Все новости

«БУШҠА ҮТМӘНЕ ҒҮМЕРЕМ – ДӨРЛӘНЕ ЙӨРӘК КҮМЕРЕМ...»

Ижады бәхетле уның. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың аяуһыҙ яҙмышын һүрәтләгән «Килендәр» дилогияһы китап һөйөүселәр тарафынан айырыуса йылы ҡабул ителде. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә «Ҡыпсаҡ ҡыҙы» пьесаһы буйынса ҡуйылған драма үҙ ваҡытында «Йыл спектак­ле» булып танылды, ә төп ролде башҡарған Сара Буранбаева «Йыл актрисаһы» исеменә лайыҡ булды.Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы менән аралашыу – үҙе бер кинәнес. Бер ҡараһаң, буй етмәҫлек бөйөк, бер ҡарағанда, шул тиклем генә ихлас әңгәмәсем күңелемдә әйтеп бөткөһөҙ яҡты эҙ ҡалдырҙы. Йәнемә яғылған ошо илаһи осҡондарҙы, хөрмәтле журнал уҡыусылар, һеҙҙең менән дә уртаҡлашырға ашығам.

«БУШҠА ҮТМӘНЕ ҒҮМЕРЕМ – ДӨРЛӘНЕ ЙӨРӘК КҮМЕРЕМ...»
«БУШҠА ҮТМӘНЕ ҒҮМЕРЕМ – ДӨРЛӘНЕ ЙӨРӘК КҮМЕРЕМ...»

– Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы, яҙыусы булырығыҙ бала саҡтан уҡ төҫмөрләндеме икән?

– Мин Һаҡмар башланған ерҙә, Әхмәт исемле ауылда тыуып үҫтем. Йылға башы булғас, ауылдаштар һыуҙың таҙалығына шул тиклем ҙур иғтибар бүлә ине. Ҡатын-ҡыҙҙар күмәкләшеп кер йыуырға килһәләр, өлкәндәр: «Һыуығыҙҙы йылғанан алыҫҡараҡ түгегеҙ!» – тип киҫәтеп ултырырҙар ине.
Бәләкәй генә мин, шул таҙа һыуға аяҡтарымды тығып, сәптерҙәтеп, шиғыр сығарып ултырам икән:
Беҙҙең Һаҡмар йылғаһында
Төрлө сәскәләр үҫә.
Аҡ сәскәләр, күк сәскәләр
Тәмле еҫтәрен сәсә.
Әсәйем йырсы булған минең, күңеле илһамлы ине. Заманаһы ниндәй! Ауырлы тип тормағандар, әсәйемде баҫыу һаҡларға ҡушып ҡуйғандар. Үтеп барған инәйҙе шәйләп: «Шәрифә өләсәй! Бысаҡ ҡына алып кил әле», – тип ҡысҡыра икән. Шәрифә өләсәй, килен кәбеҫтә ҡырҡып бирергә уйлай, ахырыһы, тип бысаҡ артынан йүгергән һәм бер аҙҙан кендек инәһе булған. Шулай итеп, әсәйем мине Ҡаран йылғаһы төбөндә, ҡайын аҫтында донъяға килтергән. Кендек ҡаным, ысын мәғәнәһендә, ергә тамған. Төндә тыуғас, Айһылыу, тип исем ҡушҡандар.
Саҡ баланан бушанһа ла, бригадир әсәйемде йәнә эшкә сығарған. Бик яуыз кеше булған, тиҙәр уны. Хәйер, икенсе яҡтан, эшкә сығыуының файҙаһы ла булған. 12 йәшлек Хәлимә апай мине күтәреп, әсәйемә имеҙергә алып килә икән. Әсәйем ике ҡат йүргәк араһына бер аҙ бойҙай тултырып ебәрер булған. «Ҡаршыға бригадир осраһа, бәпесте саҡ ҡына семетеп ал. Бала илаһа, тикшереп тормаҫ», – тип оҙата икән.
Нәзирә өләсәйем алып ҡайтылған бойҙайҙан ҡурмас ҡура, тарттырып, бутҡа бешерә икән. Шул рәүешле, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа тамаҡ аҫырай улар. Әммә ырҙын табағында ҡуна ятып эшләргә мәжбүр ителгән әсәйемдең ғүмере, һыуыҡ тейеүҙән бик иртә өҙөлә. Мин ике йәш ярымлыҡ ҡына булып ҡалғанмын...

– Һеҙ фронтовик балаһы бит инде, ныҡлы ихтыяр көсөгөҙ, моғайын, атайығыҙҙан күскән сифаттыр?

– Атайым бик хикмәтле кеше ине. Нәзирә өләсәйем дә әүлиә йәнле булды. Бер өйҙән биш улын һуғышҡа оҙатҡан. Өсәүһенә китер алдынан бетеү яҙып бирергә өлгөргән. Шуға ла атайым менән уның ике ҡустыһы иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡан. Яуҙа үлеп ҡалған улдарының береһе Белорет ҡалаһында эшләп йөрөгән булған. Уның бер күҙе күрмәгән. «Пуля яуғанда барыбер күҙҙе йомоп йөрөргә тура килә», – тип, уны ла һуғышҡа оҙатҡандар.
Атайымдың алдан күрә торған һәләте бар ине. Ул 112-се Башҡорт атлы дивизияһында яу юлын үткән. Генерал Миңлеғәли Шайморатов шәхесенә ғүмере буйы ихтирамлы булды. «Ул ҡурҡыу белмәҫ командир, ысын яугир ине. Үҙегеҙ күрерһегеҙ, Шайморатовҡа мотлаҡ герой исеме биреләсәк», – тип әйтә килде. Легендар генералдың үлемен дә яҡшы хәтерләй ине, сөнки һуңғы рейдта уның менән бергә булған.
Бер заман дуҫы менән фашистар ҡулына эләгә. «Әйҙә, ҡасайыҡ!» – ти атай. Дуҫы ҡаршылашҡас, нимә, иртәгә тиклем генә йәшәгең киләме ни, иртәгә бит беҙҙе сығарып аталар, ти. Ҡасып ҡотолалар. Артабан ата­йым, һуғышта яраланып, Ташкенттағы госпиталгә барып эләгә. «Ҡайһы яҡ кешеһе һин?» – тип һорай табип. Башҡортостандан, Әбйәлилдән икәнен белгәс, шул тиклем ҡыуана. Үҙе Магнитогорскиҙан булған икән. «Ғәҙәттә, яралы аяҡ-ҡулдарҙы ҡырҡа ла ташлай инеләр. Мине, яҡташы булғас, аяны, бик тырышып дауаланы, аяҡҡа баҫтырҙы», – тип һөйләр ине атайым.
Тағы бер ваҡиға күңелемә уйылып ҡалған. Беҙҙең Мөхәмәтйән Хисмәтов исемле бик абруйлы яҡташыбыҙ бар ине. Үҙ заманында Башҡорт дәүләт университетының география факультетында декан булып эшләгән. Ауылдаштарына гел генә: «Балаларығыҙҙы уҡытығыҙ!» – тип нәсихәт әйтер булған. Бер шулай йыйылғандарында һәр ирҙән һорай икән: «Балаң ниндәй һөнәр эйәһе буласаҡ?» – тип. Кемдер: «Уҡытыусы!», кемдер: «Табип!», кемдер: «Милиционер!» – тип яуаплай. Атайымдан да һораша:
– Ә һинең балаларың бармы, Шәйхетдин ағай?
– Ҡыҙым бар. Ул яҙыусы буласаҡ!
– Ул китап уҡырға яратамы әллә? Шуға ҡарап әйтәһегеҙме?
– Юҡ. Аллаһу Тәғәлә Үҙе уға айырым һәләт биргән...
Бына шулай. Атайымдың һүҙҙәренә ышанып, «Хоҙай Үҙе талант биргән», – тип яҙҙым да яҙҙым, яҙҙым да яҙҙым.

– Ә шулай ҙа иң тәүҙә тәрбиәсе һөнәрен һайлағанһығыҙ...


– Эйе шул. Бер заман бөтә ерҙә күпләп балалар баҡсалары асыла башланы бит. Мәғариф министрлығы йүнәлтмәһе менән дүрт кешене Ишембай ҡалаһына уҡырға ебәрҙеләр. Шул дүртәүҙән бер яңғыҙым ғына ҡайтып килдем. «Шул да булдымы эш?!» – тип төрлөһө-төрлө яҡҡа тайҙы.
Ҡайтҡас, мине Красная Башкирия ауылындағы иң ҙур балалар баҡсаһына тәғәйенләнеләр. Балалар ағыла башланы бер заман. Егерме биш урынлыҡ төркөмдә урын етмәгәс, залға раскладушка ҡуйҙым. Шунан бер ваҡыт ауылға эшселәр килеп тулды. Улар 12 сәғәт эшләй, минең эш көнөм 9 сәғәт. «Балаларыбыҙҙы ҡайҙа ҡуябыҙ инде?» – тип илап торалар. Мөдир әрләһә лә, алырға булдым. Улар ыңғайына ун ике сәғәт эшләнем.
Шул эшселәр бик рәхмәтле булды. Йәйгеһен садиктағы ремонт эштәрен нисек атҡарып сығабыҙ инде, тип йөрөй инем, ял көндәрендә йүгереп йөрөп ярҙам иттеләр. Бүлмәләр сынъяһау булды!

– Һеҙ бит әле методик эштәр менән шөғөлләнергә лә ваҡыт тапҡанһығыҙ.

– Бер ваҡыт август аҙағында алдынғы тәрбиәселәрҙе баш ҡалаға йыйып алдылар ҙа: «Балалар баҡсалары өсөн программалар, хрестоматиялар төҙөргә кәрәк», – тип бурыс ҡуйҙылар. Ә мин һәр төркөмдә ниндәй эштәр башҡарырға кәрәклеген беләм. БДУ-ны тамамлағанда балалар китаптары буйынса диплом эшен дә «5»-легә яҡлағайным. «Ярар, үҙем төҙөйөм, булмаһа», – тинем. Ҡыуанып киттеләр. Хәйер, төрлө һүҙҙәр ишетергә лә тура килде инде. «Аҡса өсөн эшләй», – тип, кәйефемде ҡырырға маташыу­сылар ҙа булды. «Беҙ аҡса өсөн генә эшләмәйбеҙ, – тинем. – Үҙебеҙҙең туған телебеҙҙе, башҡорт балаларының киләсәген беҙ ҡайғыртмаһаҡ, кем ҡайғыртыр?!» Хрестоматияны өҫтәй барып-өҫтәй барып, төҙөнөм. Бер заман Мәғариф министрлығынан килгән вәкил: «Бындай программалар бер кеше тарафынан ғына төҙөлмәй», – ти. Күҙҙәре ялтырап тора. Барыһын да аңланым. Ул авторҙаш булды. Мин төҙөгән программа өсөн икенсе берәү юғары исем алды, өсөнсөһө кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы.
Ә мин бер тин дә, бер нәмә лә алманым...

– Һеҙҙең ижадығыҙ күп яҡлы. Проза әҫәрҙәренә лә, драматургияға ла, шиғриәткә лә ваҡыт бүләһегеҙ.

– Тәржемәләрем дә байтаҡ ҡына әле ул минең. Пушкиндың әкиәттәрен дә башҡортсаға ауҙарҙым. Бер ҡыҙыҡ һөйләйем әле. Вера Капустина исемле ҡатындан бандероль килеп төштө. Күүүүүп итеп шиғырҙарын ебәргән. Башҡортсаға тәржемә итеүемде үтенгән. Ҡараһам, утҡа ғына яға торған шиғырҙар. Аптырағас, үҙем матур итеп русса шиғырҙар яҙҙым да, үҙем башҡортсаға әйләндерҙем. Ярты йыл булаштым. Редакцияға алып барһам, минең башҡорт телендә яҙған шиғырҙарҙы Вера Капустина руссаға ауҙарған, тип уйлағандар.

– Яҙыусы өсөн ижади мөхит мөһим, тибеҙ. Баш ҡалаға күсеп килергә теләгән саҡтарығыҙ булманымы?

– «Үҙең дә юҡ, күҙең дә юҡ. Талантың ғына алдан йөрөй бит! Күс Өфөгә!» – тип саҡырҙы бер әҙип. Эш тә ҡарап ҡуйғандар. БДУ эргәһендә генә урынлашҡан балалар баҡсаһы. Тәҡдим ителгән эш урынын ҡарап ҡайтмаҡсы булдым. Минән алда бәләкәй генә малай инеп китте. Шул арала нимә булғандыр, эстә тәрбиәсе урыҫсалап ҡатлы-ҡатлы итеп һүгенеп ебәрмәһенме! Ҡырт боролоп, сығып киттем. Өфө, тип бүтән ауыҙымды ла асманым.

– Балалар менән эшләүе ауылда ла еңел булмағандыр?

– Бик яратып эшләнем мин. Программалар төҙөү, сценарийҙар яҙыу булһынмы, бөтә республика тәрбиәселәренә асыҡ дәрес күрһәтеү булһынмы, бер нимәнән дә ситтә ҡалманым. «Һеҙ эшләмәһәгеҙ, кем эшләй? Һеҙҙән башҡа уны берәү ҙә булдыра алмай», – тиер ҙә торорҙар ине. Хатта пенсияға сығармай ыҙалаттылар әле. Шулай итеп, ауылыбыҙҙа өс быуынды тәрбиәләп үҫтерҙем.
Ҡыҙыҡ инде ул кескәйҙәр менән эшләүе. Беҙҙең балалар баҡсаһы алдында өлкән дүрт тирәк үҫә ине. Шунда уйнайбыҙ. Мин юрамал йәшенгән булам, балалар гөр килеп эҙләй. Шул арала район етәксеһе Фәйзрахман Хисмәтуллин менән парторгыбыҙ килеп туҡтаған икән. «Ни эшләп үҙегеҙ генә йүгерешеп йөрөйһөгөҙ? Тәрбиәсегеҙ ҡайҙа?» – тигәндәр былар. «Тәрбиәсебеҙ бында ул! Ағас артында йәшенгән. Беҙ уны эҙләйбеҙ», – тип һөрәнләй балалар. Тирәктәр артынан килеп сығыуым булды, кескәйҙәр шундуҡ һырып та алды. Ҡайһыһы алдан ҡосаҡлай, ҡайһыһы – арттан. Район хужаһы ҡарап торҙо-торҙо ла: «Һеҙ, Айһылыу Шәйхетдиновна, пенсияға сыҡҡансы, ошо балалар менән йәшенмәк уйнарһығыҙ, ахырыһы», – тип көлөп ебәрҙе. Әйткәндәре раҫ булды (көлә)!..
Бергә кәңәш ҡороп эшләй инек етәкселәр менән. Минең өҫтән бер ҡатын ялыу яҙып ебәргән, парторгтан сыға белмәй, эшен килеп тикшерегеҙ, тип. Килделәр. Балалар баҡсаһының ерендә нимә генә үҫмәй: алма, сейә, ҡарағат, крыжовник... Бәләкәстәргә уйнар өсөн йәшел сирәм. Бер яҡта еләҫ булһын өсөн ҡайын ағастары ултыртып сыҡҡанмын. Балалар белеп-күреп үҫһен өсөн кукуруз менән бойҙайына тиклем сәскәнмен. Ҡаласығыбыҙ ҙа сынъяһау. Бергәләп башҡарған эштәребеҙҙең фотоһүрәттәре альбомда урын алған. Бына улар иген культуралары менән таныша, бына үҙебеҙ үҫтергән еләк-емештән яһалған компот менән һыйлана. Район вәкиле аптырап китте. Һуңынан фотолар аҫтына бер ни яҙмай ғына альбом төҙөп ебәрегеҙ әле, конференцияла күргәҙмәгә ҡуябыҙ тинеләр. Барыһын да барлап ебәрҙем. Аҙаҡ уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһенә килһәм, альбом юҡ. Ҡайҙа иттеләр икән, тип аптырайым. Һуңынан белеүемсә, икенсе исемде ҡуйып, Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған «Ауыл еренең балалар баҡсаһы» конкурсына ебәргәндәр икән. Һаман да кеше өсөн эшләп ултырғанмын...

– Ғәҙәттә, эш тип янған уҡытыусы-тәрбиәселәрҙең үҙ балаларына ваҡыты ҡалмай. Һеҙҙең осраҡта нисек булды?

– Һуң ғына кейәүгә сыҡҡас, балаларымды ла һуң ғына табып алдым. Ирек улымды таң һарыһы менән балалар баҡсаһына алып барып ҡалдырам да кире йүгереп ҡайтып, ҡыҙым Зөлфиәне алып китәм. Мин ҡайтҡас, ирем эшкә сығып китә. Аҡман-тоҡманмы ул, ҡойма ямғырмы, үҙ балаларымды алып барып еткереп, башҡа балаларҙы ҡаршы алырға кәрәк.
Бәләкәй саҡтарында бер килке шиғыр ятлай алмай ыҙаланылар. «Үҙегеҙҙе шул ваҡиғалар эсендә йөрөгән кеүек хис итһәгеҙ, тиҙ ятланыр», – тип өйрәтәм. Аҙаҡ айышына төшөнгәс: «Ысынлап та, шулай икән», – тигән булалар. Уҡыуҙарына ныҡ иғтибар иттем.
Ҙурайғас, Ирек Магнитогорск ҡалаһына бейеү түңәрәгенә йөрөнө. Ваҡыттары тығыҙ булһа, хатта өйгә эштәренә тиклем әҙерләп ҡуя торғайным. Зөлфиәгә училищела һүрәт төшөрөргә ҡушһалар, минән яһата торғайны. «Тик, әсәй, насарыраҡ итеп эшлә, юғиһә мине рәссам итеп һайлап ҡуйырҙар», – тип киҫәтә ине.

– Ауыл ерендә эш, халыҡ әйтмешләй, тауыҡ сүпләһә лә бөткөһөҙ. Ижадҡа нисек ваҡыт еткерҙегеҙ ул?

– Балалар уҡырға ингәс, аҡса булмай китте. Өс һыйыр көттөм. Өс башмаҡ. Икеһен һуйҙырып, аҡсаһын балаларға ебәрәм. Күп итеп йәшелсә сәстем. Уларына көнөнә 30 биҙрә һыу ҡоям. Эш күп килеп тороп. Ҡайтҡас, төнгө ун икегә тиклем өй эштәре менән булышам. Ун икенән сәғәт икегә тиклем ижад менән шөғөлләнәм. Шунан өс сәғәт кенә йоҡлап алам да таңғы биштә торам. Көндөҙ инде бөтөнләй йоҡламайым.

– Шулай булыуға ҡарамаҫтан, роман жанрына тотонорға йөрьәт иткәнһегеҙ. XX быуаттың тәүге яртыһын үҙ эсенә алған «Килендәр» дилогияһының яҙылыу тарихы нисек булды?

– 19 йәшемдә яҙа башланым мин уны. Красная Башкирияға эшкә килгәс, тәүҙә еңгәмдәрҙә торҙом. Атайымдың бер туған ҡустыһының ҡатыны ине ул. Ағайыбыҙ мәрхүм булып ҡалғас, икенсе иргә барғайны. Йорттары бик иркен, тормоштары етеш. Ире фермала эшләне. Еңгәм тәүге иренә бик яратып сыҡҡан булған. Уның тураһында илай-илай һөйләй торғайны. Ҡыйынлыҡтарҙы ла күп күргән. «Их, китап итеп яҙаһы ине быларҙы!» – тип уйлап йөрөнөм дә яҙа ла башланым.
Отпускыла бесән эшләшергә гел ауылға ҡайтам бит инде. Үгәй әсәйем дә шул ваҡиғалар уртаһында йөрөгән, унан да һорашайым әле тиһәм, әсәйем (мин уға шулай тип өндәшә инем) ҡыҙҙы ла китте: «Беҙ күргән нужаны кеше күрмәһен! Уны нимәгә соҡоп сығарырға тағы?» Шунан ата­йым ипләп кенә: «Баланың дәртен һүндермә! Һөйлә, яҙһын! Ул китабы уны ғүмер буйы оҙатып йөрөйәсәк», – тип әсәйемде күндерҙе.
Шулай итеп, әлеге китапты яҙып бөтөүгә мин өсөнсө тиҫтәне ваҡлай инем инде. Ни өсөн тиһеңме? Сөнки мин бер түгел, дүрт китап яҙҙым. Уның бишенсеһен дә яҙырға ниәт бар ине, туҡтап торорға булдым. Яҙғандарымды машинкала баҫтырырға тип, бер радио хеҙмәткәренә ебәрҙем. Көтәм-көтәм – хәбәр юҡ. Бер нисә ай үткәс, юллап Өфөгә киттем. Ул ни, фатирына алып ҡайтып һалған да ҡуйған. Яҙмаларымды ҡосаҡлап, «Башҡортостан ҡыҙы» журналына киттем. Унда эшләгән әхирәтем: «Күптән ошонда килмәй! – тип, еңелсә шелтәләп алды ла, редакцияла эшләгән ҡыҙҙар янына алып инде. – Бына ошо яҙмаларҙы машинкала баҫып бирегеҙ. Уның ире Ураҙбай Өфөлә уҡып йөрөй, аҡсаһын килтереп түләп торор».
Ниһайәт, Яҙыусылар союзының проза секцияһында тикшертеүгә ҡуйҙым. «Шул тиклем матур әҫәр, тик ниңә бер генә коммунист та юҡ?» – тиеүселәр булды. Әйткәндәрен күҙ уңында тотоп, һуңынан бер-ике образды коммунист иттем. Был тиклем ҙур күләмле итеп сығарып булмай, ҡыҫҡартырға кәрәк, тиҙәр. Бер Ғәзим Аллаяров ҡына: «Бер бөртөгөн дә ҡалдырмай баҫырға кәрәк», – тине. Һөҙөмтәлә, барыбер дүрт томды ике генә китаплыҡ итеп ҡалдырырға ҡуштылар.
Балаларҙы уятмаҫ өсөн, төндәрен соланда ултырып эшләнем. Күпме матур фекер әрәм була, тип илай-илай ҡыҫҡарттым.

– Һеҙ – халҡыбыҙҙың яратҡан яҙыусыһы, ә балаларығыҙ ижадығыҙҙы нисек ҡабул итә?

– Бер генә ваҡиғаны һөйләп китәм. Мин «Ҡыпсаҡ ҡыҙы» исемле драма яҙғайным бит инде. Ул Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында ҡуйылды. Өс йыл дауамында аншлаг менән барҙы. Улымдың Мәскәү вузында уҡып йөрөгән сағы. Каникулға ҡайтышлай, билет алып, спектаклде инеп ҡарарға була. Уҡыған еренән ҡайтып килгәс, әйберҙәре күп инде, ауыр юл сумкаларын гардеробта ҡалдырырға рөхсәт итмәйҙәр икән. «Их, әсәйем яҙған драманы ҡарайым тигәйнем бит!» – тигәс кенә, «Ә-ә-ә, Айһылыу Йәғәфәрованың улымы ни?! Бар, бар, инеп ҡара», – тип, әйберҙәрен алып ҡалып, индереп ебәргәндәр. Кешенең күплегенә, тамашасының спектаклде яратып ҡарауына иҫе-хушы китеп, сикһеҙ ғорурланып ҡайтып ингәйне балам.

– Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы, һеҙ һоҡланғыс шәхес! Һынауҙарға ла, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ла бай тормош юлын үткәнһегеҙ. Һеҙҙеңсә, йәшәү мәғәнәһе нимәлә?

– Әле өс ай түшәккә ҡаҙаҡланып яттым. Уйланырға ваҡыт күп булды. Эшләйһе эштәрем бик күп әле! Өс ҡатырға йәшник тулы балалар өсөн яҙылған әйберҙәр үҙ сәғәтен көтә. Әлеге лә баяғы яҙылмаған бишенсе китабым күңелемде өйкәй. Күңелдән уны яҙып бөткәнмен инде, ҡағыҙға төшөрәһе генә ҡалған. Түшәктә ятһам да, шул әйберҙәремде теүәлләмәй, ҡалдырып китергә йәлләйем. Йәшәү мәғәнәһе – хеҙмәттә инде ул. Хеҙмәтең менән, ижадың менән кешеләргә кәрәкле булыуҙа! Ә, ғөмүмән, яҙмышым үкенерлек булманы, бер шиғырымда әйтелгәнсә:
«Бушҡа үтмәне ғүмерем –
Дөрләне йөрәк күмерем...»

– Ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Айһылыу апай! Илһам ҡанаттарығыҙ талмаһын! Халҡыбыҙҙың оло ихтирамын тойоп, яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, иҫәнлектә-һаулыҡта оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә һәм ижад итергә насип булһын!

Әхирәте Әсмә Әбүзәрова (һулда) менән. 1970 й.
А.Йәғәфәрова улы Ирек, ҡыҙы Зөлфиә,  ейәнсәрҙәре Ләйлә һәм Әҙилә менән. 2013 й.
Әхирәте Әсмә Әбүзәрова (һулда) менән. 1970 й.
Автор:Зөлфиә Ханнанова, «Ватандаш»
Читайте нас: