Все новости

ХӘБИБУЛЛА ҒӘБИТОВТЫҢ ТОРМОШОНДА АҠМАЛЕТДИН ХӘҘРӘТ КӘЛИМУЛЛА УЛЫНЫҢ РОЛЕ

Хәбибулла Ғәбитовтың уҙған быуаттың 20–30-сы йылдарында башҡорт мат­буғаты, мәғарифы, тел ғиле­ме, фольклористикаһы, әҙә­биәте өлкәләрендә арымай-­талмай эшләгән талант­лы белгес, һүҙ оҫтаһы, йәш Баш­ҡорт республикаһының дәү­ләт эшмәкәре лә булыуын бил­дәләгәндә, уның ауыр тормош юлының башында торған тәрбиәсеһе, ғилем үрҙәренә әйҙәгән остазы Аҡмалетдин хәҙрәт Ғәбитовты ла иҫкә алыу урынлы булыр.

ХӘБИБУЛЛА ҒӘБИТОВТЫҢ ТОРМОШОНДА АҠМАЛЕТДИН ХӘҘРӘТ КӘЛИМУЛЛА УЛЫНЫҢ РОЛЕ
ХӘБИБУЛЛА ҒӘБИТОВТЫҢ ТОРМОШОНДА АҠМАЛЕТДИН ХӘҘРӘТ КӘЛИМУЛЛА УЛЫНЫҢ РОЛЕ

Башҡортостан тарихында, мәғрифәтендә, матбуғатында, мәҙәниәтендә һәм әҙәбиәтендә яҡты эҙ ҡалдырған оло шәхес Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы Ғәбитовтың (1884–1938) тормош юлын һәм ижади эшмәкәрлеген өйрәнеү һуңғы йылдарҙа киң ҡолас алды, тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Был тәңгәлдә бигерәк тә республикабыҙҙың тарихсы, әҙәбиәтсе һәм телсе ғалимдарының фиҙакәр хеҙмәтен билдәләп үтергә кәрәк. 2021 йылда Сибай ҡалаһында үткән ғилми-ғәмәли конференцияға тәғәйенләп сығарылған ҙур күләмле фәнни хеҙмәт һәм Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты әҙерләп нәшер иткән китап («Хабибулла Габитов. Ученый, поэт и общественный деятель», Уфа, 2021) – был эҙләнеүҙәрҙең тос емештәре.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Х.Ғәбитовтың ул замандағы ҡатмарлы тормошон һәм бай, күп ҡырлы ижадын ентекле өйрәнеүҙе туҡтатыу иртәрәктер. Әле асыҡлайһы һорауҙар, уның ғилми яҙмаларынан бөгөнгө тикшеренеүселәргә өлгө итеп алаһы нәмәләр бихисап. Айырыуса халҡыбыҙҙың йәнле һөйләү телен әҙәбиәткә, әҙәби телгә индереүҙә, лексикологияла, халыҡ ижадын төпсөүҙә, терминологияла, этнографияла Хәбибулла Ғәбитов башлаған эште дауам итеүҙең зарурлығы көн кеүек асыҡ.
Был мәҡәләлә Х.Ғәбитовтың тормош юлының башында уға ҙур терәк һәм таяныс булған Аҡмалетдин хәҙрәт хаҡында һүҙ барасаҡ.
Тарихсы Юнир Минишев үҙенең «Ғәбитовтар ғаиләһенең ырыу шәжәрәһе» хеҙмәтендә Х.Ғәбитовтың 1922 йылғы автобиографик яҙмаһынан килтергән өҙөккә иғтибар итәйек. Хәбибулла 9 йәшенән төрлө ауылдарҙа көтөү көтә: Ишбирҙелә, Үрге Мәмбәттә, Әбсәләм ауылында, Сәлимдә. Бөтәһендә лә ул тамаҡ-яллыҡ өсөн, йәғни бушлай тиерлек эшләй. Шунан һуң Юлыҡ ауылындағы танышы Мәхмүтйән Әҙеһәмовтың кәңәше менән түләүле көтөүсе булып китә. Әҙеһәмов уны киләһе йылда Иҫәнғол ауылындағы бер байҙың малын көтөргә алып бара. Эш хаҡы 8 айға 12 һум тәшкил итә.
Иҫәнғолда эш башлағас, Хәбибулланы өс туған ағаһы танып-табып ала. Малайға, үҙе әйтеүенсә, был ваҡытта13-14 йәштәр була. Ноябрь айынан Хәбибулла, көтөүҙән ҡотолоп, әлеге ағаһында йәшәгән килеш, мәҙрәсәлә уҡый башлай.
Х.Ғәбитов автобиографияһында телгә алынған Үҫәргән-Хәйбулла волосындағы Иҫәнғол ауылы – бөгөнгө Хәйбулла районындағы Мәмбәт ауылы ул. Хәбибулланы табып алған әлеге өс туған ағаһы Аҡмалетдин мулла Ғәбитов тап шул осорҙа Иҫәнғол ауылында йәшәгән, мәҙрәсәлә мөҙәрис (уҡытыусы-мөғәллим) булып хеҙмәт иткән.
«Хәйбулла энциклопедияһы» (Өфө, 2015) һәм «Мәмбәт шәжәрәһе» (Өфө, 1994) китаптары буйынса ла борон был ауылдың өс исеме булғанлығы билдәле: Мәмбәт, Ҡаҙаҡ, Иҫәнғол. Ауылды XVIII быуаттың икенсе яртыһында Мәмбәт Мырҙабәк улы Ҡәипов нигеҙләһә лә, Мәмбәттең һигеҙ улы араһынан иң абруйлыһы Иҫәнғол Ҡәиповҡа бәйле уны Иҫәнғол тип тә, Ҡаҙаҡ ауылы тип тә йөрөтәләр. 1795 йылдағы эш ҡағыҙҙарында Иҫәнғол утар булараҡ теркәлгән. 1866 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса, Ырымбур губернаһындағы ауылдар исемлегендә Мәмбәттә 86 йортта 494 кеше йәшәгәнлеге, ауылда мәсет барлығы күрһәтелгән. Мал аҫрау, ер эшкәртеп, иген игеү, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ халҡының төп шөғөлө була.
Аҡмалетдин мулла Ғәбитовҡа кире әйләнеп ҡайтһаҡ, уның Троицк ҡалаһында Зәйнулла ишандың атаҡлы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә уҡығанлығын хәбәр итә беҙгә «Мәмбәт шәжәрәһе». Уға күҙ һалайыҡ. Мәмбәт атаның ейәне Ҡыуандыҡ старшинаның улы «Әбүлхәсәндең ҡыҙы Баян Ғәбделкәрим (ауылы) Кәлимулла хәҙрәт никахында тыуып, Аҡмалетдин мулла Зәйнулла хәҙрәттә уҡып, икеме йыл (бында авторҙың икеләнеүе урынлы: хәҙрәт Таналыҡта күберәк эшләгән. – Авт.) Таналыҡ тамағында (казачий станицала. – Авт.) имам булып, хәҙер (йәғни 1928 йылдарҙа. – Авт.) Суртанлы үҙәктә яңы ауыл булдылар...» Шәжәрәне төҙөүсе Мостафа мулла Мәмбәтов Кәлимулла хәҙрәт Ғәбитовты алда ла телгә алып китә: «Был Әбүлхәсәндең Ғөмөрҙаҡ, Йәноҙаҡ, Муллагилде (улдары), Гөлбәҙән, Баян исемдәрендә ҡыҙҙары булған. Ғөмөрҙаҡ еҙнәһе Кәлимулла хәҙрәттән уҡып, ахыр ғүмерендә шәйех Зәйнулла хәҙрәткә мөрит булып, биш намаҙҙа хәлле булып, алты бармаҡ (ҡалынлығында) китап ҡарап, күп нәмәләр һөйләй ине. 1917 йыл ноябрҙә 23-ләрендә вафат, йәше 80-дә булһа кәрәк...» («Мәмбәт шәжәрәһе», 25-се бит).
Тимәк, Кәлимулла Ғәбитовты Мәмбәт ауылы менән туғанлыҡ ептәре бәйләгәне бер булһа, икенсенән, үҙенең дә ошонда балалар уҡытыуы, йәнә килеп улы Аҡмалетдиндең «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тамамлағас, Мәмбәт мәҙрәсәһендә эшләүе, Мәмбәттән кәләш алыуы ла тәбиғи, йәғни тормошта була торған хәл. Был турала «Мәмбәт шәжәрәһе»нән йәнә бына ниҙәр мәғлүм: «(Кантон ярҙамсыһы сотник Йәрмөхәмәт Ҡәиповтың улы) Мәхийән, ғәскәри хеҙмәттә йөрөп, хорунжий булып, ҙур бай һәм суфый булып (80) йәшендә вафат. Мәмбәттә. Ағаһы Солтанғәли менән икеһе хөкүмәттән айы­на биш һум алып торҙолар. Ғиләжетдин, Зияетдин – ике дана уғылдары... Ғиләжетдин йәш ваҡытында бай булып, ифрат дәрәжәлә тоғро, хыянатһыҙ булғанын һөйләйҙәр. Мөрит, ғалим; яҡшы донъя көтөп йөрөгәндә вафат. Ғәлимйән исемле уғлын 17 йәшендә генә балшауиктәр шәһит иттеләр... Ғиләжетдиндең ҡыҙы Шәмсиғәлимә Аҡмалетдин хәҙрәт никахында вафат. Ҡәбере Таналыҡ тамағында. Хажмөхәмәт исемендә уғлы бар. Бер ҡыҙы Йософ никахында Ҡалтайҙа (хәҙерге Сәғит ауылы.– Авт.). Бер ҡыҙы – Һултаста» (Бөйөк Ватан һуғышынан һуң бөткән ауыл. – Авт.).
Әйткәндәй, тарихсылар төҙөгән «Ғәбитовтар шәжәрәһе»ндә Аҡмалетдин хәҙрәттең улы Мөхәммәт 1897 йылғы күрһәтелгән. Генеалогик таблицала уның балалары Ҡыуандыҡ һәм Кәүсәр ҙә теркәлгән.
Аҡмалетдин хәҙрәт Ҡалтайға ла, Һултасҡа ла йыш барып йөрөгән, халыҡ менән аралашҡан. Совет осоронда уның йәмәғәтселек эштәре менән шөғөлләнеүе хаҡында һөйләгән бер хәлде генә телгә алайыҡ. Хәйбулла районында тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе уҡытыусы Рафаил Рәхимовтың «Хәйбулла ауылдары» тип исемләнгән китабында (Магнитогорск, 2020. – 316 бит) көтөлмәгән бер мәғлүмәткә юлыҡтым. Уны автор хеҙмәт ветераны Рәүеф Собханғоловтан яҙып алған: «...Мин үҙем Кәрим ауылында тыуғанмын. Коллективлаштырыу заманында был ауылдарҙа (Кәрим-Йомағужа, Аранташ, Солтанғужа, Әҙел, Һултас. – Авт.) ла колхоздар төҙөлә башлай. Башта 1928 йылда Кәрим ауылында «Таштуғай» исемле колхоз төҙөлә. Тәүге председателе – Кәримов Билал... Ошо ваҡытта Аҡмалетдин хәҙрәттең тәҡдиме менән 12 хужалыҡ «Башҡорт» совхозы (хәҙерге Йылайыр районы. – Р.Р.) еренә күсеп барып, ауыл һалып, колхоз ойоштороп ебәрәләр. Ауылды Суртан Үҙәк тип атайҙар...» Бына ни өсөн «Мәмбәт шәжәрәһе»ндә уның авторы Мостафа мулла Мәмбәтов Аҡмалетдин хәҙрәт тураһында: «...Зәйнулла хәҙрәттә уҡып, икеме йылдар Таналыҡ тамағында имам булып, хәҙер Суртанлы үҙәктә Яңы ауыл булдылар...» тип яҙған икән.
Шулай итеп, Аҡмалетдин хәҙрәт Кәлимулла улы Ғәбитов өс туған ҡустыһы тейеш Хәбибулла Ғәбделҡаһир улына үҫмер сағынан алып (яҡынса 13-14 йәшенән) атайҙарса хәстәрлек күрһәткән, уны мәҙрәсәлә үҙе уҡытҡан, ғилемгә вә нәфис һүҙгә һөйөү уятып, төплө белем биреп, тарихҡа, мәғрифәткә, мәҙәниәткә, әҙәбиәткә киң юлдар асҡан.
Ғәбитовтарҙың ғаилә шәжәрәһен өйрәнеүсе ғалимдар Ф.Сөләймәнов менән Ю.Минишевтең билдәләүенсә, Хәбибулланың шәхес булараҡ формалашыуында һәм рухи яҡтан үҫешендә Әбделкәрим ауылынан сыҡҡан Ғәбитовтарҙың руханиҙар династияһы йоғонтоһоноң ҙур булыуы, туғандарса ҡайғыртыу һәм тәрбиә биреүҙәренең әһәмиәте бәхәсһеҙ.
Уҡымышлылығы һәм заман ағышын зирәк һиҙемләүе арҡаһында Аҡмалетдин хәҙрәт уҙған быуат башында Үҫәргән ырыуына ҡараған Мәмбәт тарихын урындағы аҡһаҡалдарҙан төплө өйрәнеп, мөҙәрис-мөғәллим булараҡ, йәш быуынға дини тәрбиә-ғилем биреү менән бергә донъяуи һәм тарихи мәғлүмәттәрҙе лә ихлас бүлешкән. «Мәмбәт шәжәрәһе»н тулыландырыуҙа һәм хәтергә һалыуҙа Аҡмалетдин хәҙрәттең дә хеҙмәте барлығын ырыу аҡһаҡалдары таный ине.
Аҡмалетдин хәҙрәт, тормош ҡушыуына, йә заман талабына буйһоноп, төрлө тарафҡа (Таналыҡ казачий станицаһына, Әбделкәримгә, Алғаҙыға, Суртанүҙәккә һ.б.) күсеп-китеп йөрөһә лә, Мәмбәттә (ҡасан ҡайтһа ла) йәшәр йорто булған. Шуға ла ул Мәмбәткә йыш ҡайтҡан. Ҡайтҡан һайын йә мәҙрәсәлә уҡытҡан, йә мәсеттә дин хеҙмәтен атҡарған.
Бер ваҡытта ла ҡустыһы Хәбибулла менән бәйләнеште өҙмәгән, форсаты сыҡҡанда осрашып-күрешеп торған. Ил-донъя күреп, халыҡ менән аралашып күп йөрөгән. 1906 йылда хаж сәфәрендә йөрөп ҡайтҡан. Хажға киткәнендә үҙе урынына мәҙрәсәлә Хәбибулла Ғәбитовты ҡалдырған.
Аллаһу Тәғәләнән әмер булып, Аҡмалетдин хажи 1933 йылда 73 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә, Хәйбулла районының Мәмбәт ауылы зыяратында ерләнгән.
Түңгәүер ырыуы батыры Ураҙғол тархан Аҡсыуашевтың нәҫелдәре, руханиҙар династияһын тоғро дауам итеүселәр Хәбибулла Ғәбитов һәм Аҡмалетдин хәҙрәт – исемдәре мәңгеләштереүгә лайыҡ шәхестәр булып, халҡыбыҙ күңелендә һаҡланыр, Ин шәә Аллаһ.

Автор:Ҡәҙим Аралбай, Башҡортостандың халыҡ шағиры
Читайте нас: