән бөйөк шағирҙың башҡорттарға ҡәрҙәш тә булып сығыуын белеү уны беҙгә тағы ла яҡынайтҡандай итте.
Шундай үкенес тә ҡалды. Әллә йәш студенттарға хас ғәмһеҙлек, әллә беҙ китаптар аша ғына белгән шәхестәрҙең замандашы ҡулында уҡыуыбыҙ менән ғорурланыуҙан ары үтә алмау ҡамасауланы, ҡарт уҡытыусыбыҙҙан иҫтәлектәрҙе күберәк һөйләтеү беребеҙҙең дә башына килмәгән.
Закир Шакир улы изге ниәтле, кеше күңелле, кеселекле аҡһаҡал булып хәтерҙә ҡалды. Был турала курсташтарымдың байтағы менән һөйләшә торғайным. Улар ҙа ошо фекерҙәләр ине. Беҙҙән ун биш — егерме йыл алда Закир Шакиров менән осрашҡан быуын да ҡеүәтләй ине был фекерҙе. Филология фәндәре кандидаты Нур Зарипов ошо хаҡта мәҡәлә лә баҫтырғайны (Ағиҙел, 1961, №11, 115—118-се биттәр). Ә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда пединститутта уҡыған Абдрахман Ғәлләмов, остазы тураһында һүҙ сыҡҡас:
— Ҡәһәрле һуғыш осоронда Закир Шакиров менән осрашыуым, унан дәрес алыу бәхетенә ирешеүем өсөн яҙмышыма рәхмәт уҡыйым, — тине. Һәм артабан былай тип өҫтәне. — Һалҡын бүлмәләрҙә уҡығанда ул беҙҙе үҙенең күңел йылыһы менән йылытты. Уға тауыш күтәреү, кәпәренеү, үҙ файҙаһын ҡайырып, яҡшатланыу кеүек сифаттар ят ине. Ләкин ул бик талапсан, эш атмосфераһын тыуҙыра белә торған уҡытыусыларҙан ине. Тағы бер сифаты шул булды: бик тә иғтибарлы кеше ине ул. Урамда таныш бала осраһа ла, туҡтап, хәлен һорашып, башынан һыйпап, арҡаһынан ҡағып китер ине. Беҙ иһә уны атайҙарса хәстәрлекле кеше тип белә инек, шул мөнәсәбәтте һәр саҡ тоя инек.
А.Ғәлләмов ағайҙан ишеткәнем ирекһеҙҙән Закир Шакир улы менән үҙемдең һуңғы осрашыуымды хәтергә төшөрҙө. Беҙҙе бер йыл уҡытҡандан һуң Закир Шакир улы ялға китте, әммә университетҡа килеп йөрөй торғайны. Икенсе курсты тамамлаған йылда дүрт студент, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдарына эйәреп, Свердловск өлкәһенә фольклор экспедицияһына китергә тейеш ине. Шуны белешергә тип, Вафа Әхмәҙиев менән институтҡа китеп барһаҡ, К.Маркс менән Пушкин урамдары сатында Закир Шакир улы осраны. Дәрестәгесә сәләмләштек.
— Әссәләмәғәләйкүм!
— Вәғәләйкүмәссәләм!
Ҡарт уҡытыусыбыҙҙың йөҙө яҡтырып китте. Хәл-әхүәл һорашып, беҙҙең ниндәй мәшәҡәт менән йөрөүебеҙҙе белеп алғас:
— Ғәйнә башҡорттарына бараһығыҙ икән улай булғас, бик һәйбәт бул­ға-а-ан, — тине ғәҙәтенсә һуҙып ҡына. Шунан ул яҡтарҙа боронғо фольклор өлгөләренең нығыраҡ һаҡланыу ихтималлығын әйтеп: — Хәйерле юл, балалар! Сәфәрегеҙ уң булһын! — тип хушлашты.
Хәтер тигәнең ҡыҙыҡ икән ул. Ситтәр генә түгел, ҡайһы саҡта үҙең дә уның тағатылып китеүенә сәбәпсе булаһың. Сер сисмәүсән ҡарттар менән әңгәмәләшкәндә, әлеге тәжрибәне файҙаланған саҡта мин тағы ла Закир Шакировичты иҫкә алам. Бындай хәл минең менән йыл да ҡабатлана. Сөнки һәр йәйем студенттар менән фольклор сәйәхәтенә сығыуҙан башлана. Ул мәлде иһә мин һәр саҡ көтөп алам. Ә юлға сығыр саҡ еттеме, тағы ла хәтер “телгә килә”. Урам сатында теге саҡтағыса аҡһаҡалыбыҙ Закир Шакир улы баҫып тора кеүек. Ул һаман да:
— Хәйерле юл, балалар! Сәфәрегеҙ уң булһын! — тип ҡабатлай кеүек...
P.S. Егерменсе быуат баштарында Ҡазандағы “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһендә уҡығанында, З.Ш.Шакиров татарҙың ике бөйөк улы — Ҡәйүм Насыри һәм Ғабдулла Туҡай менән таныша. 1904 йылдан уҡытыусылыҡ менән шөғөлләнә. Ауыл мәҙрәсәһендә математика, география дәрестәре алып бара. 1907—1908 йылдарҙа үҙен уҡытып сығарған “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһендә географиянан, 1909—1912 йылдарҙа мәктәптә рус теленән уҡыта, 1915—1917 йылдарҙа Өфө губерна земствоһының мәғариф бүлегендә инструктор булып эшләй. Ғөмүмән, революцияға тиклем үк Закир Шакиров Өфө, Ҡазан губерналарында халыҡ мәғарифының күренекле эшмәкәре булараҡ танылыу ала. Үҙ ғүмеренең утыҙ йылдан артыҡ дәүерен иһә ул юғары уҡыу йортонда ғилми-ғәмәли эшкә бағышлай. Үҙ ҡулы менән 1957 йылда яҙған тәржемәи хәлендә әйтеүенсә, ХХ быуаттың 20-се йылдарынан башлап Өфөләге Халыҡ мәғарифы институтында уҡыта башлай (был уҡыу йорто 1929 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институты, 1957 йылда Башҡорт дәүләт университеты итеп үҙгәртелә). Шунда оҙаҡ ваҡыт уҡытыуын һәм күп кенә ғилми-методик хеҙмәттәр яҙыуын иҫәпкә алып, 1931 йылда уға доцент дәрәжәһе биреп, тел ғилеме кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләйҙәр (1932—1939, 1943—1951 йылдарҙа З.Шакиров ошо вазифаны биләй).
Хәҙергеләр өсөн, тарихтың үҙе кеүек, әллә ҡасанғы ғалим-педагог тойолһа ла, заманында матбуғат биттәрендә уның хаҡында байтаҡ мәҡәләләр һәм өс китап донъя күргән. Уның хаҡында улы, партия өлкә комитеты секретары М.З.Шакиров, Н.М.Имашева, М.Ф.Ғәйнуллин, Г.С.Һәүбәнова, З.Ғ.Ураҡсин, Ә.И.Иҙрисов, Р.К.Ғатауллина, К.З.Закирйәнов, М.В.Зәйнуллин йылы-йылы мәҡәләләр баҫтыра. Ә инде Закир Шакир улының ҡыҙы, Ҡазанда эшләүсе профессор Лия Шакирова, ейәне, күренекле нефтсе Рифғәт Шакиров, Башҡорт дәүләт университеты доценты Юрий Ергин китаптар сығарҙы. Лия Шакированың 1996 йылда Ҡазанда бик бәләкәй тираж менән (ни бары 180 дана) сыҡҡан “Светлая судьба” китабы Өфө ғалимы А.Ғәлләмов һәм журналист К.Яйыҡбаев ярҙамында баҫмаға әҙерләнде. “Ватандаш” уҡыусыларына тәҡдим ителгән очерк Лия Шакированың шул китабынан алынды.
Бөйөк остазыбыҙ, башҡорт тел ғилеме үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән Закир Шакир улы Шакиров тураһында һүҙемде тамамлап, үҙемде бына инде күп йылдар борсоған фекеремде белдерергә теләр инем: Өфөлә Закир Шакировтың иҫтәлеген мәңгеләштереп, уға һәйкәл ҡуйырға кәрәк, тиһәм, был һүҙҙәремә бик күптәр ихлас ҡушылыр, тип уйлайым. Үҙе иҫән сағында уҡ беҙ уға мөһабәт һәйкәлгә ҡараған һымаҡ һоҡланып ҡарай инек. Ул үҙенең оло эштәре менән дә беҙҙең күңелдәребеҙгә һәйкәл һалып киткән кеүек булды. Әммә уның оло исемен киләсәк быуындар өсөн мәңгеләштереү зарур — Закир Шакиров быға һис шикһеҙ лайыҡ шәхес.

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ


Copyrights © Редакция журнала "Ватандаш" 2000-2018