“Бар көсөмдө, ҡөҙрәтемде Бирҙем мин тыуған илгә!”

 Күренекле шағир Радик Хәкимйән 1941 йылдың 25 авгусында Башҡортостандың Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында донъяға килгән. Урындағы 1-се һанлы урта мәктәпте тамамлай. 1961—1964 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Радик Хәкимйән —
13 китап авторы, күп шиғырҙарына көй яҙылған, байтаҡ йырҙары төрлө конкурстар лауреаты булды. Уға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелгән. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Ҡыйғыларҙан Сулеяға
Ҡырҡ биш саҡрым ара.
Үҫмер саҡта үткән юлдар
Хәтерҙә һаман яна.

Төньяҡ-көнсығыш төбәккә
Сулея баш ҡала ине.
Беҙҙең өсөн тимер юл да
Шунан башлана ине.

Күп эштәргә, тауарға ла
Йөрөлдө ошо яҡҡа.
Ниҙәр генә күрмәнек һуң
Ҡышын барғанда атта?!.

Һуғыш осоро малайҙарын
Сыныҡтырҙы бит яҙмыш.
Иртә керҙек ҡул-араға,
Яҡшырһын, тиеп тормош.

«Йылы шишмә», «Әйле», «Пристань»
Ҡалды юлда оҙатып.
Кирбес, цемент, күмер тейәп,
Күпме уҙҙыҡ саң йотоп.

Тәүге тапҡыр поезды ла
Сулеяла күрҙем мин.
Поезға ултырып китергә
Хыялланып йөрөнөм мин.

Хыялдар тормошҡа ашты,
Киттем йыраҡ ҡалаға.
Мендем белем тауҙарына,
Йылдар ятты араға.

Ҡаҙаҡ илен, Байконурҙы,
Ташкентты ҡайттым урап.
Мәскәү яҡтарында булдым,
Үҫмер саҡ ҡалды йыраҡ.

Намыҫ менән үттем юлды,
Ауыр йөк булды иңдә.
Бар көсөмдө, ҡөҙрәтемде
Бирҙем мин тыуған илгә!

Йылдар үткән, килдем тағы
Сулея яҡтарына,
Үҫмер саҡты эҙләп йөрөйөм
Тимер юл саттарында,
Тимер юл саттарында...

Ауылымдың урамдарын үтәм,
Иркен һулап шәрбәт һауаһын.
Тирә-яҡҡа гөлдәр хуш еҫ бөркә,
Йәнгә табам сихәт-дауаһын.

Ҡарап барам таныш өй-йорттарҙы,
Шатлыҡ тула берсә күңелгә,
Яҡташтарым, һеҙҙе һағынып ҡайттым,
Ауылым ҡапҡаларын күрергә!

Һаҡта торған ауылым ҡапҡалары
Һыҡрап ҡуя хәтер еленән.
Яуҙа ҡалғандарҙың иҫтәлеге
Йондоҙ итеп шунда эленгән.

Шул ҡапҡалар хәтирәләр һөйләй:
Үткәндәрҙе, һуғыш йылдарын,
Биш йөҙ батыр яуҙа ятып ҡалған
Ауылымдың аҫыл улдары!
Һиҫкәнеп тә китә уйҙарым!

Ҡапҡаларҙа янған йондоҙҙар ул —
Яҡташтарҙың яуҙа ҡалғаны.
Бер нигеҙҙән дүрт-биш яугир мәрхүм —
Улар ҡәһәр һуғыш ҡорбаны!

Шығыр-шығыр килә ниңә ҡапҡалар?
Йәнде өтә әрнеү тауышы.
Әллә елдәр алып ҡайтҡан микән
Ятып ҡалғандарҙың һағышын?!

«Онотмағыҙ беҙҙе, онотмағыҙ!» —
Ҡайҙан килә икән ҡайтауаз?
«Беҙ үҙебеҙ ҡайта алмаһаҡ та,
Йәндәребеҙ илгә ҡайталар!»

Был йондоҙҙар — батырҙарға хөрмәт,
Ауылдаштарҙың ул хәтере,
Тын баҡсала яугирҙарға һәйкәл,
Яндарында гөлдәр гел тере!

...Мәңге шулай балҡып торһон ине
Батырҙарҙың йөрәк нурҙары.
Онотмаһын яңы килгән быуын
Ғәрәсәтле һуғыш йылдарын!

 

Радик ХӘКИМЙӘН


Copyrights © Редакция журнала "Ватандаш" 2000-2018