Все новости

ТӨРКИӘТ ДОНЪЯҺЫНДА ҠАЙНАП ЙӘШӘЙ

Юлай Вәли улы Псәнчин – танылған ғалим-тюрколог, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағза­һы, Башҡортостан Республи­каһының мәғариф отличнигы. Ул башҡорт теленең грамматик стилистикаһын өйрәнеүҙең теоретик нигеҙҙәрен булдырған, шулай уҡ тел ғилеме тарихы, лексик семантика, функциональ стилистика өлкәләрендә лә эшләгән ғалим.

ТӨРКИӘТ ДОНЪЯҺЫНДА ҠАЙНАП ЙӘШӘЙ
ТӨРКИӘТ ДОНЪЯҺЫНДА ҠАЙНАП ЙӘШӘЙ

Атай юлын ҡыуып...

Халҡыбыҙҙың «Атанан күргән уҡ юнған» тигән әйтеме тап Юлай Вәли улына атап әйтелгән кеүек. Ул танылған ғалим-методист Вә­ли Псәнчиндең ғаиләһендәге тәүге бала булып 1963 йылдың 9 октябрендә тыуған. Вәли Шәғәли улы – күренекле төркиәтсе ғалим, филология фәндәре кандидаты, профессор, Рәсәйҙең Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡы­тыусыһы, башҡорт теленең тасуири һәм тарихи грамматикаһы, әҙәби тел, телмәр мәҙәниәте, риторикаһы һәм поэтикаһы, мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында туған телде уҡытыу методикаһы өлкәһендә танылған белгес булды.
Юлай Псәнчин Өфөнөң 20-се башҡорт мәктәбен тамамлағандан һуң 1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм 1985 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен алып сыға. Бер үк ваҡытта университеттың йәмәғәт һөнәрҙәре факультетында «Хәрби-патриотик эште ойоштороусы» тигән өҫтәмә танытма ла ала.
Буласаҡ ғалимдың студент йылдары күңелле үтә: йәйге каникул­дарҙы төҙөлөш отрядтарында үткәрә, факультеттың «Комсо­мол прожекторы»н етәкләй, универ­ситеттың ДОСААФ комитетында пропаганда эштәрен алып ба­рырға ла ваҡыт таба, стена гәзит­тәре сығарыуҙа ҡатнаша, ваҡытлы матбуғатта сығыш яһай. Ә иң ярат­ҡан шөғөлө фотоға төшөрөү була. Бөгөнгө көндә Юлай Вәли улында бик бай фотоархив һаҡлана. Кем­дәрҙең генә фотографиялары юҡ унда: йәшлек дуҫтары, уҡытыусылар, яҙыусылар... Үҙе бер тарихи ҡомартҡы.
Йәш белгес, әйтеүебеҙсә, ата­һының юлын ҡыуып, тәбиғәттән бирелгән ҡыҙыҡһыныуға эйә бул­ғанғалыр, артабанғы яҙмышын фән донъяһы менән бәйләргә ҡарар итә – СССР Фәндәр академияһы Урал бүлексәһе Башҡортостан ғилми үҙәге «Почёт Билдәһе» орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының көндөҙгө бүлегенә аспирантураға инә. Уның ғилми етәксеһе Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, ошо институттың диалектология һәм топонимика секторы мөдире, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе филология фәндәре докторы Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы Мәҡсүтова (1932–2004) була.
Юлай Вәли улы 1990 йылдың апрелендә Баҡы ҡалаһында, Әзербайжан Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Нәсими исемендәге Тел ғилеме институтында «Башҡорт теленең хәрәкәт ҡылымдарының лексик-семантик оло төркөмө» тигән темаға филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертацияһын уңышлы яҡлап, шул уҡ йылдың сентябрь айында раҫланыу ала. Оппоненттары булып билдәле телсе-төркиәтселәр, филология фәндәре докторы, профессор, Әзербайжан дәүләт педагогия институтының хәҙерге әзербайжан теленең кафедраһы мөдире Хәсән Ибраһим улы Мирзоев менән филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле кафедраһы доценты Мөхәммәтхәй Әхмәт улы Әхмәтов сығыш яһай.
Юлай Псәнчин хеҙмәт юлын юғары мәктәп уҡытыусыһы булараҡ башлай: аспирантураһы маҡсатлы булыу сәбәпле, Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы кафедраһына ассис­тент вазифаһына ҡайта. Башҡорт филологияһы кафедраһының ойош­торолоуына ике генә йыл бул­һа ла, уның мөдире Фирҙәүес Ғил­метдин ҡыҙы Хисаметдинованың тырышлығы менән филология факультетында ҙур эштәр башҡарыл­ған саҡ. Кафедра филология факультетында ла, юғары уҡыу йорто кимәлендә лә алдынғыларҙан иҫәпләнә. Уҡыу-уҡытыу эштәре менән бер рәттән тәрбиә эштәренә иғтибар ҙур була. Яҙын-көҙөн «Башҡорт мәҙәниәте айлыҡтары» тигән сара үткәреү факультеттың изге йолаһына әйләнеп китә. Поэзия кисәләре, артистар, ғалимдар менән осрашыуҙар, башҡорт халҡының йолаларын күрһәтеү... Юғары ки­мәлдә ойошторолған сараларҙа Юлай Вәли улы әүҙем ҡатнаша.
1992 йылда башҡорт филоло­гияһы факультеты асылыу уҡы­тыусыларҙы тағы ла дәртләнде­реп ебәрә. Киләһе йылға башҡорт филологияһы кафедраһы нигеҙендә ике кафедра – башҡорт теле ка­федраһы менән башҡорт әҙәби­әте һәм мәҙәниәте кафедралары ойошторолғас, Ю.В.Псәнчин тел кафедраһында ҡала. 1989–1998 йылдарҙа ул Башҡорт дәүләт педагогия институтында ассистенттан алып доцентҡа тиклем юл үтә, институттың әҙерлек бүлегендә «Башҡорт теле» предметын уҡыта, факультетта «Башҡорт диалектоло­гияһы», «Хәҙерге башҡорт теле. Һүҙъяһалыш», «Хәҙерге башҡорт теле. Синтаксис», «Башҡорт әҙәби теле тарихы» курстарын алып бара.
Яйлап докторлыҡ диссертаци­яһына ла материалдар йыя башлай, махсус әҙәбиәтте өйрәнә. Ғилми яҡтан камиллыҡҡа ынтылыу уны 1997 йылда Мәскәү ҡалаһына, Рәсәй Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтына стажировкаға алып килә. Был үҙ сиратында 1998–2000 йылдарҙа ошо уҡ институттың Урал-Алтай телдәре бүлегендә докторантурала әҙерлек үтергә этәргес бирә. 2000 йылдың ноябрендә «Хәҙерге башҡорт әҙәби телендә исемдең һүҙ үҙгәртеүсе категориялары стилистикаһы» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Докторанттың рәсми оппоненттары – илгә билдәле ғалимдар, филология фәндәре докторҙары, М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Азия һәм Африка илдәре институтындағы төркиәт филологияһы кафедраһы профессоры Дмитрий Насилов, Рәсәй дәүләт гуманитар университеты Көнсығыш мәҙәниәттәр институтындағы Компаративистика үҙәгенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Олег Мудрак һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Тел ғилеменең типология секторының әйҙәүсе белгесе Владимир Плунгян.
Был ваҡытта Юлай Вәли улына ни бары 37 генә йәш була – ул саҡта Рәсәй гуманитар фәндәр өлкәһендә һирәк осраған күре­неш, ә Башҡортостан тарихында мин башҡа шундай осраҡты хәтерләмәйем. Эштең ғилми консультанты булып донъя кимәлен­дә танылған төркиәтсе ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академи­яһының мөхбир ағзаһы, Баш­ҡортостан Республикаһы Фән­дәр академияһының почетлы академигы, Башҡортостандың, Та­тарстандың һәм Ҡалмыҡстандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Әҙһәм Рәхим улы Тенишев сығыш яһай.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, Юлай Вәли улы үҙенең остаздарына ҡарата һәр ваҡыт ихтирам һаҡлай, улар хаҡында республика һәм Рәсәй матбуғатында мәҡәләләр баҫтыра, телевизион тапшырыуҙарҙа сы­ғыш яһай. Мәҫәлән, 2006–2011 йылдарҙа коллегалары менән бер­лектә Ә.Р.Тенишевтың һайланма әҫәрҙәр йыйынтығының өс томын сығарыуҙа ҡатнашты. 2021 йылда Ә.Р.Тенишевтың 100 йыллығын билдәләү сараларында ғалимдың тыуған ере – Пенза ҡалаһында уҙғарылған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияла докладтар менән сығыш яһаны. «Рәсәй төркиәте» журналы ошо йылдың 1-2-се һан­дарын тулыһынса Ә.Р.Тенишевҡа бағышлағайны, унда ла остазына арналған ике мәҡәләһен баҫтырҙы. Бер йылдан һуң Юлай Вәли улы Пенза яҡтарына тағы ла саҡырыу алды: был юлы ул Әҙһәм Тенишев уҡыған мәктәптең бинаһына таҡтаташ асыу тантанаһында ҡатнашты. Уҡытыу­сыһының тормошо һәм ғилми эш­мәкәрлегенә бағышлап, ул барлығы егерменән ашыу мәҡәлә әҙерләгән.
«Мин Юлай Псәнчиндең холҡо­на хас бер генә һыҙатты асып үтәм. Ул үҙенең остаздарына ғүмер буйы оло хөрмәт менән ҡарай. Мәскәүгә килгән һайын Әҙһәм Рәхим улы Тенишевтың ғаиләһенә ашыға ине, ул баҡыйлыҡҡа күскәс, тормош иптәше Елена Александровнаны ла онотманы...» – ти ошо хаҡта социология фәндәре кандидаты, Рә­сәй фәндәр академияһы Демографик тикшеренеүҙәр институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Шәриф Юлдаш улы Әкрәмов.
Ғалим остазы Нәжибә Мәҡсү­тованың да ғилми мираҫын байҡап, матбуғатта тәрән йөкмәткеле мәҡә­ләләр баҫтыра, ғилми сараларҙа сығыш яһай.


Илдә танылыу алды

Юлай Вәли улы менән яҡындан аралашҡан һайын шуға иғтибар итәһең – беҙҙә күптәр уның сит төбәктәрҙә, бигерәк тә Урта Азия, Ҡаҙағстан, Мәскәү, Санкт-Пе­тербург, Кавказ, Алыҫ Көнсы­ғышта ғалимдар һәм йәмәғәтселек араһында ҙур абруй ҡаҙанғанын белеп тә бөтмәй. Филология фәндәре докторы, профессор, Н.Ф.Катанов исемендәге Хакас дәүләт универси­теты эргәһендәге Гуманитар тик­шеренеүҙәр һәм саян-алтай төр­киәте институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Мария Чертыкова уның хаҡында былай ти: «Юлай Вәли улы, төркиәтсе булараҡ, Рәсәйҙә танылған ғалимдарҙың береһе. Ул миңә докторлыҡ диссертацияһын яҙғанда ла, уны яҡлағанда ла оло терәк булды. Коллегамды бер яҡтан үҙемдең уҡытыусым итеп ҡабул итәм, икенсе яҡтан, ул минең өсөн иң яуаплы һәм ышаныслы дуҫ».
2004 йылда Рәсәй шәрҡиәтсе­ләренең Мәскәү ҡалаһында үткән IV съезында Ю.Псәнчин киләһе ике йылға Рәсәй шәрҡиәтселәре йәмғиәтенең вице-президенты итеп һайлана, шул уҡ йылдан – ошо йәмғиәттең Координаторҙар советы ағзаһы. Ә инде 2006 йылда Өфөлә ойошторолған V съезға әҙерлек барғанда уның иҫ китмәле эшсәнлегенә, ошо йыйындың бөтә ойоштороу эштәрен бер үҙе тигәндәй алып барыуына шаһит булдыҡ. Был, ысынлап та, күҙгә ташланып бармаған оло хеҙмәт: документтар тултырыу, хаттар яҙыу, бәйләнеш һәм башҡа эштәр. «Йәдкәр» журналының махсус һанын әҙерләгәндә лә Юлай Вәли улының ярҙамы менән абруйлы шәхестәрҙең, шул иҫәптән Ҡа­ҙағстандың Рәсәйҙәге илсеһе Жән­сәйет Төймәбаевтың (бөгөн Әл-Фараби исемендәге Ҡаҙаҡ милли дәүләт университеты ректоры), М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Азия һәм Африка илдәре институтындағы төркиәт филологияһы кафедраһы профессоры Дмитрий Насиловтың, Рәсәй Фәндәр академияһы институты директорының фән буйынса урынбаҫары Михаил Алексеевтың мәҡәләләрен тиҙ арала әҙерләп баҫ­тырып сығарҙыҡ. Һөҙөмтәлә ойоштороусылар алдында торған оло эш йырып сығылды һәм съезд юғары кимәлдә үтеп китте.
Ю.Псәнчин 2017 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Тарих-филология фәндәре бүлексәһе ҡарама­ғындағы Рәсәй төркиәтселәр комитеты ағзаһы итеп һайлана. Бында ла ул йәмәғәт башланғысында ең һыҙға­нып эшкә тотона. 2004–2006 йылдар­ҙа «Рәсәй Фәндәр академияһының Шәрҡиәтселәр йәмғиәте бюллетене», 2013 йылдан «Туған тел. Лингвистик журнал» («Родной язык») федераль баҫмаларының, 2017 йылда «Рәсәй төркиәте» федераль ғилми журналының редколлегия составына һайлана.
Юлай Вәли улының яҡын кол­легаларының береһе, Мәскәү ғали­мәһе, Рәсәй Фәндәр академияһы Тел ғилеме институтының Урал-Алтай телдәре бүлегенең ғилми хеҙмәткәре, «Рәсәй төркиәте» журналының баш мөхәррир урын­баҫары, Рәсәй Фәндәр академияһы Тарих-филология фәндәре бүлеге ҡарамағындағы Рәсәй төркиәтселәр комитетының ғилми сәркәтибе Зарема Экба ошоларҙы әйтеп китеүҙе дөрөҫ тип тапты: «Тәү сиратта Юлай Вәли улының әүҙем гражданлыҡ позицияһын билдәләргә кәрәк: уның күп йыллыҡ ғилми һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге туған башҡорт телен һәм үҙ халҡының мәҙәни традицияларын һаҡлауға йүнәлтелгән. Ул хәҙерге ваҡытта йәшәгән, гуманитар өлкәлә эшләгән ғалимдарға ярҙам итеү, төркиәт фәнен үҫте­реү һәм тотош Башҡортостан Рес­публикаһына ҙур өлөш индергән ғалимдарҙың яҡты хәтерен мәң­геләштереү өсөн күп көс һала. Ул күп йылдар Рәсәй төркиәтселәр комитетының йыллыҡ йыйылыштарында иң әүҙем ағзаларҙың һәм ҡатнашыусыларҙың береһе, иле­беҙҙең төркиәт берләшмәһе алдын­да ҡыҙыҡлы докладтар менән сы­ғыш яһай. Бынан тыш, ул «Россий­ская тюркология» журналының даими авторҙарының береһе һәм редколлегия ағзаһы, уның биттә­рендә башҡорт тел ғилеменең үҫеш
тарихын, ғалимдарҙың хеҙмәттәрен яҡтырта, шуның менән ватан төр­киәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә баһа­лап бөткөһөҙ өлөш индерә. Уның кешелек сифаттарын да билдәләргә теләйем: киң күңеллелек, изгелек, ярҙамсыллыҡ һәм кешеләрҙе бер­ләштерә белеү».
Ысынлап та, ғалимдың шәхесен ҡылыҡһырлаған тағы бер сифат: ул кенә ҡыуып, үсләшеп бармай, борондан ҡалған «Таш менән атҡанға аш менән ат», тигән ҡарашты алға ҡуя. Ваҡытында уға ҡаршы булған оппоненттарына арнап ил матбуғатында мәҡәләләр баҫтыра, ҡотлауҙар ойош­тора... Был, бер яҡтан ҡарағанда, киң күңеллелек булһа, икенсе яҡтан – ваҡланмау, юғарылыҡ билдәһе.
Иң мөһиме, Юлай Вәли улы, мөмкинселектән файҙаланып, үҙе­нең йәш коллегаларына ла киң фән донъяһына сығырға, ил кимәлендә бәйләнештәр урынлаштырырға ярҙам итә. Уның тырышлығы ме­нән Башҡортостандан бер нисә ғалим Рәсәй төркиәтселәр коми­тетының съездарында ҡатнашыу мөмкинселеге алды. «Рәсәй төр­киәте» журналының ҡайһы һа­нын ғына ҡарама, республика баҫ­маһы тип тә уйларға мөмкин – материалдарҙың яртыһы беҙҙең ғалимдарҙың мәҡәләләре йә иһә уларға арналған. Былар барыһы ла Юлай Вәли улының хеҙмәте һәм абруйы арҡаһында.
Юлай Вәли улының етәкселе­гендә бер докторлыҡ диссертацияһы һәм өс кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланды. Докторанты Мария Чертыкова – бөгөнгө көндә филология фәндәре докторы, Н.Ф.Ката­нов исемендәге Хакас дәүләт уни­верситетының профессоры, «Рәсәй төркиәте» журналының редколлегия ағзаһы.


Йәмәғәтсе, ойоштороусы, педагог

Быйыл август айында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Республика Милли китапханаһында билдәле төркиәтсе Николай Дмитриевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнал­ған сара ойошторолғайны. Рәсәй кимәлендә үткән фәнни-ғәмәли конференцияның эшендә Рәсәй Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтынан филология фәндәре докторҙары Анна Дыбо һәм Олег Мудрак, Санкт-Петербург дәүләт университетынан кафедра мөдире Николай Телицын, Мәскәү дәүләт университетынан өлкән уҡытыусы Ксения Верхова, Ҡырым федераль университетынан профессор Лемара Селендили ла ҡатнашты. Үҙенең сығышында Юлай Вәли улы беҙҙең атаҡлы шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич тормошона ҡағылышлы яңы мәғлүмәтте лә еткерҙе: билдәле шәрҡиәтсе Галина Благова әйтеүенсә, һуғыштан һуң Н.К.Дмитриев Мәскәү дәүләт университетында «Шәйехзада Ба­бичтың ижады һәм әҫәрҙәренең теле» тигән махсус курс алып барған икән. Был шағирҙың исемен рес­публикала артыҡ телгә алырға тырышмаған ваҡытта... Ғалимдар алдында киләсәктә архивтан ошо материалдарҙы табып, фәнни әй­ләнешкә индереү бурысы тора.
Юлай Псәнчин – педагогик һәм ғилми-ойоштороу эштәрен бергә алып барған шәхес. Хеҙмәт юлын да ул юғары мәктәп уҡытыусыһы булараҡ, әйтеүебеҙсә, Башҡорт дәүләт педагогия институтынан башлай. Докторлыҡ диссертацияһын яҡлап ҡайтҡандан һуң йәнә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт теле кафедраһында доцент, профессор вазифаларын башҡара. Артабан, 2014 йылға тиклем, ул М.А.Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалында психолог-педагогик һәм гуманитар белем биреү кафедраһы профессоры. «Башҡорт теле (Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле)», «Башҡорт теле (туған тел)», «Ватан әҙәбиәте тарихы», «Цензура тарихы», «Балалар әҙәбиәте», «Әҙәбиәт ғилеме нигеҙе һәм нәфис текстың анализы» кеүек предметтарҙы бирелеп уҡыта. Туған телдәр һәм мәҙәниәт буйынса ете асыҡ респуб­лика олимпиадаһы уҙғара.
Шул уҡ осорҙа ул Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының башҡорт теле кафедраһында эшләй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам универ­ситеты тел ғилеме кафедраһы, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис универ­ситетының туризм һәм коммуни­кациялар факультеты профессоры вазифаларын башҡара, «ЦТМ-Лингва» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә тәржемә бүлеген дә етәкләй.
2020 йылдан бирле ул Баш­ҡортостан Республикаһы Ауыл ху­жалығы министрлығы Умартасы­лыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең ғилми-техник мәғлүмәт бүлеге етәксеһе, ғалим-сәркәтибе, ошо учреждени­еның өлкән ғилми хеҙмәткәре, Ғилми советы ағзаһы. Бынан тыш ул 1995–1998 йылдарҙа Баш­ҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Тел ғилеме буйын­са ғилми советының ғилми секретары, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы ҡарамағындағы «Әх­мәтзәки Вәлиди» төбәк йәмәғәт фонды идараһы ағзаһы.


Ғалим-методист

Юлай Псәнчин барлығы 250-нән ашыу фәнни һәм ғилми-методик хеҙмәт, монографиялар, дәреслек, программалар авторы. Улар араһында «Башҡорт те­лендә исемдең һүҙ үҙгәртеү категориялары стилистикаһы» (Өфө, 2000), «Башҡорт телендә исем сти­листикаһы: килеш категорияһы» (Өфө, 2007), «Башҡорт теленең стилистикаһын өйрәнеү тарихы (ХХ быуаттың 20–70-се йылдары)» (Стәрлетамаҡ, 2009), шулай уҡ «Рәсәй һәм БДБ илдәре халыҡтарының телдәрен үҫтереү һәм һаҡлау факторы булараҡ, Изге Яҙма тәржемәһе» (Мәскәү, 2010), «Тарихи перспективала төрки телдәр һәм әҙәбиәттәр» (Мәскәү, 2022) исемле коллектив монографияларҙы айырып күрһәтергә мөмкин.
Ғалимдың күп ҡырлы эшмә­кәрлегенең тағы ла бер йүнәлеше – методик эш. Ул 1991 йылдан алып башҡорт мәктәптәре өсөн туған тел дәреслектәре, уҡытыу-методик әсбаптар, программалар һәм уларға күнегеүҙәр йыйынтыҡтары әҙерләй. Шул иҫәптән туған тел буйынса беренсе линиялағы дүрт дәреслектең авторҙашы. Уның дәреслектәре һәм әсбаптары телдәрҙе коммуникатив уҡытыу ысулдары теорияһы һәм практикаһы нигеҙендә ижад ителгән. Шулай уҡ 5-се һәм 9-сы класс дә­реслектәре федераль исемлеккә индерелән. Уның ҡатнашлығында башҡорт теле дәреслектәренең электрон варианттары әҙерләнгән.
Дәреслек яҙыу тураһында һүҙ сыҡҡанда Юлай Вәли улы былай ти: «Дәреслек заман талабына яуап бирергә тейеш. Уның сере билдәле. Мәктәп уҡыусыһы – иң тәүҙә шәхес. Уның характерында ыңғай яҡтары ла була, кире яҡтары ла юҡ түгел. Әммә ул шәхес булып ҡала. Шунан ғына уҡыусы булып таныла. Бына ошоларҙан сығып эш иткәндә генә уңыш юлдаш була...» Һис шикһеҙ, дөрөҫ һүҙҙәр. Дәреслектәр сығарыу өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Ю.В.Псәнчин «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» исеменә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына лайыҡ булды. Күптән түгел Юлай Вәли улы дәреслектәр сығарыуға индергән тос өлөшө өсөн Сыуашстан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының академик Г.Н.Волков исемендәге миҙалы менән бүләкләнде.


Данлы ырыуҙан

Ҡайҙан илһам алаһығыҙ тигәнгә, ғалим йәй һайын Күгәрсен районына ҡайтып, ошо райондың Дәүләтҡол, Күгәрсен һәм Түбәнге Һаҙ ауылдарын барып күреп, ундағы һауаны һулап, шишмәләрҙең һыуҙарын эсеп кинәнеүен һөйләне. Эйе, бала саҡтан йәйҙәреңде үткәргән ер яҡын да, изге лә була икән.
Псәнчиндең ата-бабалары үҙ заманы өсөн уҡымышлы кешеләр булған. Атаһы яғынан олатаһы Шә­ғәли Мөхәмәтсаҡый улы Псәнчин (1909–1944) хәҙерге Күгәрсен районының 1-се Дәүләтҡол ауы­лында тыуған, үҙ ваҡытында Ырымбур Каруанһарайында урын­лашҡан Башҡорт педагогия техникумын тамамлаған. 1941 йылда Күгәрсен районының Санъяп тулы булмаған урта мәктәбе директоры вазифаһынан фронтҡа китә. Кесе политрук була. 1944 йылдың яҙында Одессаны азат итеү өсөн барған ҡаты алыштарҙа батырҙарса һәләк булғас, Петровка ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнә. Үлгәндән һуң дүртенсе хәрби наградаһы – икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Әсәһе яғынан булған олатаһы Ғабделбарый Ғиндалиф улы Кил­мөхәмәтов (1916–1944) хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылында 1916 йылда тыуған. Әрме хеҙмәтен Мәскәүҙә, Кремль полкында үтә. Демобилизациянан һуң кесе лейтенант дәрәжәһендә Ҡырмыҫҡалы район хәрби комиссариатында хеҙмәт итә һәм СССР ОСОАВИАХИМ-дың район бүлексәһе менән етәкселек итә. Йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү менән шөғөлләнә, йыш ҡына пропагандист һәм агитатор сифатында сығыш яһай. Ул 1941 йылда фронтҡа китә, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғыша, 1944 йылда өлкән лейтенант дәрәжәһендә батырҙарса һәләк була.
Бәләкәйҙән үҙен тәрбиәләүгә күп көс һалған өләсәһе Майсрур Абдулла ҡыҙы Дәүләтбаева (1919–2005) менән уның тормош иптәше, әсәһенең үгәй атаһы Исламетдин Фазлетдин улы Дәүләтбаевты (1913–1989) ла һәр ваҡыт ҙур ихтирам менән иҫкә ала Юлай Вәли улы.
Ғалимдың әсәһе Лилиә Ғәб­делбарый ҡыҙы Килмөхәмәтова ике улына киләсәктә фән өлкәһен­дә эшләүҙәре өсөн бәләкәйҙән шарт тыуҙырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Бер ғаиләнән ике фән докторы сыҡһын әле! Өҫтәүенә, икеһе лә Мәскәү әҙерлеген үткән. Ул байтаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетының китапханаһында библиограф булып эшләй, библиография бүлегендә география һәм биология фәндәре секторы мөдире вазифаһын башҡара. Ғүмер буйы тормош иптәшенә оло терәк була. Әлеге көндә уға 87 йәш.
Юлай Вәли улының бер туған ҡустыһы Айбулат Вәли улы Псәнчин – шулай уҡ республикабыҙҙа билдәле шәхес, география фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Байтаҡ ваҡыт Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге рәйесенең урынбаҫары булды, алты йылдан ашыу Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтын етәкләне. 12 фән кандидатын әҙерләгән ғалим әлеге ваҡытта ошо уҡ институтта этнология бүлеге мөдире.
Юлай Вәли улының тормош иптәше Гөлназ Илдар ҡыҙы Солтанова – элекке студенты, Бишбүләк районы Ҡаныҡай ауылы ҡыҙы. Әле ул Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, юғары категориялы уҡытыусы.
Ҡатыны менән улар ике бала тәрбиәләй. Ҡыҙҙары Гөлнәзирәгә 18 йәш, ул Өфө дәүләт технологиялар һәм дизайн колледжы уҡыусыһы. Улдары Данияр туғыҙынсы класта уҡый, спорт менән шөғөлләнә.
Бына шундай оло йөрәкле шәхес ул Юлай Вәли улы Псәнчин, абруйлы ғалим-шәрҡиәтсе, танылған практик-методист, республика филологияһын илебеҙ киңлегенә сығарыуға ҙур тырышлыҡ һалған кеше.

 

Студент саҡ. Ю.Псәнчин өҫкө рәттә уңда. 1984 й.
БДПИ студенттары һәм уҡытыусылары фронтовик-шағир Муса Ғәли менән осрашыуҙан һуң. 1993 й.
Билдәле төркиәтселәр О.Мудрак, Д.Насилов,  Н.Широбокова менән. 2008 й.
Ҡатыны Гөлназ Илдар ҡыҙы һәм балалары Гөлнәзирә, Данияр менән.
Студент саҡ. Ю.Псәнчин өҫкө рәттә уңда. 1984 й.
Автор:Флүр СИБӘҒӘТОВ, филология фәндәре кандидаты
Читайте нас: